

8
Сания аҡсаларын ваҡ-төйәккә тотонмайынса йыя барҙы. Рәмилде көтөп ятһаң, өҫтөңә яҡшы ғына тун да алып кейә алмаҫһың, тип уйланы. Уға әйтеп тормай ғына аҡсаһын алып, тундар кибетенә китте. Ҡиммәтле тундарҙы иҫе китеп оҙаҡ ҡына ҡарап йөрөгәндән һуң, үҙенә оҡшаған бер тунды һайлап алды. Ләкин өс меңгә яҡын аҡса етмәй. Оҙаҡ тапанды тун тирәһендә. Берәй танышы килеп сыҡмаҫмы, тип тә көттө. Шунан һатыусы ҡыҙҙан:
– Мин был тунды ҡалдырып тороп, иртәгә килеп ала аламмы? – тип һораны.
– Ике сәғәткә ҡалдыра алабыҙ, иртәгә саҡлы булмаҫ, – тине ҡыҙ, йөҙөнә йылмайыу сығарып.
– Аңлашылды, – Санияның тунды ҡулынан ысҡындырғыһы килмәне, урынында тапаныуын белде.
– Хужаға инеп ҡарағыҙ, ул рөхсәт итһә... – тип ҡыҙ уны ҡыҙғанып кәңәш бирҙе.
– Ул ҡайҙа?
– Икенсе ҡатта. Бына ошонан үтегеҙ, – тип юл өйрәтте. Сания тунды ҡыҙға ҡалдырып торҙо ла, хужаны эҙләп китте. “Магазин директоры” тигән яҙыулы ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Шаҡыған тауышҡа эстән, инегеҙ, тигән тауыш ишетелде. Сания бар ҡыйыулығын йыйып ишекте асты. Бүлмәлә хужанан башҡа тағы бер ир ултыра ине.
– Ни йомош? – тине директор асыҡ йөҙ менән, Санияға күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң.
– Һеҙҙән тун алырға ине, ләкин аҡсам бер аҙ етмәне. Тунды бөгөн ҡалдырып тороп, иртәгә килеп ала аламмы? – тине Сания.
– Мөмкин, һеҙҙең кеүек һылыуҙарға барыһы ла мөмкин.
Хужа янында ултырған ир Санияны ингәндән алып күҙәтеп ултырҙы. Һөйләшеүгә ул да ҡушылды:
– Һеҙ бөгөн үк ул тунды ала алаһығыҙ, – тине.
– Нисек? – Сания ғәжәпләнде.
– Мин Ирек Кәбир улы булам, һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен, – тине лә Сания күрмәгәндә хужаға күҙ ҡыҫып алды. – Әйҙәгеҙ минең менән. – Санияны эйәртеп сығып та китте.
Һатыусы ҡыҙ янына килеп:
– Был ханым ҡалдырған тунды төрөп бирегеҙ, – тине. Шунан Санияға боролдо. – Күпме етмәне?
– Юҡ, кәрәкмәй, мин үҙем.
– Улайһа тунһыҙ ҡалаһығыҙ.
– Өс мең, – тип ризалашты Сания. Ҡыҙҙар тунды төрөп тә бирҙе.
– Рәхмәт. Бурысымды ҡайтарыр өсөн һеҙҙе нисек таба алам? – тине Сания тунды ҡултығына ҡыҫтырып.
– Әйҙәгеҙ, юлда һөйләшербеҙ.
Улар кибеттән сыҡты.
– Ҡиммәтле тун менән йәйәү ҡайтмаҫһығыҙ инде, илтеп ҡуям, – тип, Ирек машинаһының ишеген асып инергә ҡушты. Санияны беренсе тапҡыр машина ишеген асып ултырырға тәҡдим иттеләр. Автобустарҙа этешеп-төртөшөп йөрөп өйрәнгән кешегә был яңылыҡ булды. Машинала яҡыныраҡ танышып алдылар.
– Бурысығыҙҙы түләргә булһағыҙ, ошо телефон һандарына шылтыратырһығыҙ, – тип Ирек уға визиткаһын бирҙе. Сания рәхмәт әйтеп, йорто янында төшөп ҡалды.
Икенсе көндө Сания эштән ҡайтып килгәндә Ирек уны йорто янында көтөп тора ине.
– Аҡсам юҡ бит әле, – тине ҡатын иҫәнләшкәндән һуң.
– Онотоғоҙ ул аҡса тураһында, минең һеҙҙе генә күргем килде.
– Минең ирем бар, ярамай. Кеше күреп ҡалһа, әллә нимә уйлар.
– Минең дә ғаиләм бар. Һеҙ миңә оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән... юҡ, һеҙҙе ресторанға саҡырғым килгәйне.
– Уныһы шулайҙыр ҙа ул. Минең улай йөрөгәнем юҡ. Иремә тоғромон, – Сания шулай тиһә лә, эстән генә һөйөнөп ҡуйҙы. Уның институт тамамлағас, курсташтары менән ултырғандан һуң ошо йәшенә етеп ресторанға барғаны юҡ. Ирек бай кешегә оҡшаған, уны ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй. Рәмилдең ресторанға бер ҙә саҡырғаны булманы. Һуңғы ваҡытта Сания байҙарға ҡарап, их, шулар кеүек йәшәргә ине, тип хыяллана ине. Үҙҙәренең уртаса ғына йәшәп ятыуҙарынан ҡәнәғәтлек кисермәне. Иректең әлеге тәҡдиме тормошонда киҫкен боролош яһарға этәргес булды. Ул күп уйлап тормайынса:
– Көтөгөҙ, мин хәҙер, – тине лә фатирына ашыҡты.
Бәхетенә ҡаршы, Рәмил өйҙә юҡ ине. Тиҙ-тиҙ генә йыуынып алды. Өҫтөнә яҡшыраҡ кейемдәрен кейеп, Ирек янына сыҡты.
– Тиҙерәк китәйек, ирем ҡайтып килмәһен, – тине Иреккә йылмайып.
– Рәхим итегеҙ, – тип ир кеше машинаһының ишеген асты.
Шулай башланды уларҙың осрашыуҙары. Иректең кем булып эшләүен белеп алғас, Сания уға теше-тырнағы менән йәбеште, һәр яҡлап оҡшарға тырышты. Шулай ҙа уға был теләген, уйҙарын һиҙҙермәне. Киреһенсә, ҡайһы саҡта ҙур оҫталыҡ менән ялындырған булды, осрашыуҙарҙы кисектереп торҙо. Ирек уның һайын нығыраҡ тартылды, осрашыуҙар көттө. Сания ул яҡҡа бик оҫта, кәрәк саҡта үҙен нисек тоторға белә. Ирек янында йәш күренер өсөн битенә төрлө маскалар яһаны, һомғол булырға тырышып, көн һайын гимнастика эшләй башланы. Уның был ҡыланышын Рәмил аңламаны. Быға тиклем иртән көскә уянып, түшәгенән тора алмай ятҡан Санияның был үҙгәрешенә иҫе китте.
Байлыҡ яратыусы Сания Иректең осрауына бик шатланды. Байлыҡ өсөн иҫе китмәгән Рәмил менән йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмағайны уға. Тормошта бер-береңде аңлағанда, икең дә бер маҡсатҡа ирешергә теләгәндә генә йәшәүе рәхәт. Берең бер яҡҡа, икенсең башҡа яҡҡа ҡайырғанда килешеп ғүмер итә алмайһың. Шуға ла күп ваҡыт был тартышыу айырылышыуға килтерә. Сания Рәмилдең сәнғәткә тартылыуын аңламағандай, Рәмил дә Санияның аҡса, байлыҡ тураһында ғына уйлауын төшөнә алманы. Һуңғы ваҡытта уларҙың мөнәсәбәттәре киҫкенләшкәйне. Ире өҫтөнән бер ваҡытта ла йөрөмәҫ кеүек булған Сания үҙе лә һиҙмәҫтән ят ир менән осраша башланы. Ирек иһә уның өсөн аҡсаһын йәлләмәне. Ҡиммәтле косметика, кейем-һалым бүләк итте. Санияның һәр алған әйбергә балаларҙай шатланыуы Иреккә ниндәйҙер кинәнес килтерҙе. Уны туҡтауһыҙ шатландырғыһы килде.
Ирек Санияны осратҡансы ҡатынына бер ҙә хыянат итмәгәйне. Уның уйында бары эш кенә булды. Ә Санияның ҡиммәтле тун алырға теләге ҙур булыуына битараф ҡала алманы. Ирек уға ныҡ тартылды. Был ҡатындың түшәктәге ҡайнарлығы үҙенә әйҙәп кенә торҙо. Ирек үҙен ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттең яңы баҫҡысына күтәрелгәндәй тойҙо. Икеһе лә быға тиклем тормош иптәштәренә күрһәтмәгән хис-тойғоларҙы, дәртте бүләк итергә ашыҡты. Шуғалырмы, уларҙың мөнәсәбәттәре бер-береһен яратҡан парҙың оҙаҡ йылдарҙан һуң осрашыуын хәтерләтте.
Ирек менән танышыуҙан һуң Сания менән Рәмил араһындағы бушлыҡ ҙурайғандан-ҙурайҙы. Рәмилдең эйелә биреп картина эшләп ултырыуы уның асыуын ғына килтерҙе. Уны Ирек менән сағыштырҙы, Рәмилгә ҡыҙғанып ҡараны. Рәхәтләнеп донъя көтөрлөк аҡса эшләй алмаған ир – ирме ни ул? Сания айырылышырға ҡарар итте. Ғүмер буйы хәйерсе булып йәшәгәнсе, иркенләп бер аҙ байлыҡта йөҙгөһө килде. Айырылышмаҫ та ине, ире өҫтөнән йөрөүҙе насар тип тапты. Ҡасып-боҫоп осрашҡансы, иркенләп йөрөйәсәк. Санияның ире менән айырылышҡанын Ирек белмәй ҙә ҡалды. Яңғыҙ ҡалғанын белһә, Ирек ташлар тип уйланы, сөнки күп ирҙәр яңғыҙ ҡатындарҙан йыраҡ булырға тырыша.
Ирек Мәскәүгә Санияны ла алып китте. Командировкаһы ун көнлөк булһа ла, Ләйсәнгә ун биш көндән ҡайтам, тине. Ҡалған биш көнөндә Сания менән Мәскәүҙең иҫтәлекле урындарын күреп, ҡиммәтле ресторандарында типтерергә уның иҫәбе. Был тәҡдимгә Сания шатланып риза булды. Уның бит Мәскәүҙә бер ҙә булғаны юҡ. Эш урынынан үҙ иҫәбенә көндәр алды ла Ирек менән баш ҡалаға юлланды.
Ләйсән дә, Рәмил дә Ирек менән Санияның йөрөгәнен белмәне. Бәлки яҙмыш, ғәҙеллек урынлаштырырға теләп, Ләйсән менән Рәмилде осраштырғандыр. Бер ҡараһаң, улар бер ерҙә лә, бер нисек тә күрешергә тейеш түгел кеүек ине. Күрәһең, был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгелдер.
Ләйсән Иректең йөрөгән ҡатыны барлығына шикләнмәй, улай булмаһа, өйөнә ҡайтырға ашҡынып торор ине. Һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр ҙә шулай уйларға мәжбүр итә. Иренән килгән сит хушбуй еҫен дә тойманы түгел, тойҙо. Ләкин Ләйсән белмәмешкә һалышты. Шулай уның үҙенә тыныс. Ул тормошто күргән кеше, ирҙәрҙең “һулға” йөрөй торған ғәҙәтен белә. Тиктомалдан тауыш сығарыу яҡшыға килтермәйәсәк, киреһенсә, бергә йәшәүҙе ҡатмарлаштырасаҡ ҡына.
Иректең, Сания менән йөрөһә лә, ғаиләһенә зыян килтергеһе килмәй. Санияны – һөйәркә, Ләйсәнде ҡатыны, беренсе һөйгән кешеһе итеп ярата. Икеһе араһындағы айырманы ул яҡшы белә. Сания янына Ирек хәл йыйырға, ләззәтле минуттар кисерергә бара. Уның менән үҙен иркен тота. Санияның юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып шатланыуы Иректә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тыуҙыра. Уның янында ул үҙен бөтә нәмә ҡулынан килерҙәй һөйәркә ир итеп тоя. Етмәһә, Сания ла, һинең кеүек ирҙе мин йылдар буйы көттөм, тип маҡтап тора. Ә ирҙәр өсөн ошо һүҙҙәрҙән дә көслөрәк тәьҫир итеүсе һүҙ юҡтыр. Шуғамы, Ирек уның янында тағы ла дәртләнеберәк китә. Әммә шул уҡ ваҡытта гел һаҡ булырға тырыша, сөнки Ләйсән белеп ҡалһа, ғәфү итмәйәсәген белә.
Ләйсән Иректең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был эштең ҡурҡыныс һәм ғәҙел түгеллеген белә. Тәүге ваҡыттарҙа ул бик ҡурҡты, рэкетирҙарҙың ҡанһыҙлығы фатирында тыныс ҡына ултырырға ирек бирмәне. Иренең эштән ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Иректең бала табырға ашыҡма тип әйтеүе лә шуның өсөн булғандыр. Йылдар үткән һайын хәләленең авторитеты артты, хәҙер инде ваҡ-төйәк рэкетирҙар уны ҡурҡытмай. Шулай ҙа юғарыраҡ ултырғандарға өлөш сығара. Шунһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкин түгел. Ғәҙелһеҙлек осоронда закондың йомшаҡ булыуы һалынған тәртипкә ҡаршы килергә мөмкинселек ҡалдырмай. Ризаһыҙлыҡ белдереү үҙ-үҙеңә яза сығарыу менән бер. Шулай ҙа Ирек үҙенең эше менән ҡәнәғәт. Ә Сания менән йөрөй башлауы – оҙаҡ йылдар буйы йөрәгенә һеңгән тынғыһыҙлыҡты ваҡытлыса ғына булһа ла оноттороп торор өсөн. Быға тиклем Ләйсәнгә тоғро булды. Башҡа ҡатындарға ҡарарға теләге лә, дәрте лә булманы. Санияны күргәс, барыһы ла үҙгәрҙе.
9
Рәмил Санияны өс көн көттө. Бына килеп инер төҫлө тойолдо. Шуға бер ҡайҙа ла сыҡманы, тамағына ризыҡ барманы. Картина яҙғыһы ла килмәне. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй интекте. Сания йәшәгән йортҡа бер нисә тапҡыр барып килде. Ләкин ишек асыусы булманы. Ысынлап Мәскәүгә киттеме икән ни? Ни өсөн? Кем менән?
Һорауҙар, һорауҙар... Аралар бөтөнләйгә өҙөлдөмө икән ни? Шулай булмаһа, әйтеп китер ине, Рәмилдең көтәсәген белә бит! Был һорауҙарҙан башы әйләнде ирҙең. Ни эшләргә лә белмәне. Санияны уйламаҫҡа тырышһа ла, булдыра алманы, уйҙары әленән-әле уға килеп ҡағылды. Шулай ҙа Рәмил ашығыс һөҙөмтә яһарға ашыҡманы. Мәскәүҙән йөрөп ҡайтҡас аңлатыр әле, тип көттө.
Күңелһеҙ уйҙарҙан арыныр өсөн урамға сыҡты. Ҡарҙы шығырҙата-шығырҙата тегеләй-былай үтте. Ҡайҙа барырға? Нимә эшләргә? Шул саҡ Ләйсәндең телефон һандарының үҙендә барлығы иҫенә төштө. Шылтыратып хәлен белергә булды. Бер аҙҙан бәйләнештең теге осонда:
– Алло, тыңлайым, – тигән Ләйсәндең тауышы ишетелде. Таныш тауыш ишетелгәс, Рәмилгә рәхәт булып китте.
– Кем тыңлай? – тип, таныһа ла һораған булды.
– Ләйсән.
– Был рәссам Рәмил, – тине ул, нисек һүҙ башларға белмәйенсә.
– Һаумы, Рәмил, хәлдәрең нисек?
– Минеке һәйбәт, һинең хәлдәреңде белергә тип шылтыратҡайным.
– Рәхмәт.
Бер аҙ һөйләшкәндән һуң, Рәмил, яңы картиналарымды ҡарарһың, тип Ләйсәнде үҙенә саҡырҙы. Көт, килермен, тигән һүҙҙәрен ишеткәс, йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ләйсәндең килеренә ышанмағайны бит! Бер аҙҙан һушына килгәндәй, ни эшләп торам әле, буш өҫтәл менән ҡунаҡ ҡаршы алып булмай бит, тип магазинға ашыҡты.
Телефон шылтырағас, Ләйсән Мәскәүҙән Ирек шылтыраталыр, тип уйлағайны. Рәмил икәнен белгәс, һөйөнөп ҡуйғандай итте. Яңғыҙлыҡтан ни эшләргә белмәй ғазапланған сағы ине ҡатындың, шуға рәссамдың саҡырыуын кире ҡаҡманы. Юл ыңғайында магазинға инеп хушбуй һатып алды.
Рәмил Ләйсәнде өҫтәл әҙерләп көтөп тора ине. Ишек асҡанда уның шат йөҙөн күргәс, рәссамға күңелле булып китте. Сания тураһындағы уйҙары башынан юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бер-береһенә ҡарашып туҡтап ҡалдылар. Был киҫкен минуттан тиҙерәк арынырға теләп, Рәмил Ләйсәндең кейемен һалдырышып, элеп ҡуйҙы.
– Тышта һалҡын, өшөгәнһеңдер, – тип һораны.
– Юҡ, өшөмәнем, – тип Ләйсән картиналар янына килде. Икеһе лә һүҙҙе нисек башларға белмәй ғазапланды. Рәмилдең эшен ҡарап алғас ҡына икеһе лә һуштарына килеп тынысланғандай иттеләр. Хужа кеше өҫтәлде ҡарап алырға ла онотманы.
– Булмаһа, бер аҙ ҡапҡылап алайыҡ, – тип өҫтәл янына саҡырҙы.
– Мәшәҡәтләнмә, мин ашап ҡына килгәйнем.
– Ләйсән, бер үк кире ҡаҡма инде.
– Һине тыуған көнөң менән ҡотлайым! – Ләйсән бүләген Рәмилгә һуҙҙы.
– Рәхмәт! Былай булғас, бүләкте йыуырға тура килә инде, – тип, шарап сығарҙы. Сәбәбе булғанға һөйөнөп тә ҡуйҙы. Уны бокалдарға һалғас:
– Ләйсән, рәхмәт инде һиңә, быйыл мине тыуған көнөм менән ҡотлаусы бер һин булдың, – Рәмилдең был һүҙҙәрендә ҡатынына, туғандарына, дуҫтарына ҡарата үпкә һиҙелә ине. Тормош шундай ҡыҙыҡ бит ул: кеше араһында абруйың булып, эшләп йөрөгәндә генә һин барыһына ла кәрәк. Саҡ ҡына түбәнгә төшөп, ҡайҙа барырға белмәй ғазапланғанда күрмәмешкә һалышалар, мөмкин тиклем йырағыраҡ булырға тырышалар. Рәмил бөгөн үҙен шундайҙар рәтенә индерә. Ул бер аҙ уйланып торҙо ла, балаларса ихлас йылмайып:
– Һине осратҡаным өсөн Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәтемде уҡыйым. Был бокалдарҙы һинең хөрмәткә күтәрәйек.
– Тыуған көн һинеке бит.
– Һин килмәһәң, тыуған көнөмдөң ни йәме булыр ине.
Ләйсән үҙен иркенерәк тота башланы. Үҙенең бай ҡатын икәнен дә онотоп ебәрҙе. Рәмил янында уға рәхәт ине, элекке, һөйләшеп, көлөп торған шат күңелле Ләйсәнгә әйләнде. Был иркенлек уның күңеленә ниндәйҙер тыныслыҡ бирҙе. Онотолғоһо, нисәмә йылдар буйы йыйылған “ярамай”ҙарҙы алып ташлағыһы килде. Рәмил тултырған бокалдарҙы бөтөргәнсе эсеп барҙы.
Рәмил Ләйсәндең портретын килтереп сығарҙы. Ҡатын тәү күргәндәй ҡабул итте.
– Ҡасан, ни арала эшләп алдың? – тип ғәжәпләнде Ләйсән. – Рәмил, һин бик талантлы. Был һүҙҙәрҙе күңелең булһын өсөн генә әйтмәйем.
– Рәхмәт, Ләйсән, быны күрә белгәнең өсөн.
Был һүҙҙәр Рәмилдең күңеленә май булып яғылды. Уның картиналарын бер кем дә маҡтап барманы, хатта ҡатыны ла. Киреһенсә, был мәғәнәһеҙ рәсемдәрең кемгә кәрәк, тип әрләй торғайны. Тора-бара Рәмилгә уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар кеүек тойола ине. Күргәҙмәләр асҡанда ла Рәмилдең картиналарын ҡуйырға бик тырышманылар. Рәссам дуҫтарының эштәре әллә ни артыҡ булмаһа ла күргәҙмәләрҙе биҙәне. Рәмилдә әрһеҙлек тигән нәмә юҡ. Ниңә минең эштәремде лә алмайһығыҙ, тип әйтмәне, үҙҙәре беләлер, тип уйланы. Хужаларға, дуҫтарына ышана ине шул.
Ә был тормош әрһеҙҙәрҙе ярата. Һәләттәре булмағандар үтә, таныла. Ә ысын талант эйәләренә юл юҡ. Сөнки таланттар үҫһә, башҡаларға үҫергә мөмкинлек ҡалмаясаҡ. Шуғамы, урта ҡулдар арта, үҫә. Улар бер-береһен тарта, булыша. Тәбиғәттән һәләтлеләр күп ваҡыт юҡҡа сыға, әрһеҙҙәр араһына баштарын тыға алмай. Был бик ҡыҙғаныс күренеш. Шуға ла уларҙың күбеһе донъянан киткәс кенә танылыу таба. Әммә ни тиһәң дә, уларҙың эштәрендә йәш быуын тәрбиәләнә, үҫә.
Рәмил дә тарихи шәхес булырҙай талант эйәһе булһа ла, уны әле бер кем дә белмәй. Һәләтеңде күрһәтер өсөн аҡса талап ителә. Аҡсаң юҡ икән, һинең кемгә кәрәгең бар?