

V
Ғәйнулла кискә табан, дәрес әҙерләгәндән һуң, тәрбиәселәр бүлмәһендә яңы гәзиттәр ҡарағанда телефон шылтыраны.
– Эйе, балалар йорто, – тине ул, трубканы алып. – Директор, тиһегеҙме!.. Юҡ!.. Юҡ, тим!.. Ҡайҙа?.. Кем белә уны, йә ҡайтып киткәндер. Завуч!.. Ул бында, ҡыҙҙар этажында шикелле. Нәмә тип?.. Ярай, әйтермен. Улай, улай... Рәхмәт, ағай, эш урында түгел дә. Нәмә тинегеҙ, тип һорайһығыҙмы?.. Эш урында түгел бит, тим... Һуң шулай инде... Һау булығыҙ!..
– Ғәлимов, кил әле, – тине ул, ишекте асып, коридорҙағы өҫтәл артында ултырған Фәнискә.
– Нәмә бар, шунан ғына әйт! Йә инде, – тине Фәнис, китабын тотҡан хәлдә Ғәйнуллаға яҡынлашып.
– Беләһеңме! – тине Ғәйнулла, ҡыуанып, – бөгөн «Сыңрау торна» балеты була, әле генә администратор менән һөйләштем. Барығыҙҙы ла индерә алмайым, егерме биш-утыҙ уҡыусы йыйылышып килегеҙ, галеркаға урынлаштырырмын, ти.
– Ә билет?
– Бушҡа индерәләр, беҙҙе бит улар шефҡа алғандар.
– Фариза Мәхмүтовна нәмә тиер икән?
– Аҡсаһыҙ булғас, нимә тиһен, Сәлимә Мансуровнан рөхсәт алырға ла китергә...
...Театрҙың ҙур ауыр ишектәрен асып инеү менән, Фәнис кассанан ситтә, мөйөштә бер таныш йөҙҙө күргәндәй булды.
«Моталлап түгелме һуң был?! Туҡта, туҡта... Шул. Эргәһенә халыҡ йыйып ни эшләй икән ул?» – тип һөйләнде Фәнис, ауыҙ эсенән генә һәм:
– Ғәйнулла, ана мөйөшкә ҡара әле, – тине.
– Бәй, Моталлап бит! Әйҙә.
Моталлап иптәштәрен күреү менән, тик кенә торған кешегә һалышты.
– Сәләм, Муташ! Нәмә буташ? – тине Фәнис.
– Ун биш һумлыҡ билеттарҙы егерме биш һумға һата. Исмаһам, егерме лә түгел, – тип зарланды стена буйында торған ҡатын.
– Ниңә әҙерәк хаҡын төшөрмәйһең? – тине Фәнис, көлөмһөрәп, бер Моталлапҡа, бер Ғәйнуллаға ҡараны. – Бына ни өсөн ул киске ашҡа һуңлай икән?..
– Һеҙҙең ни эшегеҙ бар миндә?
– Улай уҡ ҡыҙма әле. Билеттарыңды үҙ хаҡына һат та, балетҡа инербеҙ.
– Быға тиклем һинең балет-малетыңды ҡарамаһам да йәшәнем, – тине Моталлап, арты менән ишеккә табан сигенде.
Малайҙар уның юлын бүлделәр. Моталлап туҡталып ҡалаған еренән, бөтә асыуы менән:
– Мин һеҙгә кассамы ни! Бәхетегеҙ инде, мәгеҙ! – тип ҡысҡырҙы.
Шул арала уны унлап кеше һырып та алды.
– Ул йыйған аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға уйлайһың? – тине Фәнис, тирә-яғындағы кешеләр таралып бөткәс.
Моталлап ыҡ-мыҡ итте лә:
– Ауылда таныш әбейҙә бер туған ҡустым йәшәй... Шунда ебәрмәксе инем, бик фәҡир торалар, – тип ул, ҡалын ирендәрен тешнәштереп, башын эйҙе.
– Шулаймы ни? – тип Фәнис уны ҡыҙғанып та ҡуйҙы. – Икенсе төрлө ярҙам итергә, ҡустыңды балалар йортона урынлаштырыуҙы юлларға кәрәк.
– Һәйбәт булыр ине лә бит...
Малайҙар баҫҡыстан күтәрелделәр. Моталлап иптәштәрен тиҙ генә ышандырғанына шатланып бөтә алманы: уның ҡустыһы ла, әбейе лә юҡ ине. Моталлап ата-әсәһенән йәшләй генә етем ҡалды. Уны атаһы менән бер туған Малик ағаһы ҡарап үҫтерҙе. Ағаһы һуғышта үлгәс, еңгәһе Моталлапты тәрбиәләүҙән баш тартты. «Көсөмдән килгән тиклем ҡараным, ҡәйнеш, хәҙер үҙ көнөңдө үҙең күр, һинән башҡа ла өс тамаҡты туйҙырам», – тип, ҡыуалағандай сығарып ебәрҙе.
VI
– Кем ҡушты утыҙ уҡыусыны театрға ебәрергә? – тине директор, аяғөҫтө торған көйөнсә бүлмә тәҙрәһенән тышҡа асыу менән ҡарап. Уның йыуан ҡыҫҡа бармаҡтары имәндән яһалған тәҙрә тупһаһын ышҡынылар. – Ниңә өндәшмәйһең?
– Мин белмәйем... Үҙем дә барманым, – тине Шәрип. – Ана яңы малай менән Ғәйнулла.
– Һин балалар советының етәксеһеме, әллә урамда ел ҡыуып йөрөүсеме? Эштә һин беҙгә ярҙам итергә тейешһең, – тип Фариза Мәхмүтовна Шәрип яғына әйләнде.
– Һәр ваҡыт мин һинең башыңдан һыйпамам, туған тип тормам, теләйем икән, утҡа ла баҫтырырмын... Ана Ғәйнулла, Фәнис! Танауыңа һуғалармы?! Ә Фәнистең балалар йортонда йәшәүенә ике-өс ай юҡ, тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр араһында авторитет ҡаҙанырға ла өлгөрҙө... Абау, күҙ көйөгө! Бар сыҡ, башыңды күтәр!...
Шәрип ишеккә табан атланы.
– Туҡта... Фәнисте генә саҡыр...
Фариза Мәхмүтовна Фәнисте һорау менән ҡаршы алды:
– Һин ойошторҙоңмо культпоход?
– Ниндәй поход, Фариза Мәхмүтовна? – Фәнис уның күҙҙәренә туп-тура ҡараны.
– Кисә театрға.
– Мин һәм Ғә... әәә. – Ул Ғәйнулла тип әйтергә уйлағайны ла, иптәшен тотторорға теләмәне. – Эйе, эйе, мин.
– Һин күҙҙәреңде йылтыратма, кеҫәңдән алып билетҡа тигән йөҙ илле һум аҡсаны түлә!
– Беҙ бит, Фариза Мәхмүтовна, балетты бушҡа ҡараныҡ.
– Буш, буш булмай ни?!
– Ысынлап та, Фариза Мәхмүтовна. Беҙҙе улар шефҡа алғандар түгелме һуң?
– Шеф, имеш. Уларға бит шефлыҡ күҙ буяр өсөн генә. Саҡыралар ҙа, һуңынан аҡса талап итәләр.
– Фариза Мәхмүтовна, гел генә балалар йортоноң ҡоймаһы эсендә бикләнеп ятып булмай бит инде. Кино, спектаклдәр ҡарайһы, музейҙарға йөрөйһө килә. Ә бында ниндәйҙер режим: дәресеңде әҙерләп бөтәһең, тәрбиәсе ҡушҡан эште үтәйһең...
– Тағы ла нәмә? Әйҙә, әйҙә, һөйлә. Тыңлайым. Күр әле һин уны!
– Фариза Мәхмүтовна, балалар йорто – һеҙҙең үҙ йортоғоҙ түгел.
– Етте, телеңә һалышма! Оҡшамай икән, дүрт яғың ҡибла! Һине бында берәү ҙә көсләп тотмай. Тарһынһаң – ана! – Фариза Мәхмүтовна бүлмәнең көнбайыш яғындағы тәҙрәгә ҡулын һуҙҙы.
Ул үҙен директор алдында ныҡ тотһа ла, сығыу менән уның күңеле төштө: ул китабын да уҡып ҡараны, дәфтәрен дә асҡыланы, ләкин башҡа бер нәмә лә инмәне. Фәнистең был йортто ташлап, әллә ҡайҙа китәһе килде. Ләкин аҫҡы ҡатта шатлыҡлы тауыштар ишеткәс, иптәштәре менән айырылышыу ауыр төҫлө тойолдо.
– Фәнис, ниңә улай бойоғоп тораһың? – тине Фәриҙә, аҫҡы ҡаттан йүгереп менеп. – Әйҙә әле, беҙ бер мәсьәлә сисә алмайбыҙ, ярҙам ит.
Фәнис Фәриҙә артынан эйәрҙе.
VII
Шәрип, башын ҡалҡытып, алан-йолан тирә-яғына ҡараны. Ятаҡ тәҙрәләренән тоноҡ ҡына ай нурҙары төшә. Малайҙар йоҡлайҙар. Тынлыҡ. Шәрип, сысҡан тоторға йыйынған бесәй кеүек, Моталлап койкаһы янына яҡынлашты. Ҡапыл кемдер уға арттан «Һайт!» тип өндәшкән һымаҡ тойолдо. Шәрип, эйелгән килеш, туҡтаны һәм күҙҙәрен яҡ-яғына текләне. «Кеше ҡурҡытҡансы һаташырға кем ҡушҡандыр! Һаташа бир, туған. Бына мин һине тағы ла һаташтырайым әле!» – тип ул, үҙ-үҙе менән һөйләшеп, Фәнис койкаһына төбәлде. «Уянып ҡуймаһын, ул бик һиҙгер бәндә!» тип уйланы. Ләкин был хәл оҙаҡҡа һуҙылманы, йәнә тынлыҡ урынлашты.
Шәрип Моталлаптың эске күлдәк еңенән тартты, ләкин тегенеһе уянманы. «Тор тиҙәр бит һиңә», – тип Шәрип уның ҡолағына бышылданы. Моталлап ишетмәне, үлектәй йоҡлай бирҙе. Шәриптең асыуы килде. Ул уның ауыҙын уң ҡулы менән ныҡ итеп ҡапланы ла, һул ҡулы менән беләген бороп семтене. Моталлаптың тыны бөтөп, тыпырсына башланы. Шәрип ҡулын ебәрҙе һәм уға: «Ауыҙыңды асаһы булма!» – тигән мәғәнәлә бармаҡ янаны...
– Моталлап, мә, кей, – тине Шәрип, сөйҙән бер яңы демисезонный пальтоны алып.
– Ә ниңә үҙең кеймәйһең, – тине Моталлап, йоҡо аралаш.
– Һин ни, мин ни, барыбер түгелме ни! Йә, ниңә ҡалтыранаһың?
– Кил-тер, – тине Моталлап, теләр-теләмәҫ кенә.
– Ҡысҡырма, уятаһың бит... Унан һуң, малай, икебеҙ ҙә капут... Туҡта, ашыҡма, дежурҙағы тәрбиәсене ҡарарға кәрәк. – Шәрип, әҙерәк ишекте асып, коридорға күҙ һалды. «Юҡ, ахырыһы, ул тәрбиәселәр бүлмәһенә йоҡларға ингән, булды ғына», – тине Шәрип, ауыҙына ҡулын ҡуйып.
Моталлап һәм Шәрип һаҡлыҡ менән генә коридорға сыҡтылар һәм, уның тәҙрәһе аша тышҡа сығып, ҡыйыҡтан ергә тиклем һуҙылған оҙон тимер баҫҡыс буйынса түбән төштөләр.
– Ҡапҡаға түгел, артҡа, – тине Шәрип.
Урамда ат тояҡтары тыҡылданы.
– Милиционер, – Моталлап ҡойма ярығынан күҙәтте.
– Сабыр ит, уҙһын, сүк, – тип Шәрип иптәшенең салбар балағынан тартты. – Пальтоны теге минең танышҡа илтәбеҙ, туған. Ул толчокка алып барып һатмаҡсы... Әле ай төш тәңгәлендә генә, хәҙер әйләнербеҙ.
Малайҙар ҡойма өҫтөнә менеп, таш урамға һикерҙеләр...
...Иртәгеһен тәрбиәләнеүселәр мәктәпкә киттеләр. Фәнис бүлмәлә яңғыҙы ғына ҡалды.
– Ғәлимов, ниңә уҡырға барманың? – тине тәрбиәсе, бүлмәләрҙең таҙалығын тикшереп йөрөшләй.
– Пальтоны таба алмайым, – тине Фәнис, ҡулындағы «Педагогик поэма»ның биттәрен ҡыштырҙатып.
– Ниндәй китап ул?
– Макаренконыҡы.
– Улай...
Тәрбиәсе койка башынан һәленгән простыняны рәтләп, стеналағы уртаға ярылған көҙгө эргәһенә бейек үксәле ботинкаларын шығырҙатып атлап барҙы ла, тырнаҡтары ҡыҙылға буялған оҙон нәҙек бармаҡтары менән саҡ ҡына һыҙылып торған һарғылт ҡаштарын һыпырғыланы. Унан һуң ул күлдәгенең яурын баштарын төҙәтә-төҙәтә:
– Ҡайҙа һуң ул пальто? – тине йомшаҡ ҡына тауыш менән.
– Белмәйем.
– Һе!.. Кем белә икән һуң?
VIII