

Әүәле, беҙ бәләкәй саҡта, көҙгә табан картуф һабаҡтарында бала йоҙроғондай ғына тыңҡауыҡтар күренер ине. Хәҙер уларҙы күргәнем юҡ.
Беҙ, Оло урамдың бер төркөм ыбыр-сыбыры, кәртә артынан ғына йөрөп, ололарға белгертмәҫкә тырышып, картуф баҡсаларына “ревизия” яһап сыға инек – кем күпме тыңҡауыҡ йыя.
Йәй һайын күрше Илфаттарға ҡаланан Рәйлә исемле ҡыҙ ҡунаҡҡа килә ине. Өләсәһе Ҡафыя әбей әйткәнсә, ҡаймаҡ ашарға.
Ҡаймаҡ ашарға килгән ҡала ҡыҙы тәүҙәрәк беҙгә ылыға һалып бармаһа ла, һуңға табан арабыҙға кереп, үҙ кеше булып китте.
Башҡортса ла апаруҡ һәйбәт һөйләшә. Өләсәһе әйтмешләй, һатып ебәрмәҫ, тимә.
Көҙгә табан булды был хәл. Тыңҡауыҡтар тумалғанда Ҡафыя әбейҙең баҡсаһында йөрөйбөҙ. Илфат бер түбәтәй, Рәфис ике кеҫә, Гүзәл менән Айсилә бер итәк тыңҡауыҡ йыйып та өлгөргән. Рәйлә “эш”тең айышына төшөнә алмай булһа кәрәк, беҙгә эйәреп кенә йөрөй.
- Һин дә йый, тинем, - был – ауыл алмаһы була, көҙгә ҙурая, ҡып-ҡыҙыл булып бешә, тәмләнә. Әле, әлбиттә, сейерәк, шулай ҙа беҙ уны ашайбыҙ, -тип шылдырам мин, ул арала тәмһеҙ тыңҡауыҡтың бер ситен умыра тешләйем дә, Рәйлә күрмәгәндә кире төкөрәм. Эргәлә генә йөрөгән Рәфис тә эләктереп ала:” Эйе шул, ауылда алмалар ошолай тәпәштә үҫә, үрелеп тороу ҙа кәрәкмәй”.
Рәйлә лә ҡара ерлеккә аҡ борсаҡтар төшөрөлгән матур күлдәгенең ике кеҫәһе тулғансы тыңҡауыҡ йыйҙы.
Беҙҙең “эш”те Ҡафыя әбейҙнең әсе сәрелдәүе бүлде:” Ҡайтығыҙ! Нимә ҡарап йөрөйһөгөҙ, сығығыҙ баҡсанан!”
Рәйлә өләсәһенең баҡсаһында тороп ҡалды. Беҙ баҡсаны ҡап уртаға бүлеп, күп тапалыуҙан яп-ялтыр булып ятҡан йомро һуҡмаҡ буйлап йылға буйына һыпырттыҡ.
Иртән һөт айыртҡанда әсәйем: “ Ҡалай әрәм булған анау бала, йә, нимә тип шул тыңҡауыҡты ашаны икән, ас йөрөгөн ере юҡ табаһа!”-тигәнгә терт итеп ҡалдым, күҙҙә йоҡоноң әҫәре лә ҡалманы.
- Ни тинең, әсәй?- тип һораным.
- Бәй, анау Рәйлә алма тип тыңҡауыҡ ашап ташлаған, төнөн “тиҙ ярҙам” машинаһы менән райүҙәккә дауаханаға алып киткәндәр, хәле бик мөшкөл, ти бит, - тип яуапланы әсәйем.
- Эх, мин генә Рәйләнең башына еттем. Бына һиңә мә – йәшел алма, тип үртәлдем эстән. – Ниңә генә улай иттем? Ашамай торғанында: “ Аша, аша, әселеге теште ҡамаштырһа ла, бик файҙалы ул”,- тип ебәрҙем хатта. Ә ул, йүләр, ышанған, тотҡан да ашаған...
Кискә ҡалаға командировкаға киткән еренән ҡутара күстәнәстәр тейәп, атайым ҡайтып төштө.
- Бына, ҡыҙыма алма, тип, бер тоҡсай ҡуш йоҙроҡ саҡлы йәп-йәшел алманы өҫтәлгә ҡуйҙы ул, - тик ҡара уны, йыуып аша!
- Алма ҡайғыһымы ни? Рәйлә иҫтән сыҡмай - ни булыр?
- Иртән райүҙәккә эш менән китәм, иртәрәк торор кәрәк, тине атайым табын артында.
- Мин дә, -тип ырғып торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Атай, зинһар алып бар, мин дауаханаға Рәйлә эргәһенә барам, йәме, атай, тип инәлдем.
- Ярай, ундай изге ниәтең булғас, барырһың, тик иртәрәк ят, -тине атайым.
Йылымыс һыуҙа теге алмаларҙы һәйбәтләп йыуып, кире тоҡсайына һалып ҡуйҙым, башҡа күстәнәстәр ҙә алдым.
Иртәгәһенә сәғәт иртәнге ундар тирәһендә мин дауаханала инем. Кәрәкле палатаны эҙләп тапҡас, ипләп кенә ишек шаҡыным.
- Инегеҙ, ин, -тине ят тауыш.
Инһәм... Саҡ һуштан яҙып ауманым. Аҡ марлялай ап-аҡ булған Рәйлә әллә үле, әллә тере – тын ғына ята. Уның баш осонда ҡайғынан бөкөрәйеп, бәләкәсәйеп ҡалғандай Ҡафыя әбей ултыра. Төнө буйы керпек тә ҡаҡмағандыр – күҙҙәре шешмәкләнеп, ҡыҙарып тора. Әммә иң хафаға һалғаны – бөтәһе лә ләм-мим – берәү бер ауыҙ асып һүҙ ҡатмай.
Рәйләгә система ҡуйғандар. Шәфҡәт туташы әленән-әле инеп ҡарап сыға.
-Иҫенә килмәнеме әле? – тип һораны ул Ҡафыя әбейҙән. Уныһы баш ҡына сайҡаны ла, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
Һынташтай ҡаттым да ҡалдым. Тамағыма тыңҡауыҡтай төйөр тығылды ла, тик тора.
Ахыр сиктә, үҙемде тыя алмай, илап ебәрҙем. Әллә минең тауышҡа, әллә башҡа нәмәгә булһа кәрәк, Рәйлә күҙҙәрен асты.
Ҡафыя әбей уға ынтылып ҡуйҙы: “ Балам, күҙ нурым...”
- Өләсәй, беҙ ҡайҙа, бәй, Вәсилә лә бында икән. Минең йәшел алмаларым ҡайҙа?
- Бына, бына һиңә алма килтерҙем, йәшел алма, -тинем мин, алма тулы тоҡсайҙы Рәйләгә һоноп. – Аша, йәме, тиҙерәк һауыҡ. Ә тегеләре тыңҡауыҡ ине бит, уны кеше ашамай, улар ағыулы, мин бит... Мин юрый шаяртҡайным, ғәфү ит, Рәйлә, -тип теҙҙем.
- Кеше ғүмере менән шаярмайҙар, тине шәфҡәт туташы, минең яҡҡа шелтәле ҡараш ташлап. Аллаға шөкөр, беҙҙең алмалай ҡыҙыбыҙ ҙа иҫенә килде.
- Ҡафыя иинәй, мин бит юрый ғына, -тип башлағайным, инәйем, ҡулъяулығы менән йәшле күҙҙәрен һөртә-һөртә:
- Ҡуй, ҡыҙым, илама, бөтөрөнмә, ана бит, ғүмере булғас, Рәйләм дә күҙҙәрен асты, һауығыр Алла бойорһа, һеҙ бит әле бер нәмә лә аңламайһығыҙ, ошо йәшел алмалай йәшел генә, ыуыҙ ғына сағығыҙ, -тине.
Рәйлә лә, оҙон керпектәрен ҡаҡҡылап:
- Килеүеңә рәхмәт, Вәсилә, алмаларың өсөн дә, -тине көскә-көскә. – Беҙ һинең менән ҡып-ҡыҙыл алмалар йыйырбыҙ әле...
Уның был һүҙҙәренән ғәфү итеүен аңланым. Тоҡсайҙан иң ҙур бер алманы сығарып Рәйләнең усына һалдым да, һаубуллашып сығырға булдым.
Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары дуҫымдың аллана башлаған бит алмаларынан үбеп, унан усындағы алмаға күсеп уйнай-һикерә, уның иҫән булыуына , терелеп китеүенә минең менән бергә шатлана ине...