

XI
Ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәре.
Ағиҙел буйында ҡала беренселеге өсөн балалар йорттары араһында саңғы ярышы бара.
Бына мең метрға китеүселәрҙән һуң һыҙыҡҡа өс километрға ҡатнашыусылар теҙелделәр. Егеттәр, йәш аттар бәйге алдынан ҡайҙа баҫырға урын табалмағандай, түҙеҙмһеҙлек менән команда көтә башланылар.
– Ниндәй һалҡын! – тине Фәнис, һауаға тын бөркөп.
– Яман шул, әй. Үҙәккә үткәрер, – тине Ғәйнулла.
– Һыуыҡ теймәһә ярар ине. Былтыр ауылда ҡулдарҙы саҡ-саҡ туңдырмағайным. Хәҙер әҙерәк кенә булдымы, бармаҡтарға сыҙар хәл юҡ. Арҡаға ла эләккән шикелле, тәүҙә шунан ҡалтырата.
– Килмәҫкә ине.
– Фариза Мәхмүтовнаны күндерерлекме ни! – Башҡаны ебәрә алмайым, тәғәйенләнгәнһең икән, ысҡын, – ти.
– Ул һинең һаулығыңды беләме?
– Һөйләгәйнем.
– Һуң?
– Көлә генә. «Бирешмәҫһең!» – ти.
Судья өҫкә күтәреп торған бәләкәй флагын түбән һелтәне. Егеттәр, йәйәләрҙән ысҡындырылған уҡтарҙай, алға ынтылдылар.
Иң алдан аллы-артлы ун бишенсе балалар йортоноң ике тәрбиәләнеүсеһе елә. Уларҙың артынан Фәнис, унан һуң Шәрип һәм башҡалар.
Фәнис хәҙергә тәүге темп менән шыуырға, ярты юлды үткәс кенә, тиҙлекте үҙгәртергә уйланы.
Тирә-яҡта күҙҙең яуын алған ҡар яланы. Тегендә-бында, ҡалын ҡар ҡатламын төртөп сыҡҡандай, бәҫ менән ҡапланған ваҡ-ваҡ ағас ҡыуаҡтарының тырпайған остары күренә. Һирәк-мирәк шәрә суҡлы яңғыҙ ҡайындар, ботаҡтары болан мөгөҙөнә оҡшаған шаҙра имәндәр күҙгә салына. Һуңғылары һыуыҡтан, ара-тирә шыртлап ҡуялар. Әйтерһең дә, бөгөн ҡояш ер өҫтөнә һалҡынлыҡ ҡына сәсә. Фәнискә ул томанлы күк йөҙөнән, ике ҡолағын тырпайтып, мыҫҡыллы көлөү ташлағандай тойола. Һыуыҡ бейәләй аша үтеп, бармаҡ остарын семеткеләй, иҫләмәҫтән, ут тотҡандай яндырып, өтөп ала. Фәнис уға үс итеп бамбук таяҡтарын усына нығыраҡ ҡыҫа, көслө этәреш яһай; ул ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтың башына менеп етергә ынтыла. Уның киң ҡара ҡаштары, керпектәре, һыҙылып ҡына килгән мыйыҡтары «салландылар», боҫланған арҡаһын йоҡа ғына ҡар бөрсөктәре ҡапланы.
Фәнистең тыны ҡыҫылды. Ул ҡапыл ғына арттағы саңғысыға юл бирергә уйланы... Ләкин ул үҙ уйынан үҙ ҡурҡты һәм тирә-яғына ҡаранды, бындай уйҙы башына алғанына ғәрләнде: ул бөтә көсөн һалып, алдағы икәүҙе ҡыуа башланы һәм боролмала арттараҡ барғанын уҙып та китте. Икенсеһенән ни бары йөҙ-йөҙ илле метр ғына ҡалыша, Фәнис тиҙлекте шәбәйткәндән-шәбәйтте. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һул аяғындағы саңғыһының ҡайышы бушаны. Баянан бирле нисек уҙырға белмәй килгән Шәрип Фәнистең әкренәйгәнен һиҙеп:
– Әһә... Мин һиңә рекордты ҡуяйым әле! Ҡыҙҙырмағыҙ, туған, Шәрипте! Ул һеҙгә кемлеген күрһәтер әле! Имеш, барлыҡ эштә лә Фәнис шәп. Ҡарап ҡарайыҡ! – тине.
Фәнис тиҙ генә айылды ҡыҫып, яңынан ҡуҙғалдым тигәндә, арттан Шәрип килеп, уның саңғыһына баҫты. Фәнис бер яҡ ситкә, көрткә ауҙы. Уның күҙҙәренә ҡар ҡатыш йәш тулды... Ул әкрен генә ҡалҡынды... Ҡайнар күҙ йәштәре ҡаты ҡар ҡатламы өҫтөнә ваҡ-ваҡ боҙ бөртөктәре булып төштөләр.
– Ни эшләйһең?.. – тине Ғәйнулла, көскә тын алып.
– Туҡтама... Бар, ҡыу! Мин хәҙер, – тине Фәнис саңғыһына эйелеп. Ул өҙөлгән ҡайышты рәтләгәнсе, тағы ла өсәү үтеп китте.
Финиш алдына Фәнис әрнеү ҡатышлы ғазап менән һыңар таяҡта килде: ул ҡулы менән әйбер тоторлоҡ түгел ине, терһәккә тиклем туңғайны. Уны тиҙ генә йылға аръяғына сығарып, ашығыс ярҙам күрһәтеү пунктының машинаһы менән больницаға оҙаттылар.
XII
«Сес-тра... сестр-раа!» – тип ҡарлығып сыҡҡан тауыш Фәнисте йоҡонан уятты. Ул күҙҙәрен асты, тағы ла үҙенең иптәштәре араһында булмауына юҡһынды. Шул уҡ ике кеше ята торған тынсыу палата, шул уҡ көнбайыш яҡҡа уйылған тәҙрә янындағы карауатта инде өсөнсө көн ғазапланған ауырыу.
– Һеҙҙе нәмә борсой, Евгений Иваныч, – тине аҡ халатлы ҡатын, тыныс ҡына.
– Һаа-уа... һа-уа етешмәй, – тине ауырыу, көскә тын алып.
Медсестра уның эргәһенә кислород тултырылған мендәр ҡуйып, әкрен генә ишекте япты.
Болотло көндә, бәләкәй генә асыҡ зәңгәр күк йөҙөн күреп, тәҙрә төбөндә сәбәкәй иткән балалай, Фәнис тә күршеһенең тауышын ишетеүгә ҡыуанып, өҫтөндәге дарыу еҫе аңҡып торған оедялының түбәнгә шыуышҡан ситен үҙенәрәк тартмаҡсы булды, ләкин урынынан ҡуҙғалыу менән, марляға уралған ҡулының һыҙлауы көсәйеп, йөрәген сәнскеләне. Фәнис, тештәрен ҡыҫып, башын яңынан мендәргә һалды. Ул, йәрәхтәнең һыҙлауы баҫыла төшкәс, уң яҡ биле талғанлыҡтан, һул яғына әйләнде һәм туң тәҙрәгә ҡарап, ғәжәпләнеп ҡалды. Әйтерһең дә, тыштағы ғинуар елдәре алыҫта ҡалған таныш ҡыҙҙарҙың бөтә матурлыҡтарын быялаға күсергәндәр. Фәнистә күңел йылылығы тыуҙы. Ул, хисен елдәр иркенә биреп, әҙ генә ғүмере эсендә үҙ елкәһендә татыған ҡатмарлы тормош ваҡиғаларын бер-бер атлы күҙ алдынан үткәрә башланы. Унда тыуған яғының ваҡ-ваҡ ҡалҡыулыҡлы яландарын, ап-аҡ ҡайын сауҡалары менән билдәрен быуған йәшел болонлоҡтарҙы, шул болондарҙа күпереп үҫкән алһыу сәскәләрҙе, сағылдарҙа быуаттар буйына ултырған ҡарт ҡарағастарҙы, ҡурғыларҙан урғып сыҡҡан саф шишмәләрҙе, ярҙары бөҙәр талдар менән ҡапланған тымыҡ һыулы йылғаларҙы, иген баҫыуҙарын һәм Германия ерендә күмелгән атаһын, ауылдағы әсәһен, һәр саҡ күҙ алдында торған һеңлеһен, балалар йортон һәм мәктәбен күреү теләге тойғоһо уянды. Коллективҡа өйрәнгән кеше бер генә минутҡа унан айырылһа ла, үҙен яңғыҙ һиҙә башлай. Фәнистең кем менән генә булһа ла һөйләшәһе, уй-фекерҙәрен уртаҡлашаһы килде, ләкин быға кемдер ҡаршы торған кеүек. Гүйә, ул кеше уны ошо көнгә төшөргән, больницаға бикләр сиккә еткергән. Уның тыны ҡыҫыла башланы... Йән көсө менән өҫтөндәге одеялын атып бәрҙе лә:
– Ағай, үҙеңдән өлкәндәргә ҡаршы көрәшергә мөмкинме? – тине.
– Ниндәй кешеләр бит... Ни өсөн көрәшәһең?..
– Әйтәйек, һиңә ҡаршы торған.
– Әлбиттә, – Евгений Ивановичтың күңеле күтәрелгәндәй булды. Ул хәҙер тынын да йыш-йыш алманы. – Мин үҙем, туған, ике һуғышты татыным... Бөгөнгөләй хәтеремдә, ун етенсе йылда революция яғына сыҡмаған офицерҙарҙы, мин әйтәм, үҙебеҙҙең начальниктарҙың ҡайһыларын, ҡарап торманыҡ, тоттоҡ та диңгеҙгә ырғыттыҡ... Бына был һуғышты алайыҡ. Тәүҙә Гитлер армияһы нисек ташланды, ай-яй! Ә һуңынан... Һөйләп тораһы ла юҡ... Ғәҙеллек еңде һәм еңә, туған... Тыуған ер тупрағын яттарҙан оҙаҡ тапатманыҡ... Бына мин ғәрипләнеп ҡалдым...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Фәнистең тәне эҫеле-һыуыҡлы булды. Уның йөҙө тағы ла ағара төштө. Ул кипкән ирендәрен ҡыбырҙатып:
– Һеҙ, ағай, шулай ныҡ яраландығыҙмы ни?.. Ә мин... Мин бит белмәнем, – тине Фәнис, төкөрөгөн көскә йотоп.
– Эйе... Бөйөк Ватан һуғышы барған саҡта, – тине Евгений Иванович әҙерәк туҡталыш яһағандан һуң, нәҙек, тик һөйәктәре генә беленеп ҡалған һул ҡулын тимер карауаттың ситенә һалындырып, – мин хеҙмәт иткән корабль, хәрби задание үтәп, Балтик диңгеҙенең бер портына әйләнеп килгәндә, иҫләмәҫтән генә дошман самолеттары тарафынан бомбаға тотолдо. Шунда миңә эләкте лә инде. Иҫән ҡалған моряктар, ике көн буйына шлюпкала йөҙөп, мине ауыр яраланған хәлдә ярға алып сыҡтылар. Шунан мин госпиталгә индем. Бына шунан бирле яраларым уңалып етмәйҙәр, көндән-көн уларҙың әрнеүе йөрәккә табан үрләй...
– Һеҙ, ағай, ауыр ҡайғыны яңыртып һорағаным өсөн, ғәфү итегеҙ.
– Бер нәмә лә эшләп булмай, туған. Яу яу инде. Ул вата ла, емерә лә, ҡыйрата ла, етем дә һәм тол да итә.
Ҡапыл Фәнистең күҙҙәренән йәш бөртөктәре атылды.
– Ҡуй, илама, туған, – тине Евгений Иванович, Фәнискә һарғылт һуған төҫлө күҙҙәрен мөлдөрәтеп. – Инде бынан кире ул дәһшәтле көндәрҙе күрергә яҙмаһын... Йә, йә, туған, етте. Үҙеңде ҡулға ал.
Фәнис, мыш-мыш танау тартыуын һирәгәйтһә лә, оҙон керпектәре буйлап аҡҡан йәшен туҡтата алманы: был ҡайнар йәште өгөт менән генә тыйырлыҡ түгел ине шул, ул, аҡылға буйһонмайынса йөрәк һыҡрауынан йыйыла ине.
Бер аҙҙан палатаны тынлыҡ баҫты. Әйтерһең дә, бында ошоға тиклем һис кем менән дә һөйләшеү булманы, әйтерһең дә, уны моряк менән Фәнис ташлап сыҡтылар.
Һәр кем үҙ уйҙарына сумды.
Палата башҡа көндәргә ҡарағанда ла тынсыуыраҡ. Тын ҡыҫыла: һауа етешмәй, танауға дарыу еҫе бәрелә.
Фәнис тәҙрә яғына ҡарап ята. Һуңғы көндәрҙә ул бигерәк тә тәрән уйҙарға сумды. Иптәштәрен, Евгений Ивановичтың һөйләгәндәрен берәм-берәм күҙ алдына баҫтырҙы. Уның күршеһе ауыр тормош кисергән. Ул, һуғышта аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡалып, госпиталдә, күпме әрнеп, тормошҡа һыуһап ятҡан... «Уның йөҙө, моғайын, бик мөләйем һәм һөйкөмлө булғандыр, – тине Фәнис үҙ-үҙенә. – Шундай ныҡлы ихтыярлы кешенең батыр һәм матур булмауы мөмкин түгел...»
Ә хәҙер уның йөҙө, аҡ ҡағыҙға оҡшап, ағарып ҡалған, шуға ҡарамаҫтан, ул уға йылмайыу билдәләре тыуҙырырға тырыша... Бына инде Евгений Иванович өс көн буйына ҡырынғаны юҡ, йөҙөн тырпайып торған һаҡал, мыйыҡ ҡаплаған: хәле ауыр.
Фәнис нисек кенә һүҙ табып, һөйләшергә тырышмаһын, ул башын һелкеп кенә яуап бирҙе. Фәнис тағы уйҙарға бирелә һәм үҙенә эстән генә: «Мин ошо кешене койканан торғоҙоу өсөн бер нәмәмде лә ҡыҙғанмаҫ инем!» – тине.
Әммә был Фәнискә оҡшаған кеше аяғына баҫа алманы. Бер көн шулй Евгений Иванович үҙе һүҙ башланы, шаярҙы, көлдө. Уның хәле арыуланғандай булды.
– Һин диңгеҙҙе күргәнең бармы? – тине ул йылмайып. – Беҙ әле унда һинең менән йөҙөрбөҙ! Ә ул ниндәй киң! Моряктары һуң! Иһи-һии!.. Ниндәй ҡыйыуҙар!..
Фәнис шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Ләкин ҡапыл Евгений Иванович ғыжылдап йүткерҙе лә мендәргә әйләнеп төштө.
Офоҡ ситенә, яңы бешеп килгән һарғылт помидор төҫөн биреп, ҡояш батты. Ҡояш менән бергә ҡарт моряк та...
Фәнис ҡурҡып:
– Евгений Иванович! – тип ҡысҡырып ебәрҙе... Ләкин тауыш биреүсе булманы. «Үлер алдынан диңгеҙҙе хәтерләп, бәлки, ул бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен, Балтик ярҙарын, уның шаулы тулҡындарын бик-бик күрергә теләгәндер, сит ерҙәрҙә гиҙеп йөрөгән ваҡыттарын иҫенә төшөргәндер...» – тип бышылданы ул...
Етмеш йәштәр самаһындағы оҙон буйлы ҡарсыҡ бөкөрәйеп кенә палатаға инде.
– Женя, улыҡайым, ниңә мине яңғыҙ ҡалдырҙың?! – тип һыҡтап илап, Евгений Ивановичтың койкаһына йығылды.
Ун биш минуттай ваҡыт уҙғандан һуң, әсә врачтар ярҙамында аяғына баҫты. Ул, улын һалған носилка артынан, ян-яҡлап медсестралар ҡултыҡлаған хәлдә, коридорға табан атланы. Фәнис әсәнең ап-аҡ сәс бөртөктәре төшөп торған йыйырсыҡлы йөҙөндә ауыр ҡайғы һәм көслө нәфрәт билдәләрен күргәндәй булды...
Фәнис буш ҡалған койкаға төбәлде. Ишек эргәһенән дежурный врачтың:
– Малайҙы икенсе палатаға күсерегеҙ, – тигән тауышы ишетелде.
...Евгений Иванович үлеп биш көн үткәс, Фәнис койкаһында китап уҡып ятҡанда, өлкән сестра, ишекте асып:
– Ғәлимов, һеҙҙе бер ҡатын күрергә теләй, – тине.
– Кем ул? – тине Фәнис, тиҙ генә урынынан ҡалҡынып.
– Мортазина, – тине.
– Индерегеҙ, индерегеҙ! Ул беҙҙең завуч!
Палатаға аҡ халат кейгән Сәлимә Мансуровна инде. Ул, Фәнискә йылмайып:
– Һаумы, ҡустым, терелеп буламы? – тине.
– Әкренләп кенә, апай.
– Бик ярай, әллә ябыҡҡанһың да инде. Ашарға етмәйме әллә?
– Бында күңелһеҙерәк: балалар йортон, иптәштәрҙе һағынам.
– Ярай, түҙергә тырыш, күп ҡалмаған бит. Иптәштәрең килгеләнеләрме һуң?
– Эйе, тәрбиәсе апайҙар килгеләй, өсөнсө көн Ғәйнулла менән Фәриҙә булды.
– Фариза Мәхмүтовна күренмәнеме?
– Юҡ, – тине Фәнис, күңелһеҙ генә.
– Ҡуй, юҡҡа көйөнмә, – тип Сәлимә Мансуровна Фәнистең башынан һыйпаны, арҡаһынан һөйҙө.
Тәрбиәләнеүсе өсөн бындай минуттар иң ҡәҙерле ваҡыттың береһе була: ул ошондай һөйөүгә айҙар йәки йылдар буйы өмөтләнеп йөрөй. Сәлимә Мансуровнаның бәләкәй генә йомшаҡ Фәнискә туған әсәһенең ҡулдарын хәтерләтте. Гүйә, уның барлыҡ һыҙланыуы ошо минутта баҫылып ҡалды, гүйә уға яңынан әсә наҙлауы, әсә йылыһы килде. Фәнис ҡыймай ғына Сәлимә Мансуровнаның күҙҙәренә ҡараны. Ул был күҙҙәрҙә үҙенә ҡарата сикһеҙ яғымлылыҡ һәм тәрән ышаныс тойҙо.
– Апай, балалар йортонда ниндәй яңылыҡтар бар? – тине Фәнис, койка башына арҡаһы менән һөйәлеп.
– Артыҡ нәмә юҡ... Шәрип менән Моталлаптың эштәре тикшерелде.
– Фәриҙә һөйләгәйне шул. Ниңә уларҙың берәйһен мәктәптән сығарманығыҙ?
– Урамға, яңынан бурлыҡ юлына ырғытыу еңел ул, Фәнис. Уйлап ҡара, Шәрип быйыл унынсы тамамлау алдында, Моталлапҡа ла күп ҡалманы. Һуңғыһы ҡурҡынысһыҙ, ул тик насар йоғонтоға ғына бирелгән. Ә Шәрипте нығыраҡ күҙәтергә тура килер. Ундайҙарҙы күмәкләп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Әлбиттә, яза булды. Комсомол ойошмаһы Шәрипте комсомолдан сығарҙы, Моталлапҡа ҡаты шелтә бирҙе...
Фәнис менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң:
– Ярай, ҡустым, тиҙерәк һауыҡ. Эй, онота яҙғанмын, – тине, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған әйберен ҡулына алып. – Бына һинең бер ауылдашың Фәриҙәгә төргәк ҡалдырып киткән. Күстәнәс шикелле.
– Рәхмәт, апай.
Бәләкәй генә иҫке аҡ тоҡсайҙың ҡара еп менән тегелгән ауыҙын һүтеү менән Фәнис йөндән бәйләнгән бер пар яңы бейәләй күрҙе. Унан башҡа ул тоҡсай төбөнән яҙылған дәфтәр биттәренә төрөлгән балан ҡағын сығарҙы.
– Шәмсинур әбекәйем, – тине Фәнис, шатланып. – Улыңды иҫеңә төшөрәһең, әле... Ғүмер оҙаҡ булһа, йылдар оҙаҡ, ти. Мин дә һине онотмам.
Ул әскелт ҡаҡтың бер яҡ ситен ҡымтыны һәм ҡапыл күҙ алдында тыуған яғының баланлыҡ ҡыуаҡтары шаулашты.
XIII
Ғәлимовтың сире тарихына: «Һауыҡты», – тип яҙып ҡуйҙылар. Ул, больница халҡы менән һаубуллашып, урамға сыҡты.
Һулап туя алмаҫлыҡ саф һауа. Көн һалҡын торһа ла, был иртәнге һалҡынлыҡ уға дәрт кенә бирҙе. Уның бит остары алланды, йөҙөнә күркәм төҫ инде. Яңы тире ҡаплаған ҡулы хәҙер йылы йөн бейәләй эсендә. Фәнис, ҡулдарын һелтәп атлай-атлай, тирә-яғына һоҡланып бөтә алмай. Ниндәй урынға төбәлһә лә иркенлек, тыныс тормош ҡайнай.
Аяҡ аҫтында тутланған тығыҙ ҡарҙар шығырҙай. Ә юл ситендә, кеше тапамаған ерҙә, ҡар бөртөктәре емелдәшә.
Фәнис тағы Евгений Ивановичты хәтерләне.
Ул ҡайҙа ғына ҡараһа ла: зәңгәр күккәме, парктарҙа шаулаша-шаулаша сана шыуған балаларғамы, автобус, трамвайҙарҙа үтеүсе пасажирҙарғамы – бөтәһендә лә Евгений Иванович кеүек күптәрҙең артабан дауам иткән үлемһеҙ ғүмерҙәрен күрҙе. Бындай данлыҡлы ғүмерҙәрҙең мәңге шулай яҡты булып ҡалыуҙарына Фәнис үҙенең дә бурыслы икәнен тойҙо.
Фәнис, балалар йортоноң ҡапҡаһына инеү менән, ат һарайы янында утын бысып маташҡан малайҙарҙы күрҙе. Уларҙың икәүһе бысҡы тарта, өсөнсөһө, аяҡтарын ергә терәп, ағас өҫтөнә атланған.
– Сәләм, дуҫтарға? – тине Фәнис.
– Сәләм, сәләм! О-о, Ғәлимов! Һаумы, һаумы! Иҫләмәй ҙә торабыҙ.
Ғәйнулла Фәнисте ҡосаҡлап алды:
– Ниңә күңелһеҙһең, әллә һауығып етмәнеңме? – тине. – Әллә барып ҡаршы алмағанғамы? Үҙең алдан белгертмәнең бит.
– Юҡ, мин былай ғына... ни, Моталлап, һаумы! Ҡайһылай эреләнеп киткәнһең, өндәшмәйһең дә.
Утын өҫтөндә ултырған Моталлап, аҡрын ғына урынынан тороп, малайҙар янына килде. Ул Фәнискә тартынып ҡына ҡул һуҙҙы.
Нәҡ ошо ваҡыт эргәләге һарайҙан ат кешнәне.
– Әй, малайҙар, онотҡанмын, – тине Фәнис, һиҫкәнеп. – Байҙулла бабайҙар нисек кенә йәшәйҙәр? Ни эшләп ҡарт күҙә салынмай.
Утын бысыусы малайҙар бер-береһенә ҡараштылар.
– Директор уны көн дә ҡыуа, – тине Ғәйнулла, көрһөнөп.
Ҡапыл Фәнистең йөҙө үҙгәрҙе:
– Ни өсөн? – тине ул ҡоро ғына.
– Аңлатыуы ауыр. Беләһең бит, ҡарт бик әсе телле, шул уҡ ваҡытта уны балалар ҙа хөрмәт итәләр. Күрәһең, директорға был оҡшамай.
– Байҙулла бабай ҙа уҫал. Фариза Мәхмүтовнаға һарайҙың асҡысын бирмәй, әй, «бында иң ҙур стажлы кеше мин», – ти... Үҙенең эшен эшләп тик йөрөй, – тине Моталлап.
– Ҡайҙа һуң ул?
– Икмәккә китте.
– Әйҙәгеҙ, булмаһа, мин дә ярҙам итешәйем, – тине Фәнис күңелһеҙ генә.
– Бар, бар, ял ит, беҙ ҙә утындарҙы ярабыҙ ҙа керәбеҙ. Муташ, әйҙә, тағы бер тын эшләйек тә, – тине Ғәйнулла.
Фәнис бүлмәләренең ишеге төбөнә еткәс кенә эске яҡтан:
– Шәрип, яҡын килмә, тиҙәр һиңә, бар сыҡ! Ни эшләйһең, ә! Тотоноп ҡара, ошо бысраҡ йыуғыс менән алам да бәрәм. Яҡын килмә тиҙәр һиңә, абау оятһыҙ! Килһәң, апайҙарға ҡысҡырам! – тигән тауыш ишетте. Уға икенсе тауыш яуап бирҙе:
– Ҡысҡырып ҡара! Барыбер, Фәриҙә, һин минең менән йөрөйәсәкһең, теләмәйһең икән, мине һине, туған!
– Һөймәгәндең ҡуйынына һөйрәп индермәйҙәр.
– Фәнисте көтәһеңме! Көт, әйҙә. Ана уның туңған бармаҡтарын киҫкәндәр, ти. Бармаҡһыҙ кеше менән бик риза ла булмаҫһың.
Фәнис түҙә алмайынса ишекте асты:
– Мин һиңә ошо бармаҡһыҙ ҡулды танытайым әле, – тип, иҫән ҡалған бармаҡтарын усына йомарлап, Шәрипкә яҡынлашты.
– Фәнис, бер үк тауыш сығарма! – тип Фәриҙә уларҙың араһына төштө. – Зинһар, тим, тағы ла әллә нәмәләр тыуыр... Ә һин, Шәрип, күҙемә күренмә! Ишетәһеңме!
– Ә-ә-ә икегеҙ генә ҡалырға уйлайһығыҙ. Рәхим итегеҙ! «Өсөнсө артыҡ», – тиҙәр бит, үтенес шул: ишекте эстән элегеҙ, берәйһе керер, – тине Шәрип, мыҫҡыллы көлөү менән.
– Нәмә һөйләйһең һин, йүнһеҙ, – тине Фәриҙә, тышҡа сығып барыусы Шәрипкә. – Ҡара уйлы кеше һәр саҡ башҡа кешене лә үҙе һымаҡ тоя.
Фәнис койкаһы янына барҙы һәм тумбочкаһы өҫтөндә таҫланып ҡына ятҡан күлдәген күрҙе. Күлдәк ап-аҡ итеп йыуылып, үтекләнгәйне. Унан тәмле хушбуй еҫе лә килә.
– Бынан ун биш көн элек биргәйнем, онотмаған, йыуып ҡуйған. Ҡасан индерҙе икән, һин барҙа түгелме, Фәриҙә? – тине Фәнис.
– Кем? – Фәриҙә, башын эйеберәк кенә, көнсөл ҡараш менән йыуғысын һыҡты.
– Ана теге туғыҙынсы класта уҡыған Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы.
– Уның кере күп булғас, мин алдым да йыуҙым... Ә һин ҡабат... башҡа ҡыҙҙарға бирмә... Миңә әллә ни төҫлө ҡыйын була, – тине Фәриҙә. Фәнис уға табан боролдо. Был саҡ Фәриҙә, эйелгән килеш, иҙән ҡорота ине. Ахырыһы, ул үҙенә йүнәлтелгән ҡарашты һиҙеп алды: асылған тубығын һыпырылған юбкаһы менән тиҙ генә ябып ҡуйҙы.
– Нәмә, әллә мин күргәнең юҡмы? Мә, бынау тастағы һыуҙы түгеп ин, – тине Фәриҙә, ҡалҡынып.
Фәнис тасты алырға ынтылғайны, ләкин Фәриҙә:
– Ҡуй, йә билеңде имгәтерһең, – тип, көлә-көлә тасты елтерәтеп үҙе алып китте, һәм уның коридорҙан: «Малайҙар, бүлмәгеҙҙең иҙәнен йыуып бөттөм, әҙерәк инмәй тороғоҙ, кипһен», – тигән тауышы ишетелде.
– Аптырарһың был Фәриҙәгә, – тип ул койкаһына ултырҙы ла, сумаҙанын асып, туҙып ятҡан ваҡ-төйәк әйберҙәрен рәтләп, өҫкә күлдәген һалып ҡуйырға уйланы. Әллә ниңә уның һаман да эсе боша ине.
Фәнистең күҙҙәре күптән бирле сумаҙан төбөндә ятҡан хатҡа төбәлде. Ул уны тиҙ генә асып, тағы ла түбәндәге һүҙҙәрҙе уҡыны:
«Һаумы, минең ҡәҙерле улым Фәнис! Үҙеңде ныҡ, ныҡ итеп үбәмен һәм тыуасаҡ 1 Май байрамы менән ҡотлайым. Улыҡайым, нисек кенә йәшәйһең? Әсәйеңде тыңлайһыңмы, Рәмилә һеңлеңде ситләтмәйһеңме?
Көткән көндәр яҡынлашып килә. Тиҙҙән, улым, беҙ, бөтә фронтовиктар, Тыуған илебеҙгә еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Бына, бына һуғышты тамамларға торабыҙ. Минең ҡайтыуыма киң күңелле, ҙур ихтыярлы, көслө һуғыш дауылдарында сыныҡҡан батыр һалдаттың ҡыйыу улы булып үҫеп тор. Ауырлыҡтарға осрағанда башыңды эйеп, икеләнеп ҡалма, тәүәккәл бул, алға ынтыл. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә һәм киләсәккә өмөт менән ҡара. Тыуған йортҡа ҡайтыу менән атайың һинең шул һыҙаттарыңды күреп, ғорурланырлыҡ булһын.
Улым, фашистарҙы туҡмағаным өсөн дүрт орден алдым. Тимәк, мин дә мах бирмәйем.
Ярай, улым, хәҙергә хуш! Таҙалыҡ һәм бәхет теләйем, ә һин миңә бөйөк маҡсат өсөн барған һуғыштарҙа уңыш, иҫәнлек телә.
Һинең атайың.
Германия, 26 апрель 1945 йыл».
– Атайымдың һуңғы хаты!.. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә, киләсәккә өмөт менән ҡара, – тигән... Ә мин ни эшләйем?
Бүлмә ишеген шаҡынылар.
– Кем ул? Инегеҙ! – тип өндәште Фәнис.
Байҙулла ҡарт инеп:
– Һаумы, улым! – тине. Һәм ул ҡулдарын йәйеп килеп, Фәнисте ҡосаҡлап алды. – Иҫән-һау ҡайттыңмы? Бик һәйбәт!
Фәнис Байҙулла ҡарттың икмәк еҫе һеңгән алъяпҡысына башын ҡуйып, ике-өс минут өндәшмәй торҙо һәм:
– Бабай, һине директор ҡыуамы ни? – тине.
– Ер тыуҙырған кешене, улым, ерҙән ҡыуыуы мөмкин түгел!.. Юҡҡа борсолма.
XIV