Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Август 2023, 04:20

Һалдат улы Повесть (аҙағы) Рәйес НИЗАМОВ

– Ғәлимов, мин һиңә бер һорау бирәм. Ул беҙҙең арала ғына ҡалыр. Уйлап ҡына яуап бир әле, йәме. Әә... э... Фәриҙә менән һинең арала бәйләнеш бар инеме?

Һалдат улы  Повесть (аҙағы) Рәйес НИЗАМОВҺалдат улы  Повесть (аҙағы) Рәйес НИЗАМОВ
Һалдат улы Повесть (аҙағы) Рәйес НИЗАМОВ

XVII

 

Фәриҙәнең бәхетһеҙлеккә осрауына ике ай ваҡыт үтте тигәндә, Фариза Мәхмүтовна, Фәнисте үҙ бүлмәһенә саҡыртып:

– Ғәлимов, мин һиңә бер һорау бирәм. Ул беҙҙең арала ғына ҡалыр. Уйлап ҡына яуап бир әле, йәме. Әә... э... Фәриҙә менән һинең арала бәйләнеш бар инеме?

– Нисек аңларға? – тине Фәнис, иҫкәрмәҫтән генә уңайһыҙ хәлдә ҡалып. Уның йөҙө ҡып-ҡыҙыл булды.

– Улай ҡапыл борсолорға ярамай. Сабыр ит. Быдай хәл миңә генә хас ул. Һеҙҙе тәрбиәләй-тәрбиәләй нервыларым ҡаҡшап бөткән. Бит, Фәнис, төрлө мөнәсәбәттәр була.

– Фәриҙә миңә, башҡа ҡыҙҙар һымаҡ, иптәш ине, ауылдашым ине. Шунан артыҡты белмәйем.

– Уныһы бик яҡшы... Тик һеҙ Фәриҙә менән саманан тыш эш ҡылғанһығыҙ. Шул ғына мине аҙыраҡ борсой. Ә былай... юҡ... Фәриҙә мәрхүм ауырға ҡалған, шунан ни ул үҙен-үҙе бөтөрөргә мәжбүр булған, – тине Фариза Мәхмүтовна, мәкерле рәүештә аҫтан йылмайып.

– Ялған, бөтәһе лә ялған! – Фәнис, ағарынып, директор өҫтәленә яҡынлашты.

Фариза Мәхмүтовна артҡа ҡайҡайыбыраҡ:

– Ғәлимов, артҡа сик! Үҙеңде тәрбиәләнеүсе, минең директор икәнлекте лә онотма! – тине тулҡынланып. Кемдер ишек асты.

– Ни эшләп һуң Вәлиеваның көндәлек дәфтәренең һәр бите һинең исем менән сыбарланған. Унда яҙылған күп нәмәләр минең әйтеп үткәнде раҫлайҙар. Артабан сыҙай алмайым. Мин һине балалар йортонан сығарырға мәжбүрмен!

– Ул дәфтәргә нәмә яҙылһа ла яҙылғандыр, иллә минең намыҫым саф! Имеш, Фәриҙәнең үлеменә мин сәбәпсе. Юҡ... Юҡ... – Фәнис ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Ул, иҫергән кешеләй, артҡа сайҡалып, ҡайҙа барып бәрелергә белмәйенсә, тәнтерәкләп торҙо ла, ҡапыл тышҡа атылды һәм, ярһып, урам буйлап атлап китеп барҙы. Фәнис бара торғас, Ағиҙел ярына килеп сыҡты һәм баҫҡан көйөнсө алыҫҡа, зәңгәрләнеп күренгән тауҙарға төбәлеп торҙо.

Ҡояш ергә ҡайнар нурын һибә. Зәңгәр күк көмбәҙендә, тынып ҡалған диңгеҙ өҫтөндә бик алыҫтан ағарып күренгән яңғыҙ елкәндәргә оҡшап, тегендә-бында аҡһыл кәпәрә болоттар ҡанат ҡағалар. Һауа ярып, йылы яҡтарҙан төркөм-төркөм ҡоштар ҡайта. Аҫта Ағиҙел ҡоторона. Ул, ярҙарынан ташып сығып, тирә-яҡты баҫып алған. Сиғандар яланы бөтөнләй һыу эсендә ҡалған. Әйтерһең дә, ундағы өйҙәр йөҙөп йөрөгән шырпы ҡаптары... Шаулап, ергә иҫ киткес яҙ килә!

Фәнис, оҙаҡ ҡына торғандан һуң, аҫҡа, пристань яғына, ҡарай атланы. Уға ҡыҫҡа ғына һары сәстәрен ике урындан ал таҫмалар менән оҫта итеп үргән кескәй рус ҡыҙы осраны. Ҡыҙҙың йәмшек танауы шунда уҡ Фәнискә һеңлеһен хәтерләтте. Үткән төндә төшөндә уның янына Рәмилә килде лә:

– Ағаҡайым, һағындым! – тип күкрәгенә һыйынды. Артабан нәмә булғанын ул иҫенә төшөрә алманы...

Фәнис пристангә барып еткәндә, Генерал Шайморатов исемле бер ҡатлы пассажир пароходы һуҙып-һуҙып ҡысҡыртты.

Ул йәһәт кенә пароходтың кормаһына һикерҙе.

Һыу өҫтө уртаға ярылып, тулҡындар ярға бәрелде. Оҙатып ҡалыусыларҙың һәм пароход палубаһынан ҡул болғап ҡысҡырған пассажирҙарҙың тауыштары йылға аръяғына китеп яңғыранылар ҙа пристангә кире ҡайттылар.

Пароход юлға сыҡты.

Фәнис палуба буйлап йөрөргә тотондо. Ул, стеналағы фотовитрина янына туҡталып, бейек ат өҫтөндә ултырған хәрби кейемле кешегә күҙ һалды. Уның аҫтына Генерал Шайморатов тип яҙып ҡуйылған. Унан ары, Дон далаһынан алып Германияға тиклем алыҫлыҡта Башҡортостан улдарының фашистарға ҡаршы көрәш юлын сағылдырған төрлө форматтағы фотолар теҙелгән. Фәнис уларҙы йотлоғоп ҡарарға тотондо һәм атаһының Дондан башлап яҙған хаттарын берәм-берәм хәтеренә төшөрҙө.

Уның тағы күңеле йомшарҙы һәм бортҡа беркетелеп эшләнгән рәшәткәгә таянды.

Таныш булмаған тауҙар артынан алһыу нурҙар сәсеп, ҡояш тәгәрәй. Пароход, плицалары менән һыуҙы ишеп, яр буйындағы ваҡ-ваҡ ауылдарҙы артҡа ҡалдыра. Ул, ара-тирә ҡысҡырып, һаман алға йөҙөүен дауам итә. Уның тауышы йәшәреп килгән туғайҙар, ҡалын урмандар аша тирә-яҡҡа, тауҙарға китеп яңғырай.

Корма яғынан гармунда татар көйөн уйнап ебәрҙеләр. Уның йөрәк ҡылдарын сирткән моңо Фәнисте моңһоуландырҙы ғына... «Туҡта әле, кемдер ошо көйгә өҙҙөрөп йырлай торғайны, кем һуң әле?... Фәриҙә түгелме? Эйе, эйе, эйе, Фәриҙә! Тик әле ҡушылып йырлаусы ғына юҡ, – тине Фәнис күңеленән. – Их, Фәриҙә! Бәлки, ысынлап та һин мине яратҡанһыңдыр... Бәлки, бөтә йөрәктән... үҙемдең кем тарафынан булһа ла йәшерен рәүештә һөйөлөүемде башыма ла индермәнем. Һине башҡа иптәштәрем иҫәбендә йөрөттөм. Эй, Фәриҙә, үҙең аҡыллы, үҙең көләс, үҙең шаян, үҙең эшсән ҡыҙ булдың... Тойғоларыңды уртаҡлаша алмауым өсөн ғәфү ит. Ҡайһы саҡта һин минең менән япа-яңғыҙ ҡалырға теләгәндә лә мин ситләштем, юҡ-бар эштәр табып китеп барҙым. Моғайын, ниндәйҙер яҡшы һүҙҙәр әйтергә ынтылғанһыңдыр. Йәиһә минең эргәлә тыныс ҡына тороуыңды ла шатлыҡлы минуттарың итеп иҫәпләгәнһеңдер!..»

Фәнистең хәтеренә бер ваҡиға килде... Көҙгө ҡояшлы көн. Тәрбиәләнеүселәр, балалар йортоноң картуфын ҡаҙып бөткәндән һуң, аш бешкәнсе, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыштылар.

Фәнис Дим йылғаһы буйына йыуынырға төштө. Ул күлдәк еңдәрен өҫкә табан күтәреп маташҡанда:

– Фәнис, һинең янда йыуынырға яраймы? – тине Фәриҙә яр башынан.

– Әйҙә, әйҙә, урын етерлек, ауылдаш.

– Ҡайһылай, Таллы һыуы кеүек, таҙа һыу! – тип Фәриҙә төшөү менән һыуҙы болғаны.

– Сәсрәтәһең дә, – тине Фәнис.

– Абау, себен теймәй сер итә, – тине Фәриҙә, йылмайып. – Бына улай-һа.

– Ә-ә, шулаймы ни?.. – Фәнис һыу һибергә ынтылды. Ләкин Фәриҙә тиҙ генә урынынан тороп, яр башына йүгереп менде һәм ул:

– Тота алһаң, һип! – тине.

– Ии, һинең артыңдан ғына етеү нәмә ул! – тип, Фәнис ауыҙына һыу уртланы...

Фәриҙә, ҡысҡырып көлә-көлә ағастар араһынан урау яһап, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан йүгерҙе. Нисек кенә булһа ла ул үҙен тотторорға теләмәне. Уның балтыры һыҙырылды, йөҙөнә сыбыҡ остары бәрелде.

Фәнис артынан килеп етеү менән, Фәриҙә, туҡталып:

– Һип, – тине, башын түбән эйгән көйөнсә, йыш-йыш тын алып.

– Яңы-лыш йот-том инде...

– Фәә-нисс, – тип бышылданы ҡыҙ, тулҡынланып.

– Нәмә кәрәк? – Фәнис тупаҫыраҡ өндәште.

Фәриҙә бер аҙ өндәшмәй торҙо ла ҡапыл ғына боролоп китеп барҙы. Һәм оҙаҡламай яҡындан ғына йыр ишетелде:

Ағиҙелгә төшә яҙҙым,

Тотманың беләгемдән.

Тамыр йәйгән гөлдәр кеүек,

Китмәйһең йөрәгемдән...

Кешене үҙ эргәңдән ҡыуыу еңел ул, ә бына уны яҡынайтыу үтә ауыр... Үҙең һөйөп, һөйөлмәү – ниндәй ғазап!

Фәнисте бер-бер артлы төрлө уйҙар борсоно. «Иптәштәрем минең турала берәй нәмә беләләрме икән?» – тип тә уйланы. «Улай тиһәң, минең ҡайҙалығым һис кемгә лә асыҡ түгел. Былай сығып китеүем әллә яңылышыу булдымы?! Ул шуның өсөн ҡасты, тип тә әйтерҙәр... Эйе, эйе, был ҡасыу... Ни эшләргә? Әллә кире боролорғамы?.. Юҡ, хат ҡына яҙам. Кемгә?.. Сәлимә Мансуровнаға! Ул мине аңлар».

Фәнис кеҫәһенән ҡәләм, ҡағыҙ алып, завучҡа былай тип хат яҙҙы:

«Сәлимә Мансуровна!

Был хатымды юлдан яҙам, һеңлем янына барышлай... Мин һеҙҙе әсәйемдәй бик-бик яҡын күрҙем. Һеҙ миңә күп ярҙам иттегеҙ, шуның өсөн һуңғы рәхмәтемде әйтергә теләйем. Ҡабат мин һеҙҙе осрата алмам инде: балалар йортона ҡайтырға оялам. Ғәйбәт һүҙҙәрҙән ғәрләнәм. Фариза Мәхмүтовна миңә ялған бәлә яға... Фәриҙә минең менән бәйләнә лә ауыр хәлдә ҡала, имеш... Шунан һуң ул поезд аҫтына ташлана. Дөрөҫ түгел, Сәлимә Мансуровна, һис тә генә!.. Аңлағыҙ, дөрөҫ түгел!

Борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ.

Сәләм ебәреп, хөрмәт менән:

Фәнис».

Икенсе көндө, ҡояш сығып килгәндә Фәнис һеңлеһе йәшәгән бәләкәй ҡалаға төшөп ҡалды.

 

XVIII

 

– Ағай, күңелһеҙләнеп тә тораһың, бер ергә барып ҡайтайыҡмы?

– Ҡайҙа, һеңлем?

– Ана, анау тау башына. Ағай, беләһеңме, һине һағындым иһә, мин шунда барам. Уның түбәһенән бөтә тирә-яҡ күренә. И-и матур урын ул!

– Ниңә, әйҙә. Тик тәрбиәсе апайыңдан рөхсәт һора.

– Ебәрҙе инде ул, ағай.

– Әйҙә улай булғас.

Фәнис һеңлеһе менән яҡындағы тауға табан атланы.

Көньяҡтан йылы ел иҫә. Ҡаланың йәшкелт төҫкә инә башлаған ағастары башында ҡара ҡарғалар ҡарҡылдаша. Урамдар ҡороп бөткән тиерлек, соҡор-саҡырҙарҙа ғына йыйылып ятҡан һыуҙар осраштырғылай. Үтеүсе халыҡтарҙың күбеһе еңелсә кейемдә.

Фәнистәр ҡыҫҡа ғына урамды уҙып, яланға сыҡтылар, һәм улар тиҙҙән тау буйына еттеләр.

– Ҡара әле, ағай! Һары сәскәләр! – Рәмилә, Фәнистең ҡулынан ысҡынып, алға йүгерҙе. – Ниндәй аҫылдар, йыяйым әле мин уларҙы, һыу һалып банкаға ултыртырмын.

Фәнис һеңлеһенә һоҡланып ҡуйҙы. Ул уның ҡәләм һөрмәһендәй ҡара сәстәрен, етеҙ йөрөшөн әсәһенкенә оҡшатты, ә ғәжәп серле ҙур зәңгәр күҙҙәре атаһының күҙҙәрен хәтерләтте. Ҡайһы саҡ Рәмиләнең йөҙөндә әсәһенең йылмайыуы тыуа. Ошондай минуттарҙың сәғәттәргә һуҙылыуын йөрәк ашҡынып теләй, ләкин ул оҙаҡҡа бармай. Рәмиләгә яңынан ғәмһеҙ балалыҡ төҫө ҡайта...

Рәмилә сәскәләр өҙә-өҙә тау башына күтәрелде һәм:

– И-и һаман менеп етә алмай, – тип ағаһынан көлдө. – Бына ҡайһылай йәмле бит! Һиңә оҡшаймы, ағай?

Фәнис башын һелкеп, күҙҙәрен киңлектәргә йүнәлтте.

Уң яҡта тәүҙә үҙәндәр, ваҡ-ваҡ ҡалҡыулыҡтар, урмандар, колхоз баҫыуҙары һуҙыла, артабан үркәсле тау теҙмәләре менән горизонт сикләнеп ҡуя. Һулда – борғоланып-борғоланып Ағиҙел аға. Унан ары тал, ҡарама ҡыуаҡтары һәм күләүектәр менән сыбарланған туғайҙар йәйелә. Әле тегендә, әле бында ауылдар күҙгә салына.

Фәнис шунда ғына тәрән тулҡынланып:

– Эйе, йәмле! – тине.

– Ағай, беҙҙең ауыл ҡайһы тирәләрәк икән? – тине Рәмилә, Фәнискә һыйынып. – Күренмәйме?

– Юҡ, һеңлем, ул бик алыҫта.

– Ана ан-науу төтөндәй зәңгәрләнгән яҡтарҙамы?

– Эйе.

– Таллыла ла ошондағы кеүек яҙмы икән?

– Яҙҙыр, унда ла яҙҙыр!..

– Ағай, ә Өфө ҡайһы тапҡырҙа?

– Ана тегендә. – Фәнис ҡулын көньяҡҡа һуҙҙы.

– Ағай, һин мине яратмайһың... Шул Өфө яғынан күҙеңде лә алмайһың, – тине Рәмилә, үпкәләп. Ул башын түбән эйҙе.

– Улай тимә. Мин һине бик ныҡ яратам. – Фәнис һеңлеһенең арҡаһынан һөйҙө. – Йә, күтәр башыңды.

– Кәрәкмәй! – Рәмилә күҙен һөркөтләне. – Мин һи-не көт-өп ал-дым... Ә һин... һин... һинән башҡа кемем бар?

– Аҡылһыҙланма... Яҡын итмәһәм, яныңа килмәҫ инем. – Фәнис һеңлеһен ҡосаҡлап, йыуатты. – Тартма танауыңды, хәҙер, ҙур ҡыҙ булып үҫкәнһең. Йәле, миңә ҡара.

Рәмилә күҙҙәрен мөлдөрәтеп ағаһына төбәлде.

– Ана шулай...

– Ағай, мине үҙең менән алып кит, йәме.

– Ниңә? Бында ҡыйынмы ни?

– Юҡ та...

– Һуң?

Рәмилә өндәшмәне.

– Быйылға уҡы әле. Һынауҙар башланырға тора. Артабан уйлашырбыҙ. Йәйге каникул ваҡытында икәүләп ауылға ҡайтырбыҙ, Аралы тауға менербеҙ, ошондағы кеүек сәскәләр йыйырбыҙ.

– Ярар, тағы сәскәләр йыяйыммы?

– Бар, бар.

– Әллә ҡайҙа китмә.

– Ошо тирәлә генә...

Фәнистең уйҙары һаман да Өфөлә ине... «Иптәштәрем минең турала берәй нәмә беләләрме икән? – тип уйланы ул. – Улай тиһәң, минең ҡайҙалығым һис кемгә лә асыҡ түгел. Кәңәшләшмәнем дә, ташлап киттем дә барҙым... эҙләйҙәрме икән?... Дөрөҫ эшләнемме һуң?.. Белмәйем. Юҡ, былай юғалыу шик тыуҙырмаҫмы?»

Кеше шатлыҡ тыуыр алдынан нәмәлер йәки кемделер түҙемһеҙлек менән көтә, ә ҙур бәләгә осрағанда борсола; ул көслө дауыл көтә. Йәнәһе, дауыл уны йә бер ҙә тора алмаҫлыҡ итеп һуғып йығасаҡ, йә яртылаш йәрхәтләйәсәк, йә бөтөнләй иҫән ҡалдырасаҡ.

Фәнисте тап ошондай кисерештәр борсой ине.

– Ағай, күр әле, ни тиклем сәскәләр! – тигәнгә ул һиҫкәнеп китте.

– Абаа, ниндәй матурҙар! – тип, һеңлеһен етәкләп, Фәнис тау юлынан әкрен генә төшә башланы. Ул, йөрәк әрнеүенән ни эшләргә белмәй, тирә-яҡты яңғыратып йырлап ебәрҙе:

Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ,

Күкһел тауҙар һөйә йырҙарҙы.

Аурылыҡты йырҙар еңеләйтә,

Ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы.

 

XIX

 

Сәлимә Мансуровна балалар йортонан һуң ғына ҡайтһа ла, тиҙ генә бүлмә иҙәндәрен йыуып алды, һуғышта һәләк булған иптәшенең фотоһы ҡуйылған рамдың ситтәрен дымлы сепрәк менән һөртөп, уға бик оҙаҡ төбәлеп торҙо. Был фото уны һәр көн иртән йылмайып оҙатып ҡала, һәр кисен шулай ҡаршы ала. Сәлимә Мансуровна уның менән тере кешеләй шатлыҡтарын, ҡайғыларын уртаҡлаша, эс серҙәрен асып бирә. Бөгөн дә ул уға балалар йортондағы яңылыҡты һөйләне.

– Бер тәрбиәләнеүсебеҙ юҡ, – тип Сәлимә Мансуровна тәрән һулап ҡуйҙы. – Хаты килде лә килеүен. Хәҙергә икенсе балалар йортонда йәшәй, ҡайтырға теләмәй. Директорына телеграмма ебәрҙек, ни эшләр?

Иптәше һаман йылмайып ҡарап тороуын белде һәм: «Борсолма, ҡайтыр!» – тип йыуатҡандай булды.

Сәлимә Мансуровна быяла аша уның маңлайына ирендәрен тейҙерҙе һәм үҙенең бик алыҫта ҡалған йәшлеген хәтерләне.

Ул ата-әсәһенән йәшләй генә етем ҡалып, беренсе тапҡыр ҡалаға барырға йыйынды һәм йәйәүләп пристангә килде. Ләкин уның пароходҡа түләргә аҡсаһы етмәне. Сәлимә, ни эшләргә белмәй аптырап торғанда, пристандән алыҫ түгел тауҙағы емеш-еләк басаһында бер көнлөк эш барлығын ишетте. Ул бында иртәнән алып кискә тиклем алма йыйҙы һәм, эш хаҡын алып, төнөн Өфөгә китте.

Техникум йылдары... Аслыҡ ваҡыт. Бер һауыттан унлап ҡыҙҙың ҡабалан-ҡабалан эҫе, шыйыҡ бутҡа ашауҙары, иртән тороуға тамаҡтары бешкәнлектән ҡарлығып һөйләшеүҙәре; йәйҙәрен, каникул осоронда техникумда эшкә ҡалыуы, уҡыу йортон тамамлауы, тормошҡа сығыуы, һуғыш башланып китеүе һәм балалар йортона эшкә урынлашыуы – бөтәһе лә бер-бер артлы уның күҙ алдынан үтте... Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр хәҙер уның ҡыуанысы ла, йыуанысы ла. Ул уларҙан айырылып бер генә көн торһа ла, тынысһыҙлана башлай.

Сәлимә Мансуровна оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул тағы Фәнистең хатын хәтеренә төшөрҙө һәм бөгөн булып үткән партия йыйылышы тураһында уйланы.

Быға тиклем һәр саҡ председатель өҫтәле артында ултырырға өйрәнеп һәм шуға ғәҙәтләнеп бөткән Фариза Мәхмүтовна өсөн ябай тәрбиәселәр менән бер рәттән урын алыу, әлбиттә, ауыр булды. Ул быны белдермәҫкә тырышһа ла, бер яҡ ситтә бер кем менән дә һөйләшмәйенсә тәҙрә аша тышҡа ҡарап ултырыуынан һиҙергә мөмкин ине.

Һүҙ тәрбиә тураһында барҙы. Иң аҙаҡтан ул үҙе, Сәлимә Мансуровна, торҙо ла:

– Бындай хәлдәрҙең тыуыуына беҙ бөтәбеҙ ҙә ғәйепле, – тине. – Һәм мин әйер инем: ғәйептең иң ҙур башы директорға төшә. Ул үҙен һуңғы йылда саманан тыш тота башланы. Кәңәшләшеү-нитеү юҡ, тота ла приказ яҙа, саҡырта ла өҫтәл һуғып әрләй, балалар йортонан ҡыуыу менән ҡурҡыта. Был юл менән тәрбиә биреп буламы һуң, һәм ул ниндәй тәьҫир яһай? Шуны аңларға кәрәк, беҙ балаларҙы тәрбиәләйбеҙ. Уларҙың күңелдәре бик нескә, бәләкәй генә иҫкәртеүҙе лә ауыр кисереүсән булалар. Миҫал өсөн мәрхүмә Фәриҙәне генә алайыҡ. Ниндәй һәйбәт ҡыҙ ине, ғүмере нәмә менән барып сикләнде?.. Беҙҙең арала ҡайһы бер ялған һүҙҙәр йөрөй. Имеш, Фәриҙә ҡараңғы ҡар баҙында серек картуф сүпләгәнгә ғәрләнгән. Дөрөҫ, беҙ балаларҙы эшкә өйрәтергә һәм уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ. Нисек? Фариза Мәхмүтовна методы менән икеле билдәһе алғанға яза рәүешендә уҡыусыны мәктәпкә ебәрмәйенсә, иптәштәренән айырып алып ҡалып, бына һиңә шуның өсөн тип, эшкә ҡушыумы?.. Юҡ. Имеш, Фәриҙә насарлыҡ ҡылып, поезд аҫтына ташлана. Нисек һинең, Фариза Мәхмүтовна, бындай һүҙҙәрҙе әйтергә телең бара? Һин ялған мәғлүмәттәр йыйып, йөҙөңдә булған ҡара тапты тиҙ генә юйып ташларға уйлайһың. Фәнисте ниндәй көнгә төшөрҙөң? Саф күңелле ауыл малайы ҙур өмөттәр юллап, беҙҙең балалар коллективына килде, ләкин һин, юҡ-бар сәбәптәр табып, алмаҫҡа тырыштың. Артабан ул, беҙҙең ҡайһыларыбыҙ күреп етмәгән етешһеҙлектәрҙе аса башлағас, тағы ла шул ҡыуыу менән янаның. Ул, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыш ауырлығын елкәһендә татыған һалдат улы. Ә ул һалдат ябай ғына һалдат түгел, Ватан яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған һалдат. Ниндәй выждан менән беҙ уның улына яла яғып, ҡыуып ебәрәбеҙ? Бындай хәлдән һуң беҙгә нисегерәк ҡарарҙар? Юҡ. Беҙҙең балалар йорто үҙенең йәшәү дәүерендә илебеҙгә меңләгән йәш үҫмерҙәр тәрбиәләп бирҙе һәм бирә. Уның атворитетын төшөрмәҫ өсөн мин дә иптәштәрҙең фекеренә ҡушылам. Артабан Фариза Мәхмүтовнаны етәксе итеп ҡалдырыу файҙаһыҙ.

– Уныһы әле Мәғариф министерствоһының эше, – тине Фариза Мәхмүтовна, элекке кеүек ҡысҡырынмайынса, йомшаҡ ҡына тауыш менән.

– Министерствола ла ошондай уҡ фекерҙәләр...

Иртәгеһен Сәлимә Мансуровнаға, балалар йортона килеү менән, телеграмма бирҙеләр. Уны ваҡытлыса Фәнис йәшәгән балалар йортоноң директоры ебәргәйне һәм унда: «Һеҙҙең Ғәлимовты Максим Горький исемендәге пароход менән Өфөгә оҙаттыҡ. Егермеһендә сәғәт ундарҙа ҡайтып етер», – тиелгәйне.

– Балалар, әйҙәгеҙ, Фәнисте ҡаршы алайыҡ! – тине Сәлимә Мансуровна, ятаҡҡа инеп. Шунда уҡ ун бишләп малай, ҡыуанышып, кейенә башланы. Урамға сыҡҡанда, ҡайҙалыр китергә йыйынған Байҙулла ҡарт та, атын туғарып, улар артынан эйәрҙе.

Пристангә төшөп етеү менән, боролманан ике ҡатлы аҡ пароход күренде.

– Ана, ана! – тиештеләр малайҙар, ҡыуанышып.

– Штурвалды тотоусы Фәнис түгелме, әллә капитан да булған, әй?! – тине Моталлап шаярып.

– Булыр ул, булыр! – тип Байҙулла ҡарт күҙҙәрен ҡыҫҡылай-ҡыҫҡылай, һаҡалын һыпырғылап ҡуйҙы.

Тулҡындарҙы ярға бәрә-бәрә, пристанде сайҡалдырып, Ағиҙел буйҙарын яңғыратып ҡысҡырта-ҡысҡырта «Максим Горький» килеп туҡтаны.

Фәнис шунда уҡ Ғәйнулланы, Шәрипте, Байҙулла ҡартты күрҙе. Тик ул халыҡ араһынан тағы кемделер эҙләне. Фәнис уны тапты, бер яҡ ситтәрәк, күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөрткөләп, Сәлимә Мансуровна тора ине.

 

Эпилог урынына

 

Хәрби кейем кейгән йәш кенә егет поездан төшөп ҡалды; ул һары күн сумаҙанын ергә ҡуйҙы ла, тирә-яғына ҡаранды, пассажирҙар араһынан кемделер эҙләне.

«Моғайын, килмәгәндер», – тип уйланы ул һәм сәғәтенә күҙ һалды. Икенсе поезды көтөргә сәғәт ярымдай ваҡыт бар ине әле. «Йәл».

Ләкин шул саҡ вокзал яғынан ҡыҫҡа ғына ҡара тун кейгән берәү күренде. Ул, перрондағы кешеләрҙе этә-төртә, был яҡҡа ашыҡты.

– Моталлап!..

Улар, ҡосаҡлашып, үбештеләр.

– Мин һине килмәгәндер, тип уйлағайным.

– Юҡты һөйләйһең, Фәнис!.. Беҙҙең буровойҙар бынан алыҫ ҡына арала тора... Газикка ултырҙым да... шул тиклем ашыҡтым...

Моталлап, бейәләйҙәрен ҡуйынына тығып, сумаҙанды күтәрҙе.

– Киттек миңә, лейтенант.

– Беҙҙең ҡарамаҡта сәғәт тә егерме минут ҡына ваҡыт бар.

– Улайһа, өлгәшә алмайбыҙ... Әйҙә, буфетҡа ғына инәйек.

Ҡап-ҡара булып һыҙылып торған матур ҡара ҡашлы, ғәжәп мөләйем йөҙлө Фәнис һәм киң яурынлы таҙа Моталлап буфеттың бер яҡ мөйөшөндәге өҫтәл артынан урын алдылар.

– Һинең телеграммаңды алғас, мин шул тиклем шатландым... Ярай әле ул ваҡытында килеп өлгөргән. Юғиһә беҙ, разведчиктар, бер урында ғына тормайбыҙ бит. Бөгөн бында, иртәгә тегендә... Эйе, беҙҙең тыуған яҡтарҙа ла нефть барлығы ныҡлап асыҡланды.

– Ишеткәйнем.

– Йә, ҡайҙа юл тотаһың?

– Практикаға барам.

– Их, һин, академик! – тип Моталлап Фәнистең яурынына һуҡты.

Фәнис, көлөмһөрәп, Моталлапҡа:

– Хәҙер хәрби академияла тыңлаусы ғына әле, – тине.

– Ғәйнулланың ҡайҙалығын белмәйһеңме?

– Мин уны бер йыл буйына эҙләнем Хәҙерге көндә ул Владивостокта, госпиталдә ята. Камчаткала булған. Ҡыҙыл Байраҡ ордены алған...

– Тыныс ваҡыттамы?..

– Пограничниктар өсөн тыныс ваҡыт юҡ.

– Мин дә Шәриптән хат алғайным, ул балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.

– Кит әле?.. Мин унда үткәргән йылдарҙы йыш ҡына иҫкә төшөрәм, әллә ниңә ул саҡтарҙы бик ныҡ һағынам...

– Беләһеңме, яңыраҡ ҡына мин Өфөгә барғанда урамда кемде күрҙем?.. Фариза Мәхмүтовнаны. Өс йыл эсендә ул бигерәк тартылған, ҡартайған. Һеҙҙән һуң бит әле мин балалар йортонда бер йыл йәшәнем. Фариза Мәхмүтовнаның эше бит судҡа бирелгәйне. Ләкин уны нисектер ҡотҡарҙылар. Хәҙер ниндәйҙер бер мастерскойҙа мөдир булып эшләйем тип торҙо.

Фәнисте Фариза Мәхмүтовнаның яҙмышы аҙ ҡыҙыҡһындырҙы.

– Ә Байҙулла бабай нисек йәшәй?

– Улмы? Ул... үлгән... Ҡәҙерләп күмгәндәр...

– Һәйбәт ҡарт ине...

Тәҙрә аша маневр яһап йөрөүсе паровоздың тауышы ишетелә, радио аша «Волжанка»ны тапшыралар.

– Мине ҡотларға мөмкин, – тине Моталлап, һүҙҙе икенсегә бороп, – нефть институтына ситтән тороп уҡырға керҙем.

– Бына быныһы шәп! Бир ҡулыңды!..

Һанаулы ғына минуттар тиҙ үтеп китте. Туйғансы һөйләшеп ултырырға ла тура килмәне.

– Билет хаҡында ҡайғыртайыҡ, – тине Фәнис, тынысһыҙлана төшөп.

Тиҙҙән икенсе поезд Фәнисте артабан алып китте.

Моталлап, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған йәшел вагондарға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла, ҡойма буйына табан атланы һәм ул таныш милиционерға тап булды. Ә милиционер вокзалдан нисәмә мәртәбә ҡыуып сығарған элекке «дуҫына» артыҡ иғтибар бирмәне, дөрөҫөрәге таныманы.

Ҡапыл Моталлаптың күҙ алдына ошо станцияла Фәнис менән беренсе тапҡыр осрашҡан көн килеп баҫты. Ул тағы ҡарашын тауҙар яғына ташланы, ләкин киң поезд күҙҙән юғалғайны инде

1959 йыл.

 

 

Автор:
Читайте нас