

Август айының ҡояшлы бер көнөндә Фәнис тыуған ауылын ҡалдырып сығып китте. Яңғыҙы баҫыу юлына төштө лә, район үҙәгенә ҡарай атланы. Ҡасандыр ул ошо тар ғына юлдан атаһын фронтҡа оҙатҡайны... Ә ун биш көн элек һеңлеһе Рәмиләне балалар йортона оҙатып ҡайтты. Бөгөн үҙе, өйөн бикләп, тәҙрә ҡапҡастарын ябып, арҡыры ағас һуҡҡыланы ла, алыҫ ҡалаға йүнәлде.
Уңда ла, һулда ла комбайндар геүләшә. Яңы иген еҫе танауға бәрелә, уны еҫкәп туйырлыҡ түгел.
Фәнистең тыуған ауылы алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Бына Таллы буйҙары! Күпме ваҡиғалар, күпме иҫтәлектәр бәйләй уның ғүмерен бында! Ул, ниндәй төбәккә генә төбәлһә лә, күҙҙәрен айырып ала алмай. Ана Баланлы ҡыуаҡ. Ул унда көҙҙәрен ағастан ағасҡа күсеп, әсәһе менән ҡып-ҡыҙыл балан йыйҙы, унан арыраҡ Ерекле ҡаран буйҙарында олатаһы Хисаметдин менән ҡуян ҡыуҙы. Ҡапыл ғына оҙон кәүҙәле йыуан ҡарт, аҙбар эргәһендә ултырған һыулы мискәне күсереп аҙапланғанда билен ауырттырып, шунан тора алмай үлеп ҡуйҙы. Ә Тузик исемле этен бүреләр өҙгөләп киттеләр. Шунан бирле Фәнистең был ерҙәрҙә йөрөгәне юҡ...
Кисеү янына еткәс, ул туғай уртаһында ултырған яңғыҙ йыуан ҡарт ҡараманы күреп, уның янына килде һәм ниңәлер уны үҙенең олатаһына оҡшатты. Ҡараманың кипкән тамырҙары ер өҫтөнән ян-яҡҡа бер аҙ һуҙылғандар ҙа, төпкә, тәрәнгә ингәндәр. Улар ҡарттың хас аяҡ тамырҙары кеүек, уларҙың да тыуған тупраҡтан айырылғылары килмәй ахырыһы. Ағас, олатаһы һымаҡ, оҙон ҡуйы ҡаштарын тырпайтып, билен бөкөрәйтеберәк, күҙҙәре өҫтөнә ҡулын ҡуйып, тыныс ҡына тирә-яғын күҙәтәме ни...
Фәнис йәйҙәрен бесән сапҡан саҡтарҙа ошо ҡарама төбөнә ултырып хәл йыйҙы, түшенә түгә-түгә һалҡын айран эсте һәм ҡойоп ямғыр яуған ваҡыттарҙа ышыҡланып торҙо. Бер ваҡыт көслө күк күкрәп, күк йөҙөн телгеләп йәшен йәшенләгәндә, ул ҡурҡыуынан ҡараманы ҡосаҡлап алды. Уны йәшен һуғып йығыр кеүек, ләкин оҙаҡламай ул үтеп китеп, Дәүләкән яғында йылтыраны. Ҡояш сыҡты, ҡарт ҡарама ямғырҙа йыуынып, ҡояш нурҙары менән тәнен һөрттө.
Бына әле ул, тамағын ҡырып, Фәнискә:
– Аманатым шул, улым: берүк, уйлап еткермәйенсә, кире әйләнмә. Ауылың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ яғаһы булма. Һинең тоҡомоң бер ҡасан да ҡоро ҡул менән ҡайтманы. Һуғыштанмы унда, бүтән ерҙәнме?.. Бәғзеләре үлеп ҡалдылар, иллә мәгәр бирешмәнеләр. Тормош ул, улым, бик ҡатмарлы нәмә, юғалырға тырышма, – тип юл теләктәре әйткәндәй тойолдо.
Төйлөгән тауын күтәрелгәс, Фәнис һуңғы тапҡыр ауылына оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Ауыл да уны, алыҫҡа ебәрергә теләмәгәндәй, үҙенә әйҙәй кеүек ине.
«Таллы!.. Тыуған, үҫкән ауылым, һин Тыуған илемдең бер өлөшө бит. Һине яратмаҫҡа, һинең турала татлы хыялдарға суммаҫҡа мөмкинме һуң?» Бында уға һәр нәмә яҡын, һәр нәмә ҡәҙерле!..
Фәнистең күҙҙәренән йәш бөртөктәре атылды һәм, әллә кире ҡайтайыммы икән, тип тә уйланы. Ләкин бер тәүәккәлләгәс, ни йөҙөң менән кешегә күренәһең, юҡ, ниндәй яҙмыш көтһә лә көтөр...
Ул алыҫта зәңгәрләнеп күренгән тауҙар яғына ҡарай-ҡарай атлап китте һәм үҙен бөтөнләй яңғыҙ итеп һиҙҙе.
Дүрт сәғәт буйына саңлы юлдан йәйәү килеп, поездың ҡасан китәсәген белгәс, Фәнис перрондың йәшел буяуға буялған ағас рәшәткәле ҡоймаларына һөйәлеп, тирә-яғына күҙ һалды.
Көн кискә ауыша: ҡояш алыҫтағы урман артына йәшеренгән, ул, Шафран тауҙарын алһыу нурға мансып, байып бара. Зәңгәрһыу күк йөҙөндә һис ниндәй болот әҫәре лә күренмәй. Тик бында, вокзал тәңгәлендә генә, һауала туҡтауһыҙ ҡуйы ҡара төтөн болоттары күтәрелеп тора. Йыш-йыш ҡына, ауылдың таҙартылмаған мөрйәләренән сыҡҡан осҡон һымаҡ, паровоздарҙың торбаларынан осҡондар сәселә.
Поездар киләләр ҙә китәләр. Төшкән һәм ултырған халыҡтың иҫәбе-һаны ла юҡ. Бигерәк тә билет кассаһы янындағы сират Фәнистең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Пассажирҙар, бер-береһенә юл бирмәйенсә, этешә-төртөшә, йәһәтерәк бәләкәй тәҙрәгә яҡынлашырға ынтылалар.
Фәнис был күренеште ғәжәпләнеп күҙәткәндә, кемдер уның еңенән тартты. Ул һул яғына әйләнде һәм эргәһендә сәстәрен тырпайтып торған киң яңаҡлы малайҙы күрҙе. Фәнис, уның ике-өс ерҙән нәҙек баҡыр тимер сыбыҡ менән ямалған һәм һыңар еңе әҙерәк тартһаң, өҙөлөргә торған оло һоро пинжәгенә күҙ йүгертеү менән, ситкәрәк тайпылды, ҡултыҡ аҫтындағы тоҡсайын нығыраҡ ҡыҫты.
– Ҡурҡма, деревенщина! Кәлжемәңдең кәрәге лә юҡ, үҙең аша, майлап бирһәң дә ҡапмайым, – тип малай, ерәнгән һымаҡ, теш араһынан ситкә ҡарап төкөрҙө.
– Ҡоролай ҙа үтер ине лә бит, эләкмәй шул, – тине эстән генә Фәнис. – Бына нисек кенә икән бындағы малайҙар. Ҡайҙа ул ауыл малайҙарына етергә! Ҡала малайҙарын тегеләй ҙә, былай тип, маҡтаған булалар тағы.
Өсөнсө линияға поезд килеп туҡтаны. Пассажирҙар, сумаҙандарын күтәреп, вагондарға ашыҡтылар. Фәнис тә улар артынан атланы һәм ҡыҫыла-ҡыҫыла теге малайҙың инеп барғанын күрҙе.
– Билетең ҡайҙа? – тип проводница уға ҡаршы төштө, ләкин малай бер яҡ ситкә тайпылды. Проводница уның артынан ташланды.
Оҙаҡ уйлап торорға ярамай ине. «Нәмә булһа ла булыр», – тип, Фәнис тә тиҙ генә вагондың баҫҡысына күтәрелде лә, ишек артына йәшеренде.
II
Фәнис, Өфөгә килеп, балалар йортон эҙләп тапҡас, тартынып ҡына директор бүлмәһенең ишеген асты.
– Ҡустым, ниндәй йомош? – тине аҡ диван өҫтөндә алға эйелеберәк ултырған, утыҙ биш йәштәрҙәге, тәбәнәк буйлы, тулы һынлы, һоро костюм кейеп, ҡалын толомло сәстәрен артҡа йомарлап ҡуйған ҡуңыр йөҙлө ҡатын.
Фәнис уға документтарын һуҙҙы, ул күҙ йүгертә башланы.
Өҫтәл артындағы ултырғыста зәңгәр күлдәгенә көскә һыйышып ултырған йыуан ҡатын эштең нәмәлә икәнен шунда уҡ һиҙеп алды булһа кәрәк. Ул танауы янында тырпайып торған сөйәленең ике-өс бөртөк оҙон йөндәрен тотҡолап:
– Нисә йәш? – тине.
– Ун алты.
– Ооо... Йәшең уҙған, ҡабул итә алмайым, урын да юҡ.
– Фариза Мәхмүтовна, – тине дивандағы ҡатын, ҡалҡыныбыраҡ. – Ғәлимов райсовет исполкомының ҡарары менән ебәрелгән. Белеме туғыҙ класс. Өҫтәүенә отметкалары ла яҡшы. Ул беҙҙә бер генә йыл йәшәйәсәк.
– Сәлимә Мансуровна, уйлап ҡара, минән, ошондай егеттәрҙе йыйҙыртып, – ул Фәнискә төртөп күрһәтте, – ясле астырмаҡсы булаһыңмы ни? Унан башҡа ла бит өлкән класс уҡыусыларын тыйыр хәл юҡ. Бергә дәрес әҙерләгән булып, нисегерәк серләшкәндәрен күреп тораһың да инде.
– Улар бит дуҫтарса ғына, Фариза Мәхмүтовна.
– Булыр дуҫтарса ғына, мин уларҙың күҙҙәренән үк һиҙәм, – тип, Фариза Мәхмүтовна бөтә бүлмәне күтәрерҙәй итеп ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Уның кеүек уҡыусыларыбыҙ байтаҡ ҡына. Ни эшләйһең бит, һуғыш бәләһе, – тине Сәлимә Мансуровна, көрһөнөп. – Ул кемдәрҙең генә башына етмәне, атаһы-әсәһе булһа, ошонда килеп, тилмереп торор инеме ни?.. Беҙ алмаһаҡ, башҡа балалар йорто аласаҡ, тик ул беҙгә ебәрелгән бит әле.
– Ышандыра алмайым, урын юҡ, урын. – Сәлимә Мансуровна йәнә ишек төбөнә баҫып торған Фәнискә төбәлде. Был шырт ҡара сәсле, һарғылт ябыҡ йөҙлө, өҫтөнә таушалғаныраҡ йәшел пинжәк һәм ике тубығына ла оҫта итеп ямау һалынған салбар кейгән ҡаҡса малайҙың янып торған ҡара күҙҙәренән ниндәйҙер яҡынлыҡ, ауыр һағыш һәм шул уҡ ваҡытта ынтылыш һиҙгәндәй булды. Ул, тәрән һулыш алып:
– Фариза Мәхмүтовна, – тине, – уның яҙмышы беҙҙең ҡулда, урыны ла табылыр, хәл итәйек.
– Мин әйттем дә бөттөм. Ваҡытым юҡ, ҡайҙа отчетты бир әле.
Фәнис, ни эшләргә белмәй, аптырап ҡалды.
– Ишекте яп, малай, – тине уға Фариза Мәхмүтовна.
Фәнис, коридорҙан урам яҡҡа сығып барғанда, район станцияһында осраған малайға тап булды. Ул бер һоро эшләпәле ир менән ине. Уның пинжәк еңе һәлберәп төшкән, йөҙө күңелһеҙ. Фәнис уны ҡарашы менән үткәреп ебәрҙе. Малай, бер нәмә лә эшләп булмай, ошолай тура килде инде, тигән мәғәнәлә яурын баштарын һелкетеп ҡуйҙы.
Тәрбиәләнеүселәрҙән кемдер сыйылдыҡ тауыш менән:
– Моталлапты алып киләләр, тотҡандар! – тип ҡысҡырҙы. – Ма-лай-ҙар, күрегеҙ әле үҙен! Ҡатып бөткән.
– Кит, себеш, берҙе ҡундырһам, ергә һеңгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың, – тине Моталлап уға, йоҙроғо менән киҙәнеп.
Эшләпәле кеше уны, тыйып, директор бүлмәһенә әйҙәләне.
Фәнис ишек алдына сыҡты. Консерва ҡалайы тибеп уйнаған малайҙарҙың береһе уны саҡ-саҡ яңылыш төртөп йыҡманы:
– Ҡамасаулама әле! – тип өндәште. – Әллә яңы малай инде?
– Ғәйнулла, тиҙерәк ҡыу инде, ниңә мыжмырҙайһың?
Ғәйнулла, тирләп, ҡыҙарынған көйөнсә, яңы малайҙы онотоп, тағы ла ҡалайҙы ҡыуып китте. Фәнис ҡойма буйына барып ултырҙы. Тиҙҙән малайҙар, эскәмйәлә үҙ-ара серләшкән өс-дүрт ҡыҙ, звонок тауышын ишетеү менән, йорттоң арғы осондағы ишеккә ҡарай атланылар. Фәнис ҡойма буйында яңғыҙы ҡалды. Ул, оҙаҡ ҡына уйланып ултырғандан һуң, тоҡсайынан аҙаҡҡы күмәсен алып ашарға кереште.
– Улым, бында, балалар йорто тирәһендә, сит кешеләргә туҡталырға рөхсәт ителмәй, бар юлыңда бул, – тине һеперткеле ҡарт Фәнискә. – Ҡояш та байый, мин хәҙер ҡапҡаны бикләйем.
– Ярай, бабай, ҡыумаһағыҙ ҙа китермен.
Фәнис урамға сыҡты. Ул үҙен һәр нәмәнән мәхрүм ителгән кешеләй хис итте. Тротуарҙан эркелешеп атлаған кешеләр ҙә, мостовойҙан бер-бер артлы сигнал биреп үтеүсе автомашиналар ҙа хәҙер уны ҡыҙыҡһындырманы. Ул тирә-яҡҡа асыу менән ҡараны. «Ҡайҙа бында ғәҙеллек? – тип уйланы ул. – Шулай, барлыҡ балалар йорттарының да директорҙары Фариза Мәхмүтовна кеүек рәхимһеҙ кешеләрме икән ни?.. Юҡ, мине былай ғына ҡайтарып ебәрә алмаҫһығыҙ. Ҡабул итмәһәгеҙ, ялынмайым...» Фәнис, йоҙроҡланған ҡулдарын һелтәп, алға атланы. Ләкин ул ҡайҙа барғанын үҙе лә белмәне, өндәшер һәм уйын уртаҡлашыр кеше лә тапманы.
Ҡапыл Фәнистең күҙ алды яҡтырып китте. Ул түбән эйеп барған башын ҡалҡыта төштө. Бағана баштарындағы электр лампочкалары балҡыны. Ҡала йәмләнеп китте, Фәнистең күңеленә һырыша башлаған ҡара уйҙар, ҡояш күтәрелгәндән һуң уйһыулыҡтарҙан юғала башлаған томан һымаҡ, тарҡала башланы. Баш осонда ғына шатлыҡлы йыр тауышы ишетелде. Фәнис эргәләге йортҡа ҡараны. Дүртенсе ҡаттың балконына бер төркөм йәштәр сығып баҫҡандар. Ул, уларға көнсөл ҡараш ташлап, тағы ла йөҙөн үҙгәртте, ҡунырға урыны юҡлығы иҫенә төштө. Урам сатына етәрәк, иҫләмәҫтән генә бер сквер күренде. Ул шунда инеп, төн буйы ултырырға уйлағайны ла, сквер ҙа бикле булып сыҡты.
Туҡтап торған трамвайҙы күреү менән, Фәнистә: «Вокзалға барып ҡунһаң инде?» – тигән уй тыуҙы, һәм ул йүгереп килеп подножкаға баҫты...
Ләкин ул ни тиклем генә вокзалға инергә тырышмаһын, уны эскә үткәрмәнеләр. Ишек төбөнә яҡынлашыу менән:
– Билетығыҙҙы күрһәтегеҙ, – тип өндәштеләр. Ул, яңынан артҡа тайпылды. Фәнис, бында ла урын тапмағас, ҡалаға кире күтәрелде.
Урамдарҙа хәҙер һуңға ҡалған еңел автомашиналар ғына осрайҙар, йәйәүле кешеләр ҙә тегендә-бында ғына күренгеләй. Тик ара-тирә станция йәки пристань яғынан паровоз, пароход тауыштары ғына ишетелеп ҡуя. Фәнистең ҡолағына онотолғанда бер ишетелгән тауыштар уға ҡайҙандыр аҙашҡан ҡаҙ ҡаңғылдауын, көтөүҙән айырылып ҡалған башмаҡ мөңрәүен хәтерләттеләр.
«Ии-их!» – тип ҡуйҙы ул, тәрән һулыш алып, һәм урам ситтәрендә теҙелеп үҫкән ағастарға ҡараны. Гүйә, улар уны үҙҙәре эргәһенә саҡыралар, былай урын таба алмайынса йөрөгәнсе, беребеҙгә һөйәлеп йоҡласы, тигән кеүектәр. Фәнис күккә ҡараны. Ул нисек бер кварталды үтеп, икенсеһенә килеп сыҡһа, ай ҙа шулай, бер болоттар араһына инеп юғала, бер тағы ҡалҡа.
Фәнис үҙенең йәнә таныш ҡапҡа төбөнә килеп юлығыуына аптырап ҡуйҙы... «Нәмә ҡаңғырып йөрөргә? Ҡойма буйындағы эскәмйәгә керәм дә ятам», – тип, ул бәләкәй ҡапҡаның тотҡаһынан тартты. Ләкин эстән:
– Кем бар унда? – тигән тауыш ишетелде.
– Мин, мин, бабай.
– Мин, мин тиһең дә, кем һуң һин?
– Теге һеҙ ҡыуып ебәргән малай.
– Әәә... нәмә кәрәк булды тағы? Йоҡо маҙаһы бирмәйһең, шайтан алғыры. – Ҡарт ҡапҡа эргәһенә яҡынлашты.
– Йоҡларға урын таба алмайым, бабай. Бер төнгә генә ошонда индермәҫһегеҙме икән?
– Юҡ, юҡ, ауыҙыңды ла асма! Был тегендәй-бындай ер түгел, балалар йорто. Тағы ла әйтәм: ят кешеләргә ҡунырға рөхсәт ителмәй.
– Ни эшләп мин ят булайым, ти?
– Ҡайҙан беләйем мин һине? Әллә йүнлеһең, әллә зимагурһың. Маңлайыңа яҙылмаған бит. Кит, тиҙәр, һиңә, кит! Беҙҙең хужа бик уҫал. Әгәр ҙә һиҙеп ҡалһа, миңә шелтә эләгәсәк. Мин – ҡарауылсы. Балалар йортоноң хужалығы зарарһыҙ торған өсөн миңә аҡса түләйҙәр. Аңланыңмы, ҡаты ҡолаҡ!
– Донъяла аҡса өсөн генә йәшәйһегеҙ икән, бабай.
Ҡарт ыҡ-мыҡ итте лә:
– Мин уны бушҡа һорамайым. Хәҙергә көсөм бар саҡта һорамам да. Төн йоҡоларымды йоҡламай алам мин уны, һинең кеүек балаларҙың тормошо яҡшы булһын, тим. Ә һин телеңә һалышаһың! – тип ҡарт, ҡысҡырып, таяғының осо менән ергә туҡ иттереп һуғып алды. – Байҙулла бабайыңа аҡыл өйрәтергә иртә әле һиңә, тәүҙә ана танауыңдың аҫтын һөрт. Мин бында ун йыл буйына, туҡтауһыҙ, бөтә көсөмдө һалып эшләгән кеше. Күпме балаларҙы тәрбиәләп ебәрҙем! Аҙна һайын әле Мәскәүҙән, әле Свердлауҙан, әле Ҡазандан хаттар алып торам. Йә, йә бар сыҡ!
Байҙулла ҡарт бәләкәй ҡапҡаны ябып ҡуйҙы.
Фәнис киткән булды ла, шым ғына урам яҡлап ҡойма буйына ултырҙы. Ул, бер ҙә юҡҡа кәмһетелгән кешеләй, әрнеп, ике ҡулы менән йөҙөн ҡаплап, мыш-мыш илап, йоҡомһорап китте... Үҙе лә аңламаны, өнөмө был, төшөмө. Кемдер, олатаһына оҡшаған, уның яурынынан тартҡыланы. Эйе, олатаһы шикелле. Ул шулай Фәнисте, тауыҡ ояһына яңылыш баҫып, унлап йомортҡаны әрәм иткәне өсөн, төрткөләгәйне. Олатаһы һәйбәт ине, һуңынан ул уны, үҙ «ғәйебен» төҙәтеү өсөн, һунарға алып барҙы.
Фәнис көскә генә күҙҙәрен асты: уның алдында балалар йортоноң ҡарауылсыһы Байҙулла ҡарт ине.
– Тор тиҙәр һиңә, – тине ул, үтә асыулы тауыш менән.
– Атаһы, ниңә шул тиклем ҡысҡыраһың, әллә бур бармы, әллә тағы берәй өтөктө таптыңмы? – тип, ҡарттың ҡарсығы килеп етте. Үҙе йыш-йыш тын ала. Байҙулла ҡарт Фәнистең үтенесен ҡарсығына тиҙ генә аңлатып бирҙе.
– Ҡалала таныш-белештәрең дә юҡмы ни? – тине ҡарсыҡ Фәнискә.
– Эй, әбей, булһа, ошолай һеҙҙе борсоп йөрөр инемме ни?
– Ҡайҙан килдең һуң, улым, ҡалаға, ниңә?
– Ауылдан. Балалар йортона инергә, әбей.
– Һуң? – Байҙулла ҡарт тауышын йомшартты.
– Директорығыҙ алмай, урын юҡ, ти.
Ҡарт менән ҡарсыҡ бер-береһенә ҡарашып алдылар.
– Ни эшләргә уйлайһың инде? – тине Байҙулла бабай.
– Таң атһын әле, күҙ күрер. Бәлки...
– Нәмә, әллә ҡайтып китергә уйлайһыңмы? Һин бына минең менән әрепләшергә беләһең, төн уртаһы тип тормайһың, – тине Байҙулла ҡарт. – Ярай, иртәгә һөйләшеп ҡарарбыҙ. Башыңды түбән эймә, ҡыйыу бул, Ҡыйыулыҡ ул үҙе – ярты бәхет!
– Атаһы, бер кискә – ин мейескә, тигәндәр. Һыйырбыҙ әле. Ҡайҙа ебәрәһең үҙен бынау төн заманында, ҡош-ҡортҡа осрауы мөмкин, – тине ҡарсыҡ.
– Шулай шул! Әйҙә, кер, улым. Исемең нисек һуң?
– Фәнис.
– Минекен ишеткәнең барҙыр?
– Ишетмәй ни, – тине Фәнис, ҡарттың кәйефен боҙмаҫ өсөн.
– Әбейеңдең исеме – Хәнифә.
Аҡ сәсле, йыуантыҡ ҡына ҡарсыҡ, ҡарая төшкән алъяпҡысына еүеш ҡулдарын һөртә-һөртә:
– Һал, улым, тужуркаңды, – тине йылы тауыш менән, – ана тегенән, түрҙән, ултыр. Тартынма, үҙ өйөңдәге кеүек бул. Хәҙер бына сәй яңыртам. Атаһы, һин дә оҙаҡлама. Бер аҙ йөрөштөр ҙә, кереп сыҡ.
– Ярай, әсәһе.
...Сәйҙән һуң, Фәнис Байҙулла ҡарт менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы.
– Тимәк, һин Әлшәй районынан... Ниндәй ауылдан тип әйттең әле? – тине.
– Таллынан.
– Улай, улай. Әсәһе, теге Фәриҙә исемле ҡыҙ ҙа шул яҡтан түгелме һуң?
– Бер ҙә хәтерләмәйем, атаһы. Улар бит һанап бөткөһөҙ, күмәк. Бер матур ғына, алһыу йөҙлө ҡыҙ түгелме ул?
– Нәҡ шул.
– Бик әҙәпле күренә ул.
– Уның фамилияһы нисек? – тине Фәнис, ҡыҙыҡһынып.
– Вәлиева шикелле... Ах хәтеренә төкөрәйем, берәйһе менән бутамайыммы икән?..
– Эйе, беҙҙең ауылдыҡы ул. Мин уны һуңғы ике йыл эсендә күргәнем юҡ. Бында икән, мин уны икенсе балалар йортондалыр, тип уйлағайным әле...
Бик һуң ғына Фәнискә урын һалдылар. Ләкин ул койкала йоҡларға теләмәне. «Һеҙ үҙегеҙ ятығыҙ унда, миңә иҙәндә лә ярар», – тине.
Фәнис, Байҙулла ҡарт менән Хәнифә әбейҙең ай-вайҙарына ҡараманы, теләгән еренә урын йәйҙерҙе һәм тиҙҙән йоҡоға ла талды.
Иртәнге сәғәт һигеҙҙә Байҙулла ҡарт үҙе менә бер ҡыҙ эйәртеп алып керҙе.
– Таныйһыңмы? – тине, йоҡлап ятыусыға ҡулы менән төртөп күрһәтеп.
Ҡыҙ, эйелеберәк, малайҙың йөҙөнә ҡараны һәм:
– Фәнис, беҙҙең ауылдыҡы! – тип, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ҡысҡырып ебәрҙе. Малай, ыңғырашып, кирелгеләне лә, күҙҙәрен асты.
– Тор, улым, сәй ҡайнаны. Йыуын, – тине Хәнифә ҡарсыҡ. – Ана яҡташың да кергән.
– Һаумы, Фәриҙә, – тип Фәнис, йылмайып, ҡулын һуҙҙы. – Беҙ кисә һинең турала Байҙулла бабай менән һөйләшеп ултырғайныҡ әле.
– Мин бит һинең бында килгәнеңде белмәнем, бөгөн иртән генә ишеттем. Ауыл нисек йәшәй һуң?
– Бер көйгә шунда. Артыҡ яңылыҡ юҡ. Бына шул: мине балалар йортона ебәр-ҙе-ләр...
– Йә, сәй эсеп алайыҡ, балалар, ҡалғанын һуңынан һөйләшербеҙ, – тип, Хәнифә ҡарсыҡ өҫтәлгә самауыр ултыртты. – Фәриҙә, түргә уҙ, бергәләп сәй эсәйек. Артыҡ һый юҡ та юҡлығын.
– Рәхмәт, әле беҙ яңы ғына тамаҡ туйҙырҙыҡ.
– Һәр аштың урыны үҙенә башҡа. Аштан ҙур булма, – тине Байҙулла ҡарт.
Түңәрәк өҫтәлде уратып ултырып сәй эскәндән һуң, Хәнифә әбейҙән башҡа бөтәһе лә, директор бүлмәһенә күтәрелделәр.
– Ғәйнулла, – тине Фәриҙә, юлда бер малайҙы осратып, – әйҙә әле беҙҙең менән. Бына минең ауылдашым килгән, ул да беҙҙең кеүек етем, тик уны Фариза Мәхмүтовна, урын юҡ, тип алмаҫҡа уйлай икән. Әйҙә әле, һөйләшеп ҡарайыҡ.
Байҙулла ҡарт ишекте асыу менән:
– Нәмә кәрәк? – тине Фариза Мәхмүтовна. – Ваҡытым юҡ, беҙ йыйылыш үткәреп алырға торабыҙ, һуңыраҡ инерһең. Сәлимә Мансуровна, башлайыҡ.
– Ғәфү итегеҙ, күп булһа биш-алты минут ваҡытығыҙ юғалыр. Бына был баланы әйтәм. Үтә етем бит, атаһы мәрхүм ошо һуғышта башҡорт дивизияһында хеҙмәт итеп һәләк булған икән. Уйлашып ҡарағыҙ әле. Ҡош яҙмышы түгел бит, кеше яҙмышы.
– Мин уға һуңғы һүҙемде әйттем түгелме һуң?
– Һәйбәт малай ул, апай, бик тырыш, – тип Фәриҙә лә һүҙгә ҡушылды. – Ауылда уның туғандары ла юҡ.
– Беҙҙең бүлмәгә бер койка ҡуйырлыҡ әле, апай, – тине Ғәйнулла.
– Ҡара әле һин уларҙы, – тип Фариза Мәхмүтовна, көлөмһөрәп, тәрбиәселәргә һәм Сәлимә Мансуровнаға ҡараны. Ләкин завучтың йөҙөнән ул икенсе фекерҙе һиҙҙе. «Тимәк, ул ҡабул итеү яғында, әйҙә, шулай булһын, тегендәй-бындай хәл тыуһа, үҙе яуап бирәсәк», – тип уйланы. – Документтарыңды ҡалдыр, һынау шарты менән йәшәп тор әле, артабан күҙ күрер.
III
Коридорҙы яңғыратып звонок шылтыраны. Отбойҙы белдергән тауышты ишетеү менән, кескәй тәрбиәләнеүселәр шунда уҡ йоҡларға әҙерләнделәр. Ололар әле койкалары янына барырға уйламанылар ҙа. Улар, аҡ ашъяулыҡ ябылған түңәрәк өҫтәлдәрҙе уратып, уҡыуҙарын белделәр.
Дежурҙағы тәрбиәсе унынсы номерҙың ишеген ҡаҡты.
– Мөмкин, – тиештеләр эстән.
– Балалар, ятығыҙ, – тине тәрбиәсе, ишекте асып.
– Апай, иртәгә ял бит, өлгөрөрбөҙ әле, – тине Шәрип.
– Ярамай, режим. Йә ташлағыҙ китап-дәфтәрҙәрегеҙҙе, ташлағыҙ, ял итегеҙ, иртәгә утын ташыйбыҙ. – Тәрбиәсе шуның менән һүҙ бөткәнде аңлатып, утты һүндереп, сығып китте.
Малайҙар теләр-теләмәҫ кенә урындарына таралыштылар. Улар оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай, үҙ-ара һөйләшеп яттылар.
– Иптәштәр, етер пока политика менән шөғөлләнергә, бүтән темаға күсәйек, – тине Шәрип.
– Беләм мин һинең ҡайҙа тартҡаныңды, – тине Ғәйнулла. – Тағы ла ҡыҙҙар тураһында.
– Әй, нәмә тигән була?!
– Ни тип әйтһәгеҙ ҙә ҡыҙҙар тураһында һүҙ сыҡтымы, барығыҙҙың да ҡолаҡтары быҙау ҡолаҡтарылай тырпая ла тора, – тине Ғәйнулла, ҡалын тауыш менән көлөп.
– Һөйләмә инде, әй, бына йоҡо ла ҡасты...
– Йә, брат, берәй әңгәмә һатып ташла, шунда тыңлай-тыңлай күҙҙәрҙе лә бәлки йоморбоҙ, – тине кемдер.
– Юҡ, инде, туған, һәр саҡ мин һөйләнәм дә, унан ғәйепле булып ҡалам. Әйҙә, һеҙ башлағыҙ.
– Ялындырма инде, бөгөн бит икенсе тәрбиәсе. Уның ишек ярығынан тыңлай торған ғәҙәте юҡ.
– Ярай, улайһа, – тине Шәрип, беренсе һөйөүҙе тойған кешеләй, һәм тамағын ҡырып ҡуйҙы. – Нисек башларға, нәмәнән? Вот, туған, башҡа килмәй бит, бүтән ваҡыт мыжғып тора... Әһә... Һеҙҙең яҡта нисектер, уныһын белмәйем, иллә беҙҙә яҙғы сәсеү бөтөр-бөтмәҫтән, «Ҡыҙҙар тауы» тигән уйын башлана. Ул, сиратлап, бер ауылдан икенсеһенә күсеп килә. Әйтәйек, был йәкшәмбелә Туҡмаҡлыла икән, икенсеһендә Миләшлелә. Уйын була торған ауылға халыҡ бер көн элек эшен ташлап ағылырға тотона. Бригадирың да, председателең дә тыя алмай. Аттар һарайында бер нәмә лә ҡалмай. Хатта фургондарҙы ла егеп китеп бөтәләр, туған. Малайҙарҙың да шул етмәгән ерҙәре юҡ, тай-тулаҡҡа атланып алалар ҙа, әй, бына юл буйынан саң туҙҙырып сабышалар.
– Шәрип, һин һыбай йөрөй беләһеңме һуң?
– Бүлдермә, маңлайыңа кәрәкме? Моталлап, минең иҫәптән шуға өс-дүрт тапҡыр сиртеп ал.
– Ярай ин-де... һуғы-шыр-ға ла тора-лар.
– Шулай, күрше ауылдың уйынында йөрөймөн. Салбарҙың балағын күн итектең ҡуңысына сығарып һалғанмын, туған. Етмәһә, аҡ ҡулъяулыҡтың осо түш кеҫәмдән күренеп тора. Түңәрәктә эре генә типтерәм, әй. Әйләнә торғас, матур ғына ҡыҙ миңә килеп баҫа бит. Тырылдап төшөп китмәйемме?.. Әйҙә, унан икәүләшеп баш әйләнгәнсе өйөрөләбеҙ.
Аҙаҡ мин ҡыҙға түңәрәктән сығырға тәҡдим иттем. Ул ризалыҡ белдерҙе бит, әй. Бик оҙаҡ һөйләштек һәм дуҫлашырға ҡул бирештек. Уның исеме Гөлзайра ине. Уйын үткәс тә мин улар ауылына барғыланым. Ҡар яуғас, бәләгә осрап ҡуйҙым шул, әй.
– Нисек! – тине Моталлап, мендәр өҫтөнән ҡалҡыныбыраҡ, оҙон муйынын һуҙып. Был Фәнискә тәүге тапҡыр район станцияһында осраған малай ине.
– Нисек тип әйтәйем?.. Аяҙ төн ине. Саңғыла Гөлзайраларға барырға сыҡтым. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Татлыбикә ҡарағатлығына етергә өс йөҙ метр самаһы ғына ҡалғас, ике ҡарасҡы күренде бит, әй. Ни күҙем менән күрәйем... тегеләр олорға тотондолар. Әйлән дә артҡа һыпырт. Ярай әле аҙыраҡ барғас та утындан ҡайтып килеүсе ауылдашҡа тап булдым, юғиһә...
– Бүреләр ашар ине үҙеңде, – тине Моталлап.
– Әй, иҫәр, мин уларҙың үҙҙәрен ашайым.
– Әй, тел бахыр, нәмә генә һөйләмәй.
– Аҙағы ҡалай бөттө һуң?
– Шунан ни, ҡабат ул ауылға барманым. Һуңынан ғына уларҙың бүре түгеллеген, ә Гөлзайра артынан йөрөгән егет һәм уның иптәше икәнлеген белдем...
– Шәп бүреләр булған, ә? Матур инеме һуң Гөлзайраң?
– Ул тиклем түгел дә, аҡыллы ине.
– Әй, уның матурлығы кәрәк, ә аҡылы...
– Ай-һай, – тине быға тиклем өндәшмәй ятҡан Фәнис.
Тәрбиәсе ишекте шаҡыны. Кемдер һыҙғырҙы. Малайҙар йәһәт кенә баштарын юрғандары менән бөркәнеләр.
– Нәмә ул мөхәббәт?.. Дуҫлыҡ, исмаһам, дуҫлыҡ... Атайым фронтта...
– Ғәйнулла ул атаһын һөйләүҙән бушамай.
– Әй, шуны кем яратһын...
Ятаҡта тынлыҡ урынлашты. Ваҡыт үтеү менән бүлмәнең әле бер мөйөшөнән, әле икенсеһенән хырылдаған тауыштар ғына ишетелә башланы.
Шәрип әкрен генә койкаһынан ҡалҡынды ла күршеһе Моталлаптың ҡолағына:
– Яңы малайҙы, һинең яҡташты, велосипедта йөрөргә өйрәтәм, – тип бышылданы. Һуңғыһы: «Әйҙә, әйҙә, ҡыҙыҡ ит әле үҙен», – тине.
Шәрип, аяҡ остары менән генә баҫып, Фәнис эргәһенә килде һәм ипләп кенә юрғандың бер яҡ осон ҡайтарҙы. Ул, уның аяҡ бармаҡтары араһына ҡағыҙ ҡыҫтырып, уға ут төрттөм тигәндә генә, йоҡламай ятҡан Фәнис бөтә көсө менән тибеп ебәрҙе. Шәрип, ыңғырашып, иҙәнгә ҡоланы. Ләкин ул тиҙ генә ҡалҡынып:
– Әле һин шулаймы ни?! – тип, Фәнисте һөйрәй башланы. Тауышҡа башҡалар уяндылар, бүлмәгә ут ҡабыҙылды.
Фәнис, ағарынып, яңаҡтарын ҡалтыратып, Шәриптең эске күлдәк яғаһынан бөрөп алды. Шәрип һыңар ҡулы менән уның сәстәренән эләктерергә ынтылды, уңай килмәгәс, Фәнистең танауына һуҡты. Фәнис иҫләмәйерәк ҡалды, уның күҙ алдында ут сатҡылары күренде. Ул, башын күтәреберәк, тештәрен шығырҙатып, яғаһынан нығыраҡ ҡыҫты.
– Еб-бәр, ебәрр тиҙәр һи-ңә, – тине Шәрип, ғыжылдап. Уның күлдәгенең яурын башы шытырҙап йыртылды.
– Ҡуй, Фәнис, ташла, – Ғәйнулла уларҙың араһына төштө. – Эләктеңме, Шәрип? Күркәләй, кеше өҫтөнә икенсе ташланма!
– Кит, ялағай!
– Ялағайҙың үҙенән ишетәм был һүҙҙе. Кеше ҡәҙерен беләһеңме ни һин? Кәрәгеңде биргән икән Фәнис.
– Бирмәй торһон!..
– Әй, бөткән.
Шәрип, йыртылған күлдәген һалып, койкаһы янына атланы, һәм Моталлапҡа:
– Һинең иптәшлегең! – тине, үпкәләп.
Мөйөштән кемдер Шәрипкә табан мендәр менән алып ебәрҙе.
– Шәрип, һаҡлан, мендәр летит, – тине Моталлап.
– Пускай летит, не моя, государственная, – Шәрип, уны эләктереп, ишек төбөнә ырғытты.
Фәнис ҡанлы йөҙөн һөртөргә тип, койка башындағы таҫтамалға үрелде, ләкин нәмә уйлаптыр, кире артҡа сигенде.
Ул постель аҫтына бөкләнмәҫкә һалып ҡуйылған салбарының кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, һаман да ҡан килеп торған танауын баҫҡыланы һәм урынына барып ятты. Уға бында бик күңелһеҙ, ситен ине. Ул тағы ла тыуған ауылын хәтеренә төшөрҙө. Уның күҙ алдына тыныс ҡына йәйге ауыл төнө килеп баҫты. Бына ул лапаҫ башында хуш еҫе бөркөгән урман бесәненә күмелгән... Ә күктә һанап бөткөһөҙ йондоҙҙар йымылдаша. Яҡындағы ҡурғынан, һуйырташтар менән уйнап, сылтырап аҡҡан шишмә тауышы ишетелә. Саф һауа, иркенлек...
Фәнис бик оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Тик таң алдынан ғына, ауыл ваҡыты менән беренсе әтәс ҡысҡырғанда, ул күҙҙәрен йомдо.
IV
Йәй үтеүгә ҡарамаҫтан, бөгөн Ағиҙел буйҙарында август айындағы һымаҡ йылылыҡ. Һауа ҡоро. Көньяҡтан йөҙгә саҡ-саҡ һиҙелерлек булып ел иҫә. Ер сыбар төҫтә, үрмәксе ояһының ептәренә оҡшаған ниндәйҙер мамыҡтар оса. Бындай осорҙо халыҡ «Әбейҙәр сыуағы», ти. Ағастар, үҙ-ара әкрен генә шыбырҙашып, һары тәңкәләр сөйөшкәндәй, һыу өҫтөнә япраҡ һибәләр. Алыҫтараҡ, йылғаның боролоп аҡҡан тәңгәлендәрәк, балыҡсы кәмәһе күренә. Кемдер Ағиҙел буйҙарын яңғыратып йыр һуҙа:
...Ҡара ла ғы-на сәс-тә-рем-де
Тарайым, үрәл-мәйем.
Тауға менеп ҡараһам да,
Ҡарайым, күрәл-мәйем...
Йыр тауы битенән урғылып сығып, үҙәндәргә табан ынтылған саф шишмәне хәтерләтеп, кеше йөрәгенән аға ла аға. Йырсы үҙе күренмәй. Ахырыһы, ул урман эсендә. Моң Фәнистең тойғоһона тәьҫир итеп, иң ҡәҙерле кешеһен һағыныуын тағы ла арттыра төштө.
Фәнис, яр башына ултырған хәлдә, кисә генә алған өс мөйөшлө хатты яңынан уҡырға тотондо.
«Хат башы – яҙ ҡаршы.
Ағай, хатыңды алдым. Барлыҡ һүҙҙәрең дә аңлашылды. Тырышып ҡына уҡы, тигәнһең. Ярай, ағай. Һағындырмаймы, тигәнһең. Һағынам, ағай. Һағынмаған ҡайҙа ул. Бик, бик юҡһынам. Дәрес әҙерләгәндә лә, йылға буйына барғанда ла гел генә иҫемдәһең. Ҡайһы саҡта, ярға баҫып, алыҫ-алыҫтан ағарып күренгән пароходты көтөп алам. Ул пристангә килеп туҡтағас, кешеләр араһынан һине эҙләйем. Таба алмағас, миңә ҡыйын, яманһыу була. Яныма килеп кит, ағай.
Һеңлең: Ғәлимова Рәмилә.
Әй, яҙырға онотҡанмын, ағай. Мине матур итеп кейендерҙеләр. Тик ҙурыраҡ күлдәк эләкте шул. Бәләкәйләнер әле, тиҙәр, иптәштәрем.
Ярай, һау бул, ағаҡайым».
Фәнистең күҙ алдына ауыҙҙары мимылдап ҡына торған бәләкәс теремек һеңлеһе килеп баҫты. Рәмилә уның янына: «Ағаҡайым!» – тип, ағастар араһынан йүгереп сығыр кеүек тойолдо.
Аҡ тулҡындар, ҡояш нурҙарына сағылып, ярҙарға табан ҡанат ҡағалар. Фәнискә улар ашығып нәмәлер һөйләргә йәки унан нәмә хаҡындалыр тыңларға килгән һымаҡ күренәләр...
Фәнистең уйҙары ошондай, кире ҡағылған йүгерек тулҡындарҙай, артта ҡалған ваҡиғаларға тартылды. Мөмкинме һуң ул ваҡиғалар тураһында уйланмаҫҡа һәм хәтергә алмаҫҡа! Улар бит уның мейеһенә һеңгән, уларҙы һис ҡасан да йыуып бөтөрөрлөк түгел, улар уның бөгөнгөләй күҙ алдында.
...1945 йыл. Фәнис, ауылдарынан алыҫ булмаған Ҡайынлы ҡул тип йөрөтөлгән ҡыуаҡлыҡтан яурын башына утын күтәреп ҡайтып килгәндә, Аралы тау буйына хәл йыйырға ултырҙы. Ул тирә-яғына ҡарап һоҡланып бөтә алмай. Тау битенән таштарға бәрелә-һуғыла гөрөлдәүектәр сылтырап аға. Туғайҙар, үҙәндәр ваҡ-ваҡ күләүектәр менән сыбарланып, йылтырайҙар. Баш осонда ғына һабан турғайы талпына. Яҡындағы ҡырлаларҙан аттар кешнәгән, һыйырҙар мөңрәгән тауыштар ишетелә.
Фәнис атаһынан ҡалған күн бүркен, башы тирләгәнлектән ҡулына тотоп, шулай иҫ киткес яҙға һоҡланып ҡарап ултырғанда артынан кемдер:
– Фә-нис! – тип өндәште. Ул әйләнеп ҡараһа, эргәһендә хат ташыусы ҡыҙҙы күрҙе.
– Апай, әллә беҙгә хат бармы? – тине Фәнис.
– Эйе, бына.
Ул шатлығынан ни эшләргә лә белмәне, сөнки атаһынан күптән хәбәр юҡ ине.
Хат ташыусы ҡыҙ күрше ауылға китте.
Фәнис хатты ентекләп ҡарай башланы. Конверт уға әллә ниңә икенсе төҫлө күренде. Адресты яҙған почерк та атаһыныҡына оҡшамаған. Ул тиҙ генә конвертты асты. Уның эсендә машинкала баҫылған штамплы ҡағыҙ сыҡты. Был уның атаһының үлеүе хаҡында белдереү ҡағыҙы ине.
Фәнистең теҙ быуындары ҡалтыраны... Һәм күҙ алды ҡараңғыланып китте...
Гүйә, ҡапыл ғына ер тетрәп, ҡояш батты, һәм ул Фәнискә ҡабат сыҡмаҫ төҫлө тойолдо. Ул бер таянысһыҙ ҡалған кешеләй: «Атаа-ай!» – тип, ҡысҡырып илап ебәрҙе. «Атай» тигән тауыш урманлы тауҙар ҡултығына китеп яңғыраны ла, ҡанаты ҡайырылған ҡоштай, хәлһеҙләнеп, кире ҡағылды. «Ни эшләргә һуң, атай, һинһеҙ!.. Ниңә улай беҙҙе иртә ташланың, ат-ай!.. Атай, тим!.. Беҙҙе кемгә ҡалдырҙың!» – тип, Фәнис, үкһеп-үкһеп, утыны өҫтөнә эйелде...
Ул күпме ятҡандыр, уныһын белмәне. Тик илап, арып йоҡлағандан һуң, яңынан күҙҙәрен асҡанда, гөрөлдәүектәр һаман да яҙ йырҙарын йырлай-йырлай, сылтырап ағалар ине. Ҡояш нурҙары уның тәнен йылыта төшкәндәр. Әйтерһең дә, улар Фәнистең ауыр ҡайғыһын аңлаған әсә һымаҡ, үҙҙәренең йылы ҡосағына алғандар. Гүйә, тәбиғәттең бөтә йән эйәһе уны йыуатҡан һымаҡ.
Фәнис, шауалап килгән яҙға ҡолағын һалып оҙаҡ ятҡандан һуң, утын бәйләмен яңынан алып ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Уның уйында бер генә нәмә: атаһының үлеүе тураһында әсәһе менән Рәмиләгә әйтергәме-юҡмы?.. Оҙаҡ баш ватҡандан һуң, ул әйтмәҫкә булды: әсәһе йөрәк сире менән ауырый ине. Әгәр ҙә ул был хәбәрҙе ишетһә, хәле тағы ла насарланыр.
Фәнис, тишек сабаталары менән һыу кисеп, көскә генә ҡайтып етте. Уның яурынында ныҡлы йөк булмаһа ла, әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы ине. Ул, ботаҡтар бәйләмен утынлыҡҡа ташлағас тағы ла, иҫе китеп, аптырап ҡарап торҙо... Усаҡҡа утын киҫергә тип, үтмәҫләнеп бөткән балтаны ла алып ҡараны, аҙбарға яҡынлашып килгән ҡар һыуын баҡсаға табан йырып ебәрергә лә уйланы, ләкин ҡулдары эшкә барманы...
Фәнис ситән буйындағы бөрөләнгән йәш ҡайындар янына килде. Атайым был ағастарҙы ултыртҡанда, мин һыу ҡойоп торғайным. Ул миңә: «Урта мәктәпте тамамлағас, ҡалаға институтҡа уҡырға китерһең. Йәйге каникул ваҡытында ауылда ял иткәндә, ошо ҡайындар төбөнә ултырып хәл йыйырһың, китап уҡырһың», – тигән һүҙҙәрен хәтеренә төшөрҙө. Ул ситәнгә таянды.
– Ағай, ни эшләйһең? Иптәштәрең мәктәпкә әллә ҡасан киттеләр бит, – тине уға һеңлеһе Рәмилә, солан ишеген асып. – Әсәйем, кереп, тамағына ҡапҡылаһын, ти.
Фәнис өндәшмәй-нитмәй генә ишек төбөндәге таш өҫтөндә ятҡан иҫке сепрәккә аяҡтарын һөрткөләп, өйгә инде.
– Әллә, улым, ҡарауылсы-маҙар тоттомо, ни эшләп шулай оҙаҡланың? – тине әсәһе ятҡан еренән, һәм ауыр итеп, ыңғырашып ҡуйҙы. Фәнис ҡаушап ҡалды:
– Юҡ... юҡ... ээ... ә ботаҡтар ҡар аҫтынан сығып өлгөрмәгәндәр, эҙләнеп маташтым, – тип, ул әсәһен беренсе тапҡыр алдарға мәжүр булды.
– Төҫөң дә ҡасҡан, әллә сирләйһеңме?
– Әҙерәк башым ауыртып тора.
– Улайһа, барма бөгөнгә.
– Ююҡ... һуң-лаһаам да барайым инде, ә-сәй, аша-ғыым кил-мәй... – тип, Фәнис үҙен саҡ-саҡ тотторманы.
...Яҙ. Туғайҙарҙан сәскәләрҙең хуш еҫе аңҡый. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ балҡый: дүрт йыл буйына көткән еңеү байрамы килде.
Көн һайын түштәрен орден, миҙалдар менән тултырып, ауылға һалдаттар ҡайтты. Рәмилә, тәҙрә тупһаһына таянған килеш, станция яғынан килгән юлдан күҙҙәрен алмайынса:
– Әсәй, Наиләнең атаһы ҡайтҡан! Ул уның алдынан да төшмәй. Минең атайым ҡасан ҡайтыр икән? – тип һораша башланы.
– Оҙаҡламаҫ, балам, сабыр ит, – тип яуап бирҙе әсәһе. Бындай минуттарҙа Фәнис, тегендәй-бындай эш табып, соланға сыҡты: уның күңеле тула ине.
Бер көн шулай иртән күҙен асһа, Өфөнән радио аша йөрәк өҙгөс моңло йыр тапшыралар:
Осрашмабыҙ тигән шомло уйҙар
Килмәһендәр һинең башыңа,
Һин ҡайтҡанда, алһыу сәскә тотоп,
Мин сығырмын һинең ҡаршыңа...
Койкаһында әсәһе һулҡылдап илап ята. Фәнис тиҙ генә һикереп тороп кейенде лә әсәһе эргәһенә килде.
– Әсәй, әсәкәйем, нииңә илайһың? – тип, Фәнис уның ауыр ҡайғынан ағара башлаған сәстәрен һыйпарға тотондо. Билдәле, ул йәшерен серҙе һиҙенгән.
– Тыныслан, улым, – тине әсәһе, – һеңлеңде уятырһың. Һин хәҙер ҙур булып үҫкәнһең. Рәмиләне ситкә ҡаҡма, етемһетмә. Һинән башҡа уның яҡын кешеһе юҡ...
Фәнис, илай-илай, башын әсәһенең һарғайған йөҙөнә эйҙе...
Ул шулай ауыр иҫтәлектәргә сумды.
Тулҡындар һаман да әкрен генә ярға ҡағылалар ҙа тауыш-тынһыҙ кире бәреләләр... Балыҡсы йыры малайҙың уйҙары менән бергә бутала, йылға борғоланып, урмандар араһына инеп юғала. Уның башланған яғында, алыҫта Таллы буйҙары!..
– Ма-лай-ҙар! Ав-то-ма-ши-наа әйләнеп килде... Ҡай-ты-ғыҙ! – тип, Ағиҙел буйҙарын яңғыратып, Ғәйнулла ҡысҡырҙы һәм, Фәнисте күреп, уның янына килде. – Ниндәй матур!.. Һүрәттәге кеүек!.. Ә һин ҡурҡма, беҙ Шәрипте ул...
Фәнис өндәшмәне, Ғәйнулла уның яурынына ҡулын һалды.
Тегеһе тегендә, быныһы бында таралышҡан тәрбиәләнеүселәр берәм-берәм утын өйөмө эргәһенә йыйыла башланылар. Иң һуңғы булып урман эсенән Фәнис сыҡты. Был рейста директор менән Шәрип тә килгәйнеләр.
– Нәмә, һеҙҙе мин тәбиғәт менән һоҡланырға ебәрҙемме әллә! Нисә минут машина буш тора! – тине Фариза Мәхмүтовна, бөтә асыуы менән ҡысҡырып. – Курортта яталар, тип уйларһың! Ниңә ҡатып ҡалдығыҙ, ну-ка, тейәгеҙ. Ә һин, Ғәлимов, балалар йортона аяғыңды баҫмағанһың, тәртип боҙорға ла өлгөргәнһең. Аңла уны, һуғышыу тигән нәмәне ҡабат ишетһәм, насарлыҡ менән бөтәсәк.
– Фариза Мәхмүтовна, ул ғәйепле түгел бит, – тине Ғәйнулла.
– Бик яҡшы беләм. Өйрәтмә мине. Һин дә һуңғы ваҡытта күп һөйләнә башланың.
– Фариза Мәхмүтовна...
– Фариза Мәхмүтовна булмай, кем булайым? Әйҙә, Яхин, йөк тейәлгәнсе, арғы өйөмгә күҙ һалайыҡ.
Шәрип, сыбар йөҙөнә төшкән оҙон ҡыҙғылт сәстәрен һәр ваҡыт ҡырын һалынған фуражкаһы аҫтына тығып, аяҡтарын алмаш-тилмәш атлап, директор артынан эйәрҙе.
Тәрбиәләнеүселәр ике-өс метрлы йыуан утындарҙы кузовҡа тейәй башланылар.
– Шәрипте әйтәм. Вот либераль буржуа, – тине Ғәйнулла, һыу һеңгән ауыр имәнде көскә урынынан ҡуҙғатып, – ошаҡлап та өлгөргән.
– Ярай, ярамһаҡланһын да, ти. Ә ниңә ул утын тейәшмәй, – тине Фәнис, уға ярҙамлашып.
– Детсовет председателе бит, туҡта, ашыҡма, тирләттерҙе. Мин аҫҡа фуражканы ырғытып торайым әле, – тине Ғәйнулла, усына төкөрөп, терпе тиреһе кеүек тырпайып үҫкән сәстәрен һыйпаны ла, зәңгәр гимнастеркаһының түш кеҫәһенән өс-дүрт теше һынған тараҡ алып, етди төҫ менән тарап ҡуйҙы. Унан тиргә ҡатҡан ҡулъяулығы менән битен һөртөп, мускуллы ҡулдарын ағасҡа табан һуҙҙы.
Фәнис был ҡыҫыҡ күҙле, күкрәге алға сығып торған тәбәнәк кенә көслө Ғәйнулланан:
– Уны кем һайланы һуң?
– Беҙ... Юҡ, юҡ, директор. Шәрип уның ниндәйҙер йыраҡ туғаны шикелле. Шулай, тиҙәр.
– Шулай ҡулды артҡа ҡуйып, балалар өҫтөнән етәкселек итер өсөнмө ни?
– Ҡуй әле, Фәнис, ҡуй. Һин уны минән төпсөнмә, әй. Аңламаҫһың бында, – тине Ғәйнулла, ҡулын һелтәп.
– Бер кеше етәкселек итергә тейеш тә инде, – тине Моталлап. – Үҙегеҙ һайлайһығыҙ ҙа, һуңынан һөйләнәһегеҙ.
– Ҡара әле! Беҙ уны директорға ялағайланып йөрөр өсөн һайланыҡмы ни? Ниңә яҡлашаһың? – тине Ғәйнулла, асыу менән утынды кузовҡа ырғытып.
– Быға яҡлашыу инмәй.
– Инә шул, – тине Фәнис. – Кит әле бынан, ҡамасаулама. Йә утын эләгер. Анау яҡ ситтән ала башла, эсемде бошороп, һерәйеп тораһың.
– Харап. Работяга. Директор килгәс тә эшлекле күренергә тырышаһыңмы? Эшлә-эшлә. Йә, башыңдан һыйпар, – тине Моталлап мыҫҡыллап.
– Әйҙә, һин һыйпат, мин уға мохтаж түгелмен. Билеңде имгәтерһең, икәү күтәрәйек.
– Үҙем генә, – тине Моталлап, сер бирмәҫ өсөн. – Һуғыш йылдарында ағайың бынан эрерәктәрен төбө-тамыры менән аҡтарған.
– Аҡтарҙың... ти, – тине Фәнис, көлөп.
– Һеҙҙе ышандырып булмаҫ инде, – тип Моталлап, төшөп барған салбарын күтәрҙе.
– Ҡарағыҙ әле, малайҙар, – тине Ғәйнулла, нәҙек ҡайын утынын тотҡан килеш. – Миңә түгел дә, ана тегендә ҡарағыҙ, Шәрип ғали йәнәптәренә. Ниндәй алйот атлай, әйтерһең әллә кем булған?..
Йөк тейәлеп бөткәс, Шәрип менән директор кабинаға урынлаштылар.
Өс тонналы автомашина ухылдап ҡуйы төтөн сығарҙы ла урынынан ҡуҙғалды. Егеттәр уны бер аҙ ҡарап торҙолар ҙа, өҫ-баштарын ҡаҡҡылап, сиҙәм өҫтөндә хәл йыймаҡсы булдылар.
– Моталлап, – тине малайҙарҙың береһе, – ниңә Шәрип һине ултыртманы, ул бит һинең дуҫың.
– Иҫем китте, – тине Моталлап, теш араһынан төкөрөп. – Шул арбаға оҡшаған машинаға ултырғансы, күкте күҙләп тик ятам. Ай-ай ниндәй зәңгәрлек! Ой, әллә ҡыр ҡаҙҙары инде... Шулар шул! Ҡайһылай теҙелешеп осалар! Алыҫҡа, йылы яҡтарға табан, ахырыһы. Иң алдағыһы башлыҡтарылыр инде, ҡайһылай ҡанат ҡаға!
Тәрбиәләнеүселәр баштарын юғары күтәрҙеләр.
– Бөтәһе лә берҙәй: «Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ!» – тип ҡысҡырышалар. Осоуы күңеллелер инде уларға, – тине Ғәйнулла, ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып үргә ҡараған килеш.
– Харап, әй! – тине Фәнис, һоҡланып.
– Их, шуларҙың артынан эйәрергә ине! – тине Моталлап. – Улар ниндәй илдәрҙе гиҙмәйҙәр ҙә, ниндәй ерҙәрҙе күрмәйҙәр! Икһеҙ-сикһеҙ бейеклек, зәңгәр бушлыҡ!.. Барыбер летчик буласаҡмын.
– Һинме? Фантазия! – тине Ғәйнулла.
– Ниңә? Шәп теләк. Шайтан ғына өмөтһөҙ йәшәй, тиҙәр, – тип Фәнис уға ҡаршы төштө.
Ағиҙел буйҙарын яңғыратып, бәләкәй генә аҡ пассажир пароходы үтеп китте.
– Иии-их! – тип, Ғәйнулла тәрән һуланы һәм ҡулы менән яңағына таянды. – Нисәмә йылдар инде пароход тураһында хыялланам. Ағайығыҙ, ун класты тамамлау менән, Ленинградҡа юл тотасаҡ... Бына ул хәрби диңгеҙ училищеһын тамамлап ҡайтты, ти. Офицер, шул уҡ ваҡытта сит илдәргә йөрөй торған пароходта йөҙә. Бығаса күрелмәгән яңы порттар флаг болғап ҡаршы аласаҡтар...
– Береһе осто, икенсеһе йөҙөп китте. Мин ҡоро ерҙә тороп ҡалдым, шикелле, – тине Фәнис, көлөмһөрәп, елкәһен тырнай-тырнай.
V
Ғәйнулла кискә табан, дәрес әҙерләгәндән һуң, тәрбиәселәр бүлмәһендә яңы гәзиттәр ҡарағанда телефон шылтыраны.
– Эйе, балалар йорто, – тине ул, трубканы алып. – Директор, тиһегеҙме!.. Юҡ!.. Юҡ, тим!.. Ҡайҙа?.. Кем белә уны, йә ҡайтып киткәндер. Завуч!.. Ул бында, ҡыҙҙар этажында шикелле. Нәмә тип?.. Ярай, әйтермен. Улай, улай... Рәхмәт, ағай, эш урында түгел дә. Нәмә тинегеҙ, тип һорайһығыҙмы?.. Эш урында түгел бит, тим... Һуң шулай инде... Һау булығыҙ!..
– Ғәлимов, кил әле, – тине ул, ишекте асып, коридорҙағы өҫтәл артында ултырған Фәнискә.
– Нәмә бар, шунан ғына әйт! Йә инде, – тине Фәнис, китабын тотҡан хәлдә Ғәйнуллаға яҡынлашып.
– Беләһеңме! – тине Ғәйнулла, ҡыуанып, – бөгөн «Сыңрау торна» балеты була, әле генә администратор менән һөйләштем. Барығыҙҙы ла индерә алмайым, егерме биш-утыҙ уҡыусы йыйылышып килегеҙ, галеркаға урынлаштырырмын, ти.
– Ә билет?
– Бушҡа индерәләр, беҙҙе бит улар шефҡа алғандар.
– Фариза Мәхмүтовна нәмә тиер икән?
– Аҡсаһыҙ булғас, нимә тиһен, Сәлимә Мансуровнан рөхсәт алырға ла китергә...
...Театрҙың ҙур ауыр ишектәрен асып инеү менән, Фәнис кассанан ситтә, мөйөштә бер таныш йөҙҙө күргәндәй булды.
«Моталлап түгелме һуң был?! Туҡта, туҡта... Шул. Эргәһенә халыҡ йыйып ни эшләй икән ул?» – тип һөйләнде Фәнис, ауыҙ эсенән генә һәм:
– Ғәйнулла, ана мөйөшкә ҡара әле, – тине.
– Бәй, Моталлап бит! Әйҙә.
Моталлап иптәштәрен күреү менән, тик кенә торған кешегә һалышты.
– Сәләм, Муташ! Нәмә буташ? – тине Фәнис.
– Ун биш һумлыҡ билеттарҙы егерме биш һумға һата. Исмаһам, егерме лә түгел, – тип зарланды стена буйында торған ҡатын.
– Ниңә әҙерәк хаҡын төшөрмәйһең? – тине Фәнис, көлөмһөрәп, бер Моталлапҡа, бер Ғәйнуллаға ҡараны. – Бына ни өсөн ул киске ашҡа һуңлай икән?..
– Һеҙҙең ни эшегеҙ бар миндә?
– Улай уҡ ҡыҙма әле. Билеттарыңды үҙ хаҡына һат та, балетҡа инербеҙ.
– Быға тиклем һинең балет-малетыңды ҡарамаһам да йәшәнем, – тине Моталлап, арты менән ишеккә табан сигенде.
Малайҙар уның юлын бүлделәр. Моталлап туҡталып ҡалаған еренән, бөтә асыуы менән:
– Мин һеҙгә кассамы ни! Бәхетегеҙ инде, мәгеҙ! – тип ҡысҡырҙы.
Шул арала уны унлап кеше һырып та алды.
– Ул йыйған аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға уйлайһың? – тине Фәнис, тирә-яғындағы кешеләр таралып бөткәс.
Моталлап ыҡ-мыҡ итте лә:
– Ауылда таныш әбейҙә бер туған ҡустым йәшәй... Шунда ебәрмәксе инем, бик фәҡир торалар, – тип ул, ҡалын ирендәрен тешнәштереп, башын эйҙе.
– Шулаймы ни? – тип Фәнис уны ҡыҙғанып та ҡуйҙы. – Икенсе төрлө ярҙам итергә, ҡустыңды балалар йортона урынлаштырыуҙы юлларға кәрәк.
– Һәйбәт булыр ине лә бит...
Малайҙар баҫҡыстан күтәрелделәр. Моталлап иптәштәрен тиҙ генә ышандырғанына шатланып бөтә алманы: уның ҡустыһы ла, әбейе лә юҡ ине. Моталлап ата-әсәһенән йәшләй генә етем ҡалды. Уны атаһы менән бер туған Малик ағаһы ҡарап үҫтерҙе. Ағаһы һуғышта үлгәс, еңгәһе Моталлапты тәрбиәләүҙән баш тартты. «Көсөмдән килгән тиклем ҡараным, ҡәйнеш, хәҙер үҙ көнөңдө үҙең күр, һинән башҡа ла өс тамаҡты туйҙырам», – тип, ҡыуалағандай сығарып ебәрҙе.
VI
– Кем ҡушты утыҙ уҡыусыны театрға ебәрергә? – тине директор, аяғөҫтө торған көйөнсә бүлмә тәҙрәһенән тышҡа асыу менән ҡарап. Уның йыуан ҡыҫҡа бармаҡтары имәндән яһалған тәҙрә тупһаһын ышҡынылар. – Ниңә өндәшмәйһең?
– Мин белмәйем... Үҙем дә барманым, – тине Шәрип. – Ана яңы малай менән Ғәйнулла.
– Һин балалар советының етәксеһеме, әллә урамда ел ҡыуып йөрөүсеме? Эштә һин беҙгә ярҙам итергә тейешһең, – тип Фариза Мәхмүтовна Шәрип яғына әйләнде.
– Һәр ваҡыт мин һинең башыңдан һыйпамам, туған тип тормам, теләйем икән, утҡа ла баҫтырырмын... Ана Ғәйнулла, Фәнис! Танауыңа һуғалармы?! Ә Фәнистең балалар йортонда йәшәүенә ике-өс ай юҡ, тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр араһында авторитет ҡаҙанырға ла өлгөрҙө... Абау, күҙ көйөгө! Бар сыҡ, башыңды күтәр!...
Шәрип ишеккә табан атланы.
– Туҡта... Фәнисте генә саҡыр...
Фариза Мәхмүтовна Фәнисте һорау менән ҡаршы алды:
– Һин ойошторҙоңмо культпоход?
– Ниндәй поход, Фариза Мәхмүтовна? – Фәнис уның күҙҙәренә туп-тура ҡараны.
– Кисә театрға.
– Мин һәм Ғә... әәә. – Ул Ғәйнулла тип әйтергә уйлағайны ла, иптәшен тотторорға теләмәне. – Эйе, эйе, мин.
– Һин күҙҙәреңде йылтыратма, кеҫәңдән алып билетҡа тигән йөҙ илле һум аҡсаны түлә!
– Беҙ бит, Фариза Мәхмүтовна, балетты бушҡа ҡараныҡ.
– Буш, буш булмай ни?!
– Ысынлап та, Фариза Мәхмүтовна. Беҙҙе улар шефҡа алғандар түгелме һуң?
– Шеф, имеш. Уларға бит шефлыҡ күҙ буяр өсөн генә. Саҡыралар ҙа, һуңынан аҡса талап итәләр.
– Фариза Мәхмүтовна, гел генә балалар йортоноң ҡоймаһы эсендә бикләнеп ятып булмай бит инде. Кино, спектаклдәр ҡарайһы, музейҙарға йөрөйһө килә. Ә бында ниндәйҙер режим: дәресеңде әҙерләп бөтәһең, тәрбиәсе ҡушҡан эште үтәйһең...
– Тағы ла нәмә? Әйҙә, әйҙә, һөйлә. Тыңлайым. Күр әле һин уны!
– Фариза Мәхмүтовна, балалар йорто – һеҙҙең үҙ йортоғоҙ түгел.
– Етте, телеңә һалышма! Оҡшамай икән, дүрт яғың ҡибла! Һине бында берәү ҙә көсләп тотмай. Тарһынһаң – ана! – Фариза Мәхмүтовна бүлмәнең көнбайыш яғындағы тәҙрәгә ҡулын һуҙҙы.
Ул үҙен директор алдында ныҡ тотһа ла, сығыу менән уның күңеле төштө: ул китабын да уҡып ҡараны, дәфтәрен дә асҡыланы, ләкин башҡа бер нәмә лә инмәне. Фәнистең был йортто ташлап, әллә ҡайҙа китәһе килде. Ләкин аҫҡы ҡатта шатлыҡлы тауыштар ишеткәс, иптәштәре менән айырылышыу ауыр төҫлө тойолдо.
– Фәнис, ниңә улай бойоғоп тораһың? – тине Фәриҙә, аҫҡы ҡаттан йүгереп менеп. – Әйҙә әле, беҙ бер мәсьәлә сисә алмайбыҙ, ярҙам ит.
Фәнис Фәриҙә артынан эйәрҙе.
VII
Шәрип, башын ҡалҡытып, алан-йолан тирә-яғына ҡараны. Ятаҡ тәҙрәләренән тоноҡ ҡына ай нурҙары төшә. Малайҙар йоҡлайҙар. Тынлыҡ. Шәрип, сысҡан тоторға йыйынған бесәй кеүек, Моталлап койкаһы янына яҡынлашты. Ҡапыл кемдер уға арттан «Һайт!» тип өндәшкән һымаҡ тойолдо. Шәрип, эйелгән килеш, туҡтаны һәм күҙҙәрен яҡ-яғына текләне. «Кеше ҡурҡытҡансы һаташырға кем ҡушҡандыр! Һаташа бир, туған. Бына мин һине тағы ла һаташтырайым әле!» – тип ул, үҙ-үҙе менән һөйләшеп, Фәнис койкаһына төбәлде. «Уянып ҡуймаһын, ул бик һиҙгер бәндә!» тип уйланы. Ләкин был хәл оҙаҡҡа һуҙылманы, йәнә тынлыҡ урынлашты.
Шәрип Моталлаптың эске күлдәк еңенән тартты, ләкин тегенеһе уянманы. «Тор тиҙәр бит һиңә», – тип Шәрип уның ҡолағына бышылданы. Моталлап ишетмәне, үлектәй йоҡлай бирҙе. Шәриптең асыуы килде. Ул уның ауыҙын уң ҡулы менән ныҡ итеп ҡапланы ла, һул ҡулы менән беләген бороп семтене. Моталлаптың тыны бөтөп, тыпырсына башланы. Шәрип ҡулын ебәрҙе һәм уға: «Ауыҙыңды асаһы булма!» – тигән мәғәнәлә бармаҡ янаны...
– Моталлап, мә, кей, – тине Шәрип, сөйҙән бер яңы демисезонный пальтоны алып.
– Ә ниңә үҙең кеймәйһең, – тине Моталлап, йоҡо аралаш.
– Һин ни, мин ни, барыбер түгелме ни! Йә, ниңә ҡалтыранаһың?
– Кил-тер, – тине Моталлап, теләр-теләмәҫ кенә.
– Ҡысҡырма, уятаһың бит... Унан һуң, малай, икебеҙ ҙә капут... Туҡта, ашыҡма, дежурҙағы тәрбиәсене ҡарарға кәрәк. – Шәрип, әҙерәк ишекте асып, коридорға күҙ һалды. «Юҡ, ахырыһы, ул тәрбиәселәр бүлмәһенә йоҡларға ингән, булды ғына», – тине Шәрип, ауыҙына ҡулын ҡуйып.
Моталлап һәм Шәрип һаҡлыҡ менән генә коридорға сыҡтылар һәм, уның тәҙрәһе аша тышҡа сығып, ҡыйыҡтан ергә тиклем һуҙылған оҙон тимер баҫҡыс буйынса түбән төштөләр.
– Ҡапҡаға түгел, артҡа, – тине Шәрип.
Урамда ат тояҡтары тыҡылданы.
– Милиционер, – Моталлап ҡойма ярығынан күҙәтте.
– Сабыр ит, уҙһын, сүк, – тип Шәрип иптәшенең салбар балағынан тартты. – Пальтоны теге минең танышҡа илтәбеҙ, туған. Ул толчокка алып барып һатмаҡсы... Әле ай төш тәңгәлендә генә, хәҙер әйләнербеҙ.
Малайҙар ҡойма өҫтөнә менеп, таш урамға һикерҙеләр...
...Иртәгеһен тәрбиәләнеүселәр мәктәпкә киттеләр. Фәнис бүлмәлә яңғыҙы ғына ҡалды.
– Ғәлимов, ниңә уҡырға барманың? – тине тәрбиәсе, бүлмәләрҙең таҙалығын тикшереп йөрөшләй.
– Пальтоны таба алмайым, – тине Фәнис, ҡулындағы «Педагогик поэма»ның биттәрен ҡыштырҙатып.
– Ниндәй китап ул?
– Макаренконыҡы.
– Улай...
Тәрбиәсе койка башынан һәленгән простыняны рәтләп, стеналағы уртаға ярылған көҙгө эргәһенә бейек үксәле ботинкаларын шығырҙатып атлап барҙы ла, тырнаҡтары ҡыҙылға буялған оҙон нәҙек бармаҡтары менән саҡ ҡына һыҙылып торған һарғылт ҡаштарын һыпырғыланы. Унан һуң ул күлдәгенең яурын баштарын төҙәтә-төҙәтә:
– Ҡайҙа һуң ул пальто? – тине йомшаҡ ҡына тауыш менән.
– Белмәйем.
– Һе!.. Кем белә икән һуң?
VIII
Ҡояшһыҙ, һоро көн. Ҡала урамдарына һалҡын, ваҡ күҙле ямғыр һибәләй. Елдәр ағастарҙың берәм-берәм күренгән һуңғы япраҡтарын өҙөп алып, ергә ырғыта. Аяҡ аҫтында быстырҙап торған шыйыҡ батҡаҡлыҡ.
Кешеләр, зонтиктарға ышыҡланған хәлдә, йәки пальто яғаларын күтәреп, төрлөһө төрлө яҡҡа ашығалар.
– Байҙулла бабай, атыңды ҡыуа төш, – тине Фариза Мәхмүтовна. – Ҡайһылай йөҙгә бәреп яуа!
– Әйтерең бармы!
– Һулғараҡ шыумаҫһыңмы, миңә ышығыраҡ булыр ине.
Байҙулла ҡарт өндәшмәй генә күсте лә:
– Наа, на-нааа, сәбрәскә, – тип ямғыр һыуына бүртенгән ауыр ҡайыш дилбегәне тартты. – На тиҙәр һиңә, ниңә башыңды ҡаҡҡылайһың. Ну был Шәрипте, ҡара йөҙҙө, аттың ауыҙын боҙҙо бит. Детснабҡа ебәргәндә: «Уның башы йомшаҡ, тартҡылама», – тип әйтеп ҡалдым инде... Иллә ҡырын малай ҙа һуң! Хут әйт уға, хут әйтмә – үҙенекен ҡыла.
– Ҡуй, Байҙулла бабай, үҙеңдең ғәйебеңде балаға япма, ҡарттарға килешмәй ул.
– Ышанаһыңмы, юҡмы, уныһы һинең эш, ҡыҙым. Иллә мин дөрөҫлөк яғындамын... Һинең ул батырың әле яңыраҡ ҡайҙандыр ҡайтты ла, минең янға, ат һарайына инде. Илаһи күҙҙәре ҡыҙарған! Ахырыһы, ҡотортҡос йотҡан. Бәйләнә башланы бит әттәгенәһе, сыҙа ғына: «Һин, – ти, – Фәнис, Ғәйнуллалар менән дуҫһың, ә минең менән һөйләшергә лә теләмәйһең», – ти. Мин әйтәм:
– Как же, аҡыллы балалар менән серләшеүе үҙе бер ғүмер!
– Аҡылһыҙ дуҫың булғансы, аҡыллы дошманың булһын тигәндәр, – тип ҡыҙып китте малайың, – мөйөштәге һәнәккә үрелә, мәлғүн. Елкәһенән эләктерҙем дә, марш, мин әйтәм. Нисек сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды, ала күҙ.
– Һин дә, бабай, тапҡанһың аҡыллы малайҙарҙы.
– Бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, малайҙар яҡшы.
– Ниндәйерәк баланың йөрәге нисегерәк типкәнен, бабай, мин һинән яҡшыраҡ беләм. Мине бында юҡҡа ғына директор итеп тәғәйенләмәнеләр. Кемдең кем икәнен министерствола яҡшыраҡ аңлайҙарҙыр, тим.
– Шулайҙыр, ҡыҙым, шулайҙыр. Ҡайһы саҡта эшлекһеҙ, балаларҙы һөймәгән, команда бирергә генә ярата торған инспекторҙарҙы ла директор итеп раҫлайҙар.
– Һай, Байҙулла бабай, һин дә закон эйәһенә әйләндең, тыңларға ғына өлгәш.
– Ун йыл буйы балалар араһында буталһаң, әйләнерһең дә шул! – Байҙулла бабайҙың йөҙөндәге йыйырсыҡтары асыла төштө. Ғәҙәтенсә ул туҡтауһыҙ ҡалтырап торған уң ҡулы менән ҡырлаларҙа ямғыр аҫтында үҫеп ултырған һары ҡылғандарға оҡшашлы еүеш һаҡалын һыпырғылап, ирендәрен ҡыбырҙатып ҡуйҙы. Эскә батҡан яңаҡтары яңынан өңөлгәндәй булдылар. Ул фуфайка өҫтөнән кейгән брезент плащының ел асҡан сабыуын рәтләп ҡуйҙы.
Фариз Мәхмүтовна, «Һинең менән һөйләшкәнсе», – тигән мәғәнәлә ҡул һелтәп, эргәнән уҙыусыларға күҙ ташланы. «Эйе, минең дә ошолай йөрөгән саҡтарым бар ине. Үтте шул йылдар...» тип уйланы ул һәм, парлашып, көлөшә-көлөшә һөйләшеп барған ир менән ҡатынға ҡарап, көрһөнөп ҡуйҙы. Уның йөрәгенә, ҡарт ҡыҙҙарға ғына хас булғанса, нәмәлер етмәй кеүек, Фариза Мәхмүтовна, уҙып китеүсе һәр бер яңғыҙ иргә, егеткә төбәлде, улар араһынан оҙаҡ йылдар буйына эҙләгән кешеһен табырға тырышҡандай ынтылды. Уҙғынсыларҙың күбеһе уны күрмәне, күргәндәре лә артыҡ иғтибар итмәне. Фариза Мәхмүтовна, эсе бошоуҙан һары күн бирсәткәһен сисеп, сеңгәсәй бармағының тырнаҡ осон ҡымтыны һәм иҫләмәҫтән генә ҡалған бөтә бармаҡтарындағы йыйырсыҡтарҙы күрҙе. Ул был нәмәләрҙе йәһәтерәк бөтөрөргә теләне, ләкин уларҙы тиҙ генә юйып ташларлыҡ түгел ине: былар тормош талап иткән билдәләр ине...
Фариза Мәхмүтовна, кырандастан төшөп, ҙур, алты мөйөшлө йортҡа инде.
– Аш-һыуыңды яҡшы ғына әҙерлә, кеше буласаҡ, – тине директор, аҫрау ҡыҙына, алғы бүлмәлә пальтоһын һалып. – Теге саҡта ла пирогтарыңды көйҙөрөп бөткәйнең.
– Май етмәгәйне бит, – тип ҡыҙ, ҡурҡып ҡына өндәште. – Хәҙер ҙә ярты ҡаҙаҡ самаһы ғына бар, ул ни таба төбөн йомшартырға ла етмәй.
– Хәҙер килтереп еткерәсәктәр, ҡамырҙарыңды әҙерләй тор, – тип, ул эске бүлмәгә атланы.
Ярты сәғәт ваҡыт үтмәне, директор йортона тыны бөтөп өлкән повар килеп инде.
– Харап булдым, Фариза Мәхмүтовна, нәмәләрҙе һалдырып алып ҡалдылар, – тип илап ебәрҙе.
Директор йоҡомһорап ултырған еренән тауышҡа ҡапыл күҙҙәрен асып:
– Нәмәләреңде, кем? – тине, тынысһыҙланып.
– Биш килограмм майҙы, өс килолай дөгө ярмаһын... Ҡапҡанан сыҡтым тигәндә генә, теге ут күҙ Фәнис ҡаршы төштө. Тауышҡа бүтәндәр ҙә йыйылдылар. Уратып алдылар ҙа, бер яҡҡа ла ебәрмәйҙәр... «Әйтәм ашатыуҙарының инәһе-атаһы юҡ, ашхананан сығыу менән ҡарын асыға», – ти, сандыр Моталлап, тамағына яман ҡалҡҡыры, үҙенә тағы өҫтәмә рәүештә тегенеһен-быныһын һаман биргеләп килдем. Ит изгелек – көт яуызлыҡ... «Көн дә шулай ташығас, аҙыҡтың ниндәй бәрәкәте булһын, һаҡларға кәрәк, – ти мыжыҡ Байҙулла, атын туғара-туғара. – Быға һеҙҙең тулы хаҡығыҙ бар, ҡыйыу булығыҙ, балалар, хөкүмәт бөтәһен дә һеҙгә ебәрә». Анау ыҡылдыҡ Ғәйнулла: «Өҫтөнән хәҙер үк акт төҙөргә лә, милицияға алып барырға кәрәк, үҙен подвалға ябып ҡуйһындар», – ти. Үҙе көлөмһөрәй, иблес, урам берәҙәге. Нисек кеше һүрәтенә ингәнен белмәй. «Ҡабаланырға ярамай, тәүҙә әйберҙәрен герҙә үлсәйек», – ти берәүһе. Кем икәнен шәйләмәнем... Шунан төйөнсөктәрҙе шкафҡа бикләп ҡуйҙылар... Ниҙәр генә күрер икән был башҡайым, эй Хоҙайым...
Фариза Мәхмүтовна бер аҙ уйланып торҙо ла, башын ҡалҡытыбыраҡ:
– Һиңә расчет алырға тура киләсәк, иҫән-һау ҡотолоу өсөн шунан да яҡшыһы булмаҫ, – тине. – Иртәгә балаларҙың дөйөм йыйылышы, мин ул Ғәлимов менән һөйләшермен әле.
– Шулай итегеҙ һеҙ уны, шулай. Телен дә ҡыбырҙата алмаһын... Уныһы улай ҙа, Фариза Мәхмүтовна, һуң мин ҡайҙа эшкә урынлашырмын икән? – тине повар, тулҡынланыуҙан пальто төймәләрен саҡ-саҡ элеп.
– Әйтә алмайым... Үҙ ихтыярыңда...
IX
Оҙаҡ көттөргәндән һуң Фариза Мәхмүтовна, ҡулына хозяйственный сумка тотоп, алға уҙҙы. Уны күреү менән тәрбиәләнеүселәр тиҙ генә урындарынан торҙолар. Бындай ололау, ахырыһы, директорға бик оҡшаны; ул, уң ҡулын күкрәге өҫтөнә ҡуйып, башын эйҙе.
– Иптәштәр, йыйылышты алып барыу өсөн председатель һәм секретарь һайларға кәрәк, – тине Шәрип. – Кемдәрҙе күрһәтәһегеҙ!
– Председатель тип ни, әйҙә үҙең нит... Әәә... әә... Үҙең, үҙең бул, – тине берәү.
– Секретарь – Фәриҙә, – тине, ҡыҙҙар араһынан. – Яҙыуы ла һәйбәт.
– Бүтән кандидаттар өҫтәмәйһегеҙме?
– Юҡтыр, әйҙә тауышҡа ҡуй, – тине Фариза Мәхмүтовна Шәрипкә, ҡайҙалыр китеү алдынан ҡабаланып һөйләшкән кешеләй.
Ишек төбөндә ултырған Фәриҙә, йылмая-йылмая, башын сайҡап, өҫтәл эргәһенә килде лә, протокол яҙырға әҙерләнде. Ул, хәҙергә һөйләүселәр юҡлыҡтан, тәненә һылашып ҡына торған йәшкелт күлдәгенең ең осондағы йылтыр төймәләрен бармаҡтары менән ышҡылап, ара-тирә залға ҡаранды. Йыйылышта, тәрбиәләнеүселәрҙән башҡа, тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, кер йыуыусылар ҙа – бөтәһе лә бар ине. Урын етмәгәнлектән, балаларҙың ҡайһылары стена буйҙарына баҫҡандар, ҡайһылары ултырғыстарға икәүләп ултырғандар. Көлөү, үҙ-ара һөйләшеү менән бәләкәй генә ашхана залы геүләп тора... Ҡапыл Фәриҙәнең ҙур зәңгәр күҙҙәре Фәнис күҙҙәре менән осраштылар. Ҡыҙҙың бөтә тәне буйлап ҡыҙыулыҡ йүгерҙе, ул ҡолаҡ япраҡтарына тиклем ҡыҙарып, башын түбән эйҙе.
– Ғәйнулла, дуҫ кеше, һинеңсә, ҡыҙарыу нәмәне аңлата? – тине Фәнис көлөмһөрәп.
– Әллә нәмәләр уйлайһың, әй. Ниңә ул?
– Әйт әле, әйт.
– Ҡыҙара белмәгән кешене мин кешегә һанамайым. Ғөмүмән, ундай кеше ҡаты бәғерле, шул уҡ ваҡытта, таш йөрәкле була.
– Ғәйнулла, туҡтатығыҙ унда ҡолаҡтан ҡолаҡҡа бышылдашыуҙы! – Шәрип графинға ҡәләме менән ҡаҡты.
Фәнис Фәриҙәгә тура ҡараны. Ҡыҙ был ваҡытта тар ғына маңлайына ҡабарынҡы йомшаҡ һарғылт сәстәрен төшөрөнкөрәп, түбән ҡарап, дәфтәр тышына «Фәнис, Фәнис», – тип яҙғылай ҙа һыҙғылай ине.
– Йыйылыш дауам итә, – тине Шәрип. – Көн тәртибендә балалар советын яңынан һайлау.
Фариза Мәхмүтовна һүҙҙе Шәрипкә бирҙе. Шәрип йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһаны. Шунан отчет буйынса фекер алышыуҙар башланды. Тәрбиәләнеүселәрҙән алты кеше советтың эшен: «Яҡшы», – тип баһалап сыҡты. Унан һуң директор һүҙ алды.
– Иптәштәр, – тине, ауыр һулыш алып. – Һеҙ балалар советының бер йыллыҡ эшенә отчет тыңланығыҙ. Эйе. Дөрөҫ, тулайым алғанда ул байтаҡ ҡына нәмәләр башҡарҙы. Унан тағы ни талап итәһең? Дирекция нәмә ҡушты, ул шуны үтәне. Яманлап булмай. Минеңсә, артабан да етәкселек посында Яхин Шәрипте ҡалдырырға кәрәк. Артабан, уҡыусылар, мин шуны әйтергә теләйем, һеҙ азат илдә йәшәйһегеҙ. Был, әлбиттә, һәр ҡайһығыҙға мәғлүм. Белем алыр өсөн һеҙгә бөтә мөмкинлектәр асылған. Бер. Хөкүмәт кейендерә. Ике. Тәрбиәләй. Өс. Шуға яуап итеп ни эшләйбеҙ, ә? – Фариза Мәхмүтовна, сәбәкәйләргә теләгәндәй, усын усҡа һуғып ҡуйҙы. – Ошо аҙнала ундан артыҡ ике билдәһе бар. Йә! Әҙәм ояты! Мин һеҙҙә юҡҡа ғына хөкүмәт елкәһен кимертмәм! – Директор бармағын янаны. – Артабан бындай хәл тағы ла ҡабатланһа, аңлағыҙ уны, ҡайһыларығыҙ менән һаубуллашырға ла тура килер. Кемдең кем икәнен тикшереп тормабыҙ...
Фариза Мәхмүтовна оҙаҡ һөйләне. «Ҡара списокка» эләккәндәр баштарын ҡалҡыта алманылар, улар оялыштарынан һәм ҡурҡыштарынан иптәштәренә һырыштылар.
– Тәртип яғына ҡағылһаҡ, шуай уҡ шәптән түгел, – тине директор. – «Ғәлимов ҡабул ителеү менән, урлашыу башланды», – тип дөрөҫ әйтте Яхин. Нығыраҡ уйлаһаң, шулай ҙа. Быға тиклем балалар йорто тып-тыныс ине. Ул килде – сыуалыш ҡупты. Тәрбиәселәр менән тәрбиәләнеүселәр араһында ышанмаусанлыҡ тыуҙы. Баш-баштаҡлыҡ китте! Кемдең әйбере юғалғаны бар ине? Бер кемдең дә! Ғәлимов үҙ пальтоһын үҙе урлап һатты. Хәҙер, уҡырға йөрөмәйенсә, түбә таҡтаһына төкөрөп ята. Әйҙә, ята бирһен... Ятыр ул!.. Тәрбиәселәр менән әрепләшер өсөн Макаренконы уҡый. Нисәмә тапҡыр һиңә, ул китапты балаларға бирергә ярамай, тип киҫәтелде! – тип Фариза Мәхмүтовна ишек яңағына һөйәлгән ҡатынға өндәште.
– Мин уны биргәнем юҡ, ҡайҙан тапҡандыр, – тине библиотекарь.
– Унда минең эшем юҡ. Һин ниндәй бала ниндәй китап уҡығанын тикшерергә, миңә белдерергә тейешһең. Мин Ғәлимовты былай ғына ҡалдыра алмайым. Урлашҡан өсөн судҡа бирергә тигән ҡарар тәҡдим итәм. Быны йыйылыш яҡларға тейеш.
Фариза Мәхмүтовнанан һуң һөйләргә теләүселәр бөтөп ҡуйҙы.
– Йә, йә, иптәштәр, тынысланайыҡ, – тине Шәрип. – Бигерәк тә һуңғы тәҡдим тураһында фекер алышырға кәрәк.
Уҡыусылар аптырашып бер-береһенә ҡараштылар. Ләкин уларҙың береһе лә ҡалҡынырға батырсылыҡ итә алманы.
Фәнисте борсоу алды. Бына-бына кемдер торасаҡ та, уның тураһында яманлап һөйләй башлаясаҡ кеүек тойолдо.
– Ниңә һөйләмәйһегеҙ?.. Тимәк, ризаһығыҙ...
«Әгәр ҙә тотлоҡһаң, телмәреңдең рәте-сираты булмаһа, көләсәктәр генә», – тип уйланып, Фәнис тирә-яғына ҡаранды. Байҙулла ҡарт уға: «Баҫ, юғиһә харап итәләр бит!» – тигән мәғәнәлә сал сәсле башын һелкте, Фәриҙә күҙҙәрен мөлдөрәтеп, берсә ағарынды, берсә ҡыҙарынды, ултырғысында тыныс ҡына ултыра алманы. «Их, етмәһә, егет!» тип, үпкәләгәндәй булды.
Фәнис ҡулын яртылаш ҡына күтәрҙе лә, икеләнеп, уны йәһәт кире алды.
– Әйҙә, ниәт иткәс, – тине Ғәйнулла, баянан бирле уның уйын һиҙгәндәй.
Фәнис яңынан ҡул күтәрҙе.
– Яңы малай, Ғәлимов, – тине Шәрип.
Барлыҡ күҙҙәр Фәнискә төбәлделәр. Ул ҡаушаны, ике-өс минут өндәшмәй баҫып тик торҙо. Залда шау-шыу ҡупты.
– Нәмә әйтергә уйлай икән?
– Үҙенән көлдөрә генә.
– Тик ултыр.
Ахыр, Фәнис һөйләй башланы.
– Уҡыу барышы насар тиһегеҙ... Эйе. Уйлап ҡарағыҙ, ни ултырғыс, ни өҫтәл етешмәй, – тине Фәнис, Фариза Мәхмүтовнаға ҡарап. Директор шунда уҡ йөҙөн боҙҙо. Уның бәләкәй генә һоро күҙҙәре бер өҫтәлдәге ҡағыҙға, бер балаларға, бер улар араһындағы Фәнискә төбәлде.
– Өҫтәл булһа, уны унлап кеше тирәләй, – тип Фәнис һүҙен дауам итте. – Унда һыңар терһәкте ҡуйып яҙырлыҡ та түгел. Коридорҙар тар. Ҡайһыһы тәҙрә, ҡайһыһы ишек төбөндә дәрес әҙерләй. Тауыш. Нисек башҡа инһен...
Зал тынып ҡалды. Уҡыусылар Фәнистең һәр һүҙен эләктереп алып, бер-береһенә ҡараштылар.
– Ни рәүешле генә баһа бирһәгеҙ ҙә, мин балалар советының эше менән килешә алмайым. Ни өсөн тип һорарһығыҙ? Уның уҡыу секторы уҡыусыларҙың уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынмай, художестволы үҙешмәкәр түңәрәге әллә ҡасанғы иҫкергән номерҙарҙы күрһәтеүҙән башҡаны белмәй. Тимәк, культура секторы ла насар эшләй. Хужалыҡ секторын һөйләп тораһы ла юҡ. Балалар йортоноң барлыҡ хужалығын күҙәтеп торорға тейеш ине ул. Ләкин, киреһенсә, ауыҙ асып ҡына йәшәй. Быға миҫал итеп, кисәге хәлде генә алырға мөмкин. Мин өлкән повар тураһында әйтәм. Үҙенең йортомо ни, сумкаһын тултырған да, иҫе лә китмәй, ҡайтып бара.
– Мин уны эштән бушаттым инде, – тине директор, Фәнисте бүлеп.
– Эш унда түгел, Фариза Мәхмүтовна, беҙгә уның тотолоуы мөһим. Ошо көнгә тиклем продуктты ташығанмы? Ташыған. Кем ҡабат беҙҙең аҙыҡҡа ҡул һуҙырға ынтыла, эштән сығарылыу ғына түгел, тағы ла насарыраҡ барып бөтәсәк.
– Дөрөҫ, дөрөҫ! – тине уҡыусылар, тәҙрә янындағылар ҡул сабырға тотондолар. Фариза Мәхмүтовна шул яҡҡа ҡыҫҡа йыуан муйынын бороп, ҡырын күҙен һалғас, тегеләр шунда уҡ туҡтарға мәжбүр булдылар. Ләкин арттан кемдер:
– Дөрөҫ, дөрөҫ! – тип яңынан ҡул сабып ебәрҙе. Ике-өс секундтан һуң уға ҡалғандар ҙа ҡушылдылар.
Директор ни эшләргә лә белмәне. Ул бер торҙо, бер ултырҙы. Гүйә, уның күҙ алдында балалар йортоноң стеналары ҡаҡшаны. Иҫләмәҫтән, Фариза Мәхмүтовнаның терһәге өҫтәл ситендәге сумкаға тейҙе. Сумка асылып, иҙәнгә төштө. Уның эсенән ваҡ ҡына сәтләүектәр өҫтәл аяҡтары тирәһенә һибелделәр. Фариза Мәхмүтовна, эйелеп, уларҙың бөтәһен дә йыйып алырға тырышты. Ләкин сәтләүектең икәүһе алғы рәттәге балаларҙың аяҡ аҫтарын инеп юғалды, ә берәүһе ике-өс аҙым ситкәрәк тәгәрәп туҡтаны. Фариза Мәхмүтовна урынынан ҡуҙғалырға ҡыя алманы, әммә ул һуҡыр сәтләүектән күҙен алманы.
– Үҙең тураһында һөйлә һин, үҙең!.. – тип кемдер ҡысҡырҙы.
– Әәә, тотлоғаһыңмы! – тине Моталлап Фәнискә ҡаршы.
– Тотлоғорһоң да шул... Быға тиклем мин, иптәштәр, кешенең энәһенә лә ҡағылғаным юҡ... Әгәр аңлаһағыҙ, шул тиклем ауыр кисереүе... Пальтоны кистән сөйгә элеп ҡуйҙым, иртән таба алманым. Фариза Мәхмүтовна ла, Шәрип тә: «Үҙе урлаған!» – тиҙәр. Нисек инде ул үҙ әйбереңде үҙең урлайһың.
Баянан бирле урынында сыҙай алмай ултырған Ғәйнулла рөхсәтһеҙ-ниһеҙ һикереп торҙо ла:
– Мин, иптәштәр, Фәнистән башҡа, бөгөн бөтәгеҙгә лә ҡаршы сығам. Шәрипте былтыр балалар советына председатель итеп һеҙ һайланығыҙмы? Һеҙ һайланығыҙ! Былтыр минең уға ҡаршы күтәргән ҡулға иғтибар итмәнегеҙ. Бына хәҙер ул, күҙен дә йоммай, аҡты ҡара, тип иҫбат итә. Яла яғырға тиһәң, Шәрипте генә ҡуш. Ул һине ауырлыҡҡа осрағанда ташлап ҡасасаҡ. Туҡтағыҙ әле, ошо сәғәттә һис юҡҡа Фәнисте ғәйепләһәләр, иртәгә йәки ярты айҙан беҙҙең ҡалғандарыбыҙҙы тиктомалға яфалаясаҡтар. Ни өсөн тип әйткәндә, күреп тораһығыҙ...
Йыйылыштан һуң тәрбиәселәр бүлмәһендә директор менән завуч араһында тағы һүҙ сыҡты.
– Күрһәтәме күрмәгәнеңде? Һиҙеп торҙом, шуға ҡарамаҫтан мин һинең һүҙеңде йыҡмайым тип, алырға риза булдым. Ит изгелек – көт яуызлыҡ, тип шундайҙарға әйткәндәр.
– Фәнис ул дөрөҫтө һөйләй. Мин уны балалар йортона ҡабул ителгән көндән башлап күҙәтәм. Эскерһеҙ, баҫалҡы һәм ныҡыш малай күренә. Уның балалар йортонда йәшәргә тулы хоҡуғы бар. Атаһы ошо бәхетле балалыҡ өсөн фронтта һәләк булған. Фәнис атаһы яулаған азат тормошта, күп ҡаршылыҡтарға осрауға ҡарамаҫтан, үҙенең законлы урынын алырға ынтыла. Фәнис – һалдат улы! Суд тигән һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, уға пальто бирергә кәрәк... Ә бына Ғәйнулла Шәрибеңде бик урынлы тәнҡитләне. Шәрибең тип шуға әйтәм, сөнки ул һинең яҡының, атаһы-әсәһе иҫән булыуға ҡарамаҫтан, һин уны үҙеңдең ҡанатың аҫтына йәшерәһең. Уны бөгөндән ҡыуып сығарырға хаҡыбыҙ бар.
– Артыҡ күп һөйләйһең! Хәҙергә балалар йортонда мин директор. Ҡасан уны һиңә тапшыралар, шул саҡта... – Фариза Мәхмүтовна һүҙен әйтеп бөтмәне, өҫтәлдә ятҡан ағас линейканы алып уртаға һындырҙы ла, бөтә асыуы менән иҙәнгә ырғытты. – Мине бер кем дә, насар директор, тип әйтмәҫ! Мин ун биш йыл буйына балалар тәрбиәләйем.
– Тәрбиәләү менән тәрбиәләүҙең дә айырмаһы бар. Бөгөнгө сығышығыҙҙы ғына алайыҡ, ул балаларҙа фәҡәт ҡурҡыныс тыуҙырҙы. Мине бындай хәл борсой. Ныҡлы уйлаған кешегә, минеңсә, беҙҙә һәр бер бала менән индивидуаль эш итеү юҡ, уға өҫтән генә, еңел ҡарайбыҙ, йөрәгенә үтеп инә алмайбыҙ. Баланың яҡшы йәки насар сифаттарын тиҙ генә айыра белмәйбеҙ. Тәрбиә ауыр һәм почетлы хеҙмәт! Баланы аяҡҡа баҫтырып, тормошҡа оҙатыу күп көс һалыуҙы талап итә. Әгәр ҙә беҙ ошонда баланы тирә-йүнгә аныҡ фекер йөрөтөрлөк итеп күҙен аса алһаҡ, ул артабан тая-тая булһа ла, алға ынтыла һәм теләгенә ирешә. Әгәр ҙә киреһенсә икән – юғалып ҡала, һинең тәрбиәң уға баҡыр бер тин. Макаренко, Макаренко, тибеҙ. Уны уҡырға ҡушмайбыҙ. Макаренконы уҡырға һәр бер кешенең хаҡы бар! Бөйөк педагог тормоштоң үтә ауыр шарттарында, кешелек тарихында яңы күренеш – совет хеҙмәт коллективының килеп тыуғанлығын күрһәтте. Әлбитттә, хәҙерге беҙҙең балалар егерменсе йылдың балаларынан бөтөнләйгә айырылып торалар. Тимәк, тәрбиә эшендә лә төрлө метод кәрәк.
– Һуң минең методым нисек? – Фариза Мәхмүтовна, ҡыҙарынып-бүртенеп, күҙлеген һөрткөләне.
– Беҙ етемдәрҙе тәрбиәләйбеҙ, уларҙың аталары ла, әсәләре лә юҡ. Беҙ ата-әсәләр һөйөүен бирә алмаһаҡ та, ҡулдан килгән тиклем уларҙы алмаштырырға тейешбеҙ. Шуның өсөн балаларға ышанырға һәм ышандырырға, күндерергә, уға ихлас булырға, эш йөкмәтергә һәм күҙәтергә кәрәк. Бала һиңә эс серен асһын. Шунда ғына ысын тәрбиә биреү мөмкин. Ҡысҡырыу, бармаҡ янау, этеп ебәреү – бөтәһе лә улар тупаҫ методтар. Ундай хәл беҙҙең обществоға хас та түгел.
– Тимәк, мин тупаҫ ҡыланам! Улайһа, министерствоға жалоба менән барығыҙ.
– Мин быларҙы ниндәйҙер маҡсат менән дә һөйләмәйем, ә үҙ-ара иптәштәрсә генә әйтәм.
– Беҙ ҙә аңра түгелбеҙ, һүҙҙең ҡайҙа барғанын әҙерәк аңлайбыҙ, – тип Фариза Мәхмүтовна ҡайтып китте.
Сәлимә Мансуровна, тулҡынланған көйөнсә, тиҙ генә шкафын бикләне лә, тәрбиәләнеүселәр янына ашыҡты.
Х
Ҡар ҡатыш ямғыр яуып үтте. Хәҙер талғын ғына ябалаҡ ҡар яуа башланы. Ҡаланың майҙандары һәм парктары, урамдары һәм тыҡрыҡтары икенсе төҫ алды. Өфө тағы ла ағарҙы, күркәмләнде. Ялан райондарынан килеүселәр, уны алыҫтан уҡ күреү менән, һоҡланып бөтә алманылар: уларҙың алдында күккә ашып һәм үҙенә тартып торған йәнлек аҡ тау ҡалҡты.
Ғинуар баштарында инде төньяҡтан көслө елдәр иҫте, ишек алдына сыҡҡыһыҙ бурандар ҡупты. Бындай хәл бигерәк тә тәрбиәләнеүселәрҙең ҡышҡы каникулдары осорона тура килде. Ләкин ҡурҡыныслы бурандар оҙаҡ дауам итмәйенсә, ҡапыл, томра ҡоро һыуыҡтар менән алмашынды.
Ошондай көндәрҙең береһендә Фәнис, главпочтамтҡа барып, һеңлеһенә хат һалып ҡайтып килгәндә, урам сатында Моталлапҡа тап булды. Моталлап, уны күреү менән, тиҙ генә күҙ яҙҙырырға уйланы.
– И, крәҫтиән, ҡайҙа ашығаһың? – тип, Фәнис уға өндәшергә өлгөрҙө.
– Йомошҡа, – тине лә Моталлап иғтибар бирмәй, ашығып атлауын дауам итте.
– Ҡара әле, ауыҙын асырға ла теләмәй. Ҡайһылай ҡупайланып киткән, – тип һөйләнде Фәнис үҙ алдына. – Элек улай түгел ине лә... Туҡта... туҡта... Түше ҡапайып тора... Нәмә бар икән? Ҡапыл Фәнистә шикләнеү тыуҙы. Артынан барһам инде?.. Хаталанып, уңайһыҙлыҡҡа осраһам?.. Ни эшләргә?.. Эй, ни булһа ла булыр! – тип тотто ла йүгерҙе.
Фәнис уны ҡыуып етергә ике-өс аҙым ҡалғас:
– Моо-таллап! – тип ҡысҡырҙы.
Моталлап терт итеп артына әйләнеп ҡараны. Уның эскә батҡан. йәшел тиһәң йәшел, зәңгәр тиһәң зәңгәр түгел, йәшелле-зәңгәрле күҙҙәре ҙурыраҡ асылып китте, йәмһеҙ киң яңаҡтары ҡалтыранды. Ул өшөгән йәмшек танауын тартып:
– Ни кәрәк? – тине, уҫал ҡараш ташлап.
– Түшеңдә нәмә бар? – тине Фәнис, тыныс булырға тырышып.
Моталлаптың аяҡтары һығылды һәм ярты аҙымдай артҡа сикте:
– Ниңә? Кии-тап.
– Ҡайҙа, ҡарайыҡ!
– Бынау һыуыҡта ҡуйын аҡтармағайнылар, – ти.
– Әйҙә, әйҙә ҡарайыҡ әле...
– Минең ваҡытым юҡ. Көн кем менән уртаҡ, ҡайтҡас ҡарарбыҙ әле, – тип Моталлап китә башланы.
– Һиңә әйтәләр бит!
– Ҡысҡырма, бында бала-саға юҡ.
– Күрһәт тиҙәр һиңә! – Фәнис Моталлапҡа яҡынлашты.
– Кил, кил. Йыға һуғырға уңайлыраҡ булыр. Кил!
– Абау, ҡарасы уның телен?!
Моталлап аҙымын йышайтты.
– Туҡта! Ә улаймы ни? – Фәнис, йүгереп барып, Моталлаптың пальто яғаһынан эләктерҙе.
– Ебәр, тиҙәр һиңә!.. Әллә... Әлләү... Муйынға батыраһыңмы?!
Моталлап аяҡ салды. Фәнис, йығылып, башын мостовойҙың ҡалҡыбыраҡ торған урынына бәрҙе. Уның танауынан ҡан китте. Ләкин ул иҫләмәҫтән генә Моталлаптың һул аяғынан эләктерҙе. Моталлап канау буйына ауҙы һәм ул Фәнис аҫтында ҡалды.
– Я рабби! Үлтерешәләр бит!
– Исмаһам, милиционерҙары ла күренмәй, – тиештеләр уҙғынсылар.
Фәнис Моталлаптың ҡуйынынан бөкләнеп бөткән салбар тартып сығарҙы.
– Ике балаҡлы китап икән! – тине Фәнис, аяғүрә баҫҡас, һаман ҡан һарҡҡан танауын бейәләйе менән һөрткөләп. – Бына кем ул беҙҙең әйберҙәрҙе урлап һатыусы!
– Үҙемә бирелгән кейемде мин теләһәм ни эшләтәм!..
– Һе... Салбар бит Ғәйнулланыҡы. Бына «Г.Ғ.», тип яҙылған. Факт. Уныҡы! Әйҙә, кемдең кем икәнен детсовет тикшерер...
Яҡшы йәки насар хәбәр бик тиҙ таралып өлгөрә бит ул. Балалар тәрбиәселәр бүлмәһенә ашыҡтылар. Уларҙың һәр береһендә Моталлапҡа ҡарата көслө нәфрәт тыуҙы.
Бүлмәгә тәрбиәселәрҙән башҡаларҙы индермәйҙәр. Балалар Моталлаптың үҙҙәре янына сығыуын талап итәләр.
– Иптәштәр, тынысланығыҙ! Хәҙер бәләкәй генә йыйылыш яһайбыҙ, – тине Фәнис, эске яҡтан ишекте асып.
– Атлаған һайын йыйылыш!
– Беҙ былай ҙа йыйылғанбыҙ!
– Сыҡһын бында!
– Фәнис, кит ишек төбөнән! – тип ҡысҡырышты малайҙар. Хәҙер ишекте ябырлыҡ түгел ине. Көслө этәреш уны күгәне аҡтарылғансы артҡа ҡайырҙы.
– Моталлап, бар, яуап бир, – тине Фәнис.
– Аңлат!
– Беҙҙең уртаға баҫһын! – тиештеләр.
Моталлап ҡурҡып ҡына, тейешле ергә атланы, ул иптәштәренең йөҙөнә башын күтәреп ҡарай алманы.
– Мин... миин... – тине ул, күҙ йәшен һөртә-һөртә, аяҡ-ҡулдарын ҡалтыратып.
– Йә һин, ти. Ниңә минең салбарҙы урланың? – тип Ғәйнулла уға яҡыныраҡ килде.
– Ююҡ... – Моталлап башын һелкте.
– Нәмә уның менән сабый балалар һымаҡ сөкөлдәргә, – тине Фәриҙә.
– Эйе шул.
– Ҡыуырға! Эше лә бөттө.
– Дөрөҫ! – тигән тауыштар яңғыраны.
Моталлап ҡурҡыуынан иптәштәренә алан-йолан ҡаранып:
– Шш! – тине.
– Кем, кем?
– Шәрип... ҡотортто.
Нәҡ ошо ваҡыт коридорға Шәрип ҡайтып инде. Барлыҡ күҙ уға төбәлде. Шәрип, уртала баҫып торған Моталлапты күргәс тә: «Харап итте бит, йолҡош!» – тине эсенән.
– Малайҙар һинең Моталлап эргәһенә баҫыуыңды теләйҙәр, – тине Фәнис.
– Ни өсөн?
– Урлашҡаның өсөн!
– Ниндәй бәлә яғаһығыҙ, кем уны һөйләй?
– Моталлап...
– Ялған! – Шәрип кире сығып китергә самалағайны, ләкин уны унлап ҡул тиҙ эләктерҙе.
– Ҡара әле һин уны, ҡотола алмаҫһың! Имеш, ялған, мин тураһын әйттем инде, – тине Моталлап. – Һин бөтә нәмәне миңә ябып ҡалдырырға уйлайһыңмы? Кем тәүҙә Фәнистең пальтоһын, ә унан һуң Ғәйнулланың салбарын урларға ҡотортто? Кем? Һин бит!
– Ниңә юҡты һөйләйһең! – тип Шәрип Моталлапҡа ҡаршы йоҙроғон күтәрҙе.
– Балалар, тауышты туҡтатығыҙ, – тине Сәлимә Мансуровна, сыуалыш барған ергә йүгереп килеп инеп. – Тәүҙә был хәлде балалар советында тикшерәйек, асыҡлайыҡ. Унан һуң күмәкләп һөйләшербеҙ. Тынысланығыҙ!..
XI
Ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәре.
Ағиҙел буйында ҡала беренселеге өсөн балалар йорттары араһында саңғы ярышы бара.
Бына мең метрға китеүселәрҙән һуң һыҙыҡҡа өс километрға ҡатнашыусылар теҙелделәр. Егеттәр, йәш аттар бәйге алдынан ҡайҙа баҫырға урын табалмағандай, түҙеҙмһеҙлек менән команда көтә башланылар.
– Ниндәй һалҡын! – тине Фәнис, һауаға тын бөркөп.
– Яман шул, әй. Үҙәккә үткәрер, – тине Ғәйнулла.
– Һыуыҡ теймәһә ярар ине. Былтыр ауылда ҡулдарҙы саҡ-саҡ туңдырмағайным. Хәҙер әҙерәк кенә булдымы, бармаҡтарға сыҙар хәл юҡ. Арҡаға ла эләккән шикелле, тәүҙә шунан ҡалтырата.
– Килмәҫкә ине.
– Фариза Мәхмүтовнаны күндерерлекме ни! – Башҡаны ебәрә алмайым, тәғәйенләнгәнһең икән, ысҡын, – ти.
– Ул һинең һаулығыңды беләме?
– Һөйләгәйнем.
– Һуң?
– Көлә генә. «Бирешмәҫһең!» – ти.
Судья өҫкә күтәреп торған бәләкәй флагын түбән һелтәне. Егеттәр, йәйәләрҙән ысҡындырылған уҡтарҙай, алға ынтылдылар.
Иң алдан аллы-артлы ун бишенсе балалар йортоноң ике тәрбиәләнеүсеһе елә. Уларҙың артынан Фәнис, унан һуң Шәрип һәм башҡалар.
Фәнис хәҙергә тәүге темп менән шыуырға, ярты юлды үткәс кенә, тиҙлекте үҙгәртергә уйланы.
Тирә-яҡта күҙҙең яуын алған ҡар яланы. Тегендә-бында, ҡалын ҡар ҡатламын төртөп сыҡҡандай, бәҫ менән ҡапланған ваҡ-ваҡ ағас ҡыуаҡтарының тырпайған остары күренә. Һирәк-мирәк шәрә суҡлы яңғыҙ ҡайындар, ботаҡтары болан мөгөҙөнә оҡшаған шаҙра имәндәр күҙгә салына. Һуңғылары һыуыҡтан, ара-тирә шыртлап ҡуялар. Әйтерһең дә, бөгөн ҡояш ер өҫтөнә һалҡынлыҡ ҡына сәсә. Фәнискә ул томанлы күк йөҙөнән, ике ҡолағын тырпайтып, мыҫҡыллы көлөү ташлағандай тойола. Һыуыҡ бейәләй аша үтеп, бармаҡ остарын семеткеләй, иҫләмәҫтән, ут тотҡандай яндырып, өтөп ала. Фәнис уға үс итеп бамбук таяҡтарын усына нығыраҡ ҡыҫа, көслө этәреш яһай; ул ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтың башына менеп етергә ынтыла. Уның киң ҡара ҡаштары, керпектәре, һыҙылып ҡына килгән мыйыҡтары «салландылар», боҫланған арҡаһын йоҡа ғына ҡар бөрсөктәре ҡапланы.
Фәнистең тыны ҡыҫылды. Ул ҡапыл ғына арттағы саңғысыға юл бирергә уйланы... Ләкин ул үҙ уйынан үҙ ҡурҡты һәм тирә-яғына ҡаранды, бындай уйҙы башына алғанына ғәрләнде: ул бөтә көсөн һалып, алдағы икәүҙе ҡыуа башланы һәм боролмала арттараҡ барғанын уҙып та китте. Икенсеһенән ни бары йөҙ-йөҙ илле метр ғына ҡалыша, Фәнис тиҙлекте шәбәйткәндән-шәбәйтте. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һул аяғындағы саңғыһының ҡайышы бушаны. Баянан бирле нисек уҙырға белмәй килгән Шәрип Фәнистең әкренәйгәнен һиҙеп:
– Әһә... Мин һиңә рекордты ҡуяйым әле! Ҡыҙҙырмағыҙ, туған, Шәрипте! Ул һеҙгә кемлеген күрһәтер әле! Имеш, барлыҡ эштә лә Фәнис шәп. Ҡарап ҡарайыҡ! – тине.
Фәнис тиҙ генә айылды ҡыҫып, яңынан ҡуҙғалдым тигәндә, арттан Шәрип килеп, уның саңғыһына баҫты. Фәнис бер яҡ ситкә, көрткә ауҙы. Уның күҙҙәренә ҡар ҡатыш йәш тулды... Ул әкрен генә ҡалҡынды... Ҡайнар күҙ йәштәре ҡаты ҡар ҡатламы өҫтөнә ваҡ-ваҡ боҙ бөртөктәре булып төштөләр.
– Ни эшләйһең?.. – тине Ғәйнулла, көскә тын алып.
– Туҡтама... Бар, ҡыу! Мин хәҙер, – тине Фәнис саңғыһына эйелеп. Ул өҙөлгән ҡайышты рәтләгәнсе, тағы ла өсәү үтеп китте.
Финиш алдына Фәнис әрнеү ҡатышлы ғазап менән һыңар таяҡта килде: ул ҡулы менән әйбер тоторлоҡ түгел ине, терһәккә тиклем туңғайны. Уны тиҙ генә йылға аръяғына сығарып, ашығыс ярҙам күрһәтеү пунктының машинаһы менән больницаға оҙаттылар.
XII
«Сес-тра... сестр-раа!» – тип ҡарлығып сыҡҡан тауыш Фәнисте йоҡонан уятты. Ул күҙҙәрен асты, тағы ла үҙенең иптәштәре араһында булмауына юҡһынды. Шул уҡ ике кеше ята торған тынсыу палата, шул уҡ көнбайыш яҡҡа уйылған тәҙрә янындағы карауатта инде өсөнсө көн ғазапланған ауырыу.
– Һеҙҙе нәмә борсой, Евгений Иваныч, – тине аҡ халатлы ҡатын, тыныс ҡына.
– Һаа-уа... һа-уа етешмәй, – тине ауырыу, көскә тын алып.
Медсестра уның эргәһенә кислород тултырылған мендәр ҡуйып, әкрен генә ишекте япты.
Болотло көндә, бәләкәй генә асыҡ зәңгәр күк йөҙөн күреп, тәҙрә төбөндә сәбәкәй иткән балалай, Фәнис тә күршеһенең тауышын ишетеүгә ҡыуанып, өҫтөндәге дарыу еҫе аңҡып торған оедялының түбәнгә шыуышҡан ситен үҙенәрәк тартмаҡсы булды, ләкин урынынан ҡуҙғалыу менән, марляға уралған ҡулының һыҙлауы көсәйеп, йөрәген сәнскеләне. Фәнис, тештәрен ҡыҫып, башын яңынан мендәргә һалды. Ул, йәрәхтәнең һыҙлауы баҫыла төшкәс, уң яҡ биле талғанлыҡтан, һул яғына әйләнде һәм туң тәҙрәгә ҡарап, ғәжәпләнеп ҡалды. Әйтерһең дә, тыштағы ғинуар елдәре алыҫта ҡалған таныш ҡыҙҙарҙың бөтә матурлыҡтарын быялаға күсергәндәр. Фәнистә күңел йылылығы тыуҙы. Ул, хисен елдәр иркенә биреп, әҙ генә ғүмере эсендә үҙ елкәһендә татыған ҡатмарлы тормош ваҡиғаларын бер-бер атлы күҙ алдынан үткәрә башланы. Унда тыуған яғының ваҡ-ваҡ ҡалҡыулыҡлы яландарын, ап-аҡ ҡайын сауҡалары менән билдәрен быуған йәшел болонлоҡтарҙы, шул болондарҙа күпереп үҫкән алһыу сәскәләрҙе, сағылдарҙа быуаттар буйына ултырған ҡарт ҡарағастарҙы, ҡурғыларҙан урғып сыҡҡан саф шишмәләрҙе, ярҙары бөҙәр талдар менән ҡапланған тымыҡ һыулы йылғаларҙы, иген баҫыуҙарын һәм Германия ерендә күмелгән атаһын, ауылдағы әсәһен, һәр саҡ күҙ алдында торған һеңлеһен, балалар йортон һәм мәктәбен күреү теләге тойғоһо уянды. Коллективҡа өйрәнгән кеше бер генә минутҡа унан айырылһа ла, үҙен яңғыҙ һиҙә башлай. Фәнистең кем менән генә булһа ла һөйләшәһе, уй-фекерҙәрен уртаҡлашаһы килде, ләкин быға кемдер ҡаршы торған кеүек. Гүйә, ул кеше уны ошо көнгә төшөргән, больницаға бикләр сиккә еткергән. Уның тыны ҡыҫыла башланы... Йән көсө менән өҫтөндәге одеялын атып бәрҙе лә:
– Ағай, үҙеңдән өлкәндәргә ҡаршы көрәшергә мөмкинме? – тине.
– Ниндәй кешеләр бит... Ни өсөн көрәшәһең?..
– Әйтәйек, һиңә ҡаршы торған.
– Әлбиттә, – Евгений Ивановичтың күңеле күтәрелгәндәй булды. Ул хәҙер тынын да йыш-йыш алманы. – Мин үҙем, туған, ике һуғышты татыным... Бөгөнгөләй хәтеремдә, ун етенсе йылда революция яғына сыҡмаған офицерҙарҙы, мин әйтәм, үҙебеҙҙең начальниктарҙың ҡайһыларын, ҡарап торманыҡ, тоттоҡ та диңгеҙгә ырғыттыҡ... Бына был һуғышты алайыҡ. Тәүҙә Гитлер армияһы нисек ташланды, ай-яй! Ә һуңынан... Һөйләп тораһы ла юҡ... Ғәҙеллек еңде һәм еңә, туған... Тыуған ер тупрағын яттарҙан оҙаҡ тапатманыҡ... Бына мин ғәрипләнеп ҡалдым...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Фәнистең тәне эҫеле-һыуыҡлы булды. Уның йөҙө тағы ла ағара төштө. Ул кипкән ирендәрен ҡыбырҙатып:
– Һеҙ, ағай, шулай ныҡ яраландығыҙмы ни?.. Ә мин... Мин бит белмәнем, – тине Фәнис, төкөрөгөн көскә йотоп.
– Эйе... Бөйөк Ватан һуғышы барған саҡта, – тине Евгений Иванович әҙерәк туҡталыш яһағандан һуң, нәҙек, тик һөйәктәре генә беленеп ҡалған һул ҡулын тимер карауаттың ситенә һалындырып, – мин хеҙмәт иткән корабль, хәрби задание үтәп, Балтик диңгеҙенең бер портына әйләнеп килгәндә, иҫләмәҫтән генә дошман самолеттары тарафынан бомбаға тотолдо. Шунда миңә эләкте лә инде. Иҫән ҡалған моряктар, ике көн буйына шлюпкала йөҙөп, мине ауыр яраланған хәлдә ярға алып сыҡтылар. Шунан мин госпиталгә индем. Бына шунан бирле яраларым уңалып етмәйҙәр, көндән-көн уларҙың әрнеүе йөрәккә табан үрләй...
– Һеҙ, ағай, ауыр ҡайғыны яңыртып һорағаным өсөн, ғәфү итегеҙ.
– Бер нәмә лә эшләп булмай, туған. Яу яу инде. Ул вата ла, емерә лә, ҡыйрата ла, етем дә һәм тол да итә.
Ҡапыл Фәнистең күҙҙәренән йәш бөртөктәре атылды.
– Ҡуй, илама, туған, – тине Евгений Иванович, Фәнискә һарғылт һуған төҫлө күҙҙәрен мөлдөрәтеп. – Инде бынан кире ул дәһшәтле көндәрҙе күрергә яҙмаһын... Йә, йә, туған, етте. Үҙеңде ҡулға ал.
Фәнис, мыш-мыш танау тартыуын һирәгәйтһә лә, оҙон керпектәре буйлап аҡҡан йәшен туҡтата алманы: был ҡайнар йәште өгөт менән генә тыйырлыҡ түгел ине шул, ул, аҡылға буйһонмайынса йөрәк һыҡрауынан йыйыла ине.
Бер аҙҙан палатаны тынлыҡ баҫты. Әйтерһең дә, бында ошоға тиклем һис кем менән дә һөйләшеү булманы, әйтерһең дә, уны моряк менән Фәнис ташлап сыҡтылар.
Һәр кем үҙ уйҙарына сумды.
Палата башҡа көндәргә ҡарағанда ла тынсыуыраҡ. Тын ҡыҫыла: һауа етешмәй, танауға дарыу еҫе бәрелә.
Фәнис тәҙрә яғына ҡарап ята. Һуңғы көндәрҙә ул бигерәк тә тәрән уйҙарға сумды. Иптәштәрен, Евгений Ивановичтың һөйләгәндәрен берәм-берәм күҙ алдына баҫтырҙы. Уның күршеһе ауыр тормош кисергән. Ул, һуғышта аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡалып, госпиталдә, күпме әрнеп, тормошҡа һыуһап ятҡан... «Уның йөҙө, моғайын, бик мөләйем һәм һөйкөмлө булғандыр, – тине Фәнис үҙ-үҙенә. – Шундай ныҡлы ихтыярлы кешенең батыр һәм матур булмауы мөмкин түгел...»
Ә хәҙер уның йөҙө, аҡ ҡағыҙға оҡшап, ағарып ҡалған, шуға ҡарамаҫтан, ул уға йылмайыу билдәләре тыуҙырырға тырыша... Бына инде Евгений Иванович өс көн буйына ҡырынғаны юҡ, йөҙөн тырпайып торған һаҡал, мыйыҡ ҡаплаған: хәле ауыр.
Фәнис нисек кенә һүҙ табып, һөйләшергә тырышмаһын, ул башын һелкеп кенә яуап бирҙе. Фәнис тағы уйҙарға бирелә һәм үҙенә эстән генә: «Мин ошо кешене койканан торғоҙоу өсөн бер нәмәмде лә ҡыҙғанмаҫ инем!» – тине.
Әммә был Фәнискә оҡшаған кеше аяғына баҫа алманы. Бер көн шулй Евгений Иванович үҙе һүҙ башланы, шаярҙы, көлдө. Уның хәле арыуланғандай булды.
– Һин диңгеҙҙе күргәнең бармы? – тине ул йылмайып. – Беҙ әле унда һинең менән йөҙөрбөҙ! Ә ул ниндәй киң! Моряктары һуң! Иһи-һии!.. Ниндәй ҡыйыуҙар!..
Фәнис шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Ләкин ҡапыл Евгений Иванович ғыжылдап йүткерҙе лә мендәргә әйләнеп төштө.
Офоҡ ситенә, яңы бешеп килгән һарғылт помидор төҫөн биреп, ҡояш батты. Ҡояш менән бергә ҡарт моряк та...
Фәнис ҡурҡып:
– Евгений Иванович! – тип ҡысҡырып ебәрҙе... Ләкин тауыш биреүсе булманы. «Үлер алдынан диңгеҙҙе хәтерләп, бәлки, ул бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен, Балтик ярҙарын, уның шаулы тулҡындарын бик-бик күрергә теләгәндер, сит ерҙәрҙә гиҙеп йөрөгән ваҡыттарын иҫенә төшөргәндер...» – тип бышылданы ул...
Етмеш йәштәр самаһындағы оҙон буйлы ҡарсыҡ бөкөрәйеп кенә палатаға инде.
– Женя, улыҡайым, ниңә мине яңғыҙ ҡалдырҙың?! – тип һыҡтап илап, Евгений Ивановичтың койкаһына йығылды.
Ун биш минуттай ваҡыт уҙғандан һуң, әсә врачтар ярҙамында аяғына баҫты. Ул, улын һалған носилка артынан, ян-яҡлап медсестралар ҡултыҡлаған хәлдә, коридорға табан атланы. Фәнис әсәнең ап-аҡ сәс бөртөктәре төшөп торған йыйырсыҡлы йөҙөндә ауыр ҡайғы һәм көслө нәфрәт билдәләрен күргәндәй булды...
Фәнис буш ҡалған койкаға төбәлде. Ишек эргәһенән дежурный врачтың:
– Малайҙы икенсе палатаға күсерегеҙ, – тигән тауышы ишетелде.
...Евгений Иванович үлеп биш көн үткәс, Фәнис койкаһында китап уҡып ятҡанда, өлкән сестра, ишекте асып:
– Ғәлимов, һеҙҙе бер ҡатын күрергә теләй, – тине.
– Кем ул? – тине Фәнис, тиҙ генә урынынан ҡалҡынып.
– Мортазина, – тине.
– Индерегеҙ, индерегеҙ! Ул беҙҙең завуч!
Палатаға аҡ халат кейгән Сәлимә Мансуровна инде. Ул, Фәнискә йылмайып:
– Һаумы, ҡустым, терелеп буламы? – тине.
– Әкренләп кенә, апай.
– Бик ярай, әллә ябыҡҡанһың да инде. Ашарға етмәйме әллә?
– Бында күңелһеҙерәк: балалар йортон, иптәштәрҙе һағынам.
– Ярай, түҙергә тырыш, күп ҡалмаған бит. Иптәштәрең килгеләнеләрме һуң?
– Эйе, тәрбиәсе апайҙар килгеләй, өсөнсө көн Ғәйнулла менән Фәриҙә булды.
– Фариза Мәхмүтовна күренмәнеме?
– Юҡ, – тине Фәнис, күңелһеҙ генә.
– Ҡуй, юҡҡа көйөнмә, – тип Сәлимә Мансуровна Фәнистең башынан һыйпаны, арҡаһынан һөйҙө.
Тәрбиәләнеүсе өсөн бындай минуттар иң ҡәҙерле ваҡыттың береһе була: ул ошондай һөйөүгә айҙар йәки йылдар буйы өмөтләнеп йөрөй. Сәлимә Мансуровнаның бәләкәй генә йомшаҡ Фәнискә туған әсәһенең ҡулдарын хәтерләтте. Гүйә, уның барлыҡ һыҙланыуы ошо минутта баҫылып ҡалды, гүйә уға яңынан әсә наҙлауы, әсә йылыһы килде. Фәнис ҡыймай ғына Сәлимә Мансуровнаның күҙҙәренә ҡараны. Ул был күҙҙәрҙә үҙенә ҡарата сикһеҙ яғымлылыҡ һәм тәрән ышаныс тойҙо.
– Апай, балалар йортонда ниндәй яңылыҡтар бар? – тине Фәнис, койка башына арҡаһы менән һөйәлеп.
– Артыҡ нәмә юҡ... Шәрип менән Моталлаптың эштәре тикшерелде.
– Фәриҙә һөйләгәйне шул. Ниңә уларҙың берәйһен мәктәптән сығарманығыҙ?
– Урамға, яңынан бурлыҡ юлына ырғытыу еңел ул, Фәнис. Уйлап ҡара, Шәрип быйыл унынсы тамамлау алдында, Моталлапҡа ла күп ҡалманы. Һуңғыһы ҡурҡынысһыҙ, ул тик насар йоғонтоға ғына бирелгән. Ә Шәрипте нығыраҡ күҙәтергә тура килер. Ундайҙарҙы күмәкләп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Әлбиттә, яза булды. Комсомол ойошмаһы Шәрипте комсомолдан сығарҙы, Моталлапҡа ҡаты шелтә бирҙе...
Фәнис менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң:
– Ярай, ҡустым, тиҙерәк һауыҡ. Эй, онота яҙғанмын, – тине, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған әйберен ҡулына алып. – Бына һинең бер ауылдашың Фәриҙәгә төргәк ҡалдырып киткән. Күстәнәс шикелле.
– Рәхмәт, апай.
Бәләкәй генә иҫке аҡ тоҡсайҙың ҡара еп менән тегелгән ауыҙын һүтеү менән Фәнис йөндән бәйләнгән бер пар яңы бейәләй күрҙе. Унан башҡа ул тоҡсай төбөнән яҙылған дәфтәр биттәренә төрөлгән балан ҡағын сығарҙы.
– Шәмсинур әбекәйем, – тине Фәнис, шатланып. – Улыңды иҫеңә төшөрәһең, әле... Ғүмер оҙаҡ булһа, йылдар оҙаҡ, ти. Мин дә һине онотмам.
Ул әскелт ҡаҡтың бер яҡ ситен ҡымтыны һәм ҡапыл күҙ алдында тыуған яғының баланлыҡ ҡыуаҡтары шаулашты.
XIII
Ғәлимовтың сире тарихына: «Һауыҡты», – тип яҙып ҡуйҙылар. Ул, больница халҡы менән һаубуллашып, урамға сыҡты.
Һулап туя алмаҫлыҡ саф һауа. Көн һалҡын торһа ла, был иртәнге һалҡынлыҡ уға дәрт кенә бирҙе. Уның бит остары алланды, йөҙөнә күркәм төҫ инде. Яңы тире ҡаплаған ҡулы хәҙер йылы йөн бейәләй эсендә. Фәнис, ҡулдарын һелтәп атлай-атлай, тирә-яғына һоҡланып бөтә алмай. Ниндәй урынға төбәлһә лә иркенлек, тыныс тормош ҡайнай.
Аяҡ аҫтында тутланған тығыҙ ҡарҙар шығырҙай. Ә юл ситендә, кеше тапамаған ерҙә, ҡар бөртөктәре емелдәшә.
Фәнис тағы Евгений Ивановичты хәтерләне.
Ул ҡайҙа ғына ҡараһа ла: зәңгәр күккәме, парктарҙа шаулаша-шаулаша сана шыуған балаларғамы, автобус, трамвайҙарҙа үтеүсе пасажирҙарғамы – бөтәһендә лә Евгений Иванович кеүек күптәрҙең артабан дауам иткән үлемһеҙ ғүмерҙәрен күрҙе. Бындай данлыҡлы ғүмерҙәрҙең мәңге шулай яҡты булып ҡалыуҙарына Фәнис үҙенең дә бурыслы икәнен тойҙо.
Фәнис, балалар йортоноң ҡапҡаһына инеү менән, ат һарайы янында утын бысып маташҡан малайҙарҙы күрҙе. Уларҙың икәүһе бысҡы тарта, өсөнсөһө, аяҡтарын ергә терәп, ағас өҫтөнә атланған.
– Сәләм, дуҫтарға? – тине Фәнис.
– Сәләм, сәләм! О-о, Ғәлимов! Һаумы, һаумы! Иҫләмәй ҙә торабыҙ.
Ғәйнулла Фәнисте ҡосаҡлап алды:
– Ниңә күңелһеҙһең, әллә һауығып етмәнеңме? – тине. – Әллә барып ҡаршы алмағанғамы? Үҙең алдан белгертмәнең бит.
– Юҡ, мин былай ғына... ни, Моталлап, һаумы! Ҡайһылай эреләнеп киткәнһең, өндәшмәйһең дә.
Утын өҫтөндә ултырған Моталлап, аҡрын ғына урынынан тороп, малайҙар янына килде. Ул Фәнискә тартынып ҡына ҡул һуҙҙы.
Нәҡ ошо ваҡыт эргәләге һарайҙан ат кешнәне.
– Әй, малайҙар, онотҡанмын, – тине Фәнис, һиҫкәнеп. – Байҙулла бабайҙар нисек кенә йәшәйҙәр? Ни эшләп ҡарт күҙә салынмай.
Утын бысыусы малайҙар бер-береһенә ҡараштылар.
– Директор уны көн дә ҡыуа, – тине Ғәйнулла, көрһөнөп.
Ҡапыл Фәнистең йөҙө үҙгәрҙе:
– Ни өсөн? – тине ул ҡоро ғына.
– Аңлатыуы ауыр. Беләһең бит, ҡарт бик әсе телле, шул уҡ ваҡытта уны балалар ҙа хөрмәт итәләр. Күрәһең, директорға был оҡшамай.
– Байҙулла бабай ҙа уҫал. Фариза Мәхмүтовнаға һарайҙың асҡысын бирмәй, әй, «бында иң ҙур стажлы кеше мин», – ти... Үҙенең эшен эшләп тик йөрөй, – тине Моталлап.
– Ҡайҙа һуң ул?
– Икмәккә китте.
– Әйҙәгеҙ, булмаһа, мин дә ярҙам итешәйем, – тине Фәнис күңелһеҙ генә.
– Бар, бар, ял ит, беҙ ҙә утындарҙы ярабыҙ ҙа керәбеҙ. Муташ, әйҙә, тағы бер тын эшләйек тә, – тине Ғәйнулла.
Фәнис бүлмәләренең ишеге төбөнә еткәс кенә эске яҡтан:
– Шәрип, яҡын килмә, тиҙәр һиңә, бар сыҡ! Ни эшләйһең, ә! Тотоноп ҡара, ошо бысраҡ йыуғыс менән алам да бәрәм. Яҡын килмә тиҙәр һиңә, абау оятһыҙ! Килһәң, апайҙарға ҡысҡырам! – тигән тауыш ишетте. Уға икенсе тауыш яуап бирҙе:
– Ҡысҡырып ҡара! Барыбер, Фәриҙә, һин минең менән йөрөйәсәкһең, теләмәйһең икән, мине һине, туған!
– Һөймәгәндең ҡуйынына һөйрәп индермәйҙәр.
– Фәнисте көтәһеңме! Көт, әйҙә. Ана уның туңған бармаҡтарын киҫкәндәр, ти. Бармаҡһыҙ кеше менән бик риза ла булмаҫһың.
Фәнис түҙә алмайынса ишекте асты:
– Мин һиңә ошо бармаҡһыҙ ҡулды танытайым әле, – тип, иҫән ҡалған бармаҡтарын усына йомарлап, Шәрипкә яҡынлашты.
– Фәнис, бер үк тауыш сығарма! – тип Фәриҙә уларҙың араһына төштө. – Зинһар, тим, тағы ла әллә нәмәләр тыуыр... Ә һин, Шәрип, күҙемә күренмә! Ишетәһеңме!
– Ә-ә-ә икегеҙ генә ҡалырға уйлайһығыҙ. Рәхим итегеҙ! «Өсөнсө артыҡ», – тиҙәр бит, үтенес шул: ишекте эстән элегеҙ, берәйһе керер, – тине Шәрип, мыҫҡыллы көлөү менән.
– Нәмә һөйләйһең һин, йүнһеҙ, – тине Фәриҙә, тышҡа сығып барыусы Шәрипкә. – Ҡара уйлы кеше һәр саҡ башҡа кешене лә үҙе һымаҡ тоя.
Фәнис койкаһы янына барҙы һәм тумбочкаһы өҫтөндә таҫланып ҡына ятҡан күлдәген күрҙе. Күлдәк ап-аҡ итеп йыуылып, үтекләнгәйне. Унан тәмле хушбуй еҫе лә килә.
– Бынан ун биш көн элек биргәйнем, онотмаған, йыуып ҡуйған. Ҡасан индерҙе икән, һин барҙа түгелме, Фәриҙә? – тине Фәнис.
– Кем? – Фәриҙә, башын эйеберәк кенә, көнсөл ҡараш менән йыуғысын һыҡты.
– Ана теге туғыҙынсы класта уҡыған Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы.
– Уның кере күп булғас, мин алдым да йыуҙым... Ә һин ҡабат... башҡа ҡыҙҙарға бирмә... Миңә әллә ни төҫлө ҡыйын була, – тине Фәриҙә. Фәнис уға табан боролдо. Был саҡ Фәриҙә, эйелгән килеш, иҙән ҡорота ине. Ахырыһы, ул үҙенә йүнәлтелгән ҡарашты һиҙеп алды: асылған тубығын һыпырылған юбкаһы менән тиҙ генә ябып ҡуйҙы.
– Нәмә, әллә мин күргәнең юҡмы? Мә, бынау тастағы һыуҙы түгеп ин, – тине Фәриҙә, ҡалҡынып.
Фәнис тасты алырға ынтылғайны, ләкин Фәриҙә:
– Ҡуй, йә билеңде имгәтерһең, – тип, көлә-көлә тасты елтерәтеп үҙе алып китте, һәм уның коридорҙан: «Малайҙар, бүлмәгеҙҙең иҙәнен йыуып бөттөм, әҙерәк инмәй тороғоҙ, кипһен», – тигән тауышы ишетелде.
– Аптырарһың был Фәриҙәгә, – тип ул койкаһына ултырҙы ла, сумаҙанын асып, туҙып ятҡан ваҡ-төйәк әйберҙәрен рәтләп, өҫкә күлдәген һалып ҡуйырға уйланы. Әллә ниңә уның һаман да эсе боша ине.
Фәнистең күҙҙәре күптән бирле сумаҙан төбөндә ятҡан хатҡа төбәлде. Ул уны тиҙ генә асып, тағы ла түбәндәге һүҙҙәрҙе уҡыны:
«Һаумы, минең ҡәҙерле улым Фәнис! Үҙеңде ныҡ, ныҡ итеп үбәмен һәм тыуасаҡ 1 Май байрамы менән ҡотлайым. Улыҡайым, нисек кенә йәшәйһең? Әсәйеңде тыңлайһыңмы, Рәмилә һеңлеңде ситләтмәйһеңме?
Көткән көндәр яҡынлашып килә. Тиҙҙән, улым, беҙ, бөтә фронтовиктар, Тыуған илебеҙгә еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Бына, бына һуғышты тамамларға торабыҙ. Минең ҡайтыуыма киң күңелле, ҙур ихтыярлы, көслө һуғыш дауылдарында сыныҡҡан батыр һалдаттың ҡыйыу улы булып үҫеп тор. Ауырлыҡтарға осрағанда башыңды эйеп, икеләнеп ҡалма, тәүәккәл бул, алға ынтыл. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә һәм киләсәккә өмөт менән ҡара. Тыуған йортҡа ҡайтыу менән атайың һинең шул һыҙаттарыңды күреп, ғорурланырлыҡ булһын.
Улым, фашистарҙы туҡмағаным өсөн дүрт орден алдым. Тимәк, мин дә мах бирмәйем.
Ярай, улым, хәҙергә хуш! Таҙалыҡ һәм бәхет теләйем, ә һин миңә бөйөк маҡсат өсөн барған һуғыштарҙа уңыш, иҫәнлек телә.
Һинең атайың.
Германия, 26 апрель 1945 йыл».
– Атайымдың һуңғы хаты!.. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә, киләсәккә өмөт менән ҡара, – тигән... Ә мин ни эшләйем?
Бүлмә ишеген шаҡынылар.
– Кем ул? Инегеҙ! – тип өндәште Фәнис.
Байҙулла ҡарт инеп:
– Һаумы, улым! – тине. Һәм ул ҡулдарын йәйеп килеп, Фәнисте ҡосаҡлап алды. – Иҫән-һау ҡайттыңмы? Бик һәйбәт!
Фәнис Байҙулла ҡарттың икмәк еҫе һеңгән алъяпҡысына башын ҡуйып, ике-өс минут өндәшмәй торҙо һәм:
– Бабай, һине директор ҡыуамы ни? – тине.
– Ер тыуҙырған кешене, улым, ерҙән ҡыуыуы мөмкин түгел!.. Юҡҡа борсолма.
XIV
Шәрип, Фәнис менән Фәриҙә эргәһенән сыҡҡас, коридорҙың һул яҡ осона барып, тәҙргә төбәлде.
Ишек алдында буранлай башланы. Телефон бағаналары зыңлай, шлак ҡатышлы ҡарҙар, өйөрөлөп, тәҙрәләргә бәрелә.
Шәрип, ҡапыл йөҙөн боҙоп, көрән ҡара буялған ашъяулыҡлы өҫтәл артына күсеп ултырҙы, тыныслана алманы. Тағы торҙо, тағы ултырҙы, күңелен төрлө уйҙар борсоно. Ул тыштан һиҙҙертергә тырышмаһа ла, эстән янып йөрөнө. Уға бөтә балалар йорто дошман кеүек күренде, үҙе эшләгән хаталарын һис тә хата итеп танырға теләмәне. Ҡайһыларын әрләне, ҡайһыларын бөтөнләй кешелектән сығарҙы, ләкин башын ҡалҡыта алманы. Уның һәр бер ҡыланышын күҙәтеп кенә торҙолар. Бигерәк тә уға ошо хәл ныҡ тәьҫир итте. Бергә «кәсеп итешкән» иптәше лә унан бик тиҙ ситләште. Улар хәҙер, элекке кеүек, икәүләп дәрес әҙерләргә лә ултырманылар, кистәрен йоҡо алдынан быш-быш һөйләшеүҙе лә туҡтаттылар. Койкалар йәнәш кенә торһалар ҙа, йөрәктә яңынан яҡынлаша алманылар. Ҡараштар ҙа ҡайһы саҡ иҫкәрмәҫтән бер-береһенә осрашып ҡуйһалар, тиҙ генә икенсе яҡҡа йүнәлделәр.
Бына хәҙер ҙә уның эргәһенән үтеүсе түбән кластағы бәләкәйерәк малайҙар:
– Ана Шәрип иртәгә нәмә урлаясағы тураһында план ҡора, – тип көлөшәләр. Уның йөрәгенә бындай һүҙҙәр энә булып ҡаҙалғандай тойола. Ләкин ҡаршы өндәшәһе килмәй.
Ул, урынынан ҡалҡынып, бүлмәгә табан атлағанда, стена гәзитендә үҙе тураһында яманлап төшөрөлгән карикатураны күрҙе. Өҫтәүенә, уның аҫтына эпиграмма кеүек нәмә лә яҙып ҡуйылған:
...Талы, талы
Талы бөгөлөп тора.
Тағы әйбер урлар өсөн
Эсем өҙөлөп тора...
Ул, тиҙ генә барып, гәзиттең мөйөшөнә йәбеште.
– Яхин! Был ни эшең?! – тип ҡысҡырҙы Сәлимә Мансуровна. Шәрип, ҡалтыранып, артҡа сигенде.
– Әллә ни эшләне ул Шәрип, – тине бер бала Сәлимә Мансуровнаға.
– Һеҙ уға үткәнде хәтерләтергә тырышмағыҙ, – тине завуч. – Оҙаҡламай ул коллективҡа ҡайтасаҡ. Һәм, икенсе булып, үҙгәреп ҡайтасаҡ.
Шәрип ни тиклем генә күҙҙәрен йоморға теләмәһен, булдыра алманы, ул, ахырҙа башын тәҙрә тупһаһына һалды.
– Их, мине! – тип бышылданы ул. – Кем һуң мине бындай юлға өндәне! Кем һуң?.. Малайҙар күҙенә күренергә ғәрләнәм, ҡыҙҙар алдында оялам... Миңә артабан ни эшләргә?.. Юҡ... юҡ... Минең Фәнис кеүектәрҙән ни ерем кәм!..
Шәрип, оҙаҡ ғазапланғандан һуң, шыбыр тиргә батып, йоҡлап китте.
Таң алдынан тәрбиәсе бүлмәгә инеп, Шәриптең иҙәнгә төшкән одеялын күтәрҙе, ул һаман да һаташа ине.
XV
Фариза Мәхмүтовна, мәктәптәге педсовет ултырышы бөткәс, ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, туп-тура балалар йортона килде.
Бөгөн ул ҡаршы алыусы балалар менән дә, тәрбиәселәр менән дә. башҡа көндәрҙәге һымаҡ, йылмайып иҫәнләшмәне.
Директор, бүлмәһенә инеп сисенеү менән, бер-бер артлы унлап баланы үҙенә саҡыртты. Беренсе булып Фәриҙә инде. Фариза Мәхмүтовна, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙан күҙен алмайынса:
– Фамилияң нисек? – тип һораны.
– Вәлиева, – тине Фәриҙә, тыныс ҡына.
– Вәлиева, ни өсөн математиканан алған икелеңде төҙәтмәйһең? Етмәһә, бөгөн тағы физиканан эләктергәнһең. Һеҙҙең өсөн миңә күпме әрләнергә була! Ана, алтынсы балалар йортоноң уҡыуҙан өлгәшеүе туҡһан һигеҙ процент. Шул уҡ мәктәптә уҡыйҙар. Кешеләр араһында йөҙөмдө ҡыҙартаһығыҙ бит...
– Апай, ошо арала төҙәтермен. Һуңғы көндәрҙә башым ауыртып торҙо бит...
– Мин һиңә апай түгел!
– Фариза Мәхмүтовна! Сирләгәс, ни эшләйем һуң?..
– Унда минең эшем юҡ. Һиңә бер көн срок. Иртәгә һуңға бөтөрмәһәң, балалар йортонан ҡыуылыуыңды белеп кенә тор. Башҡаларға ла һабаҡ булыр.
Директор список аҙағындағы һуңғы уҡыусыны әрләп торғанда, завхоз инеп, иртәгә ҡар баҙындағы серей башлаған картуфты айырырға кешеләр кәрәклекте аңлатты.
– Мә! – тине Фариза Мәхмүтовна, – өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙы һуҙып. – Сүпләһендәр шулар. Уҡый алмағас, әйҙә, эшләһендәр.
XVI
...Еүеш, серей башлаған картуф еҫе тулған ҡараңғы ҡар баҙы. Тик фонарь эленгән ергә генә әҙерәк яҡтылыҡ төшә. Тыныслыҡ. Һирәк-һирәк кенә биҙрә тотҡаһының шылтыраған тауышы ишетелә. Тәрбиәләнеүселәр бер-береһе менән һөйләшмәйҙәр тиерлек. Уларҙың һәр ҡайһыһы уйға сумған.
Фәриҙә, картуфты сүпләй-сүпләй, кластағы иптәштәрен күҙ алдына килтерә. Ул бер картуфты биҙрәһенә һалды ла: «Бына улар алгебра дәресендә үткәндәр буйынса таҡтала күнегеү эшләйҙәр», – тине. Икенсе картуфты һалғас: «Бына уҡытыусы уларға аңлап етмәгән урындарын яңынан төшөндөрә... Ә унда мин юҡ, бөгөнгө дәресте лә аңлай алмай ҡалам», – тип, бошоноп, биҙрә ситенә таянды. Уның бөтә тәне ҡалтырай башланы. «Ял көнө күмәкләшеп таҙартырға мөмкин түгелме ни һуң?.. – Ултырмайым мин был ҡараңғы баҙҙа, сығам да мәктәпкә йүгерәм». Фәриҙә урынынан ҡалҡынды ла ҡар баҙының ауыҙына табан атланы. Ҡапыл шул саҡ Фариза Мәхмүтовнаның тауышы ишетелде. Ул кемделер ҡысҡырып-ҡысҡырып әрләй ине. Фәриҙә ҡурҡыуынан кире боролдо.
Тәрбиәләнеүселәр ҡар баҙында сәғәт алтыға тиклем эшләнеләр. Фәриҙә киске ашты ашаманы, уның дәрес әҙерләргә лә күңеле барманы. Күп уйланыуҙар уның башын һыҙлатты. Ул йыуынды ла койкаһына менеп ятты. Иптәштәренә: «Башым ауыртып тора», – тине.
Иртәгеһен мәктәптә алгебранан уҡытыусы унан үткән дәресте ҡабатлауҙы һораны. Фәриҙә, баҫҡан көйөнсә, башын түбән эйеп, парта өҫтөн һыйпаны ла бер ни тип тә әйтә алманы.
– Ултыр, тағы ике, – тине уҡытыусы.
Хәҙер Фәриҙә аңлатыуҙы төшөнмәне, уҡытыусыға күпме генә төбәлеп ултырмаһын, уның уйы Фариза Мәхмүтовнала ғына булды. «Һиңә бер көн срок! Иртәгә һуңға икелеңде төҙәтмәһәң, балалар йортонан ҡыуылыуыңды белеп кенә тор! Башҡаларға ла һабаҡ булыр», тигәйне ул.
Фәриҙә, дәрес бөткәс, бөтәһенән дә артҡа ҡалып, урамға сыҡты. Ул өс йыл буйына уҡыған мәктәбенә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ана уның дүртенсе ҡаттан тәнәфес ваҡыттарында Ағиҙел буйҙарын күҙәтергә яратҡан тәҙрәһе, ана уның сәскәләр түтәле тапҡыры; хәҙер уны ҡар баҫҡан. Ана уның үҙе ултыртып үҫтергән тармаҡлы йәш сағаны... Фәриҙә, мәктәбенә әйләнеп ҡарай-ҡарай, яй ғына балалар йортона атланы.
Төнгө сәғәт ун икенән һуң Фәриҙә ятҡан еренән һикереп торҙо ла: «Мин ҡыуылырға теләмәйем, мин үҙем китәм!» – тип уйланы, ҡулы менән йәшле күҙҙәрен һөртөп. Ул ҡаланың алыҫ ситендә йәшәгән ауылдаштарына барып, шунан тыуған яғына ҡайтып китергә уйланы. Фәриҙә, һәр бер койка янына барып, эстән генә, йоҡлаған иптәштәре менән һаубуллашты...
Ул, һаҡлыҡ менән генә ишекте асып, тышҡа сыҡты. Ҡарауылсы күренмәй. Ахырыһы, йоҡларға ингән. Фәриҙә шәп аҙымдар менән трамвай кольцоһына йүнәлде.
Фәриҙә, һуңғы трамвай менән ҡала ситенә сығып, өс разъезд барғас, яланда буран ҡупты. Буран көсәйгәндән-көсәйҙе. Ул трамвайҙы юлынан бына-бына ситкә һуғып йығыр кеүек. Трамвайҙың йөрөшө бөтөнләйгә аҡрынайҙы. Бара торғас, ул туҡтап ҡуйҙы: юлды көрт күмгән. Фәриҙә трамвайҙан төштө лә, ике пассажир артынан эйәреп, йәйәүләп, яҡындағы уттарға ҡарап атланы. Ләкин ул күп тә барманы, алдағы икәүҙән ҡалыша башланы. Был аяуһыҙ буран уның маңлайына бәрҙе, тынын ҡурҙы. Ул:
– Туҡ-та-ғыыыҙ! – тип ҡысҡырып ҡараһа ла, тегеләр арттарына әйләнмәнеләр, сөнки ишетерлек түгел ине.
Фәриҙә уларҙан бөтөнләй айырылды. Ул хәҙер юлды ла юғалтты. Ҡайһы яҡҡа төбәлһә лә йымылдап уттар күренде. Фәриҙә ҡысҡыра ла, илай ҙа алманы. Ҡыҙ артҡа трамвай яғына әйләнмәксе булды һәм уның күҙҙәренә тағы ла ошо яҡтан уттар сағылды. Ул шул уттарға табан атланы, атлаған һайын уттар яҡынайған һымаҡ тойолдо. Фәриҙә ике-өс сәғәт буйы бил бөгәре бейеклегендәге ҡарҙы йырып йөрөй торғас, урманлы ярға килеп төштө. Уттар уға һаман да яҡын ғына ҡалған һымаҡ күренде. Ул ҡысҡыра башланы. «Ай... мин ҡай-ҙа-мын... ни эшләйем икән?.. Ә-әсәй!.. Үләм! Фәнис, ҡотҡар! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ!»
Фәриҙәнең күҙҙәрен томан ҡапланы, ер менән күк бергә буталды. Ул бер текәрәк кенә үргә менеп, бөтөнләй хәлдән тайып, тар ғына оҙонса тимер өҫтөнә ауҙы. Был тимер юлы ине.
Ике көн буйына Фәриҙәнең ҡайҙалығын һис кем белмәне. балаларҙың эҙләмәгән ерҙәре ҡалманы. Мәктәптә лә, балалар йортонда ла һүҙ гел шул хаҡта ғына барҙы тиерлек.
Фариза Мәхмүтовнаның был ваҡиғаға иҫе лә китмәне. «Мал да көтөүҙән йәшәгән ҡураһына ҡайта, ҡайҙа китер тиһең уны, йөрөр, йөрөр ҙә әйләнеп ҡайтыр әле», – тине ул. Сәлимә Мансуровна, Фәнис һәм башҡа тәрбиәләнеүселәр тыныслана алманылар.
...Ашханала, балалар араһында: «Фәриҙә поезға тапалып үлгән икән», – тигән ҡайғылы хәбәр таралды. Малайҙар ашап ултырған ерҙәренән, аптырашып, тәрилкәләренең ситтәренә ҡалаҡтарын ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар, мыш-мыш илашып, аштарын ташлап сыҡтылар.
Директор борсолған балаларҙы нисек кенә булһа ла тынысландырырға тырышты:
– Ни эшләйһең, үлгән артынан үлеп булмай, – тине ул.
– Фәриҙә апайҙы поезд ҡайҙараҡ тапаған икән? – тип һораштылар, һигеҙенсе класта уҡыған бәләкәйерәк малайҙар, ололарҙың күҙҙәренә мөлдөрәшеп ҡарап.
– Черниковкаға етәрәк урман буйында, – тинеләр өлкәндәр.
– Бында алып ҡайталармы икән?
– Юҡ, тиҙәр.
– Ниңә икән?
– Белмәйбеҙ...
– Эй аҡыллы апай ине... – тип ҡайғырышты балалар.
Фариза Мәхмүтовна Фәриҙәнең кәүҙәһен тәрбиәләнеүселәргә күрһәтергә ҡурҡты, сөнки ул тураҡланып бөткәйне, танырлыҡ хәлдә түгел ине. Ул уны больницанан ҡараңғы төшкәс кенә алып ҡайтып, йәшәрен рәүештә, башҡорт зыяратына күмдерҙе.
Был шомло төндә балалар, нәмәлер һиҙенгәндәй, таңға тиклем йоҡлай алманылар. Уларҙың күбеһе Фәриҙәнең үлеүенә ышанманы. Һаман да иптәштәрен араларында тип хис иттеләр.
Фәнис өсөн ошо төн – иң әрнеүле, иң ғазаплы төндәрҙең береһе булды. Ул, Байҙулла ҡарттың хәбәр итеүе буйынса, алдан уҡ зыяратҡа барып торҙо. Фәнис санаға һалынған табутты ихата эсендәге мәсет янында ҡаршыланы. Фариза Мәхмүтовна уны күреү менән ҡапыл туҡтап ҡалды. Ләкин бер һүҙ ҙә әйтмәне, ҡобараһы осҡан йөҙөн шәле менән йәшереберәк, сана артынан эйәрҙе.
Фәриҙәнең табутҡа һалынған кәүҙәһен ҡәбергә төшөрөү менән Фәнистең ҡото осто. Тик шул саҡта ғына ул иң яҡын иптәшен юғалтҡанын аңланы...
– Тыныс... буул, ҡы-ҙым... Йәшл-ләй ге-нә харап булдың шул... – тип Байҙулла ҡарт, көрәк башына таянып, илап ебәрҙе... – Фәнис улым, әйҙә кү-мә-йек инде... Ни эш-ләй-һең?.. Яҙ-мыш...
Фәнис тағы ла ҡәберҙең төбөнә ҡараны, бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре табутҡа тамды. Ул усына тупраҡ алып ҡыҫты ла түбәнгә төшөрҙө...
Ярты сәғәттән кескәй генә өйөм ҡалҡты. Фәриҙәне күмергә килеүселәр ҡайтып киттеләр. Фәнис яңғыҙы ғына ҡалды. Ул:
– Хуш, Фә-ри-ҙә!.. Хуш!.. – тине.
– Әйҙә, улым, әйҙә. Һыуыҡ тейер, – яҡындан ғына Байҙулла ҡарттың тауышы ишетелде.
Фәнис әкрен генә ҡапҡаға табан атланы.
Күктән, яҡты эҙ ҡалдырып, йондоҙ һыҙылып атылды.
XVII
Фәриҙәнең бәхетһеҙлеккә осрауына ике ай ваҡыт үтте тигәндә, Фариза Мәхмүтовна, Фәнисте үҙ бүлмәһенә саҡыртып:
– Ғәлимов, мин һиңә бер һорау бирәм. Ул беҙҙең арала ғына ҡалыр. Уйлап ҡына яуап бир әле, йәме. Әә... э... Фәриҙә менән һинең арала бәйләнеш бар инеме?
– Нисек аңларға? – тине Фәнис, иҫкәрмәҫтән генә уңайһыҙ хәлдә ҡалып. Уның йөҙө ҡып-ҡыҙыл булды.
– Улай ҡапыл борсолорға ярамай. Сабыр ит. Быдай хәл миңә генә хас ул. Һеҙҙе тәрбиәләй-тәрбиәләй нервыларым ҡаҡшап бөткән. Бит, Фәнис, төрлө мөнәсәбәттәр була.
– Фәриҙә миңә, башҡа ҡыҙҙар һымаҡ, иптәш ине, ауылдашым ине. Шунан артыҡты белмәйем.
– Уныһы бик яҡшы... Тик һеҙ Фәриҙә менән саманан тыш эш ҡылғанһығыҙ. Шул ғына мине аҙыраҡ борсой. Ә былай... юҡ... Фәриҙә мәрхүм ауырға ҡалған, шунан ни ул үҙен-үҙе бөтөрөргә мәжбүр булған, – тине Фариза Мәхмүтовна, мәкерле рәүештә аҫтан йылмайып.
– Ялған, бөтәһе лә ялған! – Фәнис, ағарынып, директор өҫтәленә яҡынлашты.
Фариза Мәхмүтовна артҡа ҡайҡайыбыраҡ:
– Ғәлимов, артҡа сик! Үҙеңде тәрбиәләнеүсе, минең директор икәнлекте лә онотма! – тине тулҡынланып. Кемдер ишек асты.
– Ни эшләп һуң Вәлиеваның көндәлек дәфтәренең һәр бите һинең исем менән сыбарланған. Унда яҙылған күп нәмәләр минең әйтеп үткәнде раҫлайҙар. Артабан сыҙай алмайым. Мин һине балалар йортонан сығарырға мәжбүрмен!
– Ул дәфтәргә нәмә яҙылһа ла яҙылғандыр, иллә минең намыҫым саф! Имеш, Фәриҙәнең үлеменә мин сәбәпсе. Юҡ... Юҡ... – Фәнис ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Ул, иҫергән кешеләй, артҡа сайҡалып, ҡайҙа барып бәрелергә белмәйенсә, тәнтерәкләп торҙо ла, ҡапыл тышҡа атылды һәм, ярһып, урам буйлап атлап китеп барҙы. Фәнис бара торғас, Ағиҙел ярына килеп сыҡты һәм баҫҡан көйөнсө алыҫҡа, зәңгәрләнеп күренгән тауҙарға төбәлеп торҙо.
Ҡояш ергә ҡайнар нурын һибә. Зәңгәр күк көмбәҙендә, тынып ҡалған диңгеҙ өҫтөндә бик алыҫтан ағарып күренгән яңғыҙ елкәндәргә оҡшап, тегендә-бында аҡһыл кәпәрә болоттар ҡанат ҡағалар. Һауа ярып, йылы яҡтарҙан төркөм-төркөм ҡоштар ҡайта. Аҫта Ағиҙел ҡоторона. Ул, ярҙарынан ташып сығып, тирә-яҡты баҫып алған. Сиғандар яланы бөтөнләй һыу эсендә ҡалған. Әйтерһең дә, ундағы өйҙәр йөҙөп йөрөгән шырпы ҡаптары... Шаулап, ергә иҫ киткес яҙ килә!
Фәнис, оҙаҡ ҡына торғандан һуң, аҫҡа, пристань яғына, ҡарай атланы. Уға ҡыҫҡа ғына һары сәстәрен ике урындан ал таҫмалар менән оҫта итеп үргән кескәй рус ҡыҙы осраны. Ҡыҙҙың йәмшек танауы шунда уҡ Фәнискә һеңлеһен хәтерләтте. Үткән төндә төшөндә уның янына Рәмилә килде лә:
– Ағаҡайым, һағындым! – тип күкрәгенә һыйынды. Артабан нәмә булғанын ул иҫенә төшөрә алманы...
Фәнис пристангә барып еткәндә, Генерал Шайморатов исемле бер ҡатлы пассажир пароходы һуҙып-һуҙып ҡысҡыртты.
Ул йәһәт кенә пароходтың кормаһына һикерҙе.
Һыу өҫтө уртаға ярылып, тулҡындар ярға бәрелде. Оҙатып ҡалыусыларҙың һәм пароход палубаһынан ҡул болғап ҡысҡырған пассажирҙарҙың тауыштары йылға аръяғына китеп яңғыранылар ҙа пристангә кире ҡайттылар.
Пароход юлға сыҡты.
Фәнис палуба буйлап йөрөргә тотондо. Ул, стеналағы фотовитрина янына туҡталып, бейек ат өҫтөндә ултырған хәрби кейемле кешегә күҙ һалды. Уның аҫтына Генерал Шайморатов тип яҙып ҡуйылған. Унан ары, Дон далаһынан алып Германияға тиклем алыҫлыҡта Башҡортостан улдарының фашистарға ҡаршы көрәш юлын сағылдырған төрлө форматтағы фотолар теҙелгән. Фәнис уларҙы йотлоғоп ҡарарға тотондо һәм атаһының Дондан башлап яҙған хаттарын берәм-берәм хәтеренә төшөрҙө.
Уның тағы күңеле йомшарҙы һәм бортҡа беркетелеп эшләнгән рәшәткәгә таянды.
Таныш булмаған тауҙар артынан алһыу нурҙар сәсеп, ҡояш тәгәрәй. Пароход, плицалары менән һыуҙы ишеп, яр буйындағы ваҡ-ваҡ ауылдарҙы артҡа ҡалдыра. Ул, ара-тирә ҡысҡырып, һаман алға йөҙөүен дауам итә. Уның тауышы йәшәреп килгән туғайҙар, ҡалын урмандар аша тирә-яҡҡа, тауҙарға китеп яңғырай.
Корма яғынан гармунда татар көйөн уйнап ебәрҙеләр. Уның йөрәк ҡылдарын сирткән моңо Фәнисте моңһоуландырҙы ғына... «Туҡта әле, кемдер ошо көйгә өҙҙөрөп йырлай торғайны, кем һуң әле?... Фәриҙә түгелме? Эйе, эйе, эйе, Фәриҙә! Тик әле ҡушылып йырлаусы ғына юҡ, – тине Фәнис күңеленән. – Их, Фәриҙә! Бәлки, ысынлап та һин мине яратҡанһыңдыр... Бәлки, бөтә йөрәктән... үҙемдең кем тарафынан булһа ла йәшерен рәүештә һөйөлөүемде башыма ла индермәнем. Һине башҡа иптәштәрем иҫәбендә йөрөттөм. Эй, Фәриҙә, үҙең аҡыллы, үҙең көләс, үҙең шаян, үҙең эшсән ҡыҙ булдың... Тойғоларыңды уртаҡлаша алмауым өсөн ғәфү ит. Ҡайһы саҡта һин минең менән япа-яңғыҙ ҡалырға теләгәндә лә мин ситләштем, юҡ-бар эштәр табып китеп барҙым. Моғайын, ниндәйҙер яҡшы һүҙҙәр әйтергә ынтылғанһыңдыр. Йәиһә минең эргәлә тыныс ҡына тороуыңды ла шатлыҡлы минуттарың итеп иҫәпләгәнһеңдер!..»
Фәнистең хәтеренә бер ваҡиға килде... Көҙгө ҡояшлы көн. Тәрбиәләнеүселәр, балалар йортоноң картуфын ҡаҙып бөткәндән һуң, аш бешкәнсе, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыштылар.
Фәнис Дим йылғаһы буйына йыуынырға төштө. Ул күлдәк еңдәрен өҫкә табан күтәреп маташҡанда:
– Фәнис, һинең янда йыуынырға яраймы? – тине Фәриҙә яр башынан.
– Әйҙә, әйҙә, урын етерлек, ауылдаш.
– Ҡайһылай, Таллы һыуы кеүек, таҙа һыу! – тип Фәриҙә төшөү менән һыуҙы болғаны.
– Сәсрәтәһең дә, – тине Фәнис.
– Абау, себен теймәй сер итә, – тине Фәриҙә, йылмайып. – Бына улай-һа.
– Ә-ә, шулаймы ни?.. – Фәнис һыу һибергә ынтылды. Ләкин Фәриҙә тиҙ генә урынынан тороп, яр башына йүгереп менде һәм ул:
– Тота алһаң, һип! – тине.
– Ии, һинең артыңдан ғына етеү нәмә ул! – тип, Фәнис ауыҙына һыу уртланы...
Фәриҙә, ҡысҡырып көлә-көлә ағастар араһынан урау яһап, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан йүгерҙе. Нисек кенә булһа ла ул үҙен тотторорға теләмәне. Уның балтыры һыҙырылды, йөҙөнә сыбыҡ остары бәрелде.
Фәнис артынан килеп етеү менән, Фәриҙә, туҡталып:
– Һип, – тине, башын түбән эйгән көйөнсә, йыш-йыш тын алып.
– Яңы-лыш йот-том инде...
– Фәә-нисс, – тип бышылданы ҡыҙ, тулҡынланып.
– Нәмә кәрәк? – Фәнис тупаҫыраҡ өндәште.
Фәриҙә бер аҙ өндәшмәй торҙо ла ҡапыл ғына боролоп китеп барҙы. Һәм оҙаҡламай яҡындан ғына йыр ишетелде:
Ағиҙелгә төшә яҙҙым,
Тотманың беләгемдән.
Тамыр йәйгән гөлдәр кеүек,
Китмәйһең йөрәгемдән...
Кешене үҙ эргәңдән ҡыуыу еңел ул, ә бына уны яҡынайтыу үтә ауыр... Үҙең һөйөп, һөйөлмәү – ниндәй ғазап!
Фәнисте бер-бер артлы төрлө уйҙар борсоно. «Иптәштәрем минең турала берәй нәмә беләләрме икән?» – тип тә уйланы. «Улай тиһәң, минең ҡайҙалығым һис кемгә лә асыҡ түгел. Былай сығып китеүем әллә яңылышыу булдымы?! Ул шуның өсөн ҡасты, тип тә әйтерҙәр... Эйе, эйе, был ҡасыу... Ни эшләргә? Әллә кире боролорғамы?.. Юҡ, хат ҡына яҙам. Кемгә?.. Сәлимә Мансуровнаға! Ул мине аңлар».
Фәнис кеҫәһенән ҡәләм, ҡағыҙ алып, завучҡа былай тип хат яҙҙы:
«Сәлимә Мансуровна!
Был хатымды юлдан яҙам, һеңлем янына барышлай... Мин һеҙҙе әсәйемдәй бик-бик яҡын күрҙем. Һеҙ миңә күп ярҙам иттегеҙ, шуның өсөн һуңғы рәхмәтемде әйтергә теләйем. Ҡабат мин һеҙҙе осрата алмам инде: балалар йортона ҡайтырға оялам. Ғәйбәт һүҙҙәрҙән ғәрләнәм. Фариза Мәхмүтовна миңә ялған бәлә яға... Фәриҙә минең менән бәйләнә лә ауыр хәлдә ҡала, имеш... Шунан һуң ул поезд аҫтына ташлана. Дөрөҫ түгел, Сәлимә Мансуровна, һис тә генә!.. Аңлағыҙ, дөрөҫ түгел!
Борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ.
Сәләм ебәреп, хөрмәт менән:
Фәнис».
Икенсе көндө, ҡояш сығып килгәндә Фәнис һеңлеһе йәшәгән бәләкәй ҡалаға төшөп ҡалды.
XVIII
– Ағай, күңелһеҙләнеп тә тораһың, бер ергә барып ҡайтайыҡмы?
– Ҡайҙа, һеңлем?
– Ана, анау тау башына. Ағай, беләһеңме, һине һағындым иһә, мин шунда барам. Уның түбәһенән бөтә тирә-яҡ күренә. И-и матур урын ул!
– Ниңә, әйҙә. Тик тәрбиәсе апайыңдан рөхсәт һора.
– Ебәрҙе инде ул, ағай.
– Әйҙә улай булғас.
Фәнис һеңлеһе менән яҡындағы тауға табан атланы.
Көньяҡтан йылы ел иҫә. Ҡаланың йәшкелт төҫкә инә башлаған ағастары башында ҡара ҡарғалар ҡарҡылдаша. Урамдар ҡороп бөткән тиерлек, соҡор-саҡырҙарҙа ғына йыйылып ятҡан һыуҙар осраштырғылай. Үтеүсе халыҡтарҙың күбеһе еңелсә кейемдә.
Фәнистәр ҡыҫҡа ғына урамды уҙып, яланға сыҡтылар, һәм улар тиҙҙән тау буйына еттеләр.
– Ҡара әле, ағай! Һары сәскәләр! – Рәмилә, Фәнистең ҡулынан ысҡынып, алға йүгерҙе. – Ниндәй аҫылдар, йыяйым әле мин уларҙы, һыу һалып банкаға ултыртырмын.
Фәнис һеңлеһенә һоҡланып ҡуйҙы. Ул уның ҡәләм һөрмәһендәй ҡара сәстәрен, етеҙ йөрөшөн әсәһенкенә оҡшатты, ә ғәжәп серле ҙур зәңгәр күҙҙәре атаһының күҙҙәрен хәтерләтте. Ҡайһы саҡ Рәмиләнең йөҙөндә әсәһенең йылмайыуы тыуа. Ошондай минуттарҙың сәғәттәргә һуҙылыуын йөрәк ашҡынып теләй, ләкин ул оҙаҡҡа бармай. Рәмиләгә яңынан ғәмһеҙ балалыҡ төҫө ҡайта...
Рәмилә сәскәләр өҙә-өҙә тау башына күтәрелде һәм:
– И-и һаман менеп етә алмай, – тип ағаһынан көлдө. – Бына ҡайһылай йәмле бит! Һиңә оҡшаймы, ағай?
Фәнис башын һелкеп, күҙҙәрен киңлектәргә йүнәлтте.
Уң яҡта тәүҙә үҙәндәр, ваҡ-ваҡ ҡалҡыулыҡтар, урмандар, колхоз баҫыуҙары һуҙыла, артабан үркәсле тау теҙмәләре менән горизонт сикләнеп ҡуя. Һулда – борғоланып-борғоланып Ағиҙел аға. Унан ары тал, ҡарама ҡыуаҡтары һәм күләүектәр менән сыбарланған туғайҙар йәйелә. Әле тегендә, әле бында ауылдар күҙгә салына.
Фәнис шунда ғына тәрән тулҡынланып:
– Эйе, йәмле! – тине.
– Ағай, беҙҙең ауыл ҡайһы тирәләрәк икән? – тине Рәмилә, Фәнискә һыйынып. – Күренмәйме?
– Юҡ, һеңлем, ул бик алыҫта.
– Ана ан-науу төтөндәй зәңгәрләнгән яҡтарҙамы?
– Эйе.
– Таллыла ла ошондағы кеүек яҙмы икән?
– Яҙҙыр, унда ла яҙҙыр!..
– Ағай, ә Өфө ҡайһы тапҡырҙа?
– Ана тегендә. – Фәнис ҡулын көньяҡҡа һуҙҙы.
– Ағай, һин мине яратмайһың... Шул Өфө яғынан күҙеңде лә алмайһың, – тине Рәмилә, үпкәләп. Ул башын түбән эйҙе.
– Улай тимә. Мин һине бик ныҡ яратам. – Фәнис һеңлеһенең арҡаһынан һөйҙө. – Йә, күтәр башыңды.
– Кәрәкмәй! – Рәмилә күҙен һөркөтләне. – Мин һи-не көт-өп ал-дым... Ә һин... һин... һинән башҡа кемем бар?
– Аҡылһыҙланма... Яҡын итмәһәм, яныңа килмәҫ инем. – Фәнис һеңлеһен ҡосаҡлап, йыуатты. – Тартма танауыңды, хәҙер, ҙур ҡыҙ булып үҫкәнһең. Йәле, миңә ҡара.
Рәмилә күҙҙәрен мөлдөрәтеп ағаһына төбәлде.
– Ана шулай...
– Ағай, мине үҙең менән алып кит, йәме.
– Ниңә? Бында ҡыйынмы ни?
– Юҡ та...
– Һуң?
Рәмилә өндәшмәне.
– Быйылға уҡы әле. Һынауҙар башланырға тора. Артабан уйлашырбыҙ. Йәйге каникул ваҡытында икәүләп ауылға ҡайтырбыҙ, Аралы тауға менербеҙ, ошондағы кеүек сәскәләр йыйырбыҙ.
– Ярар, тағы сәскәләр йыяйыммы?
– Бар, бар.
– Әллә ҡайҙа китмә.
– Ошо тирәлә генә...
Фәнистең уйҙары һаман да Өфөлә ине... «Иптәштәрем минең турала берәй нәмә беләләрме икән? – тип уйланы ул. – Улай тиһәң, минең ҡайҙалығым һис кемгә лә асыҡ түгел. Кәңәшләшмәнем дә, ташлап киттем дә барҙым... эҙләйҙәрме икән?... Дөрөҫ эшләнемме һуң?.. Белмәйем. Юҡ, былай юғалыу шик тыуҙырмаҫмы?»
Кеше шатлыҡ тыуыр алдынан нәмәлер йәки кемделер түҙемһеҙлек менән көтә, ә ҙур бәләгә осрағанда борсола; ул көслө дауыл көтә. Йәнәһе, дауыл уны йә бер ҙә тора алмаҫлыҡ итеп һуғып йығасаҡ, йә яртылаш йәрхәтләйәсәк, йә бөтөнләй иҫән ҡалдырасаҡ.
Фәнисте тап ошондай кисерештәр борсой ине.
– Ағай, күр әле, ни тиклем сәскәләр! – тигәнгә ул һиҫкәнеп китте.
– Абаа, ниндәй матурҙар! – тип, һеңлеһен етәкләп, Фәнис тау юлынан әкрен генә төшә башланы. Ул, йөрәк әрнеүенән ни эшләргә белмәй, тирә-яҡты яңғыратып йырлап ебәрҙе:
Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ,
Күкһел тауҙар һөйә йырҙарҙы.
Аурылыҡты йырҙар еңеләйтә,
Ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы.
XIX
Сәлимә Мансуровна балалар йортонан һуң ғына ҡайтһа ла, тиҙ генә бүлмә иҙәндәрен йыуып алды, һуғышта һәләк булған иптәшенең фотоһы ҡуйылған рамдың ситтәрен дымлы сепрәк менән һөртөп, уға бик оҙаҡ төбәлеп торҙо. Был фото уны һәр көн иртән йылмайып оҙатып ҡала, һәр кисен шулай ҡаршы ала. Сәлимә Мансуровна уның менән тере кешеләй шатлыҡтарын, ҡайғыларын уртаҡлаша, эс серҙәрен асып бирә. Бөгөн дә ул уға балалар йортондағы яңылыҡты һөйләне.
– Бер тәрбиәләнеүсебеҙ юҡ, – тип Сәлимә Мансуровна тәрән һулап ҡуйҙы. – Хаты килде лә килеүен. Хәҙергә икенсе балалар йортонда йәшәй, ҡайтырға теләмәй. Директорына телеграмма ебәрҙек, ни эшләр?
Иптәше һаман йылмайып ҡарап тороуын белде һәм: «Борсолма, ҡайтыр!» – тип йыуатҡандай булды.
Сәлимә Мансуровна быяла аша уның маңлайына ирендәрен тейҙерҙе һәм үҙенең бик алыҫта ҡалған йәшлеген хәтерләне.
Ул ата-әсәһенән йәшләй генә етем ҡалып, беренсе тапҡыр ҡалаға барырға йыйынды һәм йәйәүләп пристангә килде. Ләкин уның пароходҡа түләргә аҡсаһы етмәне. Сәлимә, ни эшләргә белмәй аптырап торғанда, пристандән алыҫ түгел тауҙағы емеш-еләк басаһында бер көнлөк эш барлығын ишетте. Ул бында иртәнән алып кискә тиклем алма йыйҙы һәм, эш хаҡын алып, төнөн Өфөгә китте.
Техникум йылдары... Аслыҡ ваҡыт. Бер һауыттан унлап ҡыҙҙың ҡабалан-ҡабалан эҫе, шыйыҡ бутҡа ашауҙары, иртән тороуға тамаҡтары бешкәнлектән ҡарлығып һөйләшеүҙәре; йәйҙәрен, каникул осоронда техникумда эшкә ҡалыуы, уҡыу йортон тамамлауы, тормошҡа сығыуы, һуғыш башланып китеүе һәм балалар йортона эшкә урынлашыуы – бөтәһе лә бер-бер артлы уның күҙ алдынан үтте... Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр хәҙер уның ҡыуанысы ла, йыуанысы ла. Ул уларҙан айырылып бер генә көн торһа ла, тынысһыҙлана башлай.
Сәлимә Мансуровна оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул тағы Фәнистең хатын хәтеренә төшөрҙө һәм бөгөн булып үткән партия йыйылышы тураһында уйланы.
Быға тиклем һәр саҡ председатель өҫтәле артында ултырырға өйрәнеп һәм шуға ғәҙәтләнеп бөткән Фариза Мәхмүтовна өсөн ябай тәрбиәселәр менән бер рәттән урын алыу, әлбиттә, ауыр булды. Ул быны белдермәҫкә тырышһа ла, бер яҡ ситтә бер кем менән дә һөйләшмәйенсә тәҙрә аша тышҡа ҡарап ултырыуынан һиҙергә мөмкин ине.
Һүҙ тәрбиә тураһында барҙы. Иң аҙаҡтан ул үҙе, Сәлимә Мансуровна, торҙо ла:
– Бындай хәлдәрҙең тыуыуына беҙ бөтәбеҙ ҙә ғәйепле, – тине. – Һәм мин әйер инем: ғәйептең иң ҙур башы директорға төшә. Ул үҙен һуңғы йылда саманан тыш тота башланы. Кәңәшләшеү-нитеү юҡ, тота ла приказ яҙа, саҡырта ла өҫтәл һуғып әрләй, балалар йортонан ҡыуыу менән ҡурҡыта. Был юл менән тәрбиә биреп буламы һуң, һәм ул ниндәй тәьҫир яһай? Шуны аңларға кәрәк, беҙ балаларҙы тәрбиәләйбеҙ. Уларҙың күңелдәре бик нескә, бәләкәй генә иҫкәртеүҙе лә ауыр кисереүсән булалар. Миҫал өсөн мәрхүмә Фәриҙәне генә алайыҡ. Ниндәй һәйбәт ҡыҙ ине, ғүмере нәмә менән барып сикләнде?.. Беҙҙең арала ҡайһы бер ялған һүҙҙәр йөрөй. Имеш, Фәриҙә ҡараңғы ҡар баҙында серек картуф сүпләгәнгә ғәрләнгән. Дөрөҫ, беҙ балаларҙы эшкә өйрәтергә һәм уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ. Нисек? Фариза Мәхмүтовна методы менән икеле билдәһе алғанға яза рәүешендә уҡыусыны мәктәпкә ебәрмәйенсә, иптәштәренән айырып алып ҡалып, бына һиңә шуның өсөн тип, эшкә ҡушыумы?.. Юҡ. Имеш, Фәриҙә насарлыҡ ҡылып, поезд аҫтына ташлана. Нисек һинең, Фариза Мәхмүтовна, бындай һүҙҙәрҙе әйтергә телең бара? Һин ялған мәғлүмәттәр йыйып, йөҙөңдә булған ҡара тапты тиҙ генә юйып ташларға уйлайһың. Фәнисте ниндәй көнгә төшөрҙөң? Саф күңелле ауыл малайы ҙур өмөттәр юллап, беҙҙең балалар коллективына килде, ләкин һин, юҡ-бар сәбәптәр табып, алмаҫҡа тырыштың. Артабан ул, беҙҙең ҡайһыларыбыҙ күреп етмәгән етешһеҙлектәрҙе аса башлағас, тағы ла шул ҡыуыу менән янаның. Ул, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыш ауырлығын елкәһендә татыған һалдат улы. Ә ул һалдат ябай ғына һалдат түгел, Ватан яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған һалдат. Ниндәй выждан менән беҙ уның улына яла яғып, ҡыуып ебәрәбеҙ? Бындай хәлдән һуң беҙгә нисегерәк ҡарарҙар? Юҡ. Беҙҙең балалар йорто үҙенең йәшәү дәүерендә илебеҙгә меңләгән йәш үҫмерҙәр тәрбиәләп бирҙе һәм бирә. Уның атворитетын төшөрмәҫ өсөн мин дә иптәштәрҙең фекеренә ҡушылам. Артабан Фариза Мәхмүтовнаны етәксе итеп ҡалдырыу файҙаһыҙ.
– Уныһы әле Мәғариф министерствоһының эше, – тине Фариза Мәхмүтовна, элекке кеүек ҡысҡырынмайынса, йомшаҡ ҡына тауыш менән.
– Министерствола ла ошондай уҡ фекерҙәләр...
Иртәгеһен Сәлимә Мансуровнаға, балалар йортона килеү менән, телеграмма бирҙеләр. Уны ваҡытлыса Фәнис йәшәгән балалар йортоноң директоры ебәргәйне һәм унда: «Һеҙҙең Ғәлимовты Максим Горький исемендәге пароход менән Өфөгә оҙаттыҡ. Егермеһендә сәғәт ундарҙа ҡайтып етер», – тиелгәйне.
– Балалар, әйҙәгеҙ, Фәнисте ҡаршы алайыҡ! – тине Сәлимә Мансуровна, ятаҡҡа инеп. Шунда уҡ ун бишләп малай, ҡыуанышып, кейенә башланы. Урамға сыҡҡанда, ҡайҙалыр китергә йыйынған Байҙулла ҡарт та, атын туғарып, улар артынан эйәрҙе.
Пристангә төшөп етеү менән, боролманан ике ҡатлы аҡ пароход күренде.
– Ана, ана! – тиештеләр малайҙар, ҡыуанышып.
– Штурвалды тотоусы Фәнис түгелме, әллә капитан да булған, әй?! – тине Моталлап шаярып.
– Булыр ул, булыр! – тип Байҙулла ҡарт күҙҙәрен ҡыҫҡылай-ҡыҫҡылай, һаҡалын һыпырғылап ҡуйҙы.
Тулҡындарҙы ярға бәрә-бәрә, пристанде сайҡалдырып, Ағиҙел буйҙарын яңғыратып ҡысҡырта-ҡысҡырта «Максим Горький» килеп туҡтаны.
Фәнис шунда уҡ Ғәйнулланы, Шәрипте, Байҙулла ҡартты күрҙе. Тик ул халыҡ араһынан тағы кемделер эҙләне. Фәнис уны тапты, бер яҡ ситтәрәк, күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөрткөләп, Сәлимә Мансуровна тора ине.
Эпилог урынына
Хәрби кейем кейгән йәш кенә егет поездан төшөп ҡалды; ул һары күн сумаҙанын ергә ҡуйҙы ла, тирә-яғына ҡаранды, пассажирҙар араһынан кемделер эҙләне.
«Моғайын, килмәгәндер», – тип уйланы ул һәм сәғәтенә күҙ һалды. Икенсе поезды көтөргә сәғәт ярымдай ваҡыт бар ине әле. «Йәл».
Ләкин шул саҡ вокзал яғынан ҡыҫҡа ғына ҡара тун кейгән берәү күренде. Ул, перрондағы кешеләрҙе этә-төртә, был яҡҡа ашыҡты.
– Моталлап!..
Улар, ҡосаҡлашып, үбештеләр.
– Мин һине килмәгәндер, тип уйлағайным.
– Юҡты һөйләйһең, Фәнис!.. Беҙҙең буровойҙар бынан алыҫ ҡына арала тора... Газикка ултырҙым да... шул тиклем ашыҡтым...
Моталлап, бейәләйҙәрен ҡуйынына тығып, сумаҙанды күтәрҙе.
– Киттек миңә, лейтенант.
– Беҙҙең ҡарамаҡта сәғәт тә егерме минут ҡына ваҡыт бар.
– Улайһа, өлгәшә алмайбыҙ... Әйҙә, буфетҡа ғына инәйек.
Ҡап-ҡара булып һыҙылып торған матур ҡара ҡашлы, ғәжәп мөләйем йөҙлө Фәнис һәм киң яурынлы таҙа Моталлап буфеттың бер яҡ мөйөшөндәге өҫтәл артынан урын алдылар.
– Һинең телеграммаңды алғас, мин шул тиклем шатландым... Ярай әле ул ваҡытында килеп өлгөргән. Юғиһә беҙ, разведчиктар, бер урында ғына тормайбыҙ бит. Бөгөн бында, иртәгә тегендә... Эйе, беҙҙең тыуған яҡтарҙа ла нефть барлығы ныҡлап асыҡланды.
– Ишеткәйнем.
– Йә, ҡайҙа юл тотаһың?
– Практикаға барам.
– Их, һин, академик! – тип Моталлап Фәнистең яурынына һуҡты.
Фәнис, көлөмһөрәп, Моталлапҡа:
– Хәҙер хәрби академияла тыңлаусы ғына әле, – тине.
– Ғәйнулланың ҡайҙалығын белмәйһеңме?
– Мин уны бер йыл буйына эҙләнем Хәҙерге көндә ул Владивостокта, госпиталдә ята. Камчаткала булған. Ҡыҙыл Байраҡ ордены алған...
– Тыныс ваҡыттамы?..
– Пограничниктар өсөн тыныс ваҡыт юҡ.
– Мин дә Шәриптән хат алғайным, ул балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.
– Кит әле?.. Мин унда үткәргән йылдарҙы йыш ҡына иҫкә төшөрәм, әллә ниңә ул саҡтарҙы бик ныҡ һағынам...
– Беләһеңме, яңыраҡ ҡына мин Өфөгә барғанда урамда кемде күрҙем?.. Фариза Мәхмүтовнаны. Өс йыл эсендә ул бигерәк тартылған, ҡартайған. Һеҙҙән һуң бит әле мин балалар йортонда бер йыл йәшәнем. Фариза Мәхмүтовнаның эше бит судҡа бирелгәйне. Ләкин уны нисектер ҡотҡарҙылар. Хәҙер ниндәйҙер бер мастерскойҙа мөдир булып эшләйем тип торҙо.
Фәнисте Фариза Мәхмүтовнаның яҙмышы аҙ ҡыҙыҡһындырҙы.
– Ә Байҙулла бабай нисек йәшәй?
– Улмы? Ул... үлгән... Ҡәҙерләп күмгәндәр...
– Һәйбәт ҡарт ине...
Тәҙрә аша маневр яһап йөрөүсе паровоздың тауышы ишетелә, радио аша «Волжанка»ны тапшыралар.
– Мине ҡотларға мөмкин, – тине Моталлап, һүҙҙе икенсегә бороп, – нефть институтына ситтән тороп уҡырға керҙем.
– Бына быныһы шәп! Бир ҡулыңды!..
Һанаулы ғына минуттар тиҙ үтеп китте. Туйғансы һөйләшеп ултырырға ла тура килмәне.
– Билет хаҡында ҡайғыртайыҡ, – тине Фәнис, тынысһыҙлана төшөп.
Тиҙҙән икенсе поезд Фәнисте артабан алып китте.
Моталлап, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған йәшел вагондарға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла, ҡойма буйына табан атланы һәм ул таныш милиционерға тап булды. Ә милиционер вокзалдан нисәмә мәртәбә ҡыуып сығарған элекке «дуҫына» артыҡ иғтибар бирмәне, дөрөҫөрәге таныманы.
Ҡапыл Моталлаптың күҙ алдына ошо станцияла Фәнис менән беренсе тапҡыр осрашҡан көн килеп баҫты. Ул тағы ҡарашын тауҙар яғына ташланы, ләкин киң поезд күҙҙән юғалғайны инде
1959 йыл.