

Күршебеҙ Реканс ағай, был юлы ла күрешергә һонған ҡулымды ҡыҫып тотҡан килеш оҙаҡ ысҡындырмай, барыһын тәфсирләп һорай башланы.
– Иҫәнме әле, ҡустым? Хәлдәр нисек? Һуңғы арала күренгәнең дә юҡ. Эштәр барамы? Ғаилә нисек? Балалар иҫән-һауҙар?
– Шөкөр. Ә үҙегеҙ ни хәлдә?
– Собханалла, собханалла! Бына әле Римаҡайым менән магазинға китеп барам. Быйыл бит емеш-еләк ишелеп ята. Үәринйә ҡайнатырға кәрәк. Беҙҙең баҡса икәү бит. Ә-ә-ә... күп итеп алма алып ҡайтҡайныҡ. Кискә һеҙгә лә индерермен. Килаһы шунса һум...
Күршемдең һорауҙарына яуап биреп:
– Ярай, – тип хушлашып дүрт-биш аҙым атланыммы, юҡмы, ул йәнә туҡтатты:
– Ҡара әле, теге ваҡыт телевизор ҡарап ултырһам, һин һөйләп тораһың. Эй, ҡыуандым, тимәк, һин пырастуй кеше түгел. Яҙыусы икәнһең, китаптарың сыҡҡан...
– Әйҙә инде! Ошоно! Бер кеше күрһә, һағыҙаҡ кеүек йәбешә лә ҡуя. Ҡайтыуыңа емештәрең себенләй башлаһа, белерһең әле. – Реканс ағай тағы ла оҙағыраҡ торор ине, Рима апай тызыҡлай башланы.
Күршем бер-ике аҙым атланмы-юҡмы, тағы ла миңә боролдо:
– Ярай, ярай, бер иркенләп ултырырбыҙ әле. Үҙеңде бер ҡунаҡ итәһе бар...
...Әллә ҡайҙан иҫәнлек ҡушыр, тегенеһен-быныһын һорашыр, ихлас, һәр ваҡыт ауыҙы йырыҡ ерән сәсле был ағай менән яңы фатирға күсенгән көндә үк таныштыҡ. Бығаса шәхси йортта йәшәй инек. Ҡатыным әйләнгән һайын: “Мин ҡалаға тауыҡ кеүек ерҙә соҡонор өсөн килмәгәнмен. Етте, өйҙө һатабыҙ ҙа фатирға күсәбеҙ”, – тигәс, туғыҙ ҡатлы йорттан шәп фатир таптыҡ. Фатир ғына түгел, шәп күрше лә тап булды беҙгә бында. Йорт дүртмөйөш формаһында булғас, күршебеҙ балконына сығып баҫһа, беҙҙең кухня тотошлайы менән уға үтә күренеп тора.
Барлыҡ йыһаздарҙы ташып бөтөп, өҫтәл артына ултырғайныҡ ҡына, ишек шаҡынылар. Кем булыр икән?
– Аҙыраҡ ауыҙығыҙҙы самалап асһағыҙсы! – Ҡатыным асыулы ҡараны. – Был һеҙгә шастный дум түгел. Бөтә көсөгөҙгә лауылдап ултыраһығыҙсы. Күршеләр асыуланыр ҙаһа. Ана, ужы килеп тә еткәндәр.
– Шулай шул.
Бөтәбеҙ ҙә шым булдыҡ. Бығаса шәхси йортта йәшәгәс ни, асыҡ та ярыҡ өйрәнгәнбеҙ. Ҡара, килеп еткәндәр. Нимә кәрәк икән? Тыныс ҡына ултырырға ла форсат бирмәйҙәр. Ҡатыныма ла асыуланып алдым.
– Наҙайыл ауыл өйөндә йәшәп, ҡаласа йәшәге килә, тип башты ҡатыра инең! Күрҙеңме, иркенләп һөйләшергә лә ирек бирмәйҙәр.
– Хәҙер һинең шул булыр инде. Бөтә нәмәлә мине ғәйепләрһең.
Бер аҙҙан тағы шаҡынылар.
– Был әҙәм тиҙ генә китергә оҡшамаған. – Ахырҙа ишекте барып асһам, ауыҙын йырып 60 йәштәрҙәге ағай тора.
– Һаумыһығыҙ! Әллә яңы күршеләр инде? –Ул күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Эйе, эйе, бына саҡ күсенеп торабыҙ. Әллә артығыраҡ тауышландыҡмы? Ярай, асыуланмағыҙ инде.
– Ниндәй асыуланыу ти инде. Киреһенсә, бик шатмын. Тимәк, күршеләр булаһығыҙ инде. Таныш булайыҡ – Реканс. – Ағай тағы ҡулын һуҙҙы.
Беҙҙең халыҡта кергән кешене ишек төбөндә тотоу килешмәй бит – яңы күршемде табынға саҡырҙым.
– Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, беҙҙең фатирҙы күреп сығығыҙ.
– Әллә нисек һымаҡ бит әле. Ишшеү буш ҡул менән. Мин танышып ҡына сығайым тигәйнем. Ярай улай булғас.
Тәүҙә ағайға фатирҙың һәр бүлмәһен күрһәтеп сыҡтым. Һәр бүлмәгә ингән һайын ул: “беҙҙеке һымаҡ”, “былай икән”, “беҙ ошонда шуны ҡуйҙыҡ”, “ярай, бер ингәндә ҡарап сығырһың әле” тигән һымағыраҡ һүҙҙәр әйтте. Бәҙрәфтең уларҙыҡынан ҡайтышыраҡ булыуын да иҫкә төшөрҙө, стеналарҙың бик үк тигеҙ булмауы ла күҙенә ташланды. Унан табынға саҡырғайным, ихластан риза булды. Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа, танышыу хөрмәтенә бер рюмка күтәреп алғас, күрше үҙе хаҡында һөйләй башланы.
– Беҙ быға тиклем Норильскийҙа йәшәнек, биш йыл элек Башҡортостанға ҡайттыҡ. Пенсияға сыҡтыҡ. Беҙҙең пенсия шәп! Үҙем шунса алам, Римаҡайым фәлән һум ала. Етә пенсия, етә! Яңыраҡ фәлән һумға иномарка алдыҡ. Ишек алдында күргәнһегеҙҙер инде, шунса-шунса номерлы, шул беҙҙеке була. Ә был думда ундай машиналы кеше күренмәй. Беҙ Норильскийҙан ҡайтҡас, аҡса күп инде.
– Әйҙәгеҙ, тағы тотоп ҡуяйыҡ.
– Эйе шул. Әтеү һеҙҙе һүҙ менән әүрәтеп ултырам. – Ағай һүҙгә генә түгел, йотоуға ла, ашауға бик әүәҫ күренә. Өҫтәл тирәһе бушағас, тағы ла ҡатыным өҫтәп билмән һалды.
– Ҡалай билмәнең бик тәмле! Үҙегеҙ эшләгәнһегеҙҙер, моғайын. Ҡулығыҙ бик татлы икән.
– Эйе, эйе. –