

Мәрйәм
I
Байрамдарҙың тыныс ҡына ағып ятҡан тормош йылғаһына икенсе йылға килеп ҡушылдымы ни – йыш-йыш бойоғоуға бирелеүсән Мәрйәм ҡапыл үҙгәрҙе лә китте: ирен эшкә оҙатыу менән, ваҡытын ишек алдында үткәрҙе, йырлай-йырлай самауырын ышҡып таҙартты, өйөнөң тышын ағартты, тауыҡтарына ем һипте.
– Ҡыҙым, әллә беҙҙең дә өйҙө ағартышаһыңмы? – тине Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ яйын килтереп.
– Белмәйем, Байрам ни тиер икән? – тине Мәрйәм.
– Йүнле ҡатын булһаң, һин юҡ-бар эшкә ирҙәрҙе ҡыҫылдырма. Бәй-бәй, имеш, шул да өнәр. Бикбулатымды күрергә күрше-күлән кереп бөттө, һеҙ генә ирле-ҡатынлы тороп ҡалдығыҙ. Харап эреләнгәнһегеҙ. Бер самауыр сәй табыр инем әле.
– Әллә асыулана?
– Һеҙгә асыуланмаған кешенең эсендә йәне булмаҫ. Үҙегеҙҙе әллә кемгә ҡуймағыҙ. – Ҡарсыҡ ҡыҙып китте. – Уға ҡалһа, минең бәбекәйем институт тамамлаған, ә үҙен нисек кеселекле тота.
– Ағас улыңды артыҡ маҡтайһың түгелме?
– Бер ҙә ағас түгел, үҙемдеке кеүек күрәм. Ул – башлап минең ҡулда тын алған бала. Үҙем донъяға килтерешкәнмен икән, үҙем башлы-күҙле лә иттерермен. Етте, күп йөрөнө, йәше лә утыҙға баҫты, – тине Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ.
Мәрйәмдең тулы аҡ йөҙөндәге йылмайыу билдәләре ҡапыл юғалды. Ул һыҙылып торған ҡап-ҡара ҡаштарын йыйыбыраҡ, ҡуңыр күҙҙәрен ситкә төбәне лә, иңенә төшкән сәс толомдарын үргеләп:
– Кемде димләмәксе булаһың? – тине.
– Уныһын үҙем беләм. – Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, сер бирмәйенсә, ергә эйелде. – Ҡайҙа, ҡайҙа аҫтына төртөп ебәрергә ҡороған әрем һындырайым әле.
– Шулай ҙа? – Мәрйәм ҡалҡыу күкрәген ситәнгә терәне лә йомро беләктәре менән ике ҡаҙыҡты ҡосаҡланы. – Ауылданмы?
– Ай-һай, төпсөнөң дәбаһа. Ниңә кәрәктер, годың уҙған, күлдәгең туҙған, – тине ҡарсыҡ, кет-кет көлөп.
– Абау теле. – Хәтере ҡалып, Мәрйәм ситкә боролдо һәм абайламайынса аяғын кесерткәндән саҡтырҙы. Шул арала ҡыҙарып, бүртенеп сыҡҡан балтырын ыуҙы ла үҙҙәре яғына атланы һәм урам ҡапҡаһын асып инеп килгән Байрамға тап булды.
– Шул ике өй араһындағы кесерткәнде сабып ташла тип күпме әйттем, – тип иренә, иркәләнеберәк, үпкәле ҡараш ташланы. Үҙе һаман балтырын ыуҙы.
– Һиңә унда йөрөргә кем ҡушҡан? – Байрам, өйгә инеп, көн ашаған йәшкелт фуражкаһын сөйгә элде лә, гимнастерка өҫтөнән быуған киң ҡайышын сисеп, карауат өҫтөнә ырғытты. Яға төймәләрен ҡабаланып ысҡындырҙы. Уның, төҫө ҡасып, оҙонса ас яңаҡтары ҡалтыранды.
– Байрам, һиңә ни булды? – тине Мәрйәм, уға яҡынлашып.
– Кит әле бынан, – тип Байрам ҡулын һелтәне. – Ана, эш тапмаһаң, Михайловка лавкаһынан буяу алып ҡайт. Өй башын буярға кәрәк.
– Йүнләп кенә әйтеп булмаймы ни?
– Ҡайҙа, ашарға бир әле.
Мәрйәм уның алдына ҡыҙҙырылған картуф ҡуйҙы, соландан һөт керетте һәм мейес буйына барып һөйәлде.
– Сәйең юҡмы ни?
– Бар... – Мәрйәм ҡулының һырты менән күҙ йәшен һөрттө.
Байрам сәнскеһен таба ситенә ҡуйҙы ла, тороп, оҙон бармаҡтары менән ҡатынының сәсен һыйпаны.
– Үҙем дә белмәйем, ут сыҡҡандай, өйгә ашығып ҡайтам. Тупһаға аяҡ баҫҡансы, һине күргәнсе, тыныслана алмайым.
– Миңә ни булыр тиһең? – Мәрйәм иренең күҙҙәренә төбәлде.
Байрам китер алдынан, ҡатынының маңлайынан үбеп:
– Оҙаҡламай ат килеп етер, – тине.
– Ә йәйәү барһам?
– Үҙ яйыңды ҡара.
Мәрйәм юлда иренең шикләнеүе хаҡында уйланып барҙы, ләкин бер сәбәп тә таба алманы. Ул, Михайловкаға барып, йомошон йомошланы ла ҡайтыр яҡҡа йүнәлде.
Ҡояшлы алтын көҙ. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була тигәндәй, иген йыйыу ҙа тамамланып килә. Геүләп торған ашлыҡ баҫыуҙары бер-бер артлы тынып ҡала, ырҙын табаҡтарында иген елгәреүсе ҡыҙҙарҙың да йырҙары һирәк ишетелә. Ҡайҙа ҡараһаң да тәрән көҙ һулышы һиҙелә. Бына ҡолаҡҡа алыҫтан ниндәйҙер тауыш шыңғырап ишетелде. Мәрйәм туҡтап, ҡаштары өҫтөнә ҡулдарын ҡуйып, күккә төбәлде. Көньяҡҡа торналар китә. Уларға ла ваҡыт еткән. Һәм шул саҡ ҡапыл:
– Тыррр, – тигән тауышҡа Мәрйәм терт итеп ситкә тайпылды.
– Абау, хоҙайым, тапатаһың бит.
– Һаумы?
– Иҫән генә, – Мәрйәм, башын эйгән көйөнсә, тулҡынланып, юл ситенән атланы. Кырандаста Бикбулат ине. Ул ҡара костюм кейгән, киң ҡара ҡаштары өҫтөнә кепкаһын төшөрөп, атының башын тартып бара. Һаҡал-мыйығын таҙа итеп ҡырһа ла, урыны барыбер ҡарайып тора, был уға, нисектер, ирҙәр төҫөн бирә ине.
Мәрйәм ошондай минуттарҙың ҡасан булһа ла киләсәген күҙ алдына баҫтырғайны, ләкин, бөгөнгө кеүек, яланда япа-яңғыҙы осрашырмын тип уйламағайны. Ул ҡалтыранған ҡулдарына беренсе эләккән үләндең һабағын һындырып ҡапты. Ниндәй әсе. Йылдар буйына йөрәк түрендә йөрөткән кешене осратҡас, боролоп ҡарарға ла ҡыя алмайынса, ошолай ғазапланып, юл ситенән атлармын тип, кем башына килтергән? Уның уйҙары бөтөнләй икенсе ине бит. Тормош юлынан, башҡа бер кем менән дә түгел, тик Бикбулат менән генә бергә ҡушлап атлау хаҡында күпме хыялланманы. Ҡаланан тыны менән тартып алырҙай булып көттө ул. Баҫыуҙарға сыҡһа, күҙен баҫыу юлынан алманы, эштән ҡайтҡанда, ҡайырылып-ҡайырылып тағы шул юлдарға төбәлде. Кистәрен урамдарҙы тальян грамун моңдарына күмеп, клуб яғына йәштәр үтһә, тәҙрәнән үрелеп-үрелеп ҡарап ҡалды; йәш йөрәккәйе елкенде, әммә уларға сығып ҡушылманы, һаман һөйгән кешеһен янып көттө. Бикбулатһыҙ тормош булмаҫ кеүек тойолдо. Ләкин бөтөнләй ул уйламаған башҡа тормош – Бикбулатһыҙ тормош ҡоролдо. Уның менән ҡушлап атлау урынына, хәҙер ошолай юл ғына биреп ҡалырға тура киләсәк.
– Ултыр.
– Рәхмәт, күп ҡалманы инде.
Бикбулаттың айғыры баш бирергә теләмәне, ул ауыҙлыҡты тешләргә маташты.
– Мәрйәм, ниңә мин күренеү менән тиҙерәк боролоп китеү яғын ҡарайһың?
– Һинеңсә ни эшләргә һуң?
– Беҙ бит яҡын дуҫтар.
– Ҡасандыр...
– Һуңғы хатҡа ла яуап бирмәнең.
– Ниңә үткәнде хәтерләргә?
– Хәтерләтә шул, – тип Бикбулат көрһөнөп ҡуйҙы. – Ошо юл өҫтөндә ҡуйышҡан вәғәҙәне кем боҙҙо?
– Көтмәнем түгел, көттөм. Зарығып көттөм. Кейәү сыҡмаған ҡарт ҡыҙҙар иҫәбенә кертә башланылар. Кисереүҙәре бик ауыр булды. Һин институт тамамланың. Ә мин кем? Үҙемдең һиңә тиң түгеллегемде аңланым. Шуға яуап яҙманым. – Мәрйәм, туҡтап, баҫыу яғына боролдо.
– Бәхетлеһеңме һуң?
– Эйе, Байрам мине ярата.
– Ә һин?
– Ярат-ма-һам, сыҡмаҫ инем...
Бикбулаттың дилбегәһе үҙенән-үҙе бушаны.
Мәрйәм, туҙан-туҙҙырып барып, түбә артына йәшеренгән кырандас артынан моңайып ҡарап торҙо, күңеле тулыуҙан күҙ алды ҡараңғыланып китте.
* * *
Бикбулат ауылға яҡыная башлағас, ярһыған атын тыя төштө. Үҙенең дә йөрәге баҫылғандай булды, ләкин ул тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай ине. Баҫып буламы һуң уны?
Байрам менән бала сағын бергә үткәрҙе. Күрше булып үҫтеләр. Яҡын-тирәләге туғайҙарҙа улар бутамаған ҡыуаҡтар ҡалдымы икән? Эҫе селләләрҙә һыу ингән саҡтар һис тә күҙ алдынан китмәй. Бер мәл, яңы ғына йөҙөргә өйрәнгәндә, хатта ул бата ла яҙҙы. Байрам ҡотҡарҙы. Төндәрен лапаҫ башында күктәге Ҡош Юлын, яҡты эҙ ҡалдырып атылған йондоҙҙарҙы, иген бешкәндә, нәжәғәй уйнауын ҡарап ятҡан ваҡыттарҙы оноторлоҡмо. Шулай ҙа Байрам үҙһүҙлерәк була торғайны, ҡайһы саҡта атылған йондоҙҙарҙы, беҙҙең баҫыуға төштө, тип еңешә ине. Иртәгеһен барып ҡараһлар, бер нәмә лә тапмай торғайнылар.
Бикбулаттың бала сағы һиҙелмәй ҙә үтте. Мәктәп йылдары. Мәрйәм осраны. Тәнәфес ваҡыттарында әбәк уйынынан башланған нәмә мөхәббәткә әүерелде. Атаһының үле хәбәре килгәс, ул ауыр көндәрҙә тыуған ауылын ташлап сығып китте. Тормош шулай мәжбүр итте. Оҙаҡ йылдарҙан һуң ғына кире әйләнеп ҡайтты.
– Колхоз председателе, – тине Закирйән Ҡылысбаев, идарала һалҡын ғына күрешеп.
– Ишеткәнем бар, – тине Бикбулат, йылмайып.
– Бик может. Значит, мине беләһең булып сыға?
– Ауылдашты ла белмәгәс.
– Эйе.
– Туҡта-туҡта. – Закирйән, оло кәүҙәһен артҡа эйеберәк, егеттең йөҙөнә диҡҡәт менән төбәлде. – Иркәбай малайы түгелме?
– Эйе, Закирйән ағай.
– Ниңә әллә ҡасан шулай тимәйһең? – Закирйән уны ҡосаҡлап алды. – Ҡайһылай үҫкәнһең, ҡолас та етерлек түгел, күрәһең, сит ерҙәр килешкән. Һағындырып ҡына ҡайттың. Күҙгә-башҡа күренмәгәнеңә байтаҡ йылдар үтте шикелле? Унау ғына барҙыр.
– Теүәл ун биш йыл, ағай.
– Шулай уҡтыр. Ун биш йыл. Әйтергә анһат. Ҡайтҡылап та китмәнең. Әллә ҡәрендәш-ырыуың ҡалмағанға Яҡтыкүлдән бөтөнләй биҙҙең?
– Тура килмәне шул.
– Тыуған ауылды оноторға ярамай. Атаң-әсәң мәрхүмдәр иҫән булһа, шатланып бөтә алмаҫтар ине, ни эшләйһең, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Иркәбай менән беҙ бик татыу йәшәнек, табындаш инек. Мин һине бынаулай сағыңдан уҡ беләм. Бик шуҡ малай инең. Значит, бер мәлде үҙеңде шаяртып маташам. Бәй, малайым бармаҡты тешләне лә ҡасты. Бына һаман да эҙҙәре һаҡлана, – тип Закирйән рәхәтләнеп көлдө.
– Ҡайҙа, ҡайҙа, – тип бер колхозсы, ҡыҙыҡһынып, уның бармағын тотоп ҡараны. – Ысынлап та, бар шул. Елле генә эләктергәнһең икән, Бикбулат туған.
– Булғандыр инде, – тип көлдө Бикбулат.
– Эйе, эйе, бала саҡ – һантый саҡ бит ул. Йә, тыуған яҡтарға ниндәй елдәр ташланы? Күпкәме?
– Нисек ҡабул итерһегеҙ? Бәлки, бөтөнләйгә лә ҡалырмын.
– Рәхим ит, туған. Ситтә күп йөрөнөң. Төпләнергә лә ваҡыт. Эт туйған ерендә, ир тыуған ерендә йәшәр, тигән боронғолар. Бына беҙгә алмашҡа кешеләр кәрәк. Ҡартаябыҙ. Тырыштың, рәхмәт. Беҙ һинең яҙған гәзиттәреңде уҡып барабыҙ. Яҡтыкүлдән дә бер кеше сыҡты, тип шатланабыҙ. Тик ауылда ҡалаһың ғына килмәҫ, ауыл ауыл инде ул, ҡала түгел.
Ҡапыл телефон шылтыраны. Закирйән трубканы алды:
– Эйе, «Ленин юлы» тыңлай. Кем һорай? Райком. Мин. – Ҡылысбаев етдиләнеп китте. – Һаумы. Ниндәй ауылдаш? Иркәбаев? – Председателдең йөҙө яҡтырҙы. – Ә-ә. Бында ул. Миндә ултыра. Бер ҙә уны-быны әйтмәне. Шулаймы ни? Ҡушҡуллап. Рәхмәт. Кадрҙар кәрәк, бигерәк тә үҙебеҙҙеке булыуы ҡыуаныслы, – тип Закирйән трубканы һалып ҡуйҙы. – Хужа шылтырата. Ниңә уны әллә ҡасан әйтмәйһең? Значит, Өфө менән ысынлап та һаубуллаштың? Һәйбәт, һәйбәт. Кемгә туҡтаның?
– Үҙебеҙгә.
– Унда Ҡунаҡбикә ҡарсыҡтың бураһы таҡырыраҡтыр, он-маҙар яҙҙырып ал.
– Рәхмәт, хәҙергә кәрәкмәй әле.
– Ҡара, туған, һинең өсөн бер нәмә лә йәл түгел. Значит, кискә осрашырбыҙ. Ярай, хәҙергә ял ит. Яҡтыкүл дә үҙгәрҙе хәҙер. Йыл һайын байтаҡ ҡына яңы йорттар һалына, һипләгәндәре уның һанап бөткөһөҙ. Халыҡ тик ятмай, культураға үрелә, туған.
Бикбулат тышҡа сыҡты. Ул, ауылдаштары менән туҡтап һөйләшә-һөйләшә, тирә-яғына ҡаранып, урам буйлап әкрен генә атланы.
Ҡаршы тау битләүендәге оло аҡ таш та шул көйөнсә ята. Яҡтыкүл буйындағы йыуан-йыуан еректәрҙе һуғыш йылдарында киҫеп бөткәйнеләр, хәҙер улар урынына ҡуйы әрәмәлек ҡалҡҡан. Егеттең ҡарашы ауыл осондағы тирәккә төбәлде... Ауыр ваҡыт ине... Әсәһе оҙаҡ сирләп ятманы, ике көн буйы танауы ҡананы ла үлеп тә китте.
* * *
Икенсе көндө иртән Закирйән, ат егеп маташҡан Бикбулаттың яурынынан ҡағып:
– Шатландырҙың, туған, бик шатландырҙың, – тине. – Йәш кеше менән бергә-бергә эшләүе миңә лә еңелерәк булыр. Атыу колхоз да ҙур ғына: һигеҙ ауылдан тора. Был, значит, элекке һигеҙ колхоз тигән һүҙ. Етәкләр өсөн таҙалыҡ та, белем дә кәрәк, туған. Эйе, дилбегәне көрмәп бәйләргә онотмағанһың. Молодец. Атыңдың башын ҡаты ғына тотоп ултыр, юғиһә, уның дыулай торған ғәҙәте лә бар.
– Әллә ҡайҙа китмәҫ.
– Улай тимә. Мине ул аҙнаға яҡын түшәктә ятҡырҙы.
– Ярар, ярар, – тип Бикбулат фермаға китте.
Уны Сөләймән ҡарт бармаҡ янап ҡаршы алды:
– Атайыңа оҡшамағанһың, улым. Ул әллә ҡайҙан ҡысҡырып килә торғайны. Дүшәмбе көндө әйтәм, танытманың ҡый. Үпкәм ҙур. Мин ни, ҡарт йүләр, уны-быны уйламаным.
– Ярай инде, бабай.
– Хәтерләй алмайым инде, шабаш. Бер-береһенә оҡшаған кеше әҙме ни, тип үҙ-үҙемде тағы йыуатып ҡуйҙым. Барыбер йөрәк тынысланып етмәне. Мәлғүн йөрәкте әйтәм. Һиҙенгән ҡый. Ҡайҙа, атыңды лапаҫ аҫтынараҡ ҡуяйыҡ, тире ҡатһын, – Сөләймән ҡарт кырандас артынан туйтаңлап атлап килде лә, Бикбулат ергә төшкәнсе, ауыҙы күбекләнгән айғырҙың теҙгененә йәбеште.
– Бындалармы? – тине Бикбулат.
– Иртәнге эштәрен бөтөрөп ҡайтҡайнылар. Һине, улым, яңылышмаһам, партийный сиклитар итеп һайлағандар, тип ишеткәйнем. Күңелеңә ауыр итеп алма. Әле таяғың керһә, аяғың кермәгән. Хут алдың, хут артың, мин уны әйтәм инде. Ниңә беҙҙе күрше колхоздар, тирә-яҡҡа хур итеп, уҙып киттеләр? Әлеге лә баяғы, улар сусҡаға әһәмиәт бирәләр. Ә беҙҙә уға һаман да иҫке ҡараш. Йә, йөрәгең әрнерме, әрнемәҫме? Аҙна буйына сусҡа ҡараусы таба алмайҙар. Сығарып ебәрһәң, артынан йөрөргә кәрәк, ауылға китәләр. Әйҙә әле үҙҙәрен кереп күр.
Бикбулат Сөләймән ҡарт артынан эйәрҙе.
– Бына беҙҙең фермала урыҫтар юҡ. Урыҫ тыуа-тыумыштан сусҡа ҡарап өйрәнгән кеше, әллә Михайловканан берәйһен килтерәһегеҙме?
– Михайловка бригадаһы ла беҙҙең колхозға инә, әлбиттә. Нисек һуң? Ярап етерме? Бына уны башҡорт үҙе үҫтерһен ине.
– Аныһы ла дөрөҫ, улым. Тик әүәл замандан килгән йолаға йәбешәләр шул. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ерәнәләр.
– Беҙгә ул йоланы емерергә кәрәк.
– Әйтергә анһат, – тине Сөләймән ҡарт. – Ана, итегеңә генә күҙ һал. Фермаға инер алдынан ҡояш нурҙары уйнап тора ине, ә хәҙер?.. Ҡарарға уңайһыҙ. Әйҙә, йыуынып сыҡ.
Бикбулат, бәләкәй генә өйгә ингәс, аптырабыраҡ ҡалды. Ала-ҡолалы мейес буйында аяҡтары ҡыйшайған бер эскәмйә ултыра. Һикелә тыштары ҡайышланып ҡатҡан ике мендәр ята. Стенала төтөнгә ыҫланып, һарғайып бөткән «Боевой листок».
Сөләймән ҡарт кереү менән, еңдәрен һыҙғанып, картуф әрсергә кереште.
– Ошонда йәшәп ятыу инде. Исмаһам, һуғыштан ике улымдың береһе ҡайтманы. Ҡаҙаҡтар яғында бер ҡыҙым бар. Кейәүҙә. Саҡыра. Нисек тыуған илеңде ташлап китәһең. Кинйә улым айрапланда оса ине. Ике генә хаты килде лә ғәйеп булды. Өлкәне, яраланғас, иптәше ҡулында үлгән. Оло улыма хөкүмәттән пинсе ашайым. Хәл бар саҡта, нисек итеп тик ятаһың, бында килдем.
– Рәхмәт. Һинең кеүек ҡарттар күберәк булһа, эш икенсерәк барыр ине. Йә, бабай, хәҙергә һау бул, – тине Бикбулат.
– Онотма беҙҙе, шулай килгеләп тор. Бына күңелем булып ҡалды. Икенсе йыл ошонда эшләйем, былай хәлемде һорашҡан кеше һирәк булды. Әҙәмгә ваҡыты менән яҡты сырай, яҡшы һүҙ ҙә етә.
Фото: mykaleidoscope.ru