Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Август 2023, 03:50

Мәрйәм Повесть (2) Рәйес НИЗАМОВ

– Үҙең ир ҙә, ҡатын да рәтендә йөрөп ҡара әле, сабыр булырһыңмы? Етмәһә, берҙән-бер ҡыҙымды сусҡа бысрағын таҙарттырырға уйлайһығыҙ.

Мәрйәм       Повесть (2)       Рәйес НИЗАМОВМәрйәм       Повесть (2)       Рәйес НИЗАМОВ
Мәрйәм Повесть (2) Рәйес НИЗАМОВ

II

 

– Сөләймән утары нисегерәк? – тип ҡаршыланы Закирйән. – Ҡарт сүп-сарҙы тейәп ҡайтарманымы?

– Юҡҡа улай уйлайһығыҙ. Ферма хәле былай ҙа асыҡ, – тине Бикбулат. Бындай яуап председателгә оҡшап етмәне:

– Бер көндө ҡайтып, икенсе көндө үк донъяны ал да гөл итеп булмай уны, туған. Ағайыңдың ошонда эшләп күҙе сыҡҡан инде. Бөгөндән һарай һалдырып ҡуйыр инем мин. Барыһына ла аҡса кәрәк. – Закирйән бармаҡтарын уйнатты. – Барыһы ла шуға ҡоролған. Унан һуң сусҡа ҡарарға кеше табыуы ла анһат түгел. Инәлә-инәлә телебеҙ ҡалманы. Барыһы ла культурный ҙа, барыһы ла грамотный, барыһы ла теле телгә йоҡмай һөйләшә, барыһы ла сирен, сәбәбен таба. Тормош һәйбәтләнде, ашарға, кейергә бар. Ҡоторҙолар. Ҡалаҡлап он бүлешкән саҡты тиҙ оноттолар. Мөслимә ҡыҙы ризалашҡан кеүек тә булғайны, тағы киреләнеп тора.

Әмәлгә ҡалғандай, нәҡ ошо ваҡыт баҙарға барырға ат һорап, Мөслимә үҙе килеп керҙе.

– Атын бирербеҙ ҙә уның. Ғүмерле булырһың әле, как рас һине һөйләп ултыра инек, – тине Закирйән.

– Эшегеҙ юҡтыр шул, – тине Мөслимә.

– Элеп-һелкеп барма әле. Бик сабыр була торғайның.

– Үҙең ир ҙә, ҡатын да рәтендә йөрөп ҡара әле, сабыр булырһыңмы? Етмәһә, берҙән-бер ҡыҙымды сусҡа бысрағын таҙарттырырға уйлайһығыҙ. Йыуашты баҫырҙар, уҫалды аҫырҙар тигәндәй, миңә бәйләндегеҙ. Йә, әҙәм ояты, урамыбыҙҙан өс ҡатын эшләп йөрөй. Тегендә булһа ла – Мөслимә, бында булһа ла – Мөслимә. Имеш, башҡалар ирлеләр, бала табалар, бала үҫтерәләр. Уларҙа ғына бала, уларҙа ғына ир. Ваҡытында беҙ ҙә ир менән торҙоҡ, балаһын да таптыҡ. Бер урағыбыҙға, бер ҡайын ботағына аҫылған бишеккә баҡтыҡ. Беҙҙең кеүектәргә тиҙ көсөгөҙ етә. Ана, бисәң минең менән бер йәштә, айыу аҫһаң күтәрер. Баҫыу юлын берәй сығып күргәне бармы? Бригадирының бисәһе лә, силсәүитенең бисәһе лә – барыһы ла өйҙә ята. Уларға һүҙ ҙә юҡ, суд та юҡ. Ана, шулар барһын. Мин ҡыҙымды курсҡа ебәрәм. Ата төҫөн күрмәй, ярты етем үҫте. Улай итеп, былай итеп, ауыҙҙан өҙөп-йолҡоп, өҫ-башын ҡараным, иптәштәре араһында кәмһенмәһен, үҙебеҙ ни ары, ни бире ҡалғанға күрә, исмаһам, уҡыһын тинем. Хәҙер фермаға? Ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, үҙем йөрөгән дә еткән. Бикбулат, йөрәккәйем, һин аңларға тейешһең. Үҙең үкһеҙ етем ҡалып, күп михнәттәр күреп, әҙәм булып сыҡтың бит. – Мөслимә, күҙ йәшен һөртә-һөртә, стена буйына һөйәлде һәм ағара башлаған сикә сәстәрен яулығы аҫтына ҡыҫтырғыланы.

Закирйән, ҡара түгелеп бөткән быяла өҫтөндәге ҡағыҙҙы һыҙғылауҙан уҙып, бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Бикбулат, нисек кенә булмаһын, Мөслимәне тынысландырырға теләне. Уның алдында һуғыш ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, күп ғазаптар кисергән һәм әле лә ирҙәр менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләп йөрөгән һалдат ҡатыны тора ине.

– Эйе, Мөслимә апай, – тине ул, көрһөнөп, – аңлайбыҙ. Мин йыш ҡына һеҙҙең менән һыйыр өйрәтеп, ер тырматҡан саҡтарҙы хәтерләйем. Ул ваҡытта Гөлйөҙөм бик бәләкәй ине. Хәҙер урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙ. Шундай ҡыҙ үҫтереүегеҙ өсөн рәхмәт, апай. Уның киләсәк яҙмышы тураһында беҙҙең бөтәбеҙгә лә бергәләп уйлашырға кәрәк. Быйылға Гөлйөҙөм колхозда ҡалһын, тырышып ҡына эшләһен, киләһе йылға, яҡшы характеристика биреп, уҡырға ебәрербеҙ. Шулай бит, Закирйән ағай?

– Мөслимә, тыңла. Бикбулат бик аҡыллы кәңәш бирә. Значит, беҙгә юғары белемле зоотехник кәрәк. Үҙебеҙгә ҡайтыр.

– Белмәйем тағы, үҙе менән һөйләшеп ҡарайым әле, – тип Мөслимә ишекте асты. –Ай-һай, Закирйән ағай, һиңә ышаныуҙары...

– Уның бына ошондай яҡтары ауыр, туған, – тине Ҡылысбаев. – Белмәйем, һуғышҡа тиклем халыҡ йығылып ятып эшләй торғайны, хәҙер аңламаҫһың. Ситкә тайыу яғын ғына ҡарай. Йөрөп-йөрөп, барыбер шул иҫке ситәнен һағынып ҡайта инде. Шундай сәүисһеҙҙәре лә бар. Тышҡа көскә ҡомған тотоп сыҡҡан ата-әсәләрен ташлап китәләр ҙә, ярҙам итегеҙ, тип прямо Ҡылысбаевҡа хат яҙып яталар. Значит, председатель уларға утын килтерһен, һалам бирһен, ихатаһын йүнәтһен. Ул ғына етмәгән, райкумға жалу ебәрәләр. Ни эшләйһең, ваҡыты менән уступкаға ла бараһың: ҡарттар йәл. Улар менән бит мин заманында донъя аҡтарған кеше. Юғиһә йыйын шалапайҙар яҙыуына төкөрөп бирер инем.

– Ниндәй документ менән китәләр һуң? – тине Бикбулат.

– Табалар юлын.

 

III

 

Бикбулат уйлағанса булманы. Кисен идарала тағы ла, сусҡа ҡараусы юҡ, тинеләр.

– Гөлйөҙөм барманымы ни? – тине ул.

– Юҡ, – тине ферма мөдире.

– Һин Мөслимәнең һүҙенә ышандыңмы ни? – тип Закирйән көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Һүҙ юҡ, ул колхоз эшенән ҡалмай, ну, йылан ҡойроғон киҫкән ҡатын инде. Оятҡа ҡалдырған саҡтары ла күп булды уның. Райондан килгән кеше тип тормай, эсендәге тышында. Өйҙәге сүпте урамға сығарырға ярата.

– Ни эшләйбеҙ һуң? – тине Бикбулат.

– Икенсе кеше табырға кәрәк.

– Кем таба уны?

– Һеҙгә лә тыңламағас, беҙгә ни ул, – тип ферма мөдире үҙенә йөкләтелгән бурыстан ситкә тайпылырға тырышты.

– Тимәк, һинең менән миңә эҙләйһе ҡалды?

– Аңламайым,– тине Бикбулат. – Колхоз председателе менән парторг, өйҙән-өйгә кереп, ялынып йөрөргә тейешме?

– Ә һин, әйткән бер һүҙеңә йүгереп торорҙар, тип уйланыңмы ни? Был һиңә завод түгел, ә колхоз. Крәҫтиән менән эш итәһең.

– Хәҙер эшсе менән крәҫтиән араһында айырма бик бәләкәй. Ул айырма бөтөргә лә күп ҡалманы, Закирйән ағай.

– Миңә агитация һөйләмә, туған. Эшлә әле, күпме ҡалғанын унан күрерһең.

Бикбулат артабан һүҙ көрәштерергә теләмәне, сөнки Закирйәндең үҙ һүҙле һәм политикала бик һай йөҙгәнен белә ине, тик ул уның икенсе яғына – тәжрибәһенә иғтибар итмәй булдыра алманы. Ләкин тәжрибә һуңғы йылдарҙа ҡоро тәжрибәгә генә әйләнә башлағайны, урындарҙа йәнле ойоштороу эштәре етешмәй ине.

Ҡайҙа табырға һуң ул сусҡа ҡараусыны? Ауыл тулы халыҡ, ә фермаға барырға теләүсе юҡ. Ғәжәп хәл. Шулай ҙа Гөлйөҙөмдәргә барып урамаҡсы булды.

Ул килгәндә, Мөслимәләрҙә ҡатындар йыйылышып кис ултыра ине. Ҡайһыһы – ойоҡ, ҡайһыһы дебет шәл бәйләй, ҡайһыһы сигеү сигә.

– Сәй эсеп бөткәс кенә йөрөйһөң, – тине Мөслимә, эшен ташлап. – Әйҙә, туғаным, түргә уҙ.

– Ваҡыт самалыраҡ, апай.

– Йыйын тол ҡатындан ҡурҡалыр, – тине бер йәшерәк ҡатын. – Уртаға һалып ашамабыҙ.

– Гөлйөҙөм ҡайҙа? – тине Бикбулат, көлөп.

– Унда ҡатындар ҡайғыһы юҡ әле.

– Егет кеше бит, – тиештеләр, шаяртып.

– Ултыр, хәлебеҙҙе һораш, – тип дауам итте һүҙен Мөслимә. – Хәҙер самауырымды яңыртам. Нисек йәшәйһегеҙ, тиген. Атыу тота ла – Гөлйөҙөм. Кәнсәләрҙә тәмәке төтөнөнә иҫереп ултырыуҙан башҡа, төндә йәһәннәм дә ҡыйратмайһығыҙҙыр әле. Беҙҙең менән дә һөйләш.

Бикбулат урындыҡ ситенә терәлергә мәжбүр булды.

– Ана шулай. Ҡышҡа утынығыҙ, бесәнегеҙ етәме, тиген. Беҙ ни шул колхозға ҡарап торабыҙ бит.

Бикбулаттан ҡатындар күҙҙәрен алманылар.

– Нисек йәшәгәнеңде, Мөслимә апай, беләбеҙ. Колхоз эшенә лә актив ҡатнашаһың, – тине ул, шәл бәйләгән ҡатынға төрттөрөргә теләп. – Бөтә ҡатындар ҙа һинең кеүек эшләһә, сөгөлдөрҙө сүп тә баҫмаҫ ине, фермала сусҡа балалары ла үлмәҫ ине.

Кис ултырыусылар тынып ҡалды.

– Сусҡа тигәндәй, – тине Мөслимә, – Гөлйөҙөм менән һөйләшеп ҡарағайным, ҡыйынлабыраҡ тора бит әле. Ҡырынлар ҙа шул, йөрәккәйем, иптәштәренең күбеһе уҡыуҙа бит. Өфөнән имтихан биреп ҡайта-ҡайтҡандан бирле күңеле китек баламдың.

– Ҡайҙа һуң ул? – тине Бикбулат.

– Клубҡа киткәйне.

– Миңә уны күрергә ине бит әле.

– Оҙаҡламай ҡайтыр ҙа инде.

Бикбулат, сәғәтенә ҡарап:

– Иртәрәк әле, – тине. – Клубҡа тейеп кенә китермен.

Клубта кино бөтөп, йәштәр бейей башлағайнылар. Улар парторгты күреү менән:

– Бикбулат ағайҙы! – тиештеләр.

Шул арала булманы, тәбәнәк буйлы, плюш жакет кейгән һауынсы ҡыҙ, тыпылдатып баҫып, уртаға саҡырҙы. Бикбулат нисек кенә итһә лә, килештерә алманы.

– Онотолған шикелле, – тип әйләнергә мәжбүр булды. Хәҙер уртаға икенсе кешене саҡырырға кәрәк ине. Бикбулат Гөлйөҙөмдө эҙләне. Күрҙе. Ҡыҙ башын аҫҡа эйеберәк сыҡты ла еңел генә итеп бейей башланы.

– Һеңлем, һинең менән һөйләшәһе бар, уйын бөткәс, ашыҡма әле, – тине.

Гөлйөҙөм өндәшмәне. Бикбулат сәхнә яғына, егеттәр яғына, барып ултырҙы.

Уйын оҙаҡҡа һуҙылманы. Йәштәр шаулашып таралыша башланы. Бикбулат сыҡҡанда, Гөлйөҙөм уны ҡапҡа төбөндә көтә ине.

– Мин һине оҙатып ҡуям, – тине ул.

– Кит, ағай, оялам. – Гөлйөҙөм ҡултыҡларға теләмәне.

– Оялма. Йә, һөйләп ебәр, ни эш бөтөрөп ятаһың?

– Әллә, шунда көн үтә инде.

– Әсәйең менән һөйләшмәнеңме?

– Ни турала, ағай?

– Ферма хаҡында.

– Һөйләштек.

– Һуң?

– Мин ниәтләнеп тә ҡуйғайным, әсәйем тағы һүреп ҡуйҙы. Аңламаҫһың уны, бер былай ти, бер тегеләй ти.

– Ә һин бына үҙең, үҙ башың менән нисек уйлайһың?

– Әлләсе...

– Быйыл уҡыуҙар башланды инде. Мин, икенсе йылға үҙем юллашырмын, тип Мөслимә апайға ла әйткәйнем. Мотлаҡ инәсәкһең. Кәрәк икән, институтҡа үҙем алып барырмын. Ферма хаҡында тағы бер тапҡыр уйлап ҡара әле, туғаным. Әсәйең менән дә кәңәшләш.

– Ярар, ағай, – тине Гөлйөҙөм, тыңлаусан балалай.

Бикбулат, кире боролоп, һыртҡы урамға күтәрелде. Ул яғаһын ысҡындырҙы: ниндәйҙер бөркөү төн ине.

 

IV

 

Ишек алдында тубыҡланып утын киҫеп маташҡан ҡарт, кинәт һиҫкәнеп:

– Ә-ә, Гөлйөҙөм, – тине. Уның алдында нәҙек кенә буйлы, бөҙрә сәсле ҡыҙ баҫып тора ине. – Иртәләгәнһең. Йомошҡа-маҙарға ебәрҙеләрме әллә?

Гөлйөҙөм, бармаҡтарын тотҡолап:

– Ни... бабайың таныштырмаҫмы икән тигәйне, – тине.

– Аңламайым, ҡыҙым, – ҡарт, ғәжәпләнеп, яурынбашын һикертте. – Кем ебәрҙе, ни менән танышырға?

– Әсәйем... сусҡалар менән...

– Кеше албырғатып тораһың, әллә ҡасан шулай тимәй... Улар менән таныш түгелме ни һуң?

– Ситтән генә күргәнем бар ҙа.

– Шулаймы ни, улай икән, – тине ҡарт, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып. «Бигерәк бала ғына шул әле, беләктәренә йүнләп ит тә ҡунмаған» тип уйланы. Ул балтаһын түмәргә сапты ла, ыңғырашып, аяғына баҫты. – Шайтан алғырҙары, ойоп киткәндәр. Хәҙер үк таныштырырғамы ни?

Гөлйөҙөм, ирендәрен ҡымтып, башын һелкте.

– Шулай шул, кеше-маҙар килгеләгәнсе, тиген. Әйҙә.

Ҡыҙ, тартынып ҡына, Сөләймән ҡарт артынан эйәрҙе.

Аҙбар ишеген үтеү менән, күңел болғатырлыҡ еҫ бәрелде. Гөлйөҙөм, танауын баҫып, туҡтап ҡалды.

Сөләймән ҡарт, артына әйләнеп:

– Клеткалар буйлабыраҡ атла, – тине.

Гөлйөҙөм ике-өс аҙым атланы ла:

– Бынан ни үтерлек түгел бит, – тине. Шул саҡ әллә ҡайһы мөйөштән оло инә сусҡа килеп сыҡты. Ул, мырҡылдап, туп-тура ҡыҙға йүнәлде.

– Бабаҡайым, туҡта, талай бит! – Гөлйөҙөм, сәрелдәп, ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡурҡышынан, ағарынып, күҙҙәрен йомдо.

– Йә, йә, тыныслан. Кешегә ҡағылмай ул, – тине ҡарт.

– Эйе, теймәҫ һиңә... Ауыҙын ҡайһылай асҡан, хәшәрәт.

– Ярай, булмаһа, кире боролайыҡ. – Сөләймән ҡарттың күңеле кителде.

Гөлйөҙөм кинәт кенә клетка эсендә инәләрен имеп ятҡан сусҡа балаларын күрҙе.

– Бабай, ҡара әле, ниндәй матур итеп теҙелешкәндәр, – тине ул, ғәжәпләнеп.

– Күҙең теймәһен.

– Минең күҙҙәрем улай ҡаты түгел.

– Йә, йә, тине, – Сөләймән ҡарт, – атлауыңды бел.

– Анауһы имә лә алмай. Меҫкенкәйемде, йәлләмәйенсә, тапай бирәләр. Бабай, әллә аралайһыңмы? Мин керер инем дә, инәләре торор тип ҡурҡам.

– Белмәйем шул, – ҡарт йәнә йомшап китте. «Әйҙә, күңеле булһын» тине һәм «кәмһетелгән» сусҡа балаһын «яҡлап» сыҡты. – Ни эшләйбеҙ, артабан аяҡ аҫты бынан да яманыраҡ, ботинкаң бысрап бөтөр. Сусҡалар ҙа уҫалыраҡ.

– Бергә генә атлайыҡ, бабай.

– Йә, – Сөләймән ҡарт Гөлйөҙөмгә күрһәтмәгән ерҙе ҡалдырманы, иң бысраҡ урындарға ла алып кереп бөттө. «Сусҡа үҫтерергә теләгән кеше быға түҙергә тейеш» тине үҙ-үҙенә.

Ҡыҙ ҡабат өндәшмәне, тауышһыҙ-тынһыҙ ғына йөрөп, тышҡа сыҡҡас, кеҫәһенән бәләкәй көҙгөһөн алды һәм:

– Абау, әсәкәйем! – тип көлөп ебәрҙе. – Йөҙөмә ҡарарлыҡ та түгел бит. Кит, бабай, шунда әйтмәгәнһең дә.

– Мин ни иғтибар итеп торманым.

– Һыуың бармы, бабай?

– Алып килһәң, була.

Таштар араһынан урғылып сығып ятҡан саф шишмәнән Гөлйөҙөм, күнәктәрен ҡат-ҡат сайҡап, һыу алды ла уларҙы киң таш өҫтөнә ултыртты. Уның күңеле алыҫ ҡалала ине. Имеш, бына уны институтҡа ҡабул иттеләр. Ул, ҡулына бәләкәй генә студент сумкаһы тотоп, таш урамдарҙан атлай. Эйе, таш урамдарҙан атланы атлауын, әммә институтҡа эләгә алманы. Төндәре лә серем итеп кенә үткәрелде тиерлек. Һәр билетҡа яуап әҙерләнде. Хатта күҙ йомоп та һорауҙар биреп ҡаралды, бөтәһен дә белгән кеүек тойолдо. Бына көткән көн килде. Гөлйөҙөм, ашҡынып, исемлектән фамилияһын эҙләй башланы. Ҡапыл уның күҙҙәрен йәш баҫты. Ял баҡсаларын, кинотеатр залдарын, шаулы урамдарҙы ҡалдырып, вокзалға төштө. Өфөнөң емелдәшеп янған уттарына вагон тәҙрәһенән оҙаҡ ҡарап барҙы. Аралар алыҫлашҡан һайын, уттар ҙа бер-бер артлы күҙҙән юғалды. Ләкин йөрәктә ҡабынып өлгөргән уттарҙы баҫырлыҡ та, һүндерерлек тә түгел ине...

Гөлйөҙөм һуҡмаҡ буйлап әкрен генә өҫкә күтәрелде һәм, йыш-йыш ҡына туҡталып, ел иҫкәндә бөгөлгән йәш талдай, күнәктәрен алмаштырҙы.

–Төҫөң ҡасҡан, ҡый? – тип ҡаршыланы Сөләймән ҡарт. – Бер-бер хәл булмағандыр бит?

– Юҡсы.

– Ай-һай, күҙемә туп-тура ғына ҡарап, дөрөҫөн әйт әле. Оҡшамаймы? Алайһа бар, кеше-маҙар күргеләгәнсе, тая һал.

Гөлйөҙөм өндәшмәне.

– Ауыҙыңа һыу уртланыңмы ни?

Ҡыҙ мөңгөрҙәп ҡуйҙы.

– Ишетмәйем, ҡысҡырыбыраҡ әйт.

– Ҡайтмайым, тим.

– Бына быныһы өсөн рәхмәт, ҡыҙым.Фото:

mykaleidoscope.ru

Автор:
Читайте нас