+21 °С
Болотло


Алмашына ваҡыт. Миҙгелдәрҙең
Артынсаһы килә алмашына.
Әле генә сәскәле йәй ине,
Ана, алмағастар алма һона.
Алмашына дуҫтар. Иҫкеләре
Яңырталар хәтирәләр илен.
Алмашынаң икән хатта үҙең
Ғүмереңә уралһа йоп-иллең.
Алмашына икән ҡиммәттәр ҙә -
Элек алтын булған, бөгөн - баҡыр.
Шундай заман: дуҫ тигәнең һатыр,
Һин кәмләгән батҡаныңда тартыр....
Алмашына икән барыһы ла -
Аҡылың да, хатта фекер-уй ҙа.
Намыҫымды ғына алмаштырмай
Барып етһәм ине һуңғы туйға.