Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Август 2023, 02:25

Мәрйәм Повесть (3) Рәйес НИЗАМОВ

Бала – ул итәктә һөйҙөрә, итәктән төшкәс, көйҙөрә икән. Йә, ун йыл буйына кейем туҙҙырып, икмәк серетеп уҡып та, сусҡа ҡара, имеш. Ярай ине хәүефһеҙ генә эш булһа, бөгөн ҡабып йотамы, иртәгәме, тип дер ҡалтырап йөрө инде.

Мәрйәм Повесть (3)  Рәйес НИЗАМОВМәрйәм Повесть (3)  Рәйес НИЗАМОВ
Мәрйәм Повесть (3) Рәйес НИЗАМОВ

Фото:

mykaleidoscope.ru

V

 

Колхозсылар бөгөн дә, идараға йыйылып, үҙ-ара һөйләшеп ултырҙылар.

– Йылдың йылы Оло аҡлан артына һоло сәскәс, ырата алмабыҙ шул. Ер иҫкермәгән, Закирйән ҡорҙаш, үҙебеҙ иҫкерәбеҙ, – тине Яубаҫар.

– Дөрөҫ, – тиештеләр башҡалар.

– Ана, күршегә ҡарағыҙ, – тине Яубаҫар, һүҙен дауам итеп, – күптән түгел генә бит әле, районға китеп барғанда, беҙҙең урамда өҙөлгән арҡалыҡтарын ялғап, нисегерәк этләнә торғайнылар. Хәҙер күрегеҙ, электрҙары ҡалайыраҡ яна. Ыҙандар ҙа йәнәш кенә лә бит, ни хәл итәһең?..

Тышта һаман ямғыр яуҙы. Колхозсылар, байтаҡ ҡына ултырғандан һуң, ҡайһыһы – һыртҡы урамға, ҡайһыһы түбән осҡа таралыштылар. Закирйән улар артынан сығып яңғыҙы ғына өйөнә ҡайтты.

– Атаҡ! Ни эшең был? Ғүмерҙә ҡыланмағаныңды ҡыланаһың. Ул бысраҡ итегеңде, һыуы ағып торған кожаныңды соланға һалып инһәң ни була? – тип ҡаршыланы уны ҡатыны Сабира.

– Минең башымда итек кенәме ни! – Ҡылысбаев ҡысҡырып ебәрҙе. – Берәүҙә –иҙән, икенселә чурт знает нәмә ҡайғыһы!

– Енең һуғылып ҡайтмаһаң, күңелең буламы ни һинең! – Сабира күлдәк итәген ҡыҫтырҙы ла, ҡолаҡтарындағы яңы тыуған айға оҡшаған алҡаларын уйнатып, иренең төймәләрен ысҡындырышты.

– Ни таптыралар тағы?

– Аҡса.

– Бынағайыш, үҙ кеҫәңдән сығарып бирмәҫһең бит?

– Өйҙә кеше-маҙар юҡмы?

– Юҡ, ниңә?

– Аптыраш, Сабира, әллә ҡартайтты, әллә наҙанлыҡ баҫты? Белмәйем. Заманында минең ауыҙға ғына ҡарап торалар ине бит. Значит, ауыҙҙан ни сыҡты, шул закон булды.

– Шулай шул, ҡартыҡайым. Ҡолаҡ һалыбыраҡ йөрөйөм дә, әллә үҙеңде һанға ла һуҡмай башланылар.

– Миңә йыйын эшлекһеҙ бисәләрҙең һүҙен һөйләмә! Ну, шул ғәйбәтселәрҙең телен һалып сүкей торған берәй елле генә закон сығаралармы, юҡмы инде? Кинәнеп ҡалыр инем.

– Йәлләп кенә әйткәйнем дә.

– Мине кеше йәлләмәһен, хатта хәләл ҡатыным да.

– Ҡыҙма әле, бына һәйбәт иттереп бәлеш бешерҙем. Тиҙерәк йыуын, һыуына башлар.

– Может, аш үткәрерлек нәмәң барҙыр? Көн дә йонсоу, аяҡтар ҙа һыҙлап тора.

– Райондан берәйһе килеп сыҡһа-нитһә тип, алып ҡуйғайным шунда.

– Шәп иткәнһең, Сабира. Ҡайҙа, килтер әле.

Кемдер ишек шаҡыны.

– Ә! Сельсовет! Маҡтап ҡына йөрөйһөң. Түрҙән уҙ.

– Рәхмәт. Яңы ғына райкомдан шылтыраттылар, бюроға саҡыралар, – тине Байрам.

– Кемде?

– Өсөбөҙҙө лә. Иртәгә бит әле мәктәптә делянка ҡабул итә инек. Бармаһаң, нисек булыр икән?

– Минең дә эштәрем муйындан, – тине Закирйән, йылмайып. – Их, Байрам, Байрам. Бюро менән шаярма, туған. Миңә ике кеше өсөн дә яуап биреүе ауырға төшөр. Беҙгә миндектең иң ҡыҙыуы эәләгәсәк. Онотма шуны, – тип Закирйән ҡатыны яғына броолдо. – Ҡайҙа, теге нәмәңде бир әле.

Сабира башланған яртыны килтереп ҡуйҙы.

– Рәхмәт, ҡатын. Мин апайыңды хөрмәт итәм. Шуткамы ни, утыҙ йыл буйына ҡулға-ҡул тотошоп атлау. Эйе, ике бала үҫтерҙек. Беләһең. Ҡыҙым тормошта, улым Ҡазанда, ғалим. Яҡшы тәрбиә бирҙек кеүек. Тик һирәк ҡайталар. Ярай, үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр. Йә.

– Таяҡтың башы икебеҙгә лә эләгер, тиһең инде? – тине Байрам, икмәк еҫкәп.

– Как же, атты икәү еккәнбеҙ, икебеҙҙән туғартасаҡтар, – Закирйән Байрамдың бюро тигән һүҙҙән генә лә ҡурҡҡанын белә ине.

– Һин, Закирйән ағай, юҡҡа райкомдың икенсе, өсөнсө секретарҙарын һанға һуҡмайһың. Улар ҙа бит – бюро ағзалары, бәйләнмәҫтәрме икән? Тотаһың да, ниндәй йомошоң булыуға ҡарамаҫтан, беренсегә инәһең.

– Беренсе ишекте асыуға мөмкинлек бар саҡта, ниңә миңә ике-өс ишек асып йөрөргә?

– Сиратта торған кешеләргә лә ҡарамайһың, тиҙәр.

– Холҡом шулай, туған, ул толоп түгел, һүтеп тә, ямап та булмай. Унда юҡ-бар жалыу менән райсоветтан сығып, райкомға йөрөүселәр бөтмәҫ.

– Мине инде күптән рәткә тыҡмайһың. Сессияларға өсәр мәртәбә саҡырмайынса, килгәнең юҡ. Үҙең заманында сельсовет председателе булып эшләгән кеше.

– Дөрөҫ, үпкәләргә хаҡың бар. Занчит, ул дәүерҙә минең ҡарамаҡта өс колхоз ине. Һинең кеүек ат һорап та, фураж һорап йөрөмәнем. Колхоз председателдәре үҙҙәре килтереп бирҙеләр. Ел инем, дауыл инем, белгең килһә.

– Тимәк, һинеңсә, Закирйән ағай, хәҙер Советтарҙың авторитеты юҡ?

– Киреһенсә, хәҙер уларҙың роле үҫә. Тик һин генә быны аңларға теләмәйһең.

– Етте, етте, – тине Сабира, – кәнсәләрҙә һөйләшерһегеҙ. Өйҙә лә – шул эш, тышта ла – шул эш. Башың ҡалмай. Атаһы, йонсоғанһың, ял итергә ваҡыт. Мәрйәм дә һине көтәлер. Йәш кәләшеңде интектермә, ундай саҡтар бер генә була ул. Закирйән ағайың заманында эше бөтөр-бөтмәҫтән йүгереп ҡайта торғайны.

– Дөрөҫ, Сабира. Байрам, хуш. Иртүк ҡуҙғалырбыҙ.

 

VI

 

Партияның район комитеты бюроһы бик һуң ғына тамамланды. Закирйән менән Байрам – икеһе бер кырандасҡа, Бикбулат бер үҙе бер кырандасҡа ултырып, ҡайтырға сыҡтылар. Көн буйы ямғыр аҫтында күшегеп торған аттар, ауыл осона сығыу менән, таныш юлға баҫыуҙарын һиҙеп, юртыуҙарын шәбәйттеләр. Шулай ҙа Закирйән, ҡәнәғәт булмайынса, һүгенеп, сыбыртҡыһын ҡаты ғына һелтәне. Бикбулат уларға бер аҙ эйәреп килде лә үргә күтәрелгәндә тороп ҡалды, атын артыҡ ҡыҫтаманы.

Ямғыр елләнеп, йөҙгә ҡыя һуғып яуҙы. Сикәгә әле уңдан, әле һулдан батҡаҡ сәсрәне. Бикбулат ямғырға яурынын ҡуйып, ҡырыныраҡ ултырҙы.

Председателдәр арттарына әйләнеп тә ҡараманылар. Хәйер, Закирйәндә кеше ҡайғыһы юҡ ине, бюроға үҙен бик һауалы ғына тотоп барғайны ла, ергә сүктереп ҡайтармаһындармы. Бюро ағзалары бер-бер артлы уның иң нескә еренә һуҡтылар.

– Беҙ һине быға тиклем оло тәжрибәле председатель итеп йөрөттөк. Етте, сал башыңдан күп һыйпаныҡ, хәҙер яуап бирергә тура киләсәк.

– Йөкләмәләр үтәлмәй, сөнки игенселектең культураһын күтәрергә теләмәйһең. Сәсеү әйләнешенә иғтибар биреү юҡ. Шуға ла 7–8 центнер уңыш йыяһың. Малдар һаны ла аҡрын үҫә. Йомортҡа планын тартып-һуҙып тултыраһың, ә Яҡтыкүлдең тирә-яғында ниндәй күлдәр бар. Рәхәтләнеп ҡош-ҡорт үҫтерерлек. Бына ҡайҙа ул доход сығанағы. Күҙгә күренеп, кеҫәгә керәм тип тора. Хәстәрлек кенә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта ҙур перспективалар менән йәшәмәгән председатель – председатель түгел ул.

– Значит, бушатығыҙ. Хәҙер үк мисәтте тапшырырға ризамын.

– Ҡабаланма, иптәш Ҡылысбаев. Мисәтте кеҫәнән алып өҫтәлгә һалыу еңел булыр, ә бына коммунист намыҫыңды ҡайҙа итерһең икән? Елкәңде ҡулъяулыҡ менән һөртөп ҡуйған кеүек, колхоз хужалығын еңел генә үҙ өҫтөңдән алып ташлай алмаҫһың. Һиңә ике ай ваҡыт. Йыл аҙағына тиклем хәлде үҙгәртмәһәң, һүҙ икенсерәк булыр.

Закирйән һаман үҙенекен һөйләне, бюрола үҙен тәкәббер тотто.

– Ҡурҡытмағыҙ. Ҡылысбай ағайығыҙ колхоз төҙөгәндә, һеҙ тал сыбыҡҡа атланып йөрөй инегеҙ әле. Мин күп кенә бюро ағзаларын, райком секретарҙарын күрҙем. Улар менән ауырлыҡтарҙы ла аҙ татыманыҡ. Был сәстәр ниңә ағарып бөткән тиһең?

– Һинең үткән хеҙмәтең инҡар ителмәй. Үткән менән ғорурланып йәшәй торған заман түгел. Һин бөгөнгө эш өсөн яуап бирәһең, бөгөнгө эшеңә ҡарап баһа ла алаһың. Иптәштәр, бюро ағазалары, мин «Ленин юлы» колхозының председателе Ҡылысбаев Закирйәнгә, Яҡтыкүл ауыл Советы председателе Әминев Байрамға эште үҙ ағышына ҡуйғандары өсөн икеһенә лә ҡаты шелтә бирергә тигән тәҡдим индерәм. Ә иптәш Иркәбаевтың яңыраҡ эшләй башлағанын иҫкә алып, телдән генә лә әйтеп китеү етер, тим. Ул ошо бюронан тейешле һығымта яһарға тейеш...

Бикбулат, бюролағы хәлдәрҙе яңынан бер-бер артлы күҙ алдынан үткәреп, ирекһеҙҙән Өфөлә йәшәгән саҡтарын иҫкә төшөрҙө. Ул редакцияла ауыл хужалығы бүлегендә эшләне, ауылдарҙан килгән хәбәрҙәрҙе шымартып ултырҙы. Айына бер-ике мәртәбә командировкаға барып ҡайтҡыланы. Ә Өфө төндәре ошолай инеме ни? Яҡты урамдар буйлап яй ғына атлайһың, тирә-яғыңда шаулашҡан йәштәр ағымы. Аяҡтарың тала төшһә, баҡсаларға инеп ултыраһың. Йыр, музыка тыңлайһың. Ағиҙел ярына барып баҫаһың. Аҫҡа, емелдәшеп янған уттарға ҡарап тороуы бигерәк күңелле ине. Үҙенә әйҙәй торған әллә ниндәй сихри тойғолар тыуҙы, бала саҡты, тыуған ауылдың уттарын һағындырҙы... Яҡтыкүлгә ҡайтып китергә әҙерләнгәс, редакцияла бергә эшләгән иптәше Яруллин Батыр: «Юҡҡа ҡоторонаһың, һин бит үҫә торған йәш журналист. Һиңә ҡала тормошо, өлкән яҙыусылар, артистар, художниктар араһында уралырға кәрәк. Ауыл һинән башҡа ла ауыл инде ул, дегәнәк япраҡтары араһында оҙаҡ йәшәрмен тип уйлама», – тигәйне. Ләкин уның күңелен кире һүрә алманы. Бикбулатты тыуған яҡтары тартты ла торҙо.

Ат, ҡапыл туҡтап, артҡа сигенде. Бикбулат һиҫкәнеп китте, абайлабыраҡ алдына ҡараны, уның һыйыр икәненә төшөнгәс, көлөп ебәрҙе. Юлдан бер яҡ ситтәрәк усаҡ та яна.

Һыу буйына томан төшә.

Ҡарағаттары бешә.

И-и, ҡарағаттары бешә...

Кемдер йыр һуҙа. Ул усаҡ яғына боролдо.

– Хәйерле төн, ағай.

– Хәйерле төн, туған, – тип Яубаҫар бүркен ҡалҡытты һәм бәләкәй йылтыр күҙҙәрен сытылдатып йомоп алды ла:

– Ҡайҙан киләһең? – тине.

– Райондан. Яңыраҡ берәйһе үтмәнеме?

– Үтте булһа кәрәк. Ҡайҙа, атыңды эҫкерткә ҡушып торайыҡ, аҙ булһа ла хәл ала торор. Хайуанҡай, һыуға сумып сыҡҡанмы ни? Һыйығыраҡ мал шул, – тип Яубаҫар атты алып китте.

Бикбулат һауаға иренеп кенә күтәрелгән ялҡынға ҡулдарын йылытты ла тирә-яғына ҡараштырғыланы һәм йыраҡтан емелдәшеп янған уттарҙы күрҙе.

– Теге ниндәй уттар ул? – тине Яубаҫар, урап килгәс.

– Ә-ә! Яңы поселоктыҡы.

– Бик матур яна. Һуң кәйеф-сафа нисегерәк, ағай? Һөт кәмемәйме?

– Күреп тораһың, көндәр йонсоу. Быға тиклем, ышығыраҡ булһын тип, юҡҡа урман араһында йөрөткәнмен. Ике-өс көн яланға алып сыҡҡас, сәпсим икенсе. Һөт төштө лә китте.

– Айырмаһы бар икән, ә?

– Теге һауынсы шунса литр, был һауынсы шунса литр һауҙы, тип ҡысҡыралар ҙа бит. Һыйырҙарҙың елендәрен кем тултырып ҡайтара икән? Әлеге көтөүсе. Йүнләп көтмәнеңме, әллә ниндәй биш орден таҡҡан һауынсы һаумаһын, ҡоро биҙрәһен генә тотоп кереп китәсәк... Кәйеф-сафа тиһең? Ана, теге һиңә оҡшаған уттар миңә лә оҡшай. Мин уларға ситтән генә, ҡыҙығып, оҙаҡ ҡарап йөрөнөм. Тик мин унда ауыр саҡтарҙа ла колхозды ташлап китмәнем. Һәр кемгә мәғлүм, һуғыштан ҡайта-ҡайтҡандан бирле мал ҡарайым. Ғаиләм дә ҙур ғына, һигеҙ йән. Кейем-һалым да кәрәк. Бала-сағаны беләһең бит, тызынып йыртып ҡына торалар. Ул ваҡыттар үтте инде. Хәҙер тормош һәйбәтләнде, ни теләһәң, шул бар. Тик бына, ни эшләптер, беҙҙең колхоз күршеләр рәтенә баҫып етә алмай. Минең шуға йән көйә, туған.

Бикбулат сытырҙап янған усаҡҡа ҡарап байтаҡ ҡына ултырғандан һуң:

– Эйе, – тине, тәрән һулап, – XXII съезд ауыл хужалығын артабан алға ебәреү буйынса иң мөһим нәмәләр хәл итте. Был һиңә билдәле, Яубаҫар ағай. Хәҙер илебеҙҙең колхоздары ҙур үҫеш юлындалар. Ләкин шуның менән бер рәттән әле һаман да беҙҙең «Ленин юлы» кеүек аҡрын атлаған хужалыҡтар бар. Ни өсөн колхоздар бөтәһе лә бер тигеҙ күтәрелмәйҙәр һуң? Был инде үҙебеҙгә ҡайтып ҡала. Насар эшләйбеҙ, ғәйеп беҙҙең үҙебеҙҙә, мин шулай уйлайым. Күрше колхоздарға тиңләшер өсөн, беҙгә бик күп көс һалырға кәрәк.

– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, туған, мин уйлағанды уйлап йөрөйһөң икән, – Яубаҫар урынынан торҙо.

Бикбулат та ҡайтырға сыҡты, бер аҙ киткәс, йәнә Яубаҫарҙың йырын ишетте:

Һыу буйына томан төшә.

Ҡарағаттары бешә...

 

VII

 

– Йә, балам, торайыҡ.

Гөлйөҙөм әсәһен ҡосаҡлап алды:

– Саҡ ҡына ятайыҡсы, – тине ул, иркәләнеп.

– И йөрәккәйем, арҡаға ҡояш төшкәнсе йоҡлағас, беҙҙең атаһыҙ донъябыҙҙы кем ҡайғыртыр икән?.. Йоҡлап туя алмаҫлыҡ сағың да бит, ни эшләйһең, бер хәл дә итеп булмай. Тор, йәме, – тип Мөслимә кипкән ирендәре менән ҡат-ҡат ҡыҙының маңлайынан үпте. – Ҡайҙа, ебәр. Һыйырҙы һауып, көтөүгә лә ҡыуаһы бар.

Гөлйөҙөмдө Мөслимә һөйөп оҙатып ҡалды.

Ҡояш ап-арыу ғына һауалағас, Яҡтыкүл урамдарына тағы ла йәм керҙе. Аттар кешнәгәне ишетелде. Арғы яҡтан, келәттәр эргәһенән, тракторҙар ҡуҙғалды.

Самауыр ҡапҡасын күтәрерҙәй булып, парҙар бөркөлдө, уртаға ярып бешергән ярмалы картуфтар ҡоштабаҡҡа һоҫолдо, ләкин Гөлйөҙөм күренмәне. Мөслимә күҙен урам тәҙрәһенән алманы, ары итте лә төбәлде, бире итте лә төбәлде. Ҡыҙы көн дә ошо ваҡытта, иртәнге эшен бөтөрөп, йүгереп ҡайта ла килә торғайны. Бөгөн әллә ни эшләп оҙаҡланы?

Ахырҙа, Мөслимәнең түҙеме бөттө, яһаған сәйен сынаяғы өҫтөнә кире ҡойҙо ла, тиҙ генә өйөн йоҙаҡлап, баҡса артынан ғына фермаға йүнәлде. Оло юлға төшкәс тә, уның күңеле тынысланып етмәне. Башына төрлө уйҙар килде. Барған һайын аҙымын йышайта төштө, урыны-урыны менән йүгергеләп тә алғыланы. Фермаға килеп еткәндә, ул ярайһы ғына тирләгәйне. Йөҙөн ҡулының һырты менән һыпырып:

– Гөлйөҙөм, ҡыҙым. Ни булды, хоҙайым? – тине Мөслимә, ҡобараһы осоп.

Ҡыҙы, башын клетка ситенә һалып, илай ине.

– Теге ҡомһоҙо үҙ балаһын үҙе ашаны.

– Кит, илаһым! Күңелем һиҙеп торҙо! Үҙең ҡайҙа инең һуң?

– Аҫтарын таҙарта инем.

– Йөрәге юҡтыр уның, йөрәге булһа, балаһына ҡағылмаҫ ине! – тип Мөслимә һыпырылған ойоғон күтәрергә үрелде. – Әстәғәфирулла! Кисә генә бәйләп бөтөп кейгәйнем, эше килгән бит! – Ул сусҡа тиҙәгенә буялғайны. – Һинең артыңдан йөрөп... Бала – ул итәктә һөйҙөрә, итәктән төшкәс, көйҙөрә икән. Йә, ун йыл буйына кейем туҙҙырып, икмәк серетеп уҡып та, сусҡа ҡара, имеш. Ярай ине хәүефһеҙ генә эш булһа, бөгөн ҡабып йотамы, иртәгәме, тип дер ҡалтырап йөрө инде. Булмай ғына, әйҙә ҡайтабыҙ. – Мөслимә ҡыҙының ҡулынан тотто ла, елтерәтеп, тышҡа табан атланы. Ишек төбөндә уларға Сөләймән ҡарт осраны.

– Һаумы, балдыҙ, – тине ҡарт, йылмайып. – Былай ҡайҙа ашығаһың?

– Һау булмаһам, духтыр түгелһеңдер әле. Йән көйҙөрөп, һин дә сусҡа ҡарайым тип ятаһың.

– Шулаймы ни, алай икән. Еҙнәңдең хәлен күптән белергә ине. Яңғыҙ йәшәгәнем мәғлүм ҡый.

– Ҡарт урыҫланма, ауыл тулы ҡарсыҡ-ҡорсоҡ. Тырнанып йөрөгәнсе, ал да кил.

– Әйтергә анһат. Гөлйөҙөм ҡыҙым, ҡайҙа бараһың?

– Ҡайҙа булһын, алып ҡайтам. Бөгөндән утарыңды онотмаһамы. Йыйын етемдән көлмәһендәр. Сусҡанан ашатыр хәлем юҡ. Һәр кемдең балаһы үҙенә ғәзиз.

– Иллә туҙға яҙмағанды һөйләйһең дә. Донъяла күпме йәшәйем, күҙ күргән, ҡолаҡ ишеткән нәмәм түгел. Өйрәнеп бөткән баланы ҡуҙғатма.

– Ҡырҡ ерҙән ҡырҡ балам икмәк һорап ултырмай әле. Әйҙә.

Гөлйөҙөм, теләр-теләмәҫ кенә, әсәһенә эйәрҙе.

– Бына йүнһеҙ, – Сөләймән ҡарт, аптырап, башын һелкеп ҡалды.

 

VIII

 

Автор:
Читайте нас