

VIII
Бикбулат, таң ҡыйылыр-ҡыйылмаҫтан тороп, һыйыр фермаһында сәғәт ундарға тиклем йөрөп ҡайтты ла, йыуынмаҡсы булып, йыуынғысҡа үрелде.
– Инәй, әллә һыуың юҡмы?
– И бәбкәйем, тотоноп бөткәйнем бит әле. Ҡайҙа, һин арлы-бирле иткәнсе, тиҙ генә барып киләйем, – тип Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ еңдәрен һыҙғана башланы.
– Ярай, үҙем генә.
– Ҡуй, ҡуй, ирҙәр эшеме ни ул?
– Һыу алып ҡайтыуҙың ғәйебе юҡ, ҡалала, киреһенсә, ирҙәр йөрөй.
– Ҡала бит ул, бәбкәйем. Оятлы ғына итәһең инде, – тип ҡарсыҡ ишек төбөндә бөтөрөлөп тороп ҡалды.
Бикбулат, ҡуйы һары талдар араһына барып кергәндә, күрше баҫмала лап-лоп килгән тауыш ишетте. Ул йыуан ҡарт өйәңке эргәһенә яҡынлашты һәм кер бешеп маташҡан Мәрйәмде күрҙе: фуфайкаһының билбауҙары тартылған, аяғындағы хром итегенең ҡуңыстары шул тиклем ҡыҫылған, әйтерһең дә, балтырҙары һыйып етмәгән. Ул, кер беләген таш өҫтөнә ҡуйып, ҡыҙарған йөҙөн һөртөштөрөп алды. Шул ваҡыт Бикбулат, иҫләмәҫтән, яңылыш күнәген шылтыратып ҡуйҙы. Мәрйәм уның яғына күҙҙәрен тултырып ҡараны ла яңынан керен бешергә йәбеште һәм, ҡапыл туҡталып:
– Мин кеше күҙәтеп торғанды яратмайым, – тине.
– Ғәфү ит, мин һыуға төшкәйнем.
Мәрйәм керҙәрен сайҡай башланы:
– Инеп тә сыҡмайһың. Һеҙҙе, элекке дуҫтарҙы, аңламаҫһың, бер-берегеҙгә кәртә аша ғына ҡарашаһығыҙ.
– Көндәр үтә лә тора шул. Бригадаларҙы йөрөп ҡайтҡансы, ҡараңғы ла төшә.
– Колхозды алға ебәреп буламы һуң? – тине Мәрйәм, йылмайып.
– Иреңдән һораш, ул яҡшыраҡ белә.
– Беҙ уның менән колхоз эше тураһында һөйләшмәйбеҙ.
– Нимә тураһында һуң? – Бикбулат Мәрйәмдән күҙен алманы.
– Ир менән ҡатын араһын тикшереү – төпсөнөү түгелме икән? Әллә быныһы ла парторг эшеме?
Бикбулат, яуап биреүҙән ситләшеп:
– Һинең кеүек өйҙә ятҡан ҡатындар эшкә сыҡһалар, колхозға ҙур ярҙам булыр ине, әлбиттә, – тине.
– Сусҡа фермаһынамы? – Мәрйәм көлөп ебәрҙе.
– Булһа һуң? Ниндәй хурлығы бар?
Кинәт арттан Ҡунаҡбикә ҡарсыҡтың тауышы ишетелде:
– Бәбкәйемде һин мауыҡтыраһың икән, мин уны тағы көтәм. Оятың да, ниең дә юҡ. Ирле ҡатынға күл буйында икәүҙән-икәү генә егет менән һөйләшеү килешәме? Бизмәнгә һыймаған нәмә. Бәй, ни эшләһен, эш юҡ... Ир таба, ҡатын туҙҙыра. Бөтөнләй рәхәткә сыҡты. Мин һинең йәштә булһам, уҫбайланып, өйҙә ятмаҫ инем. Хәҙерге йәштәрҙе аңламаҫһың, тыумаҫ борон ҡартаялар.
– Юҡҡа тауышланаһың, инәй, ни тип минең арттан йөрөргә инде? – тине Бикбулат.
– Юҡҡа түгел, бәбкәйем. Мин уның ҡайҙа тартҡанын һиҙәм. Иманы юҡ уның, һин ҡайтҡаны бирле утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ йөрөй ул. Аласыҡ тәҙрәһенәнме, ситән ярығынанмы – ҡайҙан уңай, күҙәтә лә тора. Һөлөк кеүек ирендә ҡайғыһы ла юҡ, – тип Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ һыуын түккеләп атлаған Бикбулат артынан эйәрҙе.
– Етте, инәй, етте.
– Ҡыҙып киттем шикелле, бәбкәйем. Асыуың килмәҫ ерҙән килер шул. Олоно – оло тиеү, кесене – кесе тиеү түгел, әрепләшергә генә тора. Бына минең һымаҡ етмешкә етһен әле, унан белер, – Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ өйгә кергәнсе һөйләнеүенән туҡтаманы...
* * *
Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ менән Бикбулаттың тауышы йыраҡлашҡас, Мәрйәм керен тотҡан килеш Яҡтыкүл өҫтөнә төбәлеп ҡалды. Күл тыныс, ара-тирә йылтырашып балыҡтар һикереп ҡуя, арғы ярҙан бала-саға тауышы ишетелә.
«Их һин, Яҡтыкүл... – тине Мәрйәм, бышылдап. Әйтерһең дә, ул йөрәгенең төбөндә ятҡан серҙәрен уға аңлатырға йыйынды. – Һин һаман да шулай яҡтыһың, тәрәнһең, һин һаман да шулай матурһың. Һинең һыуҙарыңды эсеп, һинең тулҡындарыңдың шауын тыңлап, һинең һары талдарың араһында тәгәрәп үҫтем мин. Һинең һыуың менән сәстәремде йыуҙым, сәстәрем ҡалынайҙы, оҙонайҙы... Ҡарт өйәңкеңдең ҡороған ҡайырылары араһына хаттар яҙып йәшерҙем, ә ул хаттарҙы ҡуйырға килгәндә, ҡайҙа баҫырға ла урын тапмай торғайным... Минең хаттарым урынына икенсе хаттар ҡыҫтырылды, һәм ул хаттарҙы яҙыусы китеп барҙы. Кистәрен ай яҡтыһына өйәңкене ҡосаҡлап илаған саҡтарым булды, тик ишетеүсе генә булманы: ул алыҫта ине.
Айҙар, йылдар үтте... Баҫыуҙарҙан ҡайтышлай, ярҙарыңа һәнәк, тырмаларымды ҡуйып, күңелем бөткәнсе һыу керҙем һәм яңынан ҡырҙарға атланым. Мин ҡырҙарһыҙ йәшәй алманым. Кинәт минең юлдарым тарайҙы, юлдар тар һуҡмаҡҡа әйләнде. Ул һуҡмаҡтың береһе, Яҡтыкүл, һиңә төштө. Мин һиңә һаман да элеккесә ашҡынып киләм, ләкин бойоғоп ҡайтам. Күрәһең, минең бөтә эшем кер йыуыуҙан да ашарға әҙерләүҙән тора. Эйе, мин быларҙы башҡарырға тейешмен: минең бурысыма инә. Ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошо шунан ғына торамы һуң? Ҡайһы саҡта, мин ниндәй заманда йәшәйем әле, тип үҙ-үҙемә һорау бирәм. Буйһоноп, эйе, буйһоноп йәшәгән осорҙарға күптән үлән үҫкән бит инде, тим. Ҡунаҡбикә ҡарсыҡтан да һүҙ ишеткәс, Бикбулаттан көт тә тор инде. Ул әйтергә хаҡлы ла. Юҡ, Байрам, тормош һинең ихатаңдың эсендә генә түгел, ул бөтөнләй башҡаса, ул ҙур, бик ҙур».
Яҡтыкүл өҫтөндә һаман балыҡтар уйнаны, арғы ярҙан һаман бала-саға тауышы ишетелде.
Иҫләмәҫтән Мәрйәмдең ҡулынан һығырға әҙерләнгән кере төшөп китте. Ул дерт итеп һыу өҫтөнә эйелде һәм кәүҙәһен һуҙған еренән туҡталып ҡалды: был бер кешегә әҙерләнеп, икенсе кешегә бүләк иткән кейәү күлдәге ине. Уның сиккән биҙәктәре уңа башлағайны.
Мәрйәм йәшлек иҫтәлеген, һаҡлыҡ менән генә үрелеп алып, күкрәгенә ҡыҫты.
* * *
Төштән һуң көн аяҙып китте. Яҡтыкүл өҫтөндә ҡарайып, ҡарт-ҡороларҙың бил-быуындарын һыҙландырып торған болоттар араһынан ҡояш күренде. Баҫылып ҡына ултырған ауыл өйҙәре йәнләнгәндәй булды: ҡош-ҡорт тауыштары ишетелде, урамдарҙа кешеләр йышайҙы, тирә-яҡтағы тауҙар асыҡланды, йәшел ҡурпы менән ҡапланған туғайҙарға, әрәмәлектәргә йәм керҙе.
Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, ҡапҡа төбөнә сығып, ҡарт инә ҡарсыға нисек ояһынан үткер күҙҙәре менән тирә-яҡты күҙәтһә, ул да шулай, ҡаш өҫтөнә ҡулдарын ҡуйып, яҡын-тирәләге урмандарға текәлде. Уның көткән көнө тыуҙы, күптән бирле баланға барырға йыйынып йөрөй ине. «Сабира ла, берәй эйәртерһең әле, тигәйне, күнәгемде алайым да, булмаһа, үҙенә тейәйем», – тине. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарсыҡтың теңкәһенә тейеп бөтәләр: уның белмәгән урыны, баҫмаған ҡыуағы юҡ шул. Ниндәй йылда, ҡайҙа ни төрлө емеш уңаһын алдан уҡ һиҙеп тора ул. Күптәр һауыттарының төптәрен генә күмдереп ҡайтҡанда, Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ батһа-бата, иллә-мәгәр яратҡан иҫке күнәген лыҡа тултырмайынса, урман араһынан сыҡмай. Шуның өсөн дә уға «урман ҡарсығы» тип исем дә биргәндәр.
Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ Сабира менән, тау буйындағы һуҡмаҡҡа төшөп, урманға ҡарай атланы.
– Был арала, апай, күҙгә-башҡа ла күренмәнең? – тине Сабира. – Сирләмәгәнһеңдер?
– Бушамайым, Сабира, Бикбулатымды тәрбиәләргә кәрәк бит.
– Өйләнергә уйламаймы әле?
– Ҡайҙа ул. Ауыҙ ҙа астырмай.
– Ҡыҙым китеп өлгөрҙө, суҡынған, Бикбулатты кейәү итеп, өрмәгән ергә ултыртмаҫ инем. Бигерәк сибәр егет, урам буйынан атлап үтеүҙәре ни тора. Кәүҙәләре бигерәк килешле, бер ҙә кәкерәйеп-бөкөрәйеп йөрөмәй. Ирҙәрҙең бөтә матурлығы ла шундалыр.
– Әллә күҙең төштөмө? – тип Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ кет-кет көлөп ҡуйҙы. – Һиңә әле бер ҙә ҡырҡ биш йәш бирмәҫһең, буй тиһәң – буй, һын тиһәң һын бар. Егеттәрҙең генә күҙ-башын әйләндерерлек.
– Ҡуй инде, апай. Күрәһе күрелгән, биҙеп бөтөлгән! – тип Сабира бөтә тауышы менән урманды яңғыратып көлдө. – Тик бына үҙен, Бикбулатты әйтәм, ағаһы бик яҡын күреп етмәй шикелле, тел осонан һиҙеңкерәп ҡуям. Ошонда ғына ҡалһын инде, апай, һине үҙ итеп кенә әйтәм.
– Белмәйем, Сабира, Закирйәнгә ни ере килешмәйҙер, көнө-төнө яланда бит. Өфөнән ҡайһылай тулы ҡайтҡайны, хәҙер һурылды ла ҡалды. Тынғылыҡ юҡ. Бер ҡараңғыла сығып китә, икенсе ҡараңғыла әйләнеп ҡайта. Ни ерен килештермәйҙер?
– Кәрәк-кәрәкмәгән урынға ҡыҫыла тиме. Ундайҙарҙы беҙҙеке бик яратып етмәй шул.
– Минең бәбкәйем тоҡтомалға ҡыҫыла торған егет түгел, Сабира. Ул кешене ерле-юҡҡа рәнйетеп тә бармаҫ. Атаһы мәрхүмгә оҡшаған. Бик кешелекле кеше ине. Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул. Белмәйем, Сабира, ғүмер-ғүмергә брсиҙәтел бисәһе булып йәшәйһең, аш-һыуҙы ла күп күрҙең. Кеше менән кешене лә айыра беләһең. Закирйәндең үҙенең килешмәгән яғы барҙыр тигән һүҙем. Юғиһә бәбкәйем юҡ-барға бәйләнмәҫ, уны бит тегенән, Өфөнән, партийныйҙар ебәргән. Унда кемдең кем икәне һыу кеүек асыҡтыр ул. Урамдан теләһә кемде тотоп алып, ауылға өндәмәйҙәрҙер? Төндәрен, Сабираҡайым, ҡалын-ҡалын китаптар уҡый. Уҡымышлы кеше бит, юҡҡа ғына ҡыҫылмайҙыр, Сабира.
– Миңә тиһә... Теләһә ни эшләһендәр, апай. Әҙәм генә көлдөрмәһендәр.
– Әйҙә әле, анауында, йәш ҡарамалар араһында, лапылыҡта, бер генә ҡыуаҡ балан ағасым була торғайны. Иҫән торһа, һыпырып сығырбыҙ.
– Өҫ-маҙар өҙгөләнеп бөтөрмө икән?
– Иҫке кейем кей, тип әйттем бит һиңә?
– Әҙәм-маҙар осрар тинем шул.
– Харап, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙһыңмы ни? Ярамағайны. Әйҙә, әйҙә, ҡалма. – Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ ағас араларынан, өйрәнгән кейектәй, йә башын эйеп, йә уңға, йә һулға боролоп, бик тиҙ үтте. Эре һөйәкле Сабира уның артынан көс-хәл менән генә эйәрҙе.
Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ кинәт:
– Собханалла-машалла, яман күҙҙән һаҡла алла! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Иҫән генә торғандар бит емешкәйҙәрем.
Уның алдында балан ағасы һығылып ултыра ине.
– Беҙгә яҙған ризыҡ булған икән. Башта ос яғын тәлгәшләп һындырайыҡ, ҡыйыҡҡа аҫып ҡуйырбыҙ. – Ҡарсыҡ уны-быны уйлап торманы, ағастың бер йыуан ғына ботағын эләктерҙе лә шатор-ботор эйә лә һалды. – Сабира, ултырмаға килгән ҡыҙҙай, ни эшләп тораһың тағы? Тот быныһын.
– Аптырарһың һиңә, апай. Ен кеүек көйөнсә ниңә яңғыҙ йәшәйһеңдер, һоратҡан ергә бармай.
– Сөләймән утарын күрмәһәм дә торам әле.
– Ысынлап та, димсе ебәрҙеме ни һуң?
– Ебәрҙе шул, аҡһаҡ тәре. Данымды һатыу һынлы һатманы.
– Ризалығыңды бирәләр ҙә ҡуялар уны, урманға ла яҡынайыр инең. Барыбер атлығып ҡына тораһың, ағас сире тейгән кеүек.
– Аллам һаҡлаһын, шул көфөргә, хәрәм ите ашаған кешегә. Етмәһә, мин Ҡунаҡбикә ҡарсыҡтан да шәберәкте, йәшерәкте табырмын әле тип, утарында маҡтанып ята, ти. Берәй ерҙә осраһа, икенсе аяғын да һуғып һындырып китәм инде.
– Һин уға, апай, осрай күрмә инде, атына ултыртып алып ҡайтты китте.
– Киткән атарҙар... Эй, был замана – кемдәрҙән генә ҡалманы, Сабира! Үтте бит ғүмер, Сабира! Ағын һыу кеүек үтте. Ағайың мәрхүмде иҫкә төшөрҙөң. Мине ул, ожмахтың түрендә ятҡыры, яратмаған кейәү ҡуйынына ябырға торғанда алып ҡасты бит... Ҡыш көнө ине. Аҙбар артында ғына толопҡа төрҙө лә артлы санаға ултыртты. Аты ат һынлы түгел ине. Артыбыҙҙан мылтыҡтар менән ҡыуа сыҡтылар, шул хайуанҡай еткермәне бит, илаһым. Ағайың үлгәс, һоратыусылар күп булды, барманым. Башта күңел тартҡан кешене осратманым, дөрөҫөрәге, ағайыңды онота алманым. Һуңынан бөтөнләй һүрелдем. Хәҙер уның ни ҡыҙығы бар, Сабира?.. Мыжыҡ ҡартты көйләп йәшәгәнсе, гулий башың. Бына ағасыбыҙ, емеше бөткәс, йәмһеҙләнеп ҡалды, ә ниндәй тулышып ултыра ине. Ҡатын-ҡыҙ тормошо ла шулай инде.
– Һөйләмә инде, апай.
Сабира менән Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, күнәктәрен һытылырға торған ҡып-ҡыҙыл эре балан менән тултырғас, ултыртып, бер аҙ хәл алғандай булдылар.
– Ҡараңғы төшә башланы, торайыҡ, – тине ҡарсыҡ. – Көтөүҙән ҡайтып, кәзәм дә баҡырып йөрөр.
– Күршегә әйтеп китәләр уны, ҡараштыра торор ине.
– Ул, Сабирҡайым, икенсе кәзәне ҡараштыра, – тине ҡарсыҡ.
– Ниндәй тағы?
– Бөгөн иртән Бикбулат Яҡтыкүлгә һыу алырға төшкәйне, Мәрйәм кер сайҡап маташа икән. Яндарына барып сыҡһам, бәбкәйем тегене сусҡа ҡарарға өгөтләп тора.
– Китсе.
– Ант, ҡояш.
– Абау оятһыҙ, Байрам ни тиер икән?
IX
Ергә тәүге ҡар төшкән көндө Мәрйәм фермаға барырға йыйынды. Башта быға артыҡ иғтибар итмәгән Байрам, ҡатыны таушала төшкән фуфайкаһын кейгәс кенә:
– Аҡылыңдан яҙмағанһыңдыр бит? – тине, ишек төбөндә сылғауҙарын урап. – Белмәйем, нимә етмәйҙер?
– Һиңә нимә?.. Теләгән ваҡытта сығып китәһең, теләгән ваҡытта ҡайтып керәһең. Рәхәт. Ә мин – оҙон көндәр буйына ултыр. Ауыр миңә, аңла. Башҡаса өй һаҡлап ҡына ята алмайым.
– Мал-тыуарҙы кем ҡарар икән?
– Юҡҡа иҫең китмәһен, өлгөрөрмөн.
– Сөләймән утарынан башҡа ла урын бөтмәҫ ине. Ана, беҙҙең уҡыу йортона ла кеше кәрәк.
– Ундай ергә күнекмәгәнмен. Китап араһында буталырға теләүселәр табылыр. Асҡысты тупһа аҫтына тыҡ.
Байрам һаман ышанып етмәне, ҡапҡа төбөндә тәмәкеһен һура-һура ҡатыны артынан ҡарап ҡалды. Мәрйәм, ысынлап та, ферма юлына төшкәс, ул, башын түбән эйеп кенә, ауыл Советы яғына ҡарай атланы. Шулай ҙа йөрәге тынысланып етмәне, йыш-йыш ҡына артына әйләнеп, ауыл осона төбәлде. Башта Мәрйәм ара-тирә күҙгә салынғыланы ла ҡапыл юғалып ҡуйҙы. Байрамдың ҡаҡса яңаҡтары ҡалтыранды, эскә батыбыраҡ торған ҡара күҙҙәре һаман тынғылыҡ тапманы.
Ап-аҡ яландан башҡа бер нәмә лә күренмәне... Беренсе ҡар! Уны Байрам йыл һайын, иң яҡын кешеһендәй, түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайны. Ә быйыл ул ниндәйҙер шикләнеүҙәр, шомло уйҙар алып килде. Әллә ваҡытынан алда яуҙымы?
– Байрам, Байрам! – тигән тауышҡа ул һиҫкәнеп китте. Үҙҙәренең урыҫ ҡапҡаһы төбөнән Сабира ҡул болғай ине.
– Нимә бар, апай? – тине ул яҡынлашыу менән. – Закирйән ағай саҡырмайҙыр бит?
– Юҡ та, ул кәнсәләргә күптән төшөп китте. Бына нимә, – Сабира тирә-яғына алан-йолан ҡаранып алды, – кеше-маҙар тыңлап тормаһын, тим. Нисәмә тапҡыр йыйындым, илаһым, үҙеңде һис кенә лә тура килтерә алмайым бит. Ни эшләп ауыҙыңды асып йөрөйһөң? Ана, күршең бисәңде Сөләймән утарына димләй ти бит. Күптән түгел икәүҙән-икәүһен генә күл буйында күргәндәр. Мәрйәмең оят тигән нәмәне белмәй икән.
– Булмаҫ, – тине Байрам, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып. Әлбиттә, был көтөлмәгән хәбәрҙе ул тыныс ҡына тыңлай алманы.
– Һиңә ялған һөйләгәндән миңә мал яумаҫ. Бисәңә хужа була бел, күрәләтә тороп башыңдан көлдөрмә.
Байрам Сабираның һуңғы һүҙҙәренә артыҡ иғтибар бирмәне. Шикләнеүҙәре раҫланғандай булды, тағы папирос алып ҡапты, уны биш-алты шырпы һыҙып та ҡабыҙа алмағас, бушаған ҡапты бөтә асыуы менән атып бәрҙе. Ул ауыл Советына инеп торманы, атын аҙбарҙан алып сығып, тиҙ генә эйәрләне лә ферма яғына сапты. Ярты юлға еткәс, үҙенә ҡаршы килгән һыбайланы күрҙе. Байрам уны шунда уҡ таныны. Ул, тештәрен шығырҙатып, атына итек үксәләре менән типкеләп алды. Ат ярһығандан ярһыны, әгәр ҙә хәленән килһә, һыбайлыны тапап уҙыр ине...
Бикбулаттың аты кешнәй-кешнәй һауаны сапсыны. Байрамдыҡы ла сер бирмәҫкә тырышты, ауыҙлыҡты тешләп, теҙгенде туҡтауһыҙ аҫҡа тартҡыланы.
– Ҡайҙа былай атыңды күбеккә төшөрөп сабаһың? – тине Бикбулат.
– Уныһын һинең үҙеңдән һорарға кәрәк, иптәш парторг... Минең ҡатынды сусҡа ҡарарға ҡуйып ҡайтып киләһең тиген, ә?
Аттар бер-береһенә яҡынлаштылар ҙа сыйылдашып артҡа сигенделәр.
– Арттыраһың, Байрам. Әле ул фермаға ла етмәгән. Кире борорға өлгөрәһең, – тип Бикбулат китеп барҙы.
Байрам, ҡатыны артынан етеп:
– Борол! – тине, аты менән уның юлын киҫергә тырышып. Мәрйәм туҡтаманы.
– Ана, тағы әллә ҡайһыһы килә, атыңды ал, – тине тыныс ҡына. – Бар ҡайт.
– Мин әйтәм, борол!
Мәрйәм уға, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, шул тиклем ҡараны, Байрам түҙә алмайынса, теҙгенен икенсе яҡҡа тартырға мәжбүр булды. Ул, атын бер урында тапатып, оҙаҡ ҡына торҙо ла ауыл яғына йүнәлде. Йөрәгенең ярһыуынан ни эшләргә белмәй: «Ниңә ауылға ҡайтты ул? Ниңә?..» тип бышылданы.
Ауыл Советынан Байрам бер ергә лә сыҡманы, секретары индергән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып, мисәт һуғып ултырҙы. Телефон трубкаһын алғыланы, һәр нәмәгә ҡыҙып барҙы, район ойошмалары менән дә ҡырыҫ ҡына һөйләште. Көнө шулай үтте. Кисен, ҡайтыр алдынан Мөслимә килеп керҙе.
– Байрам, йөрәккәйем, бынауы справкаға ҡулыңды ҡуйып бирһәнә, – тине.
– Ниндәй справка тағы?
– Ҡыҙымды курсҡа ебәрәм.
– Фермала түгел инеме һуң ул?
– Шулай ине лә, туҡтаттым. Инә алмаһа, кире ҡайтыр. Бауырын бал баҫмаған әле. Рәхмәт, изгелегең ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Байрамды оло йоҙаҡ ҡаршыланы. Аҙбарҙа малдар баҡырыша. Уларҙың алдына ашарға һалды ла, утын ярып, мейескә яҡты, суйын сүлмәккә картуф ҡуйҙы һәм гәзит уҡырға диванға ултырҙы. Тик шунда ғына ҡыҙарынып, тирләп-бешеп Мәрйәм ҡайтып керҙе. Уның йөҙө шат, кейемдәренән силос еҫе аңҡып тора. Ул, ҡуҙҙа шыжлап ултырған сүлмәкте күреп:
– Бына быныһын, Байрам, шәп иткәнһең. Тимәк, минән башҡа ла донъя көтә алаһың, – тине, шаяртып, бер нәмә лә булмағандай. – Гәзиттә нимә яҙалар?
– Сусҡалар хаҡында.
– Булыр, булыр. Бик мәрәкә мал икән ул. Миңә һимертергә бүлеп бирҙеләр.
Байрам ҡабат һүҙ ҡушманы, йоҡларға ятыр алдынан:
– Миңә урынды айырым һал, – тине. Мәрйәм иренә аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла, ихтыяр һиндә тигән мәғәнәлә яурынын һикертеп, диванға простыня йәйә башланы. Йылдан артыҡ бергә йәшәү осоронда улар беренсе тапҡыр айырым яттылар.
Х