Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Август 2023, 05:51

Мәрйәм Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ

– Төш, балам, төш тим! – Мөслимә, ялбарып, вагон эргәһенән йүгерә-атланы.Йөрәк өҙгөс тауыш менән:

Мәрйәм Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВМәрйәм Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ
Мәрйәм Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ

Х

Яҡтыкүлгә журналист Яруллин килеп төштө. Ул идараға инеү менән, Бикбулатты һорашты.
– Силәбегә киткәйне, – тине Закирйән. – Үҙең кем булаһың, ҡайҙанһың?
– Өлкә гәзитенән, – тип Яруллин ҡыҙыл тышлы бәләкәй генә танытмаһын һондо. Закирйән бер фотоға, бер журналистың үҙенә ҡараны. Ҡуйы бөҙрә сәсле, ҡыҫығыраҡ күҙле, өҫтөнә йоҡа пальто, аяғына ҡалын табанлы һоро ботинка кейгән был кеше үҙен бик тыныс, иркен тотоп, йомшаҡ ҡына һөйләште.
– Значит, редакциянан. Бик яҡшы. Үҙең ниндәй райондан? – тине Закирйән. – Оҙаҡ торорға уйлайһыңмы?
– Иртәгә һуңға командировканың ваҡыты тула. Мине бөгөн колхозығыҙ менән таныштырып, иртәгә иртән район үҙәгенә илтеп ташлаһағыҙ, һәйбәт булыр ине. Ауылығыҙҙың кешеләре тураһында очерктар серияһы яҙырға уй бар. Ғөмүмән, тәьҫорат нисегерәк булыр. Фатир мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк ине.
– Ғүмер эсендә бер килгән кешене әллә кемгә ҡуйып булмаҫ, үҙемә барырһың. Йорт былай иркен, бала-саға юҡ.
– Ай, рәхмәт. Беҙҙең халыҡ тыныс урынды ярата ул.
Улар, көн буйы бригадаларҙа йөрөп, кискә табан сусҡа фермаһына тейҙеләр.
– Һаумы, Закирйән, иҫәнме, улым, – тине Сөләймән ҡарт икеһе менән дә йылы күрешеп. – Иҫән-һау ғына йөрөүме?
– Һәйбәт кенә. Бына был иптәш Өфөнән, гәзит сығарған ерҙән килгән. Артығын һөйләп ташлай күрмә. Ташҡа баҫты ҡуйҙы. Унан йөрөрһөң онота алмай, – тине Закирйән, шаяртып. – Ниндәй яңылыҡтар бар?
– Хәҙергә артыҡ нәмә юҡ юҡлыҡҡа. Әйҙәгеҙ, кереп күрегеҙ.
– Ярар инде, кискәрәк ҡалынып китте. Иптәш Яруллин да йонсоно. Значит, арлы-бирле нәмә юҡ.
– Шул бер ҡыҙыбыҙ урынына ғына кеше кәрәк, башҡа нәмә тойолмай.
– Кем урынына?
– Гөлйөҙөм.
– И тәки килмәнеме ни?
– Аңламайым, – тине Яруллин. – Кем хаҡында һөйләшәһегеҙ? Фамилияһы нисек?
– Үҙебеҙҙең ҡыҙ ҙа.
– Ниңә уны йәшереп маташырға. Ауырлыҡҡа сыҙай алмайынса, ҡасты, тиң.
– Бабай, ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?
– Һиңә уның, улым, кәрәге юҡтыр, – тине Сөләймән ҡарт ҡырт ҡына. Уға Яруллин оҡшаманы.
– Ниндәйҙер сәйер кеше, – тине журналист, ҡуҙғалып киткәс.
– Юҡҡа кәйефеңде боҙма, шуның өсөн мин уны ҡарауылсы итеп тотам бит, – тине Закирйән. – Бына был аҙбарҙар бөтәһе лә минең заманда һалынды. Түккән көс күп кенә. Алдағы йылға тағы ла ҙур пландар ҡороп ятабыҙ. Һыйырҙар, һарыҡтар аҙбары, тауыҡ кетәктәре төҙөргә уйлайбыҙ. Йылдар ғына ошолай имен торһон.
– Дөрөҫ, бик дөрөҫ, иптәш Ҡылысбаев. Һуң, Бикбулат эште нисегерәк башлап ебәрҙе? – тине Яруллин, Закирйәндең һүҙен бүлеп.
– Нисек тип ни? Йәш әле, ҡыҙыуыраҡ. Тәжрибә аҙыраҡ. Бына мин тешем сыҡҡандан бирле ошо колхозда председатель булып эшләйем. Ошо ерҙә сәсем ағарҙы. Ошо ерҙең ағастары менән бергә ҡартаям. Значит, Яҡтыкүл кешеләре менән күмәкләп яңы тормош ҡорҙоҡ. Теш ҡайрап, ең эсенә арба кендеге тығып йөрөгән әҙәмдәр күп булды. Харап бит, иҫкә төшһә, иҫең китә. Ана, ҡайҙа ине ул ауыр йылдар, хәҙер нимә ул. Э-э, иптәш Яруллин, һиңә нисә йәш?
– Утыҙ өҫтөндә.
– Мин председатель булып эшләй башлаған йылды донъяға яратылғанһың икән.
Яруллин һүҙҙе икенсегә борҙо.
– Бикбулат Силәбегә ниңә китте?
– Ут артынан.
– Нисек ут артынан?
– Яңыраҡ ҡына ул күрше колхозға йомош менән барып ҡайтҡайны. Унда уттар күргән дә иҫе киткән.
– Йыраҡмы ул?
– Егерме саҡрым булыр. Ул шунан ут һуҙыу яғында. Хөкүмәттән бурысҡа аҡса алып торайыҡ, ти. Мин уға ҡаршы киттем, хәҙергә шул ата-баба көн күргән шәм дә ярар, тим. Юҡ, килешмәй. Идара ағзалары икегә бүлендек. Бикбулат яғына йыйын йәш-елкенсәк осто ла сыҡты.
– Тимәк, аталар менән балалар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ тыуған. Һәйбәт конфликт.
– Бер ҙә һәйбәт түгел, иптәш Яруллин. Бурыс артынан бурысҡа кереү бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрәсәк. Колхозсылар хеҙмәт көнөнә аҡсаны, унан түгел, минән һорайҙар...
Закирйән ҡунаҡты туры өйөнә алып ҡайтты. Башы ҡыйыҡланып яһалған таҡта ҡапҡаны япҡас:
– Былар барыһы ла Ҡылысбаев ҡулдары менән төҙөлгән, – тип ул шифер менән ябылған келәтен, мал һарайҙарын, мунсаһын күрһәтте. – Барыһына ла хәстәрлек кәрәк, иптәш Яруллин. Ана, тегеһе – умарта баҙы. Әйҙә әле, арыраҡ үтәйек.
Һарайҙың иҙәне цементланған, бура кеүек һыйыр, тана, башмаҡ, ауыҙҙарын тултырып еҫле урман бесәне ашайҙар. Эстәрәк һарыҡтар мыҡырҙаша, кәртәләрҙе һығып, ҡош-ҡорт теҙелгән.
– Ауыл ерендә малһыҙ йәшәп булмай шул. – Закирйән һөйләнә-һөйләнә Яруллинды өйөнә алып керҙе.
– Мунса яғып торғайным, – тине Сабира, иренә мөлдөрәп ҡарап.
– Бик шәп иткәнһең. Эҫеһен иптәш Яруллин башлар. Ауыл мунсаһы танһыҡҡа һәйбәт булып ҡалыр. Миндек нисегерәк?
– Май айында һындырғанын һайлап мәтрүшкә ҡыҫтырып бешереп ҡуйҙым...
– Яҡшы иткәнһең, Сабира. Йә, иптәш Яруллин, әҙерлән. Ауылдан таҙарынып ҡайт. Юҡһа, ҡалаға индермәҫтәр.
– Юҡты һөйләйһең дә, ҡарт.
– Зарар юҡ. Иптәшегеҙ бик киң күңелле кеше, шаяртырға ла ярата. Миңә Башҡортостандың күп кенә райондарында йөрөргә тура килә, ләкин иптәш Ҡылысбаев кеүек председателдәр бик һирәк осрай. Ул журналист халҡы менән уртаҡ телде тиҙ таба.
– Уҫал халыҡһығыҙ инде, иптәш Яруллин. Сабира, ҡайҙа таҫтамал-маҙарҙарыңды бир.
– Илтеп ҡуйғайным инде.
– Киттек. Ишеген күрһәтеп киләйем. Өйрәнмәгән ер.
Закирйән, тиҙ генә әйләнеп кереп:
– Сабира, мин ҡушҡанды алдыңмы? – тине, устарын ыуғылап.
– Алыуын алдым да, ҡарт, шикләндерә бит әле. Егетең бик сая күренә. Ай-һай! Гәзит баҫыусы тиһеңме?
– Эйе.
– Һин уға тағы юҡ-бар һөйләнә күрмә. Үҙе әйтмешләй, эс сереңде алды китте, иртәгеһен яҙҙы сыҡты. Ҡайғы юҡта башыбыҙҙы ҡайғыға һалыр. Анау саҡта әле бәләкәй генә район гәзитәһенә баҫҡанға күпме көйөнөп йөрөнөң.
– Етәр, Сабира!
– Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Әллә араҡыны бөтөнләй күрһәтмәйекме? Һин һалып ҡуйһаң, ул эсмәһә, оятҡа ғына ҡалырбыҙ.
– Эсер, бергә эскәс, яҙып әллә ҡайҙа китә алмаҫ.
– Белмәйем, ҡарт.
Сәғәткә яҡын үткәс, Яруллин, муйынына таҫтамал урап, ҡайтып керҙе.
– Хәлде алды бит, – тине ул. – Башты күтәрер әмәл юҡ, мунсаһы мунса һынлы икән, ҡолаҡ япраҡтарына тиклем өтөп алып бара.
– Бик һәйбәт, әйҙә, түргә уҙ, Сабира, ҡайҙа ҡоро таҫтамалды бир әле, иптәш Яруллин һөртөнөп ебәрһен.
Өҫтәлгә аш-һыу әҙерләнде. Закирйән ҡатыны яғына ҡырын ғына ҡараштырып алды ла, Яруллинға боролобораҡ:
– Бөгөн ап-арыу ғына ер йөрөп ҡайттыҡ. Атта йөрөһәң дә, йонсота төшә ул, – тип, ситтән генә уратып, һүҙ башланы. – Мунсанан һуң килешеп тә ҡалыр. Ни, иптәш Яруллин, әҙерәк ҡулланмайһыңмы? Сит кеше-маҙар юҡ.
– Хужа үҙе беләлер инде, –тине Яруллин, артыҡ ғитибар бирмәй генә.
– Аны кем эсмәй, тик кем менән эскәнде белеп, сама менән ҡыланырға кәрәк. Шулай бит, иптәш Яруллин?
– Дөрөҫ.
Ул самауыр артында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Ғөмүмән, Яруллинға, Закирйәндең мунсаһы һәм мунса артынан эсергән сәйе бик оҡшаны. Иртәгеһен уны нәҫел айғыры менән район үҙәгенә алып киттеләр.

XI

Поезд яңы ғына ҡуҙғалғайны. Автобус юлда туҡтап ултырмағанда, өлгөрәһеләре икән. Шул Силәбе өлкәһенең ситендәге Шыматүбә кемдәрҙе генә ыҙалатмай. Әллә ниндәй ер инде. Беренсе ҡар ошонда төшә, беренсе буран ошонда башлана. Яҙын-көҙөн һәм тәрән ҡыш буйына шоферҙар ошонда яфалана. Пассажирҙар өсөн тағы ла хәүефлерәк урын, сөнки уларҙың һәр береһе поездар биш-алты минутҡа ғына туҡтап китә торған Көньяҡ Урал тимер юлының Сулея исемле бәләкәй станцияһына ашыҡҡан була.
Инде хәҙер икенсе поезды көтәһе ҡалды.
– Ҡыҙым, әйберҙәреңә күҙ һалыбыраҡ тор, лавкаларҙы йөрөштөрөп киләйем, – тине Мөслимә. – Хәҙер әйләнермен.
Гөлйөҙөм, түңәрәк мейес эргәһенә ултырған килеш, башын сумаҙан өҫөтнә ҡуйып, ойоп киткәндәй булды... Кинәт уның ҡолағына тауыш ишетелде. Ул, дерт итеп, башын ҡалҡытты. Ҡаршылағы эскәмйәгә сусҡа балаһы күтәргән мәрйә инеп ултырғайны. Сусҡа сыйылдауы пассажирҙарға төрлөсә тәьҫир итте. Берәүҙәр йылмайып ҡуйҙы, икенселәр, уның ғына тауышы юҡ ине, тиештеләр.
Гөлйөҙөм тағы күҙҙәрен йомдо... Ғәжәп хәл... Өнмө, төшмө? Сусҡалар араһында уның сусҡа балалары йүгерешеп йөрөй... Кемделер эҙләгән кеүектәр... Бына иң бәләкәй, аҡһаҡ һарыҡайҙы талай башланылар... Меҫкенкәйем, ни эшләргә белмәй, өҙгөләнә, гүйә, кемделер ярҙамға саҡыра... Шул саҡ ҡайҙандыр Сөләймән ҡарт килеп сыҡты. Сусҡа балалары, уны күреү менән, төрлөһө төрлө яҡҡа ташланды. «Яуыздар!» – тип ҡарт уларға таяғын болғап ҡысҡырҙы һәм һарыҡайҙы ҡулына алды, башынан һыйпаны: «Их Гөлйөҙөм ҡыҙым, ҡыҙым...» – тип, көрһөнөп фермаға табан атланы...
Шаулап, вокзалды дер һелкетеп, тауар поезы уҙҙы. Тәҙрәләр сылтыраны. Йоҡомһорап ултырған пассажирҙар, һиҫкәнеп, күҙҙәрен астылар.
Мөслимә беләгенә крәндилдәр элеп килеп керҙе лә:
– Ни эшләп балтаһы һыуға төшкән кешеләй ултыраһың? – тине ҡыҙына.
– Китте лә юғалды, – тип Гөлйөҙөм башын тағы сумаҙан өҫтөнә эйҙе.
– Хәйерсең, анауы таш лавкала бер таныш ҡатынды осраттым да. Һуғыш йылдарында Яҡтыкүлгә сәй һатырға килә торғайны. Әйҙә лә әйҙә тип ҡыҫтағас ни, барып, өс сынаяҡ сәйен эсеп сыҡтым. Тамағыңа ҡапҡыланыңмы һуң? Шунда өҫтә генә ҡаҙ ите бар ине.
Гөлйөҙөм башын ҡаҡты.
– Сирләмәйһеңдер бит? –Мөслимә ҡыҙының маңлайына тирләгән усын ҡуйҙы.
– Юҡ та. – Гөлйөҙөм әсәһенең ҡулын йомшаҡ ҡына итеп ситкә этәрҙе. – Әллә ниндәй аяҡ тартмаған юлға алып сыҡтың. Кеше эшләгән ерҙә эшләр инем әле. Өҙмәнең дә ҡуйманың. Ана, Мәрйәм апай ҙа фермаға барған.
– Ниндәй Мәрйәм тағы?
– Ауылда биш Мәрйәмме ни?
– Бустуйҙы һөйләмә. Сильсәүит бисәһе сусҡа ҡарарға барһа, ҡояш икенсе яҡтан ҡалҡыр ине әле.
– Барған шул. Минекеләрҙе биргәндәрме икән? Матур ғына булып үҫә башлағайнылар.
– Инде башымды ҡайнатыу һынды ҡайнатманың. Хыялый ғына итәһең ҡалды. Әҙәм араһында әҙәм рәүешле булһын тип йөрөгән көнөм.
– Һытылаһың ғына ҡалды.
– Минең күңелем йомшап бөткән. Еңелме ни... Һинән дә айырылғас, ни эшләрмен, йөрәккәйем?
Силәбе яғынан пассажир поезы килде. Бикбулат вагондан төштө лә вокзалға инде. Ул, Мөслимәне күреп:
– Бәй, һаумы, апай, – тине. – Гөлйөҙөм дә бында? Нихәл, туғаным? Ҡайҙа юл тоттоғоҙ, әллә Ташкент яғынамы?
– Ирештерер инде, Златауға ғына.
– Гөлйөҙөм, һин шулай ферманы ташланыңмы ни инде?
Гөлйөҙөм, ҡыҙарынып, башын түбән эйҙе.
– Закирйән, өйҙә ятһын, тине бит, – тип Мөслимә үҙе яуап бирә һалды. –Ни һин әллә ҡайҙа киттең. Кәнсәләргә барғайным да, осрата алманым. Златауға барабыҙ әле, бәлки, берәр курсҡа керер.
– Силәбелә йөрөнөм. Оҙаҡламай, апай, Яҡтыкүлдә электр уты янасаҡ...
– Уны күргәнсе, йөрәккәйем, ҡыҙыл ҡар яуыр.
– Яҙға, апай. Бына бөгөн ауылға ла ҡайтып тормайым, кисен Өфөгә китәм. Колхоздан справка бирҙеләрме һуң?
– Байрамдан бер нәмә алған булғайныҡ. Ҡыҙым, ағайыңа күрһәт әле, килешерме икән?
Бикбулат справканы ҡулына алыу менән, үҙгәреп:
– Дөрөҫ яҙылған, – тине. – Белмәйем шул, был ваҡытта ниндәй курс булыр икән? Ярай, хәйерле юл. – Бикбулат ҡоро ғына теләк теләп сығып китте.
Әсә менән ҡыҙ, бер-береһенә өндәшмәйенсә, оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Гөлйөҙөмгә Бикбулаттың һуңғы ҡарашы тынғы бирмәне. Әйтерһең дә, был ҡарашта ниндәйҙер ағаларса белдерелгән ҙур үпкә бар ине.
Ваҡыт бик әкрен үтте. Әкрен үтһә лә, көткән минуттар тағы яҡынлашты.
– Икмәгеңде иҫкертмә. Тәүҙә таба күмәстәреңде аша. Майыңды тышҡа, һалҡын ергә ҡуй. Бесәй-маҙар теймәһен. Аҡсаңды самалап ҡына тот. Әйҙә, ана, халыҡ ҡуҙғала башланы, – тине Мөслимә.
Улар перронға сыҡтылар. Ығы-зығы ҡупты. Мөслимә албырғанып, һөрлөгөп тә алды. Ҡыҙы вагон баҫҡысына күтәрелгәс кенә, ул үҙенең япа-яңғыҙ ҡаласағын һиҙҙе. Әйтерһең дә, Гөлйөҙөм мәңгегә ташлап китә ине. Келт итеп уның күҙ алдына ирен һуғышҡа оҙатҡан ваҡыт баҫты. Мөслимә, ағарынып, ябыҡ ҡулдарын ҡалтырата-ҡалтырата ҡыҙына үрелде:
– Балаҡайым, әллә йөрөмәйһеңме? – тине.
Гөлйөҙөм ни эшләргә белмәне. Поезд да ҡуҙғалды.
– Төш, балам, төш тим! – Мөслимә, ялбарып, вагон эргәһенән йүгерә-атланы.
Йөрәк өҙгөс тауыш менән:
– Әсәкәйем! – тип, ҡысҡырып, Гөлйөҙөм ергә һикерҙе. Улар ҡосаҡлашып иларға тотондолар.

XII

Бикбулат Башсельэлектрола эшен бөтөрҙө лә, Карл Маркс урамына сыҡҡас, витрина янына туҡтаны, ғәҙәте буйынса гәзит биттәренә күҙ йүгертте. Уны «Үҫеш юлында» тигән очерк ҡыҙыҡһындырҙы. Ул тәүге бағананы тыныс ҡына уҡыны, ә артабан абзац һайын һи-һи тип иҫе китте һәм, бер аҙ уйланып торғандан һуң, редакцияға инде.
– Булат! – Яруллин ҡыуанысынан һикереп торҙо. – Һаумы, дуҫҡай, ниндәй елдәр ташланы? Әйҙә, түргә уҙ!
– Рәхмәт, – тине Бикбулат ҡоро ғына. – Ни эш бөтөрөп ятыу?
– Артыҡ нәмә юҡ. Яңыраҡ ҡына һинең тыуған яҡтарҙа йөрөп ҡайттым. Йәл, осраша алманыҡ. Ауылың былай оҡшаны. Бына бөгөнгө номерҙа очергым сыҡты.
– Мин дә үкенәм. Уҡыным мин уны.
– Һуң?
– Оҡшаманы.
– Әллә, бөгөн ағай-эне йылы ғына фекер әйтеп торҙо, – тине Яруллин, көлөмһөрәп.
– Һәр кемдең үҙ фекере бар. Шулай ҙа мин Яҡтыкүл тормошон Өфө тауынан ғына күҙәтеү яғында түгелмен.
Яруллин, һүҙҙең ысынға тартҡанын һиҙеп, һағая төштө.
– Ҡасан һин колхоз тормошон күпертеп яҙыуҙан туҡтайһың?
– Аңламайым, – Яруллин, ғәжәпләнеп, яурынбашын һикертте.
– Беҙҙең колхоздың бөгөнгө хәлен һин бөтөнләй белмәйһең бит. Ҡылысбаевтың ауыҙынан нимә ишеткәнһең – шуны түкмәй-сәсмәй һөйләгәнһең дә сыҡҡанһың.
– Хәҙергә минең үҙемдең башым эшләй, – тине Яруллин, хәтере ҡалғандай итеп.
Бикбулат күп нәмәләр тураһында һөйләргә уйлағайны ла, уның килгәнен ишетеп, күрше бүлмәләрҙән дә элек бергә эшләгән иптәштәре йыйылып китте. Әңгәмә бөтөнләй икенсе төҫ алды. Иҫәнлек-һаулыҡ һораштылар, шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһындылар, ҡала ҡыҙҙарын оҡшатманың инде, ауыл ҡыҙына ниңә һаман өйләнмәй йөрөйһөң, тип шаяртыусылар ҙа булды. Яруллиндың очергына таянып, ул эшләгән колхозды ла маҡтап телгә алдылар. Тыуған колхозыңды күтәрәһең, молодец, тинеләр. Улар алдында нисек Яруллин менән ыҙғышһын инде. Олоһо ла, кесеһе лә бар тигәндәй, әҙәп һаҡларға ла кәрәк. Әҙәп һаҡлап, эстән һыҙланырға тура килде шул. Эй Яруллин, Яруллин, Бикбулат эшләгән колхоз һин һылап-һыйпағанса ғына түгел шул. Дөрөҫ, ул үҫә, ләкин уны алдынғы хужалыҡтар иҫәбенә баҫтырыу өсөн, көндәрең, төндәрең менән иҫәпләшмәйенсә, бик күп көс һалырға кәрәк. Әле ул һис тә маҡтауға лайыҡлы түгел, ә ғәҙел тәнҡиткә мохтаж.
Тәүге ҡарамаҡта колхоз эше Бикбулаттың үҙенә лә ябай ғына тойолғайны. Яҙғы сәсеүҙе үткәрәһең дә унан бесән өҫтө етә, бесәне артынан урағы килә. Баҡһаң, улай ғына түгел икән, ауылда үҫһәң дә, әле уның һин белеп еткермәгән яҡтары ла бар икән. Ябай ғына нәмәләр ҡатмарланып китә, ҙур мәшәҡәттәр, борсолоуҙар тыуҙыра, бер генә минутҡа ла тыныслыҡ тапмайһың.
Бикбулатҡа редакцияла оҙаҡ торорға тура килмәне, поезға төшөргә күп ҡалмағайны. Иптәштәре, уға матур теләктәр теләп, һаубуллаштылар. Яруллин уны оҙата сыҡты.
– Әйҙә, минең фатирға барып, студент йылдарын иҫкә төшөрөп, сәй-мәй эсәйек, – тине ул. – Ҡайтырға өлгөрөрһөң әле.
– Рәхмәт.
– Һин, әй, бөтөнләйгә крәҫтиәнгә әйләнгәнһең түгелме? Ҡаланың еңел кейемен тун, быймаға алыштырҙым, тиген, ә? Минең күҙ алдыма ике Булат баҫа. Беренсеһе – шаян, ҡыҙҙар бер күреү менән ғашиҡ була яҙған Булат. Хәтереңдәме, уның салбарының үтек эҙҙәре танса ваҡыттарында ҡыҙҙарҙың итәктәрен телерҙәй булып йөрөй торғайны. Ә икенсеһенән кукуруз еҫе килә, – тип Яруллин ҡысҡырып көлөп ҡуйҙы.
– Кукурузды ла үҫтерә белергә кәрәк бит әле.
– Ай-һай, һинең менән хәҙер шаярып та һөйләшерлек түгел. Ахырыһы, ауыл бөтөнләй боҙған.
– Боҙолорға теләгән кешегә ҡалала ла урын етерлек.
– Шулайҙыр инде, тимәк, бармайһың?
– Юҡ. Һау бул!
Биш йыл буйы бер ятаҡта йәшәп, йәнәш койкаларҙа ятып, бер киҫәк икмәкте бүлешеп ашаған иптәштәр тәүге тапҡыр ошолай һалҡын айырылышты.

XIII

Автор:
Читайте нас