Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Август 2023, 04:20

Мәрйәм Повесть (6) Рәйес Низамов

– Әсәкәйем, беләһеңме, мин нәмә алып ҡайттым? – Күп булһа, тағы шул үлергә ятҡан сусҡа балаһылыр.

Мәрйәм   Повесть (6)  Рәйес НизамовМәрйәм   Повесть (6)  Рәйес Низамов
Мәрйәм Повесть (6) Рәйес Низамов

XIII

 

– Мәрйәм апаҡайым, ҡара әле, аяғы әллә ни эшләгән? – тине Гөлйөҙөм, сусҡа балаһын күкрәгенә ҡыҫып тотоп. – Үлмәһә генә ярар ине.

– Теремек кенә күренә, үлмәҫ. Бар, Сөләймән бабайға күрһәт.

– И йөрәккәйем, – тип Гөлйөҙөм йүгерә-атлай китеп барҙы. Мәрйәм уның артынан башын сайҡап: «Ғәжәп ҡыҙ ҙа инде!» – тине. Гөлйөҙөмдөң яңынан фермаға ҡайтыуына бер кемдең дә артыҡ иҫе китмәне. Әйтерһең дә, шулай булырға тейеш ине. Улай ҙа бер телсәнерәк ҡатын: «Алама ауыл кәрәк була әле», – тип ауыҙын асҡайны ла, Сөләймән ҡарт уны тиҙ япты: «Һүҙ тейҙерәһе булма, ана, ай һайын кейәү һайлаған үҙ ҡыҙыңа хужа бул», – тине. Гүйә, Гөлйөҙөм ферманың йәмен үҙе менән алып китте лә кире алып килде. Мәрйәм был алсаҡ ҡыҙға тиҙ эйәләште. Эйе, Мәрйәмдең дә шулай ғәмһеҙ, бер ҡатлы саҡтары бар ине. Ҡайҙа унда донъя хаҡында уйланыу? Башҡа ла инмәне. Ә хәҙер? Байрам менән ара көндән-көн һалҡыная. Үҙе лә аңлап етмәй, ире ят кешегә әйләнә башланы. Ләкин йөрәк аҫтындағы йән эйәһе иҫенә төшһә, һиҫкәнеп китә.

Мәрйәм, эшен бөтөрөп, Гөлйөҙөм янына керҙе. Сусҡа балаһының аяғын бәйләп, таҡта менән бүленгән мөйөшкә ебәргәйнеләр.

– Сабыйға күп кәрәкме ни, – тине ҡарт. – Ахырыһы, тапағандар.

Мәрйәм тирә-яғына ҡаранғылап торҙо ла:

– Гөлйөҙөм, әйҙә, һин өйҙө ағарт, ә мин кер йыуам, – тине.

– Ҡуйығыҙ, балалар. Рәхмәт, – тине ҡарт, аптырабыраҡ ҡалып.

– Йә, ҡайҙа, әйберҙәреңде бир, – тине Мәрйәм.

Гөлйөҙөм стена ағартҡанда әленән-әле Мәрйәмдең буй-һынына күҙ ташланы. Ул уның йомро беләктәренә ҡунған күбектәрҙе һыпырғылап алыуына, джемперын бүҫер сиккә етеп тулҡынланған ҡалҡыу күкрәгенә, боҙ киҫәгеләй зәп-зәңгәр мәрйендәре уратып алған ап-аҡ муйынына көнләшеп ҡарап, үҫмер ҡыҙҙарға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән:

– Апай, мин ҡасан һинең кеүек булырмын икән? – тине.

– Һантый, һиңә был хаҡта уйларға иртә әле.

– Мин бит былай ғына. Ғәйепләргә лә бара.

– Аңлайым, Гөлйөҙөмкәйем, аңлайым. Ашыҡма, һәр нәмә үҙ ваҡыты менән килә. Алмалай бешерһең әле... Тик урлап ҡына өҙөп китмәһендәр.

– Кит, апай, әллә нәмә һөйләйһең?

– И! Һинең кеүек заман минән дә үтте!..

– Әллә ни эшләнем, апай. Күңелем бер ҡараһаң – бында, икенсе ҡараһаң – әллә ҡайҙа. Йөрәгем һис тә тыныс түгел. Әллә нәмәне, әллә кемде күргем килә. Үҙем дә аңламайым.

– Дуҫлашып йөрөгән егетең бармы?

– Минеңме? Миңә береһе лә оҡшамай. Артымдан йөрөгән малайҙарҙы енем менән бер күрәм. Ҡайһылар клубтан өйгә тиклем оҙатып килгән булалар ҙа, ҡапҡа төбөндә әҙерәк торайыҡ, тип ялҡытып бөтәләр. Керәм дә китәм.

– Ҡатын-ҡыҙға ғорурлыҡ та кәрәк, – Мәрйәм кер сайҡарға кереште. Гөлйөҙөм ҡыҙыл балсыҡ менән нисек етте шулай һыланып, сыбарланып бөткән мейесте ағартып, иҙәнде ҡырып йыуа башланы.

Шул саҡ Бикбулат, колхоз кассиры һәм Сөләймән ҡарт килеп керҙеләр.

– Бәй, бында өмә ләбаһа, – тине парторг.

– Сөләймән бабайҙы таҙартабыҙ, – тине Гөлйөҙөм, көлөп.

– Гөлйөҙөм, әйҙә, башлап ҡултамғаңды ҡуйып ебәр, – тине кассир.

Ҡыҙ аптырап ҡалды.

– Ни эшләп тораһың? Ҡул артың еңел булғыры, – тине Сөләймән ҡарт, ҡыуанып.

Гөлйөҙөм, ышаныр-ышанмаҫ ҡәләм алып, тулы итеп, һәр хәрефен дөрөҫ ҡуйырға тырышып, фамилияһын яҙып ҡуйҙы.

– Мә, туған, алдағы айҙарҙа тағы ла күберәк эшлә.

– Рәхмәт, ағай, – тине ул, аҡсаларҙы һаҡлыҡ менән генә бөкләп. – Тырышып ҡарармын.

– Былары йәш малсылар араһында үрнәк күрһәткәнең өсөн колхоз идараһы, партия, комсомол ойошмалары тарафынан бәләкәй генә бүләк. Капрон ойоҡ, хушбуй.

– Бүләк – бүләк ул. Уның олоһо, кесеһе юҡ, – тине Сөләймән ҡарт. – Ике шатлыҡ бер юлы. Бына һин әле.

Бүләктәр Гөлйөҙөмдө генә түгел, башҡаларҙы ла ҡыуандырҙы. Яҡтыкүл ауылынан ике саҡрым арала ултырған бәләкәй генә өйҙә был шатлыҡты һәр кем үҙенсә кисерҙе.

Сусҡаларға кискелеккә ашарға һалырға иртә ине әле. Шуға күрә Мәрйәм менән Гөлйөҙөм ауылға ҡайтып урамаҡсы булды.

– Бикбулат ағай, беҙҙе лә ултыртмаҫһыңмы, – тине Гөлйөҙөм.

– Ҡуй, йәйәү генә ҡайтайыҡ, – тине Мәрйәм.

– Йә инде, апай.

– Һине еңеп булмаҫ, әйҙә, – тине Мәрйәм. – Өҙгөс.

– Мин күсергә. – Гөлйөҙөм алға ынтылды.

Мәрйәмдең былай Бикбулат менән бер ҡасан да йәнәш ултырып йөрөгәне юҡ ине. Ҡапыл ирекһеҙҙән терәлеп барған аяғы ҡалтырай башланы. Ул, уңайһыҙланып, тартылғандай булды һәм ҡарашын да бер яҡ ситкә ташланы, шулай ҙа уның һәр бер хәрәкәтен Бикбулат һиҙгәндәй тойола ине.

Гөлйөҙөм сана башына тотоноп остомо ни! Уның күңеле бик йыраҡта ине, ул ваҡыты-ваҡыты менән янындағы кешеләрҙе лә онотто. Мөмкин булһа, ошолай елер ҙә елер ине. Был – донъяның матурлығына һоҡланып туя алмаған ҡанатлы йәшлек ине!

– Беҙ төшәйек, – тине Мәрйәм, ауыл осона кергәс.

– Ниңә? – Бикбулат атының башын тартты.

– Уңайһыҙ.

– Апай, – тине Гөлйөҙөм, магазин эргәһенә еткәс, – әсәйемә күлдәклек алһам, нисек булыр икән?

– Шатланыр ғына, – Мәрйәм менән Гөлйөҙөм төшөп ҡалдылар. Магазин янында Байрамдың аты тора ине.

Гөлйөҙөм өйҙәренә атылып ҡайтып керҙе.

– Әсәкәйем, беләһеңме, мин нәмә алып ҡайттым?

– Күп булһа, тағы шул үлергә ятҡан сусҡа балаһылыр.

– Белдең! – Гөлйөҙөм ҡуйынынан әйберен тартып сығарҙы. – Мә, тәүге аҡсамдан һиңә бүләк!

– Ниндәй аҡса ул тағы? – Мөслимә аптырап ҡалды.

– Сусҡа ҡарағанға бирҙеләр.

– И балаҡайым! – тине Мөслимә, ҡыуанып. – Бына һин әле! Үҙе матур, үҙе иңле! Рәхмәт, ҡыҙыҡайым! Изгелек күр!..

 

XIV

 

– Өйгә тиклем килтермәнеме ни? – тине Байрам.

Мәрйәм һиҫкәнеп:

– Кем? – тине.

– Йәнәһе, белмәй. Бөгөн магазин янында төшөрһә, иртәгә, бәлки, башҡа урында...

– Абау, оятһыҙ! Телең нисек бара! – тине Мәрйәм, ағарынып. Ул, нәфрәтләнеп, иренең һалҡын күҙҙәренән ситләшергә теләп, тәҙрә яңағына башын терәне. Ғәжәп хәл, өй артындағы сағанда ике турғай талаш. Ҡалын йөнлөрәге иптәшен сырылдатып суҡыны-суҡыны ла осоп китте. Кәмһетелгәне, бөршәйеп, ары ҡаранды, бире ҡаранды ла икенсе ботаҡҡа ҡунаҡларға мәжбүр булды... – Ярай ине яңғыҙым ғына булһам... – Мәрйәм күҙҙәрен һөрткөләне. – Янымда Гөлйөҙөм дә бар ине бит.

– Әҙерәк әҙәп һаҡлай белергә, кешенән оялырға кәрәк. Өгөтләргә ни ата-әсә юҡ, ир инде ул мөйөштәге һепертке рәтенә лә иҫәпләнмәй. Әйтеп торған һайын тыңламаның, баш-баштаҡланып киттең бит. Шунда ниндәй йәм таба? Аптырарһың... Кеше йүнле, таҙа урын эҙләргә тырыша, ә ул барып сусҡа тиҙәгенә сумды. Хатта Сөләймән ҡарттың ҡатҡан ыштанына тиклем йыуып бирәһең бит. Бөтә Яҡтыкүл бот сабып көлә. Тфү!

– Бер етем ҡартҡа ярҙам иткәнмен икән, уның ни көлкөһө бар. Бәйләнергә сәбәп кәрәк тә. Ҡайта ла талаша, ҡайта ла талаша. Һәр бер аҙымың күҙәтеү аҫтында. Ҡыл өҫтөндә йөрөгән хәлдә генә ҡалдым бит. Кеше менән һөйләшмә, тот та бинахаҡҡа тиргәл, мәсхәрәле һүҙ ишет. Әлдә түҙәм әле...

Байрам, мейес ысбутына таянған килеш, тынып ҡалды. Уның ярһыуы баҫылғандай, көнсө уйҙары таралғандай булды. Ул Мәрйәмде артыҡ сиккә еткермәйенсә туҡтамай ине. Күңеле тағы йомшап китте. Ул уны үтә ныҡ ярата шул, шуға күрә һәр бер кешенән көнләшеп, юҡ-бар нәмәнән шикләнеп бара. Ҡыҙа-ҡыҙа ла тағы кире ҡайта. Ҡыҙған саҡта, һиҙмәҫтән, артыҡ һүҙҙәр ҙә ысҡындыра. Бының өсөн һуңынан үкенеп ҡуя, әммә Мәрйәмгә белдергеһе килмәй. Ә Мәрйәм барыһын да йөрәгенә һала бара.

Байрам нимә тиергә лә белмәне, ҡатыны эргәһенә барып, йыуатырға ла теләне. Юҡ, ул быны түбәнһенеү итеп ҡараны, өндәшмәй-нитмәй сығып китеүҙән дә яҡшыһын тапманы.

– Йөрәгемде әрнетә-әрнетә лә сыға ла китә, – тине Мәрйәм, уфтанып.

...Ул Байрам өйөнә һиҙҙермәй генә килен булып төштө. Байрам уны төнөн, клубтан ҡайтышлай алып керҙе. Таң атҡас, йола буйынса тәүге тапҡыр ят һуҡмаҡтан һыуға барҙы. Тормош шулай башланды. Туй тураһында һүҙ ҡуҙғалғас: «Кешенең ғүмерендә бер генә тапҡыр була торған нәмә, әллә үткәрәйекме?» – тине Мәрйәм. «Белмәйем шул, әллә хәҙергә яҡындарға ғына өндәшеп, көҙгә ҙур туй яһарбыҙмы?» – тине Байрам. Мәрйәм риза булды. Яҙылышып ҡайтҡас, уларҙы бәләкәй генә өҫтәл артында биш-алты кеше ҡаршыланы. Законлы никах менән ҡотланылар, бәхет теләнеләр. Артыҡ шау-шыу ҙа тойолманы, ҡунаҡтар ҙа тыныс ҡына таралышты. Мәрйәм тыуасаҡ көҙгә ҙур өмөт бағлап йәшәне. Иптәш ҡыҙҙары ла, туйың ҡасан була, әллә һин бәбәй туйың менән бергә генә үткәрергә уйлайһың, тип төрттөрҙөләр. Көткән көҙ килде... Япраҡтар ҙа һарғайып ҡойолдо. Байрам туй хаҡында берәй һүҙ әйтһәсе. Тормош әкренләп ағыуын белде. Икенсе көҙ ҙә етте, ләкин был көҙ бөтөнләй икенсе булып, Байрам менән Мәрйәм араһына тынғыһыҙлыҡ алып килде.

Мәрйәм уйланып ултырған еренән талған керпектәрен күтәрҙе. Урамда ҡарҙар өйөрөлә ине.

 

XV

 

Сөләймән ҡарт, таҙарып, йыйнаҡланып ҡалған өйөндә кибеп етмәгән аҡбур еҫен рәхәтләнеп еҫкәп ята торғас, кинәт Ҡунаҡбикә ҡарсыҡты иҫенә төшөрҙө.

– Әх, ҡәһәр һуҡҡан ҡарсыҡ! Әллә йөрәккә үрмәләй башланы?

Ул, яйлап, ҡырын төшөбөрәк ятты... Юҡ-юҡ та уйланырға тура килә шул. Көн үткәреүе бер ни ҙә түгел. Бына ҡышҡы оҙон төндәрҙә япа-яңғыҙың ғына тороп ҡара әле. Һирәк-мирәк булһа ла ауылға аш-һыуға өндәшәләр-өндәшеүен, иллә-мәгәр Сөләймән ҡарт ундай ергә йөрөргә әүәҫ түгел.

Ҡапыл уның ҡолағына урман шауы ишетелде. Буран сыҡтымы – көн бөттө тигән һүҙ. Ел мөрйә менән уйнарға тотона ла өйҙөң йылыһын тартып ала ла бөтә... Унан ҡарт ҡайҙа баҫырға урын тапмай башлай.

«Әллә ауылға барып урайһымы, – тип уйланы ҡарт. – Бикбулат өйҙә булһа? Кем белә, бәлки, бәхеткә ҡрашы, кәнсәләрҙә сағы тура килер?.. «Һин, Ҡунаҡбикә, ситкә-маҙарға ризалығыңды бирмә инде. Яҡтыкүлдең һыуын бергә эскәнбеҙ, һауаһын бергә һулағанбыҙ, мине мәхрүм итмә. Йәшәгән тиклем йәшәмәбеҙ, артабан бергә-бергә көн күрәйек!» тиергә лә һалырға. Тотоп ашамаҫ. Ҡайҙа, бүрек аҫтынан түбәтәйҙе лә кейеп алырға кәрәк. Өҫтәлгә-маҙарға өндәшһә, оло кешегә яланбаш ултырыу килешмәҫ. Туҡта, күстәнәскә теге таҡта сәйҙе лә ҡыҫтырайым. Таҡта сәйем, яҡты сырайым булһын...»

Сөләймән ҡарт сусҡа аҙбарҙарының биктәрен тикшереп сыҡты ла һыу ташый торған аҡ бәкәлле бейәне ялан санаһына екте. Бейә ергә тыптырҙатып тиҙәк төшөрҙө.

– Әһә, юл уңырға оҡшай, – тине ҡарт, ҡыуанып. Оло кәүҙәле үшән Аҡбәкәл, әҙәм бимазалап йөрөйһөң шунда тигәндәй, теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды.

– Әйҙә, малҡай.

Ат ыжлап та бирмәне.

– На һана, үгеҙҙәй бараһың! Был һиңә һыуға төшөү түгел ҡый, әбейеңде йәрәшергә барыу. – Сөләймән ҡарт баҫыуҙар өҫтөнән иҫкән һепертмә буранға ҡаршы сыҙап оҙаҡ бара алманы, уға арҡаһын ҡуйып, ҡыҫҡаҡ тунының йөндәре ҡырылып бөткән яғаһын күтәреп ултырҙы. Буран тупраҡ ҡатыш ҡарҙы өйөрөп ҡуйынға тултырҙы, тынды ҡурҙы, һаҡал-мыйыҡты боҙланы. Ҡарт төрлө яғына әйләнгеләп ҡараны, мәл тапманы, ахырҙа: «Төбөң төшкөрө», – тип һуҡранып ҡуйҙы. Шулай ҙа бирешмәне. Бындай ғына бурандарҙы күп күргән дә ул. Уның күңелендә икенсе буран ҡотора, бына быныһы хәтәрерәк. Егет сағында, ҡыҙ күҙләргә барғанда, былай уҡ тулҡынланмағайны.

Ҡарт ауылға етәрәк Аҡбәкәлде юлдан бер яҡ ситкәрәк борҙо һәм, ҡар йырып, өйәңке төбөнә килеп туҡтаны, атының теҙгенен ботаҡҡа бәйләп, тирә-яғына ҡаранғылап алды ла өйгә табан йүнәлде; аҙбар эргәһенә яҡынлашҡас, солан ишеге асылды. Ул утын өйөмө артына боҫто. «Буран сыға шул, бәбкәйем ҡайҙа йөрөй икән, яланда ғына ҡалмаһа ярар ине», – тип Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, һөйләнә-һөйләнә ашлы һыу түгеп, инеп китте. Ҡарттың эсенә йылы керҙе, ул ҡарсыҡ артынан уҡ ишекте асмаҡсы булды, ләкин уға арҡыры ағас һалынып өлгөргәйне.

– Хәҙер, бәбкәйем, – Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, уны-быны уйламай, бикте ысҡындырҙы.

– Һаумы, Ҡунаҡбикә, иҫән-һау ғына йәшәүме? – тине ҡарт.

– Кеше ҡурҡытып йөрөмәһәң, – тине ҡарсыҡ. – Бикбулат икән тип торам.

– Өйҙә юҡмы ни, йомошом бар ине.

– Үҙем дә көтәм, – ҡарсыҡ ҡаҙанлыҡ яғына уҙҙы.

– Әкрен генә көн итеүме?

– Йәшәйбеҙ шунда бер көйгә. Беҙгә ни булыр тиһең?

– Бик шөкөр. Таҙалыҡ кәрәк, Ҡунаҡбикә. Таҙалыҡ – ҙур байлыҡ... – Ҡарттың һүҙе бөтөп ҡалды. – Бикбулат улым ҡасан ҡайтыр икән? Ул да яңғыҙы шул. Яңғыҙлыҡ яңғыҙлыҡ инде, дошманыңа күрһәтмәһен. Бына һин дә, Ҡунаҡбикә, ғүмер-ғүмергә яңғыҙ йәшәнең. Үҙемдең баштан үткәс, беләм. Бик ауыр, – Сөләймән ҡарт шулай һүҙҙе уратып ҡына башлағайны, йүнһеҙ Аҡбәкәл харап итеп ҡуйҙы бит. Туң тәҙрә аша:

– Арттан бер ат ысҡынып китте, кемдеке ул? – тигән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Ул, бүркен әйләндергеләп, ыҡ-мыҡ итте лә, һаубуллашыуҙы ла онотоп, тышҡа ашыҡты. Туйтаңлап, бата-сума йылға буйына килде. Дилбегә бәйләгән ботаҡтың төбө генә ҡалғайны.

– Өйәңке ботағына ышанған мин дурак! – тип, төкөрөп, фермаға ҡайтып киткән аты артынан йәйәү төштө.

 

XVI

 

 

Автор:
Читайте нас