Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Август 2023, 07:55

Йылғалар тыуған ерҙә... Мәхмүт Сәлимов

– Туҡта, иртәнге сәйҙе эсеп кит... – тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙө.

Йылғалар тыуған ерҙә... Мәхмүт СәлимовЙылғалар тыуған ерҙә... Мәхмүт Сәлимов
Йылғалар тыуған ерҙә... Мәхмүт Сәлимов


Мәхмүт Бакир улы Сәлимов (1960) – отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Уның рус телендә донъя күргән «Легенда о последнем хане», «Когда вернутся батыры», «А все-таки мы живы…», «Дорогами прошлых войн», «Плач волка» исемле китаптарында халҡыбыҙҙың данлы тарихы хаҡында бәйән ителә.
Әлеге ваҡытта Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләй. Дон буйындағы төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡара.

Йылғалар тыуған ерҙә...

Күптән булған хәл. Ул заман ваҡиғалары минең хәтергә әкиәти йәйҙең сағыу төҫтәре булып уйылған. Сикһеҙ бәхетле бала сағым.
Ҡартатайым, боронғо башҡорт йолаһын тотоп, мине тәүге тапҡыр атҡа атландырғанда, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныс кисергәнем иҫтә. Кескәй йөрәгем шатлыҡ һәм тулҡынланыуҙан дөпөлдәй, әммә ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Ҡыуанысым эсемә һыймай, һөрән һалып ҡысҡырғым, етеҙ атта ялан-туғайҙарҙы бер итеп елдергем килә.
Йүгәнде ҡыҫып тотам, өлкәндәргә оҡшатып: «На-а! Әйҙә!» – тип тауыш бирәм. Ат ҡапыл тертләп китә лә ҡулымдағы йүгәнде тартып ала, мин эйәргә көс-хәл менән йәбешеп ҡалам. Малҡай, миңә иғтибар ҙа бирмәй, үлән семсеүен дауам итә, туҡтауһыҙ әйҙүкләүемә ризаһыҙлыҡ белдереп, бышҡырып ала. Аушанлаҡ бейеклектән ат тояғы аҫтында шатлыҡлы сыйылдап өйөрөлгән кескәй алабайға ғорур ҡарап ултырыуҙан башҡа сарам ҡалмай. Ара-тирә ул, ергә һыйынып, осло моронон ҡыҙыҡ ҡына итеп һуҙа ла, ҡысҡырып өрөп ала. Моғайын, эт телендә үҙенең һоҡланыуын, ә бәлки, йәй буйы айырылғыһыҙ дуҫҡа әйләнгән малай өсөн борсолоуын белдерергә теләйҙер.
Ҡартатайым беҙгә ҡарап йылмая.
– Ҡурҡыуҙы белмәй сабый! Ай-һай! Батыр булыр! – тип хуплап баш сайҡай.
Тағы ла ҡартатайым йәйҙәрен миңә әкиәт һөйләй торғайны. Көн һайын ҡыҫҡа ғына ял сәғәттәрендә, колхоз көтөүе һыулауҙа һыуһын ҡандырғанда, беҙ, оло тал күләгәһенә уңайлы урынлашып, төшкөлөктө ашап алабыҙ, аҙаҡ, түҙемлегемдең сигенә етеп, мин унан кисәге әкиәттең дауамын таптырам. Тик һәр ваҡыт аҙағынаса тыңлап ҡына бөтөрә алмайым, оло ағас күләгәһендәге кейеҙҙә рәхәтлектән иҙрәп йоҡоға талам. Әкиәттәр минең төшөмә инә. Батырҙарҙың дейеү һәм ҡәһҡәһәләр менән көрәшкәнен, ҡаты алышта уларҙы еңгәнен күрәм, сөнки әкиәттәрҙә изгелек һәр ваҡыт яуызлыҡтан өҫтөн сыға. Йылдар үтеү менән мин тормошта ла һәр саҡ изгелектең яуызлыҡты еңеүен аңланым.
Әкиәти йәйге көндәр хаҡындағы хәтирәләр миндә әле булһа йәшәй, күңелемде йылыта, үҙемә һәм тирә-йүндәгеләргә изгелек менән бағырға өндәй. Ҡартатайым әйтмешләй, изгелек ул мәңге йәшәйәсәк, тик уны, ожмах баҡсаһында фәрештәләр нәфис сәскәне төптәрен йомшартып, шифалы һыу һибеп тәрбиәләгән кеүек, һаҡларға кәрәк.
Бына ошо бала саҡ хәтирәләренән, ҡартатайым, ҡарт ат һәм алабай хаҡындағы иҫтәлектәрҙән башлана ла инде тылсымлы әкиәттәр...

Йәйге әкиәт

Малай уянып, күҙҙәрен ҡул һырты менән ыуып алды, тирә-яғын байҡағас, тағы ла йоҡлап ҡалғанын аңғарҙы, ҡартатаһы таң һарыһынан колхоз көтөүен унһыҙ ғына ҡыуып алып киткән.
Ул ырғып тороп, тиҙ генә ыштанын кейә һалды ла аласыҡта ҡул сепараторы менән һөт айыртып ултырған өләсәһе эргәһенә йүгерҙе.
– Нәнәй, мин ҡартатайым янына. – Ниәтен ҡабалан ғына аңлатып, өҫтәлдәге яңы бешкән икмәк ҡыйырсығын эләктерҙе лә ихатанан сығып та йүгерҙе.
Өләсәһе көтөлмәгән хәлдән уфтанып, артынса:
– Туҡта, иртәнге сәйҙе эсеп кит... – тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙө.
Малай инде, етеҙ арғымаҡты эйәрләгән һыбайлылай, урам уртаһынан һикерәнләне, юл туҙанында табандары ғына ялтырап ҡалды. Айырылғыһыҙ дуҫы – алабай, ут ҡапҡандай атылып сығып, ҡыҫҡа тәпәйҙәрен етеҙ йыбырлатып, артынан елдерҙе. Ҡартатай, уның тоғро аты һәм яңы әкиәт менән осрашыу уларҙың күңелен елкендерҙе.
Ҡарт йылҡысы малайҙы йылмайып ҡаршыланы, күтәреп эйәргә ултыртты. Нәҫелһеҙ колхоз атында улар көтөү артынан һыулауға йүнәлде.
Ҡартатай һыңар ҡулы менән һаҡ ҡына ейәнен тотоңҡорап, оҙон сыбыртҡыһын өйрәнелгән хәрәкәт менән һелтәп, артта ҡалған һыйырҙарҙы ҡыуҙы. Малай ялтыр үксәләре менән ҡарт алашаның ҡабырғаһын төйҙө: «На-а! На-а!» Үҙен буй еткергән һыбайлы һымаҡ хис итте.
Малҡай, балаға әҙ генә лә илтифат күрһәтмәй, дегәнәк сеймәлткән ялын ялбыратып, башын туҡтауһыҙ болғай бирҙе, бәйләнсек бөжәктәрҙе ҡыуып, тәрбиә күрмәгән ҡойроғо менән эскә батҡан яндарын туҡманы. Ҡурҡынған күгәүен-бөгәләктәр, бер мәлгә генә ситкә тайпылып тора ла, тағы ла ҡанһыҙыраҡ ҡыланып, ҡорбанына ташлана. Йылҡысы бындай эҫе көндәрҙә, ҡарт алашаһын ҡыҙғанып, уны эйәренән етәкләп, йәйәү йөрөй, тик бөгөн ул яңғыҙы түгел, биргән вәғәҙәһен үтәп, ейәнен һыбай йөрөтә.
Көн ҡыҙыулығы менән ҡан эскес бөжәк яуынан йонсоған малҡай йылғаға тиҙерәк барып етеү хаҡында ғына хыяллана торғандыр, унда иҫке шығырлаҡ эйәрен һалдырып, тир һеңгән кейеҙ сергеһен сисерҙәр һәм, ниһайәт, ауыҙлығын бушатырҙар. Тимер ауыҙлыҡ йыртҡан ойоған ирендәрен яҙылдырып, ашалған һары тештәрен күрһәтеп йылмайып, арыуынан аҡһаңҡырап, яй ғына һыу буйына төшөр ул. Салланған керпекле ауыр күҙ ҡабаҡтарын йомоп, оҙаҡ итеп, яй ғына теш араһынан һалҡын һыу һемерер. Эсеп туйғас, ирендәрендә ҡалған тамсыларҙы сәсрәтеп, ҡәнәғәт бышҡырыр. Йонсоу ғына ярға сығыр. Ярҙа, көтөүҙән ситтәрәк, бер ҡабырғаһынан икенсеһенә әйләнеп, ҡомда аунап алыр. Алғы тояҡтарына ауырлыҡ менән таянып күтәрелер һәм, ҡарт тәнен ауыртыу һәм ҡымырйыуҙан арындырып, ҡәнәғәт ҡағыныр. Оло тал күләгәһендә күҙҙәрен йомоп, ҡыҫҡа ғына ялдан ләззәтләнеп, ойоп онотолор. Ә әлегә һыулауҙағы ял хаҡындағы хыялы уға көс бирә һәм аҙымын тиҙләтергә мәжбүр итә.
Шул арала малай атты ҡыуалап ҡына ҡалмай, ҡартатаһын бөткөһөҙ һорауҙары менән күмеп ташлай.
Ҡояш ҡалҡыуы, иртәнге ысыҡ, ямғыр, ел һәм тәбиғәт малайҙың күңелендә һоҡланыу тойғоһо уята. Һәм ул аңһыҙ йәшенә хас ныҡышлыҡ менән күргән бер нәмәгә аңлатма талап итә, ҡартатаһының төплө яуаптары аша сабый булмышына донъя матурлығын һеңдерә. Ҡартатаһының хикәйәттәре, тәбиғәт күренештәре көндән-көн уның белемен арттыра, зиһен офоҡтарын киңәйтә, күңелендә ҡараңғылыҡ һәм яуызлыҡҡа урын ҡалдырмай, яҡтылыҡ һәм изгелек менән тултыра.
Ейәненең һорауҙары ҡартты ла тирә-яҡ тәбиғәткә икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Ул, әйтерһең дә, тыуған төйәктең матурлығын тәүге тапҡыр күрә, күптән таныш, ғәҙәти, көндәлек күренештәр асығыраҡ була бара, яңы төҫ һәм мәғәнә алғандай тойола. Үҙ асыштарын ул ҡыуана-ҡыуана ейәне менән бүлешергә ашыға. Донъя матурлығын тасуирлаған ябай һәм аңлайышлы һүҙҙәргә үҙенең күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрен һәм үткән быуындарҙың аҡылын һала.
Ләкин ейәненең ҡыҙыҡһыныусанлығы сикһеҙ. Көтөлмәгән һорау яңғырағанда, тормош аҡылы туплаған ҡарт та юғалып ҡала. Күк ниңә зәңгәр? Үлән ниңә йәшел? Ейәненең фекерләү ҡеүәһенә хайран ҡалып, ул уңайһыҙланып елкәһен ҡашый һәм йылмая. Сабыйҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ «ниңә»ләренән арып, тырышып-тырмашып һүҙҙәр һайлай-һайлай, ул тағы ла тәү ҡарашҡа ябай ғына һорауҙарға яуап эҙләргә тотона.
Аҡыллы ҡарт күпте белә, ләкин ейәненең барлыҡ һорауҙарына ла яуап бирә алмай. Шул саҡ ул күптәргә ҡатмарлы тормош сыуалсыҡтарын сисергә, йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам иткән сараға мөрәжәғәт ҡыла.
«Шулай, беҙҙе аҙым һайын мөғжизәләр көтә, тик уларҙы сабый ғына күрергә һәләтлелер, моғайын, сөнки ул донъяға башҡаса, саф һәм самими ҡараш менән баға, – тип уйлай ҡарт. – Ысынлап та, ниңә әле үлән – йәшел, күк – зәңгәр, йылға – тәрән, ағас – бейек? Аллаға шөкөр! Бөйөк ижадсы күҙлегенән барыһына ла аңлатма бар, һәм уның ярҙамында мин бөтә һорауҙарға ла яуап таба алам!» Ҡарт рәхмәтле ҡарашын күккә төбәй.
Юғары көстәрҙең ярҙамына инанған ҡарт, ейәненең сираттағы һорауын да көтөп тормай, вәғәз һөйләгәндәгеләй етди төҫ менән аңлатырға керешә: «Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ихтыярында! Ер йөҙөндәге барлыҡ байлыҡты Ул тыуҙырған һәм кешеләргә бүләк иткән! Уның ихтыяры менән яңы көн, йоҡлар өсөн төн тыуа».
Тик шул ваҡыт сабыйҙың ғәжәпләнгән йөҙөнән һәр һүҙенең икеләнеү һәм яңы һорауҙар тыуҙырыуын аңлап ҡала. Юғары ихтыярға мөрәжәғәтенә яуап итеп, сираттағы «ниңә» яңғырағас, ҡарт, сабырлығын юғалтып, «үҫкәс, белерһең» тип ысҡындырмаҡ була ла тыйылып ҡала, бары: «Эйе! Эйе!.. Һин хаҡлы! Был донъяла барыһы ла беҙ уйлағанса ғына ябай түгел шул», – тип мығырлай.
Ниһайәт, улар һыулауға төштө. Һыйырҙар түҙемһеҙләнеп төрткөләште, һуңғы араны йүгереп тигәндәй үтеп, шаулап йылғаға йомолдо. Йәйге томрала себен-серәкәйҙән йонсоған малдар, тубыҡтан һыуға инеп, йылғанан бөрккән еләҫлеккә рәхәтләнде, ҡомһоҙланып һыуһын ҡандырҙы. Ҡарт еңел һулап ҡуйҙы. Ейәненең иҫәпһеҙ-һанһыҙ һорауҙарынан, көтөүсенең ауыр хеҙмәтенән тамам арманһыҙ булғанлыҡтан, оло тал күләгәһендә аҙ ғына булһа ла ял итеренә өмөтләнә ине ул.
Ҡарт, аттан төшөп, ейәнен эйәрҙән күтәреп алды ла һаҡ ҡына ергә баҫтырҙы. Малай шунда уҡ ырғандай башланы һәм ялан аяғы менән дегәнәккә баҫты. Ауыртыу ҡатыш үпкәләүҙән илағыһы килде, йәлләү көтөп, шыңшып, ҡартатаһына төбәлде. Ул эш менән мәшғүл ине. Сабый үҙен ҡулға алды, бөгөн өлкән кеше кеүек һыбай көтөү көттө бит, илап тормаҫҡа булды. Үпкәһен саҡ-саҡ еңеп, сырайын һытты, ергә сүкәйеп, үксәһенә ингән сәнскәкте үҙ аллы тартып сығарҙы. Күңелһеҙ ваҡиға хаҡында шунда уҡ онотоп, ҡыҙыҡһынып ҡартатаһын күҙәтергә кереште. Ҡарт ҡабаланмай ғына атының эйәр-йүгәнен систе, оло тал күләгәһенә ҡояшта уңған брезент плащын – «кажанкаһын» түшәне, төйөнсәген тағатып, наҡыҫ ҡына төшлөгөн – бер шешә һөт, икмәк ҡыйырсығы, йомортҡа менән бер услам йәшел һуған сығарҙы.
Ул да булмай, ҡайҙалыр ҡыҙырып йөрөгән алабай килеп етте. Көтөүҙән ситтәрәк ләззәтләнеп көйшәп торған безәүкәйгә бер-ике өрөп алды. Безәүкәй ҡурҡышынан тертләп, теләмәй генә һыйырҙар яғына ыңғайланы. Алабай, ҙур эш ҡыйратҡандай, кешеләр эргәһенә килеп ятты. Оҙон алһыу зәңгәр телен сығарып, йыш-йыш тын алды, хужаһына тоғро ҡарашын төбәне. Еүеш морононан алып ҡойроҡ осона тиклемге бар ҡиәфәте менән еңел булмаған хеҙмәте өсөн бүләккә лайыҡ икәнен күрһәтергә теләне. Ҡарт алабайға битараф ҡына ҡараш ташланы ла, бүре тоҡомонан булғаныңа һис ҡасан ышанмам тигәндәй, ауыр һулап ҡуйҙы.
Малай ҡартатаһын иғтибар менән күҙәтте, сираттағы һорауын ишеттерергә әҙерләнеп тә бөткәйне, кире уйланы, төшкө аш менән мәшғүл кешене бүлдермәне. Икмәген һөткә ҡушып, тәмләп сәйнәгән арала һиҙҙермәй генә алабайға ла өлөш сығарҙы. Ҡартатаһы иһә уның был ҡылығын һиҙмәмеш булды.
Малай тиҙ генә тамаҡ туйҙырҙы ла түҙемһеҙләнеп ҡартатаһын күҙәтте. Ҡарт ҡабаланмай ғына икмәк һындырып алды, йомортҡа әрсене, һаҡалына йәбешкән икмәк валсыҡтарын әленән-әле һыпырғылап төшөрҙө. Ниһайәт, малай эшһеҙ ултырып ялҡты, күҙенә салынған күбәләкте ҡыуып китте. Уны тиҙ генә тота һалып, ҡанаттарындағы һүрәттәрен ҡарарға кереште, ул да булмай уларҙы йолҡоп ырғытты. Ҡанатһыҙ кәүҙәгә ҡыҙыҡһыныуы шунда уҡ һүрелде. Ғәрибәне быраҡтырғас, күҙ ҡырыйы менән генә ҡартатаһына ҡарап алды, бит ул тәбиғәтте һаҡларға, йән эйәләрен ҡыйырһытмаҫҡа өйрәтә. Был мутлығын ҡартатаһы һиҙмәүенә инанғас, сиңерткә баҫтырырға тотондо. Ҡапыл иғтибарын энәғараҡтар йәлеп итте. Улар осоп барған ерҙән бөжәк тоталар ҙа шунда уҡ табыштары менән ҡайҙалыр юғалалар. Малай уларҙың эҙенә төшөргә булды. Тик энәғараҡтар шул тиклем күп, ул, ҡайһыһы артынан йүгерергә белмәй, аптырап ҡалды. Шунан яңы асыштарын ҡартатаһы менән уртаҡлашырға хәл итте.
Тәьҫирләнеп ятаҡҡа ыңғайланы, күләгәлә ҡартатаһы янынан урын алды. Шул арала ҡарт ҡалған ризыҡты төйнәне, ҡойолоп ҡалған икмәк валсыҡтарын йыйып ҡабып ҡуйҙы, мыйығына эләккәндәрен һыпырып төшөрҙө. Әпәр итергә тип ҡулдарын ҡушарланы, доға ҡылып, рәхмәт һүҙҙәрен шыбырланы, устары менән йөҙөн һыпырып, һаҡалын һыйпап ҡуйҙы, шунан һуң ғына ейәненә күҙ һалды. Ейәне иһә сиңерткәләр тураһында бөтөнләй онотоп, эт менән булыша ине. «Аҡтырнаҡ, һин бит уҫал түгел, бүрегә оҡшамағанһың», – тип дуҫын башынан һыйпаны. Алабай оҙон телен сосморатып, йыш-йыш тын ала, күҙҙәрен мөлдөрәтеп йылмая ине.

Инеш

Ҡартатаһы ашап бөткәнен күреп, малай, бөтә һорауҙарын бер юлы биреп өлгөрәйем тип ҡабаланғандай, бышылданы: «Ҡартатай, һин безәүкәйҙәрҙе бүреләрҙән һаҡлайһыңмы? Ә бүреләр яуызмы? Ә ниңә яуыз улар?»
Ҡарт диҡҡәтле ҡарашын ейәненә күсереп, бик етди итеп яуап бирҙе:
– Бүреләр яуыз түгел, урман-далала көн итеүсе йәнлектәр араһында улар иң аҡыллылары һәм намыҫлылары! – Берауыҡ тын ҡалып, уйланып торғандан һуң дауам итте: – Шулай, был тирәлә ҡасандыр бүреләр күп булған. Ә уларҙың башлығын Күк-Бүре тип йөрөткәндәр!
– Ҡартатай, ә ниңә бүрене Күк-Бүре тиһең?
– Башҡорттарҙы ҡотҡарыр өсөн күктән ебәрелгән бүрене шулай тип атағандар.
– Ҡартатай, күктә лә бүреләр йәшәйме ни?
– Бүреләр ерҙә йәшәй, тик Аллаһы Тәғәлә күктән кешеләргә ебәргәнен Күк-Бүре тигәндәр.
Әкиәттең башы малайҙың бар зиһенен биләп ала, һәм ул, тиҙерәк дауамын ишетеү теләге менән, ҡартатаһына һыйына. Сабыйҙың сабырһыҙ ҡыҙыҡһыныуын күреп, ҡарт йылмайып ҡуя һәм хикәйәтен талғын ғына дауам итә:
– Кисә мин һиңә Урал батыр тураһында әкиәт һөйләгәйнем. Күктән төшкән Күк-Бүренән алда Урал батырҙың улдары хаҡында тыңлап ал, сөнки әкиәтте уртаһынан башларға ярамай, мәғәнәһе юғала.
Бер аҙ тынып торғандан һуң, ҡарт тамаҡ ҡырып, ейәненә серле ҡараш ташлай һәм ҡәҙимгесә талғын тауыш менән хикәйәтен ялғай:
– Күптән булған хәл был. Ул заманда кешеләр ирекле һәм бәхетле йәшәгән. Ерҙе сиктәр бүлгеләмәгән, кешеләр йөҙҙәре менән бер-береһенән айырылһалар ҙа, барыһы ла бер телдә һөйләшкән.
Урал батырҙың улдары – Һомайҙан тыуған Иҙел, Ҡатил батша ҡыҙынан тыуған Яйыҡ, Гөлостандан тыуған Нөгөш һәм Шүлгән менән Ай ҡыҙы Айһылыуҙан тыуған Һаҡмар бер булып көрәшкәндәр һәм дейеү-йыландарҙы еңгәндәр. Дошман мәйеттәренән ҡап-ҡара ҡаялар хасил булған.
Дейеү-йыландарҙы еңеү хөрмәтенә кешеләр байрамға йыйылған. Был йыйында Урал батыр кешеләрҙе, тере һыу эсереп, үлемһеҙ итмәк булған, ләкин һуңғы мәлдә хәлһеҙ бер ҡарт килеп сығып, халыҡҡа мөрәжәғәт иткән: «Һеҙҙе хаталаныуҙан һаҡлағым килә! Тере һыу эсмәгеҙ! Үлемһеҙлек кешеләр өсөн түгел!»
Халыҡ төркөмө гөж килгән, ризаһыҙ шаулаған, хәүефле геүләгән. Тик ҡарттың моңһоу, хәсрәтле ҡарашынан тынып ҡалған.
«Миңә ҡарағыҙ. Тәнем сей яра менән ҡапланған, серек баҫҡан. Тиҙҙән селәүсен ашап бөтөрөр, әммә үлә алмайым. Кил, ғазаптарҙан арала тип, көнө-төнө Үлемгә ялбарам, тик ул мине онотто. Үлем эҙләп, ниндәй генә ерҙәр үтмәнем, ләкин таба алманым. Ул минең менән осрашыуҙан ҡаса. Йәшәүҙең йәмен тапмай, мин тағы ла нығыраҡ ғазапланам. Шул арала иң яҡын кешеләремде юғалттым, күп тапҡырҙар балаларымдың үлемен күрҙем, сөнки улар үлемһеҙ түгел ине. Иң яҡын кешеләреңде юғалтҡас, кем өсөн йәшәргә был донъяла?» Шулай тигән дә ҡарт илап ебәргән.
Ҡарттың ҡайғыһынан тетрәнгән кешеләр мәңгелек тормоштан баш тартҡан, ә Урал батыр алмашына уларға сәскәгә күмелгән ер бүләк иткән. Донъяның дүрт тарафына ла тере һыу бөрккәс, ҡарағай һәм шыршылар үҫеп сыҡҡан, имәнлектәр һәм йүкәлектәр пәйҙә булған. Кешеләр ошо урмандарға төйәкләнгән.
Уралдың ағаһы Шүлгән, кешеләрҙең үлемһеҙлектән баш тартыуын белгәс, ҡыуанған. «Хәҙер ерҙәге бар тереклектең киләсәге өмөтһөҙ, сөнки бынан ары Үлем минең дуҫым буласаҡ һәм донъя менән ул идара итәсәк! Мин кешеләрҙән, тәү сиратта Уралдың улдарынан үс аласаҡмын һәм, ниһайәт, күл төпкөлө ҡоллоғонан ҡотоласаҡмын. Улар юҡҡа үлемһеҙлектән баш тартҡан!» Шулай тип тантана иткән Шүлгән, кешеләрҙе еңел генә юҡ итеп буласаҡ тип уйлаған. Урал батырҙың улдары, хатта үҙенең улы Һаҡмар батыр кешеләрҙе уның яуыз ниәттәренән һаҡлай һәм яҡлаясаҡтарын күҙ алдына ла килтермәгән.
Урал батыр иһә ғүмеренең һуңғы тамсыһына тиклем кешеләргә биргән, хатта үлер алдынан да, уларҙы ҡурсалап, күл һыуын эсеүҙән тыйған! Күл һыуы һыуһынын ҡандырырға теләгән һәр кемде үлемгә дусар итер ине, сөнки унда яуыз көстәр һәм дейеүҙәр йәшеренгән. Улар күптән инде күлдәрҙе ағыулаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал батыр һәм уның улдары бөтә дейеүҙәрҙе лә юҡ итеп өлгөрмәгән, күптәре Шүлгән менән бергә күл төпкөлөнә ҡасып ҡотолған.
Эҫе һәм ҡоро йәйҙәрҙең береһендә, шишмәләр ҡороп, ҡоҙоҡтарҙа һыу бөткәндә, сарсап һыуһаған кешеләр таҙа һыу һорап Урал батырҙың улдарына килгән. Иҙел батыр алмас ҡылысы менән Ирәмәл тауы итәгендәге ҡаяны ярған. Тылсымлы ҡылыс тау тоҡомон телгән урында ярыҡтарҙан көмөш һыулы шишмәләр һарҡып сыҡҡан. Саф һыуҙар, таш тотҡононан ысҡынып, иреккә, тау битләүенән түбәнгә урғылған. Тау-таштарҙан ырғый-һикерә, бер-береһе менән һөйләшә-көлөшә сылтырап аҡҡан улар. Бер-береһе менән осрашҡанда тауыштары тағы ла сағыуыраҡ һәм ышаныслыраҡ яңғыраған. Улар кешеләргә йәшәү илткән! Шишмәләр, ҙур булмаған тау йылғаһы хасил итеп, алға ынтылған, тик Урал батыр ҡулынан Ямантауға әйләнгән Әзрәкә кәүҙәһе юлдарын быуған. Үле килеш тә Әзрәкә изге эшкә ҡамасаулап маташҡан, әммә Иҙел батыр тауҙы урталай ярған, һәм азат ителгән йылға артабан юлын дауам иткән. Йылға юлына арҡыры төшкән тауҙың Иҙел алмас ҡылысы менән телгән урыны хәҙер Ҡырҡтытау тип йөрөтөлә.
Тарлауыҡтарҙан үҙәндәргә урғылып, кешеләрҙе туйындырған аҡ һыуҙарҙы Иҙел батыр хөрмәтенә Ағиҙел тип нарыҡлағандар. Һуңғараҡ Ирәмәл тауы итәгендә Аҡ йылғаның инешен Аҡһыу иле тип атағандар.
Аҡһыу иленең Урал тауҙарында урынлашҡанын башҡорттар элек-электән белгән, тик әле булһа уны Алтайҙан эҙләүселәр бар.

Күрәҙәсе ҡарт

Йәйҙең киләһе көнө лә шундай уҡ әкиәти ине. Төшлөктәге томрала малдар һыулауҙа ял иткәндә, ҡартатай, саф һыулы йылға буйында оло тал күләгәһендә еңелсә тамаҡ ялғап алғас, Урал батыр уландары хаҡындағы әкиәтен дауам итте. Ошо мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп алған ейәне, тын ҡалып, ғәжәпләнеүҙән күҙҙәрен ҙур асып, уны тыңланы.
«Ҡоролоҡ мәлендә Иҙел батыр кешеләрҙе сарсауҙан ҡотҡарған. Ҡустылары уның ҡаһарманлығына һоҡланған, тик уларҙың гранит ҡаяларҙы ярып, яңы шишмәләргә юл асырға алмас ҡылыстары ғына булмаған.
Һыу етмәгән, кешеләр эҫелектән хәлһеҙләнеп, һыуһауҙан интеккән. Аҡбуҙат өйөрө менән Ҡатил үгеҙҙәре үрсегәндән-үрсеп, таҙа һыу эҙләп, дала ҡыҙырған. Ағай-энеләр кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән, тик яңы сығанаҡтарҙы ҡайҙан эҙләргә белмәгән. Шул ваҡыт кешеләрҙе үлемһеҙлек ғазаптарынан ҡотҡарған ҡартҡа кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә булғандар. Бәлтерәп бөткән ҡарт тау ҡыуышлығында яңғыҙы ғүмер һөргән, усаҡ йылыһына һыйынып, үлемһеҙлеген үҙ гонаһтары өсөн яза тип ҡабул иткән.
Усаҡ уты алыҫтан күренеп торған. Яйыҡ батыр, Нөгөш батыр һәм Һаҡмар батыр алыҫтан йымылдап торған утҡа табан барғандар, һәм күп тә үтмәй ҡартты ҡар-ямғырҙарҙан һаҡлаған тау ышығынан тапҡандар.
– Мин һеҙҙе көттөм, – тип, ҡалтырауыҡ тауыш менән сәләмләгән егеттәрҙе ҡарт. – Һеҙ – Йәнбирҙе менән Йәнбикә ейәндәре, кешеләр бәхете өсөн ғүмерен биргән Урал батыр һәм Үлем менән дуҫлашып, кеше затын юҡ итергә хыялланған Шүлгән уландары. Һаҡмар батыр, һине – Шүлгән улын, әсәйең Айһылыу Урал батырға ярҙамға ебәргән, һәм һин Ай ҡыҙы ярҙамында дөрөҫ юл – кешеләргә хеҙмәт итеү юлын һайлағанһың.
Ә һеҙ – Яйыҡ батыр, Нөгөш батыр, шулай уҡ ағайғыҙ Иҙел батыр һәр ваҡыт атайығыҙ Урал батырға таяныс булып, уның менән бергә дейеүҙәрҙе ҡыйратҡанһығыҙ. Һеҙ ошо ерҙә, хәҙер Урал исеме менән йөрөтөлгән тауҙар төйәгендә донъяға килгәнһегеҙ, ирекле, көслө һәм ҡыйыу булып буй еткергәнһегеҙ. Тап ошо ерҙә һеҙ ғәҙеллеккә, изгелеккә, тоғролоҡҡа өйрәнгәнһегеҙ, иманым камил, тап шул сәбәпле, Иҙел батыр һымаҡ, яҡлау-ҡурсалауға мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләйһегеҙ. Һеҙгә лә юлға сығырға ваҡыт етте, тик был юл, ғүмерегеҙ һымаҡ, бик оҙон буласаҡ.
Мин һеҙгә бер сер асам, ошонда, Ирәмәл тауы ҡуйынында шишмәләр бар. Һеҙгә уларҙы иреккә сығарырға кәрәк. Гранит ҡаяларҙы ҡуҙғытырға көсөгөҙ етер. Ул саҡта саф һыулы шишмәләр ер йөрәге типкән тәрәнлектән урғылып сығыр ҙа, шат сылтырап, оҙайлы юлын башлар, кешеләргә һәм ерҙәге барлыҡ тереклеккә йәшәү бүләк итер. Һыу – йәшәү сығанағы, үҙенең мәрхәмәтле дымы менән ерҙе һуғарыр. Һеҙ бөйөк йылғаларҙың сығанағын табырға тейеш. Күп шишмәләрҙең ғүмере ҡыҫҡа, тау битләүҙәренән бер аҙ йүгереп үтәләр ҙә ҡапыл тау-таш араһына инеп юғалалар. Шулай була ҡалһа, һеҙ ҡабат Ирәмәлгә, инешкә, йылғалар тыуған ергә, юл башына ҡайтығыҙ.
Шишмә кешеләргә илткән юлды күрһәтер. Шул юлдан алға барығыҙ, һеҙ иреккә сығарған йөҙләгән кескәй инеш ҡушылып, шишмә көс йыя барғанын күрерһегеҙ. Уның таштан-ташҡа һикереп, ҡояшта көмөш тамсылар сәсрәткәненә, ярҙарын йәйғорло күпер тоташтырғанына һоҡланырһығыҙ, күләгәле ҡумырыҡтарҙан үткәндә, йәне көйөүҙән йөҙө ҡаралыуын күреп борсолорһоғоҙ. Шишмә, көтөлмәгәндә ҙур булмаған быуаға тарып, һарыҡташтар араһынан юл эҙләгәндәй, тынғыһыҙ өйөрөлә башлар. Кескәй шишмә өсөн был ҡаршылыҡ үткеһеҙ булып, ул күлдәй йәйелер. Тик һеҙ уның һаҙлыҡҡа әйләнеүенә юл ҡуймағыҙ, иреккә сығарығыҙ, алға барыуын дауам итһен. Сикһеҙ ғәйрәтегеҙ һыуға, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, кешеләргә тура юл табырға мөмкинлек бирер.
Көндәрҙең береһендә уның яғымлы сылтырауы ышаныслы шаулауға әйләнер. Ярһыу ташҡындың, ҡаяларҙы күсерерҙәй булып, гранит ярҙарға гөрһөлдәп бәрелеүен күрерһегеҙ. Ниндәй көс, ниндәй ҡеүәт йылғала! Тик ҡаялар ғәйрәтлерәк, һәм һыу, уларға ҡаҡлығып, шаршыланып, тағы ла етеҙерәк алға йүгерер. Тик был ашҡыныулы юлын упҡын бүлгәнсе генә дауам итер. Тау ташҡыны ҡаялар өҫтөнә артылыр ҙа, шаулы шарлауыҡ булып түбәнгә атылыр. Баш әйләндергес осоштан һуң, һыу асыуҙан ҡайнап китер, ғызлап өйөрөлөр, һөҙәклектән бер аҙ йүгереп, үҙәнгә еткәс кенә тынысланыр. Ағым тигеҙлектән яй ғына алға ынтылыр, һеҙ уға яңы ҡушылдыҡтар табырға ярҙам итерһегеҙ. Юл ыңғайы яңы көс туплап, йылға ярҙарын киңәйтер. Тәбиғәт тауыштарын тыңлағыҙ, шул саҡта күңелегеҙ шатлыҡтан йырлар. Шул йыр менән алға барығыҙ, кешеләр, тауышығыҙҙы ишетеп, ҡаршы сығыр. Улар менән осрашҡас, ҡушылдыҡтар көсөн йыйған йылға һымаҡ, ғәйрәтегеҙ артыр, ҙур-ҙур һарыҡташтарҙы күсерергә генә яраҡлы ҡеүәтегеҙ күп тапҡырҙар мәртәбәләнер, һәм һеҙ еңелгеһеҙ заттарға әүерелерһегеҙ. Кешеләр араһында бәхетегеҙҙе табырһығыҙ, ғаилә ҡорорһоғоҙ, балалар үҫтерерһегеҙ. Ырыу башлыҡтары булып китерһегеҙ. Тормошоғоҙ яңы мәғәнә менән тулыр!
Йылға буйында йәшәрһегеҙ. Ул, йәшәү сығанағы булып, мәрхәмәтле дым менән һуғарыр, балыҡ менән туйындырыр. Яр буйындағы урмандарҙа кейек ауларһығыҙ, туғайҙарҙа емеш-еләк һәм шифалы үләндәр йыйырһығыҙ, оҫта һунарсылар булып китерһегеҙ, намыҫ һәм ғәҙеллек менән халыҡ ихтирамын яуларһығыҙ.
Тик һәр берегеҙҙең өлөшөнә бөйөк һынауҙар ҙа төшөр. Ул һынауҙар һеҙҙән көс-ҡеүәт, ҡыйыулыҡ һәм таһыллыҡ ҡына түгел, сабырлыҡ һәм киң күңеллелек тә талап итер. Һеҙ ҙур батырлыҡтар күрһәтерһегеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн халыҡ рәхмәте һәм хөрмәте иң ҙур бүләк булыр. Килер быуындар һеҙҙе хәтерендә һаҡлар, ҡаһарманлыҡтарығыҙҙы йырҙарҙа йырлар, риүәйәт итеп һөйләр, йылғаларҙы һеҙҙең исемдәр менән атар.
Мин һеҙгә ышанам, яҙмышығыҙға табан ба­ры­ғыҙ. Тәбиғәттән тормош закондарына өйрәнегеҙ. Һеҙ яугир ғына түгел, изгелек таратыу­сы ла, шуны онотмағыҙ. Һеҙҙе бөйөк эштәр көтә! – Ҡарт ышаныслы тауыш менән шулай тигән дә йылмайған. «Барыһы ла тап шулай булыр!» – тип ҡабатлаған күрәҙәсе ҡарт.
Бер аҙ тынып торғандан һуң, дауам иткән: «Мин бында ҡалам. Миңә ҡуйынында ер йөрәге типкән изге тауҙың һаҡсыһы булырға яҙған. Ирәмәл түбәһенән донъяны күҙәтеп, тормош тураһында уйлармын. Беҙгә хәҡиҡәт ер өҫтөндә ятҡан кеүек тойола, әммә ул бик тәрәндә, бәлки, ошо гранит ҡая аҫтына йәшеренгәндер. Серҙәрен асҡанын көтәм әле.
Мин һеҙҙе лә көтәм, ҡасан да булһа юл башына ҡайтырға теләк белдергәнегеҙҙе ошо түбәнән күрермен тип өмөтләнәм. Яҡтылыҡ нурын алыҫтан шәйләрһегеҙ, тау башынан усағымдың уты әйҙәр, иң ҡыҫҡа юлды күрһәтер. Йылғалар тыуған, тормош тирткән ергә. Яҙмышығыҙ изге Ирәмәл итәгендә башлана, Ватанығыҙ ошонда. Был хаҡта онотмағыҙ!»

Яйыҡ батыр тураһында әкиәт

Ҡартатай иртәгеһенә лә батырҙар тураһындағы хикәйәтен дауам итә: «Яйыҡ батыр, Нөгөш батыр һәм Һаҡмар батыр күрәҙәсе ҡарт менән хушлашып, юлға йыйынған. Иң тәүҙә улар йөҙәрләгән шишмәне ер аҫты тотҡонлоғонан азат иткән. Күрәҙәсе ҡарттың әйткәндәре ғәмәлгә аша башлаған.
Изге шишмәләр яҡтыға ынтылған, күңелле сылтырап, тау битенән түбән йүгергән. Ир туғандар уның артынан юлланған. Тауҙар араһынан оҙаҡ барған улар, киләсәккә юл күрһәтер берҙән-бер шишмәнән күҙ яҙлыҡтырмаҫ өсөн, тарлауыҡтарҙан ауырлыҡ менән үткән, таштан ташҡа һикереп, ҡыуаҡлыҡтарҙы көс-хәл менән йырып сыҡҡан.
Тиҙҙән шишмәләр ағай-ҡустыларҙың юлын айырған, улар бер-береһенә хушлашыу һүҙҙәрен ҡысҡырып, һәр ҡайһыһы үҙ юлы менән атлаған. Юл күрһәтеүсе шишмәләр торған һайын уларҙы тыуған төйәктән алыҫыраҡ алып киткән. Туғандар алда бөйөк асыш-һынауҙар менән бергә ҙур бәхет көткәненә ышанған.
– Шул рәүешле ағай-ҡустылар, үҙ яҙмыштарын эҙләп, алыҫ яҡтарға юлланған, – тип дауам итә әкиәтен ҡартатай. – Һәр береһенең – ҡая-таштар араһынан тау шишмәләре һалған үҙ юлы.
Күрәҙәсе ҡарт күҙаллағанса, туғандар күп һанлы шишмәләр араһынан ҙур йылға башын шунда уҡ танымаған. Гөрләүектәр тау-таш араһында ҡапыл ғәйеп булған, һәм егеттәр юл күрһәтеүсе берҙән-бер сығанаҡты тағы ла эҙләргә керешкән.
Яйыҡ батыр үҙ шишмәһен беренсе булып тапҡан да шунда уҡ юлға сыҡҡан. Туғандары менән айырылышыу һағышын алда көткән осрашыу һәм асыштар шатлығы баҫҡан. Ул, шишмәнән бер тотам да ҡалмаҫҡа тырышып, алға ынтылған. Егет күңелендә яңы йыр һүҙҙәре яралған. Тик тәбиғәт тауыштарына, шишмә сылтырауына, ҡоштар һайрауына, урман тынына ни тиклем генә ҡолаҡ һалмаһын, һүҙҙәргә тап килгән, йәйрәп ятҡан киңлектәрҙе иңләп яңғырар берҙән-бер көйҙө таба алмаған. Бәлки, шишмә артыҡ ҡабаланғандыр, шуға ла тауышы, тау кешеһенең ҡаялағы ҡырағай бейеүе һымаҡ, сәбәлән һәм буталсыҡ ишетелгәндер. Егет, шишмәнән ҡалмаҫҡа тырышып, алға ашҡынған. Таштан ташҡа һикереп, тайып китеп ҡолаған, манма һыу булып, әммә шат көлөп, ҡабат торған, һыу сәсрәтеп, яр буйындағы таштарҙы көмөш ямғырға ҡойондороп, тағы йүгергән.
Ҡай саҡ тауҙар, шишмәнең ашҡыныулы хәрәкәтен туҡтатмаҡ булып, шаяртып алған, үҙәненә ҙур-ҙур һарыҡташтар, ел-дауылдан ауған ағастар сығарып һалған. Һәм юғарынан кескәй һыуҙың, ҡаршылыҡты урап үтергә тырышып, ҡаянан тәгәрләп төшкән таштар араһында бәргеләнеүен күҙәткән, тик көс етмәҫ таш-лапылар уның юлын ныҡлы быуған. Шишмә, пәйҙә булған кәртәне ашып, тау битенән шат йүгереүен дауам итер өсөн, бер урында өйөрөлөп, яй ғына көс туплаған. Яйыҡ батыр иһә тоҙаҡтан ысҡынырға теләп аҙапланған шишмәгә ярҙамға ашыҡҡан.
Шуҡлыҡты аңлап алған егет, тауға шелтәле ҡараш ташлап, баш сайҡаған, йәнәһе, шундай ҙур һәм көслө есемгә сибек кенә инеште шаяртыу оят түгелме? Һәм ең һыҙғанып йырҙаны таҙартырға керешкән. Ҙур-ҙур һарыҡташтарҙы еңел генә күтәреп, тау үренә ырғытҡан, ағастарҙы һындырып, лапылары менән бергә ситкә быраҡтырған. Үҙән асылып, осраҡлы быуанан ҡотолған рәхмәтле шишмә шат йырын дауам иткән, ышаныслы дуҫы менән бергә тағы ла алға ынтылған.
Арыған саҡтарында батыр саф һыулы шишмә буйында ял иткән, теш сәңкетер һалҡын һыуын эскән, һәр йотом менән уға көс-дәрт ҡайтҡан.
Бер мәл Яйыҡ батыр артына әйләнеп ҡараған, алыҫта, урман өҫтөндә гранит тауҙың мөһабәт һыны һаман ҡалҡып күренгән. Түбәһендә, ап-аҡ болоттар араһында таяғына таянған күрәҙәсе ҡарт ҡул болғағандай тойолған. Тик еңелсә ел иҫеүе булған, шәүлә томан һымаҡ таралған да бөткән. Егет, тәрән көрһөнөп, башҡа бер ҙә боролоп ҡарамай, юлын дауам иткән.
Тирә-яғын тауҙар уратып алған. Улар ҡай саҡ шаяртһа ла, шундай яҡын, үҙ. Ул тауҙар араһында үҫкән һәм бында үҙен өйөндәге һымаҡ хис иткән. Әйләнәһендә барыһы ла ғәҙәти, таныш. Шарлауыҡ артынан уйһыулыҡҡа төшкәнсе шулай булған. Ә аҫта күреп күнегелмәгән ят донъя асылған: ағастар ҙа тәпәш, ҡоштар ҙа башҡаса һайрай, шаңдау ҙа саҡырыуға яуап бирмәй, моғайын, артта ҡалып, ҡаялар арһындағы тарлауыҡҡа йәшенгәндер.
Шишмә, уйһыулыҡта яңы ҡушылдыҡтар осратып, ярҙарын киңәйткән һәм тулы һыулы йылғаға әйләнгән. Яйыҡ, күнегеп, дуҫлашып киткән кескәй шишмәне танымай ҙа торған, хәҙер йылға уның ярҙамына мохтаж түгел һымаҡ тойолған уға. Егеттең күңелен һағыш биләп алған. Ул артына әйләнеп ҡараған, тик үҙ тауҙары алыҫта күкшелләнеп, күренер-күренмәҫ кенә булып ҡалған. Яйыҡ батыр, ауыр һулап, кәйефһеҙ генә яр буйлап киткән. Ҡапыл ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар менән ҡамыштар араһынан шат тауыштар ишетелгән.
Ҡамыштарҙы һаҡ ҡына ҡайырып ҡараһа, үле йылғаға тап булған егет. Яҙын ҡар һыуҙарынан тулышҡан йылға, ярҙарынан сығып, туғайға йәйелгән, иҫке үҙәненә кире ҡайтҡанда, ҙур булмаған күлдәр – ҡылылар ҡалған. Тар ғына йырындар менән тоташҡан ҡылылар йәй буйы йылғанан көс алып йәшәгән. Эҫе йәйҙәрҙә йырындар кипкән, бәйләнеш өҙөлгән, талсыбыҡ ышығында ҡамыш уратҡан ҡылылар япа-яңғыҙ тороп ҡалған.
Яйыҡ батыр ҡаршы яҡтағы ҡамышлыҡта яр күрәне тәмләп йөрөгән ҙур мышыны абайлаған, көҙгөләй күл өҫтөндә баштарын ғорур тотоп аҡҡоштар йөҙгән, торналар эргәһендә өйрәктәр мәж килгән, ҡыр ҡаҙҙары ҡанат ҡағып ҡаңҡылдаған – барыһы ла яңы тыуған көнгә ҡыуаныуын белдергән. Күл-ҡылыларҙа дейеүҙәр йәшәмәгән, ә һыу йылғалағы һымаҡ таҙа булған.
Батырҙарҙың яңы сығанаҡтар асып, кешеләргә шифалы йылға көсөн ҡайтарғанын белгән Һомайғош үҙе менән бик күп ҡош-йәнлектәр эйәртеп килгән. Батырҙар эргәһендә уларға бер ниндәй ҙә бәлә янамағанын аңлаған ул. Яйыҡ батыр һыу килеү менән тирә-яҡтың йәнләнеп китеүенә шаһит булған. Ҡара бөрлөгән һәм ҡомалаҡ баҫҡан тал шырлығын йырып, һаҡ ҡына аҡланға сыҡҡан. Унда тау кешеһе өсөн ғәҙәти булмаған донъя асылған, күҙ күреме ерҙә болон-туғайҙар йәйрәп киткән. Яйыҡ батыр юлын яй ғына дауам иткән, тирә-яғында ҡоштар сутылдашҡан, ҡорттар бал йыйған, сәскәләр араһында күбәләктәр леп-леп осҡан. Ҡурҡыу белмәҫ ҡоралайҙар уны ғәжәпләнеп күҙәткән, ағуналар балаларын эйәртеп аяҡ аҫтында буталған, яурынына ҡошсоҡтар ҡунған, юғарыла, күктә һабантурғай шат йыры менән оҙата барған.

Яйыҡ батыр Аҡбуҙат өйөрөн азат итә

Яйыҡ батыр, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, көнө буйы ялан-туғай ҡыҙырған, ләкин бер генә кешене лә осратмаған. Ҡатил үгеҙҙәре лә күренмәгән, Аҡбуҙат өйөрө лә ҡайҙалыр юғалған.
Күрәҙәсе ҡарт һүҙҙәренә ҡарағанда, кешеләр уның йырын ишетеп үҙҙәре килергә тейеш булған. Тик егет күңелендә киңлектәрҙе яңғыратыр көй һаман тыумаған, шуға ла кешеләр ҙә күренмәгән.
Яйыҡ батыр йылғанан алыҫайған һайын, тирә-яҡ тынлыҡҡа сума барған, хатта, йырсы ҡоштар ҙа ҡайҙалыр юғалған. Ләкин күҙгә күренмәгән ниндәйҙер көс уны һаман алға әйҙәгән, һәм ул ҙур бер күлгә барып сыҡҡансы атлаған да атлаған. Уның һаҙмат ярҙарын ҡамыш баҫҡан, ә өҫтөн тотош тәңкә ҡаплаған, күл төбөнән күтәрелгән ҡыуыҡтар шартлап, тирә-яҡҡа һаҫыҡ еҫ таратҡан. Тик күлдең уртаһында ғына киске ҡояш нурҙарына сағылып ләмһеҙ таҙа һыу ялтырап ятҡан. Унда, төпһөҙ тәрәнлектә, дейеүҙәр йәшеренгән.
Дейеүҙәр үҙ биләмәләрен уяу һаҡлаған, яҡынлашҡан һәр йән эйәһенең аңын томалаған, ҡайһыһын алдап, ҡайһыһына көс ҡулланып, мәңгелек ҡоллоҡҡа алған һәм тәрән упҡынға һөйрәгән.
Ләм еҫенән Яйыҡ батырҙың башы әйләнеп киткән, ниндәйҙер яғымлы тауыштар кемуҙарҙан уны күлгә тағы ла бер аҙым яһарға һәм һыуһынын ҡандырырға өндәгән. Ихтыяр көсөн туплап, Яйыҡ батыр дейеүҙәр сихырынан арына алған, күлдән ситкәрәк киткән, тик талсығыу, хәлһеҙлек яурындарын баҫҡан. Ул бер яҙ ял итергә теләп, үләнгә ятҡан.
Күккә ҡарап, шуға хайран ҡалған Яйыҡ батыр: уйһыулыҡта болоттар ҙа ерҙән ҡасып, юғарыраҡ йөҙгән, һис тә тауҙарҙағы һымаҡ түгел. Ә бит тегендә эргәләге ҡая артынан кескәй генә болот күренер ҙә шунда уҡ ямғыр булып ергә ҡойолор. Тағы ла юғарыраҡ күтәрелһәң, болоттар ап-аҡ һарыҡ йөнөн хәтерләтер, гүйә, кейеҙ баҫыр алдынан ҡояшҡа киптерергә һалғандар. Егет үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға талған, төшөндә болоттарҙы күпертеп осҡан, аҙаҡ тағы ла өҫкәрәк артылып, бөркөттәрҙе сәләмләгән. Улар менән оҙаҡ ҡына ҡаялар өҫтөнән кәйелгән, тик һалҡын ысыҡ, яға аҫтына үтеп, егетте татлы йоҡоһонан айырған. Иртәнге һалҡынса һауанан бөршәйеп, болоттар өҫтөнән осоуы төшмө-өнмө икәнен аңлай алмай, егет ысыҡ һыуында йыуынған. Шул саҡ аттар кешнәүе, тояҡтар аҫтында һыу сәсрәүе уйҙарын бүлгән.
Яр буйын баҫҡан йәшеллек шау-шыу сәбәпселәрен айырым-асыҡ күрергә ҡамасаулаған. Яйыҡ батыр йәшенеп-боҫоп ҡына күлгә яҡынлашҡан, ҡамыштарҙы айырып ҡарағас, ғәжәпләнеүенән шаҡ ҡатҡан. Күл өҫтөн ҡаплаған иртәнге томанды йырып, әкиәттәрҙә генә була торған матурлыҡҡа эйә аттар бер-бер артлы йөҙөп килгән. Ап-аҡ ойоҡло төҙ аяҡтарын дымлы ерҙә бысратырға ҡурҡҡандай, толпарҙар һаҡ ҡына берәм-берәм һөҙәк ярға баҫҡан. Улар шул тиклем күп булған ки, тиҙҙән күл эргәһендәге аҡлан тулып, күршеләге туғайҙарға таралғандар.
– Бына ул Аҡбуҙат өйөрө! – тип шатлыҡтан ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалған егет.
Толпарҙар, моғайын, йыртҡыстар ҡорбанын көтөп ҡамыш араһына боҫҡансы, иртә таңдан һыулауға килгәндер, һыуһындарын ҡандырғас, һутлы үләнгә бай көтөүлеккә китә торғандарҙыр, тип фекер йөрөткән егет. Аҡбуҙат өйөрөнөң, әле был тирәлә йылғалар ҙа булмағанда, таҙа һыу эҙләп күлгә килеп сығыуын, сарсауға түҙмәй, Урал батыр тыйыуын боҙоп, дейеүҙәр ағыулаған һыуҙы эсеүен һәм иркенән яҙыуын Яйыҡ батыр, әлбиттә, белмәгән. Дейеүҙәр һәр йылҡының ялынан берәр ҡылын йолҡоп, ҡыл аша һыҙғырып, өйөрҙө үҙ ихтыярына буйһондорған. Иртә һайын аттарҙы ваҡытлыса, күрше туғайҙарҙа йәшел үлән ейһендәр тип кенә сығарғандар.
Яйыҡ батыр, ҡолаҡ ярғыс әсе һыҙғырыу ишетелеү менән йылҡыларҙың һиҫкәнеп, тауыш килгән яҡҡа сабып китеүен һәм күл төбөнә инеп юғалыуын күргәс, Аҡбуҙат өйөрөнөң дейеүҙәргә ҡоллоҡҡа төшөүен аңлаған. Өйөр инеп киткән урында күл өҫтөн йәшел ләм ҡаплау менән Яйыҡ батыр нисек тә булһа Аҡбуҙат көтөүен ҡотҡарырға хәл иткән. Ул ҡамыштар араһына йәшенгән дә түҙемһеҙләнеп өйөрҙөң ҡабат күлдән сығыуын көтә башлаған. Иртәгеһенә таң менән, күл өҫтөн ҡуйы томан япмаһы ҡаплағас, һыуҙан шөкәтһеҙ дейеү сыҡҡан. Ул һаҡ ҡына тирә-яғын байҡаған, еҫкәнгән, шунан һуң ғына, аттарға һыу аҫтындағы утлыҡтарын ҡалдырырға рөхсәт биреп, әсе итеп һыҙғырып ебәргән. Һәм тағы ла кисәге күренеш ҡабатланған. Береһенән-береһе матур толпарҙар теҙелешеп күлдән сыҡҡан. Һуңғы толпарҙың тояғы ергә тейеүе булған, Яйыҡ батыр дейеүҙе эләктереп, ҡулынан ҡыл шәлкемен тартып алған, хәшәрәтте баш өҫтөнә күтәреп, бар көсөнә ергә быраҡтырған. Меңәрләгән ваҡ ҡына өлөштәргә бүлгеләнеп сәсрәгән дейеүҙең һәр ярсығы шөкәтһеҙ әрмәндегә әүерелгән. Батыр көлөмһөрәп ҡуйған һәм күлдән алыҫҡараҡ китергә ашыҡҡан. Ҡалҡыулыҡҡа күтәрелеп, ат ҡылдарын елгә таратҡан. Ошо көндән башлап Аҡбуҙат өйөрө иреккә сыҡҡан!
Тик йылҡылар кешене үҙҙәренә яҡын ебәрмәгән, егет улар яғына ыңғайлау менән, елдән етеҙ елдереп, күҙҙән юғалған. Яйыҡ батырға ғәжәпләнеп, иртәнге сәғәттәрҙә ерҙе ҡуйы япма менән ҡаплаған томан өҫтөнән толпарҙарҙың ҡанатын йәйгән ҡоштар һымаҡ осоуын күҙәтергә генә ҡалған. Ҡояштың тәүге нурҙарынан томан йәшел туғайҙарға ысыҡ булып һибелгән, еңелсә ел иртәнге күкшеллекте тамам таратҡан, шуның менән бергә йылҡы шәүләләре лә офоҡта иреп юғалған.
Дейеү ҡоллоғонан һуң, толпарҙар өркәк һәм ышанмаҫ булған, хатта, ҡотҡарыусыларынан да һаҡланған, яҡын ебәрмәгән. Тик аттар егетте шул тиклем әсир иткән, ул сихырланған кеүек өйөр артынан эйәргән, һөлөк кеүек матур йән эйәләрен көн һайын күргеһе килгән.
Бер мәл Яйыҡ батыр өйөр артынан ҡалмай йөрөгән ҡылыс тешле юлбарыҫ эҙенә юлыҡҡан. Тик уларҙың ниәттәре төрлө: юлбарыҫ ҡорбанын эҙәрлекләгән, ә егет әкиәти заттарҙы тик бер күреп һоҡланырға теләгән. Бер төндә ҡыҫҡа йоҡоһон илау тауышы бүлгән. Етем ҡалған ҡолонсаҡ, ҡыҙғаныс тауыш сығарып, әсәһен эҙләгән. Яйыҡ батыр ҡылыс тешле йыртҡыстың йылҡы өйөрөнә һөжүм итеп, бейәне өҙгөләгәнен аңлаған. Бейә ҡасып ҡотолор ҙа ине, тик ҡолонсағын һаҡлап, юлбарыҫ менән тиңһеҙ алышҡа сыҡҡан һәм үҙен ҡорбан иткән. Егет етемәкте ҡыҙғанып, бер услам үлән һуҙған. Ҡолонсаҡ ышанысһыҙ ғына кешегә яҡынлашҡан һәм йомшаҡ ирендәре менән һутлы һыйға үрелгән. Ошо көндән башлап егет менән ҡолонсаҡ бер ваҡытта ла айырылмаған. Ҡолонсаҡ егеттән бер тотам да ҡалмаған, уйнарға саҡырып, эргәһендә өйөрөлгән, һәм улар йәшел туғайлыҡта кинәнеп йүгергән. Тиҙҙән ҡолонсаҡ ҙурайып, ҡанат киреп осорға өйрәнгән. Улар көн һайын етеҙлектә ярышҡан. Яйыҡ ҡолонсаҡты уҙа башлаһа, тегенеһе ҡанаттарын йәйеп, алға сыҡҡан. Хайран ҡалған егеткә шуҡ ҡолонсаҡтың осоп туйып, яй ғына эргәһенә төшөүен көтөргә генә ҡалған. Ҡолонсаҡ ҡанаттарын йыйып, ғәфү үтенгәндәй, еүеш мороно менән Яйыҡтың усына төрткән. Шул рәүешле егет менән кескәй толпар айырылғыһыҙ дуҫтарға әйләнгән.
Төндәрен ҡолонсаҡ ышаныс менән кешегә һыйынған, тик барыбер хафалы һәм тынысһыҙ йоҡлаған. Йыртҡыс һөжүменән ҡото алынып ҡалған, ҡурҡыуынан ҡалтыранған, һәр ҡыштырлауҙан һиҫкәнеп, ҡараңғылыҡҡа төбәлер булған. Йыш ҡына күҙҙәре йәшләнгән, балаһы өсөн үҙен ҡорбан иткән әсәһен иҫенә төшөргән. Ләкин кешенең изгелекле мөнәсәбәте бәхетһеҙ етемәктең күңелен йылытҡан һәм тынысландырған.
Хәүефләнеүе юҡҡа булмаған. Ас йыртҡыс ҡолонсаҡҡа һунар итә башлаған. Тик юлбарыҫ кескәй толпарҙың кеше ҡурсауы аҫтында йәшәүен белмәгән. Бер төндә юлбарыҫ шул тиклем яҡын килгән, ҡотолғоһоҙ һәләкәттән бары усаҡ уты йолоп ҡалған. Ҡолонсаҡ тағы ла күҙ йоммай ҡалтыранып төн сыҡҡан, ә йыртҡыстың ҡәбәхәтлегенә асыуы килгән егет ҡояштың тәүге нурҙары күренеү менән юлбарыҫты алышҡа саҡырған.
– Ҡыуаҡ артынан сыҡ, ҡәһәр һуҡҡан йыртҡыс, мин – һинең алда, әйҙә, ғәҙел алышта көс һынашайыҡ! – тип рәхимһеҙ ҡысҡырған ул. – Бәлки, һин – мәкерле юлбарыҫ, төн ҡараңғыһында ғына һөжүм итергә һәләтлеһеңдер?
Саҡырыуына яуап булып, ҡурҡыныс үкереү ишетелгән һәм ҡыуаҡтар артынан ҡылыс тешле юлбарыҫ атылып сыҡҡан.
Аҡлан уртаһына туҡтап, осло тырнаҡтары менән ҡурҡытырға теләгәндәй, тәпәйен күтәргән, ҡылыс кеүек ҡаҙыҡ тештәрен күрһәтеп, тағы ла ҡурҡынысыраҡ итеп үкереп ебәргән, буй һыҙатлы ҡойроҡ осо, еңел ҡорбан көҫәп, ярһыулы дерелдәгән. Ҡурҡышҡан ҡош-йәнлектәр ҡыуаҡлыҡҡа боҫҡан, ҡолонсаҡ сытырлатып күҙҙәрен йомған да егет артына йәшенгән.
Юлбарыҫ мыҫҡыллы иҫнәп, яланып алған, тәпәйҙәренә бесәй һымаҡ йомшаҡ ҡына баҫып, егеткә яҡынлашҡан. Бер һикереүҙә ҡорбанына етеп, бер һуғыуҙа ҡолатып, үткер тештәре менән ботарлап ташларға иҫәп тотҡан.
Тик егет урынынан да ҡымшанмай, йылмайып тора биргән. Ҡулдарын күкрәге тәңгәленә ҡушарлап, рәхимһеҙ ҡатилдың һары күҙ бәбәктәренә текләгән. Юлбарыҫ, кеше ҡарашын күтәрә алмай, башын ситкә борған. Шуны ғына көткәндәй, батыр йыртҡысҡа ташланған.
Тирә-яҡ ажар алыш шауына күмелгән, ҡурҡынған ҡоштар ҡыуаҡлыҡтан осоп сыҡҡан, кейектәр өңдәренә сумған, ҡолонсаҡ ҡына торған урынында таш булып ҡатҡан, күҙҙәрендә ҡурҡыу сағылған, ләкин ул ғүмерен ҡотҡарам тип ҡасмаған, батырҙың көсөнә ышанған. Дуҫының еңелмәҫенә ышанысы аҡланған, алыш кешенең еңеүе менән тамамланған. Урал батыр улы Яйыҡ йыртҡыстың үткер хәнйәргә оҡшаш ҡаҙыҡ тештәрен йолҡоп алған, үҙәндәге барса йән эйәләрен ҡурҡыуға һалған тырнаҡтарын һындырған. Ҡанлы ҡоралынан яҙған, туҡмалған юлбарыҫ урман шырлығына шыуышҡан, шунда яраларын ялап ыңғырашҡан. Хәҙер инде ул хәүефһеҙ һәм ҡыҙғаныс булған.
– Ирәмәл тауында күрәҙәсе ҡарт һөйләгән тәүге һынау ошо! Мин ҡылыс тешле юлбарыҫты еңеп, ҡолонсаҡты ҡотҡарҙым. Тимәк, изгелек ҡылдым, яуызлыҡты еңдем! – тип шатланып ҡысҡырған Яйыҡ батыр.
Йылғаның юлын асып, Аҡбуҙат өйөрөн азат итеп, ҡолонсаҡты ҡулға эйәләштереп, ҡылыс тешле юлбарыҫты еңеп, инде бик күп һынауҙарҙы үтеүен төшөнөп етмәгән егет. Юлбарыҫты еңер өсөн көс талап ителһә, ҡолонсаҡты эйәләштерергә изге күңел менән бер услам йәшел үлән еткән.
Яйыҡ батыр дуҫы – кескәй толпар менән бергә йылғаға табан юлын дауам иткән. Күңеле шатлыҡтан йырлаған, ул бит ҡылыс тешле юлбарыҫты еңгән! Ниһайәт, киңлектәрҙе иңләп яңғырар көй тыуған. Был көйҙө ел эләктереп, осһоҙ-ҡырыйһыҙ ялан-туғайҙар өҫтөнән алып осҡан, йырҙы кешеләр ишетеп ҡалған һәм батыр менән осрашыуға ашҡынған. Күрәҙәсе ҡарттың юрауҙары тормошҡа аша башлаған.
Ҡолонсаҡ кешеләр араһында үҫкән, ул кеше эйәләштергән тәүге ат-бейә булған. Бер мәл бейә юғалып торған, батыр бошонҡолоҡҡа бирелгән, ялан-туғайҙар буйлап оҙаҡ эҙләгән дуҫын. Тамам өмөтөн өҙгән. Шул ваҡыт бейә табылған, үҙе генә түгел, кескәй ҡолонсағы менән.
Яйыҡ батыр үҙ бәхетен кешеләр араһында тапҡан. Бик күп һынауҙар аша үтеп, батырлыҡтар ҡылған. Диңгеҙгә еткән, аждаһа менән һыңар күҙле бәһлеүәнде еңгән, сихырсыларҙың сихырын ҡайтарған, ен-пәрейҙәрҙе Ҡаф тауы артына олаҡтырған, йөҙйәшәр йыланды тау ҡыуышлығына бикләгән, күлде дейеүҙәрҙән азат иткән. Ҡылған батырлыҡтары, аҡылы һәм ғәҙеллеге өсөн кешеләр уны башлыҡ итеп күтәргән. Тик олоғайған көнөндә генә Яйыҡ батыр яҙмышына төшкән тәүге һәм төп һынауҙың ҡолонсаҡты эйәләштереү икәнен аңлаған. Сөнки тап шул арҡала ырыуҙаштары күсмә халыҡ – ирекле кешеләр булып киткән. Улар һыбай йөрөгән, ер өҫтөнән елдән дә етеҙерәк хәрәкәт иткән, уларға икһеҙ-сикһеҙ киңлектәр буйһонған.
Тик бер нәмәгә – тауҙарына, Ирәмәлдә йәшәгән күрәҙәсе ҡартҡа ҡайта алмауына ғына үкенгән Яйыҡ батыр. «Йылғалар тыуған ерҙә тормош башлана, шул хаҡта онотмағыҙ», – тип балаларына васыят әйткән. Улар тәү сығанаҡҡа ҡайтырға тейеш. Изге тауға илткән яҡтылыҡ нурын алыҫтан күрерҙәр. «Батырлыҡ ҡылыу өсөн һәр ваҡыт ҡорал көсө кәрәкмәй, ҡайһы саҡта изгелек менән бер услам йәшел үлән дә етә», – тип өҫтәгән ул.
Яйыҡ батыр хөрмәтенә Уралда, Ирәмәл итәгендә башланған йылғаны Яйыҡ тип нарыҡлағандар. Хәҙер ул талғын һыуҙарын икһеҙ-сикһеҙ далалар аша Каспий диңгеҙенә илтә. Ул төбәктә ирекле халыҡ йәшәй. Тик әле йылға Урал* тип атала. Кешеләр яңы исемгә лә күнеккән. Йылға Урал тауҙарының гранит ҡаяларынан башланғанға түгел, Яйыҡ Уралдың улы булғанға шулай тип атағандар.
Башҡорттар боронғо атаманы ла онотмаған, ул батырҙарын хәтерләгән, ғәҙеллеккә ышанған һәр кешенең йөрәгендә йәшәй. Бер ҡарар менән кешеләр хәтерен юйып та, азатлыҡҡа ынтылышын тыйып та булмай...» Шулай тине лә ҡарт, тәрән көрһөнөп, урынынан торҙо, йүгәнен алып, күләгәлә бәйләнсек күгәүендәрҙе ялҡау ғына ҡыуалаған алашаһына ыңғайланы. Ейәне ҡартатаһы артынан йүгерҙе: «Ҡартатай, ә, ҡартатай! Ә ниңә беҙҙең аттың ҡанаттары юҡ ул? Ул толпар түгелме ни?»
Ҡарт атына яҡынлашты, тегеһе ышаныслы ҡараш ташлап, бышҡырып ҡуйҙы һәм еңелсә кешнәп, хужаһын сәләмләне. Ҡарт тоҙ һеңгән икмәк киҫәге һондо, малҡай йомшаҡ ирендәре менән һаҡ ҡына һыйҙы ҡабул итте һәм тәмләп сәйнәргә кереште. Сеймәлгән ялын дегәнәктән таҙартҡас, ҡарт атын мундаһынан һыйпаны, яратып муйынын ҡаҡҡыланы, шунан һуң ғына ейәненә яуап бирҙе: «Кешеләр эйәрләгәс, толпарҙарҙың ҡанаттары юҡҡа сыҡҡан. Ирекле йән эйәләре генә ҡанатлы була...»

 

Рәйсә АБДУЛЛИНА тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас