

XVI
Төн буйы февраль бураны ҡоторҙо. Елен тултырған һыйырын Яубаҫар әленән-әле ҡарап кергеләне. Ишек алдында тын алғыһыҙ буран өйөрөлдө. Күрше-тирәнең ихатаһы-маҙары күренмәне. Әйтерһең, ер менән күк бергә тоташты. Таң алдынан ул баҫылғандай булды. Яубаҫар һикелә теҙелешеп йоҡлаған балаларының өҫтәрен ябыштырҙы ла, мейес алдына сүкәйеп ултырып, тәмәке тартты. Уның күңеле һаман тынысланып етмәне, тағы, ағас көрәген тотоп, тышҡа сыҡты. Буран, хәлһеҙләнгән йыртҡыстай, тынып, баҡса, урам буйҙарына ятҡайны. Һирәк-мирәк уттар күренә. Әтәстәр һөрән һала.
Яубаҫар, аҙбар ишеге төбөнә өйөлгән көрттө көрәп, эскә инде. Ни күҙе менән күрһен – яңы ғына тыуған быҙау аяҡланырға маташа!
– Еңел аяғың менән! – тине хужа һәм уны тиҙ генә, арыш һаламына төрөп, өйгә алып керҙе.
– Үгеҙме, орғасымы? – тине ҡатыны, ҡыуанып.
– Ҡарап торманым, ни булһа ла мал булыр.
– Орғасы бит. Үҙе аҡ бөйөрлө.
– Күҙең тейһен.
– Нәҫелгә ҡалдырырбыҙ.
– Тыуыуына шатланама, тороуына шатлан.
Малайҙар ҙа уянды.
– И үгеҙ булмаған да, санаға егеп йөлөлмөн тигәйнем, – тине бер улы.
– Үгеҙ егә торған заман үтте инде, балам.
– Ниңә, Малат өйләлендә егә лә.
– Күңелеңде киң тот, һин дә егерһең. – Яубаҫар, аяҡланырға маташҡан быҙауға ҡарап, шатланып бөтә алманы.
Тәҙрәгә көн яҡтыһы төшкәс:
– Собраниеға һуңламағыҙ! – тип бригадир ҡысҡырып үтте.
Яубаҫар клубҡа барырға сыҡҡас, атлаған һайын төнгө бурандың эҙҙәрен күреп, башын сайҡап ҡуйғыланы. Ҡайһы өйҙөң ҡыйығын аҡтарып ырғытҡан, ҡайһыһының тәҙрә ҡапҡасын алып киткән. Юл буйы тулып һалам, бесән өйөмдәре, һарғайған ҡамыш көлтәләре, серегән ағас остары ята. Ул, Яҡтыкүлдә ярты быуат йәшәп, ауылды ошолай дер һелкетеп үткән буранды күргәне юҡ ине әле.
Буран ауыл араларындағы юлдарҙы баҫып китһә лә, колхозсылар аттар, тракторҙар менән һаман ағылды.
Тора-бара клубта баҫып торорға ла урын ҡалмай башланы. Түбә таҡталарынан тамсы тамырға тотондо.
Ҡылысбаев Закирйән йыйылышҡа яңы ҡара костюм кейеп, түшен миҙалдар менән тултырып килгәйне. Ул һәр кемгә лә башын ҡағып иҫәнләште, ҡул биреп күреште, йылмайыулы ҡараш ташланы.
Яубаҫар уның телмәрен диҡҡәт менән тыңланы. Халыҡ тәүҙә тыныс ҡына ултырҙы, ләкин һуңға табан теүләшә башланы. Закирйән тауышын күтәреберәк һөйләргә лә тырышып ҡараны, ләкин барыбер докладын геү-шау аҫтында уҡып бөтөрҙө.
– Иптәштәр, һорауҙар бармы? – тине Байрам.
Халыҡ өндәшмәне. Яубаҫар, аптырап, тирә-яғына ҡаранды. Йөҙәрләгән күҙҙәр Закирйәнгә төбәлгәйне. Ишек төбөндә болғанған йәштәргә:
– Шауламағыҙ әле шунда! – тип ҡысҡырҙылар.
Колхозсылар һаман өндәшмәнеләр һәм кинәт:
– Закирйән ағай, тор, яуапҡа әҙерлән! – тип берәү башлап ҡысҡырҙы. Оҙаҡламай урындан ҡысҡырыныуҙар һәм һорауҙар менән һүҙ алып һөйләүселәр бергә буталды. Ҡлысбаев бер торҙо, бер ултырҙы.
– Иптәштәр, беҙ һаман да кинәнеп икмәк үҫтерә алғаныбыҙ юҡ, үҫтерер инек, мәгәр күмәкләп ергә хеҙмәт түкһәк. Йә, ике йөҙ кеше минимум тултырмаған бит. Әйтергә анһат. Ниңә тултырһын ул? Колхоздың урманын киҫә, бесәнен саба, колхоз ерендә малын көтә. Төкөрҙө ул һинең эшеңә. Ә идара ниндәй сара күргән?
– Идара ундай кешеләрҙе күрмәй ул.
– Ҡайҙа, кем, миңә бир әле, – тине Сөләймән ҡарт, түҙемлеге етмәйенсә.
– Тороп тор, бәлки, башҡалар һөйләр, – тине Байрам.
– Бер ҡыҙғанда булмағас, мин һуңынан онотоп бөтәм.
– Бир инде шуға.
– Нисек шуға? – Сөләймән ҡарт, сырайын һытып, артына әйләнде, ләкин кем әйткәнен белмәне. – Йүнһеҙ кешенең һүҙе был.
– Йә, улайһа, тиҙерәк бул.
Сөләймән ҡарт халыҡ араһында тирләп-бешеп ултырған еренән ҡалҡынды ла, ҡуян тиреһенән тегелгән бүркен тотоп, трибуна яғына атланы. Ул тамағын ҡырып, күҙен сылт-сылт йомоп алғандан һуң:
– Эйе, – тине һуҙып ҡына. – Тыңлап ултырам да, бер аҙ таҙа ғына итеп, тешнәп һөйләгән кеше юҡ әле. Ә Закирйәнде бөгөн тешләргә кәрәк. Дөрөҫ һөйләйемме, ауылдаштар?
Көлөп, ҡул сапҡылап ҡуйҙылар.
– Бына һин, Закирйән туған, миҙалдарыңды тағып килгәнһең килеүлеккә, улар бик матур йылтырайҙар. Ярар, һинең ул миҙалдарың элекке хеҙмәттәрең өсөн бирелгән. Шуны ла онотма, уларҙы алыуҙа беҙҙең дә көс һалынған. Ләкин һин бөгөн үткән даныңа йәшенеп ҡала алмаҫһың. Һин утыҙынсы йылдарҙан бирле алмаштырғыһыҙ рәйес булып килдең. Ну, һине хәҙер алмаштырырға ваҡыт етте. Гырамытың да бәләкәйләнде, колхоз да артта һөйрәлә башланы. Ана, Мәскәү, председателдәр итеп ҡыйыуыраҡ, йәшерәк кешеләрҙе лә күтәрергә кәрәк, ти. Һине, Закирйән туған, бөгөн төшөрәйек тә икенсе кешене һайлайыҡ. Һиңә еңелерәк эш бирербеҙ, – тип Сөләймән ҡарт, тирләгән йөҙөн бүрке менән һыпырып, трибунанан төшөп китте. – Бына шулай, хут алдың, хут артың, мин уны әйтәм инде.
Зал геүләп ҡуйҙы. Закирйәндең тулҡынланыуы һиҙелеп тора ине; ул йыуан кәүҙәһен әле тегеләй, әле былай борҙо, тәнҡит майлы аш түгел шул, халыҡҡа күтәрелеп ҡараманы, башын эйгән көйөнсә, тулы, йомро бармаҡтары менән өҫтәл артында ятҡан ҡағыҙға туҡтауһыҙ төрткөләне.
– Кемде күрһәтәһең? – тип ҡысҡырҙы берәү.
– Бикбулат улымды, – тине Сөләймән ҡарт тыныс ҡына.
Халыҡ ҡапыл тынып ҡалды. Яубаҫар тирә-яғына ҡаранды. Уға берәү ҙә һөйләргә йыйынмаған һымаҡ тойолдо. Артында ғына:
– Вәт, керәшен ҡарт, утарында тик кенә ятмай икән, –тип бышылдап үҙ-ара һөйләшкән һүҙҙәр ишетелде.
– Тағы кем һөйләргә теләй? – тип Байрам аяғүрә баҫты. – Йәгеҙ, йә, ҡараңғы ла төшә, төн буйы ултырырбыҙмы ни?
Яубаҫар борсола башланы, аптырағас, ҡыйыуһыҙ ғына итеп ҡулын күтәрҙе:
– Ниңә һөйләмәйһегеҙ һуң? – тип башланы ул. – Һөйләйһе һүҙ бик күп бит. Бындай йыйылыш йылына бер генә була лабаһа. Ул бик көтөп алынды. Ауыҙ йомоп ултырһаҡ, колхоз һаман шулай ырата алмаҫ. Бөтәһен дә асып һалырға кәрәк. Бына ер мәсьәләһенә генә туҡталайыҡ. Беҙҙең, Урал артындағы башҡорттарҙыҡы кеүек, йәйрәп ятҡан баҫыуҙарыбыҙ бармы ни? Урман араһында йәшәйбеҙ бит, тегендә бер киҫәк ер ҙә, бында бер киҫәк ер. Иркенләп иген игә торған ерҙәр бик аҙ. Шуға ҡарамаҫтан, көс етмәҫлек йөкләмәләр ҡабул ителә, улар үтәлмәй ҡалына, халыҡ алдында йөкләмә тигән ҙур һүҙҙең баһаһы төшә. Икмәкһеҙ йәшәп булмай, әлбиттә, ҡулдан килгән тиклем үҫтерергә, аҙ уңыш алған ерҙәрҙе тейешенсә ашларға кәрәк. Юғиһә бит баҫыуҙарға серетмә-маҙар күҙ буяу өсөн генә сығарыла, юл буйҙарына ғына түгелә лә шуның менән план да тула. Фәләнсә центнер ашлама сығарылды, тип шапыртып сводка бирелә. Кемде алдайбыҙ? Үҙебеҙҙе алдайбыҙ. Бына былар тураһында бик ныҡлап һөйләргә кәрәк. Һис тә тартынып, ҡурҡып торорға ярамай, культ заманы түгел инде хәҙер. Тағы нимә? Әллә ҡайҙа китәһе юҡ, примерға малдарҙы алайыҡ. Уларҙың һаны аҡрын үҫә. Ҡыштарын бик ауырлыҡ менән сығалар. Әлеге кукурузаға ҡайтып ҡала. Иттең, һөттөң сығанағы шул. Һыйырҙар кукуруз силосын нисегерәк ашайҙар! Тик ул йыл әйләнәһенә етмәй ҡала. Бер ҙә танып тораһы юҡ, уҙған йыл яҙғы өҙөктә ферма башына япҡан иҫке һаламға тиклем төшөрөп ашатылды бит. Кукурузды һанға һуҡмау ана нәмәгә килтерә. Ҡоро туғай бесәне менән генә әллә ҡайҙа китеп булмай шул. Эйе, кукуруз силосын ниндәй генә мал ашамай һуң? Сусҡаның инде уға иҫе китә лә ҡуя, ауыҙын шапылдатып тороп тәмләп-тәмләп ашай. Сусҡа тигәндәй, сусҡаның һәр ҡылы – аҡса, ә уны ҡарарға колхоз идараһы кеше таба алмай күпме яфаланды. Мәрйәм, Гөлйөҙөм, башҡалар сусҡа фермаһына барып бик шәп иттеләр. Ситлектәрҙе ватып ташланылар, аҙбарҙар сәпсим яҡтырып ҡалды. Ана, кемдәр хаҡында һөйләргә кәрәк. Ә инде Закирйән ҡорҙашҡа ҡағылғанда, Сөләймән ҡарт, алмаштырайыҡ, тип бик дөрөҫ әйтте. Йәшен йәшәгән, ашын ашаған, йәшерәктән һайлап ҡарарға кәрәк. Яңы һепертке – яңысараҡ һеперер...
Яубаҫар юҡҡа ғына хафаланған икән. Колхозсылар унан һуң бер-бер артлы тороп һөйләй башланылар. Үҙәктәренә үткәс, ни эшләһендәр, һөйләнеләр, улар шуның өсөн йыйылдылар бит. Башҡа йылдарҙы ҡараңғы төшә башлаһа, ҡатын-ҡыҙ ҡайтыу яғын ҡарай торғайны, быйыл тәнәфес ваҡыттарында тышҡа сығып елләп керҙеләр ҙә яңынан урындарына ултырҙылар. Ҡатын-ҡыҙ сәмләнһә, юҡҡа түгел инде ул. Уҙған йылдарҙа ла иң ауыр эштәрҙе ҡатын-ҡыҙ башҡарһа ла, күберәген кырандаста ҡырын ятып йөрөгән ирҙәр һөйләй торғайны, быйыл иһә ирҙәр менән бер рәттән Мөслимә кеүек ҡатындар ут сәсрәтеп һөйләнеләр. Закирйәнде генә түгел, ҡалған идара ағзаларын да, район ойошмаларының ҡайһы бер етәкселәрен дә бик ғәҙел тәнҡитләнеләр.
Председатель һайларға күскәс, юҡ-юҡ тиһәң дә Бикбулат менән бергә Закирйән кандидатураһын да күрһәттеләр. Тимәк, уның яғында ла кешеләр бар ине. Шунда уҡ:
– Бармай! – тип ҡысҡырҙылар.
– Бына мин – механизатор. Әгәр ҙә мәгәр Ҡылысбаевты яңынан председатель итеп ҡалдыраһығыҙ икән, ситкә сығам да китәм. Тотоғоҙ минең ҡойроҡто. Бушҡа күп эшләп йөрөлдө. Эшләгән кешенең ҡәҙерен белергә кәрәк. Бикбулатты ҡуябыҙ, кеше менән һөйләшә лә, хәленә лә керә белә.
– Дөрөҫ!
– Кешегә ай менән ҡояш та ярамай. Ҡайһылар өсөн теҙгенде ҡатыраҡ тоторға кәрәк булыр, юғиһә беҙҙә түрәләр саманан тыш күбәйҙе.
– Асыуың килерме, килмәҫме, әлеп-таяҡты көскә ҡуялар, шулар һаман кәнсәләр тирәһендә буталырға тырышалар. Ипләп кенә беҙҙең менән бер рәттән һәнәк тотһондар әле.
– Тотто һиңә!
– Небус тотторорбоҙ!
– Давай Бикбулатты!
Уңайһыҙланып ҡалған Бикбулат үҙе тороп һөйләргә мәжбүр булды.
– Мин һеҙҙең менән әҙ генә ваҡыт эшләйем. Дөрөҫ әйттеләр, тәжрибәм дә юҡ. Әгәр ҙә иптәш Ҡылысбаевты һайларға теләмәйһегеҙ икән, арағыҙҙан икенсе кешене ҡарағыҙ. Унан бит, иптәштәр, минең үҙемдең эшем бар. Барыбер һеҙҙең менән бергә буласаҡмын.
– Юҡ, Бикбулат, бер өмөтләнгәс, мәхрүм итмә. Башҡа һайларҙай кеше лә юҡ.
– Ашыҡмағыҙ, иптәштәр, насармы, яҡшымы, иптәш Ҡылысбаев – һеҙҙең менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән кеше, – тине Байрам. – Үҙенә лә һүҙ бирәйек, нимә тиер.
– Минең сәләмәтлек тә шәптән түгел, – тине Ҡылысбаев, ауыр һулап. – Беләм, аңлайым, артабан эшләргә ауыр буласаҡ. Шулай ҙа мин Бикбулатҡа колхозды ышанып тапшыра алмайым.
– Кемдең председателдән төшкөһө килһен!
– Һөйләмә, әй!
– Әллә йыйылышты бөгөнгә туҡтатып, иртәгә дауам итәбеҙме? Ни тиһәң дә, көтөүсе яллау түгел бит, – тине һаман Байрам.
– Ныҡышма, Байрам. Ике кандидатураны ла тауышҡа ҡуй.
Байрам Закирйән менән үҙ-ара һөйләшергә кереште.
– Һине йыйылыштың председателе итеп кем һайланы. Закирйәнме әллә беҙме?
Ахырҙа Байрам тауышҡа ҡуйырға мәжбүр булды. Күпселек тауыш менән «Ленин юлы» колхозының председателе итеп Бикбулат һайланды.
Закирйән мисәтте Бикбулаттың ҡулына бирергә тейеш ине, ләкин ул уны өҫтәлгә ҡуйҙы.
Йөҙәрләгән күҙҙәр ҙур өмөт менән Бикбулатҡа төбәлде.
Яубаҫар, өҫтөнән оло йөк төшкәндәй, урамға сыҡты. Иркенләп һулыш алып ҡуйҙы. Ябалаҡлап ҡар яуа ине.
* * *
Сабира ирен көттө. Өҫтәлде әҙерләп, өҫтөн гәзит менән ябып ҡуйғас, йәнә асып, ашамлыҡтарына күҙ йүгертеп сыҡты.
– Колбаса ике урында, – тине ул, бер телемен ҡабып ҡарап. – Үрелеп мәшәҡәтләнмәҫтәр. Артыҡ ҡалын да киҫмәгәнмен икән. Балығым да етерлек шикелле, өҫтөндә һуғандары ла дүңгәләкләнеп кенә ята. Бына винегретым әҙерәк күренә, тағы берәй тәрилкә ҡуйырға кәрәк булыр. Тоҙло ҡыяр, кәбеҫтә өсөн Закирйән инде йәнен бирергә әҙер. Бәлешем хәҙергә мейес эсендә торһон, көн элек алырға ярамай, һыуына башлар. Ярай, өҫ-башымды алмаштырайым, килерҙәр. Оҙаҡланылар ҙа инде. Ни эшләп ултыраларҙыр? Һөйләш тә тарал, ни етмәгән тағы?
Йыл һайын Закирйән отчет йыйылышынан һуң үҙенә яҡыныраҡ кешеләрҙе йыйып алып килергә ғәҙәтләнгәйне. Бөгөн дә ҡатынына, һәйбәт кенә әҙерләнеп тор, тип киткәйне. Ләкин ул яңғыҙы ғына ҡайтыуын башына ла индермәгәйне. Уны оҙатырға теләүселәр ҙә бар ине лә, өндәшмәне, үҙ ҡайғыһы үҙенә көслө ине.
Кем уйлаған председателлек юлың шулай тамамланыр тип, ә? Бөтәһенә лә түҙҙе, әммә мисәтте биреү – йөрәкте йолҡоу менән бер булды. Иртәгә хужалыҡты тапшырырға кәрәк. Кешеләргә ни йөҙөң менән ҡарап йөрөрһөң? Колхоздың беренсе ҡаҙығын ултыртҡан йылдарҙа Бикбулат танауын беләүҙәй еңенә һөртөп йөрөгән малай ғына ине бит. Ҡапыл Закирйәндең күҙ алдына бармаҡ тешләгән хәл баҫты. Ул тертләп китте. Егетең йөрәккә үрләне түгелме һуң? Тормош ҡалайыраҡ бороп ебәрә?..
Закирйән хатта үҙҙәренең тапҡырынан уҙып киткәнен дә һиҙмәне. Был уның, Яҡтыкүлдә илле йыл йәшәп, беренсе тапҡыр яңылышыуы ине. Боролоп килеп, ҡапҡаһының бауын тартты.
– Ҡайттығыҙмы ни? –тине Сабира, йүгереп сығып.
– Ҡайт-тым.
Сабираның алдында ире генә баҫып тора ине, уның өҫ-башына ҡар һырышҡайны.
XVII
Байрамдарҙы ҡунаҡҡа саҡырағайнылар.
– Әллә үҙең генә бараһыңмы? – тине Мәрйәм. – Башым да ауыртып тора.
– Килешмәҫ бит әле, ике-өс көн алдан саҡырып йөрөнөләр.
– Әллә ниңә аяғым тартмай.
Улар килгәндә, халыҡ йыйылып бөткәйне тиерлек.
– Әйҙүк, – тине хужа. – Ике күрше көттөрҙө бөгөн. Бикбулат күренмәнеме?
– Юҡ, – Байрамдың кинәт кәйефе китте. Уны ла саҡырғандарын белһә, аяҡ та атламаған булыр ине.
– Ағай-эне, ултырыша торайыҡ, – тине хужа.
Мәжлес йәнләнеп еткәс кенә, Бикбулат килеп керҙе.
– Маҡтап ҡына йөрөйһөң, туған.
– Түргә уҙ! – тип ҡысҡырҙылар.
Бикбулатҡа Байрам менән Мәрйәм ҡаршыһынан урын бирҙеләр.
– Ағай-эне, яңы председателде ҡотлап алайыҡ! – тине хужа.
– Алтын һүҙ!
– Әйҙәгеҙ, әйҙә!
Байрам Бикбулаттың күҙҙәренән ситләшергә тырышты, ҡарашы башҡа кешеләрҙә булһа ла, ул ҡатынының һәр бер хәрәкәтен һынап ултырҙы. Мәрйәм дә гел генә икенсе яҡҡа төбәлеп ултыра алманы, иҫләмәҫтән Бикбулатҡа ла ҡарап ҡуйғыланы.
Табын йолаһы буйынса, бер пар ҡаршы ултырған икенсе парға йырлап рюмка бирә башланы. Сират Байрамдарға етте, улар Бикбулатҡа йырларға тейеш ине.
– Яңғыҙ бит ул, – тине Байрам, йырларға теләмәйенсә.
– Ирле-ҡатынлы булыу мотлаҡ түгел!
– Өйләнер әле, аванс менән! – тиештеләр.
– Булмаһа, Мәрйәм үҙең ебәр!
– Теләһәң ни эшлә, – тине Байрам. Был Мәрйәмгә йырлама тигән мәғәнәне аңлата ине.
– «Һандуғас»ты, килен!
– Юҡ. «Зөлхизә»не, Мәрйәм!
– Йә, ялындырмағыҙ инде! – тиештеләр.
Ахырҙа Мәрйәм баҫырға мәжбүр булды, ул ҡыҙара-бүртенгән йөҙөн ҡулъяулығы менән һөрттө лә, тулы кәүҙәһе менән өҫтәлгә терәлә биреп, «Зөлхизә»не башланы. Шаулап торған өй тынып ҡалды.
...Таң алдынан бер ҡыҙ илай,
Йәш ғүмерем зая ла үтә, тип...
– Һай, тауышы!
– Яҡтыкүл һандуғасымы ни! – тип ҡысҡырҙылар.
Байрам, ғәйепле кеше һымаҡ, түбән эйгән башын ҡалҡытырға ҡыя алмайынса, ҡалтырап торған бармаҡтары менән йә ашъяулыҡтың суҡтарын һүткеләне, йә ерле-юҡҡа урындығының ситен тотҡоланы. Әгәр мөмкин булһа: «Етте!» – тиер ине. Юҡ, бөтә мәжлес уларға төбәлгән.
Мәрйәм йырлап бөтөп, ҡунаҡтарҙың иғтибары икенселәргә йүнәлгәс:
– Әйҙә, кейен, – тине Байрам, ҡатынына терһәге менән төртөп.
Мәрйәм сер бирергә теләмәне, һис ни булмағандай йылмайып, урынынан торҙо.
– Иртәрәк киттегеҙ, – тип хужа уларҙы үкенеберәк оҙатты.
Байрам, урамға сыҡҡас, өндәшмәй-нитмәй барҙы ла:
– Йырлап туйҙыңмы? – тине.
– Һин көнләшә тип ауыҙ йомоп ултырырғамы ни?
– Йәш ғүмерең заяға үтәме ни? – Байрам Мәрйәмде һелтәп ебәрҙе. – Яҡтыкүл һандуғасы?
– Ни өсөн? – тип Мәрйәм сайҡалып китте лә, ҡолағын тотоп, ергә сүкте.
Байрам көтөп мәшәҡәтләнмәне.
Мәрйәм, ҡалҡынып, өҫ-башын ҡаҡҡыланы ла әкрен генә атлап китте. Ҡолағы һаман шауланы. Етем үҫһә лә, уға бармаҡ менән тейеүсе лә булманы. Ул шул тиклем кәмһенде, ғәрлегенән йәнә:
– Ни өсөн? – тип иларға тотондо, ләкин уның тауышын бер кем дә ишетмәне: ваҡыт һуң ине, ауыл тәрән йоҡоға сумғайны. Өйгә яҡынлашҡан һайын, Мәрйәмдең йәштәре кибә, бәғере ҡатылана барҙы. Ишекте асыу менән:
– Ҡул күтәрә башланыңмы? – тине, ҡалтыранып. – Тешемде ҡыҫып күпме йәшәргә була?
– Ана бара юлың! Әҙерләп ҡуйғандар! – тип ҡысҡырҙы Байрам.
– Китермен! Бер баланы ғына ҡарарға хәлемдән килер! – Мәрйәм күҙенә күренгән әйберҙәрен йыя башланы.
– Кеше көлдөр!
– Күрәсәгемдер...
Байрам иҙән уртаһында япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Был үтә тиҙ булды, хатта ул айный алмай торҙо. Шулай ҙа ҡатынының артынан сығырға кәмһенде, уның китеүенә лә ышанманы.
Мәрйәм урам буйлап атланы, ул ҡайҙа барып төртөлөргә лә белмәне. Ауыл осона еткәс, сумаҙаны өҫтөнә ултырҙы. Шул мәлдә эстәге йән эйәһе типкеләп ҡуйҙы. «Йөрәккәйем!» – тине ул, бөгөлөп.
Мәрйәмдең ауылда яҡын ғына ҡәрҙәш-ырыуы ла юҡ ине, ул бәләкәйҙән етем ҡалып, әсәһе яғынан өс бер туған ағаһы ҡулында үҫте. Ул ағаһы былтыр Силәбегә күсеп китте.
Мәрйәм уйланып ултырҙы-ултырҙы ла фермаға йүнәлде. Ул ишекте ҡыйыуһыҙ ғына шаҡыны. Яуап биреүсе булманы. Йәнә шаҡыны. Ахырҙа эстән генә мығырҙаған тауыш ишетелде.
– Кем бар унда?
– Мин, бабай.
– Кем тиһең?
– Мин... Мәрйәм.
– Бәй, һинме ни, ҡыҙым? Төн уртаһында ни эшләп йөрөйһөң?
Мәрйәм, ҡарттың күкрәгенә башын ҡуйып, буҫығып-буҫығып иларға тотондо.
– Йә, тыныслан, ҡыҙым.
Байрам иртәгеһен кискә табан фермаға килде.
– Өйҙә мал-тыуар баҡырыша, ә һин картуф әрсеп ултыраһың! Бында Сөләймән ҡарттың эше бөтмәҫ! – тине ул.
– Кемгә ҡысҡыраһың? –тине Мәрйәм.
– Белмәйем, кемгәлер?
– Юҡ инде, Байрам, ахырыһы, миңә ҡабат ул малдарҙы ҡарарға тура килмәҫ.
– Эйе, – тип Сөләймән ҡарт та һүҙгә ҡушылды.
– Етте һиңә, ҡарт! Бар, сыҡ!
– Сыҡма, бабай.
– Мин ул сығырмын, бына һин нисек табаныңды ялтыратҡаныңды һиҙмәй ҡалма. Силсәүит башың менән тормош боҙоп йөрөйһөң. Үрнәк күрһәтәм тиген, ә?
Байрам, Сөләймән ҡартҡа тештәрен шығырҙатып ҡарап, ҡулына бөкләп тотҡан ҡайыш сыбыртҡыһын итегенең ҡуңысына һуҡҡылап ҡуйҙы.
Ҡарт, күҙҙәрен йомғолап:
– Мин ни сығырмын, – тине, мейес башына киптерергә ҡуйған төплө быймаһына үрелеп. – Мәтри, ҡыҙыма ауыр һүҙ әйтәһе, ҡул тейҙерәһе булма!
– Бар әле, бар! – тип ярһып ҡысҡырҙы Байрам, һуңғы сиккә етеп. – Һаҡалыңдан тотоп ергә һеңдерә торған ғына бәндә һин!
– Кил, мә! Ҡыҙым ғына бар, әйтер инем инде! – тип Сөләймән ҡарт тиҙерәк ишекте аса һалды. – Жандар тип торорһоң.
Өй эсе шымып ҡалды.
– Әйҙә, Мәрйәм, ҡыланма, кеше-маҙар һиҙгеләгәнсе, ҡайта һал, – тине Байрам, баҫыла төшөп.
– Бер теленгән икмәк кире берекмәй.
– Уйла. Баланы етем ҡалдыраһың бит. Нисек, күрәләтә тороп, ата төҫөнән мәхрүм итәһең? Тормош көткәс, һауыт-һаба шалтырамай булмаҫ... Кисә эскән баш менән артыҡ ҡыҙып киткәнмен. Холоҡто беләһең бит. Ғәфү ит, – Байрам, ялбарып, ҡатыны янына яҡынлашты.
– Башта уйларға кәрәк ине. Бала өсөн ҡайғырма, үҫтерермен. Судлашып та йөрөйәсәк түгелмен. Йәшәрбеҙ, илдә турғай үлмәй.
Байрам, ҙур өмөттәр менән Мәрйәмгә табан атлаған еренән кинәт туҡтап, артҡа сигенде һәм тәҙрә яңағына һөйәлде. Көндөҙ ҡояш нурҙары аҫтында ап-аҡ булып йылтырап ятҡан яландар өҫтөнә ҡараңғылыҡ баҫырға тора ине.
XVIII