Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Августа 2023, 05:10

Мәрйәм Повесть (8) Рәйес НИЗАМОВ

Мәрйәм менән Гөлйөҙөм сусҡаларын асыҡ һауала йөрөтөргә сығарҙылар ҙа, ситкәрәк китеп, кәртә буйына баҫтылар. Гөлйөҙөм хәҙер эш бөткән арала ауылға ҡайтып урамай башланы.

Мәрйәм Повесть (8)   Рәйес НИЗАМОВМәрйәм Повесть (8)   Рәйес НИЗАМОВ
Мәрйәм Повесть (8) Рәйес НИЗАМОВ

XVIII

 

Бикбулат идарала Яубаҫарҙың үҙен генә алып ҡалды ла:

– Закирйән ағай менән ни эшләйбеҙ? – тине.

– Әле һаман да тартҡылашамы ни?

– Эйе. Әллә тағы ла бер һөйләшеп ҡарайбыҙмы? Ни тиһә лә тиер.

– Ниңә, булмаһа, барып урайым.

– Шулай ит әле.

Яубаҫар килгәндә, Закирйән һарай буйына өйөлгән бүрәнә өҫтөндә тәмәке тартып ултыра ине. Ишек алдында, ҡояшҡа арҡаларын ҡуйып, һыйыры, танаһы көйшәп тора, һарыҡ бәрәстәре инәләрен талап имә, бер өйөр кәзә уҫаҡ осо кимерә. Ишек төбөн ҡош-ҡорт һырып алған.

Яубаҫар, аяҡ аҫтынан сыбыҡ алып, ыҫылдап килгән ата ҡаҙҙы ҡыуып ебәрҙе. Ата ҡаҙ, инә ҡаҙҙарға ҡушылып, ҡаңғылдарға тотондо.

– Ошо йүнһеҙеңде һаман аҫырайһың икән, бала-сағаның күҙен суҡып алыр әле, – тине Яубаҫар.

– Артыҡ зыяны юҡ та...

– Туҡта әле, мин әйтәм, күҙгә-башҡа ла күренмәй, ни эшләп ята икән, хәлен белеп сығайым, тим.

– Рәхмәт, гадук. Күрәһең, минең эш бөткән. Үҙең ни хәлдә генә йөрөйһөң?

– Колхозды беләһең инде, ҡорҙаш. Артыҡ әллә нәмә ҡырған юҡ. Хужа ла йәш. Үткән йома көндө фермала үҙ-ара һөйләшеп алдыҡ әле. Закирйән, һиңә лә Бикбулатҡа ярҙам иткеләргә ине. Тәжрибәң ҙур. Колхоз өсөн бит.

– Егетегеҙ минең менән кәңәшләшергә кәмһенә. Һабанды яңғыҙы ғына тартырға уйлай. Улай булмай ул. Мин уға ҡарағанда, значит, нужа һыуын күберәк эскән кешемен.

– Дөрөҫ, Закирйән.

– Хәҙер нимә ул? Барыһын да машина башҡара. Хәтереңдәме, бер ҡулға – ҡарлау, икенсеһенә мылтыҡ тотоп ер һөргән саҡтар ҙа булды бит. Бикбулатҡа ҡайҙа уны күрергә.

– Дөрөҫ, ҡорҙаш. Бик дөрөҫ.

– Һинең менән, ана, ниндәй юлдарҙы үттек. Хәҙер иркенләп һөйләшеп ултырырға кеше лә юҡ, барығыҙ ҙа ситләштегеҙ.

–Шул ферма юлынан арынып булмай.

– Беләм, гадук. Өйҙә ятһам да, йөрәгем һеҙҙең менән бергә тибә. Көн дә сәғәт алтынан уянам, йоҡлап булмай. Ни эшләйһең, ғәҙәтләнелгән. Бына һиңә иртәгәнән башлап ҡәләм тоттороп ҡуйһындар, тим. Һин өҫтәл артында оҙаҡ сыҙап ултыра аласаҡ түгелһең. Значит, һинең ҡулдар ғүмер баҡыйға һәнәк, көрәк тотоп өйрәнгәндәр. Һиңә ул ҡәләм сыбыҡ тотҡан һымаҡ ҡына тойоласаҡ. Значит, һин усыңды төкөрөкләп рәхәтләнгәнсе орудие труда тотоп эшләгән кешеһең. Бына нәмә ул – ғәҙәтләнеү.

Ҡорҙаштар тынып ҡалдылар. Боландай тана утын өйөмөн һөҙгөләргә тотондо.

– Ни эшләй суҡынған, – тине Закирйән. – Һәүгәнәй! Урын бөткәнме ни һиңә!

– Малдарың да байтаҡ ҡына икән.

– Аллаға шөкөр. Мал аҫырамаҫҡа тип әкәнчәтельный закон сыҡҡаны юҡ бит әле. Бикбулат, башмағыңды колхозға һат тип, бер өйөр кеше ебәргән. Алданыраҡ, можыт, бирермен тип тора инем. Тегеләр төрлөһө төрлө яҡлап йәбешкәс, ҡаршы киттем. Минең үҙ малым, теләһә ни эшләтә алам. Етмәһә, аҡсаһы ла алла ҡулында. Бикбулат ай һайын ике меңгә яҡын хеҙмәт хаҡы алһын, Закирйән ағаһы, ала ҡарҙа алаһына ышанып, башмаҡ биреп сығарһын.

– Ә һин үҙең һаман да председатель булһаң, ни эшләр инең? Мал үрсетеү планын үтәргә кәрәк, – тине Яубаҫар, ҡырт ҡына киҫеп.

Закирйән быны көтмәгәйне. Ул, уңайһыҙланыбыраҡ:

– Мин уны нәҫелгә тиеберәк тора инем, – тине.

Яубаҫар бынан һуң тыныс ҡына тыңлап ултыра алманы:

– Һинең дүрт кенә һыйыр малың бар. Бер башмаҡҡайыңды ла йәлләгәс, мин һиңә аптырайым, ҡорҙаш. Коммунаға берләшкән йылдарҙы ла буш ҡул менән килеп керҙең. Ҡылысбай ағай, мәрхүм, һиңә тип тәғәйенләгән бураһын, аты менән һыйырын һатып ебәрҙе. Ә мин быҙаулы һыйырымды, ҡолонло бейәмде етәкләп коммунаға ҡушылдым. Әле лә быҙауҡайҙы яҙҙырҙым. Ғаиләмде беләһең, ҡалаҡ һайын бер бала. Һинең өй менән минең өйҙө лә сағыштырып булмай.

– Әлеге шул һәр кемдең ҡара һаҡалы элек-электән үҙе менән һәленеп килә, – тип әйтеп һалды Закирйән. Ул бөтөнләй Яубаҫарҙың кәйефен боҙҙо.

– Мин бит һинең кеүек колхоз елкәһен ашаманым, һуғыш йылдарында бисәләр артына ла йәшенеп ятманым.

– Һөйләмә һин уны, үҙең ташыманың. Мин күргәндәрҙе күрһәң, сәсең бөтөнләй ҡалмаҫ ине. Колхоздың ни тиклем ҡәҙерле икәнен шунда белер инең! –тип Яубаҫар урынынан торҙо.

Закирйән уның артынан:

– Ҡапҡаны нығыраҡ яп! – тип ҡысҡырып ҡалды.

 

XIX

 

Ҡояшлы көн. Ҡыйыҡтарҙан тамсы тама.

Мәрйәм менән Гөлйөҙөм сусҡаларын асыҡ һауала йөрөтөргә сығарҙылар ҙа, ситкәрәк китеп, кәртә буйына баҫтылар. Гөлйөҙөм хәҙер эш бөткән арала ауылға ҡайтып урамай башланы. Мәрйәм янында ҡала. Мәрйәм ҡайһы берҙә сәғәттәр буйына бер кем менән дә һөйләшмәй. Гөлйөҙөм ике ут араһында янды. Уға Байрам да йәл тойолдо. Элек өҫ-башын ҡарап, таҙа ғына йөрөгән кеше хәҙер һаҡал-мыйығына ла, күлдәк яғаларына ла иғтибар итмәй башланы, әҙ генә ваҡыт эсендә һурылып, олоғайып ҡалғандай булды, күҙҙәре тағы эскәрәк батты, хәрәкәттәре һалмағайҙы.

– Ана, һеҙҙең мөрйәнән төтөн сыға түгелме? – тине Гөлйөҙөм, ауыл өҫтөнә төртөп күрһәтте. – Байрам ағай ни эшләгән була икән? Апай, һин уны йәлләмәйһеңме?

– Йәлләйем тип ни эшләйем, туғаным?

– Беләһеңме, апай, мин бер ҡасан да кейәүгә сыҡмайым.

– Һантый, һин минең кеүектәрҙән үрнәк алма. Һиңә әле ысын мөхәббәт килмәгән, хәҙергә ситтә, һине урап йөрөй, ул килер. – Мәрйәм ҡарашын алыҫҡа ташланы. – Һине ғазаплар, төнгө йоҡоларыңды йоҡлатмаҫ, әҙ генә серем итеп алғанда ла төштәреңә кереп һаташтырыр... Йөрәгеңдең ташыуына сыҙай алмайынса, тыштарға йүгереп сығырһың, хыялый кеше һымаҡ үлән өҫтөнә ятып тәгәрәрһең, сәстәреңде туҙҙырған килеш, зәңгәр күккә төбәлеп ҡалырһың. Шул саҡ күңелеңә еңел булып китер. Донъяның һәр биҙәге һине ҡыуандырыр, шатлығыңдан һәр кемде ҡосаҡлап үпкең килер. Ләкин ул оҙаҡҡа бармаҫ, тағы ғазапларға тотонор. Ысын мөхәббәт ул, белһәң, йөрәкте һыҙлатып килеп инә, уның ҡәҙерен белмәһәң, йөрәгеңде унан да яманыраҡ әрнетеп, ғүмерлеккә яра һалып сығып китә. Гөлйөҙөмкәйем, һин бәхетле булырһың! Бөтәһе лә, бөтәһе лә алда! – Мәрйәм рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. Уның асыҡ, йөрәк төбөнән сыҡҡан тауышы сауҡалыҡтар артына китеп таралды.

– И апаҡайым! – тип, Гөлйөҙөм Мәрйәмде ҡосаҡлап алды. – Миңә һинең менән рәхәт. Әгәр белһәң, мин һине анауы мендәр кеүек кенә күренгән ап-аҡ болот өҫтөнә алып менер инем дә, әйҙә, унан икәүләп донъя гиҙер инек.

– Хыялый.

– Юҡ, бөгөнгә күккә менмәй торайыҡ; әсәйем, кискә Мәрйәм апайыңды ҡунаҡҡа алып кил, тине.

– Рәхмәт, туғаным.

– Күңелен һүрмәйек инде. Холҡон беләһең бит, ай-вайыңа ҡуймаҫ, ярты төн уртаһында килеп алыр.

Шәмгә ут алғас, улар Яҡтыкүлгә ҡайттылар. Аш-һыу әҙерләп йөрөгән Мөслимә, түңәрәк алъяпҡысына ҡулдарын һөртө-һөртә, Мәрйәмдең жакет төймәләрен ысҡындырышты.

– Әсәй, ул килмәҫкә итте әле.

– Сөләймән утарынан еләп бөткәндер, тинем. Килмәй ни, беҙҙә ир-ат юҡ.

Мәрйәм, капрон ойоҡтан ғына, һап-һары иҙәнгә баҫып, түргә уҙҙы һәм, ара-тирә ҡаранып:

– Ошо Мөслимә апайым өйөн ҡурсаҡтай йыйыштыра ла ҡуя, – тине.

– Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа шул кәрәк. Сыйырсыҡ ояһындай өйҙө лә ҡарамағас, – тип, ул Мәрйәмдең буй-һынына күҙ ташланы. – Нисәнсе айың менән киттең?

– Етенсегә, апай.

– Яҡынлаша шул. Һаҡланырға кәрәк. Ауыр әйбер күтәрмә. Ҡайҙа аҫырарһың икән? Әллә беҙгә күсеп киләһеңме?

– Белмәйем инде, апай.

– Шулай ит, туғаным. Ҡуй инде, ниндәй арыу торған ерегеҙҙән арағыҙға уҫал ел керҙе бит. Әллә кире уйлайһыңмы? Кемгә сыҡҡан, шуға сыҡҡан. Кем ҡатыны, шуның ҡатыны, тиерҙәр. Уның кешеһе лә табылыр. Балаға ата табылмаҫ.

Үлән – үлән булыр инде,

Үлән – сәй булмаҫ инде.

Үгәй – үгәй булыр инде,

Үҙ атаң булмаҫ инде, –

тип йырлаған бер меҫкенгенәм. Йөрәккәйе әрнегәндән ни эшләргә белмәгәндер шул йән киҫәгем.

– Әллә ҡыҙып та алған? – тине Гөлйөҙөм, көҙгө алдында сәстәрен үреп.

– Тәмләп ҡараған булғайным, хәйерсең.

– Телеңдең осо көрмәлгән шул.

– Әсәйең уға ғына бирешә торған кеше түгел, – Мөслимә өҫтәлгә аш-һыу әҙерләне.

Күп тә үтмәне, табын йәнләнеп китте, Мөслимә, ҡыҙып алып, Мәрйәмде ҡыҫтаны, йырлап стакан һондо:

Ҡалпаҡҡайыңдың, ай, һырҙары,

Ваҡ һыр менән уны һырлайҙар.

Мәжлестәрҙә матур, ай, ултырһаң,

Кем йәнкәйе, тиеп һорайҙар.

Эй, бөттө бит тауышым! Былай йырламай торғайным. Гөлйөҙөмдөң атаһының яратҡан көйө ине был. Шуны йырлатыр ҙа йырлатыр ине, йөрәккәйем... Йырла әле, Мәрйәм, бик матур йырлайһың һин. Тартынма, сит кеше юҡ.

Яҡтыкүлдең араһында

Телефон бағанаһы.

Булһа булыр беҙҙең кеүек

Аҙашҡан ҡош балаһы... –

тип Мәрйәм өҙҙөрөп йырлап ебәрҙе. Ул, күкрәктәрен тулҡынландырып, йөрәктең иң тәрән ерҙәренә тейҙереп, ауылса, моңло итеп, йырланы ла, башын өҫтәлгә һалып, бөтә кәүҙәһе менән ҡалтырап иларға тотондо.

– Ни хәл итәһең, йөрәккәйем. Ҡайғы ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй. Ағайың да һуғыштан ҡайтманы. Миңә еңел тип беләһеңме ни? Сәскә кеүек сағымда Гөлйөҙөмдө күтәреп тороп ҡалдым. Ана, хәҙер ниндәй үҫте...

Ике төрлө яҙмыш кисергән ике ҡатын, таң атҡансы, эстәре бушағансы, һөйләшеп ултырҙылар.

 

XX

 

Яҙғы болотло төн. Быйыл, башҡа йылдарға ҡарағанда, ҡар тиҙ китте. Күперҙәрҙе ҡуҙғатырлыҡ ташҡындар ҙа булманы, йылғалар ҙа дулап аҡманы. Яҙ ҡабаланған юлсылай килде лә, арлы-бирле тәҙрә ҡаҡҡылап, үтеп тә бара. Ауыл янындағы шарлама ғына, сер бирмәйенсә, көн-төн шаулауын белә, уның да ғүмере һанаулы: оҙаҡламай, тауышы бөткән йырсылай, ул да тынасаҡ.

Дағаһыҙ ат, тирә-яғына алан-йолан ҡаранып, ергә һаҡлыҡ менән генә баҫты. Кырандас тәгәрмәстәре йә иреп бөтмәгән боҙлауыҡ өҫтөнән келтерәне, йә шыйыҡ батҡаҡ сәсрәтте. Бер уйлағанда, ҡарҙың оҙаҡ ятмауы файҙлы ла булды, арыҡ малдар асыҡ түбәләргә үрмәләне, юҡ ише түгел, тамаҡ ялғап ҡайталар. Иң ауыр осорҙа ҡоро һаламға ғына ҡалынғайны шул. Отчет-һайлау йыйылышында, йыл әйләнәһенә етерлек кукуруз силосы әҙерләмәйенсә, мал ишәйтәм тимә, тине түгелме һуң Яубаҫар ағай. Эйе, Сөләймән ҡарттың һаҡалындай, тегендә бер, бында бер тырпайып ултырған йәшел ҡыяҡ менән генә әллә ҡайҙа китә алмаҫһың. Кукурузды уңдырырға кәрәк. Ул ашлама һорай.

Бына бөгөн дүртенсе биргаданан ҡайтып киленә. Унда күп кенә урындарҙа булынды, һыйыр фермаһының мөдире менән дә ҡаты ғына һөйләшелде. Сводкаға ҡарағанда, был ферманан да күп тиреҫ сығарған ферма юҡ, ә барып ҡараһалар, баҫыуҙа елдәр иҫә.

– Ҡайҙа тиреҫегеҙ? – тине, ҡысҡырып.

– Йыл һайын беҙ уны, туған, йылға буйына түгәбеҙ ҙә һуңынан бер ергә өйөп яндырабыҙ.

– Шунан онотабыҙ, тиген. Баҫыуға өйөп, яндырып булмаймы ни?

– Уныһы инде, туған...

– Туған! Мин һеҙгә колхоз председателе. Мине һайлағанда, ризалашып ҡул күтәрҙегеҙме? Әллә алан-йолан ҡараныпмы?

– Юҡ, туған, ихлас күңелдән.

– Улайһа, ниңә минең бойороҡто үтәмәнегеҙ? Кемде алдайһығыҙ? Үҙебеҙҙеме әллә башҡаларҙымы? Мал тиҙәген аяҡ аҫтына түгеп күпме йәшәргә мөмкин, ә?

– Беҙҙә генәме ни, туған, күрше колхозда ла шулай бит.

– Әһә, ана ҡайҙан үрнәк алаһығыҙ. Күршеләр, имеш. Улар танауығыҙға һуға шул. Берәй һәнәк тиреҫтәрен ферма эргәһендә күрһәңсе! Игенде лә, кукурузды ла үҫтерә беләләр, һөттө лә беҙҙең һымаҡ сеүәтәләп һаумайҙар. Һыйырҙары ла ҡаҡ тауҙа асҡа ҡойроҡ сәнсеп йөрөмәй.

– Быйыл ғына шулайҙыр, иллә-мәгәр уҙған йылдарҙа улай түгел ине, туған.

– Һаман иҫке ғәҙәтте ҡыуабыҙ. Бына нәмә, кемде алдағанығыҙҙы тағы бер ҡат ныҡлап уйламайынса, һеҙгә ауылға ҡайтыу юҡ.

Бикбулат ферма мөдирен баҫыу уртаһында ҡалдырып китте. Дөрөҫ эшләнеме, артыҡ ҡыҙып ташламанымы? Бәлки, бергә алып төшөргә кәрәк булғандыр? Юҡ, тәүҙә ер алдында яуап бирһен, уға ер – үҙе судья.

Ҡайһы берәүҙәргә артыҡ ышанып ташланы түгелме? Әллә уның ошо йомшаҡ яғын, йәшлеген файҙаланалармы? Етешһеҙлектәрен күрһәләр ҙә, күрмәмешкә һалышалармы? Әллә үҙ фекерҙәрен әйтергә ҡыя алмайынса, председателде алла урынына һанап йөрөүселәр ҙә бармы?

Күҙ алдына бер-бер артлы идара ағзалары баҫты. Бөтәһе лә арыу ғына кешеләр төҫлө. Улай тиһәң, ферма мөдире лә идара ағзаһы. Ғәйеп унда ғынамы? Бының тамыры Ҡылысбаев йылдарынан һуҙылмағанмы икән?

Юҡ, талапсанлыҡ етешмәй. Колхоз тормошо һаман да элеккесәрәк аға, үҙгәреш аҙ. Әлбиттә, аҙ ғына ваҡыт эсендә әллә ни ыратылмаҫ, ләкин колхозсылар күңеле ниндәйҙер яңы йүнәлеш, яңы ел һиҙергә тейеш. Юғиһә ни бысағыма дилбегәгә тотонорға? Тауҙы үрләп, яңы киңлектәрҙән атлайым тиһәң, тәүәккәллек, кешеләрҙә ҙур өмөт, матур хыялдар уята белергә кәрәк. Шунда ғына халыҡ һиңә ышаныр, шунда ғына ул һинең арттан эйәрер.

Яҡтыкүлгә яҡынлашҡас, ирекһеҙҙән, Бикбулаттың ҡарашы ауылдан бер яҡ ситтә янған утҡа төштө. Һуң булыуға ҡарамаҫтан, ул һаман һүнмәгән, һаман емелдәй. Ябай ғына ут түгел ул, ә йөрәк уты. Ул яҡын да, алыҫ та кеүек. Әйтерһең, йондоҙ. Һәр кемдең үҙ йондоҙо була. Миллионлаған йондоҙҙар араһынан йылдар буйына һин уны эҙләйһең. Ахырҙа, ҙур ғазаптар кисереп, табаһың. Гүйә, Мәрйәм, Бикбулат өсөн табылып, юғалған, йөрәккә тәрән яра һалып, йәшлек күгенән атылған яҡты йондоҙ... Юҡ, юҡ, гүйә, ул ерҙе матурларға төшөп, Бикбулат өсөн яңынан тыуған йондоҙ... Эйе, ул алыҫ та, яҡын да кеүек...

Ат үҙенән-үҙе күңел тартҡан яҡҡа боролдо. Нисек кенә йәшәй икән? Хәлен белеп сығырға кәрәк. Фермала осрашҡанда, артыҡ һөйләшмәй ҙә. Ахырыһы, ауырһына. Кем һуң ғәйепле? Мәрйәмме, әллә үҙеме? Һуңғы курста уҡығанда, хаттарҙы ла һирәк яҙҙы түгелме? Ҡайһы саҡта мауығып киткән саҡтары ла булғыланы, әммә Мәрйәм һәр саҡ өҫтөнлөк алды, ябай ауыл ҡыҙы юғары торҙо.

– Сөләймән бабай, –тине Бикбулат, һаҡлыҡ менән генә ишек ҡағып.

Яуап бирмәнеләр.

– Сөләймән бабай, тим.

– Ул өйҙә юҡ бит, – тине баҫалҡы ғына тауыш. – Ауылға киткәйне.

– Бына һиңә ҡарауылсы. Ас әле.

– Ай, туҡта, – тине Мәрйәм, – өҫтөмә кейәйем.

Ошо мәл тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй булды: болоттар араһынан тулған ай күренде. Ҡайҙалыр яңғыҙ ҡыр өйрәгенең асынып ҡысҡырған тауышы ишетелде. Тауҙарҙан ниндәйҙер еүеш ел иҫке үлән еҫен килтерҙе. Үлән еҫе... Сәскәләр еҫе... Хыялдар!.. Яҙ байрамының яҡты иртәһендә, күктә мең төрлө ҡоштар ауазы яңғыраған саҡта, һөйгән ҡыҙға өйләнергә өмөт ителә торғайны. Аттарҙың дуғаларын ялан сәскәләренең шәлкеме менән урап, ап-аҡ күлдәк кейгән һылыу менән ҡушлап ултырып, гармун моңона күмелгән урамдарҙан йылмайып үтер, унан да бәхетле кеше булмаҫ кеүек ине...

Ишек элгесе ысҡынғас, Бикбулат һиҫкәнеп ҡуйҙы.

– Нихәл? – тине ул, һалҡын ҡулын һуҙып.

– Арыу ғына, – тип Мәрйәм койка ситенә терәлде һәм, ҡыҙарынып, халат итәктәрен йыйҙы. Ул тартылғайны, йөҙөн тут баҫа башлағайны, әсә булырға йыйына ине.

– Мал-тыуар иҫәнме?

– Артыҡ нәмә юҡ, фураж ғына аҙайҙы.

– Яйын табырбыҙ. Һуң, фермаға ҡағылған кеше бармы?

– Кисә генә әле уҡытыусылар гәзит уҡып китте.

– Улай. Ә атай кеше күренәме?

– Килгеләй, – тине Мәрйәм, көрһөнөп.

– Ни ти?

– Ни тиһен, ҡайт, ти.

– Ни эшләргә уйлайһың?

– Бына һин минең урында ниндәй аҙым яһар инең? Әсәһе бар бала етем булмаҫ. Балалары өсөн генә торған ҡатындарҙы ла беләм. Ғүмер буйына берәүҙе уйлап, нисек икенсе менән йәшәмәк кәрәк. Юҡ, мин яһалма тормошҡа түҙә алманым. Ике ут араһында янғансы, миңә хәҙер еңелерәк.

Бикбулат, яңағына ҡулын ҡуйып ултырған килеш, тәҙрәнән күҙен алманы. Өлгөләр тирләгәйне, төрлө буталсыҡ юлдар менән сыбарланғайны.

– Йә, етте, – тине Мәрйәм, кинәт йәнләнеп. – Колхозда ниндәй яңылыҡтар бар, һөйлә.

Бикбулат аптырап китте. Ул бит әле уны белеп етмәгән. Яңынан-яңы матур сифаттары асыла түгелме?

Мәрйәмде яңғыҙын ғына ҡалдырыу ауыр булды. Ни эшләйһең, башҡа сара юҡ.

 

* * *

 

Автор:
Читайте нас