

XXI
– Көтмәгәнһеңдер? – тине Яруллин, Бикбулаттың ҡулын ҡыҫып. – Бына тағы һинең яҡтарға юл төштө.
– Онотмағас яраған.
– Нимә менәндер күңелде тартаһың, брат. Ашҡынып киләм мин һинең яныңа.
– Арттыраһың.
– Һиңә ярамһаҡланғандан миңә дан артмай. Колхозға хужа итеп ташланылармы? Ҡотлайым. Пленумға барҙың, кереп тә сыҡманың. Иптәштәреңде һанға һуҡмайһың.
– Тура килмәне.
– Беләм мин һине. – Яруллин, шаярып бармаҡ янаны.
– Тағы ла очерк яҙырғамы? – тине Бикбулат, көлөмһөрәп.
– Күҙ күрер, – тине Яруллин. Ул ҡыҙарып китте. – Пленумдан һуң ауылдарҙа ниндәй ынтылыш, мине, дөрөҫөрәге редакцияны, айырым алғанда, ауыл хужалығы бүлеген, шул ҡыҙыҡһындыра. Алдан уҡ осоп ҡунма, брат, мин һинең хәлеңде генә белергә туҡталдым.
– Эйе, пленумда беҙҙең районға арыу ғына эләкте, – тине Бикбулат. – Үҙебеҙҙең беренсе секретарь менән йәнәш кенә ултырғайным. Район исемен ишеткән һайын, теге тамағын ҡырып ҡуя. Миңә лә еңел булманы: һөт етештереү буйынса беҙҙең колхозды ла тәнҡитләнеләр бит. Йөҙ гектар ер иҫәбенә өс баш һыйыр. Шунан һуң ни йөҙөң менән редакцияға инеп йөрөйһөң. Хәҙер резерв бар. Көҙөн ике йөҙ баш быҙау контрактациялағайныҡ. Йөҙ илле баш колхоздың үҙенеке бар ине. Быйыл нәҫел өсөн ике йөҙ баш орғасы башмаҡ ҡалдырырға уйлайбыҙ. Аладғы йылда шул тиклем һыйыр өҫтәлһә, ап-арыу була инде.
– Былай пландарың һәйбәт күренә, – тине Яруллин.
– Уларҙы әле һыйыр итеп, һөтөн алырға кәрәк. Аҙбарҙар етешмәй, иҫкергән. Һарыҡ бәрәсе тыуамы, сусҡа балаһымы – бөтәһе лә йылы урын һорай. Үрсемде һаҡлағанда ғына, мал ишәйәсәк.
– Ысынын ғына әйт әле, брат, нисек тояһың үҙеңде, эш бик ауыр түгелме?
– Еңел түгел, әлбиттә. Туғыҙға килеп, биштән ҡайтыу юҡ. Шахмат уйындары ла онотолдо. Хужалыҡтың мисәтен халыҡ ышанып ташырған икән, аҡларға, егелгәс, тартырға тырышаһың. Билдәле, тәжрибә юҡ тиерлек, эш өҫтөндә өйрәнелә. Икеләнгәндә, һорашам, колхозсылар бик файҙалы кәңәштәр бирә. Араларында шундайҙары бар, бөгөндән тот та ауыл хужалығы министры итеп ултырт. Тик ваҡытында уҡый ғына алмағандар. Ләкин яҡшы практиктар. Һин счетта һалғылағансы, ул әллә ҡасан ҡара иҫәп менән төймәне тартып та ҡуя. Ниндәй баҫыу, ҡасан күпмерәк уңыш биргән, бөгөн ул нәмә һорай, бөтәһен дә белә.
– Тимәк, ҡайһы бер ерһенмәгән председателдәр һымаҡ кире әйләнеү юҡ?
– Минең төйәгем бында. Ошо ерҙең икмәген ашап, һыуын эсеп үҫкәнмен. Уның алдында бурыслымын, – тине Бикбулат. – Ярай, Яҡтыкүл бригадаһының баҫыуҙарын йөрөп сығырға йыйынғайным. Ерҙәр бында иртә өлгөрә. Тырмаға төшөргә ваҡыт етә.
– Мине лә эйәртәһеңме әллә?
– Һыбай йөрөһәң.
– Һин тағы...
Баҫыуҙар өҫтөнән аҡ быу күтәрелә. Әйтерһең, улар көйрәп ята. Баш осонда ғына һабан турғайҙары талпына. Гүйә, уларҙы кемдер сыңғыратып бер-бер артлы күккә сөйә. Офоҡ сиктәренә төбәлеп бара торғас, күҙ ҡабаҡтары тула, үҙенән-үҙе йәш килә. Эйе, тыуған ергә генә шулай күҙ талдырғансы ҡарарға мөмкиндер. Ә үҙенән-үҙе атылып сыҡҡан күҙ йәштәре тыуған ергә генә булған һөйөү билдәләрелер ул.
Аттар һөргән ер аша бата-бата иҫке юлға сыҡтылар.
– Ҡара әле, брат, әллә төлкө? – тине Яруллин, өҙәңгеһенә аяғүрә баҫып.
– Ҡайҙа?
– Ана анауы эҫкерт төбөнән уң яҡтараҡ.
– Шул, шул. Күрәһең, трактор түгел, хатта төлкө лә аяғын көскә тартып ала. Бында өс-дүрт көнһөҙ кереп булмаҫ.
Аттар, баштарын сайҡап, артабан атланылар. Егеттәр ҡараңғы төшкәндә генә әйләнеп ҡайттылар, күп урындарҙа булдылар. Бөтә ауыл балҡып тора ине.
– Һин ҡабыҙған уттармы? – тине Яруллин, һоҡланып. – Һүнмәҫ улар ғүмер буйынамы?
– Эйе, беҙ ҡабыҙған уттар улар...
XXII
Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, магазиндан сәй тәме алып ҡайтып килгәндә, Сабираны осратты.
– Әйҙә инеп сыҡ, самауырым да өҫтәлдә генә ҡалды. Закирйән дә өйҙә юҡ, иркенләп ултырырбыҙ, – тине.
– Ҡуй, Сабираҡайым, башҡа берәй ваҡыт, эштәрем муйындан.
– Өлгөрөрһөң, ҡысҡырып көтөп торған бала-сағаң булғандай, йәһәннәмгә ашығаһыңмы?
– Берәр сынаяҡ эсмәһәм шул.
–Әйҙә, әйҙә, һанап яһамам. Һуң, ниндәй яңылыҡтар бар? Мәрйәмде әйтәм, уйлап-уйлап ултырам да, йә, иҫең китерлек хәл бит. Хоҙайым дошманыңа күрһәтмәһен. Йә, Байрамдың шаулап торған донъяһын һүндерҙе. Иманы-маҙары юҡ икән. Ҡара уны, Бикбулаттың башын албырғатып ҡуймаһын. Бик йәшләй бер-береһен яратышып йөрөгөндәр ти бит. Юҡҡа ғына Байрамды ташлап сығып киткән тиһеңме ни? Берәй ғилләһе барҙыр. Хәйер, Бикбулатҡа ҡыҙҙар бөткәнме ни, күрә тороп кеше ҡалдығына йығылмаһа.
– Миңә ҡараңғы, Сабира. Уныһы ла быныһы, бәбкәйемдең төҫө китте әле. Бушамай, йоҡо әҙ эләгә, тамағына ла йүнләп ашамай, Өфөнән килгән иптәшен дә йүнләп оҙата алманы.
– Хәҙер ни Закирйән кәнсәләр тирәһендә йөрөмәгәс, кеше-маҙар алып ҡайтмай башланы, – тине Сабира, Ҡунаҡбикә ҡарсыҡтың ҡулы аҫтынан сынаяғын тартып. – Бир әле, бир, эскәндәй булайыҡ. Яңы сәй ҙә өҫтәнем. Вареньеһынан да ауыҙ ит. Бынауы йөҙөмөнә лә үрел. Ташкендән апайымдың ҡыҙы ебәргән. Ана, анауы кәштәләге шәлъяулыҡты, әүеркәле күлдәкте, анауы сөйҙә торған түбәтәйҙе һалған. Ул төрлө суртлы сәйе – бөткөһөҙ. Ҡунаҡҡа саҡырған. Ошонда ғүмерҙе заяға үткәреп ятабыҙ инде, барып ҡайтырға ла уйлайбыҙ. Китһә, өс-дүрт мең аҡса китер; етмәһә, һатырға мал-тыуар бар, аллаға шөкөр. Ташкен тигән даны ғына ни тора. Әҙерәк ял да итер. Бөгөн районға эш һорап киткәйне әле. Ҡайҙа, тағы берҙе яһайым, онотҡанда бер кереп, энә өҫтөндә ултырғандай ҡыланма.
– Шартлатаһың инде, – тине ҡарсыҡ, ҡулының һырты менән тирләгән йөҙөн һөртөп.
– Икебеҙгә бер самауыр сәй ҙә эсмәгәс, эстең ни ҙә эсмәнең ни. Бикбулатың баҫыуҙа, мәхшәр саҡ. Өс тағанға аҫып тороп ашын бешерәләр. Хәҙер нисектер? Беҙҙеке эшләгәндә, һарығын да, һыйырын да һуйҙыра ине. Халыҡ бик ҡәнәғәт була торғайны. Ашау-эсеүҙе ҡыҫманы бит ул.
– Барып күрмәгәс ни, әйтә алмайым. Яҙғы ел кешене бик ҡырҡа, берәй нәмә һуймай булмаҫ. Кисә бер тай салырға йөрөйҙәр ине шикелле.
– Исмаһам, Бикбулатты ҡарарға һин бар. Бына Байрамға ауыр, йорт-ере, мал-тыуары бар.
– Ҡайынлыкүлдән йыраҡ бер ҡәрендәшен алып килде. Өй тирәһендә шунда ҡыштыр-көштөр йөрөгән була. Мин дә йәлләйем Байрамды, йәлләү һынлы йәлләмәйем. Иртән тороп тышҡа сыға, мал-тыуарына ашарға һала, һәнәгенең һабына таяна ла, һыу буйына ҡарап, оҙаҡ итеп тәмәке тарта. Тәмәке төтөнгөнәһен түгел, Сабираҡайым, аһ-зарын йота ул, – тип Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ яулығы осона тотондо.
– Мәрйәмде әйтәм, бер иҫенә төшмәһә, бер төшөр.
– Ул да йәл, Сабира. Үкһеҙ етем бит. Күптәр бер ҡатлылыҡ, һантыйлыҡ менән харап була. Шунан йә ғүмер буйына һыҡранып йәшәй, йә, йүнле генә бәндәгә осрап, бәхетен таба. Ни эшләйһең, Сабира, булаһы булған, Байрам да гел генә яңғыҙы йәшәмәҫ.
– Мин дә шулай тим. Аты булһа, тәртәһе табылыр. Апай, килгеләп ултыр. Мин ни мал-тыуарҙан бушай алмайым, ҡул һөртөргә таҫтамал йыуып өлгөртә алмайым, – тип, Сабира Ҡунаҡбикә ҡарсыҡты оҙатты.
XXIII
Яландарҙы тетрәтеп, күктә утлы ҡамсы уйнатып, тәүге ямғыр яуып үтте. Офоҡ ситтәре киңәйеп, тын алырға иркенәйеп ҡалды. Танауға яңы ҡалҡып килгән үлән еҫтәре бәрелде. Әйтерһең, был ямғыр урман, йылға буйҙарына, тау битләүҙәренә йәшеллек, яландар киңлегенә буҙ турғайҙар һибеп китте.
Мәрйәм, Гөлйөҙөм, яҡ-яҡтарына ҡыуанып ҡарай-ҡарай, еүешләнгән күлдәктәренең итәктәрен һыҡтылар.
– Ну суҡынғандарҙы, – тине Гөлйөҙөм ферма яғына ыңғайлаған сусҡаларға. – Һис кенә лә форсат бирмәйҙәр, теңкәгә тейҙеләр. – Үҙе улар артынан йүгерҙе.
Мәрйәм баҫыуға табан йүнәлгәндәренең артынан төштө. Атлап ҡына ҡыуып етерлек түгел ине, ҡабаланып, иҫләмәҫтән ағас төбөнә эләгеп йығылды һәм:
– Әсә-кә-йем! – тип сауҡалыҡтарҙы яңғыратып ҡысҡырҙы. Башы әйләнде... Көн төҫөн юғалтты...
Шул арала, аһылдап, Гөлйөҙөм килеп етте.
– Апаҡайым, ни эшләнең?
Мәрйәм әкрен генә керпектәрен ҡуҙғатты. Күк йөҙө тәүҙә һырылып килгән аҡһыл томандар, унан ниндәйҙер сайҡалған бушлыҡ булып күренде.
– Хә-лем юҡ... – тине ул, ҡара янған ирендәрен көскә ҡыбырҙатып.
Гөлйөҙөм фермаға йүгерҙе. Сөләймән ҡарт, яңы ғына ауылдан ҡайтып, ат туғарып маташа ине.
– Ба-бай, әйҙә әле. Әллә ни эш-лә-не...
– Кем? Нимә? Йүнләп аңлат.
– Мәрйәм апай йығылған да тора алмай.
– Шулай тиген...
* * *
Байрам үле тыуған малайын зыяратҡа күтәреп алып килде. Бәләкәй генә табуттың ҡапҡасын ябыр алдынан:
– Йәгеҙ, сабый менән бәхилләшәйек, – тине Сөләймән ҡарт.
Байрам улының йөҙөнә эйелде. Оҙаҡ ҡына төбәлеп торҙо ла уның бәләкәй генә һарғылт маңлайынан үпте. Сөләймән ҡарт табутты ҡаҙаҡлай башлағас, ул яңаҡтарын ҡалтыратып ситкә боролдо; тештәрен ҡыҫып, ҡушҡуллап күкрәген ҡапланы. Әйтерһең, һәр бер ҡаҙаҡты уның тәненә ҡаҡтылар.
* * *
Мәрйәм, аҙна-ун көндән һуң терелеп, ишек алдына сығып йөрөй башланы. Ул, тынысланып, ҡояш битендә оҙаҡ ултыра алманы, әле бер нәмәне, әле икенсеһен барып тотто.
Ҡалҡып килгән бәпкә үләндәренә һоҡланып ҡарап торҙо, ләкин күҙҙәре тиҙ талды. Селек һепертке менән әкрен генә уларҙың төбөн һеперә башланы. Ҡулдары ла тыңлап етмәне, йыш-йыш ҡына туҡтап хәл йыйҙы.
– Юҡ менән булашма, өҙлөгөрһөң, – тине Мөслимә. – Ана, бәпкәләргә генә күҙ һал, ҡош-ҡорт типмәһен.
Мәрйәм таба тирәһендә сипелдәшкән бәпкәләр янына атланы. Ҡайһылары, баштарын юғары күтәргән булып, һыу эсә, ҡайһылары, ҡыҙғылт билле үләндәрҙе тартҡылап, йығылып китә, ҡайһылары әсәләренең ҡанаты аҫтына инергә тырыша. Бына берәү таба эсенә төштө лә сыға алмай маташа. Мәрйәм уны эйелеп алып, моронон ағарған йөҙөнә терәне... Ирекһеҙҙән күҙҙәрен йәш баҫты... Бәпкә ҡулға ризалашманы, һаман йәшел ҡанатсығын ҡаҡҡылап, аҫҡа ынтылды. Инә ҡаҙ, балаһын ҡыҙғанып, ыҫылдай башланы. «Бар, бәләкәйем, бар, йомшағым...» – тип Мәрйәм уны һаҡлыҡ менән генә ергә төшөрҙө.
– Ауыр, йөрәккәйем, беләм, баштан үткән хәл, – тине Мөслимә, йыуатып. – Минең дә тәүге балам йәше тулғанда ғына үлеп ҡуйҙы. Ағайың менән баҫыр урын тапманыҡ. Өйөбөҙҙөң йәмен, ашыбыҙҙың тәмен алып китте, йөрәккәйем. Гөлйөҙөм тыуғас, онотолдо. Артыҡ уфтанырға ярамай, йәшһең, ҡыуаныр көндәрең алда. Сабыйың – ожмах ҡошо ғына.
XXIV