

XXIV
Закирйән, иртәнге сәйҙән һуң, ғәҙәте буйынса күҙлеген кейеп, яңы гәзит ҡарарға тотондо. Халыҡ-ара хәлдәр, илдәге яңылыҡтар менән танышҡас, республика тормошона күҙ йүгертә башланы. Бәй, ул үҙ фамилияһын күреп алды. «Һы, минән башҡа ла донъяла Ҡылысбаевтар бар икән? – тип, гәзитте тәҙрә эргәһенә яҡыныраҡ килтерҙе. – Илдә бер генә Яҡтыкүлме ни? Ҡайҙа, ниндәйерәк Ҡылысбай икән? Закирйән? «Ленин юлы»»?
Ҡылысбаевтың уҡыған һайын йөҙө ағарҙы.
– Сабира, Сабира, тим!
– Ни булды, атаһы?
– Ана теге Өфө берәҙәге, кориспондит, хур иткән бит!
– Китсе! Нимә тигән һуң?
– Значит, хужалыҡты тарҡатҡанға, эшемдән бушатылам, йәнәһе, мин яңы председателгә аяҡ салам, значит... Мин ике айҙан артыҡ, ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, өйҙә ятам, значит. – Ҡылысбаев гәзитте шытырҙатып усына ҡыҫты. – Ах, әҙәм аҡтығы! – Ул йөрәген тотто.
– Һин, мә, тиҙерәк һыу йот. Эсергән сәйем, ашатҡан икмәгем тамағына арҡыры барғыры. Мунса яғып индергән булам. Бына бешер май миндеген. Еҫ тейеп, дөмөгөп ятҡыры. Йә, утыҙ йыл буйына колхоз артынан йөрө лә ошо көнгә төш инде. Мин һиңә йыландай телемде сығарып әйтттем, тыңламаның. Торғаны таҫма тел ине шул, бауырыңды өҙөп алыраҙай булып кереп килде бит. Ай-һай, бында бер хәл бар.
Закирйән тиҙ генә дивандан торҙо ла, гәзитен йомарлап тотҡан килеш, ишеккә табан атланы.
– Ҡайҙа бараһың тағы? – тине Сабира, ҡурҡынып.
– Кәнсәләргә!
– Йөрәгеңә йәбешеп-нитеп, йығылып ҡына ятмаһаң ярар ине.
– Йәбешмәҫ.
Урамда осраған кешеләр: «Ни эшләгән был?» – тип аптыраштылар.
– Мә, уҡы! – тине Закирйән, бөтәрләнеп бөткән гәзитте Бикбулат алдына ырғытып.
– Бәй, бында минең ни ҡыҫылышым бар?
– Был факттарҙы күктән алғанмы ни ул?
– Хәбәрсе һинән-минән һорап тормай. – Шулай ҙа Бикбулат тыныс ҡына ҡала алманы. – Маҡтағанда бик яратҡайның бит. Тәнҡитте лә күтәрә белергә кәрәк. Мәҡәләлә күберәк фекерҙәр бик дөрөҫ әйтелгән.
– Тәүҙә йөҙөгөҙ менән ер һеперегеҙ ҙә унан миңә ауыҙығыҙҙы асырһығыҙ! Йә, һинең ғүмер буйына түккән хеҙмәтеңде бер маңҡа малай килһен дә юҡҡа сығарып китһен, имеш. Уға шундай уҡ хоҡуҡ бирелгәнме икән ни? Мин был хаҡта өлкә комитетҡа яҙасаҡмын!
– Бик һәйбәт булыр. Комиссия ебәрерҙәр, тикшерерҙәр.
– Мине күп тикшерҙеләр, тикшерәһе ҡалмаған. Өйҙә ятыуым да райкумға бәйләнгән.
– Юҡ, Закирйән ағай, беҙ һине бер ергә лә ебәрмәйбеҙ. Сусҡа фермаһына мөдир итеп ҡуймаҡсыбыҙ.
– Бына быныһы өсөн ҙур рәхмәт! Күптән шуны көткәйнем! – тип, Закирйән ҡаты итеп ишекте япты, хатта түбә таҡтаһынан иҙәнгә аҡбур киҫәктәре ҡойолоп төштө.
Көн буйы уның кәйефе булманы, ҡысҡырынып ҡына барҙы. Аяҡ аҫтында буталған тауыҡҡа тиклем тупһанан тибеп осорҙо. Мәҡәләне иҫенә төшөргән һайын, һарыуы ҡайнаны. Йоҡларға ятҡас та, тыныслана алманы. Ахылдап, йомарланып ҡырҡҡа әйләнде.
– Йоҡо маҙаһы бирмәҫһең инде, – тине Сабира, түҙемлеге бөтөп.
– Һыймаһаң, ана, иҙәнгә төшөп ят! – тип ҡысҡырҙы Закирйән. – Берәүҙә – йоҡо, икенселә чурт знает нимә ҡайғыһы. Әкренләп Сөләймән утарына ла китеп барырһың әле.
– Һинме? – Сабираның йоҡоһо осто.
– Мин булмай, кем булһын?
– Кит, илаһым. Аяҡтарың нисек атлар шунда?
– Бер ни хәл дә итеп булмай, – Закирйән, йомшарып, ҡатыны яғына әйләнде. – Үлгән бер сусҡа балаһын түләтә башлаһалар, сәсең етмәҫ. Эшең былайға киткәс, барыбер һүҙҙәрен һүҙ итәсәктәр. Ауылдан сығып китер инең, был йәшкә еткәс, ҡайҙа барып төртөләһең? Ни грамыты бәләкәй. Ситтә йөрөр өсөн хәҙер, значит, ҙур белем кәрәк. Райкум да ҡырын ҡарай башланы. Пенсияға китергә иртә. Шунан башыңа һалып ҡара инде.
Идарала һөйләшкәнгә аҙна-ун көн үтеп китте, ләкин саҡыртыусы ла, эшкә әйтеүсе лә булманы. Закирйән аптырабыраҡ ҡалды. Нимә был? Нисек аңларға? Әллә бөтөнләй ҡул һелтәп ҡуйҙылармы? Күпме йылдар ошо колхоз артынан йөрө лә ҡапыл, һин кәрәкмәй, тип әҙәм рәтенә тыҡмай башлаһындар, имеш. Бөтәһе лә бит әле хәҙергә ул тергеҙгән донъя. Уйлап торһаң, мал аҙбарҙары, машина гараждары, иҫке булһа ла, иген келәттәре, хатта, баҫыуҙарҙа ултырған япмаларына хәтле уның заманында эшләнгән. Һөйләһәң, күп ул. Бикбулаттары әле крибескә кирбес һалғаны ла юҡ, артҡан-ниткән ере күренмәй. Ут артынан йөрөнө инде, ә бағаналары, башҡа кәрәк-яраҡтарын кем ҡайтартҡан, шул алама Закирйән. Уны юллау менән генәме ни ул, эш итергә лә кәрәк.
Япма тигәндән, яңыраҡ ҡына район үҙәгенән йәйәү ҡайтып килешләй, ул Бүре ҡыуағында хәл йыйып китте. Соҡорҙарын ҡаҙып күмешкән йыуан имән бағаналарына тиклем һаман иҫән. Бығаса уларға һис тә иғтибар ителмәй торғайны, ныҡ булдылар, оҙаҡ ултырҙылар. Йыл һайын япманың башын йә яҙғы өҙөктә малдарға алып ҡайтып ашатыла, йә ҡышын көслө бурандар туҙҙыра, ә бағаналар ултыра бирә.
Уның ошонда, тәүге япманы төҙөгән йылды, иген елгәрергә килгән Сабираға күҙе төштө. Председатель булып яңыраҡ эшләгән мәл, егет саҡ. Көн дә Бүре ҡыуағына ҡағылмаһа, күңеле тынысланманы. Килер ине лә, атын бәйләп, өйөм өҫтөнә ятыр ине, игенде усына бер ҡыҫыр, бер түгер ине, Сабиранан күҙен алмаҫ ине... Ана бит ул һәр ҡыуаҡ, һәр һуҡмаҡ ҡайҙарға барып тоташа, йылы иҫтәлектәр һөйләй. Эйе, улар бөтәһе лә уның тормошона бәйләнгән.
Әллә идараға барып ҡайтырғамы? Юҡ, был түбәнһенеү буласаҡ, үҙе килһен, һөйләшһен, бына шулай, бына былай, һинеңсә нисегерәк, ағай, тиһен. Юҡ, ул үҙ һүҙле шул. Туҡта әле, Закирйәндең уға ниндәй зыяны тейҙе һуң? Үпкәләргә хаҡы юҡ.
Көн үткәреүҙәре бик ауыр булһа ла, түҙелә. Бөгөн дә, ғәҙәте буйынса, алтынан тороп, көтөү ҡыуҙы, баҡсаһын әйләнеп сыҡты, кишер, ҡыяр түтәлдәренә һыу һипте, умарталарына күҙ һалды. Шуның менән эше лә бөттө, әле алда башланмаған көн бар, ә өйҙә ятҡан кешегә көндәр бигерәк оҙон тойола. Председатель булып эшләгәндә уға ваҡыт етмәй торғайны, хәҙер, киреһенсә, ваҡытты ҡайҙа ҡуйып бөтөп булмай. Һуңғы мәртәбә райондан да кәйефе ҡырылып ҡайтты. Күңелгә генә оҡшаған эш юҡ ине. Аулыдан да китәһе килмәй ине, әлеге шул сер бирмәҫ өсөн генә йөрөлдө. Китһә лә, ваҡытлыса ғына, Сабираны урынынан ҡуҙғатырға теләмәй ине. Шул тиклем мал, ҡаралтыны ниңә туҙҙырырға? Районда ла әҙерләп ҡуймағандар, мал аҫырарға ла ҡыҫыҡ, бесәнен әҙерләр өсөн дә урман ҡарауылсылары артынан телеңде һалындырып ялынып йөрөргә кәрәк. Ауыл ауыл да бит, тыуған ауылға етмәй инде. Ана, уның Яҡтыкүле генә лә ни тора, сабаҡ ҡаптырырға төшһәң дә күңел тынысланып ҡала. Хәйер, унда һуңғы йылда сабаҡ тотоп ултырғаны булманы. Бөгөн барып ҡайтһаң да ярай.
– Атаһы, оҙаҡ йөрөмә, яңғыҙыма ҡыйын бит, – тине ҡатаны.
– Һине генә һаҡлап ятаһы ҡалды инде, – тип ул, асыуланғандай итеп, һуҡмаҡҡа боролдо.
Күл буйында бала-сағанан башҡа кеше күренмәй. Малайҙар ялт-йолт иттереп сабаҡ тартып сығаралар.
Закирйән дә ҡармаҡтарын емләп, һыуға ташланы.
– Ҡарағыҙ әле, Закирйән бабай ҙа килгән! – тиештеләр малайҙар.
– Әйҙә минең янға, бабай. Бында ҡамыш араһында тыныс, – тине бер малай.
– Ярар миңә бында ла, – тигән булды Закирйән.
Ул күл буйында оҙаҡ ултыра алманы:
– Эшһеҙ кешенең эше был, – тип урынынан торҙо. – Әйҙә, булашһа, малай-шалай булашһын. Ни ти теге ҡара мороно? Ҡамыш араһына, тыныс ергә, тиме? Бабайың өсөн тыныс урын юҡ, улым.
Кинәт уның ҡарашы Яҡтыкүлдең аръяғында сауҡалыҡтар араһында ултырған Сөләймән утарына төштө. Ул оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:
– Күрәһең, ҡарт, һинең янға барырға тура килер, башҡа сара юҡ, – тине, көрһөнөп...
Ул, ҡайтып, буш һауытын атып бәрҙе лә:
– Иҫкерәк кейемдәрҙе бир әле! Фермаға барам, – тине ҡатынына.
– Кит, илаһым, әҙәм көлдөрәһең инде.
– Көлөрҙәр ҙә туҡтарҙар.
– Атаһы әллә сабыр итәһеңме?
– Тиҙ бул, Сабира!
Ни эшләһен Сабира? Ризалашырға мәжбүр булды. Ул, ире кейенеп бөткәс:
– Әллә арттан ғына сығаһыңмы?
– Башымды ҡаңғыртма, мин бит унда урлашырға бармайым, – тип Закирйән урам ҡапҡаһын асты.
XXV
Быйыл Яубаҫарҙы колхозсыларҙан һатып алған башмаҡтарҙы көтөргә ҡуштылар. Өйҙә тәрбиәле генә торған малдар тәүҙә баш бирергә теләмәнеләр, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып сабышты. Көн буйы бер туҡтауһыҙ йүгереүгә, Яубаҫар, кистәрен аяҡтарын көскә һөйрәп, телен арҡыры тешләрҙәй булып ҡайтты. Колхоздың үҙ башмаҡтарын ҡушҡас ҡына, иркенләп тын алғандай булды. Шулай ҙа берәү һаман ауыл яғына ҡайырҙы. Яубаҫар бер нисек тә тыңлата алманы. Бына бөгөн дә ул арлы-бирле иткәнсе, тая һалған, ауылға яҡынлашып бара. «Мал эйәһенә оҡшай, тиҙәр, ышанмай инем, дөрөҫ икән, – тине сыбыртҡыһын һөйрәп, йүгерә-йүгерә. – Йә, ыҙа сиктерҙе бит, ярай инде малға оҡшап, маңлайында мөгөҙө булһа. Һыу – һыу, һаҙлыҡ һаҙлыҡ түгел. Шайтан кеүек. Шул болан нәҫеленән тиеүҙәре раҫтыр, күрәһең. Ат менән генә түгел, машина менән ҡыуып етә алмаҫһың».
Яубаҫар уны, һырыҡтырып, ауыл осондағы өй алдына килтереп кертте. Ләкин башына ырғытҡан элмәк яҙа китте, башмаҡ кәртә аша һикереп сыҡты ла урам буйлап сапты һәм атылып таныш ҡапҡаға кереп китте. Яубаҫар килеп ингәндә, ул ялғаштағы һыуҙы эсеп тора ине. Ҡорһаҡ буйына елле генә өлөш төшкәс, башмаҡ ни эшләргә белмәйенсә, үрле-ҡырлы һикерҙе.
– Абау, миһырбанһыҙ! – тип ҡысҡырҙы Сабира. – Хайуанда ниндәй үсең бар? Зобаный. Шуның өсөн дә ғүмер-ғүмергә башың көтөүселектән сыҡманы, ҡулыңдан оҙон сыбыртҡың төшмәне. Йә, ҡайһылай ҡабарып сыҡҡан бит. Һөйләргә теле генә юҡ, меҫкенкәйемде.
– Баш бирмәй икән, беҙ уны шулай әҙерәк өйрәтәбеҙ, – Яубаҫар башмаҡты етәкләп сығып китте һәм, ауылдан ике саҡрымдай арала ятҡан ҡырлаға килеп, ҡалған башмаҡтарына күҙ йүгертеп алғас, оло таш өҫтөнә хәл йыйырға ултырҙы. Уның кәйефе төштө. Сабираның әйткән һүҙҙәрен онота алманы. «Һөйләнһен, уның башҡа ни эше бар?» – тип Яубаҫар ҡулын һелтәп тороп китте. Бер аҙҙан тағы уның кәйефе күтәрелде. «Ана бит улар күпме! Тирләп-бешеп мал көтмәгәс, көтөү көтөүме ни ул. Көҙгә дәүләткә күпме ит, колхозға күпме аҡса буласаҡ. Әмеректең үксәһенә баҫмай тороп, ферманы ташлар хәлем юҡ», – тине ул.
Яубаҫар шулай, хыялдарға бирелеп, яңғыҙы ҡырлала йөрөнө. Ул колхозда үҙенән дә мөһимерәк эште башҡарған кешене күҙ алдына килтерә алманы. Гүйә, уға бөтә Яҡтыкүл халҡы: «Ана, беҙҙең Яубаҫар ни эшләтә!» – тип, ғорурланып, бармаҡ төртөп күрһәтә кеүек. Яубаҫар үҙен ҡырлалар өҫтөндә генә түгел, ә ниндәйҙер бейек, яҡты тауҙарҙа йөрөгәндәй хис итте. Эйе, ул, ысынлап та, шулай уйланырға хаҡлы ине, сөнки уны ошолай тормоштоң сикһеҙ, яҡты киңлектәренә хеҙмәт үҙе күтәрә ине.
Әй буйына томан төшә,
Ҡарағаттары бешә...
Һ-и-ий...
Ҡарағаттары бешә...
Яубаҫар яратҡан йырын йырлап ебәрҙе.
XXVI
Сөләймән ҡарт күптән ыңғайын тура килтерә алмай йөрөй ине, бөгөн ул Бикбулатты яңғыҙын ғына осратты. Биле бөгөлөп, ситәне уңға ауышҡан кырандасҡа башын ҡырын һалып ҡарап торҙо ла:
– Закирйәндән ҡалған нәмә менән йөрөмә, яңыны үрҙертергә кәрәк, – тине. – Тәмәкеһенә ҡатып ултырған кунихыңа әйтер инем.
– Әллә үҙең тотонаһыңмы?
– Утар исеме менән даным сыҡҡан. Мин унһыҙ йәшәй алмайым. Ҡайҙа ғына барһам да, ҡайтаһым килеп тик тора. Тик бына ҡайһы саҡта яманһыуыраҡ ҡына булып киткеләй.
– Яңғыҙлыҡҡа ул, бабай.
– Уныһын һинән таныр хәл юҡ.
– Күңелең кемдә һуң? – тине Бикбулат, шаяртып.
– Күңел тип ни... Пинсе алам, хеҙмәт көнөм бара... Ҡунаҡбикә ни эшләр икән? Ихтыяр һиндә.
– Димсе итмәксеһең инде? Димсе диңгеҙ кистермәҫме? Әллә йәшерәкте ҡарайыҡмы?
– Юҡ, улым, булһа, Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ инде, күҙ күргән дә кеше.
– Ярай, идара ултырышына ҡуйырбыҙ.
– Улай итмәйек инде.
– Үҙе ни тиер бит әле.
– Әйткеләһәк, күнеүе лә мөмкин.
– Ҡарсыҡтың ҡылын сиртеп ҡарармын. Бөгөн кискә, йомош табып, килеп сыҡ.
Сөләймән ҡарт ҡалған көнөн елкенеп үткәрҙе. Кисте көтөп ыҙа сикте. Ҡояштан күҙен алманы. «Был байыр байыуын, мин үлгәс, байыр», – тип тә ысҡындырҙы. Түҙемлеге етмәне. Гүйә, ҡояш унан көлгән, ирештергән төҫлө тойолдо. Ахырҙа ул «йәлләп», хәйерле юл теләп, урман өҫтөнә ҡыҙыл шаршауын элде.
Ҡарт тәҙрә төбөндәге көҙгө киҫәгенә тағы бер ҡарап алды. Былай һаҡал, һирәк булһа ла, йәтеш кенә күренә. Әһә, бынау тирәһе әллә нисегерәк, әтәс ҡойроғонараҡ оҡшаған. Ул, бармаҡ остарын төкөрөкләп, йәнә һыпырып ҡуйҙы. Түбәтәй ни – бөтөнләй йәшәртеп ебәрҙе. Тик бына эшләпә иҫкерәк, һаман магазинға күңелгә оҡшағанын килтермәйҙәр. Ярай, уның урынына түбәтәйе яңы. Ябай түгел ул, алмалар алланып бешкән яҡтан ҡайтҡан бүләк. Ҡаҙаҡ кейәүе ебәргән.
Ҡараңғы төшкәндә, Сөләймән ҡарт Бикбулаттарҙың ишеген асты.
– Иҫәнме, улым, иҫән-һау ғына йәшәүме? – тине. – Нихәл, Ҡунаҡбикә.
– Һәйбәт кенә, күрешергә ҡулым буш түгел, ҡоймағым көйә, – тине ҡарсыҡ, тирләп-бешеп таба әйләндереп.
– Былай ҙа ярар. Бик хуп.
– Әйҙә, түргә уҙ, – тине Бикбулат.
– Уҙып тормам. Ни, улым, ике-өс сусҡа сирләп маташа бит әле. Ни эшләтәйек икән? Ни мал духтыры өйҙә юҡ.
– Райондан врач саҡыртырға кәрәк. Иртәгә тиклем түҙерҙәрме?
– Түҙеүен түҙерҙәр ҙә.
– Әйҙә, сисен, сәй эсеп ҡайт.
– Рәхмәт. Яңы ғына тамаҡ туйҙырҙым.
– Ҡыҫтатып тороуыңды әйтер инем, – тине Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, ҡоймаҡ майлап. – Атыңды ныҡ бәйләп керҙеңме? Теге саҡтағы һымаҡ ҡасып китмәһен.
– Был юлы ат егеп мәшәҡәтләнмәнем, Ҡунаҡбикә.
– Улайһа, ҡурҡыныс юҡ, – тине Бикбулат, күҙ ҡыҫып. – Рәхим ит. Бөтөнләй йәшәреп киткәнһең.
– Ҡырынмайынса төшөү уңайһыҙ ҡый. Ауылдаштарҙы һанға һуҡмаған һымаҡ.
– Дөрөҫ, бабай. Һинән ҡайһы бер йәштәр үрнәк алырға тейеш. Юғиһә тыумаҫ борон ҡартайып йөрөйҙәр.
Ҡарт үҫеп китте. Тик Бикбулат һүҙҙе һаман һуҙҙы. Тел асыр өсөн берәй ҡотортҡос ҡыҫтыраһы ҡалған икән. Йолаһы шулай ҙа бит. Эй кәбәк баш!
– Беҙ инәйем менән ныҡлап уйлаштыҡ, – тине ахырҙа Бикбулат, етдиләнеп. – Әгәр ҙә беҙҙә торорға теләһәң, ул риза. Мин дә уның яғында. Өйҙө һипләтеп, киңәйтербеҙ. Минең дә яҡын ғына кешеләрем юҡ. Бергә-бергә йәшәрбеҙ. Күңеллерәк булыр.
– Ә ферма? – тине ҡарт, күҙҙәрен йомғолап.
– Барырһың, ҡарауылларһың.
– Улай, – тине ҡарт. Ул һаман ышанып етмәне, шаярталарҙыр, тине. – Ысынды һөйләйһеңме, улым?
– Эйе, бабай, – тип, Бикбулат йөҙөн үҙгәртмәне. – Инәй, әйт һуңғы һүҙеңде.
– Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, бәбкәйем, – тине Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ, табаға ҡайнар ҡоймаҡ өҫтәп. – Ашап ултыр әле, Миңнесөләймән.
– Мин яңғыҙ түгелмен, шул борсой. Теге саҡта, йыраҡта, ҡаҙаҡтар яғында, ҡыҙым тормошта, тип әйткәйнем шикелле. Шуның улы Рәфис ҡайтты, ейәнем инде. Кире китәһе килмәй. Бала сағы Яҡтыкүлдә үтте. Бишенсегә тиклем ошонда уҡыны. Нисек ҡыуаһың, үҙ атаһы түгел, һин уны беләһең, Ҡунаҡбикә.
– Йөҙлөбикәнең улымы?
– Эйе лә.
– Белмәй ни. Тыуған ерен эҫе итәлер, – тине Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ.
– Шул шул.
– Мин ҡаршы түгелмен. Инәй, һин нисек ҡарайһың? – тине Бикбулат.
– Ҡайҙа ҡуяһың ул баланы? Килһен. Ҡул аҫтына кергән бит инде.
Бикбулат былай уҡ барып сығыр тип көтмәгәйне. Бигерәк тә ҡарсыҡҡа икеләнгәйне. Артыҡ өгөтләргә тура килмәне. Килеште. Үҙенә лә айырылыуы ауыр ине: мәрхәмәтле, уңған инәһе, туған әсәһендәй, күңелен биләргә өлгөргәйне.
XXVII