Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Август 2023, 05:35

Мәрйәм Повесть (аҙағы) Рәйес НИЗАМОВ

Ике кеше ултырғас, кырандастың биле ярайһы ғына һығыла төштө. – Колхоздарҙа ит, май ашай башлағас, ауырайып киткәнһең әле, – тине Бикбулат, һаман ирештереп.

Мәрйәм Повесть (аҙағы)   Рәйес НИЗАМОВМәрйәм Повесть (аҙағы)   Рәйес НИЗАМОВ
Мәрйәм Повесть (аҙағы) Рәйес НИЗАМОВ

XXXIV

 

Сөкөрҙәшеп кенә йәшәп ятҡанда, Гөлйөҙөмдө Өфөгә, институтҡа әҙерләнеү өсөн курсҡа саҡырҙылар.

Мөслимә, бәрәсен юғалтҡан кәзәләй, ары һикерҙе, бире һикерҙе, өйгә керһә лә, тышҡа сыҡһа ла, йәм тапманы, эсе бошто. Нимәгә генә барып тотонһа ла – ҡыҙын хәтерләтте. Төндәрен, ғәҙәте буйынса, одеял аҫтынан ҡулдарын һуҙғыланы, тән йылыһы тоймағас, бөкөрәйеп, икенсе яғына әйләнде, йоҡлай алмай оҙаҡ уйланып ятты.

Эй ҡошсоҡ, ҡошсоҡ, тағы ла йәш ҡанатҡайын елпене лә һауаға күтәрелде, нисек осор, ҡайҙа ҡунаҡлар – әсә өсөн билдәһеҙ әле. Мәктәпкәме, фермағамы, клубҡамы – ҡайҙа ғына китһә лә, ҡурсынып көтөп алыр ине. Сәстәренән һыйпап йоҡлатыр, арҡаһынан һөйөп уятыр, күҙҙәре талғансы ҡарап оҙатыр ине. Бөтә йәшлеген уға арнаны. Кейәүгә лә һораттылар, өйгә керергә теләүселәр ҙә булды, юҡ, аҙым һайын етемлеген һиҙҙертеп йөрөтәһе килмәне. Туған атаһы тураһында матур-матур иҫтәлектәр һөйләне, уның яҡты һүрәтен күҙ алдына баҫтырырға тырышты. Ҡыҙының күҙҙәрен ҡыҫа биреп көлөүҙәре, ҡулдарын һелтәй-һелтәй атлауҙары һәм бер аҙ ҡырыҫлығы – барыһы ла атаһыныҡына оҡшағайны.

– Артыҡ борсолма, апай, – тине Мәрйәм, йыуатып. – Эшләне, тырышты. Уҡыһын, әҙәм булыр.

– Имтихан тигәндәренән ҡурҡам, йөрәккәйем. Бирә алһа ғына ярар ине. Тағы башын эйеп ҡайтып килһә, әҙәмдән оят.

– Колхоз ебәргәс, керер, апай.

– Шулай тиһең дә бит, ауыл ҡыҙҙарын әллә яраталар, әллә юҡ. Килештереп һөйләй беләләр тиһеңме? Ҡаланыҡыларҙың телдәре телгә йоҡмай, ти, илаһым. Мин унда барып ни эшләйем? Һинең телеңде кем аңлай ҙа, кем тыңлай. Ҡуй, ҡайҙан сығарғандар шул имтихан тигәндәрен? Сусҡа ҡарарға ебәргәндә, бер ҙә һорашып торманылар, илттеләр ҙә тыҡтылар. Эй бала, бала, бәләкәй саҡта тубыҡҡа, ҙурайғас йөрәккә ауырһың икән.

– Йән инде, апай, көйөнмә, яңғыҙ ҡалманың бит әле.

Мөслимә бер ҡатлыланып, уны-быны уйламайынса:

– Һин әле, йөрәккәйем, әсәлек хистәрен татып өлгөргәнең юҡ, баланың ни тиклем эҫе булғанын аңлар көндәрең алда әле, – тине.

Мәрйәм тертләп китте. Гүйә, уның уңалып килгән яраһын иҫләмәҫтән тырнап алдылар...

Үткәндәрен әрнеп хәтерләһә лә, йыш ҡына күҙҙәрен йәш ҡаплаһа ла, ни эшләйһең, ҡатын-ҡыҙ күңеле, ләкин ул баш эйеп ҡалманы, емереп эшен эшләне, кәрәгенсә ял итә лә белде. Клубҡа барһа, уны ҡыҙҙарҙан айырып алғыһыҙ ине. Кейһә, кейем килеште. Үҙе теккән күлдәктәрҙе билен бөгөп, күкрәктәрен урап ятты. Йырлаһа, таң ҡалдырҙы, бейеһә, табандарынан ут сәсте.

Быға тиклем кәңәшмәләрҙә тыныс ҡына ултырған идара ағзаһы Мәрйәм репликалар ҙа ташлай башланы, күп кенә хәлдәр менән килешмәне.

– Бына мине яңыраҡ ҡына совхозға ебәреп ҡайтарҙығыҙ, – тине Мәрйәм, ҡыҙарған йөҙөн бөгәрләнгән ҡулъяулығы менән һөртөп. – Ундағы аҙбарҙар, ашатҡан аҙыҡтар беҙгә эләкһә, сусҡаңды йырлап үҫтерергә мөмкин. Быйыл әллә төҙөп бөтәһегеҙ, әллә юҡ. Осо-ҡырыйы күренмәй. Үрсем алыу менән генәме ни ул, үлтереп торғас. Һалҡын тейә. Председатель алмашынды ла бит...

Ул тотлоғоп ҡалды.

– Һөйлә, һөйлә, – тинеләр.

– Аҙбарҙарҙы ла яңыртырға кәрәк тиеүем инде.

– Дөрөҫ, – тине Бикбулат.

– Шунан, – тине Мәрйәм һүҙен дауам итеп, – мине байтаҡтан бирле бер нәмә борсоп йөрөй. Беҙ, сусҡа итенең үҙҡиммәте юғары, тип һөйләйбеҙ һөйләүен, ә осһоҙлатыу юлдарын кем ныҡлап уйлап ҡарағаны бар? Ғәфү итегеҙ, мин бәйләп һөйләй белмәйем инде. Шул үҙҡиммәт штатный кешеләргә лә бәйләнмәгәнме икән? Хеҙмәт көнө яҙыла, аҡсаһы алына бит. Беҙҙең сусҡа фермаһы менән председатель дә, зоотехник та, ферма мөдире лә, учетчик та етәкселек итә. Хатта, Сөләймән бабайға тиклем ҡыҫыла. Ярай, күҙ-ҡолаҡ булырға бер кеше кәрәк. Әле беҙ йоҙаҡһыҙ, ҡарауылсыһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Ә бына завферма менән учетчик ниңә кәрәк? Сусҡа һанарлыҡ ҡына баш юҡмы ни беҙҙә? Бына ошондай штатныйҙар колхоз буйынса күпмегә йыйыла икән?

Бикбулатты борсоп йөрөгән мәсьәләләр бик ваҡытлы күтәрелә түгелме һуң?

– Ферманы мөдирһеҙ ҡалдырабыҙмы ни?

– Бер сусҡа ҡараусыны баш итеп ҡуйһаң, еткән.

Идара ағзалары, аптырашып, яурынбаштарын һикерттеләр.

– Сөләймән ҡартты ҡуйырға кәрәк, – тине берәү, аҫтан ут ебәреп.

– Тимәк, икеләнәһегеҙ? – Мәрйәм, һаман үҙенекен раҫлап. – Яңылыҡ һәр ваҡыт шикләндерә. Ҡурҡырға ярамай. Кемдеңдер әйткәнен көтөп ятмаясаҡбыҙ. Беҙ бит шуға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Өҫтөбөҙгә тамсы тамһа ла, райондан указание юҡ, тип ҡаралты башына менмәйбеҙ. Минеңсә, һәр кемдә яуаплылыҡ ҡына артасаҡ.

Ҡылысбаев мөйөштә тыныс ҡына йоҡомһорап ултырҙы. Бер яҡҡа ла тауыш бирмәне.

– Закирйән ағайҙы ҡайҙа ҡуйырбыҙ һуң? – тине Бикбулат күтәренке тауыш менән.

– Колхозда эш бөткәнме ни, тәжрибәһе бар, урын табылыр. Кешене ҡайҙа ҡуйырға белмәгәнлектән, мөдир итеп тотһаҡ, бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Ә мин былай Закирйән ағайҙы яманлай алмайым. Бергә эшләгән дәүерҙә бик күп яҡшылыҡтары тейҙе.

– Баш итеп кемде тәғәйенләргә һуң? – тине Бикбулат. – Әгәр ҙә үҙеңде һайлаһаҡ?

– Минән башҡа кеше бөткәнме ни? – Мәрйәм былай уҡ әйләнеп китер тип көтмәгәйне.

– Беләбеҙ. Беҙҙә егәрле, һәләтле кешеләр күп.

Идара ағзалары шымып ҡалды. Эстән генә һәр кем үҙенсә фекер йөрөттө. Мәрйәм күтәргән зәһәр таяҡтың башы уларҙың ҡайһы берҙәренә тейергә әҙерләнә түгелме? Әгәр ҙә был яуыз ҡатын артҡа сигенһә, ҡотоласаҡтар, һаман өйрәнгән юлдарҙан йөрөп ятасаҡтар, һаман кырандас, арбалар өйҙәренә туғарыласаҡ, аҫтарында һалам, бесән, ураҡ өҫтөндә отход-маҙар ҡайтып торасаҡ һәм, көнөң нисек уҙһа ла, ай һайын хеҙмәт көнө яҙылып барасаҡ.

Шомло тынлыҡ Мәрйәмгә оҡшаманы. Әгәр ҙә ул ризалыҡ бирмәһә, штатныйҙар тантана ғына итәсәктәр. Көлкөгә генә ҡаласаҡ. Ни эшләргә? Үҙең һорап алған һымаҡ була түгелме? Теләһә нисек аңлаһындар.

– Мин риза, – тине Мәрйәм, сәмләнеп. – Беҙҙең ферманан башлайбыҙ.

 

XXXV

 

Бикбулат күптән күршеләренең баҫыуҙарына күҙ һалырға уйлап йөрөй ине. Бер ҙә яйын тура килтерә алманы. Дөрөҫөн әйткәндә, бушаманы, көн артынан көнө уҙып ҡына торҙо. Бөгөн ул, райондан ҡайтышлай, һиҙҙермәй генә, юлды урап әйләнмәксе булды. Күршеләрҙең игендәре нисегерәк күренә икән? Кәңәшмәләрҙә маҡтап телгә лә алғылайҙар.

Ат таныш юлдан ситкә ҡайырылырға теләмәне, хужаһы башын тартҡас, әйҙә инде, ҡайҙа алып бараһың тигәндәй, оҙон ҡалын ҡойроғо менән күгәүендәрҙе ҡыуа-ҡыуа тағы юртып китте.

Бикбулат, байтаҡ ерҙәр үтеп, үҙҙәренең ыҙанына яҡынлашҡас, арттан машина тауышы ишетте. ГАЗ-69 кырандас менән тигеҙләшеп туҡтаны. Кабина ишеге асылды һәм:

– Сәләм, рәйескә! – тип Яруллин ҡысҡырып һонолдо.

– Сәләм, сәләм! – тине Бикбулат, дилбегәһен тартып.

– Машина «Маяҡ»тыҡы, кире ебәрәйемме?

– Атҡа риза булһаң, әйҙә. Хәйер, хәбәрсе халҡын алып ҡалыуҙан ни файҙа. Тиҙерәк оҙатыу юлын ғына ҡарайһың инде, – тине председатель, шаяртып.

– Уныһы һинең намыҫҡа бәйләнгән.

Ике кеше ултырғас, кырандастың биле ярайһы ғына һығыла төштө.

– Колхоздарҙа ит, май ашай башлағас, ауырайып киткәнһең әле, – тине Бикбулат, һаман ирештереп.

– Әйтмә инде, – тине Яруллин, көлөп. – Ҡайҙан келтерәү?

– Лесничиствоға ҡағылғайным, – тине председатель, серен йәшереп. Һөйләп тороуҙы кәрәкле тапманы. Эйе, күршеләрҙең башҡа баҫыуҙары нисектер, әммә күңелгә ятышлы урындар ап-арыу ғына осраны. Уларҙан, ысынлап та, үрнәк алырға мөмкин. Үҙҙәренеке лә насар түгел, шулай ҙа ҡайтышыраҡ күренгән һымаҡ. Уҙған йыл туңға һөрөү һуңғараҡ ҡалынды шул, сортлы орлоҡтар туплауға ла артыҡ иғтибар бирелмәне. Байтаҡ ҡына ергә яҙын һөрөп тә сәселде. Былар бөтәһе лә эҙһеҙ үтмәне, киләсәк уңышҡа аяҡ салынды, әлбиттә.

– Ниндәй яңылыҡтар бар?

– Артыҡ нәмә юҡ, бер көйгә йәшәп ятабыҙ. Үҙеңдең хәлдәр нисек?

– Һеҙҙең яҡтарға гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып килергә уйлайым.

– Ысынлапмы?

– Эйе, – тине Яруллин, етдиләнеп. Ул ҡарашын бер яҡ ситкә ташланы һәм һүҙен дауам итте. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, Өфөлә миңә нимәлер етмәгән һымаҡ ине. Шуны бында таптым кеүек. Ул ҙур тормош булған. Һин, тормош Өфөлә юҡ инеме ни, тиерһең. Миңә ауыл тормошо, ауыл кешеләре яҡыныраҡ шул. Әгәр белһәң, һәр бер командировка оло тәьҫирҙәр ҡалдыра, һәйбәт тойғолар уята, уйландыра. Ҡайһы саҡта, һантый кеше һымаҡ, үҙемә үҙем аптырап ҡуям. Мин әле күп нәмәләрҙе аңлап етмәгәнмен, уларға өҫтән ҡарағаным икән. Ҡыҫҡаһы, илде туйҙырған кешеләр янына яҡынлашҡаныма, улар араһында көн-төн буталғаныма шатланып бөтә алмайым. Дөрөҫ, ҡайһы саҡта командировкаларҙан буш ҡул менән дә әйләнәм, ләкин барыбер берәй деталь генә булһа ла эләктермәйенсә ҡайтмайым. Ауыл ҡарттары менән һөйләшеп ултырыуы ғына ни тора! Гәзит битенә төшмәгән бик тапҡыр һүҙҙәр ысҡындырып ташлайҙар. Ә кистәрен ниндәй йырҙар яңғырай! – Яруллин, илһамланып, блокнотын аҡтарырға тотондо.

Ат урман буйынан үҙ яйы менән генә атланы. Кинәт кенә көн ҡараңғыланғандай итте. Хайуан, ҡолаҡтарын торғоҙоп, тирә-йүненә ҡаранды.

– Тыңла, – тине хәбәрсе, донъяһын онотоп.

– Йә, йә, – тип, Бикбулат баш өҫтөндә ҡуйырған болоттарҙан күҙен алманы.

Ниңә бәреләләр икән

Болоттарға болоттар?

Ниңә тиҙ үтәләр икән

Бергә булған минуттар?

Көтмәгәндә үләндәр бөгөлдө, ағастар шаулашты. Танауға ямғыр еҫе бәрелде. Блокноттың битенә тыпылдап ике-өс бөртөк тамсы ҡунды.

– Әллә берәй ҡош сөскөрөп киттеме тип ҡот осто, – тине Яруллин, башын ҡалҡытып. – Шәп бит!

– Халыҡ насар йыр йырламай, туған.

Донъяны дер һелкетеп күк күкрәп ебәрҙе.

– Берәй ерҙә ышыҡланыр урын юҡмы? – тине Яруллин.

– Оло аҡланға йыраҡ ҡалманы. На, әйҙә, ямғыр бик кәрәк, яуһын инде.

– Мин дә ҡаршы түгелмен.

Шаулатып ямғыр ҡойорға тотондо.

Тәстерҙәп Оло аҡланға яҡынлаштылар. Бәй, ни ғәләмәт! Кукуруз араһында берәү, иҙеүҙәрен асып, күккә баҡҡан. Ниндәй ҡөҙрәт менән шундай ҡыя һуғып яуған көслө ямғырға йөҙөн ҡуйып тора!

– Кем ул? – тине Яруллин, ғәжәпләнеп.

– Байрам. Кукуруз үҫтереүсе.

– Һантыйланмағандыр ҙа?

– Иртән генә иҫе дөрөҫ ине, – тине Бикбулат. – Байрам, әйҙә!

Бындай ваҡытта ниндәй тауыш ишетеү ти ул! Байрам, шатлығынан ни эшләргә белмәй ине. Бер урман өҫтөндә утлы сыбыртҡыһын уйнатҡан йәшенгә, бер бөгөлөп-һығылған баҫыу сибәренә төбәлде. Ошо минуттарҙы күпме көттө ул! Бер юлы ике ҡыуаныс! Әйтерһең, ул яңынан тыуҙы. Ҡайғының да, шатлыҡтың да игеҙәк килә тиеүҙәре дөрөҫ икән. Күпме янып-көйөп йөрөнө! Үҙе генә белә. Йәшел ҡыяҡтар ҡурышһа, ул да ҡурышты, йәшел ҡыяҡтар баштарын күтәреп ҡыштырҙашһалар, ул да терелде.

Байрам артына, ауыл яғына әйләнеп:

– Иһи-һи-һи! – тип ҡысҡырҙы. – Мин һеҙгә кукурузды күрһәтермен әле!

Хыялый кешеләй эсе ҡатып көлдө һәм ҡапыл тынып ҡалды. Уның күҙ алдына аҡ халатлы ҡыҙ баҫты. Юҡ-юҡ та, бәлки, ғүмерем буйына яңғыҙым ғына йәшәрмен, тигән саҡтары булғыланы. Көтмәгәндә, йылға буйында тракторына һыу һалғанда, арғы яҡта йәйләүҙә һыйыр һауып ятҡан күрше ауыл ҡыҙҙарын осратты. Улар ҙа һыу алырға төшкәйнеләр.

– Кукурузыңды йыйғанда, беҙҙе лә өмәгә саҡыр, – тип ирештереп киттеләр. Араларынан берәүһе, артына әйләнеп, йылмайыулы ҡараш ташланы. Байрам да йылмайҙы. Көндәр үткәс, аҡ халатлы ҡыҙға тағы ла тап булды. Ҡыҙ уға үҙе һыу алып бирҙе. Байрам биҙрәләргә үрелгәндә, уға моңһоу күҙҙәрен текләне. Ҡыҙ, оялып, башын түбән эйҙе.

– Улай ҡарамағыҙ, ағай, – тип, йүгерә-атлай китеп барҙы...

– Яу, әйҙә, яу, күкрәп яу! – тине Байрам.

 

XXXVI

 

Мәрйәмгә яңғыҙ ҡалған саҡтарҙа ауыр булып китә. Уйландыра. Шуның өсөн ул күберәк ваҡытын яңғыҙы уҙғармаҫҡа, бөтәһен дә оноторға, күңел асырға тырыша. Әммә көндөң иртә-кистәре, елдәре-дауылдары һәм тып-тын, кешеләрҙән башҡа айырым ғына, үткән минуттары бар. Яңғыҙлыҡ яңғыҙлыҡ инде, уның ҡара шәүләһе аҙым һайын һиҙелә. Яңғыҙ ҡайын күрһәң дә – яңғыҙлыҡ, яңғыҙ сәскә осратһаң да – яңғыҙлыҡ, яңғыҙ ҡош сутылдаһа ла яңғыҙлыҡ иҫкә төшә лә тора. Ҡара шәүлә һағалап ғына йөрөй. Бигерәк тә ул һуңғы ваҡытта тынғы бирмәй. Гүйә, телгә килеп һөйләшә... «Ҡара төндә, мең ғазаптар кисереп, юҡҡа ғына сихырлаған мөхәббәт түгелме? Ярты юлда туҡтап ҡалырға хаҡым юҡ. Үҙ бәхетең өсөн аҙағынаса үҙең көрәшмәһәң, кем көрәшер? Билдәле, Бикбулат икеләнә, сөнки юлда, теше-тырнағы менән йәбешеп, Байрам тора. Һәр саҡ Бикбулатты бөтәһенә ҡарағанда ла көслө, ҙур ихтыярлы кеше итеп тойҙом. Ул еңергә тейеш. Башҡаса мөмкин түгел. Күр, һөйләш. Кешеләр күҙенән тартынма, кешеләр һүҙенән борсолма. Йөрәгеңдә оло һөйөү һаҡлайһың икән, күҙеңә берәү ҙә салынмаҫ, ҡолаҡтарың ят һүҙҙәрҙе ишетмәҫ, бәхетеңә тура ҡарап бар. Ул һине аңлар, үткәндәрең өсөн кәмһетмәҫ, үҙе лә кәмһенмәҫ. Киреһенсә, ҡыуаныр, ваҡытлыса айырылып, тағы бергә ҡауышҡан йылға тармағындай, тулы тормош йылғаһында ағырһығыҙ. Һеҙҙән дә күркәм, һеҙҙән дә бәхетле пар булмаҫ. Тик һин кисекмә, «мөхәббәт кисегеүҙе яратмай» ти күңел».

Тауҙан туҙан күтәреп көтөү төштө. Урамдар бер тын геүләшеп торҙо ла тағы тынды. Ишек алдарына яңы һөт еҫе таралды. Тиҙҙән сынаяҡтар, тәрилкәләр шалтыраны.

Мәрйәм, киске сәйҙән һуң, йомро беләктәрен, ап-аҡ муйындарын еҫле һабын менән ҡат-ҡат йыуҙы, иң яратҡан зәңгәр күлдәген кейеп, көҙгө алдында оҙаҡ биҙәнде.

– Бигерәк сибәрһең, суҡынмыш, – тине Мөслимә, һоҡланып. – Берҙең түгел, йөҙҙөң башын әйләндерерлек.

– Харап инде, – тине Мәрйәм, еңелсә йылмайып.

– Ҡайҙа йыйынаһың?

– Киноға, апай.

– Бар, бар.

– Әйҙә, һин дә.

– Ҡуй, арығанмын. Көн буйын ер сабыуға яурынбаштарым талған. Тәгәрәргә ултырам. Күңелең бөткәнсе йөрө, ишек асыҡ булыр.

– Ярай, апай. – Мәрйәм йәшлек еҫтәрен аңҡытып сығып китте.

Бөгөнгө һымаҡ уның киноға тулҡынланып, елкенеп барғаны юҡ ине. Йөрәге сығамы ни? Ошо клубта йырлап, бейеп үҫте тиерлек, ләкин уның былай ашҡынғаны юҡ ине.

Халыҡ та күп йыйылған икән. Урын ҡалмаған. Стена буйына һөйәлде. Ҡырын күҙе менән генә залға күҙ йүгертеп алды. Тәне сымырҙап ҡуйҙы. Шулай уҡ килмәгәнме икән ни? Кем өсөн ул сусҡалар йәйләүенән янып-бешеп ҡайтты, кем өсөн ул? Юҡ, юҡ, бөгөндән башҡа бер ҡасан да йөрәк төбөндә ятҡан һүҙҙәрен әйтә алмаясаҡ. Эйе, ямғырҙың ваҡытында яуғаны, күктең үҙ ваҡытында күкрәгәне яҡшы.

– Малайҙар, ололарға урын бушатығыҙ!

Мәрйәм терт итеп китте! Ул! Тимәк, артта ултырған.

Әмәлгә ҡалғандай, кинола ла һүҙ беренсе мөхәббәт тураһында барҙы, ләкин уның аҙағы бик күңелһеҙ, үкенесле бөттө. Егет менән ҡыҙ ҡауыша алманы. Бик ҡыҙғаныс, икеһе ике яҡҡа ҡул болғашып, күҙҙәренән йәш атып, айырылыштылар. Фәҡирлек айырҙы. Күптәр мышнап, танауҙарын тартты. Мәрйәмдең дә күңеле тулды. Уларҙың да юлдары шулай айырылыр, яҙмыштары шулай уҡ сикләнерме икән ни? Юҡ, кинолағы мөхәббәттең асы яҙмышы ғәҙелһеҙ тормошҡа, ҡараңғы донъяға бәйләнгән. Ә Мәрйәм мөхәббәте бөтөнләй икенсе илдә, азат ерҙә, азат кешеләр араһында ҡабынған. Уның мөхәббәте еңергә, улар бер юлдан атларға тейештәр.

Халыҡ ағымы Мәрйәмде ишеккә этәрҙе. Юҡ, ул, юнышҡы һымаҡ, ағымға буйһонорға теләмәй, уға ҡаршы торорға, Бикбулатты көтә бирергә теләй. Ләкин һаман ишеккә табан ҡыҫтылар.

«Бикбулат ни эшләр икән? Урамға сыҡҡас та, үҙҙәре яғына ҡайырылырмы әллә уның артынан атлармы? Ҡайырылһа, ни эшләргә? Көтөргә. Көтөрөгә һәм, артабан артҡа ҡарамайынса, бергәләп атларға ла атлаға, матур таңдарға ҡарап атларға, арығансы, сәстәр ағарғансы ҡушлап атларға!»

Клубтан сыҡтылар, ҡапҡаны үттеләр. Мәрйәм туҡтаманы, урамдан ҙур кисерештәр менән яй ғына атланы. Арттағы аҙымдар яҡынайғандан-яҡынайҙы һәм бына күптән зарығып көткән:

– Мәрйәм! – тигән йылы, яҡын, яғымлы тауыш ишетелде.

1964 йыл.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас