Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Август 2023, 05:00

Кейәү Повесть (2) Рәйес НИЗАМОВ

Розалия айный алмай торҙо. Арыҫланбәктең ҡосағынан ысҡынғас: – Оятһыҙ, – тине йән асыуына. Ҡулының һырты менән ауыҙын һөрттө. – Ирһеҙ ҡатын тигәс тә теге... – Ул һыу буйлап ауылға ҡарай йүгерҙе.

Кейәү   Повесть (2)    Рәйес НИЗАМОВКейәү   Повесть (2)    Рәйес НИЗАМОВ
Кейәү Повесть (2) Рәйес НИЗАМОВ

III

 

Шәмсетдин – Ватан һуғышы инвалиды, 1944 йылда ҡаты яраланып, госпиталдә байтаҡ ятҡандан һуң, яҙын тауҙарҙан гөрләүектәр сылтырап аҡҡанда, тыуған ауылына ҡайтты. Дөрөҫөрәге, ҡатыны станциянан барып алды. Ни сана, ни арба тигәндәй, юл өҙөлгән саҡ ине, аттар һарайында тәүҙә нимәгә тотонорға белмәй аптырашып ҡалдылар. Ахырҙа сана егергә булдылар һәм иртәнге туңда китергә ҡуштылар.

Шәмсетдин, вокзалда ҡатынын көтөп, ярты тәүлек самаһы ятты. Ул ҡултыҡ таяҡтары менән көс-хәлгә йөрөй ине. Яралы һалдат ваҡытын эскәмйәгә ҡырын ятып уҙғарҙы. Эҫе һыу-маҙарҙы дежурный килтерҙе, тышҡа пассажирҙар етәкләп алып сыҡты.

– Ҡатының әллә үҙеңдән баш тарттымы икән? – тип ысҡындырыусылар ҙа булды.

– Кемгә-кемгә, иллә-мәгәр мин ҡатыныма ышанам, ул, Ғилмиә, ундай кеше түгел, – тине Шәмсетдин, көлөмһөрәп. – Килер.

Һәм оло кәүҙәле Ғилмиә килде лә, шатлығынан илай-илай, ҡоро һөйәккә ҡалған ирен күтәрә һалып, ялан санаһына сығарып ултыртты. Әйтерһең, уны бер кемгә лә бирергә теләмәне, тиҙерәк өйгә алып ҡайтып китәһе килде.

– Әйттем бит мин һеҙгә, – тине Шәмсетдин ҡыуанышып күҙәтеп торған пассажирҙарға. – Әйттем бит.

– Бик һәйбәт, ярай, тиҙерәк һауыҡ, – тип ҡалдылар вокзалда ят кешеләр.

– Рәхмәт, туғандар.

Ҡояш күтәрелеп, ер боламыҡҡа әйләнгәс, арыҡ ат бирешә башланы. Ә инде сананың табаны һыҙат-һыҙат ҡарҙарға тейһә, ул шөйлә атланы. Ләкин бындай һыҙаттар күпкә барманы, юғалды, ат йәнә туҡтаны. Ғилмиә хайуанҡайға сана төбөндәге һандыҡты ашатты. Һандыҡ та бөттө. Шәмсетдин ҡаҡ санала ҡалды, ат тояғынан уның йөҙөнә батҡаҡ сәсрәне, ул ҡалтыранған һары бармаҡтары менән йөҙөн һыпырҙы һәм ат менән бергә атлаған ҡатынынан күҙен алманы. Ғилмигә ҡайҙа ул ире менән ҡушлап ултырып барырға ла эс серҙәрен һөйләргә, һағыштарын аңлатырға? Хайуанҡай Шәмсетдинен генә тартһын инде, ул йәйәү ҡайтырға бик риза.

Һалдат балалары хаҡында һорашты.

– Розалия нисек? Үҫкәндер инде, – тине.

– Үҫмәгән ҡайҙа ул, күптән ҡул араһына керҙе. Балаларымдың ике күҙҙәре юлдалыр инде. Хәбәреңде ишеткәс, төн йоҡламанылар, меҫкендәрем.

Ат хәҙер йыш туҡтаны. Бер туҡтағанда, Ғилмиә, ҡабырғалары ауыртып бөткәндр, тип ирен алдына алды, уны бәләкәй бала һымаҡ иркәләне, сәстәренән һыйпаны, ирендәренән һурып-һурып үпте. Гүйә, ул был таныш ирендәрҙән оҙон һуғыш юлдарының туҙандарын, дары, дарыу һәм тәүге мөхәббәтте татығанда сәскә атҡан муйыл еҫтәрен тойҙо.

– Йә, йә, – тине Шәмсетдин, ҡатынының мөлдөрәп аҡҡан күҙ йәштәрен ҡулының һырты менән һөртөп. – Йә, бөтәһе лә артта ҡалды.

Ғилмиә түҙмәне, башын сана ҡанатына һалды: өс йыл буйына көткән минуттар һуҡты. Ҡатын, зәңгәр күктә елпенгән һабан турғайына төбәлеп, иренең шинель сабыуын бөтәрләне һәм, кинәт урынына һикереп тороп, атын ҡыуа башланы. Үрҙәрҙә атҡа ҡушылып, Шәмсетдинен тартты, нисек кенә булһа ла уны тиҙерәк алып ҡайтып еткерәһе, балаларына күрһәтәһе килде. Әммә ауылға етергә ике-өс саҡрым ер ҡалғас, аттың хәле бөттө. Бер генә юл ҡалды, атты туғарырға ла ҡырлаға ебәрергә һәм ирҙе, нисек булһа ла, арҡала күтәреп алып ҡайтырға.

Их, был донъя!.. Бынан өс йыл элек, ураҡ өҫтөндә, Шәмсетдин ауылдаштары менән ошо юлдан пар аттарҙа район үҙәгенә елде. Ул саҡта таҙа, һау-сәләмәт ине. Типһә тимер өҙөрҙәй аяҡтары, тау-таштарҙы аҡтарырлыҡ ҡулдары бар ине. Көс ташып тора ине. Ә хәҙер ул аяғында ла баҫып тора алмай, һуғыш уны ҡалай рәхимһеҙ яралап, һөйәктәрен ватып ҡайтарҙы. Ярай әле ҡайтырға насип булды, юғиһә бик күптәр уның күҙ алдында үлде. Һуғыш ҡырында ул үҙ ҡулдары менән ике ауылдашын ерләп китте. Был хаҡта ауылға хат яҙҙы. Ни йөҙөң менән һәләк булған иптәштәреңдең ғаиләләренә күренмәк кәрәк? Балаларына нисек итеп яуап бирергә? «Үҙең ҡайтҡанһың, улар ҡайҙа?» – тип һорамаҫтармы. Әй был һуғыш...Ҡасан ғына бит әле ул ут ялмаған Дон дадалары буйлап ҡола толпарында саба ине. Хатта ат өҫтөндә уның танкыға ҡаршы барған саҡтары ла булды. Кеше ҡурҡыуҙы белмәһә белмәй икән. Әле иһә уның ҡыл ҡыбырҙатырлыҡ та хәле юҡ. Ахырҙа, һуғыш уны кешелектән сығарҙы. Фронтҡа киткәндә, әзмәүерҙәй ир ине, бөгөн ул ҡатынының арҡаһына аҫылынып ҡайтып килә. Ниндәй аяныс.

Әй ҡатындар! Һуғыш осоронда улар елкәһе ниҙәрҙе генә күтәрмәне, улар йөрәге ниҙәр генә кисермәне! Хоҙай ярҙам бирһен уларға, түҙгәс түҙә икән ҡатындар.

Ауыл осона еткәс, Шәмсетдин, уңайһыҙланып:

– Ғилмиә, ҡуй, төшөр, – тине, – үҙем атлап ҡарайым.

Ләкин ул күп атлай алманы, йәнә ҡатынына таянды...

Шәмсетдин тәүҙә, һикергеләп, тышҡа сыҡҡыланы, унан аттар һарайына йөрөй башланы. Ни тиһәң дә, унда күңел йыуатып ултырырға мөмкин. Ул һарай нигеҙенә өйөлгән йылы тиреҫ өҫтөндә бала-сағаның, ҡарт-ҡороноң ауыҙын астырып, фронт эпизодтарын һәм түшендәге миҙалдарҙың нисек алыныу тарихын һөйләне. Ҡайһы саҡта, яу ҡырында ятып ҡалған иптәштәрен хәтерләп, күңеле лә тулғыланы. «Ҡуй, туғандар, ҡабат күрергә яҙмаһын», – тине, тамырҙары бүртеп торған ябыҡ ҡулдарын һелтәп.

Кеше күҙ алдында төҙәлде. Бер таяҡҡа таянып йөрөй башланы, унан инде ҡул таяғына күсте. Был таяҡты ла ташлар өсөн ризыҡ кәрәк ине. Ул – юҡ. Колхоз идараһына ла барҙы, район үҙәгенә лә төшөп ураны. Юҡ, исмаһам, берәй ҡаҙаҡтай нәмә лә таба алманы. Инде ҡатыны менән йыраҡ яландарға башаҡ сүпләргә китте. Шәмсетдин, аҡһай-аҡһай атлап, утлы һуғыш юлдарын күҙ алдына баҫтырҙы. Игендәре йыйылмаған тотош баҫыуҙар яна, тимер юл буйҙарында ватыҡ вагондарҙан һыу урынына бойҙай аға, эстәре аҡтарылған он тоҡтары ята... Бына ниндәй көнгә ҡалдырҙы Гитлер, шуның арҡаһында ул хәҙер, аҡһап, ризыҡ эҙләп бара.

Шәмсетдин, яраһының һыҙлауына түҙә алмай ыңғырашып, тештәрен ҡыҫты.

– Йөрөмә тинем бит мин һиңә, – тине Ғилмиә, иренә шелтәле ҡараш ташлап.

– Һинеңсә ни эшләргә һуң? Астан шешенергәме ни? Юҡ инде, Ғилмиә ханым, бер үлемдән ҡотолоп, икенсеһенең тырнағына эләгергә теләмәйем. Хәйер, былайтып йөрөгәнсе, фронтта булыуың мең артыҡ.

Ғилмиә иренә ҡаршы һүҙ ҡатманы. Нервылары ҡаҡшап бөткән кешене үртәйһе килмәне, бынан ни файҙа. Тыл тиҙәр ҙә бит, тылда ла еңел түгел.

Был юлы Шәмсетдиндәргә башаҡ сүпләргә тура килмәне, улар ырҙын төбөнә тап булдылар. Уны һаламдан таҙарттылар, һеперҙеләр. Бермә-бер ваҡ таш, балсыҡ араһынан тары бөртөктәрен айырҙылар. Ләкин быларҙы елгәреп кенә бөтөрөрлөк түгел, бының өсөн иләк кәрәк ине. Уны ҡайҙан табаһың, ауыл йыраҡ, тирә-йүндә иләкле кешеләр ҙә юҡ. Көс еткән тиклем күтәреп алып ҡайтаһы ғына ҡалды, башҡа сара юҡ.

Ғилмиә лә, Шәмсетдин дә арҡаларына бер сама биштәрләнеләр. Көн буйына тиерлек бил бөгөп әҙерләгән нәмәнең яртыһын ташлап китәһеләре килмәне.

Ырҙын табағынан ҡуҙғалғанда, ҡояш кискә табан ауышҡайны, йыраҡтан зәңгәрләнеп ятҡан Айтуған һырттарына ыңғайлағайны. Ырҙын менән ауыл араһы ун саҡрым самаһы бара ине Яҡын баҫыуҙарҙан бер нәмә лә табып булмай шул, аяҡ аҫтында ни торһон.

Юлсыға тоҡсай ҙа ауыр, тиҙәр. Баштараҡ Шәмсетдингә арҡаһындағы йөк ауыр тойолмағайны. Бәй, бара-бара баҫа башланы, әммә ҡатынына һиҙҙерергә теләмәне. Ғилмиә, иренең хәлен күреп:

– Әллә әҙерәген миңә һалайыҡмы? – тине.

– Кәрәкмәй, – тине Шәмсетдин, ағарынып. Ирҙең намыҫына тейҙе.

Ярты юлға еттек тигәндә, Шәмсетдин, нимәгәлер абынып, йығылып китте. Ғилмиә уның яраһын сисеп бәйләне һәм:

– Түҙ инде, күп ҡалманы, – тине.

– Юҡҡа йыуатаһың мине, – тип ире асыуланғандай итте. Ул ҡайтты ла ятты, ырыҙын төбө уға ҡиммәткә төштө, бер айҙан һуң ғына йүнләп аяғына баҫа башланы, ләкин һаман яраһынан ваҡ һөйәктәр сыҡҡыланы. Инде артабан бирешмәне, бара-тора таяғын да ташланы. Шулай ҙа аҡһаҡ булып ҡалды, сөнки операциянан һуң уң аяғы ҡыҫҡарғайны. Ул төрлө эштәр башҡарҙы, бригадир вазифаһын да бик тырышып үтәне. Ләкин бер мәл, ҡыҙып китеп, эшкә сыҡмай ҡарышҡан һалдат ҡатынына сыбыртҡы менән һуғып, харап булды. Фронтовик тип торманылар, ике йылға иркенән мәхрүм иттеләр. Инде донъяға ҡул һелтәп ҡайтты.

Шулай ҙа ул һаман да штатныйҙар тирәһендә буталды. Уны йә учетчик иттеләр, йә пожаркаға ҡуйҙылар. Ә быйыл почта ташыған еренә ваҡытлыса ырҙын табағына мөдир итеп тәғәйенләнеләр. Хәҙергә берәйһе йөрөп торор, ураҡ тамамланғас, яңынан үҙ эшеңде эшләрһең, тинеләр.

Ураҡҡа дәррәү төшөлдө. Бер-бер артлы иген яҫмалары һуҙылды, ике-өс көн дә үтмәне, ғолт-ғолт килтереп уларҙы комбайндар һуға ла башланы. Һә тигәнсе ырҙын табағында ашлыҡ тауҙары өйөлдө.

Шәмсетдин көнө-төнө ошонда ҡайнаны, иген тауҙары үҫте, иген тауҙары менән уның күңеле лә үҫте.

Бер мәл шулай шаулап торған ҡоро ашлыҡ өҫтөндә кинәнеп ятҡанда, теге ваҡытта нисек хитланып ырҙын табағын һепереп алып ҡайтҡан көндәрҙе хәтерләне. Ай-һай, ауыр саҡтар ине, бик ауыр саҡтар. Иҫкә төшһә, әле лә тәндәр сымырҙап китә. Бер бөртөк ризыҡты эҙләп, ана ниндәй генә ерҙәр табанланмаған.

Тегендә сәселеп, бында түгелеп ятҡан игенде күреп, икмәктең ҡәҙерен ебәрҙек түгелме һуң, тине Шәмсетдин һәм, бер аҙ тәмәке көйрәтә төшкәс, ат аунаған ерҙә төк ҡалыр инде, тип икенсе һығымта яһап ҡуйҙы. Шулай итеп, ул ауыр ваҡыттарҙы тиҙ онотто. Хәйер, Шәмсетдин әсе нужаларҙы күптән онотҡайны. Кешенең тамағы ризыҡҡа тейенһә, уның нәфсеһе икенсегә тарта башлай бит. Кистән ярайһы ғына һалып, иртән башы сатнаһа: «Баш төҙәтерлек нәмә лә рәтләй алмағас, ни бысағыма бында буталаһың, Шәмсетдин?» – тине ул үҙ-үҙенә. Ат менән йөрөгәндә, исмаһам, бесән аҫтына берәй тоҡ «ем»де һалып китеүе бер ни ҙә түгел ине. Хәҙер ни ҡулда ат юҡ. Билдәле, ат булмағас, «ҡанат» та юҡ. Ни эшләргә һуң?

Шәмсетдин ҡайһы саҡта эш менән мауығып, бөтәһен дә онотто. Һин дә мин йөрөнө. Кешеләрсә һөйләште, етмәһә, аҡыллы кәңәштәр бирҙе. Әйтерһең, ул яңынан тыуҙы. Инде тағы башы сатнай башлаһа, ене ҡоторҙо һәм йәнә кинәт баҫылып ҡалды, бөтә тәне тиргә батты. Бына ошо минуттарҙы тағы уның йөрәген теге һоро бесәй тырнай башланы. Ахырҙа ул, себәләнгән ептең осон тапҡандай, йылмайып ебәрҙе, бөрсөк-бөрсөк тирен ҡатҡан ҡулъяулығы менән һөртөп ҡуйҙы. Сергей бар ҙабаһа! Ни эшләп ул бер ҙа башҡа килмәгән? Арыу ғына егет күренә түгелме һуң? Ҡыҙында ла тора, бәлки, уртаҡ тел табырҙар? Һалдатҡа ла кәрәк. Сит кеше. Килде – китте. Онотолдо.

Шулай итеп, мөдир һалдатты һынап ҡарарға самланы. Ләкин бер ҙә яйын тура килтерә алманы. Сергей һис тә кешеләрҙән айырылманы. Әле тегеһе, әле быныһы менән һөйләште, йә булмаһа, кузовҡа менеп, тейәгес, өйгән игенде тигеҙләп таратты. Шунан инде машинаһы менән геүләп, ырҙын табағынан сығып китте. Ҡапыл ғына уға сереңде нисек асаһың. Ипле генә күренһә лә, кешене ҡайҙан беләһең, ҡарбуз һымаҡ тиҙ генә эсен ярып ҡарап булмай бит.

Шәмсетдин бер кисте, йомош тапҡан булып, Розалияларға ла һуғылырға уйланы. Ләкин кире һүрелде. Бибибнур ҡарсыҡ менән ҡыҙынан шикләнде. Әллә нәмә уйлауҙары бар.

Ырҙын табағынан да ышаныслы урын юҡ. Сергей сираттағы рейстан ҡайтҡас, келәт күләгеһендә ултырған һалҡын һыуҙы ғолтолдатып эсергә тотондо. Шул саҡ Шәмсетдин килеп сыҡты:

– Бик һыуһағанһың икән, егет, – тине ул, йылмайып. – Йә, хәлдәр нисек?

– Яҡшы, – тине һалдат, ирендәрен һөртөп.

– Элеваторҙа артыҡ тығыҙ түгелме?

– Ваҡыты менән сират та көткөләйһең.

– Булыр, булыр, тирә-яҡта ла төшөм арыу бит. Һәр кемгә лә тапшырырға кәрәк. Ҡайҙа, көйрәтергә юҡмы?

Сергей уға осһоҙло ғына папирос һондо.

– Ауыҙ бысратып, кеше шуны тартамы ни, дурак, – тине мөдир, хәйләкәр генә көлөмһөрәп. – Ҡиммәтле папирос алыр өсөн һалдатҡа ла аҡса кәрәк шул. Хәйер, башы эшләһә, ул уны таба ала инде, иген үҙ ҡулында. – Шәмсетдин күҙ ҡыҫып ҡуйҙы.

– Төшөнмәйем, – тине Марченко, ҡулбашын һикертеп.

– Юҡ, мин былай ғына, – тип Шәмсетдин һүҙҙе икенсегә борорға тырышты. Йәнәһе, ул шаярып ҡына әйтте, быға һис тә иғтибар итергә ярамай, тел нимә һөйләмәҫкә мөмкин. Ауыҙыңа ҡаптырғанды йота белмәгәс, үҙ яйыңды ҡара, тиле.

Ҡайһы берәү кешене тиҙ һиҙә. Башта уҡ Сергейға Шәмсетдин сәйер һымаҡ күренде. Ялағайҙарҙы йәне һөймәй уның. Ысынлап та, ырҙын табағына берәй етәксе йәки вәкил килһә, Шәмсетдин инде, ҡойроғон болғаған эт кеүек, тегенең әле алдына, әле артына сыға, өҫтөнә ҡунған кәбәккә тиклем алып ташлай. Ҡайҙан өйрәнгән ул быға?..

Сергей, әлбиттә, бөтәһен дә аңланы. Шулай ҙа ул һүҙҙе былай ғына баҫып ҡалдырырға теләмәне, уңайы килгәндә, әйтергә уйланы:

– Ҡайҙа этәргәнеңде беләһеңме? – тине ул етди ҡиәфәттә.

– Ҡуй әле, ташла, – тип Шәмсетдин, һаман йылмайып, ары атланы һәм эстән генә был тәкәббер егеттән нисек үс алыу пландарын ҡорҙо.

Ике көн үткәс, Марченко, иген ҡабул итеү пунктынан асыуланып ҡайтып:

– Ике центнер тулманы, ниңә дөрөҫ үлсәмәнең? – тине. – Аҙаҡҡыһы булһын.

Шәмсетдингә кеше алдында бындай һөйләшеү оҡшаманы.

– Минең үлсәүем май кеүек эшләй, хатта һәр бөртөк бойҙайҙы тоя. Әллә һин уны юлда һатып киткәнһең, кем белә, – тине.

– Нимә? – Сергей, ағарынып, Шәмсетдингә яҡынлашты. Әммә Шәмсетдин урынынан да ҡуҙғалманы.

– Әтәсләнмә, мин дә йүкәнән һуйылмаған, – тине. – Һалдат, имеш. Бына быларҙы күрәһеңме? – Ул түшенә теҙеп таҡҡан миҙалдарын шылтыратты.

– Тимәк, мин һатҡанмын?

– Хәҙер ҡараңғы. Бәлки, ҡойғанһыңдыр.

– Ултыр машинаға, әйҙә Аҡ Яланға, – тине Сергей, Шәмсетдиндең терһәгенән тотоп.

– Йоғонма! – тине мөдир, ҡысҡырып. – Һәр бер шофер артынан Аҡ Яланға йөрөй башлаһаң. Бар, юлыңда бул. Әгәр ҙә тағы етмәһә, өҫтөңә күтәртәсәкмен.

– Ҡарарбыҙ, тигән һуҡыр! – Сергей шажлап ырҙын табағынан сығып китте. Шәмсетдин шунда уҡ Розалияны үҙенең «кабинетына» – бәләкәй келәткә саҡырып:

– Ҡыҙыҡай, был хахулды бөгөндән үк өйөңдән ҡыу, – тине.

– Һеҙҙең ирешеүҙә минең ни эшем бар, – тине Розалия. – Фатир өсөн колхоз хеҙмәт көнө яҙа.

– Миңә оҡшамай ул.

– Һин бит уны юҡҡа рәнйетәһең.

– Улай икән! Башыңды көрәк менән һуғып ярмаҫ борон сығып кит!

Розалия ҡабат һүҙ ҡушманы, үҙен сбаыр ғына тотоп, иптәштәре янына, елгәргестәр геүләгән ергә атланы.

Ошо минуттан башлап Шәмсетдин Сергейға төрлөсә аяҡ салырға уйланы, еүеш игенен дә, сүпле игенен дә тейәтергә уйланы, ләкин икеләнде, шикләнде. Уйындан уймаҡ сығыуы бар, тип үҙенең урыны тураһында ла ҡайғыртты. Әммә ул Сергей менән килешергә теләмәне. Рәмилдең ят шоферға ултырғанын күрһә, Шәмсетдин ырҙын табағындағы бөтә балаларҙы, шул иҫәптән ейәнен дә, ҡыуҙы.

– Барығыҙ, ҡайтығыҙ, эт ирештереп йөрөмәгеҙ, – тине, оҙон һаплы һеперткеһен күтәреп. Таш ырғытҡанға ҡурҡып, пырылдашып осҡан ҡоштарҙай, балалар төрлө яҡҡа һибелде. Тик Рәмил генә баҫып ҡалды, үҙ олатаһының теймәҫлегенә ышанды, ләкин олатаһы килеп:

– Кемгә әйтәләр, ҡара морон, – тип уның ҡолағын борҙо.

– Әсәй! – тип малай тыпырсынды ла ҡапаҡаға табан йүгерҙе.

Розалияның йөҙө үҙгәрҙе, ҡараштары уҫалланды:

– Шул етем баланы ҡаҡмаһаң, – тине һәм Рәмил яғына боролдо. – Ҡайт, улым. – Әсә аҙаҡҡы был ике һүҙҙе йөрәк төбөнән сығарып, йылы итеп әйтте.

Күп тә үтмәне, Рәмил йәнә иптәштәре менән, ашлыҡтан айырыла амлаған ҡаҙҙарҙай, ырҙын табағына килде, яңынан иген өҫтөндә тәкмәс утып уйнай башланы.

 

IV

 

Арыҫланбәк армияла еңел машина йөрөттө. Тәбәнәк кенә буйлы, киң күкрәкле был башҡорт егетен командиры бик яратты. Йылы тулһа ла, ҡайтарғыһы килмәне. Ләкин Арыҫланбәк ҡалырға теләмәне, тыуған яҡтарын бик һағынғайны.

– Көсләп тота алмайым, министрҙың бойороғо – бөтәбеҙ өсөн дә закон, – тине командир, йылы итеп һаубуллашып. Беләгенән сәғәтен сисеп бирҙе. – Бергә хеҙмәт иткән йылдар иҫтәлеге булһын.

– Рәхмәт, – тине Арыҫланбәк, тулҡынланып. Айырылыуы ауыр ине. Күнегелгәйне. Ни эшләйһең, берәү ҙә һалдатҡа ғүмергә алынмай.

Арыҫланбәк, ауылына ҡайтҡас, айға яҡын ял итте. Яңы хәрби кейеменең түшенә значоктар тағып, йылтыр итектәрен шығырҙатып, Айтуғандың урамын көнөнә өс-дүрт мәртәбә ураны. Ауылдаштары, йола буйынса, кистәрен ҡунаҡҡа өндәштеләр, донъя хәлдәрен һораштылар. Арыҫланбәк һөйләгәндә рус һүҙҙәрен дә ҡыҫтырғыланы. «Үҙгәреп, мәғлүмәте артып ҡайтҡан», – тинеләр уға ололар.

Күңел асыу айҙан артһа, аҡһаҡалдар һуҡрана, ел ҡыуып йөрөүгә һанай башлай. Арыҫланбәк ҡарттар теленә эләкмәне, йөк машинаһына ултырҙы. Машинаны инде йөрөтә белде, йән-фарманға осто, әммә ватылып, батып ятманы. Дуҫын да, запас часын дә тапты. Аҡ Яланға һә тигәнсе барып ураны. Ауыл малайҙарының башын-күҙен әйләндерҙе. Һәр береһенең Арыҫланбәк кеүек оҫта, йылғыр шофер булғыһы килде. Шулай ҙа Арыҫланбәк хәҙергә машинаһы янына уларҙың береһен дә яҡын ебәрмәне.

– Пацан, йоғонма, танау аҫтың кибеп етмәгән, – тине.

Малайҙар үпкәләмәне, киреһенсә, уның ауыҙынан ишеткән бер һүҙҙе үҙ-ара ҡабатланылар. Уныңса олпатлап атларға, уныңса ауыҙҙа тәмәке тоторға, хатта уныңса эре генә төкөрөргә тырыштылар.

Иген еткәс, Арыҫланбәктең исеме тағы күтәрелеп китте. «Имәнле яр» колхозы районда беренсе булып Аҡ Ялан элеваторына ашлыҡ тапшырҙы һәм тәүге квитанцияны алыу бәхете Арыҫланбәккә эләкте. Республика гәзите беренсе биткә уның йылмайып төшкән, бик ҡәнәғәт фотоһын баҫты, радио уның хаҡында шаулатып хәбәр һөйләне. Арыҫланбәк тә Арыҫланбәк, гүйә, тирә-яҡта ундай бер шофер ҙа юҡ. Тик бына ул һуңғы көндәрҙә һағая төштө. Һағайырлыҡ шул, быға тиклем берәү ҙә өсәр рейс биргәне юҡ ине әле, ҡыҙыл вымпел уның машинаһында елберҙәп йөрөнө. Ә кисә көтмәгәндә Сергей Марченко уның үксәһенә баҫты. Тимәк, вымпелдың ҡулдан ысҡыныу ҡурҡынысы бар. Ул ҡоро ҡыҙыл сепрәк киҫәге генә түгел, ә ир-егеттең ярты ҡанаты, даны, ҡыҫҡаһы, Айтуғандың йөҙө.

Арыҫланбәк моторҙы башҡа көндәргә ҡарағанда бик иртә ҡабыҙҙы. Унан да иртәрәк өс-дүрт ҡатын ауылдың осона сығып баҫҡайны. Баҙар көн ине. Арыҫланбәк кеше тейәп йөрөргә яратманы. Ҡатындарҙы шәйләү менән, машинаһын йәнә ҡыҙыулатты. Бисәләрҙең сырылдашҡан тауышын ишетмәмешкә һалышты. Күпер төбөндәге соҡорҙа машина һикереүҙән ашлыҡ һибелеп ҡалды.

– Игелекһеҙ!

– Мөртәт! –тиештеләр ҡатындар, үртәнеп.

Арыҫланбәктең бөтә теләге Сергей ҡуҙғалғансы әйләнеп, икенсе юлға бергә тейәргә ине. Ул йәйәүле, атлы кешеләрҙе, тауыҡ төркөмөн ҡурҡытҡандай, өҙөп-өҙөп сигнал биреп, ян-яҡҡа туҙҙырып уҙҙы. Ләкин тимер юлды аша сыҡҡан ерҙә бер аҙ көтөргә тура килде: шлагбаум төшкәйне. Торған һайын асыуы ҡабарҙы, ни эшләһә лә, шлагбаум, ваҡыты еткәс, тауар поезы ер тетрәтеп үткәс кенә, күтәрелде.

Уйлағанса булманы. Борсаҡты алманылар, араларында йәшеле күп, тинеләр.

Арыҫланбәк Сергейҙы Төйлөгән тауында осратты. Уның оло машинаһы әкрен генә үрләй ине. Әһә, теге ҡатындарҙы иген өҫтөнә алған. Ярамһаҡлана! Автоинспекторға эләкһәң, ҡотола алмаҫһың. Эстә кем? Розалия? Эйе, ул. Тән сымырҙап китте. Ҡалай икәүҙән-икәү генә, йылмайышып, һөйләшеп баралар. Әһә, ана нисек. Был ҡолға буйлы украиндың Розалияларға фатирға төшөүе башта уҡ оҡшап етмәгәйне. Йөрәк утын бутай башланы түгелме?.. Розалия... Розалия... Ошо матур, күңелгә яҡын исем нисәмә йылдар инде, моңло йыр һымаҡ, ҡолаҡ төбөндә генә яңғырай, эстән генә телдә йыш ҡабатлана, төштәргә кереп һаташтыра. Розалия... Ул уны бала сағынан яратты бит. Алыҫта яҡты эҙҙәр ҡалдырған балалыҡ йылдары бер-бер артлы күҙ алдына баҫты. Кистәрен, көтөү ҡайтҡас, Аҡбөйөрҙө, һауғандан һуң, ауыл артына ҡыуа, күҙ бәйләнгәнсе, һыйырҙар ашап туйғансы, әйлән-бәйлән уйнай торғайнылар. Розалия оҫта итеп бейей, йырлай, Арыҫланбәк, уның менән әйләнгәндә, үҙен күктә осҡан һымаҡ тоя ине.

Айтуғандан Баллы Шишмәгә йәйәү йөрөп уҡынылар. Иртүк китә, төштән һуң юл буйына бәхәсләшеп йәиһә шаярышып ҡайта инеләр. Бер мәл Арыҫланбәк ҡаты ҡар киҫәге менән бәреп Розалияны илатты. Ҡыҙый, башын тотоп, сүгеп ултырҙы. Йыуатыуы һаман хәтерендә, сәстәре йомшаҡ ине.

– Кит бынан, бысраҡ ҡулыңды ал, – тине ҡыҙ уға. Ошо хәлдән һуң Розалия һәр саҡ унан ситләште. Эйе, ул сәстәрҙе тәүге һәм һуңғы мәртәбә һыйпауы булған. Арыҫланбәк күп ҡыҙҙарҙы осратты, күп уйланды, ләкин Розалияны онота алманы. Юҡ, оноторлоҡ түгел. Етте! Үҙенең ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында тәүгел оло бәхетенән мәхрүм булды. Бөгөн үк күрергә, һөйләшергә кәрәк.

Розалия, Сергей икенсе рейсҡа киткәс, ырҙын табағында ҡалды. Иртәнге юлда ул килеп етмәгән кеше өсөн генә барғайны.

– Киттек, – тине Арыҫланбәк, уға ярҙамлашып.

– Ҡайҙа? – Розалия тейәгестән аҡҡан игенде кузовҡа таратты.

– Аҡ Яланға.

– Ваҡытым юҡ.

– Иртән бит тапҡайның.

Розалия һиҙенеп алды. Тимәк, көнләшә. Үртәргә кәрәк, ҡатындар күҙәтеп йөрөмәһен.

– Миңә ул машина оҡшай, – тине Розалия, көлөмһөрәп.

– Бәлки, хужаһылыр...

– Бәлки... – Розалия ҡаш аҫтынан ғына хәйләкәр ҡараш ташланы.

– Ысынлап әйтәм.

– Юҡты һөйләмә, кит. Кеше әллә нәмә уйлауы бар.

– Мин һине, сменаң алмашынғас, һуҡмаҡ буйында көтәм. Әйтәһе һүҙем бар.

– Ҡарармын, – тине Розалия, тиҙерәк ҡотолорға теләп.

Төнөн ҡайтырға йыйынғанда, ямғыр һибәләй башланы. Тиҙ генә үтеп китер, тип уйлағайнылар ҙа, ләкин болоттар тирә-яҡты уратып алды. Әйтерһең, ул төн буйына Айтуған өҫтөнә генә яуырға теләне.

– Йүнлегә түгел был, балалар, ямғырҙы әйтәм, ҡунмайынса китмәҫ, ахырыһы, – тине Шәмсетдин, бер тегеләй, бер былай йүгергеләп. – Бер ҡаныҡһа ҡаныға бит ул. Иртән генә яуып уҙғайны бит әле. Нимә кәрәктер, хас теге әрһеҙ ҡунаҡ һымаҡ, ҡыуып ебәрермен тимә. Тиҙерәк асыҡ һауала ятҡан игенде лапаҫ аҫтына тыға һалайыҡ. Оҙатып бөтөп булманы бит, шоферҙарын әйтәйем, алғы тәгәрмәстәрен ҡуҙғатҡансы, артҡы тәгәрмәстәрен эт ашай. Бер китһәләр, ҡайта белмәйҙәр. Шулар арҡаһында ашлыҡты әрәм итеүең ихтимал.

– Инде уларға ла риза булмағас, Шәмсетдин ҡустым, аңламайым. Көн, төн менән иҫәпләшмәйҙәр бит, – тине ырҙын ҡараусы ҡарт.

– Кемдәр һуң улар? – тип ҡысҡырҙы мөдир.

– Әйтәйек, Арыҫланбәк, Сергей.

– Арыҫланбәккә һүҙем юҡ. Ә бына Сергейҙы юҡҡа маҡтайһың. Яңы машина, етмәһә, вездеход. Уға теләһә ниндәй юлдан йөрөргә мөмкин. Ә ул, ялҡау, күҙ бәйләнеү менән, моторын һүндерә.

– Юҡҡа рәнйетәһең кешене, кем, Шәмсетдин. Рулдәре артында йоҡлайҙар ҙабаһа.

– Етте, ҡарт, лыҡылдап торғансы, ана, ҡулыңа көрәк ал. Файҙаһы күберәк тейер, – тип Шәмсетдин лапаҫ аҫтына ашыҡты.

– Бына йүнһеҙ, – тине ҡарт, аптырап.

Мөдир ҡатын-ҡыҙ тирәһендә буталды.

– Беләм, арынығыҙ, бер тынға түҙәйек инде, – тине ул. Баянан бирле атаһының тоҙһоҙ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып эшләгән Розалия:

– Әҙерәк ярҙамлашыр инең, – тине.

– Уныһын мин үҙем беләм, – тине Шәмсетдин. – Йомортҡа тауыҡты өйрәтмәһен.

Ашлыҡ күсереү байтаҡҡа һуҙылды. Розалия, ахырҙа хәлдән тайып, еүешләнгән сәстәрен рәтләне.

Арыҫланбәк бөгөнгө кисте түҙемһеҙлек менән көттө. Ул көн буйына тиерлек елкенеп йөрөнө. Ямғыр күҙе күренгәс, һуңғы рейсҡа ла барманы.

– Минең тәгәрмәстәр шымарған, әҙ генә бысраттымы, шыжлап тик ултыра, – тине һәм колхоз етәкселәрен әрләне. Имеш, тегеләй ҙә былай, ваҡытында ҡайғырта белмәйҙәр.

Шәмсетдин уның менән килеште.

– Ярай, бар ҡайт, батырға ла ял кәрәк, – тине. Ҡыҙы менән осрашырға ниәтләүен башына ла индермәне.

Арыҫланбәк ҡыйыулыҡ өсөн әҙерәк һалып алды ла һөйләшкән урынға йүнәлде. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ямғыр туҡтарға уйламаны. Егет ботаҡтары ҡороған ҡарт өйәңкенән башҡа ышыҡланыр урын тапманы. Тәғәйенләнгән сәғәт үтеп тә китте. Әй, был осрашырға һүҙ бирешкән минуттар! Уларҙы кемдәр генә көтөп алмаған да кемдәр генә ҡыуанмаған, кемдәр генә мөхәббәттән иҫермәгән! Йәиһә кемдәрҙе генә ошо минуттар ҡайғы утына һалмаған. Эйе, һәр кемдең һөйгән кешеһенә илткән үҙ һуҡмағы була. Ул һуҡмаҡ донъялағы башҡа бер һуҡмаҡҡа ла оҡшамай. Әй, был йәшерен, серле, яҡты һуҡмаҡтар! Ниңә йөрәктәрҙе ғазаплайҙар икән?!

Бына был ҡарт өйәңке үҙ ғүмерендә күп нәмәләрҙе күргәндер, күп ваҡиғаларға шаһиттыр. Бәлки, ошолай, Арыҫланбәк һымаҡ, уның янында һөйгәнен көткән кешеләр булғандыр. Берәүҙәр өндәшмәй генә тыныс торғандыр, икенселәр, Арыҫланбәк кеүек, баҫыр урын тапмағандыр. Эйе, Арыҫланбәк сәғәттән артыҡ көтә шул. Ямғыр, сирҡандырып, тәнгә, тәнгә генә түгел, үҙәккә үтә. Әллә юҡҡа ғына көтәме? Бәлки, ул әллә ҡасан ҡайтып, донъяһын онотоп йоҡлайҙыр? Арыҫланбәк ике ятып бер төшөнә лә кермәйҙер. Бәлки, Розалия уны ярата алмайҙыр? Тормошта ниңә шундай ғәҙелһеҙлек йәшәй икән? Берәү ярата, ә икенсе уға иғтибар ҙа итмәй, саф, ҡайнар тойғолар уның өсөн төньяҡтан иҫкән ел менән бер. Их, был һалҡын елдәр, һалҡын ямғырҙар, һалҡын ҡараштар!..

Арыҫланбәк, түҙемлеге бөтөп, китергә йыйынғанда, ямғыр һыуын тастырҙатып атлаған аяҡ тауышын ишетте. Ул, сит кешелер, тип ағасҡа ышыҡланды, ләкин Розалия икәнен белгәс, ҡаршы атланы.

– Мин һине тағы бөтөнләй онотҡанмын, – тине Розалия, бер-ике аҙым туҡтап. – Әллә күшегеп бөткән инде? Йә, ниндәй һүҙең бар?

Арыҫланбәк ҡаушап ҡалды. Ни тип әйтергә лә теле барманы. Алдан һөйләргә әҙерләгән һүҙҙәре таралды ла ҡуйҙы. Ҡалтыранды, әммә ул үҙен ҡулға алырға тырышты, ниндәйҙер сихри көс Розалияға табан этәрҙе.

– Яҡын килмә, – тине Розалия, артҡа сигенеп. Танауына араҡы еҫе бәрелде. Ул нимәлер һиҙенде, бынан ҡайтҡанына үкенде, ләкин һуң ине, Арыҫланбәк уның биленән эләктереп алды.

– Ебәр, әтеү ҡысҡырам, – тине Розалия, тартҡылашып. – Ҡайырма ҡулымды. Әл-ләл-лә.

– Яратам мин һине, – тине Арыҫланбәк ҡосаҡлап. Ул, оҙаҡ йылдар буйына йөрөткән аһ-зарҙары ҡанғансы, уны һурып-һурып үпте. Йомшаҡ ирендәрҙән әрем ҡатыш иген тәме килде.

Розалия айный алмай торҙо. Арыҫланбәктең ҡосағынан ысҡынғас:

– Оятһыҙ, – тине йән асыуына. Ҡулының һырты менән ауыҙын һөрттө. – Ирһеҙ ҡатын тигәс тә теге... – Ул һыу буйлап ауылға ҡарай йүгерҙе.

Арыҫланбәккә рәхәт тә, ауыр ҙа, яманһыу ҙа ине.

Ямғыр һаман яуҙы.

Фото: Бәйләнештә

 

V

Автор:
Читайте нас