

VII
Көн буйына баранка артында йонсотһа ла, Арыҫланбәк тиҙ генә йоҡлап китә алманы, мендәрен ҡырҡҡа әйләндерҙе. Етмәһә, тәҙрә артында саған япраҡтары шаулашты. Улар уға йә ниндәйҙер шомло хәбәр һөйләгән кеүек, йә унан көлгән һымаҡ булдылар: «Йәнәһе, ни эшләп ятаһың, унда бит Сергей, Розалия...» Юҡ, тышҡа сығып урамайынса, Арыҫланбәктең күңеле тынысланманы. Ул һикереп тороп кейенә башланы.
– Был ваҡытта ҡайҙа бараһың инде, – тине әсәһе. – Ҡара таңдан торорға кәрәк, ял итер инең.
–Хәҙер керәм мин.
– Беләм мин һинең ҡайҙа барғаныңды. Ике балалаы Шәмси ҡыҙына ялынып йөрөмәһәң, ҡыҙ бөттөмө ни һиңә? Үгәй бала ҡарап изгелек күрермен тип уйлайһыңмы ни? Үҙеңдән бөтә ауыл бот сабып көлә бит. Харап, тегеһе лә ун һигеҙ йәшлек ҡыҙмы ни, ҡалай танауын сөйгән була. Имеш, урыҫты өйөнә керткән, ауыҙыңа биреп китер әле. Минең, етмеш йәшлек ҡарсыҡтың, һүҙе раҫҡа сығыр. Арыҫланбәк, тим, кәмһенеп йөрөмә. Ят.
– Һин бит, әсәй, бер нәмә лә аңламайһың.
– Һин бик аңлайһың, атайың иҫән булһа, аяғыңды ла атлатмаҫ ине. Бибинур ҡарсыҡтың ейәндәрен тупһаға баҫтырһаң, минән өмөт көтмә. Миңә үҙ ҡанымдан яралған балалар кәрәк. Бибинур ҡарсыҡ менән бүлешәһе нәмәм юҡ.
– Иллә юҡты һөйләйһең дә, әсәй, – тип Арыҫланбәк сығып китте. Әсәһе һиҙгән тиң, һиҙәләр шул улар, барыһын да һиҙәләр. Ауылдың ҡайһы өйөнән ниндәй төтөн һирпелгәне уларға күренеп тора.
Ағастар шаулай, ағастар япраҡ ҡоя. Шауламайынса япраҡ осормай шул улар. Ауылдың әле теге, әле был осонда һирәк-мирәк ут емледәй. Йоҡламаусылар бар икән әле. Йә берәйһенең балаһы уянғандыр, йә берәйһе тәмәке тартырға торғандыр. Донъя бит.
Арыҫланбәк, кепкаһын ҡырын һалып, бушлат яғаһын күтәреп, урам буйлап яй ғына атланы. Ҡайҙа барып бәрелергә лә белмәне. Була бит шундай саҡтар, һөйләшергә кешеһен дә тапмайһың. Хатта һиңә урам эте лә осрамай.
Таныш өйгә яҡынлашҡан һайын, егеттең йөрәге йышыраҡ типте. Ут-маҙар күренмәй, ятҡандар. Яҡтылыҡ булһа, бер хәл ине, Сергей янына ингән һылтау менән кереп тә урар ине.
Ҡапҡа төбөнә туҡтарға баҙнат итмәйенсә, Арыҫланбәк ары атланы, ауыл осона етте. Ул бында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Үс итеп, ауыл осондағы бәләкәй генә өйҙә яңғыҙ йәшәүсе һауынсы эргәһенә һуғылырға ла самаланы, ләкин кире уйланы. Розалия ишетһә, күҙ ҙә һирпеп ҡараясаҡ түгел. Унан вәссәләм.
Ни эшләп һуң әле ул былай ауыл башында һантый кеше һымаҡ баҫып тора? Уға бөгөн, ошо сәғәттә, ошо минутта Сергейҙы күрергә, үҙенә бөтәһен дә һөйләп бирергә кәрәк. Ниңә ҡурҡып йөрөргә, Арыҫланбәк бит әле ошо ауылдың, ошо ерҙең кешеһе, аяҡ терәп һөйләшергә уның тулы хаҡы бар. Ә Розалия бер көнгө ҡарт өйәңке төбөндәге хәлдән һуң уға ишек асырмы? Дөрөҫ, улар көн дә ырҙын табағында осрашалар. Әммә уны Розалия күрмәмешкә һалышып үткән була. Күрә ул, сер генә бирмәй. Бер үпкәнгә бер ҡатын да бер йыл буйы үпкәләп йөрөмәй.
Юҡ, бында барыһына ла Сергей ғәйепле, ул килгән көндән башлап уның тормошо болғана башланы. Яратҡан кешеһенең йортона фатирға керҙе, балаларының күңелен яуларға тотондо. Хатта һис кемгә лә баш бирмәгән, ҡырыҫ Бибинур ҡарсыҡтың йөрәгенән урын эҙләргә кереште. Оҙаҡламай Розалияны үҙ яғына әрмәләйәсәк. Килмешәк бик тәрәнгә үтергә тырыша түгелме һуң? Былар бит бөтәһе лә Арыҫланбәк йөрәгенә барып бәрелә. Быны ул, беренсе сиратта, үҙенең яңы ғына заводтан алып килгән машинаһы менән яулай. Имеш, ул Арыҫланбәкте ҡыуып етте, бөтә Айтуғандың күҙ алдында уҙып китте. Ярай, Арыҫланбәк иҫке күпер менән дә янһын, ти. Әйҙә, уның батҡан машинаһын шул уҡ Сергей ҙа тартып сығарһын, ти. Әммә ул уны барыбер күрә алмай.
Арыҫланбәк, Розалияларҙың бәләкәй ҡапҡаһын асып, ишек алдына үтте. Бында ысын хужаларса ят машина тора ине. Һуңлап ҡайтыу сәбәпле, Сергей бөгөн өйҙәгеләрҙе борсорға теләмәне. Машинаһын һүндерҙе лә ошонда, кабинала, тәгәрәне. Уның да күҙенә йоҡо ҡунмай, уйланып ята ине. Ҡапҡа шығырҙауын ишетеп, ул:
– Кем бар унда? – тине.
Арыҫланбәк, һиҫкәнеп, артҡа сигенде һәм шул минутта кабина ишеге асылып китте.
– Мин был – Арыҫланбәк.
– Ни эшләп йөрөйһөң?
– Үтеп бара инем, һинең тәмәкең юҡмы икән тип һуғылдым.
Ике шофер кабина баҫҡысында тәмәке тартырға кереште. Бер аҙ улар һүҙһеҙ ултырҙылар. Йә, төн буйына йөрөргә ниндәй сәбәп тыуҙы тигәндәй, Сергей яйлап ҡына тәмәкеһен һурҙы. Ә һинең башыңда ниндәй ҡара уйҙар тигәндәй, Арыҫланбәк һүҙен башларға ашыҡманы. Уның өсөн ярты төн уртаһы ни, таң алды ни – барыбер, керпек ҡаҡмаһа ла, түҙә ала.
– Ниндәй ҡараңғы төн, исмаһам, йондоҙҙар ҙа күренмәй, – тине Арыҫланбәк. – Һеҙҙә лә ошондай төндәр буламы?
– Була, әлбиттә.
– Тыуған яҡтарҙы һағындыралыр ҙа инде?
– Тыуған яҡ та булһын, һағындырмаһын да, ти.
– Бигерәк тә һөйгән ҡыҙ иҫкә төшәлер, ә?
– Төшмәгән ҡайҙа ул, – тине Сергей, күршеһенең епте ҡайҙа тартҡанын һиҙеп.
– Бына мин дә шулай, – тине Арыҫланбәк, – Розалия эргәлә генә йәшәһә лә, үҙен берәй көн күрмәнемме, бойоға башлайым.
– Ниңә өйләнешмәйһегеҙ һуң?
– Һаман һуҙа. Ә мин унһыҙ йәшәй алмайым. Аңлайһыңмы? Йәшәй алмайым.
– Тимәк, тиҙләтергә кәрәк, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы сит шофер. Әммә ҡараңғы булыу сәбәпле, уның ирониялы йөҙөн ауыл шоферы шәйләй алманы.
– Баҫыу эштәре тамамланһын инде. Тик бына туйҙа һин генә ҡатнаша алмайһың. Бик йәл, – тине Арыҫланбәк, Сергейҙың ҡылын тартып.
– Ни эшләйһең, бер хәл дә итеп булмай. Тормош шулай ҡоролған. Ә мин Розалияның туйында ултырырға бик теләр ине. Аҡыллы, кешелекле кеше бит ул. Ундай кешеләр һирәк осрай, – тип үк ебәрҙе сит шофер. – Эйе, йәл, китәбеҙ. – Сергей бойоҡҡандай итте һәм шул уҡ минутта ҡанатланып ҡуйҙы. – Бәлки, беҙ киткәнсе, туй яһарһығыҙ, ә? Беҙ ҙә башҡорт туйын күрер инек. Башҡорттар туйҙарҙы бик шәп үткәрәләр, тип һөйләйҙәр бит.
– Юҡ, быға колхоз председателе ризалашмаҫ. Беҙҙә бит күберәк көҙөн йәиһә яҙын туй яһайҙар. Баҫыу эштәре тамамланғас, өҫтән ҙур йөктәр төшкәс. Ул саҡта байрам итеүе лә күңелле була.
– Ә беҙҙең яҡтарҙа күберәк яңы йылда өйләнешеләр. Ә иртәгеһен ҡыңғыраулы аттарҙа ауыл араһында йөрөйҙәр. Их, аттары! Ҡош һымаҡ оса. Гармун моңдары, шаян йырҙар ауыл өҫтөндә яңғырап тора.
– Һеҙҙең халыҡ – шаулыраҡ халыҡ шул. Ә беҙҙеке – баҫалҡы, эсендәген тышына бик сығарып бармай. Шулай ҙа күңел асырға ярата, – тине Арыҫланбәк урынынан ҡалҡынып. Уның башҡа һүҙе юҡ ине.
Сергей, Арыҫланбәк киткәс, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты.
Бына бер мәл кабинаның тәҙрәләре яҡтырып киткәндәй булды, болоттар йыртылып, йондоҙҙар күренеп ҡалды.
Егеттең күҙ алдына тыныс Украина төндәре баҫты...
VIII
Ҡайһы саҡта Айтуған бөтөнләй тынып ҡала. Урамдағы һуңғы шау-шыу баҫыла. Уттар һүнә. Ай юғала. Әйтерһең, бында ауыл, тормош юҡ, дала елдәре генә иҫә.
Бөгөн дә Айтуған өнһөҙ ҡараңғылыҡ эсенә сумды. Был тәүге ҡарамаҡҡа ғына шулай. Бер йән эйәһе кистән үк туҡтауһыҙ ишек шаҡыны, тел, күҙ бирегеҙ, ҡысҡырғым, ҡояшты күргем килә, тип дуланы. Беренсе балаға әҙерләнгән әсә өҙгөләнде. Ҡырҡҡа әйләнде. Әй, әсәләр ниҙәр генә күрмәй!.. Моғайын, уларҙың маңлайына тәүге һыр ошо көндә башлап ҡуналыр.
Был минуттар йәш ата өсөн ҡыуаныслы ла, хәүефле лә булды. Әлбиттә, ул сыбыртҡы тоторлоҡ малай көттө. Әле шул ниәт менән Баллы Шишмәнән фельдшерҙы барып алды. Юлда нимәләр тураһында ғына хыялланманы! Бына улының: «Әттә», – тиеп теле асыла, корытонан сығырға теләмәй, тәстерҙәтеп һыу керә, әлләл баҫа, бер баҫа, бер йығыла, йүгерә башлай, атҡа атлана, һабан туйҙарында бәйгелә беренселекте ала, уҡтай атылып, баштан кәпәс осорлоҡ бейеклеккә менеп китә, унан йылмайып төшөп, атаһына көрәктәй ҡулдарын һуҙа. Ана ҡайҙа бара улы! Харап бит. Тик бына фельдшер апаһы шул тиклем батыр алдында көсһөҙ булып сыҡты бит әле.
– Тиҙ генә Аҡ Яланға, – тине. – Хәле ауыр. Машина кәрәк.
Ата, ҡаушап, ни эшләргә лә белмәне. Был ваҡытта ҡайҙан машина табырға? Бәлки, Арыҫланбәк ҡайтҡандыр?
Эйе, ул өйҙә ине, машинаһын лапаҫ аҫтына индереп ҡуйғайны. Ишек ҡаҡты. Өндәшмәнеләр. Тәҙрә сиртте. Ахырҙа, Арыҫланбәктең әсәһенең һуҡранған тауышы ишетелде:
– Йоҡо маҙаһы бирмәҫтәр инде, ҡаҙалғырҙары. Ярты төн уртаһында бимазаламаһалар. Кем бар унда?
– Мин, апай, мин... – Ата үҙенең исемен әйтте. – Киленең сирләп китте. Арыҫланбәкте уятмаҫһыңмы икән?
– Ул ни эшләтһен уны?
– Больницаға илтергә ине, апай. Фельдшер шулай ти.
– Эттәй арып ҡайтып, яңы ғына тәгәрәгәйне. Шул балаға күҙ йоморға ла форсат юҡ, илаһым.
– Ни эшләйем һуң, апай, уят, зинһар, – тип ата, ялбарып, тәҙрә төбөндә бейене.
Арыҫланбәк мөңрәгәндәй итте һәм әсәһе уның һүҙен ҡабатланы.
– Кем, майы бөтөп туҡтаны, ҡапҡанан да үтерлек түгел, ти, бит әле.
Арыҫланбәктең ҡапыл йоҡоһо осто. Ауылда башҡа машина юҡ. Был хәҙер мотлаҡ Сергейға барасаҡ. Юҡ, быға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
– Әсәй, мин больницаға барып ҡайтайым инде, һин йоҡла, – тип Арыҫланбәк кейенә башланы.
– Бәй, әле генә майым бөткән тигәйнең, – тине ҡарсыҡ, аптырап.
– Бак төбөндә әҙерәк ҡалған шикелле, бәлки, етер ҙә.
– Әллә, беҙ ҙә бала таптыҡ, бер ҙә бәлнис тип йөрөмәнек. Ҡыланалар инде шунда, – тип ҡырсыҡ, һуҡранып, ишекте элеп ҡалды.
Бик яй барырға кәрәк, был иген илтеүгә ҡарағанда ла ауырыраҡ рейс ине. Арыҫланбәк бындай тиҙлеккә күнекмәгәйне. Машина саҡ ҡына һикергән һайын, кабинаның түбәһенә һуҡтылар.
Шофер бер нисә мәртәбә туҡтап:
– Ни бар? – тине.
– Әкренерәк, – тине ата, борсолоп.
– Ярар, – тине Арыҫланбәк, ҡалын тауыш менән төнгө һауаны ярып. Күп тә үтмәне, был хәл тағы ҡабатланды. Әйтерһең, кабинаны түгел, ә лепкәне сүкенеләр. Нервыға тейҙе. Мөмкин булһа, алыр ҙа олағыр ине. Юҡ, түҙергә кәрәк. Был төнгө ауыр сәғәттәр байтаҡҡа һуҙылды. Юл бик оҙон, уның иге-сиге юҡтыр, бала яланда ҡысҡырып тыуыр һымаҡ тойолдо.
Шулай ҙа Арыҫланбәк Сергей ҡулынан бер уйын кәртен һалдырып алыуына бик ҡәнәғәт ине. Розалия ишетер, баһа бирер. Эйе, ул да Розалия менән тормош ҡороп ебәрер әле. Кем белә, бәлки, ошолай Аҡ Яланға ла алып барыр. Булһын ғына. Ул уны ер ситенә илтергә лә әҙер!
IX
Колхоз вәғәҙәһен үтәгән көндө аҙаҡҡы юлда игенде ҡыҙыл ылауҙар менән оҙатырға уйланы. Ырҙын табаҡтары геүе килде. Кемдең ҡулына нимә эләкте, шуның менән тейәшергә, ярҙамлашырға һәр кем һуңғы ус ашлыҡҡа үҙенең шатлығын, йөрәк йылыһын ҡушып ебәрергә ынтылды.
Көткән минуттар тыуҙы. Аҡ Яланға бер-бер артлы егерме машина ҡуҙғалды. Алдағы машинаның борттарына ҡаҙаҡланған ҡыҙыл ситсаға эре аҡ хәрефтәр менән: «Тыуған ил, «Имәнле яр» колхозынан йөҙ ҙә һикһән мең бот икмәк ҡабул ит!» – тип ҡыуаныслы һүҙҙәр яҙылғайны.
Ҡыҙыл ылау менән барыуы күңелле ине. Ауылдарҙан уҙғанда, кешеләр, йылмайышып, ҡул болғаны. Тауҙарҙы артылғанда, яңғыҙ ҡарт имәндәр, гүйә, хөрмәтләп, ялан батырҙарына быуат елдәренең эҙҙәре һаҡланған сал баштарын эйҙеләр. Хатта күккә талпынған дала бөркөтөнә тиклем тәбрикләгән һымаҡ ине. Ниндәй яҡшы был тормош, шайтан алғыры! Ниндәй һәйбәт был кешеләр! Тик бына иртәгә уларҙан айырылырға тура киләсәк. Нисектер, ышанып етелмәй. Әле ҡасан ғына таныш булмаған Аҡ Ялан станцияһына, шаулашып, платформаларҙан машиналарын төшөрҙөләр, ят юлдарҙан һағайып ҡына йөрөп ятылды. Был ҡырыҫ һәм күркәм яҡтарҙан өйрәнеп еткәс кенә кителә. Рәмилде, Фәритте, Розалияны ҡалдырыуы ауыр. Ә Бибинур ҡарсыҡты? Әйтерһең, улар менән ғүмергә йәшәлгән. Исмаһам, берәй йөк утын килтереп китергә кәрәк. Ҡыш та был яҡтарҙа өс-дүрт айға һуҙыла, буранлы була, тиҙәр.
Аҡ Яландан әйләнгәс:
– Әйҙә урманға, – тине Сергей. Розалия күптән утын хаҡында уйланды, әлбиттә, ләкин әйтергә ҡыймайыраҡ йөрөнө. Колхоз машиналарын алырмын тимә, бушамайҙар.
– Ниңә ҡайтҡан тағы? – тине Бибинур ҡарсыҡ, килене тирәһендә уралып.
– Иртәгә китәләр бит. Утын алып киләйек, ти. Берәй тауыҡ салдыр, ҡәйнәм, аш-һыуыңды мул ғына әҙерлә.
– Бына һин әле, изгелекле бала икән, тауыҡ ҡына түгел, һарыҡ салырға мөмкин. Машина ҡабат эләкмәҫ, бер барғанда ныҡ ҡына тейәгеҙ, килен. Ҡыш бауыры оҙон.
– Ярар, ҡәйнәм, – тип, Розалия бысҡы, балтаны кузовҡа ырғытты.
– Туҡта әле, килен, әллә мин дә барайыммы икән? – тине ҡарсыҡ, икеләнеп. – Иш янына ҡуш тигәндәй, ҡоро утын йыйыр инем, ә?
– Ҡуй, ҡәйнәм, оҙаҡ булыр. Фәрит тә уҡыуҙан асығып ҡайтыр.
Шул арала ҡайҙандыр, ҡарсыҡтың бәхетенә ҡаршы, Рәмил ҡайтып керҙе. Күңеле тынысланғандай итте. Рәмил инде ҡалмай, шөйлә әсәһенә күҙ-ҡолаҡ.
– Бар, улым, бар, донъя күр, – тине өләсәһе ейәненә.
Рәмил, ҡыуанып, Сергей ағаһы менән әсәһе уртаһына ултырҙы.
Машина ҡуҙғалғас, ҡарсыҡ йәнә:
– Туҡта әле, кем, Сиружа улым, – тип ҡул болғаны. Ләкин Сергей ишетмәне. – Хәйерсең, йүнле генә йөрөһәләр ярар ине.
Ҡояшлы көн. Көҙгө урман буш йорт һымаҡ шыңғырап тора. Ҡош-ҡорт тауыштары тынған. Ағастар, гүйә, ойоп ултыра. Рәмил, күбәләктәй ҡанатланып, төрлө яҡҡа осто. Таштар араһынан сылтырап аҡҡан шишмәгә һоҡланып баҡты, ҡарт йүкә башында шыҡырҙаған һайыҫҡанға таяғын һелтәне, ергә елпенешеп төшкән һары япраҡтарҙы ҡыуанып ҡулына алды. Әйтерһең, улар Рәмил менән шаярырға теләнеләр, башына, елкәһенә ҡундылар. Саған ағастары ниндәй, ә? Япраҡтарының төҫө хас Айтуған осондағы тимерлектә Шәйми ҡарттың күмер ҡуҙынан үрелгән ялҡын телдәренә оҡшаған. Миләш һуң! Өләсәһенең тимер һандыҡ төбөндә һаҡлаған эре йомро мәрейендәреме ни! Малай түҙмәне, миләште өҙөп ҡапты һәм, йөҙөн һытып сәйнәй-сәйнәй, ары атланы.
– Кәкүк, һин ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы. Кәкүк яуап бирмәне. Баланың үҙ тауышы ғына алыҫтағы ҡурғыларҙан кире әйләнеп яңғыраны. – Кәкүк, һин ҡайҙа?
Кәкүк киткәйне инде. Малайҙың иғтибарын ҡырмыҫҡа ояһы тартты. Ул еп һымаҡ һуҙылған ҡырмыҫҡа юлына эйелде.
Сергей менән Розалия, бысҡы тартҡан килеш, йыш ҡына Рәмил яғына ҡарап алдылар һәм йылмайышып ҡуйҙылар. Розалияның ҡулында балта уйнап ҡына торҙо. Ул ҡайындарҙың ботаҡтарын бик оҫта тунаны. Ботаҡтарҙың төбөн уйып ҡына, бик оҫта сапты. Ауыл ҡыҙы шул.
Бысҡы тартҡанда, Сергей Розалияға ауырлыҡ яһарға тырышманы. Шулай ҙа ағас ҡайһы саҡта бысҡыны ҡыҫты. Улар туҡтаны. Хәл алдылар. Розалия ҡыҙарған битенең тирҙәрен ҡулының һырты менән һөрттө, йыш-йыш тын алды; тулы күкрәктәре тирбәлде. Сергей уға төбәлеп ҡарап ҡуйғыланы, быны Розалия һиҙҙе, түшен ҡулдары менән ҡайсылап, йәшерергә теләне һәм тиҙерәк бысҡы һабына йәбеште.
Ағастар йыуан, сей ине, машинаға тейәгәндә, улар байтаҡ ҡына хитланы. Бер мәл Розалия төпкә абынып йығылып китте. Бүрәнә саҡ аяғына төшмәне. Сергей уны һә тигәнсе күтәреп алды һәм, ҡосағынан ысҡындырмай, ғәжәп аҡыллы, сөм-ҡара күҙҙәргә бер тын ҡарап торҙо, уларға үҙенең керпектәрен ҡаҙанымы ни.
– Кәрәкмәй, – тине Розалия ҡулдары менән Сергейҙың ялбыр башын артҡа этәреп. – Кәрәкмәй.
– Роза, мин һине яратам, – тине Сергей, кипкән ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырҙатып.
– Ҡуй, кәрәкмәй. Ике балалы ҡатындан башҡа һиңә ҡыҙҙар бөткәнме ни?! Моғайын, илеңдә берәйһе көтәлер әле.
– Дөрөҫ, көтә. Ләкин минең йөрәк бында, Розалия.
– Яңылышаһың, Сергей. Баштараҡ шулай тойола ул, киткәс, бөтәһе лә онотола. Ә көтөүҙәре бигерәк ауыр. Мин ул ҡыҙ баланың хәлен күҙ алдыма килтерәм. Бик саф күңңеллелер ул, яланда үҫкән зәңгәр сәскәгә оҡшағандыр. Һин уны бәхетле ит, Сергей. Йөрәгенә ғүмерлеккә яра һалма. Бер яра алған йөрәк һәр саҡ өйкәп кенә тора.
– Нисек аңлатырға, белмәйем. Хас һин һөйләгәнсәрәк ҡыҙ ул. Беҙ уның менән бергә уҡыныҡ, ауыр балалыҡ йылдары бергә үтте. Бәлки, шуға яҡын тойолалыр. Әммә был һөйөү тигән һүҙ түгел әле.
– Көтә белгән кеше ярата ул, Сергей.
– Шулайҙыр ҙа бит. Йөрәктәр ҡушлап типкәндә генә бәхетле була.
Розалия тынып ҡалды.
– Хеҙмәтем тулғас, бында ҡайтһам, ни эшләрһең?
– Юҡ, юҡ, башыңа ла кертмә.
Рәмилдең тауышы яҡынлашты.
Бысҡы яңынан үҙ көйөн көйләне. Әйтерһең, уны тартыусылар араһында бер нәмә лә булманы.
– Аша әле, тәмле, – тине Рәмил, әсәһенең ауыҙына миләш тығып. Сергейға ла ҡаптырҙы.
Былар ҙа, йөҙҙәрен һытып, йылмайҙы.
Утын тейәлеп бөттө. Машина үлән баҫҡан иҫке юлға әкрен генә сыҡты.
Рәмил кабина тәҙрәһенән күҙен алманы. Урманды ҡалдырыу йәл ине. Уға ғына түгел, башҡаларға ла шулай ине.
Кисен сит шоферҙар өсөн оҙатыу кисәһе ойошторолдо. Иген яҙмышын хәл итеүселәргә колхоз идараһы, партия ойошмаһы тарафынан оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, ҡиммәтле бүләктәр бирелде, хәйерле юл теләнде.
Мәжлес ҡыҙа төшкәс, үҙенән-үҙе йыр, бейеү китте. Ауыл егеттәре лә бергә буталды. Шәмсетдинде лә саҡырғайнылар. Ул Айтуған бригадаһы өсөн дә тост күтәртте.
Һалдаттар бейеүҙең кәрәген бирҙеләр, иҙәнең генә сыҙаһын! Йырҙарҙы ла һүттеләр. Хатта ауыл егеттәренә форсат та бирмәнеләр. Айырыуса Сергей оҫта йырланы:
Реве та стогие Днепр широкий
Сердитеый ветер завыва.
До долу вербы гне высоки
Горомы хвылью пиднима...
Уның тауышы йомшаҡ, моңло ине. Шулай тик Украина далаһында үҫкән егет кенә йырлай ала шул.
– Күҙле бүкән һымаҡ ни эшләп ултыраһығыҙ! – тине Шәмсетдин ауыл шоферҙарына. – Ялыҡтырҙы бит былар көйө. Үҙебеҙҙекен башлағыҙ. Беҙҙең ниндәй йырҙар бар ҙабаһа! – Сит шоферҙар быны аңламаны, әлбиттә, сөнки Шәмсетдин башҡорт телендә әйтте. – Тор, Арыҫланбәк, араҡыға иҫең китмәһен, уны эсеүгә оҫталыҡ кәрәкмәй. Шәмсетдин ағайың эскән дә еткән. Күрһәт үҙеңде. Эшен эшләгәс, бында ла һыр бирмә.
Арыҫланбәк күкрәктәрен киреп баҫҡас, халыҡ тынып ҡалды. Әйтерһең, ул ошо табындың хужаһы ине. Бына бер мәл көслө тауыш яңғыраны.
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәгә үҙе лә зауҡы икән.
Йыр, гүйә, берсә Дим, берсә Ағиҙел буйлап аҡты, берсә Урал һырттары аша артылды. Йыр тамамланғас та, халыҡ бер аҙ тынып торҙо. Гүйә, моң һаман алыҫта тирбәлә ине.
– Яҡшы иттең, шулай кәрәк, – тине Шәмсетдин, Арыҫланбәктең ҡалын елкәһенә үҙ итеп һуғып. – Йә, тағы берәйҙе ебәр. Беҙҙә йырҙар етерлек бит ул. Йырсылары ла ниндәй! – Һаман шул Сергейға төрттөрҙө. – Йә, йә, Арыҫланбәк!
Мәжлес оҙаҡ дауам итте. Был, моғайын, ҡабатланмаҫ, ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ яҡты минуттар булғандыр.
Сергей менән Арыҫланбәк бергәләп ҡайтырға сыҡты. Көҙгө ҡараңғы тыныс төн. Яндарында кеше булмаһа ла, улар, нисектер, тартынып, эс серҙәрен йәшереп атланылар, ә икеһе лә бер үк кеше тураһында уйландылар. Береһе икенсеһенең һуңғы сәғәттәре һуғыуына ҡыуанды, ләкин бының ваҡытлыса икәнен, бер үтеп киткәс, яңынан урап килеп, йәшен йәшнәтеп яуасаҡ болотҡа оҡшарын белмәне. Икенсеһе яманһыуланы. Урам сатын еткәс, Арыҫланбәк, туҡтап:
– Йә, дуҫ, хәйерле юл һиңә, – тине.
– Рәхмәт, – тине Сергей.
Арыҫланбәк, аҙаҡҡы мәртәбә сит шоферҙың күңелен күрергә теләгәндәй:
– Хәтереңде ҡалдырған саҡтарым булһа, ғәфү ит, – тине.
– Артыҡ нәмә юҡ, – тине Сергей.
Улар шулай һаубуллаштылар.
Ваҡыт һуң ине, шулай ҙа фатирҙа ут һүнмәгәйне әле. Тимәк, көтәләр. Ысынлап та, Бибинур ҡарсыҡ аҙыҡ-түлек әҙерләй, Розалия кейем-һалым ҡараштыра ине. Малайҙар йоҡлағайны.
– Әллә кемдең ғәзиз балаһы, – тине ҡарсыҡ, күпереп бешкән бойҙай икмәктәрен мейестән дөпөлдәтә-дөпөлдәтә һуғып алып. – Бынау икәүһенең йөҙө бик матур килгән, юлға һалырға кәрәк. Кирбес икмәктән еләп бөтөр әле. Теле ят булһа ла, ниндәйҙер ҡәрендәшебеҙ һымаҡ яҡынайып киткәйне.
Розалия Сергейҙың ап-аҡ итеп йыуған күлдәген үтекләне лә кителеп төшкән ярты һиҙәп урынына бөтөнөн таҡты. Төйөн төйнәп, епте тештәре менән ҡымтыны. Шул саҡта уның танауына йәнгә яҡын еҫ бөркөлдө. Мөмкин булһа, ул уны шулай сәғәттәр буйына тотор ине.
Иртәгеһен күмәкләшеп аш өҫтәле артына ултырҙылар. Бибинур ҡарсыҡ Сергейға ҡыҫтай-ҡыҫтай сәй яһаны.
– Ыстанса долук, асығырһың, – тине.
– Рәхмәт, рәхмәт, – тине Сергей, йылмайып, – һеҙҙең сәй тәмен бер ҡасан да онотмам, тел осомда ғына торор.
– Нимә ти, килен?
– Сәйҙәрегеҙ тәмле булды, онотмам, ти.
– Ярай инде, әйтә белгәс.
Рәмил Сергей янына һырынды һәм балаларға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән:
– Беҙгә тағы ҡасан киләһең? – тине.
Сергей Розалияға төбәлде. Розалия башын эйҙе.
– Әллә шул, бәлки, ҡунаҡҡа саҡырһаң, уйлап ҡарармын, – тине һалдат ағаһы һәм уға иҫтәлек итеп ҡыҙыл йондоҙ, ә Фәриткә ҡайыш бүләк итте.
Бына машина әкрен генә ҡапҡанан сыҡты, бына Сергей кабинаның асыҡ тәҙрәһе аша тағы ла бер:
– Һау булығыҙ! – тип ҡысҡырҙы.
Ситән буйына баҫҡан Бибинур ҡарсыҡ түҙә алманы, күҙ йәшен һөрттө: Розалияның йөрәге һулҡып-һулҡып типте; Рәмил ҡул болғаны; Фәрит, әсәһе артына йәшеренеп, ҡырын күҙе менән генә машинаны оҙатты.
– Ҡош кеүек осоп килде лә ҡош кеүек осоп китте, – тине Бибинур ҡарсыҡ, көрһөнөп. – Әллә кемдең ғәзиз балаһы.
Х