Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Август 2023, 04:10

Кейәү Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ

Ә был ваҡытта Сергей түҙемһеҙлек менән хат көттө. Хаттар килде, ләкин Розалиянан – юҡ. Ниңә яҙмай ул? Ни өсөн? Сергей бит уны бик һағынды. Эйе, эйе, былай бер кем дә һағындырғаны юҡ ине әле. Тимәк, ул быға тиклем бер кемде лә шулай яратмаған.

Кейәү  Повесть (5)   Рәйес НИЗАМОВКейәү  Повесть (5)   Рәйес НИЗАМОВ
Кейәү Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ

Х

 

Башҡортостандан ҡайтҡас, күп тә үтмәне, йылы тулған һалдаттарҙы запасҡа ебәреү тураһында приказ бирелде. Был көндө кем нисек кисергәндер, иллә-мәгәр Сергей ҡайҙа баҫҡанын белмәй йөрөнө. Украинанан апаһы менән еҙнәһе: «Тура үҙебеҙгә ҡайт, артабан күҙ күрер», – тип, етен сәсле күрше ҡыҙы – балалыҡ дуҫы, аҡ ҡағыҙ битенә ҡайнар тындарын бөркөп, көтәм, тип хаттар яҙҙы. Тыуған төйәк бөтә матурлығы менән күҙ алдына баҫты. Ҡайтып, һағыш ҡанғансы изге тупраҡта тәгәрәйһе, йәшен йәшнәгәндә, тыуған күктән ҡойған ямғыр аҫтында иҙеүҙәрҙе ысҡындырып баҫып тораһы, яландар буйлап яңғыраған йөрәккә яҡын йырҙарҙы тыңлап үтәһе килде. Эй тыуған яҡ! Унан бер ҡасан да, китәм, тиеп китмәйһең, ә ҡайтырмын, тиеп китәһең. Юлдар ҡайҙа ғына илтһә лә, уларҙың осо тыуған ауылдың күпер бағаналарына бәйләнгән була.

Сергей Айтуғанды, бәлки, онотормон тигәйне, ләкин аралар йыраҡлашҡан һайын, ул тағы ла яҡыныраҡ, эҫерәк тойолдо. Бер уйлап торһаң, бөтөнләй сит кешеләр йөрәктең түренән урын алдылар ҙа тынғылыҡ бирмәйҙәр. Әйтерһең, һаман да Рәмил уға кескәй ҡулын болғай. Бибинур инәй яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртә, ә Розалия, артына Фәритен йәшереп, бойоғоп ҡына тора.

Сергей хат яҙырға ултырҙы. Ауыл тормошон, малайҙарҙың хәлдәрен һорашты. Рәмил ни эшләп йөрөй, Фәрит нисек уҡый, Бибинур инәйҙең самауыры һаман да шулай көлөп, өҫтәлдә парҙарын атып, йырлап ултыралыр инде, тине. Һәр береһенә лә яғымлы итеп өндәшергә тырышты, бөтә һүҙҙәре лә ауылса, ябай, тәбиғи булып барып етеүен теләне. Һәм улар Айтуғанға шулай килеп етте лә. Хат, гүйә, һалҡын көндә ҡырҙа яҡҡан кескәй усаҡты хәтерләтте. Ул күңелдәрҙе йылытып ҡалды. Шулай ҙа Розалия яуап яҙырға ашыҡманы. Ысынлап та, фатирға кемдәр төшмәй, барыһының да артынан яҙа башлаһаң, ҡайҙа китә. Аҙна-ун көн уҙғас, Бибинур ҡарсыҡ:

– Бөгөн, илаһым, анауы әллә кемдең ғәзиз балаһы менән һаташтым, – тине. – Тауыҡ төшөнә тары инә тигәндәй, имеш, шул егет беҙҙең ишек алдына машинаһынан тағы ап-аҡ ҡайын бушатып ташланы. Ҡайындары оҙон юлға оҡшай. Бер-бер шатлыҡлы хәбәр алдымы икән? Һин, килен, шул балаға тауыш бирҙеңме?

– Юҡ, ҡәйнәм.

– Һорашҡан бит әле, самауырымды ла онотмаған. Иҫенә төшкән буламы икән? Мәхрүм итмә. Ҡош телендәй генә нәмә ебәр. Сиружканы әйтәм, анауы һуғыш йылында йәшәп киткән Әненең улына оҡшаған. Һин хәтерләмәйһеңдер инде, килен. Бәләкәй инең. Шул Әненең улы ошо беҙҙең Айтуғандан әрмиәгә китте. Әсәһенә хаттар ебәргәндә, миңә лә сәләм яҙҙы. Ҡатыҡты бик яратты. Ҡатыҡ ашағыһы килһә, минең тирәлә урала торғайны. Ҡайҙалар икән? Әне менән бик татыу йәшәнек. Эсендәге – тышында, киң күңелле бәндә ине. Эй заманалар. Килен, шул Сиружканың ата-әсәһен һорашып ҡалманыңмы? Иҫәндәрме икән?

– Апаһынан башҡа бер кеме лә юҡ, ҡәйнәм. Атаһы ла, әсәһе лә һуғышта үлгән.

– Кит, илаһым, – тине Бибинур ҡарсыҡ, бот сабып, – был донъяла ҡайғы күрмәгән кеше юҡтыр. Әйтәм әҙәпле, тыйнаҡ күренә. Етем үҫкән икән. Белмәнем, тағы ла берәй һауытҡа бал тултырып һалыр инем.

Ә был ваҡытта Сергей түҙемһеҙлек менән хат көттө. Хаттар килде, ләкин Розалиянан – юҡ. Ниңә яҙмай ул? Ни өсөн? Сергей бит уны бик һағынды. Эйе, эйе, былай бер кем дә һағындырғаны юҡ ине әле. Тимәк, ул быға тиклем бер кемде лә шулай яратмаған. Розалия яҙырға тейеш. Егеттең күҙ алдына келт итеп Төйлөгән тауында үткән сәғәттәр баҫты. Тәндәре сымырҙап китте. Эйе, ул ҡараңғы төндә ямғыр аҫтында уны эҙләп упҡынға килде. «Сергей! Сер-геей!» – тип ҡысҡырған тауыштары әле лә уның ҡолаҡ төбөндә яңғырай. Гүйә, әле лә башҡорт далаларында Розалияның ошо яғымлы, йылы тауышы ишетелә. Эйе, Сергей уны ишетә, ул тауышҡа йүгереп бара. Эйе, Төйлөгән тауҙары Сергей өсөн дә, Сергей менән Розалия өсөн дә ҙур һынау тауҙары булды. Кешеләрҙе тауҙар ҙа осраштыра, кешеләрҙең йөрәген тауҙар ҙа бәйләй икән.

Ахырҙа, көткән хат алынды. Әммә унда артыҡ бер нәмә лә юҡ, ул көҙгө япраҡ һымаҡ ҡоро, һалҡын ине. Ләкин Сергейҙың күңеле төшмәне – Розалияның характерын бер аҙ белә бит инде. Ул, әлбиттә, ҡысҡырып бармаҫ, үтә баҫалҡы, тойғоларын бик тиҙ сәсмәҫ.

Сергей, ҡайтышлай, Айтуғанға туҡтарға тигән ныҡлы һығымтаға килде. Әлбиттә, унда ҡуш ҡуллап ҡаршы алмаҫтар. Шәмсетдин уны килгән көндәрҙән башлап сит күрҙе. Хатта ул оҙатыу кисәһендә лә үҙен ҡалай тотто. Туған телендә һөйләшһә лә, хәрәкәте аша бөтә уйҙары аңлашылды.

Сергей Розалияға йәнә хат ебәрҙе. Ә ул хат Шәмсетдин ҡулына эләкте. Игендәрҙе урып-йыйыу тамамланғас, Шәмсетдинде яңынан Баллы Шишмәнән Айтуғанға почта ташырға ҡуйҙылар. Ат та биргәс, ҡыш буйына тик ятҡансы тип, ул риза булды.

Баллы Шишмә элемтә бүлексәһендә почталарҙы айырғанда, Шәмсетдиндең күҙенә Розалия исеменә адресланған хат салынды. Тиҙ генә алып, кеҫәһенә тыҡты. Түҙмәне, ҡайтҡанда асып уҡыны ла аптырашта ҡалды. Атын туҡтатырға теләне, ләкин ала бейәһе баш бирмәне.

– Тырр, мәйелһеҙ! – тине Шәмсетдин, асыуланып. – Әсәйеңдең башына ашығаһыңмы? Ни тигән? Туҡтарға уйлайым, имеш. Тиктәҫкә генә түгел был, берәй хәл бар. Юҡҡа ғына фатирҙа бер ай ятмағандыр. Эй ахмаҡ баш! Тәүҙә үк оҡшамағайны. Барып ҡыуырға ла сығарырға ине. Моғайын, башын әйләндереп, балаларҙан айырып алып китергә уйлайҙыр. Ә ул саҡ Рәмил менән Фәритте кем ҡарар? Бөкөрө Бибинур ҡарсыҡмы? Минең үҙемдә лә буш ауыҙҙар күп. – Ул дилбегәһен бушатты. – На, әйҙә!

Баянан бирле бер урында тапанған ҡыҙыу ҡанлы йәш бейә ҡанат ҡаҡтымы ни! Юл буйынан ҡар бурандары осто.

Шәмсетдин почтаны тиҙ генә таратып сығып, аҙаҡтан Розалияларға ҡағылырға, ныҡлап һөйләшергә самаланы. Ул Арыҫланбәктәр тапҡырына еткәс:

– Мә, гәзиттәреңде ал, – тине, санаһынан төшмәй генә. Утын ярып аҙапланған Арыҫланбәк, башын ҡалҡытып:

– Ә, Шәмсетдин ағай, – тине, йылмайып. – Ниңә ҡапҡа аша ғына ҡысҡыраһың, әйҙә, өйгә ин. Ҡарсыҡ ҡунаҡта, үҙем генә. Аулаҡ ашы бешерергә йыйынам.

– Йә, тел сарлама, мин һиңә йәш-елкенсәк түгел, тиҙерәк атла. Ваҡытым тар.

– Шулай ҙа бер-ике стакан тәмләйһеңме әллә? Бик елле әсегән бал бар.

Шәмсетдиндең, әлбиттә, Арыҫланбәккә эс серҙәрен сисергә самаһы юҡ түгел, ул был егттең күптәнән ҡыҙын яратып йөрөгәнен белә ине.

– Инһәм, инәйем, – тине, атын бағанаға бәйләп. – Тик оҙаҡҡа түгел.

– Ихтыярыңда.

Шәмсетдин, ҡырылған ҡуян бүркен һалғас, бөтөнләй шөкәтһеҙләнеп китте. Еткән ерән һаҡал, мыйыҡ һис тә килешмәй. Өҫтәүенә, түбәһе таҡыр.

– Әле заман сағың. Һуң, Баллы Шишмәлә ниндәй яңылыҡтар бар? – тине Арҫыланбәк, ирештергәндәй итеп.

– Алға бармайбыҙ, энем, артҡа шыуабыҙ.

– Әле заман сағың. Һуң, Баллы Шишмәлә ниндәй яңылыҡтар бар?

– Артыҡ нәмә юҡ, үҙең ни емертәһең?

– Шоферҙың хәле билдәле. Юл ярһалар – станцияға, буранлаһа – өйҙә ятыу.

– Һаман яңғыҙ йәшәү тиң?

– Ни эшләргә һуң? Ҡыҙыңды бирмәнең.

Шәмсетдиндең быға иҫе китмәне. Тураһын әйтте:

– Үткәнде иҫкә төшөрмәйек, – тине ул. – Нисекһеңдер, һүрелмәһәң, тиеүем, мин һине кейәү итергә әҙер, энем.

– Хәҙер, әлбиттә, – тине Арыҫланбәк, башын сөйөп, көлөмһөрәп. Йәнәһе, еләк күптән өҙөлгән. Тәме икенсе.

Уның бындай ҡыланышы Шәмсетдингә оҡшап етмәне. Ул, кеҫәһенән хат алып:

– Ҡолаҡ ҡағыуың да ихтимал, – тине, тауарының баһаһын белгәндәй. – Ике бала әсәһе булһа ла, Розалия әле ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарға биргеһеҙ, сәскә кеүек сағы.

– Яманларлыҡ түгел, – ҡағыҙ битенә күҙ йүгерткән һайын, Арыҫланбәктең сырайы үҙгәрҙе, ҡараңғыланды.

– Ныу, нисек?

– Килмешәккә юҡ ҡуясаҡ түгелмен! – Арыҫланбәк йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты. Тәрилкә икмәге-ние менән һикереп кире ултырҙы, әммә ватылманы.

– Шулай тиң. Бына быныһы – егет һүҙе. Миңә оҡшай.

– Тимәк, һин, Шәмсетдин ағай, риза?

– Үткенсе өсөн ҡыҙ үҫтермәнем.

– Розалия үҙе ни тиер икән?

– Унда минең эшем юҡ. Мин –атай кеше. Минең һүҙ –закон. Мин – ғаиләнең нигеҙ ташы. Миңә ышан.

– Рәхмәт, ағай.

– Арыҫландай егет булып, ебеп, күктән бәхет көтөп йөрөмә. Розалияны күр, һөйләш, – тине Шәмсетдин, ҡыҙып. Бал уның башына сыҡты. – Ауылды геүләтеп, ҡайнылы-кейәүле булып, күптәрҙе көнләштереп тормош көтөрбөҙ. Әҙме-күпме ғүмерҙе матур итеп йәшәргә кәрәк, энем. Донъянан бер көн беҙ ҙә китербеҙ. Балаларыбыҙ ҡалыр. Шәмсетдин, Арыҫланбәк балалары, тиерҙәр. Бына шулай, энем. Ярай, хуш итәйек, почтаны таратаһы бар. Халыҡты, әйтәм, уҫалланды. Бер генә нумер гәзитте ваҡытында илтмәй ҡара, юлыңа арҡыры төшәләр. Хәҙер ни ҡышын артыҡ эш юҡ, халыҡ ни шул радио, журнал менән мауығып ята. Күп уҡыйҙар, күп, – тип почтальон бүркен кейҙе. – Ҡайҙа тағы, энем, юл аяғына берҙе һемерәйек тә теүәлләйек. Ана шулай. Йә, ҡуҙғалайым, – тип Шәмсетдин ишеккә табан атлаған еренән кире боролдо.– Ни, энем, үҙеңә мәғлүм, инвалидмын да. Семьям да ишле. Кеше араһында йөҙөм ҡыҙармаһын тигән көнөм. Мин дә туй кеүек нәмә үткәрер инем. Шунда әҙерәк ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итһәң, яҡшы булыр ине. Берүк, ғәйепкә алма. Мин һиңә быны яҡын күреп кенә әйтәм.

«Ҡалай башын ярлыға һала, һаран, тормошо ниндәй бит», – тине Арыҫланбәк күңеленән.

– Ундай нәмә әллә ҡасан бөткән түгелме һуң?

– Аңлайым, хәлемә генә кер тигән һүҙем.

– Ярар, ҡарарбыҙ. Эш минән ҡалмаҫ.

– Егет икәнһең, һыу һөлөгө кеүекһең!

– Алдан маҡтайһың.

Шәмсетдин, ауылды урағас, Розалияларға керергә ниәтләгәйне лә, иртәгә иркенләберәк, айыҡ баш менән килермен тип, кире уйланы. Хатты төкөрөп йәбештерелгән көйөнсә урамда уйнаған Рәмилгә:

– Мә, улым, әсәйеңә бир, – тип ырғытып китте.

– Хат, хат! – тип ҡыуанып, малай өйҙәренә йүгерҙе.

 

XI

 

Арыҫланбәк ғәжәп төш күреп уянды. Имеш, Сергей Төйлөгән тауҙары өҫтөнән, сая бөркөт һымаҡ, ҡанаттарын йәйеп төштө лә, Розалияны эләктереп, зәңгәр күккә күтәрелде. Ҡул болғап, ҡысҡырып та ҡаранылар, тегеләр ишетмәне, һаман йыраҡлаша барҙылар, ҡояшҡа табан үрләнеләр. Берәүҙәр:

– Һай, ерҙә булһа, арттарынан ат менән генә ҡыуыр инек, – тиеште. Икенселәр:

– Ҡайҙа Айтуғандың мәргән атыусылары? – тине үртәнеп. Бәй, шул арала тирә-яҡта дан тотҡан оҫта һунарсы ҡушкөбәген төҙәне. Халыҡ, тын да алмай, нимә булырын көттө. Ләкин мылтыҡ тауышы яңғыраманы.

– Ҡағылма балаларға, осһондар, – тине ауылдың аҡһаҡалы, көбәкте ситкә этәреп.

– Атһын! – тине Арыҫланбәк, йән асыуынан ҡысҡырып. – Ат!

Һәм шул саҡ уянып китте.

– Һаташаһың, балам, – тине әсәһе, уның сәстәренән һыйпап. – Кемгәлер, ат, тиһең.

– Ярай әле, әсәй, төш кенә булған, – тине Арыҫланбәк.

Бригадир һалам ташырға әйтте.

– Ҡайҙа ул эҫкерт? – тине Арыҫланбәк эре генә ҡиәфәттә.

– Бүре ҡыуағында, туған.

– Кемдәр бара?

Бригадирҙың ауыҙынан Розалияның да исеме ишетелде.

– Улай. Бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙ, тиң.

– Эйе. Һин – старший. Башлаған ҡушыуҙы тейәп бөтөрөргә тырышығыҙ. Алдағы көндәргә радионан буран вәғәҙә итәләр.

– Аңлашыла. Аттар ниндәй?

– Күндәмдәрен егерһегеҙ.

Саналар аллы-артлы Бүре ҡыуағына йүнәлде. Оло юлдан аттар берҙәм генә юртты. Көн һалҡынса ине. Ҡайһы берәүҙәр ат еленә арттарын ҡуйып ултырҙы. Бүре ҡыуағына йәнлек эҙе лә юҡ, өс-дүрт метр араға юл ярып инергә кәрәк ине.

Ситкә боролғас та, алдағы аттар бата, ҡатын-ҡыҙ сырылдаша башланы.

– Ярҙам ит, иманһыҙ! – тине бер йыуан тол ҡатын Арыҫланбәккә.

– Майың ирер тип ҡурҡаһыңмы ни, төш. Алты ҡатын тартҡансы, алтмыш бот йөк тартыр инем, тигән бер меҫкен хайуан.

– Һинең менән миндә, ти, уның күңеле, – тине икенсе ҡатын.

– Һуңланы инде, – тине өсөнсөһө. – Уға машинаһы ҡәҙерлерәк бит. Әйҙә, рулен ҡосаҡлап йөрөй бирһен. Розалияға кейәүҙең бына тигәне ҡайтырға тора.

Арыҫланбәктең һиҙҙергеһе килмәне.

– Бик һәйбәт. Шаулатып туй яһарбыҙ, – тине.

– Иллә юҡты һөйләйһегеҙ ҙә, – тине Розалия, асыуланып. – Башҡа ҡайғығыҙ булмаһа, минең өсөн бошонмағыҙ. Һеҙҙән кем ир һорай әле.

Ул арала аттар эҫкерткә яҡынлашты. Ләкин уның янына барырлыҡ түгел ине. Тирә-яҡлап ҡаҙырға тотондолар. Розалияға арыу ғына урын эләкте. Һалам боҙ менән ҡатышып туңғайны. Һәнәктең саты айырылды, көрәк ҡалҡты. Шуға ҡарамаҫтан, ул сәмләнеп тотондо. Бисәләрҙең төртмә һүҙҙәренә һарыуы ҡайнаны. Ҡайҙан ишеткәндәр? Был хаҡта бит ҡәйнәһенә лә белдертмәне. Тимәк, хатты атаһы асып уҡыған. Уның инде теле оҙон. Кешенең ҡулына һуғаһыңмы ни, яҙғас – яҙған. Етмәһә, бынау үгеҙ Арыҫланбәге мыҫҡыл итә. Туй, имеш. Бар, түрҙең башына менә һал.

Ҡалын кейем иркенләп эшләргә ирек бирмәне. Ҡыҫты. Тирләтте. Ахырҙа, Розалия фуфайкаһын сисеп ташланы.

– Йәш йәш инде. Ҡаны ҡыҙыу.

– Ҡара уны, һалҡын тейҙермә.

– Эшләгән кешенән һыуыҡ ситкә ҡаса ул, – тиештеләр.

Розалия хатта һаламды ҡулы менән йолҡҡолар сиккә етте.

– Аҙапланма, – тине Арыҫланбәк уға. Ул уны йомшаҡ ҡына итеп терһәге менән ситкә этте лә бөтә көсө менән боҙға арҡыры сапты. Көрәк осонан ут сәселдеме ни! Ир тиһәң дә ир ҡулы! – Кей өҫтөңә. – Арыҫланбәк Роазлияның яурынына фуфайкаһына һалды. – Һеҙҙең өсөн һуңынан яуап бир.

– Ҡайҙан килгән был түрә?

– Түрә, имеш. Минең йәремдән дә ҙурыраҡ насалник юҡтыр ул ауылда.

– Старший кунних, йомро тиҙәк башлығы! – тиештеләр ҡатындар, көлөшөп.

– Йә, йә, – тине Арыҫланбәк ҡабаландырып. – Берәүҙәр ҡаҙыһын, икенселәр тейәһен.

– Ҡара әле бынауҙы, өйөр айғырымы ни, өйөрөлөп-өйөрөлә, әйкәйем.

– Таптың айғырҙы. Әрмиәнән ҡайтҡанына хан заман, рәте юҡтыр йүнһеҙҙең, – тиештеләр, тағы шаяныраҡ ҡатындар, ихахайлап.

– Әйтер инем инде, – тине Арыҫланбәк. Ләкин тыйылды, Розалиянан уңайһыҙланды, уйын һүҙ менән генә яуапланы. Саналарҙы берәм-берәм тейәп, оло юлға тарттырҙылар. Ул оҫта тейәне. Баҫтырыҡты ла шатырҙатып бәйләне. Эҫкерт ауыҙына аттарҙы ла үҙе килтерҙе. Розалияныҡына хәҙергә ҡағылманы. Телдәр бисәләрҙе алдан ебәрергә самаланы.

Бына йөктәр тейәлеп бөттө. Бүре ҡыуағынан иң аҙаҡ Арыҫланбәк сыҡты. Розалияның аты, бәләкәй ерән, бик һуҙылып атланы. Быны йөк тейәүсе уны башҡаларҙан айырыу ниәте менән шулай эшләне. Күп тә үтмәне, ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешкән ылауҙарҙың икәүһе өҙөлдө. Әкренләп улар һаман артҡа ҡалды.

– Һин миңә күп тейәгәнһең шикелле, – тине Розалия.

– Барыһы ла бер тиерлек инде. Атыңа ҡамыт-маҙар теймәйме икән? Туҡта әле.

Розалия ышанды.

– Юҡ та, – Арыҫланбәк дуғаһына һуҡҡыланы. – Тыңламай, күрәһең, ҡатын-ҡыҙ итә. Ҡайҙа?

Арыҫланбәк, туп һымаҡ Розалия янына һикереп менеп, дилбегәне үҙенә алды һәм ерәнсәйгә йыландай сыбыртҡы менән бер-ике тамыҙҙы. Малҡай тәртә араһынан атылырҙай булды. Ә арттағы ҡола бейә хужаһы юҡлыҡтан бошонманы, ҡымтып ашап килде.

– Мә, – тип, Арыҫланбәк дилбегәне кире бирҙе лә ҡырын ятты.

– Нәмәкәйгә бурҙай һымаҡ һуҙылдың әле? – тине Розалия.

– Миңә бында оҡшай.

– Оҡшаған ер күптер ул.

– Йә, сәнселеп килмә әле. Ауылда төрлө хәбәр йөрөй. Имеш, Сергейҙан хат алаһың.

– Тимәк, халыҡ бушты һөйләмәй, – тине Розалия, көлөмһөрәп.

Арыҫланбәк бер яҡ ситкә, ҡар диңгеҙенә, төбәлгән килеш ҡаштарын йыйырҙы. Сана бер яҡҡа ҡыйшайғандай итте.

– Ауа инде. Айыуҙай кәүҙәң менән баҫаһың, – тине Розалия, икенсе яҡҡа янтайып.

– Һөйрәһен, шуның өсөн ат ул.

– Хайуан хаҡы бар. Тегеләр, ана, ҡырланы артылды.

– Аҙашмаҫһың...

– Ниңә миңә бәйләнәһең әле?

– Һораша. Белмәй, имеш.

– Ике балалы ҡатын менән нимә эшләмәксе булаһың? Ул балаларҙы, ҡарсыҡты ҡайҙа ҡуяһың?

– Бибинур әбей ни ул йорт-ерен ташламаҫ. Бәлки, Фәрит менән бергә йәшәр. Ярҙам итербеҙ. Ә Рәмил беҙҙең менән торор.

– Улай, – тине Розалия, тәрән һулап. – Һис тә өҙөп кенә әйтә алмайым, Арыҫланбәк. Ғөмүмән, мин яңынан иргә сығырға йыйынмайым. Балаларымды үҫтереп, әҙәм итһәм, шул еткән. Бер бәхетең юҡ икән, уны ир яңыртып ҡына табып булмайҙыр. Бәхет, минеңсә, бик ҡәҙерле нәмә. Килһә, ул һиңә ҡыҙ саҡта, ата тупһаһы менән һаубуллашҡанда киләлер.

Арыҫланбәк, һалам сәйнәп, күҙен йылтырап ятҡан аҡ ҡарҙан алманы. Розалияның һүҙҙәре уға, нисектер, сәйер тойолдо.

– Һин әллә нәмә һөйләйһең, – тине ул. – Мал-тыуарың ишле, донъяң бөтөн икән, шул бәхет түгелме ни? Мин һине бит ситәне емерелеп бөткән өйгә, ҡаҡ һикегә әйҙәмәйем. Бөтәһе лә бар. Аҡ мунсаһына тиклем. Ауыл өсөн тағы ни кәрәк?

Ауыл өсөн тағы ни кәрәк? Туҡта, ошоға оҡшаш һүҙҙәрҙе Розалия ҡасан, ҡайҙа ишеткәйне һуң әле? Атаһының ауыҙынан түгелме? Эйе, Фәрит менән Рәмилдең атаһына димләгәндә.

– Дөрөҫ, һеҙҙең тормош һәйбәт. Бәлки, күптәр көнләшеп тә ҡарайҙарҙыр. Һүҙем юҡ. Ләкин мине һис тә байлыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Ярай, юҡ менән баш ватмайыҡ. Төш, ана, ауыл күренде.

– Бығаса кешенән өркөп йәшәлмәне.

– Егет кешегә нимә ул, ни ҡыланһа, шул килешә. Бына һин минең урында ни эшләр инең?

– Рәхәтләнеп арҡа терәп барыр инем.

– Әйтеүе анһат. Төш, тим, төш. – Розалия Арыҫланбәкте ситкә этте. Арыҫланбәк уның терһәгенән тотоп алды. – Шаярма, – тине Розалия, тартылып. – Һинең ҡулың бик оҙон күренә. Ебәр, тим. Мине асыуландырма, юғиһә...

– Ни эшләрһең?

– Ҡысҡырам.

– Ҡысҡырып ҡайҙа бараһың? Ярай, һинеңсә булһын, – тип Арыҫланбәк теләр-теләмәҫ кенә шыуышып ергә төштө.

– На, малҡай, – тине Розалия, атының башын тартып...

Күҙ бәйләнгәндә, Шәмсетдин Арыҫланбәкте күпер төбөндә осратты. Егет, ауыҙ эсенән генә көйләп, аттар һарайынан ҡайтып килә ине.

– Ныу? – тине Шәмсетдин, күп мәғәнәле һорау менән. – Хәлдәр нисек?

– Йомортҡа һымаҡ тәгәрәй.

– Тимәк, килештегеҙ? – тине Шәмсетдин, ҡыуанып.

– Алла үҙе белә.

– Әкиәт һөйләмә.

Арыҫланбәк яурынын һикертеп кенә ҡуйҙы.

– Ярай, үҙем барып урайым. Ҡайтышлай һуғылырмын.

Шәмсетдин ишекте асҡанда, Розалия, улдары менән геү килеп, киске аш ашай ине.

– Әйҙүк, ҡоҙа, түргә уҙ, маҡтап ҡына йөрөйһөң ,– тине Бибинур ҡарсыҡ, ҡалҡынып. – Фәрит, күс, олатайыңа урын бир.

Шәмсетдин, һаҡал-мыйығын тырпайтып, өҫтәл артына ултырҙы һәм Рәмилдең арҡаһынан ҡаҡты.

– Әх-мә, – тине, кеҫәһенә тығылып. – Буш икән.

– Беҙгә тигән кәнфитең төшөп ҡалғанмы ни? – тине Фәрит, ирештереп.

– Тик ултыр. Һеҙҙә генә ти ҡайғыһы. Пушта тигәс тә теге, уның артынан ике ауылды бер итеп, табан итен ашатып, йүгерергә кәрәк.

– Йә, ҡоҙа, ашың һыуына. Итенә лә үрел. Бала-саға соҡсоноп, һимеҙ ере генә ҡалған. Күңелеңә теймәһә, һоғон. Ҡоҙағый ни эшләп кенә ята? Был арала күҙгә-башҡа ла күренмәй.

– Өйҙә тормағас, әйтә алмайым. Ваҡыты ла юҡтыр. Ҡатын-ҡыҙҙың эше үҙеңә мәғлүм.

– Шулай, ҡоҙа. Ҡасан таң атып, ҡасан ҡояш батҡанын тоймайһың да.

– Мал-тыуар иҫәнме, курмы яғы таҡыраймаймы? Утын етерлекме?

– Бар әле хәҙергә, бар. Зарланырлыҡ түгел. Килендең тәүфиғен, ғүмерен генә бирһен хоҙай.

Розалияға атаһының һорашыуы оҡшаманы. Әйтерһең, утын бөтһә, урман ауҙара. Нисек бөгөн ингән әле, ҡапҡа төбөнән уҙып китһә китә, мәгәр баш та ҡаҡмай. Өмәгә-маҙарға әҙерләнгәнде тиҙ ишетә, хәҙер килеп етә. «Ҡайҙа, берәй стакан ғына балыңды ҡойсо», – ти. Бирмәһәң, тауыш ҡуптара, әрләшә башлай. Кешеләрҙең аталары тегеләй-былай тип маҡтаһаң, тағы күтәрелеп бәрелә. «Әҙәм итеп оҙатҡанмын, үҙ донъяңды үҙең күр, мин инвалид», – ти. Һөйләш уның менән.

– Дөрөҫ, ҡоҙағый. – Шәмсетдин ашты бик яратып ашаны. Сикәләренән тир тәгәрәне. Таҫтамал һорап алды. Аш-һыуҙы йыйыштырғас, шырпы ҡабының ярсығы менән бер-береһен ҡыҫырыҡлап үҫкән һары, яҫы тештәрен соҡоп аҙапланды. Һүҙҙе ҡалайыраҡ башлап ебәрергә тип ултырҙы, ҡарсыҡтан уңайһыҙланды. Ахырҙа, ул:

– Ҡоҙағый, улдарыңды түръяҡҡа алып сыҡ әле, киленең менән икәүҙән-икәү генә һөйләшәһе һүҙем бар, – тине.

– Ярай, ҡоҙа, ярай, ҡамасауламайбыҙ. Әйҙәгеҙ, балалар.

Фәрит, урта ишекте япҡанда, телен сығарып, олатаһына:

– Айыу, – тине.

– Етте һиңә, – тине Розаия, асыуланып. – Тәртипһеҙ.

– Аталары булһа, улай боҙолмаҫтар ине, – тине Шәмсетдин, көрһөнөп.

– Һин бит – олатай. Ниңә тәрбиәләмәйһең?

– Минең үҙемдә бер оя тулы. Уларға, үгәй булһа ла, ата кәрәк.

– Әллә берәйһе яусы итеп ебәрҙеме?

– Улай тимә әле, ҡыҙым, минең дә һинең өсөн йөрәгем яна. Насармы, яҡшымы, мин һиңә – ата. Кәңәшләшергә килдем. Йәшһең, заман сағың, ғүмер буйына былай яңғыҙ йәшәмәҫһең. Бынауы Арыҫланбәк арыу ғына егет тәбаһа.

– Нисек торһам да һиңә барыбер түгелме ни? Ниңә ҡапыл борсолоп киттең әле? Бығаса иҫеңә лә төшмәй ине бит.

– Төрлө һүҙ һөйләйҙәр.

– Һин таратҡас, һөйләйҙәр. Һин бит ҡыҙыңды йөҙ грамм араҡыға һатып эсергә лә әҙер.

– Үпкәләргә хаҡлыһың, балам. Ғәйебем барҙыр. Ләкин мин теге сит кешегә ҡаршымын. Урыҫ урыҫ инде, үҙ милләтең түгел. Балаларыңды кем ҡарар?

Розалия атаһының уйҙарын аңлай башланы. Бөтәһенән бигерәк атаһы уның малайҙарынан ҡурҡа ине.

– Һин ҡарарһың, атай, – тине Розалия, үс итеп.

– Рәхмәт! – тине Шәмсетдин, кинәт кенә аяғүрә тороп. Уның муйын тамырҙары бүртенде. – Үҙеңде үҫтергән дә еткән. Тапҡанһың – кеше ит. Ҡойроҡтарың танһыҡ бына. Харап! Бер килмешәкте күргән дә ҡапланған. Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙмы ни, һайланырға ваҡытың уҙған, шуны онотма. Аулдың бына тигән егете ялбара. Унан ҡолаҡ ҡаҡһаң,үҙеңә үпкәлә. Хан ҡыҙы тиерһең! Шул. Барһаң – Арыҫланбәккә, бармаһаң, бер ергә лә аяҡ баҫмайһың. Донъяңды туҙҙыртмаясаҡмын. Был – ата һүҙе. – Ул шәп-шәп атлап сығып китте. Ҡапҡаға еткәс, тағы боролдо. – Ата һүҙен йығып, изгелек күрермен тимә. Уйла.

Розалия, әрнеп, йөҙөн ҡапланы. Уның күҙ алдына бер-бер артлы сәскәгә бөрөләнгән йылдары баҫты. Йөрәге елкенә, ләкин әле күңел ҡошо ҡайҙа ҡунырға белмәгән көндәрҙең береһендә, шулай, атаһы ҡыҙмаса ҡайтты ла бүтән балаларын, барығыҙ, тышта уйнағыҙ тип, ҡыуып сығарҙы һәм:

– Ҡыҙым, кил әле яныма, – тине. – Хәҙер балиғ булдың, һинең менән ололарса һөйләшергә мөмкин. Күрәһең, туғандарың да күбәйҙе, миңә, яңғыҙыма, ауыр. Ситләтергә уйламайым. Һин минең, яҙ күрке умырзаялай, баш балам, тәүге ҡыуанысым. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә, ауырта, йәл. Бәхет кенә теләйем, – тине.

Һуңғы һүҙҙе ишетеү менән, Розалияның теҙ быуындары ҡалтыранды, ҡыҙарынды, башын түбән эйҙе.

– Төшәсәк ерең бик һәйбәт, – тине атаһы, һүҙен дауам итеп. – Иркен, бер генә ҡарсыҡ. Бибинурҙың уңғанлығы бөтә ауылға билдәле. Йорт тиһәң, йорто ниндәй! Айтуғандың йәме. Мал тиһәң, малы аҙбар тулы. Ә егете ниндәй! Шофер. Бынан да шәп урын юҡ. Ожмах.

Розалия атаһының һүҙен йыҡманы, шофер менән тормош ҡорҙо. Ире уны ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Баштараҡ Розалия уға: «Шәрифулла ағай», – тип өндәште. Ошо мәлдә «ағаһы», йылмайып: «Әү, туғаным», – тип ҡуя ине. Артабан күнегелде, ете йәшкә айырма булһа ла, исеме менән әйтелде. Фәрит менән Рәмил тыуҙы. Балалар ике йөрәккә күпер һалды. Һәм көтмәгәндә – фажиғәле хәл. Тәүге йылдар бик ауыр кисерелде. Тора-бара өйрәнелде. Юҡ-юҡ та, ҡайһы саҡта башҡа төрлө уйҙар килде, үкенеп тә ҡуйғыланы. Ләкин йәшлектең алһыу таңын кире ҡайтарырлыҡ түгел ине.

Бөгөн атаһы тағы ла уның яҙмышына ҡыҫыла.

Бибинур ҡарсыҡ аҡылһыҙ түгел, барыһын да һиҙҙе. Ул, бойоғоп ҡына ултырған килене янына сығып, уның сәсенән һыйпаны.

– Тыныслан, – тине.

Розалия тәүге мәртәбә, ҡәйнәһенең күкрәгенә башын ҡуйып, күңеле булғансы иланы.

Фәрит, ишек ярығынан был хәлде күҙәтеп, олатаһына ҡарата йоҙроғон төйнәне. Ә Рәмил, сабый, бер ни тоймай, иҙәндә уйынсыҡ машинаһын тәгәрәтте.

 

XII

 

Автор:
Читайте нас