

XII
Айтуғанда һүҙҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра барҙы. Ҡарттарҙан ғына түгел, йәштәр ауыҙынан да төрлө хәбәрҙәр ишетелде. Берәүҙәр былай, икенселәре тегеләй тине. Кешенең ауыҙына һуғаһыңмы ни, әйтәһен әйтә, йүнлеһен дә, йүнһеҙен дә сәсә. Берәүҙәр Розалияны хупланы, икенселәр яманланы, өсөнсөләр Арыҫланбәкте һүкте. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй генә ауыл гөж килде. Һәр өйҙөң мөрйәһе үҙенсә төтөн сығарҙы. Айтуғандың һуңғы яңылығы шул булды, ошо яңылыҡ иләктең өҫтөндә иләнде.
Арыҫланбәк урамда күренергә лә ҡыя алмай башланы, үткенсе-һүткенсе бармаҡ төртөп күрһәткән һымаҡ тойолдо. Ул буш ваҡыттарын өйҙә уҙғарҙы, үҙенсә төрлө пландар ҡорҙо. Урларға ла уйлап ҡараны. Урлай торған заманалар үткән шул. Розалия урлатамы һуң
– Нимә, уҡлау йотҡан кеше һымаҡ ятаһың? Кешенән оялар инең. Тышҡа сығыр хәл юҡ, күҙҙе лә астырмайҙар, хоҙайым. Нимәһенә ҡыҙаһыңдыр шул Шәмси ҡыҙының. Анауы көҙөн эшләп киткән урыҫ шофер менән бәйләнгән тип һөйләйҙәр ҙә. Үҙен көтә тиҙәр бит, ғәрләнмәйһеңме ни? Шул әҙәм килгәнсе, Баллы Шишмәнән Фәтҡулла ҡыҙын йәрәшергә кәрәк. Ҡыҙ кеше, даны-маҙары сыҡмаған, тиҙәр. Шаулатып туй яһарбыҙ. Берҙән-бер ҡарт әсәйеңдең һүҙенә ҡолаҡ һал, исмаһам. Тыңла, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән әсәйеңдең ҡарғышын алып, изгелек күрермен тимә.
Арыҫланбәк өндәшмәне.
– Ниңә берәй һүҙ әйтмәйһең, ана шулай өндәшмәйенсә йөрәгеңде өҙә бит ул.
Арыҫланбәк инде бындай һүҙҙәрҙе күп ишеткән, ҡарсыҡтың бер үк нәмәне туҡыуынан еләп бөткән. Уның бер ҡолағынан керҙе, икенсеһенән сыҡты.
Ул йәнә Шәмсетдин менән кәңәшләшергә уйланы, сөнки башҡа сара юҡ. Почтанан ҡайттымы икән? Бөгөн күренмәне лә. Ярай, барып урарға кәрәк.
Шәмсетдин ишекте үҙе асты.
– Ә-ә, Арыҫланбәк икән, әйҙә, әйҙә уҙ, – тине почтальон, ҡыуанғандай. – Ярай, быймаңды һалып аҙапланма, таҙа ваҡыт бит. – Шәмсетдин ҡунаҡты түрьяҡҡа алып инде лә урта ишекте ябып ҡуйҙы. – Балаларҙан, әсәләренән башҡа тынысыраҡ булыр. Бөгөн тарата алманым, гәзиттәрҙе айырып ултыра инем. Йә, ниндәй яңылыҡтар бар-
– Бер балыҡ башын сәйнәйҙәр.
– Сәйнәһендәр, балыҡ башы тәмле була ул. Теге көндө үҙен бик ҡыҙҙырып сыҡтым. Ата һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапарға тейеш түгел.
– Баллы Шишмәләр ни эшләй һуң?
– Улар иртәгә концерт ҡарарға йыйына, Өфөнән артистар килә икән. Иғлан элгәндәр. Бик шәп ҡуялар, ти. Колхоз үҙ иҫәбенә алған. Иғланды иртәгә бында ла ҡаҙаҡлаясаҡтар. Розалия унда мотлаҡ барырға тейеш. Йоҡлап ҡалма. Яйын табып һөйләшергә тырыш. Әллә инде, Арыҫланбәк кем... Әй әттәгенәһе, туған тиәһемде, димсе лә булып бөттөм шикелле. Ярамаған эш тә бит, гонаһтарым булһа, ер күтәрһен. Бәй, ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта тигәндәй, ни эшләп буш ултырабыҙ әле, апайыңды саҡырайыҡ. – Шәмсетдин, гәзит төргәктәрен ташлап, ишекте асты. – Ғилмиә, берәй нәмәң юҡмы, һары һыу булһа ла ярар.
– Кисә генә ебетеп ҡуйғайным бит әле, бер тәүлек тә тулмай.
– Килтер, һыуһынған ярар.
– Йә, һүҙләп бирмә, тын юлына китеүе ихтима, – тине Шәмсетдин, йылмайып.
– Хәстрүш, һөйләнгән була тағы, – тине Ғилмиә, өҫтәлгә сайпылдырып ярты графин бал ултыртты.
Арыҫланбәк, әҙәплек һаҡлап, ярты стакан эсте лә ҡабат ҡағылманы: бик сөсө ине...
Тирә-яҡ тауҙарҙағы урмандар шаулап, буран һепертеп тороуға ҡарамаҫтан, Айтуған кешеләре төштән һуң Баллы Шишмәгә китә башланылар. Розалия ла, мамыҡ шәленә төрөнөп, бер нисә ҡыһ-ҡырҡын артынан эйәрҙе. Бөтәһен дә Арыҫланбәк тәҙрәнән күҙәтеп ятты. Халыҡтың иң күбеһе ике-өс саҡрым араға ат һорап мәшәҡәтләнмәне. Йәйәү генә барыуҙы өҫтөн күрҙе.
Арыҫланбәк килгәндә, клубҡа халыҡ саҡ йыйыла башлағайны. Күрше ауыл кешеләре таныш-белештәренә сәйгә таралғайны. Ауылда һинең яҙып ҡуйған сәғәтең менән иҫәпләшмәйҙәр шул. Ҡараңғы төшмәйенсә, мал-маҙарҙы ҡарап япмайынса, ҡуҙғалмайҙар. Арыҫланбәк тә, бер иптәшендә һыйланып, ҡыҙып сыҡты. Тел асҡысы табылды, хәҙер теләһә ниндәй дипломатың менән һөйләшергә була.
Розалия Арыҫланбәктән ике рәт алда ултырҙы, егет уның эргәһенән урын ала алманы, һуңға ҡалды. Ярай, эш унда түгел, ҡайтҡанда бергә тура килһә, шул еткән.
Ысынлап та, концертты бик матур ҡуйҙылар. Айырым номерҙарҙы ҡат-ҡат һоранылар. Бигерәк тамашасыларҙы ауылса башҡарған бейеүҙәр, ауыл, тыуған яҡтар тураһында, әсәләр хаҡында йырлаған йырҙар тулҡынландырҙы. Ауыл кешеләренә тыуған ер моңдары яҡын шул. Тышта буран һеперҙе, ә клуб сәхнәһендә бесән саптылар, көлтә бәйләнеләр, туҫтаҡ менән айран эстеләр, йылғанан күнәк менән һирпеп, һыу алдылар. Халыҡтың үҙ ижады шул, сәхнәлә лә үҙенең уй-тойғоларын, хыялдарын, шатлыҡ һәм ҡайғыларын сағылдыра.
Арыҫланбәк тә, донъяһын онотоп, ҡул сапты. Концерт тамамланғас та, халыҡтың клубтан сыҡҡыһы килмәне һаман улар менән бергә йәшәне, улар менән бейене, йырланы, күңел асты.
Айтуғандарҙың ҡайһыһы Баллы Шишмәлә ҡунырға ҡалды, ҡайһыһы, йылы бинанан һуң, сирҡанып, ҡайтыр яҡҡа йүнәлде.
Розалия, Баллы Шишмәлә ҡәрендәштәре булһа ла, ҡалманы, малайҙары янына ашыҡты. Рәмил менән Фәритһеҙ йәшәй аламы һуң ул? Ел арттан ине, ҡыуып ҡына барҙы.
Арыҫланбәк Роазлиялар артынан ике-өс һикереүҙә барып етте.
– Йә, ҡыҙҙар, концерт оҡшанымы? – тине.
– Оҡшамаған ҡайҙа ул! – тиеште ике йәш ҡыҙ, һоҡланып. – Вәт, исмаһам, артистар! Теттереп бейейҙәр, зыйлатып гармунда уйнайҙар, йөрәктәрҙе тетрәтеп йырлайҙар
– Шуның өсөн артистар бит улар, – тине Розалия, һис тә иҫе китмәгәндәй.
– Әллә һиңә оҡшаманымы? – тине уға Арыҫланбәк.
– Юҡ, – тине Розалия, егеткә үс итеп. Артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән кешеләрҙе яратмай ине ул.
– Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, – тип Арыҫланбәк аптыраған булды. Әлбиттә, Розалияның тиҫкәреһе әйләнеп атлағанын белә ине. Бер тиҫкәреләнһә, ыңғайлатам тимә, сығынсы ат менән бер ул. Егеттең дә намыҫына тейҙе. Әҙерәк семтеп алғыһы килде. – Был һүҙҙе йөрәктәре туңған кешеләр генә әйтә.
Розалия ла һыр бирергә теләмәне, һаман үсләшеүен белде.
– Минең йөрәктең туң икәнен әле яңы ғына белдеңме ни? – тине ул, рәхәтләнеп көлөп.
– Күптән, тыуғандан бирле беләм.
– Тимәк, шунан бирле минең йөрәк менән шаяраһың?
– Шулай булып сыға инде.
– Мин бит әле һин тыуғанда теге донъяла йөрөгәнмен. Нисек инде ул?
Йәш ҡыҙҙар ҙа пырхылдашып алдылар, һәм улар, елдең ҡайһы яҡҡа иҫә башлауын һиҙеп, алдағыларҙы ҡыуабыҙ тип, тороп йүгерҙеләр. Хәҙер йәштәр белеп тыуалар шул, ололарға ҡамасауларға теләмәнеләр.
– Һеҙ ҡайҙа? – тип ҡыҙҙар артынан Розалия ла ынтылғайны, Арыҫланбәк уның ҡулынан тотоп алды.
– Ебәр, – тине Розалия, тартҡылашып. – Абау, илаһым, ҡулдары әллә тимер, өҙөп алып бара. Ебәр, тим, мин һиңә машина руле түгел дә. Теге ваҡытта ла иренемде күгәрттең, кешеләргә күренергә оялып йөрөнөм. Кит, һағыҙаҡ һымаҡһың да инде. Әйткәнде лә, ниткәнде лә аңламайһың. Ниндәй кеше һин, ә?
– Их һин, Розалия! – тине егет, йомшарып, күңеле тулып. – Ниңә шулай мине ситкә ҡағаһың икән. Йөрәгемдә һине армияға алып киттем, армияла һине уйлап ҡына йәшәнем, йылы яҡтарҙан ҡайтҡан ҡоштар һымаҡ, ашҡынып ҡайттым. Һин, исмаһам, йылмайып, берәй йылы һүҙ әйтһәң. Юҡ. Мин хәҙер ни эшләргә лә белмәйем, башты ситкә алып сығып китәһе генә ҡалды. Әсәйемде йәлләйем, ҡартайған шул
Буран һаман һепертте. Розалия ваҡ-ваҡ аҙымдар менән ҡарҙы шығырҙатып атлай бирҙе. Ул Арыҫланбәкте йәлләп тә ҡуйҙы. Ни эшләһен һуң? Ул бер кемгә лә кейәүгә сығырға йыйынмай ҙабаһа.
– Бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, – тине ҡатын, көрһөнөп.
Тимер ҡуллы, киң күкрәкле Арыҫланбәк инде, ялынып, Розалия артынан эйәрҙе.
– Розалия, аңла шуны, мин һинең өсөн утҡа, һыуға керәсәкмен. Теләйһең икән, эшләтмәм, ус төбөндә генә йөрөтөрмөн. Тағы нимә кәрәк, әйт. Бөтәһен дә, бөтәһен дә эшләргә, хатта һинең өсөн тауҙарҙы күсерергә әҙеремен. Тик мине ауылдаштарым алдында утҡа һалма.
– Ауылдаштар өсөн генәме ни? – тине Розалия, сәнскеле йылмайыу менән. – Улар өсөн өйләнәһеңме ни?
– Юҡ, юҡ, һин мине дөрөҫ аңламаның. Һинең артыңдан янып йөрөгәнемде бөтә ауыл белә бит хәҙер, шуны әйтергә теләгәйнем, – Арыҫланбәк Розалияны ҡултыҡлап алырға теләне.
– Юҡ, юҡ, кәрәкмәй. Былай ҙа атлауы миңә бик уңай, – тип Розалия юл ситенәрәк тайпылды. – Йә, етте инде, осрашыр хәл юҡ, ошо турала туҡыйһың. Бар, ана, ҡыҙҙар артынан, яңғыҙымды ҡалдыр.
Ҡырыҫ холоҡ һәм һалҡын яуап егетте тетрәтеп ебәрҙе. Әйтерһең, ошо минутта уның эскерһеҙ хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапанылар. Йөрәк бит һәр кемдә лә бар. Әле яңы ғына ебеп килгән Арыҫланбәктең асыуы таша башланы, бәғере ҡатылана барҙы һәм түҙмәне:
– Сергейҙы көтәһеңме? – тине. – Ул һинең башыңды ғына албырғата, Украинала уның вәғәҙә биргән ҡыҙы бар.
– Бер кемде лә көтмәйем, көтә торған ваҡытым уҙған инде.
– Мине йүләр әҙәмгә иҫәпләйһеңме ни, минең ҡолағым юҡмы ла, мин ишетмәйемме ни?
– Атайым һөйләгәс, ишетерһең, әлбиттә. Атайымды димсе иткәнһең дә. Йүнле егет үҙ башы менән йөрөй ул, башҡаларға һалынмай. Әйҙә тотонған икән, кәләш табып бирһен.
Һуңғы һүҙҙәр Арыҫланбәкте үтә ғәрләндерҙе. Ул бындай көнгә ҡалырмын тип башына ла килтермәгәйне.
– Ярай, һинеңсә булһын, мин түҙәм. Тик шуны онотма: мин һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен.
– Бәй, мине нәмә тип уйлайһың? Миндә һинең бер ниндәй ҙә эшең юҡ.
– Бармы-юҡмы, башым китһә китер, мәгәр һеҙгә көн күрһәтмәйәсәкмен. Ҡолағыңа шуны киртеп ҡуй.
– Ҡурҡытма, – тип Розалия шәп-шәп аҙымдар менән атлай башланы. Ысынлап та,ул һүҙҙең етди хәлгә күскәнен аңланы. Был дыуамалдың әллә нәмәгә төшөрөүе бар, тиҙерәк ҡыҙҙар артынан етергә кәрәк.
Арыҫланбәк һаман үҙенекен һөйләне. Ә Розалия йүгерә-атланы һәм ахырҙа:
– Ҡыҙ-ҙар, көтөгөҙ! – тип ҡысҡырҙы. Алдағылар, уның тауышын ишетеп, туҡтанылар.
– Юҡҡа ҡысҡыраһың, мин улай кешегә ҡағылмайым, йыртҡыс хайуан дәрәжәһенә инмәгәнмен әле.
XIII
Ауыр ҡайғы кисерелһә лә, йәшәлгән икән әле. Ҡоҙаһы килеп киткәндән һуң, Бибинур ҡарсыҡ бөтөнләй тынысһыҙланып ҡалды. Ерле-юҡҡа ҡулынан һауыт-һаба төшөп ватылды. Йоҡоһо ҡасты, ауыҙының тәме юғалды. Самауыры янына ултырһа, ҡалҡына белмәй, ҡуян ҡанындай сәй ағыҙып, һыйырының елен төбөнөң һөтөн генә тамыҙып, тирләп-бешеп сәй эсер ине. Хәҙер тамағына бер нәмә лә барманы. Уға донъяһы бына-бына емерелер төҫлө тойолдо. Ә бит бөтәһе лә бөртөкләп йыйылды. Мәрхүм ҡарты менән Сәрмәсән урманында аҙнаға яҡын бүрәнә әҙерләп яттылар. Йәш, көслө саҡ. Бысҡы һыу кеүек уйнап торҙо. Көн буйына әллә ни тиклем ағас йыҡтылар, шыма, төҙ уҫаҡтар гөрҫләп ауҙы. Кистәрен ҡыуыш янына усаҡ яҡтылар. Тағанға аҫылған биҙрәлә бығырҙап картуф ҡайнаны. Ҡарты мәрхүм, усаҡ эргәһендә тубыҡтарын ҡосаҡлап ултырған килеш, күҙен ҡыҫа төшөп хыялланырға яратты. «Йә, йорт ҡорабыҙ, тиң, кәләш, ә?, – тине ул, кинәнеп. – Насип булһа, бәлки, берәй малай табып бирерһең. Шуға арнап һалайыҡ».
Ағасты икәүләп ташынылар. Сикәһендәге дағаға оҡшағаныраҡ яра ана шул саҡтан һаҡлана. Кәкүк тауын төшкәндә, аты алып ҡасты. Бибинур, ҡурҡып, ҡулынан дилбегәһен ысҡындырҙы. Әлдә тәгәрмәс аҫтына эләкмәне. Ана шулай итеп төҙөлдө йорт. Бураһын өмә итеп күтәрттеләр ҙә ҡалғанын ҡарты үҙе хәстәрләне – оҫта ине. Тумыртҡа һымаҡ, ҡара таңдан алып туҡылданы. Балта әтәстәргә ҡарағанда иртәрәк уянды. Күрше-тирәне әтәстәр һөрән һалып түгел, ә балта тауышы уятты. Булғас, ғүмерлеккә булһын, тине ҡарты. Арлы-бирле генә юнманы, бөтә күңелен биреп эшләне. Иренмәне, тимер ҡалайын да тапты. Йорт һалам баштар уртаһында, йүкә араһындағы ҡупшы ҡайындай, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып ултырҙы. Тик мәрхүмең, тупрағың еңел булғыры, өйҙөң йылыһын, тормоштоң йәмен татып, оҙаҡ йәшәй алманы, донъя ҡуйҙы. Әжәл минуттары яҡынлашҡанда ла, ул иҫтән, телдән яҙманы. «Солан башының бер табаҡ ҡалайын ел ҡуптарған, ҡаҙаҡларға онотмағыҙ», – тип керпектәрен йомдо. Уның балта тотҡан ҡулдары, яртылаш бөгөлгән килеш, һәленеп төштө. Улар яҙылманы.
Йорт ана шулай төҙөлдө.
Розалия эшкә киткәс, Бибинур ҡарсыҡ янына тегенеһе-быныһы ингеләне. Аҡыллылар аҡыллы һөйләште, аҡыллы кәңәш бирҙе, бер ҡатлылар, уйламай-нитмәй, ҡарсыҡтың янған йөрәгенә:
– Киленең китеп-нитеп барһа, өй-малыңды бүлерҙәрме икән, хоҙайым? – тип йәнә тоҙ һиптеләр.
– Өй – балаларҙыҡы, үҫкәс, теләһә ни эшләтерҙәр. Киленде әйтәм, ҡайҙа китһен? Улай-былай тип ауыҙлағаны юҡ. – Ҡарсыҡтың Розалияға һүҙ тейҙерәһе килмәне. Уртын сәйнәһә сәйнәне, эс серҙәрен кешегә сисмәне. Килен киткән хәлдә улдарын ҡалдырмаясағын да – бөтәһен дә белә ине. Фәрите бит торғаны атаһы, атлауҙарына тиклем шул. Ә Рәмиле – әсәһе. Килене ниндәй йөрәк менән ейәндәренән айырыр? Балаһыҙ өй – маҙаһыҙ өй, яңғыҙы нисек йәшәр? Ҡартайған көнөндә шулай уҡ үрге ос Сәлихә ҡарсыҡ һымаҡ кеше тупһаһында бала ҡарап йөрөрмө икән ни? Эй илаһым, ул көндәрҙе күрһәтмәһен... Уландары ҡулбашында һайрар ҡош ҡына бит. Көҙөн анауы ҡапҡа башындағы ояһын ташлап киткән сыйырсыҡ ҡына ла ниндәй йәл тойола. Ҡанат ҡағып, дәртләнеп һайраған иртәләрен харап һағындыра. Күңел юҡһына, көтә. Сыйырсыҡты әйтәһең, яҙҙарын алыҫ яҡтарҙан әйләнгәс, сәләм тапшырып, яңынан шыңғырап һайрай башлаһа, ишек алдына йәм кереп ҡала. Нығыраҡ ҡолаҡ һалып тыңлаһаң, ниндәйҙер ят, әммә йөрәккә яҡын моңдарҙы ишетәһең. Гүйә, ул йыраҡ ярҙарҙың йырҙарын алып ҡайтып, берәм-берәм бында – Айтуған ҡырҙарына һибә.
Эсе лә бошоп торғас, Бибинур ҡарсыҡ ҡоҙағыйы янына барып урамаҡсы булды. Шәмсетдин дә өйҙә юҡтыр, һөйләшеп ултырырмын, эс серҙәрем бушап ҡалыр, тип уйланы. Оло тимер һандығын асып, ҡәҙергә генә һаҡлап йөрөткән кейемдәрен кейҙе. Балаларға бирермен тип, кеҫәһенә күстәнәс һалды һәм арттан, баҡса аша үтеп, Сабата урамына күтәрелде.
Ҡарсыҡтың ҡапҡаны уҙыуы булды, Шәмсетдиндең шажлап кереүе булды. «Ҡәһәр һуҡһын инде», – тине ҡарсыҡ эстән генә. Кире боролоп сығып китер ине, уңайһыҙ, әллә нәмә уйлауҙары бар.
Ике ҡоҙағый ҡаҙанлыҡ яғындағы һике ситенә терәлеп, хәл-әхүәл һораштылар. Балаларға иҫәнлек-һаулыҡ теләнеләр. Артабан Бибинур ҡарсыҡтың теле барманы, ул, гүйә, имсәк балаһын яңғыҙ ҡалдырып, йомошҡа ғына кергән ҡатын һымаҡ ултырҙы. Ҡайҙан ҡайтты был Шәмсетдин? Ул арала булманы. Шәмсетдин, ишекте шар асып, бөтә ҡышты эйәртеп килеп тә инде. Хәтер һаҡлап торманы, тураһын һуҡты:
– Итәгеңә ут ҡаба башлағас, килеп еттем тиңә, ә?
– Кешенең йөҙөн йыртмаһаң, күңелең булмайҙыр, – тине йәш ҡоҙағый иренә, асыуланып.
– Ат дағалағанда, тәлмәрйен ботон ҡыҫтырған, – тине Шәмсетдин. – Ана, самауырыңды ҡара. Миңә Бибинур ҡарсыҡ дошман түгел, үҙ кешем, әйтергә хаҡым бар. Заманында еләктәй баламды ҡулына тоттороп ебәрҙем. Ә бөгөн ул, минән бөтәһен дә йәшереп, минең ҡыҙымды урыҫҡа кейәүгә бирергә йыйынып ята.
– Алла тиң, ҡоҙа! – тине Бибинур ҡарсыҡ, ҡобараһы осоп. Уның керпектәренә йәш һикерҙе. – Ишетәһе һүҙҙәрем, күрәһе көндәрем булған икән, хоҙайым. Нахаҡ бәлә яғаһың. Кем үҙенең берҙән-бер килененән, кем үҙенең ике бөртөк гөлдәй ейәндәренән айырылырға теләр! Улар минең һуңғы өмөттәрем, уларҙан башҡа йәшәү юҡ миңә. Минең үпкәм һинең үҙеңә ҙур. Киленемде Арыҫланбәккә димләп йөрөйһөң түгелме?
Йәш ҡоҙағый аптырап, әле береһенә, әле икенсеһенә баҡты.
– Сит кешегә сыҡҡансы, ауылда ҡалғаны мең яҡшы. Ни күрһәк тә бергә, барыһы ла күҙ алдында.
– Ә балаларҙы ҡайҙа ҡуяһың? – тине ҡарсыҡ, аңын йыйып. – Балаларҙы?
– Теләһә ни эшләтер, үҙенеке. Балалар тип, күпме яфаланырға мөмкин? Әлдә сәскә кеүек йылдары заяға үтә. Яныңда ҡартайтыр инеңме ни?
Йәш ҡоҙағый иренең һүҙен бүлергә баҙнат итмәне. Уның күңеле ике яҡта ла ине, ҡоҙағыйын да, ҡыҙын да, ейәндәрен дә йәлләне.
– Ихтыяр һеҙҙә, – тине Бибинур ҡарсыҡ, тәрән көрһөнөп. – Балаларҙа минең дә ҡаным бар, шуны ла онотмағыҙ.
– Уныһы Розалия менән силсәүит эше. Үпкәләргә һис тә урының юҡ. Заманында кейәүҙе яҡын иттек, яраттыҡ. Мәжлес һайын өйҙөң түрендә булды. Фәрит менән Рәмилде әйтәм, аталары үлгәндә, береһе туҡмаҡ, береһе сөй генә ине. Хәҙер, ана, ниндәй үҫтеләр. Рәхмәт, тәрбиәләнең. олоғайған көнөңдә һиңә лә, беҙгә лә ауыр. Ни эшләйек һуң?
Өй эсе тынып ҡалды. Бибинур ҡарсыҡ ҡабат ни тип әйтергә лә белмәне.
Шәмсетдиндең ҡатыны ике ут араһында янды. Ләкин утты һүндерергә көсһөҙ ине ул. Шулай ғүмере буйына иренең һүҙенә күнеп йәшәне. Ул ни әйтһә, шул закон булды.
Бибинур ҡарсыҡ шәленә үрелде.
– Ҡуҙғалма, сәй эсербеҙ, – тине ҡоҙағыйы.
– Рәхмәт, бер генә ҡабыр ерем дә юҡ.
XIV