

XIV
Аяҙ, тыныс сатлама һыуыҡтар артынан һепертмә бурандар башланды. Ҡарҙар яландан осоп килде лә Айтуған тирәһендә өйөрөлдө. Ҡойма, ҡаралты буйҙарына көрт өйөлдө. Урамдарға арҡыры һырынды ятты, һикәлтәләр яһалды. Ауыл баҫылып, кесерәйеп ҡалды.
– Аҙнаға тартыр, – тиеште ҡарттар, бурандың ҡасан туҡтарын юрап.
Ошондай йонсоу көндә Розалия исеменә телеграмма килеп төштө. Шәмсетдингә почта бүлексәһендә ут тотторҙолармы ни! Ул уны шунда уҡ ҡырҡҡа сәрпәкләп ташламаҡсы булды. Ләкин почта бүлеге начальнигы, почтальондың уйын һиҙеп:
– Аңлайым, – тине, ҡулбашын һикертеп, – ну, ярамай. Ҡыҙыңдың ҡулына тапшыр. Беҙҙең бурыс шул. Унда үҙе теләһә ни эшләр. Ҡара уны, тикшерәсәкмен. – Начальник ҡаты ғына иҫкәртте, сөнки Шәмсетдиндең төшөп ҡалған хаттарын, журналдарын уҡыусы балалар, мәктәптән ҡайтҡанда, Баллы Шишмә менән Айтуған араһында тапҡылағайнылар. Халыҡ почтальондың эшенән риза түгел ине.
Шәмсетдин начальнигына уҫал ғына ҡараны ла, йәлп иттереп сумкаһын эләктереп, бөтә асыуы менән ишекте япты. Айтуғанға ҡайтып, төкөрөгөн сәсте.
– Берәҙәгеңде ҡаршыла! – тине ул, телеграмманы иҙәнгә – Розалияның аяҡ аҫтына ырғытып. Ҡағыҙ киҫәге бөтәрләнеп бөткәйне. Өй эсендәге барлыҡ күҙ уға текәлде, ләкин берәү ҙә эйелеп алырға баҙнат итмәне. Әйтерһең, уның эсенә ағыулы уғын һуҙып торған зәһәр иңкеш төрөлгәйне. Бибинур ҡарсыҡтың аяҡ-ҡулы ҡалтыранды. Фәрит, аҫтан ғына ҡашын емереп ҡарап, танауын тартты. Ул олатаһын яратманы: килгән һайын тауышланмай китмәй ине. Розалия, ҡыҙарынып, бармағының осо менән өҫтәл ситен ыуғыланы. – Намыҫың етһә, бар!
Рәмил ары-бире ҡаранды ла, бер кем ҡағылмағас, телеграмманы тиҙ генә алып, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, әсәһенә һондо.
– Мә.
Әсәһе ҡағыҙҙы таҫлап, уға сабыр ғына ҡиәфәттә күҙ йүгертте. Ысынлап та, Сергей: «Ҡаршы ал», – тигәйне.
– Атлап ҡара, аяғыңды һуғам да һындырам! – тип Шәмсетдин ҡыҙын ҡурҡытып сығып китте.
Поезд иртәгеһен төшкә табан Аҡ Ялан станцияһынан үтергә тейеш ине. Розалия ла, Бибинур ҡарсыҡ та төн буйына керпек ҡаҡманы, ләкин улар бер-береһенә эс серҙәрен асманы, һәр ҡайһыһы үҙенсә уйланды.
Бибинур ҡарсыҡ килененә нисек итеп өгөт бирергә лә белмәне. Розалияны туған ҡыҙындай ҡурсалай ине. Нисек ҡурсаламаҫҡа һуң?! Розалияны үҙе әйттереп, үҙе яратып улына алдырҙы. Килен булып төшкәндә, талдай бөгөлөп торған, йәш кенә, оялсан ғына ҡыҙ ине. Эшкә лә шәп булды, әйткәнен дә, әйтмәгәнен дә үҙе белеп эшләне. Көнләшеп донъя көттө. Нимәгә тотонһа, ҡулы килеште. Өйҙөң эсе-тышы ялт итеп торҙо. Һис тә иренмәне, иртә менән, көтөү ҡыуғас та, ишек алдарын һепереп ташланы. Шул тиклем таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә сепаратҡа килгән ҡатындар һоҡланып бөтә алманылар. Шәрифуллаһын инде күҙ нурын, бик таҙа йөрөттө. Эштән ҡайтыу менән, майлы кейемдәрен һалдыртып, йыуындырып, икенсе кейем кейҙерҙе. Аш-һыуға ла йөрөй белделәр. Көлөшөп сығып киттеләр, йылмайышып ҡайтып инделәр. Килене менән улы бер-береһенә ауыр һүҙ әйтешкәндәрен ишетмәне. Ҡәйнә кеше, килендән уңдым тип, ҡыуанды. Уны килен кеүек кенә түгел, ә ҡыҙындай күрҙе, бөтә йорт эштәрен уның өҫтөнә генә ташламаны, үҙе лә тынманы, ярҙамлашты, иртәнән алып кискә тиклем аяҡ өҫтөндә булды. «Донъя шулай бара ул», – тине.
Розалия Бибинур ҡарсыҡтың күҙ алдында үҫте, сыныҡты. Береһенән-береһе матур ике ир бала табып бирҙе. Инде өләсәй көн буйына ейәндәре менән гөрләште, уларҙы ҡойондорҙо, йырҙар йырлап, бәхет теләп йоҡлатты. Бөтәһе лә һәйбәт, һыу һымаҡ аҡты. Шәрифуллаһы үлгәс, донъя ҡапыл һүрелгәндәй итте. Бибинур ҡарсыҡты ҡайғы бөктө. Килене лә ир ҡамытын кейҙе. Утыны ла, бесәне лә кәрәк. Барыһы артынан да табанлап йөрөргә, йөҙ һыуыңды түгеп, бригадирына ялынырға кәрәк. Атын йә бирә лә, йә юҡ. Ир бар саҡта ғына ҡатын башы ҡәҙерле шул, ир киткәс – китә. Яңғыҙ кешегә ауыр. Бибинур ҡарсыҡ киленен бик йәлләй. Әллә йүнле кеше осрай, әллә юҡ. Өйгә индерһәң, йөрәк күтәрә алмаҫ, киленең китеп барһа, донъяң юҡҡа сығыр. Нисек, кем менән йәшәрһең?..
Сиружканы әйтәһең, ни эшләп тағы бында килергә уйлаған икән? Шулай уҡ киленен оҡшатып өлгөрҙөмө икән ни? Өйгә ҡайтып тик серем генә итте ләбаһа, көнө-төнө юлда булды. Хәйер, йәштәр күңелен ҡайҙан беләһең? Шуныһы ғәжәп, егет кешегә ҡыҙ бөткәнме ни? Улай тиһәң, килененең буй-һыны бар шул. Йәш, һылыу. Юҡҡа ғына Арыҫланбәк күҙен-башын алартып йөрөй тиһеңме ни? Абау, шуны енем һөймәй, урамда күренһә, икенсе яҡтан урап уҙа. Әле Шәрифулланы иҫән саҡта, әрмиәнән шул килененә хат яҙып, араларын боҙорға маташты. Улы сабыр ине, көлдө лә ҡуйҙы. Арыҫланбәкте әйтәм, һөлөктәй йәбеште бит.
Киленде ни тыйып тота алмаҫһың. Шул мәлғүн Арыҫланбәккә сыҡһа, ейәндәре күҙ алдында булыр ине лә һуң. Кемдең уйын кем белә. Ай-һай, күңеле шул Сиружала түгелме икән? Әллә иленә алып китмәҫ, илендә кеме бар? Бында ҡалһа, өйгә керә инде. Юҡ, барыбер Шәрифуллаһын алыштырмаҫ. Ҡайҙа ул! Нисек алмаштырһын, туған балаһымы ни? Нимә уйлап килә икән? Ят ауыл, ят тел. Шәрифулла тотҡан кәртәләрҙе тотор. Шәрифулла асҡан ишектәрҙе асыр, Шәрифулла ашаған өҫтәл артында ултырып ашар, Шәрифулла йоҡлаған карауатта йоҡлар... Ай, йөрәк нисек түҙер быға, балаларҙың күҙенә нисек ҡарарһың?..
Роазалияның алдында ла бер-бер артлы буталсыҡ һорауҙар тыуҙы. Уларҙы үҙенсә сисергә тырышты. Ярай, ул бер кемгә лә кейәүгә бармаһын, ти. Нисек торған, шулай йәшәр. Малайҙар үҫтерер, кеше итер. Өләсәй булыр. Ҡәйнәһе һымаҡ ейәндәрен тәрбиәләр. Йәшлек йылдары, йәшлек ғазаптары бөтәһе лә алыҫта ҡалыр. Тик ни өсөн бөгөн уның атаһы теше-тырнағы менән Арыҫланбәккә йәбешкән? Ни өсөн Сергейҙы күрә алмай? Уға ниндәй зыян килтерҙе? Киреһенсә, Айтуған халҡы Сергейҙы ҡайһылай йылы итеп оҙатты. Сит кеше күпме изгелек эшләп китте. Әгәр ҙә ерҙә йәшәгән һәр кем шулай башҡаларға хәстәрлек күрһәтһә, кешеләр күңеле тағы ла яҡынайыр, кешеләр йөрәге бер-береһенә һиҙгерерәк, донъя тағы ла матурыраҡ булыр ине.
Ни өсөн Сергейҙы күрә алмай?.. Күҙҙәр бер-береһен таный, йөрәктәр бер-береһен аңлай белә икән, уртаҡ тел табырға мөмкин. Тел асҡысы – йөрәктә.
Эйе, төрлө милләттең теле – ҡоштар теленә оҡшатыр ул. Ә тәүге ҡарамаҡта ҡоштар теленә кем төшөнөп етә? Әгәр улар бергәләшеп һайраша башлаһа, урман ниндәй йәмләнә, тыңлап туйғыһыҙ бер сихри моңға күмелә. Урман көллө ҡош тауышы менән, ил татыу халыҡ менән күркәмдер.
Ярай, Арыҫланбәк ауыл егете булһын, ти. Ә бит Сергей уға ҡарағанда кешелеклерәк түгелме? Арыҫланбәк күберәк үҙ хаҡында ҡайғырта. Теге саҡта, һаламдан ҡайтҡанда, ни ти? Бибинур ҡарсыҡ менән Фәрит йортта ҡалырҙар, уларға ситтән тороп ярҙам итербеҙ, тиме? Ҡәйнәнән айырылһаң да, баланан нисек айырылмаҡ кәрәк? Бала әсәнән дә ҡалһа, ғүмергә ғәфү итмәҫ, һәр саҡ үпкә һүҙҙәре ташлар. Әле уның нәҡ әсә наҙлауына мохтаж сағы. Юҡ, ныҡлап һөйгән кешенең һүҙҙәренә оҡшамаған был.
Кем белә инде? Кем генә белә? Бәлки, Арыҫланбәкте аңлап етмәйҙер?.. Юҡҡа ғына артынан бер тотам да ҡалмай йөрөмәйҙер бит. Башҡаларҙа күңеле булһа, әллә ҡасан өйләнер ине. Бер көндө концерттан ҡайтҡанда, әллә бигерәк ҡаты бәрелде инде? Бәлки, улай уҡ һөйләшмәҫкә кәрәк булғандыр. Ҡайһы саҡта бигерәк ҡаты бәғерләнеп китә шул, ир-ат менән шулай һөйләшергә кәрәк, тип саманан тыш ҡыланып ташламаймы? Атаһын да ғәйепләне. Атай кеше, әлбиттә, йүнле теләктәлер. Ни тиһәң дә, бала – бауыр ите. Ә ҡыҙының йөрәгендә нимә ятҡанын беләме һуң ул? Арыҫланбәк уны бәхетле итә алырмы? Бындай һорауҙарға, әлбиттә, берәү ҙә яуап бирмәҫ, тик үҙеңдең генә йөрәгеңә ышанырға кәрәк, ул ғына һиҙә, ул ғына тоя. Их, был тормошто, ниңә уның яҙмышы менән шаяра? Ниңә ул, йылғала сайҡалған юнышҡы һымаҡ, үҙ ҡосағында аяуһыҙ сайҡалдыра, ниңә ныҡлы бер ярына баҫтырмай?..
Арыҫланбәк менән ул ғүмеренең һуңғы кисенә тиклем ҡушлап атлай алырмы? Уны рәнйетмәҫме, кәмһетмәҫме? Үткәндәрҙе йыш ҡына иҫенә төшөрөп ғазапламаҫмы? Юҡ, ирмен тигән ирҙәр үткәндәргә әйләнеп ҡарарға, һинең йөрәк яраларыңды ҡуҙғатырға тейеш түгел. Шул саҡта ғына улар һинең иғтибарыңды яулар.
Ни эшләргә? Әллә бөтәһенән дә баш тартырғамы? Эйе, береһе лә кәрәкмәй, береһе лә йәнде ҡыйып йөрөмәһен, уға яңғыҙ йәшәүе мең мәртәбә артығыраҡ. Ни эшләп яңғыҙ булһын ул, уның бына тигән малайҙары бар, улар бар саҡта, яңғыҙлыҡ юҡ, яңғыҙлыҡ шәүләһе ҡаса... Ә улар юҡта, ҡара бойоҡ шәүлә һағалап ҡына тора...
Әгәр Сергей ысынлап та яратһа?.. Станцияға бармаһа, уны бөтөнләйгә юғалтыуы мөмкин. Ғүмергә үкенеүе ихтимал. Эйе, ғүмергә. Ә бит ундай кешеләр һирәк осрай. Берәүҙәр, ирҙәрен һуғышта юғалтып, нисәмә йылдар буйына һалдат намыҫына тап төшөрмәй тол йәшәй. Сәстәренә сал инә. Гүйә, был сәстәр, – һыуға һыуһап, ҡоро ҡара тупраҡтан мең ғазаптар менән шытып сыҡҡан аҡ сәскәләр, әйтерһең, улар тоғролоҡ, сафлыҡ билдәләре. Икенселәре, йөрәк тартҡан кешеләрен таба алмайынса, сағылдарҙа ҡартайған ҡайын һымаҡ, һыҡранып, яңғыҙ көн күрә. Өсөнсөләр бәхеттәрен һуңлап таба. Улар көтмәгәндә шифалы ямғырҙарҙан һуң йәшәргән болондарҙай йәшәреп, тулыланып ҡала. Аңламаҫһың был тормошто. Тик шуныһы асыҡ: бөтә ҡатын-ҡыҙҙың да бәхетле булаһы килә. Ләкин бәхетлеләр араһында бәхетһеҙҙәр ҙә күп. Тигеҙлек юҡ. Тормоштоң мәрхмәтһеҙ айырым дилбегәһе бар, ул бер ниндәй закондарға ла буйһонмай, үҙенсә тарта. Ә нисек бәхетле булырға? Уға юл күрһәтеүсе маяҡ та юҡ. Бәхет – үҙ ҡулыңда. Сергейҙың килеүе шул бәхет түгелме? Бәхет килһә, йөрәкте ярып килә, тиҙәр ҙә... Ярата алырмы?.. Сит төйәкте яҡын итеп, уларға ата булырға килә икән, ундай кешене хөрмәтләү генә етмәй, яратып та китеүең ихтимал. Яратыуҙы ла төрлөсә аңларға мөмкин. Яратыу – иреңдең һиңә ҡарата үтә иғтибарлы булыуы, үҙе менән һине тиң, хатта һине үҙенән, башҡаларҙан саҡ-саҡ юғарыраҡ итеп тойоуы түгелме?
Тиҙҙән таң да атыр. Ни эшләргә? Әллә, ат һорап, Аҡ Яланға китергәме? Ни бураны туҡтамай. Яңғыҙы ғына кире әйләнеп ҡайтаһа? Күҙ ҙә астырмаҫтар, көлөрҙәр. Ни эшләргә? Әгәр ҙә көтһә? Эйе, көтһә... Көтөр, ярата икән, килер. Айтуғандың юлын табыр, ул таныш уға. Мауыға икән, иленә китер, һағынып көткән ҡыҙына ҡайтыр. Ике балалы ҡатындың ул ҡыҙ бәхетенә инергә хаҡы юҡ...
Розалия көн яҡтырғанда ғына күҙҙәрен йомдо. Ҡәйнәһе уятманы, йоҡлаһын, тине. Йорт эштәрен үҙе ҡарарға кереште. Мал-тыуарҙарының хәлен белергә сыҡты. Аҙбар ҡапҡаһын көрт баҫып киткән. Ҡарсыҡ көрәргә самаланы. Ул артына әйләнде. Әлеге Шәмсетдин. Ҡара таң менән ҡар йырып ни эшләп йөрөй тағы? Утҡа баҫҡан бесәйме ни?
– Китмәнеме? – тине Шәмсетдин, аһылдап. Ишеккә табан ынтылды.
– Йоҡлай, уятма, – тине Бибинур ҡарсыҡ ҡырыҫ ҡына.
Шәмсетдин, туҡтап, ҡаштарын йыйырҙы:
– Һин нимә, кеше танымай башланыңмы әллә?.. – тип ҡысҡырҙы.
– Ниндәй кеше бит, – тип һалдырҙы ҡарсыҡ.
– Ай, өтөк ҡарға, – тине Шәмсетдин, ергә төкөрөп. Ышанманы, өйгә инеп китте.
– Төкөрөгөң үҙ өҫтөңә төшмәһен, – тине ҡарсыҡ уның артынан.
Шәмсетдин шунда уҡ әйләнеп сыҡты һәм, ҡоҙағыйына иғтибар-маҙар итмәй, ҡыуанып, үҙ алдына һөйләнде:
– Рәхмәт, балаҡай, атайыңдың һүҙен йыҡманың, – тине. Ул Арыҫланбәктәргә табан ыңғайланы.
Бибинур ҡарсыҡ ҡоҙаһын уҫал күҙ ҡарашы менән оҙатты, уның ҡайҙа, ниндәй уй менән барғанын белде, шуға ла һарыуы ҡайнаны.
Арыҫланбәк бөтәһен Шәмсетдиндең сырайынан күрҙе. Тимәк, китмәгән.
– Китеүлеккә китмәгән, тик тегенең йәйәүләп килеүе бар. Һаҡ булырға кәрәк.
– Ни эшләргә һуң?
– Тыңла. Поезд көн үҙәгендә килә. Сергей, әлбиттә, ҡалыр. Көтөр. Ҡышҡы көн билдәле, арлы-бирле итеүгә ҡараңғы ла төшөр. Төндә юлға сығырға баҙнат итмәҫ. Яҡтырғас ҡуҙғалыр. Һиңә уға ҡаршы ат менән барырға һәм кире борорға кәрәк.
– Нисек?
– Егетлегең шунда һынала ла.
Арыҫланбәк уйға ҡалды.
– Ярар, – тине ул, тәүәккәлләп.
– Бынауындай күкрәк, күҫәктәй беләк менән бирешеп тормаҫһың, тим.
Арыҫланбәк эйе лә тигән мәғәнәлә йылмайып ҡуйҙы.
– Кешегә фашлап йөрөмәйек, минең бейәне егерһең. Ҡара уны, бик ҡыҙыу хайуан, тота бел.
– Ҡалала тыумағанбыҙ ҙабаһа, – тине Арыҫланбәк һауалы тауыш менән.
– Шулай тиң. Ярай. Хәҙергә хуш.
– Һау бул.
XV
Көткән кешегә минуты ла оҙаҡ, байтаҡ ҡына ваҡыт үтте. Станцияла уттар ҡабынды. Ахырҙа Сергей ултырыр урын таба алманы. Йыш ҡына тышҡа сығып әйләнде. Буран көсәйгәндән-көсәйҙе. Телефон-телеграф сымдары, гүйә, әсе елдән илашты. Улар күңелгә шом һалды.
Кем уға йүнле ат биргән тиһең? Әллә юлдамы? Әллә телеграмманы алып, иҫе лә китмәйенсә усаҡҡа тыҡтымы? Эйе, Сергей уға кем? Әллә Аҡ Яланға төшөп ҡалып, хата яһанымы? Бәлки, туҡтамаҫҡа, туп-тура илгә ҡайтырға кәрәк булғандыр? Унда бит нисегерәк көтәләр. Һәр бер таш, һуҡмаҡ көтә. Ә етен сәсле күрше ҡыҙы – балалыҡ дуҫы, моғайын, күҙен юлдан алмайҙыр. Ни эшләп һуң әле ул бында, ят ерҙә йөрөй? Кем аҙаштырҙы уны? Розалиямы? Башҡорт ҡатыны шулай уҡ уның йөрәгенә ныҡ үрмәләнеме ни? Яҡташтары ни тиер, ризалыҡтарын бирерме, әллә ҡул һелтәп кенә ҡуйырҙармы?.. Розалия күңеленә яҡын итһә, килер ине. Мөхәббәт буран, дауылдан ҡурҡмай, ул – үҙе дауыл. Тимәк, тиң итмәй? Китергә, хәҙер үк китергә, бөтәһен дә оноторға кәрәк. Ләкин әле поезд юҡ, ул төнгө икелә генә була. Ваҡытты нисек үткәрергә?
Ә ваҡыт уҙҙы, ярты төн ауышты. Вокзалдың ауыр ишеге инде һирәк-мирәк кенә асылды. Пассажирҙар серем итте. Сергей ҙа стенаға башын терәне, керпектәрен йомдо. Күҙ алдына алыҫтағы Украина ҡырҙары баҫты. Аҡ күлдәк кейгән зәңгәр күҙле ҡыҙ ҡул болғаны, үҙенә әйҙәне. Һалдат, йылмайып, керпектәрен күтәрҙе. Ғәжәп хәл. Бер нәмә лә юҡ, шул уҡ вокзал, шул уҡ ят кешеләр. Ул тағы л күҙҙәрен йомдо. Башҡорт далаһы. Дала ҡосағында ултырған бәләкәй генә Айтуған ауылы. Таныш урам, таныш йорт, таныш ҡапҡа, Розалия моңайып ҡына ҡарап тора.
Сергей йәнә күҙҙәрен асты. Поезд килергә һанаулы ғына минуттар ҡалған. Ни эшләргә? Ҡайтып китергә! Ул, һикереп тороп, билет кассаһы янына атланы. Шул саҡта шығырҙап ишек асылды. Егет, һиҫкәнеп, артына әйләнде. Ул! Юҡ, түгел. Һуңғы өмөттәр өҙөлдө.
Кассир тәҙрә төбөндә икеләнеп торған һалдатҡа:
– Һеҙгә ҡайҙа, йәш кеше? – тине.
– Миңә? – тине Сергей, албырғап.
– Эйе, һеҙгә?
– Киевҡа... Ауылға... Юҡ, бер ергә лә түгел, – һалдат ситкә тайпылды.
Кассир, аптырап, ҡулбашын һикертте.
Сергей, әйтерһең, ярһып аҡҡан тәрән йылға уртаһында болғанды. Ҡайһы ярға ла ҡолас ташларға белмәне. Бер ярҙа – етен сәсле ҡыҙ, икенсе ярҙа – Розалия.
– Бында, бында! – тине яҡташы. – Бо-рол!
Йөрәк төбөнән сыҡҡан тауыш ярға кире ҡағылды, далаға китеп яңғыраны, юғалды.
...Төйлөгән тауы. Ҡараңғы төн. Упҡын.
– Сер-геей!.. – Тауыш тауҙарҙы тетрәтте. Үлем артҡа сигенде.
– Роза-лия!
– Серг-гей!
Тауыштар тауҙарҙа сайҡалды, бер-береһен эҙләште, табышты. Улар хәҙер айырылырлыҡ түгел.
Төйлөгән тауы Сергей өсөн бөтә тауҙарға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ һәм ул бөтә тауҙарға ҡарағанда яҡыныраҡ, бейегерәк, сөнки уның башында Розалия тора.
Поезд үтте. Телеграф бағаналары һаман һыҡраны. Сергей, бушлаты менән башын ҡаплап, ҡаҡ эскәмйәгә ҡырын төшөп ятты.
Таң атҡанда, буран хәлһеҙләнде, көн яҡтырғанда инде, ул бөтөнләй баҫылды. Сергей, тәүәккәлләп, Айтуғанға йәйәү йүнәлде. Көрт баҫһа ла, юл таныш, көҙөн унан иген ташығайны.
Атлы кеше-маҙар осраманы. Итектәр шығырҙап ҡатты. Ҡайһы саҡта юл бөтөнләй юғалды. Һалам остоғона һәм тегендә-бында күренгән ат тиҙәгенә ҡарап атланы. Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр тигәндәй, килә-килә сумаҙан баҫты. Уны әле бер, әле икенсе ҡулына алды. Һалдат батты, сумды, тағы торҙо, тағы атланы.
Ергә аҫылынып, тынды ҡыҫып торған болоттар йыртыла башланы. Ҡояш бәйенән ысҡындымы ни, донъя яҡтырып, һалдаттың күңеле күтәрелеп, атлауы еңеләйеп китте. Ҡысҡырып бер йырлағаһы килде. Һәм моңло, оҙон йыр иге-сиге күренмәгән аҡ дала буйлап алыҫтарға яңғыраны. Әйтерһең, йыр тыуған яҡтарға ҡайтып, яҡташтарынан хәйер-фатиха, башҡорт туғандарына туғанлыҡ сәләмдәрен килтерҙе.
Ярты юл самаһы уҙылды. Гүйә, ҡояш та һалдат менән бергә янып-бешеп тәгәрәне.
Алда ҡарасҡы күренде. Ни был? Атлы кеше икән, Розалия түгелме? Розалиялыр. Егет ҡанатланып китте.
Ат яҡынлашҡан һайын, Сергейҙың аҙымдары әкренәйҙе. Ул тулҡынланды. Бына һантый, сумаҙанды ташлап, ҡаршы йүгерәһе урынға, ниңә һуң әле ҡаушап ҡалынды?
Туҡта, ул ҡатын-ҡыҙға оҡшамаған. Кем һуң? Арыҫланбәк тәбаһа! Һалдаттың тәне сымырҙап ҡуйҙы.
– Ба, Сергей! – тине Арыҫланбәк, ҡыуанғандай итеп. – Сәләм, дуҫҡай!
– Һаумы, – тине Сергей ҙа, йылмайырға тырышып. Ул, күрешкәндә, Арыҫланбәктең ҡулы ҡалтырағанын һиҙҙе.
– Ниндәй елдәр ташланы?
– Бына, киләм әле.
– Улай. Тартырға күстәнәсең юҡмы?
– Рәхим ит.
– Оҙаҡҡамы? – тине Арыҫланбәк, папирос ҡабыҙып.
– Әйтә алмайым.
Арыҫланбәктең сырайын ҡара һөрөм баҫты. Шулай ҙа ул үҙен тыныс тоторға тырышты.
– Аҡ Яланға китеп бара инем, – тине ул аҡланырға итте һәм санаһынан төштө. – Бер туҡтағас, булмаһа осрашыу хаҡына йылынып алайыҡ. Ат та ял итһен. – Аты әле яңы ҡыҙа башлағайны, ул баҫҡан урынында уйнап торҙо. Ҡайҙа уға хәл алырға, тыйып тоторлоҡ түгел. – Юлға сыҡҡанда был нәмәне үҙем менән алғылайым, – тине Арыҫланбәк, «аҡбаш»тың ҡолағын семтеп. – Ҡышҡы юлды беләһең, һалҡын. Йә, осрашыу хөрмәтенә. – Егет стакан һондо.
Сергей уның яртыһын эсте лә бушлат еңе менән ауыҙын һөртөп ҡуйҙы.
– Рәхмәт.
– Закуска юҡ инде, ғәфү ит. Ярай, үҙем дә ауыҙ итәйем. Тимәк, беҙҙең ауылға киләһең? Кемгә?
– Розалияларға, – тине һалдат. Бында йәшереп тороуҙың кәрәге юҡ ине.
– Йәшәп киткән фатирҙы онотмайһың, ә? Тик бына Розалия кейәүгә сығып ҡуйҙы бит әле.
– Кемгә? – тине Сергей ышаныр-ышанмаҫ ҡына.
– Уйлап ҡара.
– Һиңәме?
– Миңә булмай, кемгә булһын.
– Һы, – тине һалдат, икеләнгәндәй. – Шулай ҙа мин уны күрергә тейешмен.
– Ә мин рөхсәт итмәһәм? Эйе, мин рөхсәт итмәйем. Нимә хаҡында минең ҡатын менән һөйләшмәксе булаһың? Бәлки, уны мин хәл итә аламдыр, – тине Арыҫланбәк, күҙҙәрен уйнатып.
Сергей шикләнде, ышанманы. Башҡорт егете быны һиҙеп:
– Мин дөрөҫөн әйтәм, – тине. – үҙеңә уңайһыҙ ғына буласаҡ. Ниндәй йөҙ менән ирле ҡатын янына барып керергә уйлайһың? Беҙҙең яҡта ундай йола юҡ. Бөтә ауыл күтәрелеүе, ләғнәт уҡыуҙары мөмкин. Һин беҙҙең халыҡ менән шаярма. Ул кәрәк ваҡытта башыңдан һыйпай, күңеле булғансы һыйлай, ә кәрәк саҡта асыулана ла белә.
– Шулай ҙа минең барып урағым килә.
Арыҫланбәк Сергейҙың үҙ һүҙле егет икәненә төшөнгәйне инде. Хәҙерге минутта ул өгөтләп тороуҙы кәрәкһеҙ тапты.
– Әгәр ҙә мин ебәрмәһәм, ни эшләрһең? – тип Арыҫланбәк уның алдына төштө.
Сергейға барыһы ла аңлашылды. Бына ни өсөн ул уға ҡаршы килгән икән. Ҡурҡҡан. Тимәк, Розалия уға кейәүгә сыҡмаған.
– Ә мин һорамаһам.
– Һорарһың. Бында әле мин хужа! – Арыҫланбәк ҡулынан дилбегәһен ысҡындырғанын һиҙмәй ҡалды. – Иҫән-һау саҡта табаныңды ялтырат. Һиңә артабан юл юҡ. Ишетәһеңме, юл юҡ!
Ул арала булманы, ҡыҙыу ҡанлы мал артҡа тороп та һыпырҙы.
– Тыррр! – тип Арыҫланбәк ҡысҡырып ҡарағайны ла, ҡайҙа ул, сана артынан ҡарҙар осоп ҡына ҡалды. – Һинең менән булашып, атты ебәрҙем, йолҡош. Борол, тиҙәр һиңә!
– Янайһың? – Сергей ҡуҙғалманы. – Ҡасан ғына әле һин был юлдарға хужа булып алдың?
– Күптәнән, – Арыҫланбәк уға яҡынлашты.
– Ҡурҡытма, һинең кеүектәрҙе күргән бар.
– Мә, улайһа, – Арыҫланбәк йоҙроғо менән һелтәп ебәрҙе. Һалдат янтайҙы. Улар көрмәкләшә башланы. Арыҫланбәк өҫтөнә ҡалын, оҙон ҡара тун, аяғына быйма кейгәйне. Ул ергә ныҡ ҡына баҫып алышты. ә һалдаттың туңған итектәре тайҙы. Көтмәгәндә Сергей ауыр кәүҙә аҫтында ҡалды. Арыҫланбәк уның башын ергә бәрҙе. Эт ояһында көслө тигәндәй.
– Күр, бына был ер, бына был ҡар, бына был юл минеке! Роазлия минеке! Ишетәһеңме?
Сергейҙың танауынан ҡан китте. Арыҫланбәк ҡанды күреп ҡыуанды. Сергей уның шарфынан эләктереп алды ла, тун аҫтынан ысҡынып өҫкә ҡалҡты.
– Байрам ашы – ҡара ҡаршы, тиҙәрме әле һеҙҙә? – тине ул. – Ну, хәҙер түҙ.
Арыҫланбәктең тыны ҡыҫылды, быуылды, тыпырсынды.
– Ебәр тиҙәр һи-ңә... еб-бәр...
– Ҡурҡма, ҡулымды бысратаһым килмәй. Тик шуны бел: бына был юл минең йөрәгем аша Розалия йөрәгенә үткән.
Ситтән күҙәткән кешегә ошо тамаша бик сәйер тойолор ине. Ә бит егеттәр мөхәббәт өсөн, йәшәү өсөн көрәште.
– Юлдарыма таштар яуһын, барыбер Айтуған ҡапҡаһын асасаҡмын, – тип Сергей Арыҫланбәк өҫтөнән торҙо ла, сумаҙанын эләктереп, йүгерә-атлай китеп барҙы. – Рәхмәт һыйыңа.
Арыҫланбәк, ҡалҡынып:
– Туҡта, туҡта! – тип ҡысҡырҙы һәм уның артынан йүгерҙе. Ләкин тыны ҡурылып, тунының итәгенә абынып йығылды. Тағы торҙо, тағы йүгерҙе. Тағы ауҙы. Юҡ, ҡыуып етермен тимә инде. Һалдаттың кейеме лә, үҙе лә еңел ине. Бик шәп китте. Ул йыраҡлашҡандан-йыраҡлашты, һаман ауылға яҡынлашты.
Сергей ауылға ярһып барып инде. Уның килерен бөтә Айтуған көткәнме ни! Ысынлап та, күп халыҡ тышта, бурандан һуң көрт көрәй, утын киҫә, мал-тыуар ҡараштыра ине. Мөрйәләрҙән тыныс ҡына сыҡҡан төтөн, алһыу нурҙарға мансылып, бағаналай, туп-тура күккә үрләп, танауға тиҙәк еҫе килтерә.
Урамда балалар сыр-сыулашып тау шыу. Ана, уның бәләкәй дуҫы!
– Рәмил!
Малай, һиҫкәнеп, тирә-яғына ҡаранды һәм таныш кешеһен күрҙе. Ул йүгереп уның янына килде. Сергей бейәләйҙәре боҙланып ҡатҡан малайҙы күтәреп алды. Шунан Рәмил һалдат ағаһының сумаҙанын бәләкәй санаһына һалды ла эләгә-йығыла өйҙәренә ашыҡты.
Бибинур ҡарсыҡ, йөн иләгән еренән орсоғон ташлап:
– Һаумы, – тине, йылмайып. – Әйҙә, әйҙә, түргә, там тышта хулытны булғандыр.
Фәрит китабынан күҙен алманы, уҡымаһа ла, сит кешегә ҡарайһы килмәне. Рәмил һалдат ағаһы эргәһенән китмәне, танауын тартып, уның тирәһендә буталды. Ахырҙа, Розалия, ҡыҙарынып, Сергейға күҙ һирпте. Ҡунаҡ, сумаҙанын асып, малайҙарға күстәнәс бүләк таратты. Өҫтәлгә бер нисә әсмүхә бөртөклө сәй, ҡиммәтле кәнфиттәр ҡуйҙы.
Фәрит печенье төргәген бер аҙ тотоп ултырҙы ла, нимәлер иҫенә төшкәндәй, уны иҙәнгә атып бәрҙе. Сергей ағарынып китте. Әйтерһең, иҫләмәҫтән уның сикәһенә саптылар.
– Ашамаһаң тағы, – тип Рәмил төргәкте алып кеҫәһенә тыҡты һәм, ҡағыҙын аҡтарып, печеньеларҙы берәм-берәм сәйнәй башланы. Ағаһы төкөрөктәрен йотоп ултырҙы.
Бәй, шул арала елләнеп-дауылланып, быймаһының ҡарын да ҡаҡмай, Шәмсетдин килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ та һорашыу юҡ.
– Берәй нәмәңде онотоп ҡалдырғайныңмы әллә? – тине ул тупаҫ рәүештә.
– Бына, Рәмилдәрҙе һағынып килдем.
– Туған балаларыңмы ни, һинән башҡа ла уларҙы һағыныусылар, иркәләүселәр табылыр. Ҡайҙа, документтарың бармы? Юлда кем йөрөмәй.
Розалия атаһына сәнсеп ҡарап алды.
– Кеше инеп тә етмәгән, тикшеренергә лә тотондо, йылынырға форсат бир, исмаһам, – тине Бибинур ҡарсыҡ.
– Ҡыҫылма, тиҙәр һиңә, ҡарт тәре, – тип Шәмсетдин уға күҙҙәрен алартып ҡуйҙы.
Документ даулау Сергейға бик ныҡ тәьҫир итте. Яңаҡтары ҡалтыранды, тамаҡтары кипте. Көн буйына ҡар йырып атлаған кеше һыуһағайны, һыу һорап эсергә лә баҙнат итмәне...
Их Шәмсетдин, Шәмсетдин! Һин үткән юлың хаҡында әҙерәк уйлар инең? Бәлки, ауыр йылдарҙа тыуған ер, тимәк, Айтуған яҙмышы хәл ителгән көндәрҙә, Сергейҙың атаһы менән бер котелоктан ашап окопта ятҡанһыңдыр, бергә үлемдең күҙенә ҡарап барғанһыңдыр? Бәлки, Шәмсетдингә уның яҡын иптәшлеге, ҡыйыулығы оло яуҙарҙа, һәр аҙымы ҡан менән яуланған оҙон юлдарҙа көс, дәрт өҫтәгәндер? Эйе, ул шатлыҡ менән әйләнеп ҡайтып, тыуған ҡапҡаһын асып, берҙән-бер улын күкрәгенә ҡыҫып һөйә алманы. Ләкин ерҙә ҡайнар ҡанын – улын ҡалдырҙы. Бөгөн ул һинең алдыңда ғәйепле кешеләй баҫып тора. Һин уны күрә алмайһың, сөнки ул һинең ҡыҙыңды ярата....
Сергей гимнастеркаһының кеҫәһенән бер төргәк ҡағыҙ алып бирҙе. Шәмсетдин арлы-бирле күҙ йүгертте лә:
– Алай, – тине. – Былар мине аҙ ҡыҙыҡһындыра. Ҡайҙан килгәнһең, шунда кит. Хәҙер үк кит.
Сергей ни тиергә лә белмәне. Ул, яҡлау эҙләп, бер Розалияға, бер Бибинур ҡарсыҡҡа төбәлде.
Мең ғазап кисереп, Розалия, ахырҙа, сыҙаманы:
– Һиңә түгел, беҙгә килгән ул, – тине. – Ҡыуырға хаҡың юҡ.
– Минеңме? – тине Шәмсетдин, ярһып.
– Эйе, һинең.
– Шулаймы ни! Һин үҙең ҡойроҡ болғайһың икән, суҡын, ситтә башың сереһен! Ата ҡарғышын алып, изгелек күрермен тимә.
– Тынысланығыҙ, – тине Сергей. – Розалия риза икән, мин бында, Айтуғанда йәшәргә лә әҙер. Миңә ҡайҙа ла барыбер.
Аптырап ҡалдылар. Бибинур ҡарсыҡ түҙмәне:
– Ни ти тағы? – тине килененә.
– Өйгә керәм, китмәйем, ти.
– Бәрәкәт алла, – тине ҡарсыҡ, еңел һулап. – Эш миндәме ни, килен, һиндә.
– Мин риза, – тине Розалия ғорур тауыш менән.
– Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, – тине ҡарсыҡ.
Шәмсетдин төкөрөгөн сәсеп сығып киткәс, өй тынысланып ҡалды. Әммә был оҙаҡҡа барманы, Фәрит, тыпырсынып илап:
– Кәрәкмәй, беҙҙә тормаһын, – тине.
– Торһон, – тине Рәмил.
– Тормаһын.
– Торһон.
– Тормаһын! – тип Фәрит туғанына һуғырға ынтылды. Рәмил һалдат ағаһына һыйынды.
– Ярамай, ул бәләкәй, – тине Сергей, Фәриттең йоҙроғона ҡаршы усын ҡуйып.
Фәрит, үкһеп, түрьяҡҡа атылды, Бибинур ҡарсыҡ та, мышнап, ейәне артынан эйәрҙе.
Сәй эскәндән һуң, Розалия тасҡа йылы һыу ҡойҙо, аяҡ һөртөргә таҙа сепрәк ҡуйҙы.
Рәмил Сергей янынан китмәне. Мәрәкә итеп, ул да тәпәйҙәрен йылы һыуға тыҡты. Һалдат ағаһы уның йомшаҡ балтырҙарын йыуҙы. Рәхәт булды уға. Әйҙә, Фәрит танауын тартып ята бирһен. Эйе, ул өләсәһенең ҡуйынына кергәйне. Бибинур ҡарсыҡ ейәненең сәс төптәрен ҡапшаны. Шәрифуллаһы күҙ алдынан китмәне. Эстән генә һыҡрап, күҙ йәшен түкте.
XVI