

XVI
Сергей хужалыҡ дилбегәһен үҙ ҡулына, балаларға аталыҡ бурысын үҙ өҫтөнә алды. Ғаиләнең яҙмышы өсөн хәҙер ул яуаплы. Тик бына Фәритте генә аңлап етмәне. Гүйә, малай уға, ҡайһы яғынан ҡапһаң да, ватылмаған, теш сатнарлыҡ ҡаты сәтләүек. Көн һайын тиерлек уның менән уртаҡ тел табырға тырышып ҡарай, юҡ. Фәрит өндәшмәй, танауын тартып тик тора. Әсәһенең һүҙенә лә артыҡ ҡолаҡ һалмай.
– Шул балаға бәйләнмәгеҙ инде, – ти Бибинур ҡарсыҡ. Ейәнен ҡанат аҫтына ала, һүҙ тейҙертмәй.
Сергей бик борсолдо. Уға кемдер Фәритте һаман ҡотортҡан һымаҡ ине.
Малай уҡыуҙан ҡайтыу менән, арлы-бирле ҡапҡылап, тиҙерәк тышҡа уйнарға ашыҡты. Күҙ бәйләнмәйенсә, иптәштәре таралып бөтмәйенсә, быйма-бейәләйҙәре шаҡылдап туңмайынса урамдан кермәне. Уҡыуы ла насарланды. Уҡытыусы апаһы, зарланғандай итеп:
– Дәресен әҙерләп килмәй башланы, – тине. – Ниндәй аҡыллы уҡыусы ине.
– Баланың башын ватмағыҙ, егермегә етмәгән, өлгөрөр, – тине ҡарсыҡ.
– Исмаһам, яҡламаҫ инең, ҡәйнәм, – тине Розалия. – Гел арҡаһынан һыйпау – йүнлегә илтмәй.
– Әлеге мин ғәйепле, – тине ҡарсыҡ, ябыҡ ҡулдарын йәйеп.
– Артыҡ иркәләгәнгә әйтәм.
– Уларҙан башҡа минең кемем бар? – Ҡарсыҡтың тауышы йомшарҙы. – Унан башҡа ла йөрәгем телгеләнеп бөткән.
Розалия һүҙҙе артыҡ һуҙманы, файҙа юҡ ине.
Сергейҙың ата булғаны, ата тойғоларын кисергәне юҡ ине, ләкин ата булғыһы килде. Нисек? Фәрит тыңламаны, уға үс итеп шулай ҡыланғандай тойолдо. Ҡайһы саҡта ул уның яғаһынан эләктереп: «Ниңә тиҫкәреләнәһең. Мин бит һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйем. Ниңә шуны аңламайһың, ә?» – тиеп һелкер сиккә етте. Әммә үҙен ҡулға алды. Ярамай. Туған балаһы булһа, тағы бер хәл. Сергейға баланың атаны хөрмәт итеүе генә етмәй, унан әҙерәк ҡурҡырға ла, әсәгә ҡарағанда ата ҡорораҡ булырға ла тейеш кеүек ине. Ә Фәриттең иҫе лә китмәне. Уның менән ни эшләргә? Әлбиттә, үгәй малай тәүге көндәрҙән үк, атай, тип әйтмәҫ. Был исемде яуларға, аҡларға кәрәк. Ә, бәлки, был һүҙҙе ул ғүмергә лә әйтмәҫ. Бәлки, ағай, тиеп кенә өндәшер. Үпкәләргә ниндәй хаҡың бар? Ярай, ағай, тиһен, ул бөтәһенә лә риза, тик турһайып йөрөмәһен. Йылмайып уянһын, йылмайып йоҡлап китһен. Уйнаһын, көлһөн, бары тик әсәһен көйөндөрмәһен, әүәлгесә яҡшы уҡыһын.
...Аҙбар менән йорт араһындағы юлды төнөн буран күмеп киткәйне. Сергей шуны көрәргә тотондо. Ул һуҡмаҡ ҡына ярманы, ә киң итеп, ҡарҙы шәкәр шаҡмаҡтарына оҡшатып киҫеп ары – ситән эргәһенә ырғытты.
Ҡапҡа шығырҙаны. Фәрит ҡайтты. Ул, көрт көрәүсене күрмәмешкә һалышып, тиҙерәк солан ишеген асты. Сергей уны көттө. Әгәр ҙә ул үҙен был йорттоң хужаһы итеп һанаһа, әгәр ҙә унда ир бала намыҫы булһа, сығырға тейеш. Яңылышманы, малай сыҡты. Ул, болдорҙа тапанып, бер аҙ яҡ-яғына ҡаранып торҙо ла, ахырҙа, ҡулына көрәк алды. Сергей өндәшмәне. Фәрит, әйтерһең, ҡарға теш-тырнағы менән йәбеште, гүйә, бөтә асыуын унан алды. Ул ҡыҙарынды-бүртенде. Тирләп төштө. Бейәләйен, унан пальтоһын һалып ырғытты. Пинжәктән генә ҡалды. Үгәй атаһы яғына башын да ҡалҡытып ҡараманы. Сергейҙың намыҫына тейҙе. Ул да, асыу итеп, арты менән әйләнде. Байтаҡ ҡына ваҡыт шулай шып-шым ғына көрәнеләр.
Фәрит туҡтап хәл йыйырға уйланы. Көрәгенә таянды. Әммә ҡарашы һаман икенсе яҡта булды. «Сит итә, яратмай», – тигән һығымта яһаны Сергей. Эйе, Фәрит үтә көнләште. Әсәһенең янына ултырырға ла, уның менән һөйләшергә лә, йылмайып һүҙ ҡушырға ла яраманы. Хатта атаһы һаплап ҡалдырған һәнәк, балтаны ла тотторғоһо килмәне. Ни эшләйһең, бала әле, аҡыл ултырып етмәгән. Хәйер, бала үҙенсә хаҡлы ине. Әллә күрше-күлән дә, ауыл да уны, килмешәк урынына һанап, шулай сит итәме? Улай тиһәң, яҡын итеп сәләм биреп үтәләр. Тик Шәмсетдин генә күренмәй, бүре һымаҡ ситтән генә күҙәтеп йәшәй. Ауыл Советынан яҙылышып ҡайтҡас, туй кеүегерәк уҙғарылған мәжлескә лә килмәне. Холҡо үҙе менән, теләһә ни эшләһен. Арыҫланбәк Шкапово яҡтарына киткән, тиҙәр. Имеш, автохужалыҡҡа барып ингән.
Фәрит йәнә көрәген ҡулына алды. Көсәнде генә, артыҡ ырата алманы. Бала ҡулдары шыйыҡ ине шул. Сергей, уны йәлләп:
– Етте, бар дәресеңде ҡара, – тине. Фәрит, икеләнеп, елкәһен тырнаны. – Бар, бар, һыуыҡ тейер. Мин үҙем бөтөрөрмөн.
Малай йүгереп инеп китте.
Сергей еңелсә һулап ҡуйҙы.
XVII
Буранлы, һалҡын ҡыш үтеп, яҙ килде. Йырғанаҡтарҙан шаулап ҡар һыуҙары аҡты. Тыуған ер, ауыр йөктән арынғандай, иркенләп, тынысланып ҡалды. Ҡырҙар йәшел үләнгә, сәкәләргә күмелде. Далалағы яңғыҙ ҡайын яғынан кәкүк тауыштары яңғыраны.
Ҡарт-ҡоро ауыл осона сығып, быҙау, бәпкәләргә күҙ-ҡолаҡ булып, бейәләй-маҙар бәйләп ултырырға яратты. Улар инде кемдең ҡаҙы күпме йомортҡа һалған, күпмеһе моронлаған, кем һыйырының һөтө күп, кемдеке әҙ, кем килене егәрле, кемдеке ялҡау, кем тағы ишәйергә әҙерләнгән – бөтәһен дә энәһенән алып ебенә тиклем тикшерҙеләр.
Бөгөн Бибинур ҡарсыҡтан төпсөндөләр:
– Тауыш-тынығыҙ ишетелмәй.
– Нисек кенә йәшәйҙәр?
– Ни тип өндәшәһең?.. – тиештеләр.
Һүҙ, әлбиттә, Розалия менән Сергей тураһында барҙы. Бибинур ҡарсыҡ яуап бирергә ҡабаланманы. Ойоғоноң төшкән күҙен рәтләп, яҡындағы зыяратҡа күҙ һалды һәм:
– Ни тим инде, улым, тиергә лә телем бармай, кейәү, тиергә лә уңайһыҙ. Мин уның менән аҙ һөйләшәм, телен дә белеп етмәйем. Һирәк-һаяҡ ҡына өндәшәм. Сиружа, тим, ҡайһыһын ҡулым менән аңлатам. Төшөнәме икән, көлөмһөрәп ҡуя. Былай кеселекле, тырыш. Ихатаны, баҡсаны йүнәтеп ташланы. Донъя көтөргә әүәҫ күренә. Балаларҙы бик ярата. Хоҙай насип итһә, үҙҙәренеке лә булыр. Килен ауырлы. Тик бына Фәритемдең генә йөрәге ятып етмәй, ҡырыҫ. Атаһын онота алмай, балаҡайым. Атайҙы нисек онотаһың? Боронғоларҙың: «Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә», – тиеүҙәре һис тә дөрөҫ түгел. Атай атай инде ул, – тине.
– Китәйек, фәлән-төгән тимәйме?
– Кеше уйын ҡайҙан беләһең? Юҡтыр. Мәғлүм: колхоз машина бирҙе. Сәсеү ваҡытында ҡалай ут сәсеп йөрөнө. Орлоҡ ташыны. Сиружканы әйтәм, үҙенә күңел дә өйрәнә шикелле. Кеше бит. Әллә кемдең ғәзиз балаһы, ата-әсәһе лә юҡ икән...
Нәҡ ошо мәл Сергейҙың газигы күренде.
– Ана үҙе, ғүмерле булыр әле, – тине Бибинур ҡарсыҡ. Машина, геүләп, зыярат янына туҡтаны. Кабинанан Фәрит, Рәмил төштө. Кузовтан ағас, таҡта ырғыттылар.
– Ни эшләйҙәр, хоҙайым? – тине Бибинур ҡарсыҡ, ағарынып. Ул аяғүрә баҫты.
Сергей ер ҡаҙый башланы.
– Ҡағылмағыҙ! – тине ҡарсыҡ, ҡалтыранып. – Ҡағылмағыҙ!
– Улыңдың ҡәберен кәртәләргә килгәндәр бит, – тине әхирәттәре. – Тыныслан.
Бибинур ҡарсыҡ түҙмәне, зыяратҡа табан атланы.
– Ниңә ҡысҡыраһың? – тине Рәмил өләсәһенә. – Бында атайҙы күмгәндәр. Ат, һыйыр тапамаһын, ти Сергей ағай. Белдеңме? Ә һин: а-а-а. Атай кем була ул? Сергей ағай кеүекме?
– Эйе, балам, – тип өләсәһе, күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя, ҡәберҙең кәҫтәрен рәтләне. Аңламай шул әле сабый. Хәйер, әйтһәң дә, барыбер ышанмаҫ ине, атай төҫөн иҫләрлек хәлдә ҡалманы.
Сергей бағаналар ултыртты, бағаналарға Фәрит менән кәртәләр һуҙҙы. Ваҡ таҡта ҡаҙаҡлағансы, эскә, баш осона, тамыры менән ҡаҙып килтерелгән бер сауҡа ултырттылар.
– Ана, теге яңғыҙ ҡайын һымаҡ ҙур булып үҫер, башында кәкүк ҡысҡырыр, – тине Рәмил, шатланып.
– Эйе, балам, – тине ҡарсыҡ.
– Ә һин, өләсәй, илама, ағас ултыртҡанға илайҙармы ни, бар, бәпкәләрең янына кит, беҙ үҙебеҙ ҙә эшләрбеҙ, – тине Рәмил, йыуатырға теләгәндәй. Ләкин өләсәһе китмәне, ябыҡ устары менән һаман тупраҡтарҙы өйҙө.
Рәшәткәне йәшел буяу менән буяғас, Фәрит Сергейға йылы итеп ҡарап ҡуйҙы. Быны Бибинур ҡарсыҡ та күрҙе. Ейәненең үгәй атаһына беренсе тапҡыр йылмайыуы ине.
Машина ауылға йүнәлде. Ҡарсыҡ яңғыҙы ғына ҡәбер янында ҡалды. Ул берсә улы, берсә Сергей тураһында уйланы. Уйланырлыҡ ине шул.
1968 йыл.