Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Август 2023, 04:35

Атай эҙенән Повесть (1) Рәйес НИЗАМОВ

Рәҡип иҫке рига ағасын ҡосаҡлап, күҙ йәштәрен ҡойоп, атаһын һуғышҡа оҙатҡан юлға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо һәм тайҙарын ауылға көндәгегә ҡарағанда иртәрәк ҡыуҙы.

Атай эҙенән Повесть (1) Рәйес НИЗАМОВАтай эҙенән Повесть (1) Рәйес НИЗАМОВ
Атай эҙенән Повесть (1) Рәйес НИЗАМОВ

 

 

Алыҫ юлдарҙан ҡайтып төшөү менән, Рәҡиптең ҡосағына һигеҙ йәшлек улы ташланды. Ят елдәр ярған ирендәрен тотоп ҡараны, көн ашаған көмөш сәстәренән һыйпаны. Сабый йөрәге ярһып типте.

Ата ла улын бик һағынғайны, танһыҡтары ҡанырлыҡ түгел ине, ас яңаҡтарын сабыйының йомшаҡ биттәренә терәп, баҫҡан еренән ҡуҙғала алмай торҙо.

– Оҙаҡ йөрөнөң, – тине Айрат.

– Шулайыраҡ булып китте, балам.

– Ни алып ҡайттың, атай? – тип Айрат, атаһынан ысҡынып, ауыр сумаҙанға йәбеште.

– Хәҙер, үҙем.

Өйгә хуш еҫтәр таралды. Өҫтәлгә үләндәр шәлкеме, ағас япраҡтары, ваҡ ҡына таштар, янсыҡ менән тупраҡ алып ҡуйҙы.

– Һи-и-и, – тине Айрат, ҡашын емереп, артыҡ иҫе китмәйенсә, – ә был нәмәҫтәкәй? – Ул сумаҙан төбөндә йәшел ҡыяҡтарын йәйеп ятҡан үҫемлеккә төртөп күрһәтте.

– Олатайыңдың ҡәберендә үҫкән сәскә ул, балам.

– Олатайымдың? – Айрат бер стенаға – ат өҫтөндә бөркөттәй ултырған олатаһының рәсеменә, бер ҡамышҡа оҡшаған үҫентегә ҡарап алды. – Япраҡтары һарғая башлаған да.

– Тамырынан ҡуҙғатҡанға байтаҡ көндәр үтте шул. Әйҙә, булмаһа, ултырта һалайыҡ.

Улар йорт алдындағы баҡсаға сыҡтылар ҙа емеш ағастары араһынан ҡулай ғына ерҙе һайланылар. Һыу ҡойғас, мәрәкә итеп, ят үҫемлеккә бер аҙ төбәлеп торҙолар. Айраттың уйынса, сәскәгә шунда уҡ төҫ кереп, баҙлап китер кеүек ине.

– Атай, – тине ул, бер ҡатлыланып, – япраҡтар баштарын күтәрмәй ҙә.

– Сабыр ит, улым, арығандарҙыр, ял итһендәр.

Йәйге зәңгәр таңдар һыҙылған һайын, Рәҡиптең күҙе баҡсала булды. Бәләкәй генә мөйөштә сейә, ҡурай еләктәре, ҡарағат ҡыуаҡтары шаулашты, тик шунда, етем балалай, ят сәскә һаман моңайып ултырҙы, һыу һибеп тороуға ҡарамаҫтан, биш ҡыяҡтың икеһе шиңеп ҡуйҙы. Сәскә сирләр, инде ҡабат терелмәҫ һымаҡ тойолдо.

Быға тиклем баҡсаға һирәк-мирәк кенә инеп сыҡҡылаған Гөлбаныу ҡарсыҡ ят сәскә тирәһендә әйләнә башланы. Ҡый үләндәрҙән таҙартты, сөм-ҡара тупраҡҡа ябыҡ бармаҡтарын батырып, төбөн йомшартты. Сәскә уға тере кеше инеме ни, һөйләшеп-һөйләшеп:

– Ҡайһы ерең һыҙлай? Шулаймы ни, нимә теләйһең? Хәҙер. Терелерһең, ят тупраҡ түгел дә, бер илдең тупрағы. Ана шулай, тыныслан...

Гүйә, ағастар күләгәһендә яралы Ғәйнулла ятты. Әйтерһең, уның яраларын йомшаҡ ҡына итеп шифалы ҡулдар һыйпаны.

Бер көн мәктәптән ҡайтып килгән еренән Рәҡипкә ҡаршы улы йүгереп сыҡты ла:

– Атай, теге ни үл-гән! – тине, тотлоғоп.

– Кем үлгән, нәмә үлгән? – Рәҡип ҡаушап ҡалды.

– Әлеге олатайымдың сәскәһе.

Рәҡип баҡсаға атылды. Ысынлап та, ҡыяҡтар ҡара таҫмалай һуҙылып ятҡайны. Йөрәгенең нимәһендер йолҡоп алғандай булдылар. Ни эшләне һуң, нимә килешмәне? Әллә һалҡын ямғырҙар, мәрхәмәтһеҙ елдәр билен бөктөмө? Әсәһенең күкрәк һөтөнән айырған сабый хәлендә ҡалды шул, бәлки, тыуған тупрағынан айырырға кәрәкмәгәндер?

Рәҡип, уртын сәйнәй-сәйнәй, ҡояш батып барған яҡтарға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Бер ҡулына – венок, икенсеһенә автомат тотоп туғандар ҡәберенә башын эйәгән һалдат-һәйкәл янынан оҙатҡан ил әсәһенең һыны күҙ алдына баҫты. Әйтерһең, ул, изге теләктәрен теләп, Украина ҡалҡыулығынан һаман ябыҡ ҡулын болғай ине.

Йөрәгенең һыҙлауынан ни эшләргә белмәй, Рәҡип ергә сүкте, төҫ бирмәгән сәскәнең төбөн ҡаҙығандай итте. Бәй, ни күҙҙәре менән күрһен, йәш үҫентеләр морон төртөп килә ләбаһа!

– Тере, улым, тере! – Рәҡип ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе, Айратын күккә сөйҙө. – Үлмәгән, ул йәшәй!

Ысынлап та, яңы һабаҡтар көҙгә табан елпелдәшеп, бер-береһе менән серләшеп, ҡыштыр-ҡыштыр килделәр, ҡырау, ҡарына ла бирешмәнеләр.

Яҙ етеү менән, ҡар һыуҙарын эсеп, ҡояш нурҙарында ҡойондолар, таба төбөндәге һөткә тәүге мәртәбә һары томошҡтары тейгән бәпкәләрҙәй, кинәнешеп талпындылар, күктән күҙҙәрен алманылар.

Йәй уртаһында, таң атыуға, сәскә балҡып ултырмаһынмы!

– Ур-ра! – тине Айрат, тәҙрәне асып ебәреп. – Өләсәй, ҡара әле, олатайым йылмайҙы. Олатайым!

Гөлбаныу ҡарсыҡ, хайран ҡалып, ейәнен ҡосаҡлап алды.

Ата менән әсә лә тәҙрә янына ашыҡты.

– Ҡалай аҫыл!

– Ниндәй зәңгәр! – тиештеләр, һоҡланып.

– Күҙ генә теймәһен, – тине Гөлбаныу ҡарсыҡ, ҡурсып.

 

I

 

Рәҡип атаһы йөрөгән яу юлдарынан үтергә, ул ерләнгән урынды күрергә күптән хыялланһа ла, тиҙ генә юлдарға ҡанат йәйелмәне, донъя мәшәҡәттәре, аяҡ-ҡулды бәйләп, үҙенсә бойорҙо, үҙенекен итте, ә был байтаҡ йылдарға һуҙылды. Шулай итеп, ваҡыт тигән аяуһыҙ нәмә, көҙгө елдәр менән ярышҡан дала ҡамғағы һымаҡ, тәгәрәп кенә торҙо. Әсәһе лә улының изге уйҙарын тойоп, кисереп йәшәне. Ахырҙа:

– Инде, улым, атайыңды көтә-көтә, билдәрем бөкөрәйҙе, йәштәремде түгә-түгә, күҙҙәремдең нуры ҡайтты. Хәлемде күрәһең, юлдашым – таяҡ, тыным ҡыҫыла, күперҙән ары уҙа алмайым. Булмаһа, мин һөйләй алмағандарҙы һин барып һөйлә. Иле өсөн яуҙа ауған ирҙәр үлмәй, ер ҡуйынында ятһа ла, бөтәһен дә ишетеп ята, тиҙәр. Барыһын да һөйлә, тартынма. Әсәйем, тиң, һалдат намыҫына – һинең намыҫына, тап төшөрмәне, тиң. Яныңа бара алманым, ғәфү итһен, бына-бына ҡайтып килмәҫме, тип, утыҙ йыл буйына үҙен көттөм. Утыҙ йыл. Әйтеүе генә анһат. Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ тигәндәй, дүрт бала ҡалдығыҙ: бер малай, өс ҡыҙ. Ике ҡыҙым – сабыйҙарым башаҡ сире менән, танауҙары ҡанап, тамаҡтары шешеп, аллы-артлы күҙҙәрен йомдо. Ярай, афәт икегеҙҙән ситләтеп үтте. Башлы-күҙле булдығыҙ, ниндәй туйҙар уҙғарҙыҡ. Атайыңа, ҡыуанып, түр башында ултырырға тура килмәне. Айрат ейәнен етәкләп, яландарға алып сығырға насип булманы. Бала йәнле кеше ине ул. Бигерәк тә һине яратты, әллә бер улы булғанға. Үҙең дә уға оҡшап тыуғанһың. Хәтеремдә: бер мәл атайың һине ҡулына алған да рәхәтләнеп һикертә. Һин шарҡылдап көләһең, бәләкәй генә бармаҡтарың менән ҡояшҡа үреләһең. Атайың быны күреп ҡыуана, тағы ла өҫкәрәк күтәрә. «Минең улым хәҙер ниндәй ҙур үҫте, ҡояшты тоторға ынтыла», – ти. Атайың алдында һин, балам, ғүмерең буйына бурыслы, ул һине ергә баҫтырған, күккә күтәргән кеше, – тине.

Рәҡип атаһының көндәлектәрен йәнә уҡып сыҡты. Һарғайып, ҡарайып бөткән, байтаҡ һүҙҙәре юйылған, пуля тишкән урыны ла, ҡан һеңгән биттәре лә бар. Был дәфтәрҙе атаһы менән һуғыш юлдарын бергә үткән Илбай ағаһы алып ҡайтҡайны.

Эйе, Ташкисеү йылғаһының ярҙары ярайһы ғына ашалды. Ағастар төбө-тамырҙары менән емерелеп төштө. Ошо ағастар һымаҡ, мәңге йәшәргә йыйынған күпме аҡһаҡалдың ғүмере өҙөлдө, күпме йән эйәһе – йәш үҫмер донъяға килде. Йылдар үҙенекен итә.

Рәҡип инде ҡырҡты уҙып китте, ә бит атаһы утыҙ биш йәшендә генә донъя ҡуйҙы. Ташкисеү өҫтөнә ҡара һөрөм таралғанда, ун бере генә тулғайны Рәҡиптең. Эйе, йылдар уҙған һайын, бала саҡ – өйөрмәле йылдарҙа юғалған ҡолонсаҡ – йышыраҡ иҫкә төшә, оло бүркен, ямаулы ҡыптыр тунын һөйрәп, һаман үҙенә әйҙәгән төҫлө... Бөтәһе Ташкисеү кешеләренең хәтерендә, бөтәһе лә йөрәктәренә ярып һалынған...

...Бына Оҙон ҡырлала Рәҡип тайҙар көтөп йөрөй. Әлшәйҙән кәрәсин ташыусы Тимерхан ҡарттың йонсоу аттары Ҡырланы үрләгәс, хәл алырға туҡтаны. Мискәләр һалынған оҙон арбаның туҡтауы булды, малҡайҙар, ауыр тәртәне күтәргән хәлдә, баштарын эйҙеләр. Ни тиһәң дә, утыҙ саҡрым ара, көнөндә урарға кәрәк. Юлы тағы әҙәм рәүешле булһа – ҡайтып еткәнсе үр, тау ҙа таш. Әлдә хайуандар сыҙай. Ҡартҡа ғына түгел, хатта уларға ла кәрәсин еҫе һеңеп бөткән.

Аттар ял итеп алған арала, арбаның алдына ултырып йөрөр өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән ағас тартманан хәрби кейемдәге берәү һаҡлыҡ менән генә төштө лә аҡһабыраҡ ситкә атланы һәм, янсығын һүтеп, тәмәке төрә башланы. Ахырыһы, ҡаты арба уны ла ярайһы ғына һелкеткәйне. Майға ҡатып, өҫ-башы ялтырап торған, кәзә һаҡаллы, ауыл теле менән әйткәндә, «гәрүчи» ташыусы Тимерхан ҡарт тиҙ генә салғыһын алып, юл ситендәге туҙан баҫҡан үләндәрҙе өйөртә башланы.

– Көтөүгә ҡыуғылағансы хайуанҡайҙар тамаҡ ялғарҙар, исмаһам, – тине, бик ихлас һелтәп. Гүйә, ул көнө-төнө ҡаҡ юлдарҙа йөрөп йонсоған әҙәм түгел, әле яңы ғына ауылдан майлы һурпа һемереп килеп, ғәйрәт сәсеп салғыһын уйнатҡан кеше ине. Тарамыш ҡына ҡартта күпме көс бар!

Баянан бирле түбәнән күҙәтеп торған Рәҡип түҙмәне, һалдат менән ҡыҙыҡһынып, байталына атланды.

– Бар, Хәмдиә апайыңдан һөйөнсө ал, әмиткә малай! – тине Тимерхан ҡарт, алдан уҡ ҡысҡырып. – Нимә аңшайҙың, Илбай ағайыңды алып ҡайтып киләм дәбаһа!

Рәҡип күрешеп торманы, ауылға ҡарай осто. Артынан туҙан болоттары ғына күтәрелеп ҡалды. Ул байталын ошолай бер ваҡытта ла ҡыҫтамағандыр, хатта баш бирмәгән тайҙары артынан сапҡанда ла. Ялан, ҡырҙар, Ослотауҙағы йәш ҡайындар уға был минутта айырыуса күркәм, гүзәл булып тойолдо. Бөтә донъя алһыу төҫкә күмелгәйне. Ниндәй шатлыҡ, ниндәй ҡыуаныс! Атаһы менән бергә киткән Илбай ағаһы ҡайтып килә!

Рәҡип урамдан ел һымаҡ үтте.

– Ни булды быға? – тине ҡарт-ҡоро, – күҙенә аҡ-ҡар күренмәй мәлғүндең, тапап китеүе бар, хоҙайым!

Бәй, күп тә үтмәне, Хәмдиәләр ҡапҡаһы төбөндә:

– Апай, һөйөнсө! – тип Рәҡип оран да һалды.

Хәмдиә күпереп үҫкән йәшел бәпкә үләне өҫтөндә яңы картуф ҡырып аҙаплана ине. Ул көтөлмәгән хәбәрҙән ҡаушап, ергә лып ултырҙы, телһеҙ ҡалды.

– Илбай ағай ҡайтып килә! – тине Рәҡип, атының башын көскә тыйып.

Хәмдиә, күҙ йәштәрен тәгәрәтеп, урынынан сайҡала-сайҡала торҙо ла байталдың муйынынан ҡосаҡланы. Әйтерһең, ошо хайуанҡай уның өҙөлөп көткән ирен алыҫ яҡтарҙан алып ҡайтҡайны.

– Рәхмәт, туғаным, мең йәшә! – тине Хәмдиә, Рәҡипкә мөлдөрәп ҡарап. – Бәй, бәй, ни эшләп торам һуң әле, туҡта, туҡта. – Ул өйөнә абына-йығыла инде лә йәнә атылып сыҡты һәм байталдың муйынына таҫтамал бәйләне.

Рәҡип кире тороп сапты. Әйтерһең ул бәйгелә ҡатнашып, тирә-яҡтағы ауылдарҙың дан ҡаҙанған йүгеректәрен йән-фарман уҙып килә ине. Башы күккә тейгәйнеме ни, унан бәхетле кеше булмағандыр ошо минуттарҙа. Атаһы менән бергә киткән Илбай ағаһы ҡайтты бит, ниндәй ҡыуаныс! Ауылды үткәс, башына ҡапыл сәйер уй төштө. Ҡайҙа ашыға һуң әле былай? Бәй, әлеге Оҙон ҡырлаға, тайҙары янына, ҡылғандар менән серләшергә түгелме?

Яңғыҙ ҡайын тапҡырына еткәс, үҙенең дә, атының да ярһыуы баҫылғандай булды. Шыбыр тиргә батҡан байтал, бәләкәй хужаһының йөрәген тойғандай, атлауға күсте. Әле яңы ғына ал да гөл булып күренгән ҡырҙар әүәлге хәленә ҡайтты. Шул уҡ Ослотау, шул уҡ ғүмере буйына яңғыҙ ултырған ҡарт ҡайын: «Һин дә кеше шатлығына ҡыуанып йөрөйһөң... Атайың бит...» – тигән һымаҡ булдылар. Ә Оҙон ҡырлаға етәрәк: «Беҙҙе ташлап ҡайҙа йөрөйһөгөҙ?» – тип кешнәштеләрме ни ял-ҡойроҡтары киҫелгән тай-тулаҡтар, ҡолаҡтарын ҡарпайтып.

Рәҡип иҫке рига ағасын ҡосаҡлап, күҙ йәштәрен ҡойоп, атаһын һуғышҡа оҙатҡан юлға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо һәм тайҙарын ауылға көндәгегә ҡарағанда иртәрәк ҡыуҙы.

Уны төрлө һорауҙар борсоно. «Бәлки, почтальон килтергән ҡағыҙҙағы һүҙҙәр дөрөҫ тә түгелдер?» тигәнерәк өмөт сатҡылары уянды. Шундай хәлдәр ҙә булғыланы, тәүҙә ҡайһы берәүҙәрҙең үлеүе хаҡында хәбәрҙәр килде, ә аҙаҡтан үҙҙәре ҡайтты. Әле бәләкәй генә ауыл бутала, һуғышта инде бөтөнләй мәхшәрҙер. Илбай ағайҙан һорашырға кәрәк. Бәлки, ысынлап та...

Рәҡип, йүгәнен һелтәй-һелтәй килеп, Илбайҙарға туҡтаны. Иҫке ел, ҡапҡа араталарынан ысҡынып, бер яҡҡа ауған. Әйтерһең, ул ҡыуанысынан бер аҙ төшөргән дә:

– Инегеҙ, ин, беҙҙә бөгөн ҙур байрам! – тип ҡысҡырып, күҙен ҡыҫып ята.

Күрше-күлән йыйылған. Ишек асыла ла ябыла. Гүйә, Илбай һуғышта бөтә ауылдаштарын да күргән, барыһына ла ҡыуаныслы хәбәр һөйләп сығара.

– Ярай инде, ярай. Бик шөкөр. Исмаһам, урамыбыҙға төҫ керер. Һалдат кейемендәге ир-аттың бер үтеп китеүе генә ни тора.

– Хәмдиәнең бәхете бар икән.

– Ошолай кеше ҡапҡаларын ҡағып, йәш ғүмерем заяға үтер микән ни, хоҙайым? – тип, әрнеп илаған ҡатындар ҙа бар.

Рәҡип, яҫы тупһа ташына баҫҡан килеш, эскә уҙырғамы, юҡмы тигәндәй, бер аҙ баҙнат итә алмай торҙо.

Ҡоро һөйәккә ҡалған Илбай билен өҙөп торған ҡайышын рәтләне лә ябыҡ ҡына ҡулдарын Рәҡипкә һуҙҙы. Түше тулы орден, миҙал. Һауығып та етмәгән, госпиталдән яңыраҡ ҡына сыҡҡан. Тештәре лә үҙенеке түгел, яһалма, йылтырап тора. Яңағы ҡыйыш, күкрәк тирәһен йыш ҡына тотоп ала. Нисек кенә булмаһын, көсләп йылмайырға тырыша, үҙ хәлен һиҙҙерткеһе килмәй.

Рәҡип Илбайҙың ордендарына ниндәйҙер көнсөл ҡараш менән баҡты, атаһын да бит ул шулай ҡайтыр тип өмөтләнгәйне.

– Әйҙә, түрҙән уҙ, туған, ҡалай үҫеп киткәнһең, – тине Илбай, ҡыуанғандай итеп. Самауыр янына саҡырҙы, хәл-әхүәл һорашты, әммә атаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Күрәһең, уңай мәлде көттө. Көңгөр-ҡаңғыр ултыра торғас:

– Атайыңдың хәбәрен алғанһығыҙҙыр инде, – тине тыныс ҡына. Баянан бирле шуны зарығып көткән Рәҡип тертләп китте, бер аҙ өнһөҙ торҙо. Ахырҙа:

– Эй-е, – тине һәм, шул дөрөҫмө тигәндәй, Илбайҙың тоноҡ күҙҙәренә һораулы үтенес менән төбәлде.

– Минең хатты ламы?

Рәҡип башын түбән эйҙе, тимәк, бөтәһе лә раҫ.

– Ни эшләйһең, туған, ил менән килгән ҡайғы...

– Бына атайыңдың һуңғы иҫтәлеге, – Илбай, ниндәйҙер ҡағыҙҙар араһынан алып, бер дәфтәр тотторҙо. – Һаҡла ,унда ғибрәтле нәмәләр күп яҙылған.

Рәҡип, күңеле тулып, урамға атылды. Төн буйына атаһының көндәлектәрен һыҡрай-һыҡрай уҡыны. Ҡайһы урындарҙа түҙә алманы, туҡтап, йөҙөн устары менән ҡапланы.

– Уҡы, балам, уҡы, – тине әсәһе, һулҡылдап. – Ниҙәр ҡылайыҡ һуң?.. Баштарыбыҙҙы ҡайҙа ҡуяйыҡ?.. Уҡы, балам, тағы ниҙәр яҙҙы икән?..

Рәҡип, күҙҙәрен ыуа-ыуа, яңынан дәфтәр битенә эйелде.

 

II

Автор:
Читайте нас