

II
Аҙна-ун көн дә үтмәне, Илбай, өй-ҡаралтыһын бер аҙ ямаштырҙы ла, элекке урынына – аттар һарайына барҙы. Уны өлкән ат ҡараусы итеп ҡуйҙылар. Хәмдиә быға башта теше-тырнағы менән ҡаршы торһа ла, ҡайҙа барһын инде, ахырҙа күнергә мәжбүр булды.
– Шуның өсөн ҡаныңды ҡойоп, кәликәгә ҡалып ҡайттыңмы ни, ә? – тип ауыҙын да астырманы, – һуғышҡа тиклем ғүмерең яланда үтте, төндәрен ҡырҡҡа әйләнеп сыға торғайным. Ҡаҡ һөйәкһең бит, тәнеңдә ит әҫәре юҡ, ҡырҙа көҙгө ямғырҙарҙа нисек түҙерһең, елегеңә һыуыҡ үтеп, аяҡтан йығылырһың, хоҙайым. Башҡа еңелерәк эш бөткәнме ни? Юҡ, бер ергә лә ебәрмәйем, һалҡын акуптарҙа һыуыҡ тейҙергән һөйәктәреңде йылытырмын, һине шуның өсөн зар-интизар булып көтөп алдыммы ни? Ана, кеше ҡайта ла йә зампредлеккә, йә ҡалдауайға керә, йылы урынды ҡарай. Ә һин тағы ла куннай дворға, теплушкаға – ҡандала ояһына. Ыстарший кунних, имеш, йомро тиҙәк башлығы.
Илбай, башын һелкеп, көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Бәй, шулай тимәй ни, – Хәмдиәнең теле-телгә йоҡманы. – Түшең тулы урҙин, миҙал, кемлегеңде һөйләп торалар. Һинән батыр кеше хәҙергә Ташкисеүгә ҡайтҡаны юҡ әле. Ул нәмәҫтәкәйләреңде ағас төбөндә ҡурай тартып ултырғанға бирмәгәндәрҙер ҙә? Анда нимесләр менән алыша белгәс, бында әллә ниндәй ауырлығы юҡ. Әлеге шул, халыҡты ҡытлыҡ ҡына йонсота. Аныһы ла рәтләнер. Гәзит-маҙарҙы шытырҙатып уҡыйһың, ҡәләм тибрәтә беләһең. Башыңа таҙ кәрәкме ни тағы? Һин фрунтовик тә!
– Шулайын шулай ҙа ул. Һәр кемдең үҙ ҡыуағы бар.
– Ҡыуаҡ, имеш. Ана, Зәйни әлиптән таяҡты айыра белмәй – бригадир. Үҙеңә оҡшағас ни, әйҙә, шуның ҡумыҙына бейей бир.
– Күҙ күрер әле, – тине Илбай үҙенә генә хас сабырлыҡ менән. – Уйлап-уйлап ултырам да тағы бер уйлап ҡуям, нисәмә йыл йәшәйбеҙ, шулай ҙа мине һаман аңдап етмәйһең икән.
– Атаҡ, атаҡ, нәрҫә тигән һүҙ ул тағы? Кем аңламай, минме? – Хәмдиә, ғәйрәт сәсеп, иренең алдына барып баҫты. Ул йыуан беләктәре, ташып торған күкрәге менән ирен ҡыҫып ҡосаҡлап, маңлайынан үбә башланы.
– Мин һине белмәйемме, минме?..
Илбай, сабыйҙай, ҡатынының ҡайнар ҡосағында иреп, бер аҙ өндәшмәй торҙо, һәм айнып киткәндәй, әҙәпле генә итеп ситкәрәк тайпылды.
– Минут һайын үлем һағалағанда, тыуған төйәк – Шәлтәби соҡоронда янып-бешеп бесән сапҡан, Иҫке йортта шартлатып утын киҫкән ваҡыттар, Оҙон ҡырлала усаҡ яҡҡан минуттар, Яңғыҙ ҡайын күләгәһендә түшеңә түгә-түгә айран эскән мәлдәр күҙ алдына баҫа. Ҡайтып, баҡса артындағы йылғасыҡтан бер уртлам һыу ғына эсеп үлһәм дә үкенмәҫ инем, тигән саҡтарым йыш булды. Мин хәҙер бөтәһенә лә риза. Ил алдында намыҫым аҡ. Йөрәгем типкәндә бер ниндәй эштән дә сирҡанмайым. Ҡайҙа ғына барып тотонһам да, үҙемдеке – колхоздыҡы. Кешене кәмһетә торған хеҙмәт юҡ беҙҙә. Олоһо ни, кесеһе ни – бөтәһе лә бер епкә теҙелгән, бер маҡсатҡа егелгән. Эштең ҙурыһы, бәләкәйе юҡ. Ә бына ваҡ йәнле кешеләр бар. Фронт минең күҙҙе асты, өйрәтте бер аҙ. Өгөтләмә һин мине, Хәмдиә, үҙ хәлемде үҙем беләм, ҡара эшкә бик һыуһап ҡайттым. Һинең яныңда булғас, ҡаҙыҡ ҡағырға ла, таш ватырға ла – барыһына ла ризамын. Ныҡлап сәләмәтләнеп китһәм, ҡулыма яңынан ҡорал да алырмын, бәлки.
Был һинме, түгелме тигәндәй, Хәмдиә ботон сабып йәнә иренә ҡарап ҡуйҙы. Бөтөнләй икенсе кеше ләбаһа! Ана нәмәләр һөйләй, мәжнүн Илбай ҡайҙа булған? Һуғыш юлдарында аҙашып ҡалған буғай.
– Мин һине бер ергә лә ебәрмәйем. Һуғышҡа кире китһәң, Ташкисеүҙе ҡабат күрә алмаясаҡһың. Йәнең дә һөйәгең бит, – тип Хәмдиә һаман үҙенекен һөйләне, күҙ йәштәрен һөртөп.
– Бер һүҙ әйтер хәл юҡ, ебейһең дә төшәһең. Йә, тыныслан. Ошо минуттан юлға әҙерләнгән кеше юҡ бит әле.
– Әйтеүе анһат, йөрәк өшөп бөткән инде. Әйҙә, үҙ ихтыярыңда, күҙ алдымда йөрөһәң, шул еткән. Ирле ҡатын – ирле ҡатын булыр әле, тештәре бик үтеп бармаҫ.
– Ниңә улай тиһең?
– Һәр әтрәгәләмдән һүҙ ишетмәм, тим. Ирһеҙ ҡатын – ҡоймаһыҙ өй менән бер ул, уға таш ырғытыуы еңел.
* * *
Илбайҙың ғүмере аттар һарайында үтте. Кистәрен, көтөүгә сыҡҡылағансы, һуңға ҡалған аттарҙы көтә-көтә, теплушканың нигеҙ ташына улытырып, тәмәкеһен һура-һура, Башҡорт атлы дивизияһы менән үткән юлдарын, уттар, һыуҙар кискән толпарҙар тураһында бәйнә-бәйнә һөйләне.
Малайҙар, ҡыҙыҡһынып, Ерәнсәй хаҡында ла һораштылар.
– Кеше менән кеше араһында ҙур айырма булғандай, аттарҙың да ниндәйе генә тыумай, – тине Илбай. – Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ, үҙебеҙҙең бригаданыҡын ғына алайыҡ. Һәр береһенең холҡон белеп бөткәнбеҙ. Береһе ҡырыҫ, баш бирмәй, йүгән кейҙергәнсе хитланып бөтәһең, әле ул һине, ҡыҫырыҡланғанын һиҙә башлаһа, ҡолаҡтарын шомайтып, муйынын һуҙып тешләргә ынтыла, икенсеһе, ҡаҙыҡҡа төшөрөн белмәй, ситән аша һикерә, өсөнсөһө, нәмәгә екһәгеҙ ҙә, мин риза тигәндәй, кешнәп, үҙе ҡаршыңа атлай. Уйлап китһәң, колхоздың эше, һеҙҙең хаҡта әйтеп тә тормайым, хайуандарҙың кәйефенә лә бәйләнгән бит. Йөктө төрлөһө төрлөсә тарта.
Ерәнсәй инде ошо аттар араһынан сыҡҡан. Уның тамыры йыраҡтан килә, ти торғайны атайым мәрхүм. Имеш, Ерәнсәйҙең иң оло әбейе граждандар һуғышында ҡатнашҡан Алтынбай атлы ҡаһарман ауылдашыбыҙҙың береһенә эйәреп ҡайтҡан, ҡолон ғына булған. Күрәһең, аҙашҡан йән эйәһен ташлап китергә ҡыҙғанған.
Ерәнсәйҙең нисек үҫкәнен яҡшы беләһегеҙ. Оҙон ҡырлала ҡалайыраҡ уйнай торғайны. Бестергәс, баҫлыбыраҡ ҡалды ҡалыулыҡҡа, мәгәр барыбер ал бирмәне. Һабан туйҙарында һонолоп нисегерәк елә, ҡанаты ғына юҡ ине.
Ғәйнулла менән армияға алынып, Дим станцияһына килгәс, бөтөнләй үҙгәреп китте. Әллә һәр ваҡыт тиерлек башынан нуҡта ысҡынмағанға, әллә ошо ҡәһәрле һуғышты һиҙеп, аҡыллана төштө. Оҙон ҡырланың шаян елдәре тараған ҡалын ялдарын киҫеп ташлауы еңел булманы, әлбиттә. Ни эшләйһең, аттар ҙа хәрби тәртипкә буйһондо. Ана, Рәҡип шаһит, беҙ фронтҡа китер алдынан үҙе барып күрҙе.
Рәҡип, тулҡынланып, тамағын ҡырып ҡуйҙы.
– Мал эйәһенә оҡшай, тиеүҙәре дөрөҫ. Ерәнсәй ҙә, Ғәйнулла ла ҡыҙыу ҡанлы инеләр, улар кеше артынан эйәрә белмәнеләр, һәр саҡ алдан саптылар. Үлемдең күҙенә ҡарап, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Шулай бер көн Сталинград тирәһендә, эйе, эйе, Сталинград янында, фашист самолеттары баш ҡалҡытырға ирек бирмәнеләр. Беҙҙең һыбайлылар икәнде белеп ҡалдылар ҙа әйҙә түпәләйҙәр. Эргәлә генә бомбалар шартлай. Ғәйнулла менән теште ҡыҫып ятабыҙ. Фашистарҙың самолеттары күтәрелгәне, төшкәне күренеп тора. Тимәк, аэродромдары йыраҡ түгел. Былар беҙҙе көн буйына ыҙаланылар ҙа ҡараңғы төшкәндә баҫылдылар. Күпме кеше, ат ҡырылды.
Нимәлер эшләргә кәрәк ине. Төн – беҙҙеке. Ғәйнулла етәкселегендә бер төркөм һыбайлы, дошман самолеттарын юҡ итергә тигән әмер менән, юлға сыҡтыҡ. Ана тора тигән аэродром байтаҡ ҡына арала ята икән. Әлеге Ерәнсәй менән Ғәйнулланың күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәне, арттарынан ҡыуып етергә әмәл юҡ. Тиҙерәк үлем ояһының аҫтын-өҫкә килтерегә ашыҡтыҡ. Бәхеткә ҡаршы, фронт линияһын имен үттек.
Берәр саҡрымдай ҡала ҡоҙғондарҙың хәлдәрен белергә ике һыбайлыны алдан ебәрҙек. Күп тә үтмәне, улар: «Ҡарауылсылары мәңелек йоҡоға талды, аэродром эргәһендәге летчиктары тәмле-тәмле төш күреп ята», – тип килеп тә еттеләр. Беҙгә шул ғына кәрәк ине.
Бер мәл ҡараңғылыҡ эсенә сумған аэродром гөлт итеп ҡабынып китмәһенме. Самолеттар аллы-артлы шартлай башланы. Ҡаны ҡайнаған Ерәнсәй хатта бер самолеттың ҡойроғо аша һикерҙе. Эйе, әҙәм ышанмаҫ, әле тәндәр сымырҙап китә. Ниндәй йөрәкле хайуан булғандыр ул?
– Ҡуш йөрәкле! – тине Т имерхан ҡарт, урынынан ҡалҡына биреп, – Ғәйнулланың йөрәге менән уның йөрәге бергә типкәс, сәмәлүткә генә түгел, әллә нәмәңә һикерер!
– Шулай, – тине Илбай, – ошо төндә Ғәйнулла яраланды.
– Батыр яраһыҙ булмаҫ, – тине Тимерхан ҡарт.
– Ерәнсәйҙе, хужаһы һауыҡҡансы, үҙ ҡарамағыма алдым, юғиһә, әллә кемдең ҡулына эләгеп, юғалыуы ихтимал ине.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, Илбай.
– Летчиктарын ни эшләттегеҙ, ағай? – тине бер малай.
– Ҡасҡаны ҡасты, уларҙы ҡыуып йөрөргә форсат юҡ, таң да яҡынлашҡайны, әсиргә төшкәндәрен алып ҡайттыҡ та көндөҙ үҙҙәре үлтергән һыбайлыларҙың мәйеттәре эргәһенә теҙҙек. Тегеләр, беҙ ғәйепле түгел, Гитлер ҡушты, тип ҡалтырашып торҙолар. Күрәһең, теге донъяға ебәрәләр икән тип уйланылар.
– Әллә атманығыҙ? – тине икенсе малай.
– Рөхсәт итмәнеләр. Хәйер, ул беҙҙең бурысҡа ла инмәй ине, әсирҙәрҙе дивизия штабына алып киттеләр.
– Йәл, – тине Тимерхан ҡарт, – мин уларҙы!.. Гитлер әмере буйынса, тип бөтә донъяны үртәргәме ни, үҙ башың ҡайҙа, һалдат? Һин дә бит әсә һөтөн имеп үҫкән әҙәм балаһы.
– Бында әтәсләнеп ултырғансы, барып әйт, – тине Зәйнетдин.
– Нимә, барырмын да.
– Тел меҫкен. Йә, ҡайтығыҙ, иртәгә байрам түгел, Илбайҙың әкиәте бөтмәҫ, – тип уйлап етеңкермәй ысҡындырҙы бригадир.
Тимерхан ҡарт, сәнскеле йылмайып, аҫтан ут ебәрҙе:
– Илбай юҡ-бар һөйләмәҫ, тамуҡ күперен кискән кеше ул. Ә бына һин фрунтҡа ла барып етә алмағанһың, ярты юлдан боролғанһың. Дары еҫен еҫкәмәгән һалдат – һалдатмы ни ул.
Зәйнетдиндең намыҫына тейҙе, борғоланды-һырғаланды, ни эшләргә лә белмәне. Ахырҙа:
– Мин барған шалунда булып, ҡара тәреле сәмәлүттәр өҫтөңә бомба ташлай башлаһа, ни эшләр инең икән? Шунда яраланмаһам, бөгөн, бәлки, алғы һыҙыҡта ла йөрөр инем, – тине.
Тимерхан ҡарт быға ғына ҡәнәғәт булмайынса ашҡа һаман борос һипте.
– Бәлки шул, – тине, кет-кет көлөп.
Бригадирҙы был үтә ярһытып ебәрҙе, теплушка алдында төкөрөгөн сәсеп әле тегеләй, әле былай атланы.
– Нисек кенә булмаһын, мин һуғышҡа изге ниәт менән киткән кеше! Ә бына бында ҡайһы берәүҙәр фашистар Сталинградҡа кергәс, устарын ыуып йөрөнөләр. Имеш, Ҡуйбыш та бына ғына тора, ул бирелһә, Ыраевкаға киләләр ҙә етәләр. Имеш, Ташкисеүгә фашистар инеү менән, башлап колхоз төҙөгән, байҙарҙы Себергә ҡыуған коммунистарҙың ғаиләләрен дарҙа аҫасаҡтар. Сталинградта Пәүлүс ҡамауҙа ҡалғас, тегеләрҙең кикректәре шиңде. Бына уларға Ташкисеү ерҙәре! – Зәйнетдин кукиш күрһәтте. – Бына! Ғәҙеллек еңәсәк!
– Ҡарап-ҡарап тоарм да, аҡылың да теүәл кеүек, нимә һөйләйһеңдер, аңламайым. Сабыйҙар башын бутамаһаң. Ике һүҙеңдең береһе – ғәҙеллек, бинахаҡҡа берәйһен рәнйетермен тип уйламайһыңмы ни? Ҡыҙып әллә нәмәләр ысҡындыраһың. Имеш-мимешкә ҡолаҡ һала башлаһаң, ауылда йәшәргә ярамай.
– Беҙ ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен беләбеҙ.
– Нисек кенә тимә, төрттөрөргә теләйһеңме, юҡмы, мәгәр был ағыулы һүҙҙәрең миңә йәбешмәй, туған. Тыумыштан мин крәҫтиән. Ул нимә кисерһә, шуны кисерәм. Әле Әлшәй юлынан ҡайтмайым, кәрәсин ташыйым, әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ мискәләреңде тәгәрәтәм. Йәшем керһә, биллаһи ғазим, фрунттың, мин әйтәйем, эсендә йөрөр инем. Минең йәштәге ҡарттарың, ана, салғы сүкей ҙә бау ишә, ыштан бауын һәлберәтеп, ҡарауылда ултыра. Бына шул. Минең менән уйнама, мин һиңә һалдатка түгел. Һалдаткаларҙың ауыҙҙарын асырға ирек бирмәнең. Хәҙер ирҙәре ҡайта башланы, терһәгеңде тиҙ тешнәтерҙәр. Мин дә ике һалдат атаһы. Өлкән улым Мәскәү янында ғәзиз башҡайын һалды, кесе улым япон сигендә тора, – Тимерхан ҡарт, бөкөрәйеп, ҡайтыр яҡҡа йүнәлде.
Илбайға ул йәл булып китте.
– Тимерхан һымаҡ ҡарттарың күберәк булһа, эштәрең дә икенсерәк барыр ине, – тине, көрһөнөп.
– Бөтәгеҙ ҙә аҡыл өйрәтмәгеҙ, пажалыста.
– Ай-һай, – тине Илбай, башын сайҡап, – бөтөнләй сығырыңдан сыҡҡанһың түгелме?
– Минең урында эшләп ҡара, сыҡмаҫ ереңдән сығырһың.
– Ваянный вримы, ауыр, әлбиттә. Барыбыҙ ҙа түҙәбеҙ...
Рәҡипкә ике кешенең әрепләшеүен тыңлауы күңелле булмаһа ла, атаһы тураһында башланған һүҙ ана ниҙәр менән барып осланды.
Юҡ, унның өсөн атаһы ла, Ерәнсәй ҙә үлмәгәйне, һаман да дошманға ҡаршы сабалар ине.
* * *
Илбай Хәмдиәнең ат көтөүҙәрен, шахтала эшләп йөрөүҙәрен бик ауыр кисерҙе. Ләкин, ниңә улай ҡыландың, тип тота һалып ҡына Зәйнетдиндең яғаһынан бороп ала алманы. Тимерхан ҡарттың, һалдаткаларҙың хәҙер ирҙәре ҡайта башланы, терһәгеңде тиҙ тешнәтерҙәр, тип ысҡындырыуы уйландырырға мәжбүр итте. Ҡарттың үҙенән һорау уңайһыҙ. Зәйнетдин менән күҙгә-күҙ осрашҡан саҡтары ла булды, ләкин ул, әүәлгесә, һин дә мин һымаҡ һөйләште. Шикләнер нәмә тапманы. Шулай ҙа Тимерхан ҡарт уға төрттөрмәнеме? Ҡатынының ҡылын сиртеп ҡарамаҡсы булды.
– Мин юҡты йәберләүселәр, ҡул һуҙыусылар булмағандыр бит, – тине.
– Эй, кәкерешкәм, – тине ҡатыны, ирен күкрәгенә ҡыҫып. – Кем һинең Хәмдиәң янына яҡын килә ала, аждаһа үҙе ҡурҡып ҡасыр. Әллә берәй һүҙ ишеттерҙеләрме?
– Юҡ, былай ғына әйтәм.
– Уйнап һөйләшһәң дә уйлап һөйләш, тигәндәр. Ҡатыныңды бер бөгөн генә белмәйһең, мин һиңә йәшлегемде бүләк иттем. Бала эйәртеп, йәиһә кеше ҡулынан үтеп килмәнем. Ундайҙар ҙа көн күрә, йән эйәһенә йәшәргә кәрәк, кеше тормошо бик ҡатмарлы, йә ул уңа, йә туңа. Ауыл ҡатындары – тоғро ҡатындар. Уларҙың башында балалар ҡарау ҙа баҫыуға сабыу, һуғыштан хаттар көтөү. Һалдат ҡатындары бында уйнаш итһәләр, ирҙәре тегендә нисек һуғышыр ине икән, ә? Ҡатын намыҫы, ҡатын яҙмышы иренең намыҫына, иренең яҙмышына, ололап әйткәндә, ил яҙмышына бәйләнгән.
– Ниндәй ҙур һүҙҙәр һөйләйһең. Һин бөтөнләй икенсе Хәмдиә.
– Һуғыш мине генә түгел, хатта анау тауҙарҙы ла үҙгәртте. Олотау менән Ослотау тәпәшәйеп ҡалған һымаҡ булдылар. Уларҙың битләүендә үҫкән ҡайындар һарыға һабыштылармы ни. Хужалары иҫән сыҡта ғына тауҙар бейек, ғорур күренә икән, хәҙер етемһерәп ултыралар.
– Эй-йе, – тине яралы һалдат, тәрән һулап.
Илбай үткән-һүткәндә Рәҡиптәргә туҡталып китте. Ул, ғәҙәте буйынса, өй буйына сүгәләп, тәмәкеһен көйрәтте, ирендәрен бешерә-бешерә, төпсөгөнә тиклем һурҙы. Гүйә, аһ-зарҙарын йотто, тышҡа сығарырға теләмәне. Байтаҡ ҡына ваҡыт, өндәшмәй-нитмәй, ҡотороп үҫкән дегәнәк япраҡтарына арыҡ күҙҙәрен текләп ултырҙы. Әйтерһең, шунда серле йомғаҡтың осо себәлгәйне. Уны һаман ниҙер борсоно, урап-урап ҡына Рәҡиптән дә һораны:
– Беҙ юҡта нисек йәшәнегеҙ һуң? Хәмдиә апайың менән бергәләп аттар ҙа көткәнһегеҙ икән?
– Ауыҙында гел һин булдың, ағай. «Илбайым ҡайтһа, ошо михнәттәрҙән ҡотолор инем, исмаһам», – ти торғайны.
Илбай тештәрен ҡыҫып, ҡаштарын йыйырып ҡуйҙы.
– Ағайыңды сәй эсергә алып кер, – тип соландан Рәҡиптең әсәһе Гөлбаныу өндәште.
Илбай теләр-теләмәҫ кенә ишеккә табан атланы. Өҫтәл артында уның күңеле йәнә күтәрелеп киткәндәй булды, тағы утлы һуғыш юлдарын иҫкә төшөрҙө.
– Ғәйнулланы һеҙ генә түгел, мин дә юҡһынам, – тине Илбай. – Хәтерләмәгән көнөм юҡ. Барыһын да һөйләп йөрөмәйһең. Бөтәһе лә бына бында – йөрәктә. Уйлап торһаң, мин түгел, ул ҡайтырға тейеш ине. Мин кем һуң? Ул бит, ул Ташкисеүҙә берәү ине, кешеләрҙең йөрәгендә ут ҡабыҙа белә торғайны. Эйе, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә һәр саҡ ашҡынып йәшәне. Үлер алдынан фашистар менән нисегерәк алышты! Танкыларын аллы-артлы яндырып, һаман юл ярырға ынтылды. Үлем сәсеп килгән машинаны фәҡәт үтә ҡыйыуҙар ғына туҡтата ала. Бәлки, үҙе хаҡында ғына ҡайғыртҡанда, иҫән дә ҡалыр ине. Ул бит ғүмере буйына, кешеләр тип, йәшәне, шул кешеләр тип, ошо фани донъянан китте лә. Йән бирер алдынан: «Йәшәргә ине, нихәл итәһең?.. Мин күрә алмағандарҙы иҫән ҡайтҡандар, иҫән ҡалғандар, Рәҡибем күрер, минең тормошомдо улым дауам итер, иле өсөн көрәшеп үлгән атаһын онотмаҫ әле, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ», – тине. Нисек кенә тимә, нисек кенә үҙ-үҙебеҙҙе йыуатмайыҡ, Ғәйнуллаһыҙ Ташкисеүҙең бер ере китек. Кеше нисектер, мин үҙем, күҙемде асыу менән, тыуған төйәгемә күҙ йүгертеп алам. Ҡыҙырымташтың шаҙра ҡайындары шаулашамы, Түңәрәккүлдә аҡҡоштар йөҙәме, Рәсүл туғайының сәскәләре ни хәлдә – бөтәһен дә барлап сығам. Ташкисеүҙең барлыҡ бирҙәктәре лә үҙ урынында емелдәшә икән, күңелең тыныс. Шулай тыуған еремде күҙ алдынан кисергәндә мотлаҡ, эйе, мотлаҡ Ғәйнулланың һыны күренеп киткәндәй була. Минең өсөн дә, бөтәбеҙ өсөн дә үлмәгән ул.
Ошо минуттарҙа Рәҡиптең йөрәге нисегерәк типте һуң! Әйтерһең, ул эстән генә васыят әйтте. Ул атаһының аманаттарын һуңғы һулышына тиклем иҫендә тотасаҡ, уның йәшләй өҙөлгән ғүмерен ысын кеше, коммунист булып дауам иттерәсәк. Улына анауы ялҡындай ҡояшты, зәңгәр күкте, баҫыу-урмандар шауын, тауҙар күкрәүен ҡалдырып киткән кеше оноторлоҡмо ни!
Шулай итеп, Илбай ҡанаттары ҡайырылған ярты етемдәр янында ултыра, Рәҡипкә атаһы хаҡында яҡты иҫтәлектәр һөйләй ине.
III