

III
Ахырҙа күптән көткән көн тыуҙы.
Июнь таңында, туғайҙар ысыҡҡа мансылып, тыныс ҡына көйрәп ятҡан бер мәлдә, һандуғастар бер-береһенән уҙҙырып сутылдашҡан минуттарҙа, Рәҡип ғаиләһе менән һаубуллашып, иҙерәп йоҡлаған улы Айраттың маңлайынан еңелсә генә үбеп, бығаса күҙ күрмәгән, аяҡ баҫмаҙан яҡтарға – атаһының яуҙа йөрөгән юлдары эҙенән, күңелдә уйылып ҡалған хәтирәләрҙе терелтә-терелтә, алыҫ сәфәргә сығып китте.
Ул атаһы яҙып ҡалдырған көндәлектәрҙең һәр юлын яттан белә ине. Күҙҙәрен йомһон – һүҙҙәр, йәнләнәме ни, гүйә, атаһы талғын ғына һөйләй башлай: «...Бығаса армияла хеҙмәт итмәгәнгәме (хәйер, финдар менән алышҡан йылда ҡаралырға саҡырғайнылар, һуғыш баҫылып ҡуйҙы), бына әле повестка алғас, йөрәк ярһып китте. Күңел төшөп йөрөй ине, сөнки минең тиҫтерҙәрем алынып бөттө тиерлек. Әлеге колохз, бронь менән тоттолар. Әйтерһең, минән башҡа кеше юҡ. Председателгә ҡуйырлыҡ кешеләр бар ул, ниңә булмаһын. Бер көн райком секретары килгәйне, тыныс ҡына тыңланы ла: «Иптәш Назаров, беҙ, коммунистар, партия бөгөн ҡайҙа кәрәк тип һанай, шунда баҫабыҙ, ваҡыт етһә, һинән, минән һорап тормаҫтар», – тип китеп барҙы. Шулай ҙа, хәбәр көтөп, ғүмер уҙғарыу юҡ, яландан ҡайтыу менән, Аралытау буйына йыйылабыҙ, мылтыҡты нисек тоторға, сафта нисек йөрөргә өйрәнәбеҙ. Беҙҙең командир – армияла хеҙмәт иткән Хөсни, военкоматтан ҡушып ҡайтарҙылар үҙенә. Хөсниҙе әйтәм, тимерсе генә бит, иҫем-һушым китә, ҡайҙан бөтәһен дә белә, нисек онотмаған? Әллә тимерлектә уставты ятлап ятҡан, шартлап тора. Сафҡа теҙелдеңме – ләм-мим, һин үҙеңә хужа түгел, ә ул һиңә хужа. Донъялар ҡалай үҙгәрҙе.
Беҙҙең лап та лоп ҡаҡ ергә баҫҡанды, ҡыҙыҡ итеп, бала-саға күҙәтә. «Шулайтып китеп барырҙар микән ни, хоҙайым», – тип ҡатын-ҡыҙҙар уфтана. Бер көн Гөлбаныуҙы ҡыуып тиерлек ҡайтарҙым, бар, бар, бында туҙан йотоп тормаһаң, тинем. Теге теләр-теләмәҫ кенә атланы, үҙен йәлләп ҡуйҙым, ирен ҡурсып килгән бит инде, меҫкенем.
Аяҡтарҙы дөрөҫ алмаһаҡ, Хөсни ҡысҡырып ебәрә, үҙендә тағы ниндәй тауыш! Күмер еҫе еҫкәп кенә йәшәгән Хөсни тимәҫһең. «Раз-два-три, раз-два-три, левый, һул менән тим, Назаров!» – тип мәлғүн, миңә төбәп өндәшә. Үҙенең йөҙө үҙгәрһә, көлөмһөрәһә, исмаһам. Минең йөрәк шыу итеп китә. Кеше араһында оятҡа ҡалдыра бит. Әйтерһең, мин бынан бер сәғәт элек кенә Хөснигә күрһәтмәләр биргән колхоз председателе Ғәйнулла Назаров түгел, ә дегет силәге лә күтәрә алмаған бер пүстәк малай. Ни эшләйһең, хәрби ваҡыт, сафта икәнһең, дөрөҫ атла, башҡалар һиңә һөрөнмәһен.
Мин – мин инде, ярай. Бына Илбай теңкәгә тейә, абынып бара, үксәне ҡалдырмай. Хатта ҡатыны Хәмдиә, еңдәрен һыҙғанып, уның эргәһенән тиерлек атлай: «Ошолай баҫ, аңра баш, ғүмер буйына өйрәттем, кермәне, сәсемде ағарттың!» – тип тегене өтөп алып бара, иренең еңдәренән тартҡылай. Хөсни, әлбиттә, Хәмдиәне бик тиҙ ҡыуып ебәрә. Ярамай, ти. Өндәшмәҫ Илбай үҙенекен белә, аҫтан ғына йылмайып, оло итектәрен ҡаптыр-ҡоптор һөйрәй. Ахырҙа Хәмдиәнең түҙемлеге бөтә: «Ҡайт әле, кәрәгеңде бирмәһемме», – ти, иренә бармағы менән янап, һәм үҙ-үҙенә команда бирә.
– Бер-ике-өс, бер-ике-өс, беҙҙә көс, беҙҙә көс, – тип, боттарына һуғып, өйҙәренә табан йүнәлә. Көлөрһөң дә, иларһың да, әммә Хөсни тойғоларға артыҡ ирек бирҙермәй, шыбыр тиргә батырып, һаман ҡыуалай.
Артыбыҙҙан, беҙгә оҡшатырға тырышып, малайҙар эйәрә. Минең Рәҡип тә ҡулдарын һелтәгән була. Өс ҡыҙ араһында берҙән-бер малайым, бәләкәйерәк шул әле, китеп-нитеп барһаң, ни эшләрҙәр? Ҡатын да ел-ямғырҙы артыҡ күрмәне. Башҡалар һымаҡ шартлатып урманын киҫһә, һыҙҙыртып бесәнен сапһа, артыҡ борсолмаҫ инең. Ғәмһеҙ йәшәлгән. Был инде, Ғәйнулла, үҙеңдең хата, тормош бер көйө генә ағыр, тип бер ваҡытта ла уйларға ярамай. Донъя – ул ҡуласа, бер булмаһа, бер баҫа, тигән боронғолар ҙа.
Хәл алырға туҡтайбыҙ. Тәмәке тартыр өсөн махсус асылған сиҙәм ситенә теҙелешеп ултырабыҙ. Тауыш-тын сыҡмай, һәр кем уйға сума! Йыраҡта нәжәғәй уйнай, гүйә, ул һуғыш ялҡыны кеүек күренә.
Стройҙан тыш, атта ла уйнайбыҙ. Хөсни армияла кавалерист булған икән, белмәгән һөнәре юҡ тағы үҙенең, ат дағалаған кешегә аты ла бит әле башын эйеп кенә тора. РККА исемлегендә иҫәпләнгән Ерәнсәй Хөсниҙең бойроҡтарына йылға аша һикерә, аяҡтарын бөгәрләп, сиҙәмгә ята, уға ышыҡланып, ағас мылтыҡан атҡан булабыҙ. Аҡыллы хайуан.
Ахырҙа көткән көн тыуҙы. Бөтә ауыл тиерлек оҙатырға йыйылды. Ниндәйҙер митинг төҫөн алды. Бығаса мин бер нәмәгә иғтибар итмәгәнмен икән. Колхоз рәйесе булып байтаҡ йылдар эшләп, халыҡ хөрмәтен яулағанмын, имеш. Ҡырҡмаһа ҡырҡ эш артынан сабып, ҡайҙан белеп бөтәһең барыһын да. Һәр береһе тиерлек күстәнәс һуҙа. «Ғәйнулла туған, – тине ҡарттарҙан берәү, – халыҡ һүҙеңде көтә, һин бит колхозды, «Ҡыҙыл маяҡ»ты, ойоштороусыларҙың береһе. Нисәмә йыл беҙ һинең ауыҙыңа ҡарап йәшәнек, мәгәр насар йәшәмәнек, артелебеҙ районда беренселәр рәтендә атланы».
Ысынлап та, нимәлер әйтеп китергә кәрәк ине. Күпме йыйылыштарҙа телмәрҙәр тоттом, ләкин әлегеләй тулҡынланған минуттарымды хәтерләмәйем. «Ололап килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, һеҙҙең йылы ҡарашығыҙ еткән. Төрлө саҡтар булғандыр, ҡыйырһытһам, ғәфү итегеҙ. Ләкин минең һеҙгә ҡарата тырнаҡ осондай ҙа үпкәм юҡ. Беҙ һеҙҙәң менән тарих белмәгән эштәр башҡарҙыҡ, яңы тормош ҡорҙоҡ. Һеҙҙең яҡты һындарығыҙ һәр саҡ күҙ алдымда торор. Һуңғы үтенесем шул: ҡан ҡойоп төҙөгән колхозды һаҡлағыҙ, фронтҡа икмәк кәрәклеген онотмағыҙ. Ауыр булыр, әҙәм балаһы бөтәһенә лә түҙә, бер-берегеҙгә ярҙам ҡулын һуҙырға тырышығыҙ. Ә инде беҙгә ҡалһа, дошманды тиҙерәк ҡыйратып, һеҙҙең янға ҡайтырға ашығырбыҙ. Һау булығыҙ, туғандар!» – тинем, күңелем тулды. Береһенән-береһе бәләкәй һылыу ҡыҙҙарымды ҡулыма алғас, күҙемдән йәштәр атылды. Рәҡибем мөлдөрәп баҡҡан. Бығаса тыныс ҡына торған ауылдаштарым танауҙарын тарта башланы. Тиҙерәк ҡуҙғалырға ҡуштым.
Ерәнсәй менән Дим станцияһына килдем. Бында Башҡорт дивизияһы төҙөлә икән. Илбай менән бер эскадронға эләктек. Хөсни икенсе эскадронға беркетелде, күрешеп йөрөйбөҙ.
Ерйәнсәйҙең ялдарын көҙәп, ҡойроҡ осон киҫеп ебәрҙек, һоҡланып туйғыһыҙ атҡа әйләнде. Башы бәләкәй генә, муйыны оҙон, киң күкрәктәренән ғәйрәт ташып тора, аҡ бәкәлдәрен һөткә тығып алғанмы ни! Оло күҙҙәре, гүйә, ут сәсә, осорға ҡанаты ғына юҡ.
Хайуанды әйтәһең, йомшаҡ баҫыу юлдарында ғына йөрөп ғәҙәтләнгәс ни, һис тә дағалатаһы килмәне, станкокка инмәй ыҙалатты, ике-өс кеше көскә индерҙек. Кемдер уға ҡамсы менән һелтәргә ынтылды. Ҡуй, тинем, ҡулын ситкәрәк этеп, өркөтмәйек. Әйҙә, Ерәнсәй, әйҙә, йөрәгем майы, беребеҙ ҙә һиңә насарлыҡ теләмәй, ҡамыш һабағындай аяҡтарыңды һаҡларға тырышҡан көн, һинең менән әле хәтәр юлдар үтәсәкбеҙ, тимерен дә, ташын да иҙергә тура киләсәк, тип йондоҙло маңлайынан һыйпағас, теге артымдан эйәрмәһенме. Ҡысҡырғанды, екергәнде яратмай шул, уға ла яғымлы һүҙ кәрәк.
Ерәнсәй станоктан сыҡҡас, әллә тәүге мәртәбә тырнағына ҡаҙаҡ ҡағылғанға, ергә баҫырға баҙнат итә алмай торҙо, арлы-бирле булһа, ҡарағыҙ уны тигәндәй, бышҡырып алды һәм ахырҙа суҡыраҡ батҡаҡ өҫтөнән һаҡлыҡ менән генә атлап китте. Артабан инде саҡма тояҡтарынан ут сатҡылары осто.
Әй ғүмер, әле яңы ғына туң ер өҫтөнән ах та ух килеп шыуыша инек, поселок тирәләй тәрән ҡар ҙа ятты. Ҡыҫҡа аҡ тун, быйма бирҙеләр. Учениларҙан казармаларға һуң ғына ҡайтабыҙ, ауыл иҫкә тшә. Аралытауҙағы уйындар пүстәк булған икән дә, бына бында, исмаһам, уйын: ҡар йырмаған, аттан ҡоламаған көн юҡ. Бөтәһенә лә ер шаһит, бөтәһен дә ер күтәрә. Шунһыҙ әҙәм балаһы күнегә алмайҙыр. Һуғыш шарттарында иҫләмәҫтән төрлө хәлдәр тыуыуы ихтимал, һалдат һәр нәмәгә әҙер булырға тейеш.
Гөлбаныу менән Рәҡип бер кис ҡунып китте. Аҙыҡ алып килгәндәр. Күрәһең, һалдат паегы етмәйҙер, тигәндәрҙер. Нихәл итәһең, һағынғандарҙыр ҙа, бығаса айырым йәшәлмәне бит. Гөлбаныу тартылған, Рәҡип үҫкәндәй булған, әллә күрмәй торғанға, тун кейеп, билен быуып ебәргән. Ир заты ла.
Фатирҙан ҡараңғылы-яҡтылы тороп киттем. Гөлбаныуым муйыныма аҫылынды, бер ҙә ебәргеһе килмәне, ни эшләйһең, беҙҙең яҙмыш хәҙер ил ҡулында. Рәҡибем, бер нәмә лә белмәй, иҙәндә, мөйөштә, толоп ябынған килеш, йоҡлап ҡалды, уятырға ҡыҙғандым.
Үҙҙәрен ҡабат күрә алырмынмы, юҡмы?..»
* * *
Поезд Башҡортостан сиген үтте. Талдыбүләктең ҡыҙыл фуражкалы ҡыҙы, хәйерле юл теләгәндәй, түңәрәк тимерен күтәреп ҡалды.
Рәҡип бышылдап ҡына атаһының һуңғы һүҙҙәрен ҡабатланы. «...Үҙҙәрен ҡабат күрә алырмынмы, юҡмы?..» Әгәр ҙә шул саҡта Дим станцияһына бармаһа, атаһын әле һалдат кейемендә күҙ алдына ла баҫытра алмаҫ ине. Хәтерендә, бөтәһе лә бөгөнгөләй хәтерендә, бер кисте Илбай ҡатыны Хәмдиә килеп керҙе. Мейес ысбутына таянған килеш, көнбағыш ярҙы ла, еҙ ҡомғандың һыуы менән ҡулын сайҡап түргә уҙҙы, самауыр артында ауыл хәбәрҙәрен сәсеп ташланы, ауыҙ һыуын ҡоротоп, ире хаҡында һөйләргә тотондо.
– Һинең Ғәйнуллаң, ярай ҙа, кеше менән аралашып, Ташкисеүҙе ауыҙына ҡаратып йәшәгән кеше, ундайҙар армияла ла юғалмаҫ, – тине был, маңлайындағы тирен һыпырып. – Бына минең Илбайым, быҙауым, ни эшләй икән? Ғүмере буйына бит ат араһында буталды, ҡыштарын шағор-шоғор двур юлын тапаны, йәйге татлы төндәрҙә ҡырлала ҡылғандар менән серләшеп ятты, яңғыҙ ҡаласаҡ көндәремде белһәм икән, янымдан бер аҙымға ла ебәрмәҫ инем, йәш ғүмерем уҙған заяға. Хәҙер һыҙғырып ултыр инде. Әллә, мин әйтәм, ирҙәребеҙҙе күреп ҡайтабыҙмы? Бына торған ер, кеше бит әле Ташкент аръяғына китә.
– Әллә шул, килешер микән? – тине Рәҡиптең әсәһе.
– Ситтәр артынан йөрөмәйбеҙ ҙә, үҙебеҙҙең хәләл ирҙәребеҙ янына барабыҙ, кемдең эше. Сохари ҡатырйыҡ та ат һорайыҡ, пуйыздарға баш та тығырлыҡ түгел, ти. Ат тоторға ана улыңды алабыҙ, – тип Хәмдиә барыбер һүҙен һүҙ итте, Рәҡиптең әсәһен күндерҙе.
Баҫыу юлынан Бурлаҡ исемле үшән генә ат юрта. Йүкә арҡан менән бер арҡырыға, бер буйға бәйләп бесән һалынған санала Рәҡип алға эйелгән, туҡтауһыҙ: «Наа-на», – тип Бурлаҡтың башын тарта, ә аттың, бала ҡулын тойоп, артыҡ иҫе китмәй. Баҙар юлында йөрөп өйрәнгән ул, Дәүләкәндән ары атларға ла теләмәй ул. Ғәҙәтенсә, бөгөн дә Ташкисеүҙе ҡараңғылы-яҡтылы ҡалдырҙы. Кискә, Бәләбәй урмандары өҫтөнә ут ялҡындары йәйеп, ҡояш байығанда Ҡырланан төшһә, шул еткән. «Артыҡ ҡыҫтама, дилбегәне иркемә ҡуй, минең үҙ яйым, үҙ көйөм, минең әле Төйлән тауҙарын артылаһым бар. Оҙон ҡулға еткәс, тәпәй-тәпәй атлап та алырһың, һеҙҙе мәңгегә һөйрәп менәһем юҡ», – ти төҫлө ат.
Хәмдиә менән Рәҡиптең әсәһе бесән санаһының ҡанаттарына быймаларын һәлендереп ултырғандар. Һыуыҡ теймәһен өсөн, маңлайҙарын арҡылы яулыҡ бәйләгәндәр. Йыуантыҡ Хәмдиә, тәненә бесән энәһе ҡаҙалғандай, борғолан-һырғалана башланы. Күрәһең, урыны тарыраҡ. Ахырҙа был түҙмәне:
– Рәҡип туғаным, туҡтат әле атыңды, – тине. – Аҫтымды рәтләгәндәй итәйем, бынау арҡан тыжып-тыжый.
Ни эшләйһегеҙ тағы эшкинмәгәндәр, үҙегеҙ тотҡарлайһығыҙ тигәндәй, Бурлаҡ, башын сайҡап, ауыҙлығын шылтыратты, артта булашҡан бисәләргә ҡырын күҙе менән генә ҡарап ҡуйҙы һәм сана йәнә үҙ көйөн көйләне. Ап-аҡ яландар өҫтөнән һуҙылған юл – гүйә, скрипка ҡылдары, ә сананың йоҡарған табандары – һыҙма.
Хәмдиәгә, ахырыһы, урын килеште, ул, хозурланып, алда ятҡан Төйлән тауҙарына төбәлде. Рәҡиптең әсәһе артыҡ һүҙ ҡатманы.
– Гөлбаныу, ни эшләп тауыш-тының сыҡмай? – тине Хәмдиә, арҡа терәп килгән иптәшенә көс-хәл менән боролоп. Ҡат-ҡат кейенгән кейем тегеңә тиҙ генә әйләнә һалырға ирек бирмәне.
– Күңелем болғана, атта йөрөү ярамай.
– Эй, серек мейе, ана, бозорға ҡарап бар, баҫылыр. Теге йылдарҙа был тауҙарҙан елгәндә, башың ни эшләне икән? – Хәмдиәнең көр тауышы тирә-яҡҡа яңғыраны. – Үҙең дә эт инде, закунлы кейәүең Зәйнетдин ҡуйынына сумырға торғанда, Ғәйнулла менән сыҡтың-олаҡтың, йөрәк тиһәң дә йөрәк!
– Бала алдында әллә нәмә һөйләнәсе. Үр башланды түгелме һуң, булмаһа, атлайыҡ, хайуан хаҡы бар.
– Әйҙә, ни, – улар сана артынан төшөп алдылар. Рәҡип Хәмдиә һөйләй башлаған хәбәргә ҡолағын ҡарпайтҡайны ла, нисек кенә ҡыҙыҡһынмаһын, ҡабат был хаҡта ауыҙ асылманы.
Эйе, ошо сағылдар күп ваҡиғаларға шаһит, бында замандың ҡалын-ҡалын боҙҙары ята, хәтәр шарлауыҡтар аҡты, күккә ашҡан ҡаялар тәңгәлендә сая бөркөттәр осто. Шул ел-ямғырҙар ашаған ҡаялар күп яҙмыштарҙың серҙәрен һаҡлағандай, күрәһең, әсә йөрәгендә лә ҡыңғыраулы аттар ятты. «Теге йылдар» хәҙергә һүтелмәгән йомғаҡ булып ҡалды.
Рәҡип тә ат менән ҡушлап атланы, ыңғырсаҡтың ҡайтарылған кейеҙен рәтләне, ҡамыт аҫтындағы еүеш ялды тартып алды. «Ана, теге йыуан ҡатының үҙенә уңайһыҙ урынды тойғас та туҡтаттырҙы, ә миңә, ялым ҡыҫылған килеш, һеҙҙе тартыуы еңел тип белдеңме ни, ярай, һуңлап булһа ла, күрҙең, арыу малайға оҡшайһың», – тигәндәй, Бурлаҡ башын сайҡаны.
Тауҙы менеп еткәс, Рәҡип әсәһе менән Хәмдиәне көтөп алды, улар арттараҡ ҡалғайнылар. Ни тиһәң дә, Бурлаҡтың аҙымы ырамлы ине. Хәмдиә, янып-бешеп, ахмайылға төшөп, санаға йығылды.
– Хоҙайым, аттан айырмаһын, – тине, аһылдап. Рәҡиптең әсәһе лә ҡыҙарғайны, күңеле асылғайны.
Ҡаранбаш соҡорон үтеп, бәләкәй генә утар ҙа артта ҡалды, ана, Дим боролошона һыйынып ҡына улытрған Дәүләкәндең данлы элеваторы күренде. Бурлаҡ, гүйә, тыуған төйәгенә яҡынлашты, юртыуын үҙгәртте, паровоз тауыштарын ишетеү менән, әйтерһең, уның да йөрәге ярһып типте.
Дим станцияһы йыраҡ ине әле, Дәүләкәндән йөҙ саҡрымдар булғандыр, атты туғарып торманылар, утын баҙарында арҡалығын төшөрөп, алдына бесән һалдылар ҙа үҙҙәре сәйханаға кереп, сәй эсеп сыҡтылар.
Ат юлы артабан тимер юлы буйынан йәнәш барҙы. Бурлаҡтың бөтөнләй кәйефе китте: белмәгән, күрмәгән яҡҡа аяғы тартманы, Дәүләкәнгә кире төшәһе, саналағы бесәнде морон менән элеп-һелкеп ашайһы, унан ларҡ булғансы һыу эсәһе килде, ләкин үҙ һүҙле малай уға боролорға ирек бирмәне. Етмәһә, телде туңдыра яҙып, ауыҙлыҡты ҡаптырҙы ла йыландай сыбыртҡыһы менән ботҡа бер нисә мәртәбә һыҙырып алды, үҙәктәргә үтте. Уң боттоң иҫе китеп бөткән инде, уға һуҡһалар ҙа ыжланылмай, ә бына һул ботҡа сыҙар әмәлә юҡ, быға тиклем унда бер кемдең дә ҡағылғаны юҡ ине. Күрәһең, был малай аҡтығы – һулаҡай. Әйҙә, тағы берәй ынтылһын әле, күҙәтеп кенә барырға ла һелтәргә лә ташларға, күҙенән уттар осһон, үрелмәҫкә арыу булыр.
Рәҡип тә төшөп ҡалғандарҙан түгел, ат араһында үҫкән, Бурлаҡтың ҡырын-мырын атлауына риза булмайынса, бесәндән күҙлек яһаны ла ҡыҫтырҙы. Ҡарышып ҡара хәҙер, тыңламай хәлең юҡ.
– Ни тиһәң дә, ир бала, рәтен белә, – тине Хәмдиә, күсерҙе маҡтап. Әсә лә эстән генә улы менән ғорурланып ҡуйҙы, ат тотҡан бит әле, атаһы янына алып бара.
Алда көлөшкән тауыштар ишетелде. Бәй, ялан уртаһында бер эшелон һалдат туҡтаған дабаһа! Күрәһең, станция ҡабул итмәй. Вагондарҙың ишектәрен асҡандар, гармун уйнайҙар, ҡар бәрешәләр.
– Эй, бабы, куда едете?
– Айда-те с нами, у нас веселее! – тип ҡысҡыралар.
Хәмдигә етә ҡалды:
– Нашиники там, Демыла, чужый мужик не нада!
– Ҡуй, яңылыш берәй килешмәгән һүҙ әйтеп ҡуйма, әллә ниндәй мөбөталға төшөрҙәр, – тине Рәҡиптең әсәһе, Хәмдиәнең еңенән тартып.
– Здесь мужики очень хорошие! – тигән булды береһе, һаман шаяртып.
– Ызнаем, ызнаем, дәрәгуй, айҙа гуляй фрунт, скәрей дамуй шагай, твоя баба больный ыждет.
– Әллә ниҙәр ти инде, хоҙайым, ҡайҙан белә шуларҙың телен, күп һөйләнһәң, алырҙар ҙа ҡалырҙар. Улым, атыңды ҡыуа төш.
– Кем тейһен һиңә, – тип Хәмдиә рәхәтләнеп көлдө. – Кәрәгең бар, һиндә генә ти уларҙың уйы.
– Улай тимә, Хәмдиә, юл буйындағы ир-атҡа артыҡ ышанма.
– Һөйләйһең һүҙ, фрунтҡа киткән ирҙәргә ышанмай, кемгә ышанаһың, өйҙә, аҡ билетына ҡалтыранып ҡарай-ҡарай, бисәһен еҫкәп ятҡан йүнһеҙ бәндәгәме ни?
Арттан ҡыуып еткән кашовкалы айғыр ауыҙлығын сәйнәп, борхолдап тояҡ аҫтынан ҡаты ҡар атып, сана өҫтөнә менерҙәй булып, ҡатындарҙы ҡурҡытып, ашҡынып килде лә ситтән ҡар ярып алға һонолдо. Әйтерһең, ул ҡорһағына тиклем ҡарҙы йырып түгел, ә һыуҙы йөҙөп үтте.
– Ҡотто алды бит ғәләмәт, – тине Рәҡиптең әсәһе, уфылдап, – күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, илаһым.
Бурлаҡ уның артынан ынтылып ҡараны, йөрәк ҡағып елгән хәлле айғыр менән ярышырһың, һинең менән алышып булмаҫ, ахырыһы, һоло менән туҡланғандай күренәһең тигәндәй, күңеле һүрелеп, атлауға күсте.
Һалдат тауыштары һаман ҡолаҡ төбөндә яңғыраны.
– Ут эсенә китеп барһалар ҙа, күңел асҡан булалар бит, әллә ҡайталар, әллә юҡ? Был һуғыш тигән нәмәләрен ҡайҙан уйлап таптылар икән, тыныс ҡына йәшәп булмаймы икән ни, хоҙайым? Ниңә ҡан ҡойорға? Йә, ниндәй аҫыл ирҙәрҙең башына етә бит? Аяғын да һөйрәй алмаған минең Илбайым ниҙәр ҡылыр икән анда? Кереү менән ҡапланыр микән, бахырҡайым? – тип Хәмдиә көрһөнөп ҡуйҙы.
– Алдан уҡ юрап килмә әле, ауыҙыңдан ел алһын, – тине Рәҡиптең әсәһе, асыуланғандай итеп.
– Аптырағандан әйтәм, Гөлбаныу, аптырағандан, һәр кемдең ире үҙенә ғәзиз, минең Илбайымдан да кеселекле кеше юҡтыр ул донъяла. Торғаны әүлиә.
Сана шыжлауы, сананың моңһоу көйө Рәҡипте үҙенән-үҙе уйҙарға сумдырҙы. Әсәһе ниҙәр кисерә икән? Хәмдиә һымаҡ эсендәге тышында түгел шул, ут йотоп барһа ла, эс серҙәрен сисә һалмай. Атаһын күрмәгәнгә байтаҡ ваҡыт үтте. Августа, ураҡ осоронда, Оҙон ҡырлаға еткәс, атаһы арбанан һикереп төштө лә келтер-келтер ашлыҡ сапҡан лобогрейкаларға, көлтә бәйләүсе ҡатындарға, эҫкерт башынан ҡул болғаусы ҡарттарға йотлоғоп ҡарап торҙо, унан ҡарашын арыраҡ, ауыл өҫтөнә ташланы. Эйе, һуңғы йылдарҙа Ташкисеү ана ниндәй үҫте! Уның йорттары Ҡыҙырымташ тауының итәгенән тиерлек башлана ла, көйәнтәләй бөгөлөп, Олотауға барып төртөлә. Ваҡ-төйәк тыҡрыҡтарҙы иҫәпләмәгәндә, ауыл бер оҙон урамдан тора. Ташкисеүҙе икегә бүлеп, Олотау яғын – Оло юл, Ҡыҙырымташ яғын – Бәләкәй ауыл тип йөрөтәләр. Сиктәре – күпер. Оло ауылда – аҫабалар, бәләкәйендә борондан уҡ күсеп килгән халыҡ йәшәй. Телдәрендә бер ниндәй ҙә айырма юҡ – башҡорттар. Ике яҡ тауҙың ҡурғыларынан ағып төшөп, бергә ҡушылған йылғаға ла Ташкисеү тип исем ҡушҡандар. Халыҡтың яратҡан, йырҙарға бәйләп йырлаған йылғаһы артабан киңәйеп, ҡеүәтләнеп, ярҙарына өйәңке, ҡарама, муйыл, ҡарағат ағастары сәсеп, туғайҙарға хуш-еҫ бөркөп, башҡа ауылдарға һуғыла-һуғыла Димгә табан юл тота.
Ташкисеүеҙең тирә-яғында күҙ талдырғыс яландар юҡ тиерлек. Ҡайһы яҡҡа ғына төбәлмә – тау ҙа таш. Тауҙарҙың ниндәйҙәре һуң әле, әйтерһең, уларҙы кешеләр үҙ ҡулдары менән өйөп, уйып ҡуйғандар. Һанай һары менән Шайтан һары ғына ни тора! Граждандар һуғышы йылдарында ошо ике йәнәш тауҙан уҡ менән атышҡандар, имеш. Әле булһа унда ҡәберҙәр һаҡлана.
Их, Ташкисеү, Ташкисеү!.. Хас һин сәңгелдәктә бәүелгән сабый бала һымаҡ тауҙар ҡуйынында ятаһың...
Моғайын, Ғәйнулла шулай бер ҡасан да тыуған төйәгенә күҙ атып тормағандыр. Ул һуңғы мәртәбә тыуған ерҙең иген менән аңҡыған һауаһын туймаҫтай һулап, бәлки, тиҙҙән әйләнеп ҡайтырбыҙ ҙа, тигәйне. Тимәк, һуғыштың осо-ҡырыйы юҡ, радио ана нимәләр һөйләй: фашистар һаман илдең эсенә үтергә ынтыла, ҡала-ауылдарҙы яндыра, кешеләрҙе аҫа, ҡолоҡҡа ҡыуа. Йөрәге бар әҙәм ҡан эсеүселәрҙе нисек тыныс ҡына көтөп ятһын! Уның атаһы ла, әле юлда осраған һалдаттар кеүек, бер көн фронтҡа китәсәк, ғәйепһеҙгә үлтерелгән ҡарттар, балалар, ҡатындар өсөн үс аласаҡ.
Ярылып ятҡан ап-аҡ яландар, урман һыҙаттары, һалам эҫкерттәре кинәт күҙҙән юғалды, ябалаҡлап ҡар яуа башланы.
Бурлаҡты әйҙәй-әйҙәй Рәҡиптең теле, ҡулы талды, ат иһә ыжлап та бирмәне, үҙ яйына леркелдәүен белде. Ҡайҙа барып морон төртөрҙәре лә билдәле түгел, тимер юлы ла юғалды, ауылдар ҙа осрамай, ниндәйҙер ҡурҡыныс уйҙар биләне. Ахырҙа Хәмдиәнең түҙемлеге бөттө.
– Бир әле бында, – тине ул, Рәҡиптең ҡулынан дилбегәһе менән сыбыртҡыһын тартып алы. – Бала итә ни, на, тиҙәр һиңә, бүрегә юлыҡҡыры нәҫтәкәй! – Ул Бурлаҡҡа, бөтә көсөн һалып, һыҙырҙы. Ат йоҡоһонан уяндымы ни, һикереп китте. Сана ҡапыл тартылғанға, Рәҡиптең әсәһе ҡолап төштө, инде Хәмдиә уға ташланды.
– Рәхәт, ултырмаға бара тиерһең. Ире ни ғүмер буйы преседатель булғас, ҡайҙа ул ат тотоу, әлеге беҙ һөйрәлдек.
– Көнләшәһеңме ни? – тине Рәҡиптең әсәһе, өҫ-башын ҡағып.
– На, тиҙәр һиңә, ҡәһәр һуҡҡыры нәмә!
– Хайуан ҡарғышы үҙеңә төшмәһен, бик сәпсенмә.
– Донъя һиңә иркенерәк ҡалыр.
Ҡатын-ҡыҙ әрепләшеүе менән томалап ҡар яуыуына ғына ризалашыр инең әле ул, бына, ел сығып, буран күтәрелде.
– Аҙашмаһаҡ ҡына ярар ине, аяғым һис тә тартмағайны.
– Ҡайҙа үлһәк тә, һиңә барыбер түгелме ни, ана, ирҙәр акупта туңа, ти.
Рәҡиптең асыуы ҡабарҙы, нисек ҡабармаһын, әсәһенең йөрәгенә энә артынан энә ҡаҙай ҙабаһа был Хәмдиә.
– Етте, апай, һиңә лә етте, өҙмәйһең дә ҡуймайһың.
– Бәй, былар икәү бит әле, онотоп ташлағанмын, – тине Хәмдиә. һаман сәнсеп. – Әйҙә, малҡай, әйҙә, тырыш, беҙгә башҡа сара юҡ.
Бәхеткә ҡаршы, тағы бер юлаусы уҙҙы, йәне сыҡһа сыҡты, мәгәр Бурлаҡ уның артынан ҡалманы. Күп тә үтмәне, берәм-берәм уттар күренде. Баҡһаң, ылауға алданып, төп юлдан ситкәрәк ҡайырылғандар. Нисек кенә тимә, ауылға юлығылды.
Хәмдиә тәүге күҙ ташлаған йортҡа һуғылды, ләкин ыңғай яуап ишетмәне, артабан шаҡыны, тауыш биреүсе булманы. Тәҙрә ҡапҡастарын япҡандар ҙа донъяларын онотҡандар.
– Ут төртөп, үртәмәгәс ни, – тине ул, асыуынан ни эшләргә белмәй.
– Белекһеҙҙәр, мин үҙем ғүмеремдә күпме ылаусыларҙы ҡундырып ебәрҙем, сауабы ни тора!
Изге кешеләр бар ул! Йөҙөн аҡ һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бер ҡарт, хәлде аңлап, атты тиҙерәк лапаҫ аҫтына индерә һалды.
Ҡарт менән ҡарсыҡ икәүһе генә көн күрә икән, шунда уҡ хоҙай ҡунаҡтарына сәй ҡайнатып бирҙеләр, мейес түренән суйын сүлмәкте тартып, картуф һалып ҡуйҙылар, һораштылар, ҡайғыларын уртаҡлаштылар. Ҡарт ике ул үҫтергән, икеһе лә фронтта, икеһенең дә был арала хәбәрҙәре юҡ икән.
Рәҡипте мейес башына мендерҙеләр, бында йылы, мөйөшкә эленгән баулы һуған, киптерелгән көнбағыш еҫе танауҙы ҡытыҡлай, эргәлә генә сиңерткә сырылдай.
– Атығыҙ хаҡында борсолмағыҙ, сығып ҡараштырырмын, – тине мәрхмәтле ҡарт һәм мейес буйына килде. Рәҡипкә шаяртып өндәште, туң итәген асып табанын ҡытыҡларға маташты. – Нисек, улым, анда бик бешермәйме?
– Хороша-хороша, – тине Рәҡип, ләкин рәхмәт һүҙе әйтә белмәне.
– Атайың янына, тиһең инде, ә?
– Ыһы, – тине Рәҡип, ҡартың телен бер аҙ шәйләп. Шулай ҙа Хәмдиә саҡлы һуҡалай белмәй ине. Хәмдиәне әйтәһең, урыҫ телен ҡайҙа өйрәнгән? Хәйер, Ташкисеүҙән өс-дүрт саҡрым арала ғына Васильевка ауылында, уның Марфа исемле дуҫ ҡатыны бар. Буш ваҡытында ул шунда саба, бергәләп ҡомалаҡ, балан йыялар. Марфаһы инде, байарм осорҙарында ирен эйәртеп, бында килә, ире – татар. Рәҡиптең күргәне бар. Бал эсәләр. таҡмаҡ әйтеп, йәшел үлән өҫтөндә зыҡ ҡубалар. Сабыр Илбай, аҫтан ғына йылмайып, сабата көйөнә һәлмәк кенә бейей, шуның менән донъя теүәлләнә.
– ...Шәп иткәнһең, армияға бер алғас, ебәрә һалмайҙар шул, ә бына һиңә юл асыҡ. Атайыңды мотлаҡ күреп ҡал, атай бер генә була ул, уны һис кем алмаштыра алмай. Минән, аҡ һаҡаллы бабайыңдан, сәләм әйт, иҫән-һау, имен йөрөһөн.
– Ладно, – тине Рәҡип, танауын тартып.
– Ана бит, кемдең кеме юҡ, – Хәмдиә юл ғазаптарын күптән онотҡайны, Рәҡиптең әсәһе менән һин дә мин, сөкөрҙәшеп-сөкөрҙәшәләр. Һөйләш ҡатын-ҡыҙ менән.
Иртәгеһен буран баҫылғайны. Бурлаҡҡа ла төҫ кергән. Ул, ҡайышын ҡыҫып быуып, яланға әҙерләнгән кешеләй, ҡолаҡтарын ҡарпайтҡан. Күренеп тора, сбруйына хәстәрлекле ҡул тейгән. Дуға төҙ, ҡамыт бауҙары тығыҙ.
Ҡарт, ҡалын таҡтап ҡапҡаны йырлатып асып (ул ҡасан уянған, лапаҫтан алып урамға еткәнсе күпме юл ярған, ҡар киҫәктәре инде, гүйә, ап-аҡ шәкәр шаҡмаҡтары, яҡ-яҡҡа тигеҙ стена булып теҙелгәндәр), бер тын өнһөҙ торҙо һәм күҙҙәрен сылт-сылт йомоп:
– Хәйерле юл, балалар, ирҙәрегеҙ менән осрашырға алла насип итһен, – тип ҡалды. Бөтә аҡ һаҡлаллы ҡарттар ҙа шулай булһын ине, тип уйланды Рәҡип, ҡыҙарып сыҡҡан ҡояшҡа ҙур өмөттәр менән бағып.
Ташкисеүҙең күпте күргән бесән санаһы илап шыуҙы. Әйтерһең, скрипка ҡылдары яңы, әйтерһең, улар бөтөнләй ят, ауыр көй һыҙҙы, күңел, нисектер, күнегә алмай барҙы. Байтаҡ ерҙәр киткәс кенә, Бурлаҡ ҡаты юлға төштө. Күрәһең, был тирәлә бурай-бурай ҡарҙар ҙа яумаған, керпектәрҙе ҡамаштырырлыҡ буран да ҡотормаған. Ғәләмәт донъя.
Шулай итеп, ике көн буйына ер араһы ер үтеп, кискә табан, ниһайәт, Дим поселогына килеп керҙеләр. Урамдан йән-фарманға һыбайлылар сабып уҙҙы. Араларында атайым юҡ микән тип, Рәҡип аяғүрә баҫты, әммә береһен дә таный алманы, барыһы ла бер төҫлө атта, бөтәһе лә бер төҫлө аҡ тун кейгәйне.
Фатир тиҙ табылды. Атаһы менән Илбай ағаһын эҙләйһе ҡалды. Әлеге Хәмдиәнең үткерлеге, тегендә керҙе, бында һуғылды – барыбер осона сыҡты. Уларҙы аттар һарайына ебәрҙеләр. Һарай тигәс тә, ауылдағыса стеналары ағастан түгел, ә ҡарлы боҙҙан өйөлгән, аттар унда, нуҡталырының сылбыр теҙгендәрен өҙөр сиккә етеп, сыйылдашалар, улаҡ ситтәрен кимерәләр, үҙҙәренең яурынбаштарына мендәр һалып йоҡларлыҡ.
– Назаров, һөйөнсө! – тип ҡысҡырҙылар. Рәҡиптең атаһы, Ерәнсәйен етәкләп, һарайҙың арғы осонан килеп сыҡты, ул атын таҙартып маташҡан икән. Ата менән ул, тындары менән тартып алышырҙай булып, бер-береһенә ҡаршы ашыҡтылар. Ернәсәй ҙә хужаһы артынан юрғаланы, гүйә ул да Ташкисеү малайын таныны. Рәҡип атаһының тун эсенә инеп юғалдымы ни, донъяһын онотто, ата менән бала йөрәге бергә ҡушылып типте.
Ерәнсәй ҙә, күрешергә сират көтөп торамы ни, иҫәнме, ҡара морон, бынауы эт сыҡҡыһыҙ һыуыҡта ни эшләп йөрөйһөң, ауылдаштар ни ҡыйраталар тигәндәй, Рәҡиптең еңенән ҡымтыны. Рәҡип, аңына килгәндәй, уға боролоп ҡараны, маңлайындағы йондоҙон һыйпаны һәм йәнә атаһына текәлде. Йәнәһе, Ерәнсәйгә йондоҙ тағып мәшәҡәтләнәһе юҡ, тыумыштан уҡ шулай йондоҙло, тыумыштан уҡ кавалерист аты булып яратылған. Ҡалай матурланып киткән. Тик бына ергә тейә яҙып торған, сибәр ҡыҙҙың толомондай, тубығына етеп йөрөгән ҡалын ялдарын ғына атаһы киҫеп ташлаған. Күрәһең, армияла шулай йыйнаҡ тоторға ҡушалар. Ана, атаһы ла ярайһы ғына үҙгәргән: ҡаҡса яңаҡтары, ҡылыс танауы йәнә тартылып ҡалған, электән буйлы кеше, йәнә оҙонайған, ә бына күңеле нескәрә төшкән кеүек. Зәңгәрһыу күҙҙәре лә әүәлгенән йылыраҡ ҡарайҙар төҫлө, ҡалын ҡара ҡаштары ғына ниндәйҙер ҡырыҫлыҡ һирпкән һымаҡ. Нисек кенә тимә – һалдат тормошо.
Рәҡип фатирға атаһы менән ҡайтты. Әсәһе ят ер тип тормаған, ҡаҙанға күстәнәс ҡаҙын һалған, өй эстәре тәмле һурпа менән тулған. Бергә-бергә үткәргән ауыл кистәрен хәтерләтте был, күңелдәр тулышты.
Өҫтәл артында атаһы төрлө кәңәштәр бирҙе. Ярай, ярай, яҡшы тигәндәй, әсәһе, тыңлаусан балаларҙай, башын һелкеп ултырҙы.
Хәмдиә, ҡыҙып алғас, берсә рәхәтләнеп көлдө, берсә, иренең муйынына һарылып, илай-илай, өгөт-нәсихәт уҡыны.
– Берүк ипләп кенә йөрө, анда һиңә Оҙон ҡырлала ат көтөү түгел, мәхшәр, ти. Бәләнән башыңды һаҡла, башың иҫән булһа, башҡа ереңә иҫең китмәһен, уңалыр, бөтөр, ҡайтырһың да килерһең, алла бирһә. Алға сапсынып сыҡма, башта тирә-йүнеңдәге кешеләргә күҙ һал. Ғәйнулла артынан ғына эйәр. Ғәйнулла – ул утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ әҙәм, изгелекле бәндә, ана, үҙен, китеп өлгөрмәгән, бөтә ауыл һағынып һөйләй. Һине лә иҫкә алалар, алмаған ҡайҙа, ти. Ташкисеү йылҡыһын кем үрсетте, кем ишәйтте, кем Мәскәү тиклем Мәскәүҙән ат башы төшкән миҙал алып ҡайтты? Һин, Илбайҡайым! Күптәр быны белмәй, күптәргә был эләкмәй, өҫтөңә ямғыр түгел, пуля яуа. Аңла шуны, аңра баш, мине етем ҡалдырма.
– Ярар, ярар, весь һөйләп бөтөрмә инде, – тине Илбай, уңайһыҙланып. – Будто фронтҡа барып ҡайтҡан.
– Телеңә һалынма, мин ул әжәл утын бынан да күреп торам. Бәй, һиңә һөйләмәй, Ғәйнуллаға һөйләйемме ни, аның үҙ бисәһе бар, ауыҙына һыу йотоп ултырмаһын, иртәгә һөйләрҙәй булыр, эш уҙыр. – Ахырҙа Хәмдиә йырлап ебәрҙе:
Ҡайтыр әле үлмәһә,
Герман бүләләре тейеп,
Уртаға өҙөлмәһә...
Рәҡип оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Әсәһе лә мыш-мыш иланы. Ул, тештәрен ҡыҫып, күҙҙәрен сытырҙатып йоморға тырышты.
Иртәгеһен Бурлаҡ, һалдат ҡатындарының хәлен аңлағандай, башын эйеп кенә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Уны ҡыҫтаусы булманы, сөнки ашҡынып бараһы ер, күҙ атып ҡаршылаусы кеше юҡ ине. Ауыр уйҙарға сумдырып, иңрәй-иңрәй, сана үҙ көйөн көйләне.
IV