

IV
Поезд әкренәйҙе.
– Волга!
– Волга! – тиештеләр, тәҙрәләргә ҡапланып.
– Ап-аҡ теплоходтар йөҙә! Ҡарағыҙ әле, пассажирҙары беҙгә ҡул болғай.
– Хәйерле юл теләйҙәр.
– Яр буйына күҙ һалығыҙсы, күпме балыҡсы ултыра!
– Халыҡ ял итергә өйрәнде, ниндәй матур көндәр килде! – тине оло йәштәрҙәге берәү.
Нисәмә быуат йырҙарҙа йырланған, ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған көндәрҙә ҙур һынау үткән, Рәсәйҙең йөҙө, йәме, йөрәге булған мәшһүр Волга! Сал сәсле ғорур йылға бөтәһенә лә шаһит, бөтәһен дә кисергән. Ул бурлаҡтар зарын да, Емельян Пугачевтың һуңғы әмерҙәрен дә, этап менән Себергә ҡыуылған революционерҙарҙың бығау сыңын да, Октябрь көндәрендә, граждандар һуғышы йылдарында пароходтарҙа янып, һыуға батҡан матростарҙың һуңғы һулышын да, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ил яҙмышын хәл иткән Сталинград залптарын да – барыһын да үҙендә һаҡлай.
Поезд күперҙе һаҡлыҡ менән генә уҙҙы. Кеше ғүмере ни тиклем ҡәҙерле. Ошо күперҙе сыҡҡан мәлдә Рәҡиптең ҡолағына ауыр һуғыш йылдарында аҫтыртын ғына йөрөгән ҡурҡыныслы хәбәр ишетелдеме ни... «Куйбышевты ла алһалар, Раевка – бына...»
БөйөкВолга ла артта ҡалды, поезд һулға боролдо. Ул, юлда туҡтап, оҙаҡ торманы, оло станцияларҙан сыҡҡас, уҡ һымаҡ осто.
Рәҡип йәм-йәшел баҫыуҙарға, юл буйына сәселгән эреле-ваҡлы ауылдарға, яңы төҙөлөп ятҡан ҡалаларға күҙе талғансы ҡарап барҙы ла купе һәндрәһенә ҡырын төшөп ятты, вагон бәүелеүенә йоҡомһорағандай итте, юҡ, ул, керпектәрен йомған килеш, күңелендә һаман атаһының көндәлек биттәрендәге һүҙҙәрҙе терелтте.
«...Оҙаҡламай китәбеҙ, тигән хәбәр раҫланды. Беҙҙе, һыбайлыларҙы, штаб янына теҙҙеләр. Өфөнән байраҡ тапшырырға килгәндәр.
Бына үҙ-ара сыйылдашҡан аттар ҙа тынды, Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы Председателе бөйөк еңеүҙәргә рухландырып, ялҡынлы телмәр һөйләне: «Урал улдары бер яуҙа ла һынатманы. Башҡортостан хеҙмәтсәндәре һеҙгә ҙур өмөттәр бағлай, еңелмәҫ Ҡыҙыл Армиябыҙ сафында Берлинғаса етеп, фашистарҙы үҙ өңөндә тар-мар итерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Ә беҙ, ҡулдан килгәнсә, бөтәһен дә ебәреп торорбоҙ. Ғаиләләрегеҙ хаҡында борсолмағыҙ, хәстәрлек күрергә тырышырбыҙ», – тип тамамланы ул һүҙен.
Дивизия командиры байраҡты ҡабул итеп, ант биргәндә, тәндәрем сымырҙап, йөрәкһенеп китем, тештәремде шығырҙатып, ҡылысымды ҡыҫып ҡуйҙым. Ошо минутта емерелгән ҡала, ауылдар, дарға аҫылған ғәйепһеҙ кешеләр, ата-әсәһеҙ ҡалған етем балалар өсөн теләһә ниндәй баҫҡынсының башын киҫеп ташларға әҙер инем.
Байраҡ елберҙәгәндә ҡалҡан булып баҫҡан ҡаты тоҡомло Уралым, һандуғастар моңона күмелгән Дим буйҙары, Ҡурғынан сылтырап төшкән алтын йылғасығым, Ҡыҙырымташта шаулай-шаулай үҫкән ап-аҡ ҡайындарым, әсәйемдең ҡәбер ташында сутылдаған ҡыҙыл түшле ҡошсоғом, бер күрергә зар-интизар булып, йөрәгемде һулҡылдатып торған балаларым менән Гөлбаныуым – бөтәһе лә, бөтәһе лә күҙ алдына баҫты. Хатта: «Таралырға!» – тигән әмергә һиҫкәнеп киттем, эйәр өҫтөндә сайҡалып ҡуйҙым...
Яҙ елдәре иҫә. Ағастар йәнләнеп, йәшәреп китте. Был ваҡытта сәсеүгә әҙерләнә торғайныҡ. Һабан, сәскестәрҙе ҡарайҙар микән? Орлоҡ ни хәлдә икән? Запас постромкалар, дилбегәләр иштерә алһалар ярай ҙа бит. Йыйын ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға ҡулына ҡалды шул колхоз. Көҙҙән һөргән ерҙәр ҙә аҙ. Нисек башҡарып сығырҙар, белмәйем. Йә инде, ошондай мәлдә һуғышҡа кит.
Ҡуҙғалдыҡ. Станцияларҙа оҙаҡ торабыҙ, составтар күп, тығыҙ. Дәүләкәнгә килеп туҡтаныҡ. Вокзал алды тулы халыҡ. Илаш, көлөш. Бер ерҙә бейешә башланылар. Егеттәр өҙә баҫа. Өҫтәрендә һылашып ятҡан хәрби кейем, аяҡтарында шығырҙап торған итек. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәр. Күрмәй күргәндәр ҙә бар, ҡуҡырайып, күкрәк ҡағып йөрөйҙәр, фронтта ни эшләрҙәр?
– Яппарҙар юҡмы?
– Шәриптәр күренмәйме?
– Исмәғилдән кемдәр бар? – тип ҡысҡыралар.
Дәүләкән күңелгә бик яҡын ҡала. Әллә Гөлбаныу менән ҡауыштырған ҡала булғанға, бигерәк эҫе тойола, әллә белә-белгәндән бирле баҙарҙарына килеп йөрөгәнгә?
– По вагонам! – команда бирелде. Һалдаттар вагондарға һикереп менә башланылар.
Паровоз өҙөп-өҙөп ҡысҡыртты.
– Дим буйҙары ҡала бит, – тине берәү, көрһөнөп.
– Юҡҡа бойоҡма, – тине икенсеһе, – главный – илеңде юғалтма, илең иҫән икән, Димеңә бер ни булмаҫ. Ҡайтырһың да яңынан рәхәтләнеп туғайында бесән сабырһың.
– Әйтеүе анһат. Бәлки, мин уны һуңғы мәртәбә күрәмдер...
Дим буйҙарынан күҙемде алманым. Туғайҙарҙа бесән кәбәндәре лә күренгеләй. Тимәк, малдар арыу сыға.
Раевка станцияһы ҡабул итмәне, элеваторға етер-етмәҫ туҡтаныҡ. Бик ҡыҙғаныс. Бәлки, таныштар ҙа осрар ине. Ана, Ташкисеү юлы ҡарайып, һуҙылып ята. Атлылар ҙа, бәләкәй сана тартҡандар ҙа күҙгә салына.
Хөсни менән тыуған яҡтарға уҡталғанбыҙ. Бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуябыҙ ҙа өндәшмәйбеҙ, эсебеҙ тулы ут.
– Шалундар оҙаҡ тора, әллә ауылға ҡайтып киләбеҙме, егеттәр? – тип һалды Илбай.
– Кем һиңә рөхсәт итһен, – тине Хөсни, – ҡыҙыҡ ҡына кеше һин, Илбай ағай, уставты күпме туҡының, һаман башыңа кермәй. Хәрби эшелондан төшөп ҡалыу – таш арбаһынан һикереүме ни ул! Дезертирҙар генә эшләй аны, трибуналғаэләгәһең килһә, бар.
– Хәмдиәне һағындым, – тине Илбай төшөнкө генә тауыш менән.
– Һиндә генә бисә, башҡалар өҙөлмәй тиһеңме ни?
– Йә, Хөснөтдин ҡустым, былай ғына әйттем. Минең башҡа бит тай типмәгән.
– Шулай тиң.
Ауылдашым кесе командир Хөсни менән ғорурланып ҡуйҙым. Бындай егеттәр менән үлемгә ҡаршы барыу ҡурҡыныс түгел.
Ерәнсәй, ялан юлына ҡарап, кешнәп ҡуйҙы. Әйтерһең ул да, тыуған яҡтарының еҫен тойҙо, ниндәй ерҙәргә китеп барғанын белде. Уның да оло күҙҙәренән йәш атлдымы ни. Эйе, ир-егеткәй менән ат башы ниҙәр генә күрер?
Ахырҙа юлды астылар, вокзал янына килеп туҡтаныҡ. Таныш-белеш осраманы. Ауылға ла хәбәр итә алманыҡ. Бәлки, килгән булырҙар ине. Рәҡибем мәктәбендә ултыра микән, өйгә йүгереп ҡайталыр, туғандары менән сөкөрҙәшкән булалыр. Бәләкәйерәк ҡалды шул, улым, әсәһенең ҡул араһына керер ҙә кереүен, көнө бөгөн түгел.
Эшелон, борғалана-борғалана, Шафран тауҙарына менде. Был тирәләрҙән Ташкисеү бөтөнләй яҡын ҡала. Ана, таныш һырттар зәңгәрләнеп күренә. Хушығыҙ, бөркөтлө тауҙарым, хушығыҙ, балаларым, ҡатыным, ауылдаштарым...
Мең төрлө уйҙар менән көнбайышҡа барабыҙ.
Пенза ҡалаһын үттек. Ҡар иреп бөтә тиерлек, һыуҙар таша. Ҡайһы ерҙә һабанға ла төшкәндәр. Күбәлә, эҫкерттә көҙҙән һуғылмай ҡалған ашлыҡ күҙгә салына. Станцияларҙа икмәк әҫәре тапмаҫһың.
Бөгөн егерме дүртенсе апрель. Юлға сыҡҡанға ярайһы ғына ваҡыт үтте. Көн дә сохари бирәләр. Шулай итеп, тамаҡ ялғап киләбеҙ.
Көндәлеккә ҡул тейҙермәгән көнөм юҡ. Йәнәһе, яҙыусы хәсрәте, тигән һымағыраҡ ҡайһы берәүҙәр аҫтан ғына йылмайһалар ҙа, ҡәләмемде ташламайым әле. Бер ниндәй ҙә ояты юҡ. Киреһенсә, мин уны изге эш тип һанайым. Яҙыу-һыҙыу менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ мауыға, үҙ аллы иншалар яҙғанда хатта уҡытыусынан маҡтау һүҙҙәре лә ишетә торғайным. Һуңынан инде колхоз эшенә күмелеп кителде. Бына әле тағы ла күргән-белгәндәрҙе теркәп барыу ниәте уянды. Был, минеңсә, ғаиләнән айырым йәшәгәндән йәки эс бошҡандан ғына түгел, намыҫ ҡушыуы буйынса тиһәм, дөрөҫөрәк булыр.
Минең көндәлектә бер кемдең дә ҡыҫылышы юҡ, кеше өсөн түгел, үҙем өсөн, улым өсөн яҙам. Донъя хәле ҡатмарлы, кем белә, бәлки, Рәҡибем яуҙа ҡатнашҡан ата, һалдат, эҙҙәрен ошо һаран ғына һөйләнгән биттәрҙән төҫмөрләр. Иркенләп яҙырға форсат юҡ, әлбиттә. Тын алған араларҙа ғына төртөштөрәм.
Брянск фронты ҡарамағына, көрәштең бик ҡаты еренә инәбеҙ.
Вагондарҙан төшөр көндәр ҙә бар икән. Аттар, аяҡтары ергә тейеү менән, үрле-ҡырлы һикерҙеләр. Ирек бирһәң, танһыҡтары ҡанғансы, әллә ҡайҙарға сабырға әҙерҙәр. Беҙгә лә тын алыуҙары еңеләйгәндәй булды, көн-төн тәгәрмәс өҫтөндә келтерәү ярайһы йонсотҡайны.
Һуғышҡа бөтөнләй яҡынлаштыҡ, йөрәкте өшөткән тауыштар ишетелеп тора.
Дошмандың Воронежға һөжүм әҙерләгәне билдәле ине. Уға ҡаршы беҙҙең корпус та баҫты.
Олым исемле йылға буйы. Сабырлығы менән ул бер аҙ Димде хәтерләтә. Йылғаның арғы яғында – фашистар, бирге яғында – беҙ. Нисек кенә булмаһын, дошман Олымды кисергә ынтыла. Ул, беҙҙең көстө белеү ниәте менән, бөтә юлдар, саралар менән разведка алып бара. Барынан да бигерәк ике ҡойроҡло итальян самолеты, себеш тибергә йөрөгән төйлөгән һымаҡ, өйөрөлөп-өйөрөлә. Егеттәр үҙенә өйрәнеп бөттөләр, «теге утын арбаһы тағы килә», – тиҙәр.
Немецтар ҡулындағы ауылдан танау, ҡолаҡтары киҫелгән бер ҡарт сыҡты. Һаҡал, мыйыҡтарына, хатта ҡуйы ерән ҡаштарына тиклем ҡан уҡмашҡан, күҙҙәре ут кеүек яна. Көс-хәл менән генә ҡасып ҡотолған.
Ҡарт тыуған ауылына текәлеп торҙо ла тауышын ҡалтыратып:
– Харап иттеләр, башкиҫәрҙәр, – тине, әсенеп. – Аттылар, аҫтылар. Ана хәҙер ауылды үртәнеләр. Ҡайҙа, туғандар, ҡорал бирегеҙ, ауылдаштарым өсөн үс алайым ҡәбәхәттәрҙән. Үтенесем шул: минең изге тупрағыма фашистарҙың кәүҙәһен күмдермәгеҙ, һыуҙарыбыҙға ташлап бысратмағыҙ, утта яндырып, көлдәрен осороғоҙ! Һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ, быны мин генә түгел, минең кеүек меңәрләгән аҡһаҡалдар талап итә. Быны эшләмәһәгеҙ – ер уйылыр.
Ярһыған ҡарт һыбайлылар менән бер рәттән окопҡа ятты. Беҙ ҙә ошо ил ағаһы кеүек Дим станцияһынан уҡ дошманға теш ҡайрап килгәйнек, һанаулы ғына минуттар ҡалды. Язаланған ҡарт өсөн дә үс аласаҡбыҙ.
Ваҡытлыса еңеүҙәргә ирешкән илбаҫарҙың күҙе аларған. Имеш, уға барлыҡ илдәрҙең дә ҡапҡалары асыҡ, уға һәр милләт баш эйергә тейеш. Кешене кеше кәмһетеүҙән дә ҙурыраҡ хурлыҡ бар микән донъяла!
Ярай, быға тиклем күкрәк ҡағып елдең, артабан ни эшләрһең икән?
Йәйҙең зәңгәр таңына ҡара төтөн сәсеп, арыш баҫыуҙарын көйҙөрөп, үлән, сәскәләрҙе иҙеп, фриц атлай. Йылғаның бирге яғына сығырға бер нисә мәртәбә ынтылып ҡараны ул, әммә тонсоғоп кире сигенде лә мәкерле план ҡорҙо.
Ҡайҙандыр самолеттары күтәрелде, танкылары шыуышты. Башты ҡайҙа ҡуйырға әмәл юҡ, снаряд ярсығымы, нимә һыҙғырып оса – белмәҫһең. Ер менән күк бергә буталды. Бынан да дәһшәтле минуттар буламы икән? Йөрәк ҡалтыранды, йөрәк һикерҙе. Нисек кенә үҙеңде ҡулға алырға тырышма, эргәңдә иптәштәрең ятһа ла, ҡаушатты.
Артыма ла ҡарап ҡуйҙым, тәү тапҡыр сирҡаныс алғанда кеше төрлө ҡиәфәткә керә икән, юҡ, һәр кем үҙ урынында аяуһыҙ тора. Әгәр ошо мәлдә йөҙөңдө ҡаплап, башыңды эйһәң, бөттөң, илеңде, улыңды һаттың тигән һүҙ. Ана, ҡарттан ғына үрнәк ал, кәрәк икән, танк аҫтына инергә лә әҙер. Шул саҡ, беҙҙең кеүек әлегә һуғышта һыналмаған һалдаттарҙың уйҙарын аңлағандай, окоптар буйлап команда яңғыраны:
– Ҡуҙғалмаҫҡа, ныҡ торорға! Дошман алдында теҙ сүгер өсөн Уралдан килмәнек беҙ!
Эскә йылы кереп китте. Һин яу яланында үҙеңдең япа-яңғыҙ түгеллегеңә тағы бер ҡат төшөнәһең.
Илбайға иҫем-аҡылым китте, тыныс ҡына ята бирә. Әйтерһең, уның алдында йәшәү-йәшәмәү өсөн алышҡа көрәш түгел, ә бала-саға уйыны.
– Ни эшләйһең? – тим, асыуымдан шартлар сиккә етеп. – Күрмәйһеңме ни?
– Бик яҡшы күрәм. Ниңә алдан тыпырсынырға? Көтә төшәйек. Төш етмәҫ борон саң һуҡмайыҡ, – ти. Иҫе лә китмәй. – Берәү ҙә бит әле, тороп, ҡаршы йүгермәй.
– Ну һине, – тинем, бармаҡ янап.
– Янама, – тине ул, – бында һин председатель дә, командир ҙа түгел.
Һөйләш уның менән.
Танкылар бөтөнләй яҡынлаштылар, һытырға әҙерләнделәрме ни. Беренсе бәрелештә үк донъя менән хушлашыуың да бар. Бик үкенесле буласаҡ.
– Юҡ әле, тороп тор, тәүҙә мә һиңә! – тип һоро ғәләмәткә граната ырғыттым. Юҡ, эләкмәне, һаман алға шыуыша, һаман йөрәккә үрмәләй. Сәмләнеп, йәнә ике-өс граната осорҙом. Кемдеке тейгәндер, береһенә ут тоҡанды, арыраҡ икенсеһе лә төтәне. Бәй, ни арала өсөнсөһө Илбай менән минең аранан шалтыр-шолтор үтеп тә китте. Ул да йыраҡ бара алманы, егеттәр ҡойроғон тиҙ борҙо. Ҡалғандары артҡа һыпырҙы, автоматсылары ла йығылғаны йығылып, иҫәндәре машиналары артынан һибелде.
Ярһыған йөрәк бер аҙ баҫылғандай, яу ҡыры тәүге ҡарамаҡҡа тынысланғандай итте.
– Илбай, – тинем. Яуап-маҙар юҡ, уның яғына боролдом. Бәй, Илбайҙың окобы ҡайҙа? Ер менән тигеҙләнгән дәбаһа. Соҡой башланым... Итеге күренде, ҡулы. Тамырын тотоп ҡараным, иҫән! Бер аҙҙан һуң күҙҙәрен асты, нисек тонсоҡмаған. Яраланған ере юҡ. Оҙаҡ йоҡлағандан һуң уянған кешеләй, иҫәңгерәп ултырҙы ла:
– Мин ҡайҙа? – тине.
– Ташкисеүҙә түгел, әлбиттә.
– Ә-ә, – тине, йылмайып. – Алай икән, Илбай атлы кешене тиҙ генә үлтерә алмаҫтар, мин уларға сиңерткә түгел. Хәмдиә юҡҡа ғына бетеү биреп ебәрмәне.
– Бетеүҙе күрһәтер инем, урыны түгел, – тинем.
– Йә, асыуланма, Ғәйнуш, мин һиңә хәҙер ғүмерем буйына бурыслы, үлемдән алып ҡалдың, Хәмдиәнең бәхете барҙыр инде.
Көн буйына баш ҡалҡытырға форсат бирмәнеләр. Ҡат-ҡат күтәрелделәр. Беҙ ҙә фашист танкыларының йомшаҡ ерен шәйләй башланыҡ. «Мин уның анауы ҡарышлауыҡ һымаҡ шыуышҡан нәмәҫтәкәйенә самалайым, – ти Илбай, көлөп. – Гусинисәһе йәптән ысҡындымы, әлеге, өйәнәк тотҡан һарыҡтай, бер урында әйләнеп тик ултыра ул. Әкәмәт. Унан, ҡайһы ере ҡысый, түҙһен генә».
Күпме фашист ҡырылғандыр, мәгәр Олым буйында тал кеүек түшәлделәр, беҙҙең егеттәрҙең дә байтағы китте, йәл, бик йәшләй әрәм булдылар.
Тәүге бәрелеш шулай тамамланды. Икенсе көндө лә дошман танкылары һөжүм итте. Ләкин беҙ, уҙған көндөң еңеүе менән ҡанатланған һыбайлылар, был юлы инде фашистарҙы һалҡын ҡан менән ҡаршыланыҡ.
Олымдан һыу түгел, ҡан йылғаһы аҡтымы ни.
Кискә табан ғына аттар янына төштөк. Хайуандар тырым-тыраҡай таралған. Үлгәндәре лә, яраланғандары ла бар, күҙ йәштәрен ағыҙып яталар, меҫкендәр.
– Хитланмаһындар, салырға кәрәк, – тинеләр.
Ашҡынып Ерәнсәйҙе эҙләнем. Бәхеткә ҡаршы, иҫән ине, теҙгенен өҙгән дә ҡыуаҡтар араһына йәшеренгән. «Шундай саҡта ташлап киттең», – тигәндәй, кешнәп ҡаршыма сыҡты. Ҡалтырап тора. Муйынынан ҡосаҡлап алдым, башты башҡа терәшеп, өнһөҙ торҙоҡ, һөйләргә теле генә юҡ ярты ҡанатымдың.
Тамаҡ ялғағандан һуң, хат яҙырға ултырҙым. Был арала ғаиләмдән хәбәр-хәтер юҡ, нисек кенә көн күрәләрҙер? Ҡыҙҙарым ни хәлдә, Рәҡибем ни эшләй икән? Бәләкәйерәк ҡалыуы йөрәгемде ҡыра. Улар тигәс тә, ун бер йәше тула бит хәҙер. Эйе, бер ваҡыт донъялар тынысланыр. Беҙ шул балаларыбыҙҙың, ҡатындарыбыҙҙың киләсәге өсөн ут эстәрендә йөрөйбөҙ ҙә.
Ауыл һағындырҙы. Ниндәй яңылыҡтар бар? Яраланып ҡайтыусылар юҡмы икән?..»
V