

Тәҙрәләрҙе шар асып ҡуям. Бүлмәгә саф һауа ағымы инеп тула. Тарала барған күкһел ҡараңғылыҡ үтә буласаҡ картинамдың айырым күренештәренә, өлөштәренә текәлеп ҡарайым. Улар бер өйөм, сөнки бөтәһен дә өр-яңынан, ҡат-ҡат эшләргә тура килде. Ләкин хәҙергә тулы бер картина хаҡында фекер йөрөтөү иртәрәктер тием. Мин иң мөһимен – бына ошо йәйге таң кеүек, һаман асыҡлана барған, ишетелер-ишетелмәҫ моң булып күңелгә һеңә торған тойғоно тапмағанмын әле. Уйҙарға сумып, таңғы тынлыҡта йөрөйөм. Гел шулай ҡабатлана һәм мин картинамдың хәҙергә тик күңелдә тыуған бер уй, хыял ғына икәнлегенә һаман нығыраҡ төшөнә барам.
Тамамланмаған әйбер хаҡында башҡаларға түгел, хатта яҡын дуҫтарға ла алдан һөйләп йөрөү яҡлы түгелмен. Был минең үҙ эшемә үтә яуаплы ҡарауымдан ғына килмәй. Бишектәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр бит, уның кем булып үҫерен алдан юрау ҡыйын. Эшләнеп бөтмәгән, яҙылмаған әҫәр тураһында фекер йөрөтөү ҙә шулайыраҡ. Әммә мин был юлы үҙ ҡағиҙәмә хыянат итмәксемен, әле эшләнмәгән картина хаҡындағы фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Мин бүтәнсә булдыра алмайым, сөнки бер үҙемә генә ауырға төшөрөн һиҙәм. Йөрәгемде тетрәткән, ҡәләмгә тотонорға мәжбүр иткән тарих шул хәтле оло булып күҙ алдына баҫа, хатта уны мин бер үҙем генә айҡап-байҡап сыға алмам кеүек тойола. Был тарихты һеҙгә шул көйө генә еткереп булмаҫ, мөлдөрәмә тулы табаҡты сайпылдырып ҡуйырмын, тип ҡурҡам. Теләгем шул: кешеләр миңә үҙ кәңәштәре менән ярҙам итһендәр, нисегерәк эшләргә өйрәтһендәр ине. Һис юғында уйҙары менән булһа ла минең янға – рәссам өҫтәле эргәһенә баҫһындар, бергә-бергә янып-көйһөндәр ине.
Йөрәктәрегеҙҙең ҡайнарлығын йәлләмәгеҙ, яҡыныраҡ килегеҙ, һеҙгә мин был тарихты һөйләп бирергә бурыслымын.
***
Беҙҙең Күркүреү ауылы тауҙар түбәнендәге киң ҡалҡыулыҡҡа урынлашҡан. Төрлө тарлауыҡтар буйлап ағып төшкән ярһыу тау йылғалары бер-береһенә бына ошо ерҙәрҙә килеп ҡушылалар. Ауылдан түбәнерәк Һары үҙән, киң ҡаҙаҡ далаһы йәйелеп китә. Дала, барып-барып, Ҡаратау армыттары менән сикләнә. Алыҫта, йәнә, ҡара еп кеүек һуҙылып, тиигеҙлек аша көнбайышҡа – офоҡ аръяғына китеп юғалған тимер юл да күренә.
Ә ауыл эргәһендәге түң башында ике ҙур тирәк үҫеп ултыра. Уларҙы мин иҫ белгәндән бирле хәтерләйем. Беҙҙең ауылға ҡайһы яҡтан ғына килмә, иң элек ошо ике тирәкте абайлайһың. Улар, тауҙағы маяҡтар кеүек, әллә ҡайҙан күренеп ултыралар. Белмәйем, быны нисек аңлатырға: әллә бала саҡ хәтирәләре күңелгә айырыуса ҡәҙерлеләрме, әллә рәссамлыҡ һөнәрем шулайыраҡмы, мин һәр ваҡыт, поездан төшөп, дала аша үҙебеҙҙең ауылға ҡайтҡанда, иң тәүҙә алыҫтан уҡ үҙем өсөн ғәзиз булған шул тирәктәргә күҙ ташлайым.
Нисек кенә бейек, булмаһындар, уларҙы шундай йыраҡлыҡтан ҡапыл ғына күреү мөмкинме ни? Ләкин мин уларҙы күргән кеүек тоя иңем.
Үҙебеҙҙең Күркүреүгә алыҫ ерҙәрҙән нисә тапҡыр ҡайтырға тура килмәһен, һәр ваҡыт мин үҙәк өҙгөс һағыныу менән: “Игеҙәк тирәктәрҙе ҡасан күрәм инде? Ауылға тиҙерәк ҡайтып етәһе ине лә тиҙерәк түң өҫтөндәге тирәктәр янына барып, шул ағастар төбөндә ултырып, туйғансы, танһыҡ ҡанғансы япраҡтар шауын тыңлайһы ине”, – тип ашыға торғайным.
Беҙҙең ауылда төрлө ағастар үҫә. Ләкин был ике тирәк үҙҙәре бер башҡа: уларҙың үҙҙәренә генә хас теле бар, үҙҙәренә генә хас моңло күңеле бар. Бында ҡасан ғына килмә, көндөҙмө, төндәме, уларҙың ботаҡтары бәүелеп, япраҡтары туҡтауһыҙ төрлө көйгә шаулап тора. Ҡайһы саҡ был шау тыныс ҡына һәлмәк тулҡындың ҡомло ярға бәрелеүен хәтерләтә, йә ул ботаҡтар буйлап, гүйә, ашҡыныулы, ҡайнар бышылдау өндәренең йүгереп үтеүенә оҡшай, йәки тирәктәр, ҡапыл әҙ генә ваҡыт тынып торғандан һуң, икеһе бер юлы кемделер бик һағынып, шаулы япраҡтары менән, ныҡ көрһөнөп ҡуйғандай булалар. Ә ҡойон күтәреп, йәшенле ямғыр килгән саҡта, ул ботаҡтарҙы һындырып, япраҡтарҙы өҙгәләгән саҡта, тирәктәр үтә ныҡ бәүелеп, ҡоторонған ялҡын һымаҡ шаулайҙар.
Һуңынан, күп йылдар үткәс, мин был ике тирәктең серенә төшөндөм. Улар бит бөтә елдәр өсөн дә асыҡ булған ҡалҡыулыҡ өҫтөндә үҫеп ултыралар, беленер-беленмәҫ һауа ағымына ла һәр япраҡ шауы менән яуап бирәләр.
Ләкин был ябай хәҡиҡәтте асыу мине бер ҙә бойоҡлоҡка төшөрмәне, күңелемдә ошо көнгә ҡәҙәр һаҡланған сабыйлыҡ хистәренән, сабыйҙарса тәьҫирләнеүҙәренән мәхрүм итмәне. Эйе, миңә ошо көнгә тиклем түң өҫтөндәге был тирәктәр ғәжәйеп тә, йәнле лә кеүек тойолалар. Унда, шул тирәктәр эргәһендә, серле бер йәшел быяла киҫәге төҫлө, минең бала сағым тороп ҡалған…
Уҡыуҙар тамамланып, йәйге, каникул башланыр алдынан беҙ, малайҙар, бында ҡош оялаларын туҙҙырырға йүгерешеп килә торғайныҡ. Был түбәгә һәр ваҡыт шаулашып, ҡысҡырыша-һыҙғырыша килеп менгән һайын, беҙҙе тирәктәр, тирә-яҡҡа бәүелеп, әйтерһең дә, үҙҙәренең һалҡынса күләгәләре, япраҡтарының ҡолаҡҡа яғышлы шауы менән ҡотлап ҡаршы алалар ине. Ә беҙ, ялан аяҡ, йыртыҡ ыштанлы малайҙар, бер-беребеҙҙең яурынына баҫып, тирәктәргә үрмәләп менә лә ундағы ҡоштар көтөүен өркөтә инек. Ҡоштар өҫтөбөҙҙә генә ҡысҡырыша-ҡысҡырыша осалар. Ләкин беҙгә был ғына аҙ тойола. Кем уҙарҙан һаман юғары үрмәләйбеҙ, һәр кем үҙ ҡыйыулығын, етеҙлеген күрһәтергә тырыша. Беҙгә шул юғарылыҡтан, ҡоштар ғына оса ала торған бейеклектән, әкиәттәге кеүек, донъяның ғәжәйеп яңы киңлектәре асылыр ине.
Беҙҙе ерҙең икһеҙ-сикһеҙ булыуы аптырашта ҡалдыра. Беҙ, һәр беребеҙ бер ботаҡҡа урынлашып, тын да алмайынса ултырабыҙ, ҡош оялары, ҡоштар хаҡында бөтөнләй онотабыҙ. Бығаса беҙ ер йөҙөндә, иң ҙур йорт тип иҫәпләгән колхоздың ат һарайы бынан ғәҙәттәге бәләкәй бер ҡаралты һымаҡ ҡына булып күренә. Ә ауыл аръяғында шымарып бөткән сиҙәм далаһы ята. Ул тоноҡланып барып бөтә. Текәлеп-текәлеп шул зәңгәр алыҫлыҡҡа ҡарайбыҙ, тағы ла бик күп ерҙәрҙең, йылғаларҙың барлығын күрәбеҙ. Йылғалар алыҫ-алыҫта нәҙек кенә көмөш еп һымаҡ күренәләр. Ботаҡтар ҙа һаман шул хәлдә, тын да алмайынса ултырған килеш, беҙ ерҙең сиге шулмы икән, әллә артабан да ошондай уҡ күк, ошондай уҡ болоттар, дала, йылғалр бармы икән, тип уйлай торғайныҡ. Унда ботаҡтар ҙа өнһөҙ ҡалып, елдәрҙең ерҙәгесә булмаған шауын тыңлай инек. Ә япраҡтар елгә берҙәм тауыш бирәләр, беҙгә күренмәгән алыҫ киңлектәрҙәге мауыҡтырғыс серле ерҙәр хаҡында һөйләйҙәр ине.
Мин тирәктәрҙең шаулауын тыңлайым, ә йөрәгем шатлыҡтан да, ҡурҡыуҙан да шашып тибергә тотона. Был өҙлөкһөҙ шау эсендә мин теге алыҫ-алыҫ яҡтарҙы күҙ алдына килтерергә тырышам. Тик мин ул саҡта бер нәмә хаҡында: был ағастарҙы кем ултыртыуы тураһында ғына уйламағанмын. Ул билдәһеҙ кеше ағас үҫентеләрен ергә ултыртҡанда ни хаҡта хыялланған, нимә тиеп әйткән, уларҙы бында, түбә өҫтөндә, ниндәй өмөт менән үҫтергән икән?
Тирәктәр үҫкән был түң башын ни эшләптер “Дүйшөн мәктәбе” тип йөрөтәләр. Хәтеремдә, әгәр кем лә булһа берәү атын эҙләп тапмай йөрөһә, ниндәй ҙә булһа берәй осраусынан: “Эй, һин минең ҡоланы күрмәнеңме?” – тип һораһа, уға йыш ҡына: “Аттарҙы төндә ана тегендә, Дүйшөн мәктәбе яғында, көттөләр. Бар шунда, бәлки, һинең дә атың шундалыр”, – тип яуап бирәләр ине. Өлкәндәрҙән күрмәксе, беҙ ҙә, уйлап тормайынса: “Әйҙәгеҙ, малайҙар, киттек Дүйшөн мәктәбенә, тирәктәр янына, ҡарғаларҙың ояһын туҙҙырырға”, – ти торғайныҡ.
Һөйләүҙәренсә, ҡасандыр ошо түң өҫтөндә мәктәп булған. Беҙгә уның эҙен дә күрергә тура килмәне. Бала саҡта мин, уның урынын белдергән берәй нәмә булһа ла табырға теләп, бер нисә тапҡыр эҙләнеп тә ҡараным, ләкин юҡҡа ғына булды. Шунан һуң миңә буп-буш түңде “Дүйшөн мәктәбе” тип йөрөтөүҙәре ғәжәп тойола башланы. Бер саҡ мин ҡарттарҙан: “Кем һуң ул Дүйшөн?” – тип Һораным. Уларҙың береһе мәғәнәһеҙ генә ҡул һелтәне лә былай тине: “Кем һуң Дүйшөн? Ул әле лә бында йәшәй, сатаң һарыҡтар ырыуынан. Күптәнге хәл инде. Дүйшөн ул саҡта комсомол ине. Түң өҫтөндә кемдеңдер ташландыҡ һарайы бар ине. Ә Дүйшөн унда мәктәп асты, балалар уҡытты. Мәктәп инеме ни ул, тик исеме генә инде шунда. Эх, бик ҡыҙыҡ заман ине шул! Ул саҡта булдыра алған һәр кем үҙенә күрә түрә, үҙенә үҙе түш, үҙенә үҙе баш ине. Дүйшөн дә шундайыраҡ кеше булды. Башына ни килһә, шуны эшләне. Ә хәҙер ул һарайҙың берәй ташын да таба алмаҫһың, тик исеме генә ҡалды...”
Дүйшөндө мин аҙ беләм. Хәтер көҙгөһөндә ул өлкән йәштәге, оҙон кәүҙәле, бөркөттөкө кеүек ялбыр ҡашлы кеше булып кәүҙәләнә. Йорто теге яҡта, йылға аръяғында, икенсе бригада урамыңда ине. Ул ваҡыт, мин ауылда йәшәгән саҡта, Дүйшөн колхоз мирабы, йәғни ер һуғарыусы булып эшләне. Көндәр буйы баҫыуҙан ҡайтып килмәгәндер ул. Һирәк-һаяҡ ҡына беҙҙең урамдан эйәренә ҡуша кәтмән бәйләп, һыбай үтеп киткеләй торғайны. Аты ла, нисектер, үҙенә оҡшап, эре һөйәкле, тыртыҡ аяҡлы ине. Тора-килә Дүйшөн ҡартая. Кешеләрҙең һөйләүҙәренсә, аҙаҡ ул почта ташый башлай. Ләкин былары һүҙ ыңғайында ғына. Эш бына нәмәлә. Ул саҡта мин комсомолецты эштә уңған, һүҙгә оҫта, ауылдағы иң ҡыйыу, кәрәк икән, йыйылышта ла һөйләй, кәрәкһә, ялҡауҙар, ил байлығын туҙҙырыусылар хаҡында газетаға ла яҙа алырлыҡ егет, тип уйлай торғайным. Һаҡал баҫҡан был йыуаш ҡарт ҡасандыр комсомолец булғандыр ҙа, етмәһә, иң ғәжәбе, үҙенең белеме етер-етмәҫ көйө балалар уҡытҡандыр тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Юҡ, былар һис тә аҡылыма һыйманы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, быны мин ауылда йәшәп килгән һанһыҙ әкиәттәрҙең береһелер тип кенә иҫәпләнем. Тик бөтәһе лә икенсерәк булып сыҡты...
Үткән көҙ миңә ауылдан телеграмма килеп төштө. Колхоз яңы мәктәп төҙөгән дә ауылдаштар беҙҙе мәктәпте тантаналы асыу кисәһенә саҡыралар икән. Мин бер ниндәй икеләнеүһеҙ барырға булдым. Ауылыбыҙ өсөн шундай шатлыҡлы көндә өйҙә нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк. Хатта бер нисә көн алдан барҙым. Йөрөрмөн, күрермен, яңы һүрәттәр эшләрмен, тип уйланым. Академик Сөләймәнованы ла саҡырғандар икән, уны ла көтәләр. Әйтеүҙәренсә, ул бында бер-ике көн алдан килеп, унан Мәскәүгә китергә тейеш икән.
Был данлыҡлы ҡатындың беҙҙең ауыл кешеһе икәнлеген, бала сағында ук ҡалаға киткәнлеген белә инем инде. Ҡалала йәшәй башлағас, беҙ таныштар булып' киттек. Ул тулы кәүҙәле, шыма итеп тараған сәстәренә сал ҡунған өлкән үк йәштәрҙәге кеше. Хөрмәтле ауылдашыбыҙ университет кафедраһына етәкселек итә, философия фәнен уҡыта, академияла эшләй, йыш ҡына сит илдәргә барып килә. Ҡыҫҡаһы, эше бик күп ине, шуға ла миңә уның менән яҡындан танышырға тура килмәне. Әммә һәр ваҡыт, ҡайҙа ғына осрашһаҡ та, ул ауылыбыҙҙың хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһына, ҡыҫҡаса ғына булһа ла минең эштәремә ҡарата ла үҙ фекерҙәрен әйтмәй ҡалдырмай торғайны. Бер ваҡыт мин уға:
– Алтынай Сөләймәновна, һеҙгә ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып, яҡташтарығыҙ менән осрашыу һәйбәт булыр ине. Һеҙҙе унда һәммәһе лә беләләр, һеҙҙең менән ғорурланалар. Тик үҙегеҙҙе күберәк ишетеп кенә беләләр. Йыш ҡына: “Яҡташыбыҙ, күренекле ғалимәбеҙ, күрәһең, беҙҙән ситләшәлер, үҙенең тыуған ауылына ҡайтыр юлын онотҡандыр”, – тип тә ҡуялар, – тиеп әйтергә батырсылыҡ иттем.
– Ҡайтып әйләнеү кәрәк ине шул, – тине шул саҡ Алтынай Сөләймәновна, бойоҡ ҡына көлөмһөрәп. – Мин үҙем дә күптән инде Күркүреүҙе ҡайтып күрергә хыялланып йөрөйөм, әллә ҡасандан бирле булғаным юҡ. Дөрөҫ, ауылда минең туғандарым ҡалмаған. Ләкин эш унда ғына тормай бит әле. Һис шикһеҙ барасаҡмын, юғиһә тыуған яҡты бигерәк ныҡ һағынғанмын.
Академик Сөләймәновна ауылға мәктәптәге тантаналы йыйылыш асылыр алдынан ғына килеп төштө. Колхозсылар тәҙрә үтә уның машинаһын күреп ҡалдылар ҙа эркелеп урамға сыҡтылар. Ҡарттары ла, йәштәре лә, таныштары ла, таныш түгелдәре лә – һәммәһе лә уның менән күрешергә теләй. Моғайын, Алтынай Сөләймәновна бындай осрашыуҙы көтмәгәндер. Мин уны хатта бер аҙ ҡаушап ҡалғандай тойҙом. Ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, ул кешеләргә баш эйҙе лә үҙен һырып алыусыларҙы, көскә-көскә генә йырып, сәхнәгә – президиумға үтте.
Әлбиттә, Алтынай Сөләймәновна үҙ ғүмерендә тантаналы йыйылыштарҙа аҙ булмағандыр, уны һәр ваҡытта шатлыҡ, хөрмәт менән ҡаршы алғандарҙыр. Ләкин бында, ғәҙәттәге ауыл мәктәбендә, яҡташтарының ысын күңелдән хөрмәтләп ҡаршы алыуҙары уны сикһеҙ ныҡ тулҡындырҙы. Ул күҙендәге йәштәрен күрһәтмәҫкә.тырыша ине.
Тантана тамамланғас, пионерҙар ҡәҙерле ҡунаҡҡа ҡыҙыл галстук таҡтылар, сәскәләр бәйләме бүләк иттеләр, яңы мәктәптең дан китабын унан астырҙылар. Шунан һуң мәктәптең үҙешмәкәр түңәрәге концерт күрһәтте. Ул бик матур, күңелле булды. Концерттан һуң мәктәп директоры беҙҙе, йәғни ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, колхоз активистарын үҙенә саҡырҙы.
Бында ла Алтынай Сөләймәновнаның килеүенә сикһеҙ һөйөндөләр. Уны келәмдәр менән биҙәлгән иң түргә ултырттылар, үҙҙәренең ихтирам итеүҙәрен төрлөсә белдерергә тырыштылар. Бындай осраҡтарҙа була торғанынса, күңелле ине, ҡунаҡтар үҙ-ара бик алсаҡ һөйләшәләр, тост күтәрәләр. Ләкин шул саҡ өйгә бер малай йүгереп килеп инде лә йорт хужаһына бер ҡосаҡ телеграмма бирҙе. Телеграммалар ҡулдан ҡулға күсте. Баҡһаң, мәктәпте элек тамамлап сығыусылар үҙҙәренең ауылдаштарын яңы мәктәп менән ҡотлайҙар икән.
– Ҡара әле, был телеграммаларҙы Дүйшөн ҡарт килтерҙеме? – тип һораны директор.
– Эйе, – тип яуапланы малай. – Бөтә юл буйына атымды ҡыуҙым, йыйылышҡа өлгөрәйем, халыҡ барҙа уҡып ишеттерһендәр тип ашыҡтым, ти. Ҡарт һуңлабыраҡ ҡайтҡан шул, шуға бик борсоу.
– Ниңә ул унда тора, атынан төшһөн, саҡыр бында үҙен.
Малай Дүйшөндө саҡырырға сығып китте. Минең менән эргәләш ултырған Алтынай Сөләймәновна ниңәлер урынынан ҡуҙғалып ҡуйҙы ла, келт итеп ниҙер иҫенә төшкәндәй, минән сәйер генә: “Ниндәй Дүйшөн хаҡында һөйләйҙәр ул?” – тип һорай Һалды.
– Ә, теге, колхоз почтальоны, Алтынай Сөләймәновна, һеҙ ул Дүйшөн ҡартты беләһегеҙме?
Ул аңлайышһыҙ итеп баш һелкте, шунан, урынынан ҡуҙғалырға ғына теләгән сағында, тәҙрә эргәһенән кемдер һыбай үтеп китте. Кире әйләнеп кергән малай хужаға:
– Ағай, мин уға әйтеп ҡараным да, ул инмәне, китте. Хат өләшәһе бар, тип әйтә, – тине.
– Әйҙә, улайһа, өләшә бирһен, уны бер кем дә тотмай. Аҙаҡтан ҡарттар менән бергә ултырыр әле, – тине кемдер, ризаһыҙлыҡ төҫө сығарып.
– Һай, һай! Һеҙ белмәйһегеҙ шул беҙҙең Дүйшөндө! Ул бик ипле кеше. Эшен үтәмәйенсә, бер ҡайҙа ла аяҡ баҫмаҫ.
– Дөрөҫ, сәйер кеше ул. Был Украинала булды: ул һуғыштан һуң, госпиталдән сыҡҡас, шунда йәшәргә ҡалды. Ҡайтҡанына күп булһа биш йылдыр. Тыуған тупрағыма ҡайтып үләйем тинем, ти. Ғүмере буйы буйҙаҡ йәшәне инде…
– Ә шулай ҙа инергә кәрәк ине уға... Йә, ярай инде. – Хужа шул һүҙҙәрҙе әйтеп, ҡул һелтәне.
– Ағай-эне, әгәр хәтерегеҙҙә ҡалһа, беҙ бит Дүйшөн мәктәбендә уҡығайныҡ түгелме? – Ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе шул һүҙҙәр менән бокал күтәрҙе. – Ә үҙе, моғайын, алфавиттың бөтә хәрефтәрен дә белмәгәндер әле. – Һөйләүсе был ваҡытта күҙен йомоп, башын сайҡаны. Уның бөтә ҡиәфәте ғәжәпләнеүҙе лә, мыҫҡыл итеп көйөүҙе лә аңлата ине.
– Һуң, ысынлап та, шулай булды бит, – тине бер нисә тауыш бер юлы.
Күмәкләп көлөштөләр.
– Шулай булмай ни! Ул саҡта Дүйшөн нимәләр генә уйлап сығармай торғайны. Ә беҙ уны ысынлап та уҡытыусы тип һанай инек.
Тауыш бер аҙ баҫыла төшкәс, баяғы бокал күтәргән кеше дауам итте:
– Эйе, хәҙер беҙҙең күҙгә күренеп үҫкән кешеләребеҙ бар. Академик Алтынай бөтә илгә билдәле. Беҙҙең барыбыҙ ҙа тиерлек урта мәғлүмәткә эйә, ә байтаҡтарыбыҙ юғары белемле. Бөгөн беҙ ауылда яңы урта мәктәп асып ебәрҙек. Был үҙе генә лә тормоштоң нисек ныҡ үҙгәргәнлеге хаҡында һөйләй. Йә, әйҙәгеҙ, ауылдаштар, киләсәктә лә Күркүреү егеттәре, Күркүреү ҡыҙҙары үҙ замандарының алдынғы кешеләре булһындар өсөн эсәйек!
Бөтәһе лә тосты берҙәм күтәрҙе. Тик Алтынай Сөләймәновна ғына, ниңәлер бик ныҡ оялып, ҡыҙарҙы, бокалдағы эсемлекте исем өсөн бер-ике генә йотоп ултыртты. Ләкин байрамса, кәйефле кешеләр, һүҙгә мауығып, уның был кисерешенә иғтибар итмәнеләр.
Алтынай Сөләймәновна бер нисә мәртәбә сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Ҡунаҡтар урамға сыҡҡас, мин уның яңғыҙ бер яҡ ситкә, арыҡ янына баҫып, түң өҫтөндәге шаулы тирәктәргә текләп ҡарап торғанлығын абайланым. Ҡояш икһеҙ-сикһеҙ дала аръяғына барып байығайны. Уның һаман тоноҡлана барған нурҙары тирәк баштарын ҡуйы ҡыҙыл төҫкә мансығайны.
Мин Алтынай Сөләймәновнаның янына килдем.
– Хәҙер улар япраҡ ҡоялар. Их, һеҙ был тирәктәрҙе яҙ күрһәгеҙ ине, – тинем мин уға.
– Мин дә шул хаҡта уйлайым, – тине, көрһөнөп, Алтынай Сөләймәновна. Бер аҙ тынып торғас, үҙ алдына һөйләнгәндәй, өҫтәп ҡуйҙы: – Эйе, һәр тереклектең үҙ яҙы, үҙ көҙө була шул.
Уның ҡартая барған, бигерәк тә күҙҙәре тирәһендәге бик күп ваҡ йыйырсыҡлы йөҙөндә бойоғоу күренде. Ул тирәктәргә нисектер ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас күҙ менән, моңһоу ҡараны. Әйтерһең дә, шул саҡ минең алдымда академик Сөләймәнова түгел, ә шатлығы ла, ҡайғыһы ла асыҡтан-асыҡ булған бер ҡатлы ябай ҡырғыҙ ҡатыны баҫып тора ине. Был ҡатын, ғалимә, моғайын, үҙенең, беҙҙә йырланғанса, иң бейек тау башынан һөрәнләп тә, кир ҡайтарып булмай торған йәшлеген хәтергә төшөргәндер. Тирәктәргә ҡарап, ул ниҙер әйтергә теләне, тик аҙаҡ, кире уйлап ахры, ҡапыл ҡулындағы күҙлеген кейҙе.
– Мәскәү поезы бынан ун берҙә үтә шикелле?
– Эйе, төнгө ун берҙә.
– Тимәк, миңә йыйынырға ваҡыт.
– Нисек инде улай ҡапыл. Алтынай Сөләймәновна? Һеҙ бит бында бер нисә көн булырға вәғәҙә иткәйнегеҙ. Халыҡ һеҙҙе ебәрмәҫ бит.
– Юҡ, минең кисектергеһеҙ эштәрем бар. Мин хәҙер үк китергә тейешмен.
Ауылдаштары ҡалай ғына күндерергә тырышмаһындар, нимә тип кенә үпкәләмәһендәр, барыбер Алтынай Сөләймәновна үҙ һүҙен ҡуйманы.
Ҡараңғы ла төшә башланы. Үпкәләгән ауылдаштары, икенсе юлы тотош бер аҙнаға, хатта унан да күберәккә килермен, тигән һүҙен алғас ҡына уны машинаһына ултырттылар. Мин Алтынай Сөләймәновнаны станцияға тиклем оҙата киттем.
Алтынай Сөләймәновна ниңә былай ҡапыл ҡабаланып сығып китте һуң? Етмәһә, бындай көндә уның ауылдаштарын үпкәләтеүе миңә нисектер урынһыҙ тойолдо. Юлда килгәндә бер нисә тапҡыр шул хаҡта һорарға тип уҡталдым, ләкин ҡыйманым. Тейешһеҙ һүҙ әйтеүҙән ҡурҡып түгел. Мин уның барыбер бер нәмә лә әйтмәйәсәген һиҙҙем. Ул бөтә юл буйына өндәшмәй, тәрән уйҙарға сумған хәлдә килде.
Шулай ҙа станцияла мин унан:
– Алтынай Сөләймәновна, һеҙ ниңәлер борсоу күренәһегеҙ. Бәлки, һеҙҙе үпкәләткәндәрҙер? – тип һораным.
– Юҡ, ҡайҙа ул! Улай уйларға нисек батырсылыҡ итәһегеҙ! Мин кемгә үпкәләйем ти? Үҙемә үҙемме? Эйе, үҙемә үҙем үпкәләй ала инем...
Алтынай Сөләймәновна шулай китеп барҙы. Мин, ҡалаға ҡайтҡас, бер нисә көндән һуң унан көтмәгәндә генә хат алдым. Алтынай Сөләймәновна Мәскәүҙә үҙе уйлағандан күберәк ваҡытҡа туҡталасағы тураһында хәбәр иткән, артабан былай тип өҫтәгән:
“Мөһим, кисектергеһеҙ эштәрем күп булыуға ҡарамай, мин һеҙгә хат яҙмаҡсы булдым. Әгәр яҙғандарым һеҙгә ҡыҙыҡлы тойолһа, минең һөйләгәндәремдең бөтәһен дә яҡшыраҡ белһендәр өсөн, уны нисегерәк файҙаланыу хаҡында уйлап ҡарауығыҙҙы үтенәм. Минеңсә, был беҙҙең яҡташтарыбыҙ өсөн генә түгел, ә бөтә кешеләр, бигерәк тә йәштәр өсөн кәрәк. Күп уйлағандан һуң, мин ошо фекергә килдем. Был минең кешеләр алдындағы васыятым. Мин үҙемдең бурысымды үтәргә тейешмен. Был турала ни тиклем күберәк кешеләр белһә, мине намыҫым шул ҡәҙәр аҙыраҡ борсор. Мине уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырмын тип ҡурҡмағыҙ. Бер нәмәһен дә йәшермәгеҙ...”
Бер нисә көн буйы мин уның ошо хаты менән әҫәрләнеп йөрөнөм. Ахыр килеп, барыһын да Алтынай Сөләймәновнаның үҙ исеменән һөйләп биреүҙән дә яҡшырағын тапманым.
***
Был хәл 1924 йылда булды. Эйе, нәҡ шул йылда... Әле беҙҙең колхоз ултырған урында ул саҡта ярлы-ятаҡсылар бәләкәйерәк кенә бер ауыл булып йәшәйҙәр ине. Мин ун дүрт йәштәрҙә инем. Атайым мәрхүмгә ике туған тейеш кешеләрҙә торам. Әсәйем дә үлгән ине инде.
Көҙ көнө, байыраҡтар тауҙарға ҡышларға киткәс, күп тә үтмәй, беҙҙең ауылға һалдат шинеле кейгән бер ят егет килде. Уның шинеле хәтеремдә ҡалған, сөнки ул ниңәлер ҡара буҫтауҙан тегелгәйне. Ҡаҙна шинеле кейгән кешенең килеүе ҡайҙалыр юлдарҙан алыҫ, тауҙар яғында ултырған беҙҙең ауыл өсөн ҙур ваҡиға булды.
Тәүҙә, ул армияла командир булған, шуға күрә ауылда ла баш кеше була икән, тип һөйләнеләр. Һуңынан уның бер ниндәй ҙә командр булмағанлығы асыҡланды. Ул бынан күп йылдар элек, аслыҡ ваҡытында ауылдан тимер юлға китеп, хәбәрһеҙ юғалған Таштанбек тигән берәүҙең улы булып сыҡты. Баҡһаң, ул, Дүйшөн, бында мәктәп асып, балалар уҡытыу өсөн ебәрелгән икән.
Ул заманда “мәктәп”, “уҡыу” тигән һүҙҙәр яңы булғас, кешеләр уларҙың мәғәнәһенә төшөнөп тә етмәйҙәр ине әле. Ҡайһы берәүҙәр имеш-мимешкә лә ышана, ә ҡайһылары быларҙың бөтәҺенә лә бисәләр хәбәре тип кенә ҡарайш. Әгәр оҙаҡламай халыҡты сходҡа йыймағанда, бәлки, мәктәпте бөтөнләй оноторҙар ҙа ине. Ағайым: “Был ниндәй йыйын тағы, ваҡ-төйәктәре менән эште бүлә лә йөрөйҙәр”, – тип бик оҙаҡ һуҡранды. Ләкин, үҙен үҙе хөрмәт итер ир кешегә тейеш булғансы, барыбер атын эйәрләп менде лә йыйылышҡа китте. Уның артынан күрше балалары менән бергә мин дә эйәрҙем.
Беҙ йүгереүҙән әлһерәп сход була торған ҡалҡыуға килеп еткәндә, бер төркөм йәйәүле, шулай уҡ һыбай кешеләр алдында теге ҡара шинелле, ҡаҡса йөҙлө егет һөйләп тора ине. Беҙ уның һүҙҙәрен ишетә алмағас, алғараҡ үттек. Шул саҡ туҙып бөткән, алама тун кейгән бер ҡарт, яңы аңына килгәндәй, ҡапыл уның һүҙҙәрен бүлде.
– Ҡара әле, улым, – тине ул, ҡабаланып, тотлоға-тотлоға, – элек балаларҙы муллалар уҡыта торғайны. Ә беҙ һинең атайыңды беләбеҙ: ул да, беҙҙең кеүек, бер йолҡош ине. Хәйер өсөн булһа ла әйт әле, ҡасан һин мулла булырға өлгөрҙөң?
– Мин мулла түгел, аҡһаҡал, мин – комсомолец, – тип йылдам яуап бирҙе Дүйшөн. – Ә хәҙер балаларҙы муллалар түгел, мөғәллимдәр уҡытасаҡ. Мин уҡырға-яҙырға армияла өйрәндем, уға тиклем дә аҙыраҡ уҡыным. Бына мин ниндәй мулла.
– Эйе, был яраған эш...
– Молодец! – тигән хуплау һүҙҙәре ишетелде.
– Бына шулай, комсомол мине һеҙҙең балаларығыҙҙы уҡытырға ебәрҙе. Ә бының өсөн беҙгә ниндәй ҙә булһа берәй торлаҡ кәрәк. Мин анауы түң башындағы ат һарайын мәктәп итергә уйлайым. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән. Нисек ҡарайһығыҙ быға, ауылдаштар?
Кешеләр, был килмешәк ҡайҙа тарта икән тигәндәй, аптырап ҡалдылар. Тырабизлығы өсөн бәхәссе ҡушаматы алған Сатымғол тынлыҡты боҙҙо. Ул күптән инде, эйәренең ҡашына терһәкләнеп, кешеләрҙең һүҙен һағайып тыңлай, үҙе йыш ҡына, теш араһынан сертләтә төкөрөп ҡуя ине.
– Туҡта әле һин, егет кеше, – тине Сатымғол, ҡыҫҡан күҙҙәрен уға төбәп. – Һин шуны әйт әле, нимәгә кәрәк ул беҙгә мәктәп?
– Нисек – нимәгә? – тине Дүйшөн, аптырай төшөп.
– Һуң, дөрөҫ әйтә бит! – тине аранан кемдер, хуплап. Күмәкләп ығы-зығы килә, шаулаша башланылар.
– Беҙ борон-борондан бирле ер эшкәртеп йәшәп киләбеҙ, беҙҙе кәтмән туйындыра. Балаларыбыҙ ҙа шулай йәшәрҙәр, нимәгә уларға уҡыу. Белем түрәләргә генә кәрәк, ә беҙ ябай халыҡ. Башыбыҙҙы ҡаңғыртып йөрөмә!
– Ысынлап та һеҙ балаларығыҙҙы уҡытыуға ҡаршы киләһегеҙме? – Тауыш бер аҙ баҫыла төшкәс, асыуы ҡабарған Дүйшөн, үҙен уратып алған кешеләргә үткер ҡараш ташлап, бына шулай тине.
– Әгәр ҡаршы булһаҡ, ни эшләтәһең, көсләп ҡушырға теләйһеңме? Ундай ваҡыт үтте инде. Беҙ хәҙер ирекле кешеләр, нисек теләһәк, шулай йәшәрбеҙ!
Дүйшөндөң йөҙөнә ҡан бәреп сыҡты. Асыуҙан ҡалтыраған ҡулдары менән шинель иҙеүен ысҡындырҙы ла гимнастерка кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ сығарып, уны тиҙ генә яҙып ебәрҙе, юғарыға күтәрҙе.
– Тимәк, һеҙ балаларҙы уҡытыу тураһында әйтелгән, совет власының мисәте баҫылған ошо ҡағыҙға ҡаршыһығыҙ? Ә һеҙгә ерҙе, һыуҙы, иректе кем алып бирҙе? Йә, кем совет власының закондарына ҡаршы, йә, кем? Яуап бирегеҙ!
Ул “яуап бирегеҙ” тигән һүҙҙәрҙе шундай көслө итеп, нәфрәт менән әйтте, хатта улар, пуля һымаҡ, көҙгө тынлыҡты боҙоп, ҡая таштарға бәрелгән атыу тауышы кеүек яңғыраны.
Кешеләр, баштарын эйеп, тын ҡалдылар.
– Беҙ – ярлылар, – тине Дүйшөн, тауышын баҫа төшөп. – Беҙҙе ғүмер буйы иҙеп, кәмһетеп килделәр. Ҡараңғылыҡта, тома наҙанлыҡта йәшәнек. Ә хәҙер совет власы беҙҙең күҙебеҙ асылһын, беҙҙең һәр беребеҙ уҡый-яҙа белһен тип тырыша. Ә бының өсөн балаларҙы уҡытырға кәрәк...
Дүйшөн, яуап көтөп, тын ҡалды. Шул саҡ теге алама тун кейгән, һин нисек мулла булын алдың әле, тип Һораған кеше, килешеүен белдергәндәй, былай мығырланды:
– Ярай инде, теләһәң уҡыт. Беҙгә ни нәмә. Беҙ законға ҡаршы түгел.
– Ләкин мин һеҙҙән ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Беҙгә анауы түңдәге бай кәртәһен йүнәтеп алырға кәрәк. Йылға аша күпер һалырға кәрәк, утын да кәрәк...
– Туҡтәле, егет, бигерәк өтөк икәнһең! – тине үҙ һүҙле Сатымғол, Дүйшөндө бүлдереп. Ул теш араһынан төкөрҙө лә, нимәгәлер тоҫмаллап ынтылғандай, тағы күҙен ҡыҫа төштө.
– Бына Һин: “Мәктәп асам!” – тип бөтә ауылға яр һалаһың. Ә үҙеңә ҡарап торабыҙ ҙа кейәм тиһәң, туның юҡ, менәм тиһәң, атың юҡ, һөрәм тиһәң, ус аяһындай ҙа ерең юҡ, ҡураң да, малың да юҡ. Нисек йәшәргә уйлайһың һуң, туғанҡай? Кеше малын урларға иҫәп тотмайһыңдыр бит инде... Беҙҙә ундай эйәһеҙ мал юҡ. Ә малы булған кешеләр – тауҙар араһында.
Дүйшөн ниндәйҙер ҡаты һүҙ әйтергә теләгәйне лә, тик үҙен тыйып ҡалды, ипле генә былай тине:
– Нисек булһа ла йәшәрмен... Жалованье аласаҡмын.
– Ә-ә, күптән шулай тиҙәр уны! – Сатымғол, үҙенән үҙе бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, еңеүсе кешеләй, эйәренә ҡайҡайып ултырҙы. – Хәҙер бөтәһе лә аңлашыла. Һин, егет, үҙ эшеңде үҙең башҡар, балаларҙы үҙ жалованьеңа уҡыт. Ҡаҙнаның аҡсаһы күп була ул. Ә беҙгә ҡамасаулама, Аллаға шөкөр, беҙҙең үҙ эшебеҙ ҙә муйындан…
Шулай тине лә Сатымғол атын бороп ҡайтып китте. Уңың артынан башҡалар ҙа ҡуҙғалды. Ә Дүйшөн, ҡағыҙын тотҡан килеш, баҫып тороп ҡалды. Ул, бахыр, ни эшләргә лә белмәй ине.
Миңә Дүйшөн йәл булып китте. Мин уға күҙемде алмай текләп тик торғанмын. Ағайым эргәмдән үткәндә миңә:
– Эй һин, албаҫты, бында ни эшләйһең, нимәгә ауыҙыңды асып, ҡатып ҡалғанһың, бар ҡайт, йүгер! – тип ҡысҡырғас ҡына, мин балаларҙы ҡыуып етергә ашыҡтым. – Ҡара, ҡара, быларына тиклем сходҡа килгәндәр, – тип ҡысҡырҙы ағайым арттан.
Икенсе көнө беҙ, ҡыҙҙар, һыуға барғанда йылға буйында Дүйшөндө осраттыҡ. Ул йылғаны кисеп аръяҡҡа сығып бара ине. Ҡулына көрәк, кәтмән, балта, бер иҫке күнәк тотҡан.
Шул көндән башлап ҡара шинель кейгән Дүйшөн һәр иртә һайын һуҡмаҡ буйлап түң башына, ташландыҡ кәртәгә табан менеп бара торған булды. Ул ауылға кис булғас, һуң ғына төшә. Беҙ йыш ҡына уның, ҙур-ҙур итеп йөкмәп, ҡурай йәки һалам ташығанын күрә инек. Уны алыҫтан уҡ таныған кешеләр өҙәңгеләренә баҫып, маңлайҙарына ҡул ҡуйып ҡарайҙар ҙа, ғәжәпкә ҡалып, һүҙ башлайҙар:
– Атаҡ-атаҡ, әллә был теге мөғәллим Дүйшөнмө, бәйләм күтәреп бара түгелме?
– Эйе, ул үҙе.
– Эй, меҫкен. Күрәһең, мөғәллим эше лә еңел түгелдер.
– Еңелдер тип уйлағайныңмы әллә? Ҡара, күпме күтәреп килә, бай ялсыһынан кәм түгел.
– Ә һөйләгәнен тыңлаһаң, ҡайҙа ул!
– Ну, уныһы уның ҡағыҙы мисәтле булғанға ғына. Бөтә көсө шунда ла инде.
Бер ваҡыт шулай ауыл аръяғындағы тау итәгенән тиҙәк йыйып, берәр тоҡ итеп йөкмәп ҡайтып килгәндә мәктәпкә боролдоҡ. Уҡытыусы унда нимә ишләй икән, шуны ҡарағы килде. Был иҫке балсыҡ һарай элек байҙыҡы булған. Ҡыш бында йәш ҡолонло бейәләрҙе тотҡандар. Совет власы килгәс, бай ҡайҙалыр күсеп киткән, ә ат һарайы шул көйөнсә тороп ҡалған. Бында берәү ҙә килеп йөрөмәгән, шунлыҡтан уның тирә-яғын дегәнәк, сәнскәк үлән баҫҡан. Хәҙер тамырынан йолҡоп алынған был үләндәр бер яҡ ситкә өйөп һалынған, һарай алды тап-таҙа. Ямғырҙан ебеп, бүҫерелеп төшкән стеналар балсыҡ менән һыланған, ә кибеп, ярыҡтары киңәйгән, тик бер күгәнендә генә эләгеп торған ишек, төҙәтелеп, үҙ урынына ҡуйылған.
Беҙ аҙыраҡ ял итеп алыу өсөн тоҡтарыбыҙҙы ергә һалыуға, ишектән башы-аяғына тиклем балсыҡҡа буялған Дүйшөн килеп сыҡты. Беҙҙе күргәс, ул тәүҙә ғәжәпләнде, ә аҙаҡ битендәге тирен һөртөп, алсаҡ йылмайҙы.
– Ҡайҙан һеҙ, ҡыҙыҡайҙар!
Беҙ тоҡтарыбыҙ янына ултырғанбыҙ ҙа, оялышып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ. Дүйшөн беҙҙең оялып өндәшмәүебеҙҙе аңланы булһа кәрәк, уйнатып былай тине:
– Тоҡтарығыҙ үҙегеҙҙән дә ҙурыраҡтар, буғай. Бында боролоп, ҡыҙҙар, бик шәп иткәнһегеҙ әле. Һеҙ бит ошонда уҡырға тейешһегеҙ. Мәктәбегеҙ әҙер тип әйтергә лә ярай. Бына әле генә мейес һымаҡ бер нәмә һалып бөттөм. Хатта мөрйә лә сығарҙым. Күрәһегеҙме, ана ниндәй! Инде ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ әҙерләргә генә ҡалды. Быныһы өсөн әллә ни ҡайғыраһы юҡ, тирә-йүндә ҡурай күп бит әле. Иҙәнгә ҡалын итеп һалам йәйербеҙ ҙә уҡый башларбыҙ. Йә нисек, уҡырға теләйһегеҙме, мәктәпкә йөрөрһөгөҙмө?
Мин, әхирәттәрем араһында өлкәнерәк булғас, яуап бирергә булдым.
– Еңгәм ебәрһә, йөрөрмөн, – тинем. мин,.
– Ни эшләп ебәрмәһен ти, әлбиттә, ебәрер. Ә һинең исемең нисек?
– Алтынай, – тинем мин, күлдәк итәгемдәге йыртыҡ үтә күренеп торған тубығымды усым менән ҡаплап.
– Алтынай – матур исем. – Ул бик яғымлы итеп йылмайҙы, хатта йөрәк йылынып киткәндәй булды.
– Кем ҡыҙы булаһың һуң?
Мин өндәшмәнем. Мин үҙемде йәлләгәнде яратмай торғайным.
– Етем ул, ағайҙарында тора, – тинеләр әхирәттәрем.
– Бына нәмә, Алтынай, – тине Дүйшөн һәм миңә ҡарап йәнә йылмайҙы. – Һин бүтән балаларҙы ла мәктәпкә алып килерһең. Яраймы? Һеҙ ҙә, ҡыҙҙар, килерһегеҙ.
– Ярар, ағай.
– Миңә мөғәллим ағай тип өндәшерһегеҙ. Ә мәктәпте инеп күрергә теләйһегеҙме? Тартынмағыҙ, керегеҙ әйҙә.
– Юҡ, кермәйбеҙ, беҙгә ҡайтырға ваҡыт, – тинек беҙ, оялышып.
– Улайһа, ярай, ҡайтығыҙ. Уҡырға килгәс, күрерһегеҙ. Эңер төшкәнсе, мин тағы бер тапҡыр ҡурай йыйып алып ҡайтайым әле.
Еп менән урағын алды ла Дүйшөн китеп тә барҙы. Беҙ ҙә урыныбыҙҙан тороп, тоҡтарҙы йөкмәп, ауылға табан атланыҡ. Шул саҡ ҡапыл башыма бер уй килде.
– Туҡтағыҙ әле, ҡыҙҙар, – тип ҡысҡырҙым мин әхирәттәремә. – Әйҙәгеҙ, тиҙәктәрҙе мәктәпкә бушатайыҡ, ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ күберәк булыр.
– Ә өйгә буш көйө ҡайтырбыҙмы? Ҡалай аҡыллыһың!
– Яңынан йыйып алып ҡайтырбыҙ.
– Юҡ инде, һуңларбыҙ, өйҙә әрләрҙәр. – Ҡыҙҙар, мине көтмәйенсә, өйгә ашыҡтылар.
Һаман да әле аңлай алмайым, ул көндә мине улай эшләргә нимә мәжбүр иткәндер. Әллә мин тыңламағандары өсөн әхирәттәремә үпкәләнемме, шуға күрә лә үҙ һүҙемдә торорға булдыммы; әллә минең ихтыярым, теләктәрем бәләкәйҙән үк гел тупаҫ кешеләрҙең уҫал ҡысҡырыуҙары аҫтына ҡалып, баҫылып килгәнгәме? Йөрәккә йылы бирерлек йылмайыуы, ышаныс күрһәтеүе, бер нисә йылы һүҙе өсөн был ят кешегә минең яҡшылык эшләгем килде. Бик яҡшы аңлайым: минең ысын яҙмышым, үҙ шатлыҡтары, кисерештәре менән тулы ошо тормошом тап бына шул көндә, шул бер тоҡ тиҙәктән башланды, сөнки нәҡ шул көндә мин, һис бер ниндәй икеләнеүһеҙ, бер ниндәй ҙә язанан ҡурҡмайынса, үҙем теләгәнде эшләргә ҡарар иттем. Ҡарар ҙа иттем, һүҙемдә лә торҙом. Иптәштәрем мине ташлап киткәс, кире Дүйшөн мәктәбенә йүгереп килдем дә ишек төбөнә тоғомдо бушатып, яңынан тиҙәк йыйырға тау итәгенә табан ашыҡтым.
Ҡайҙа табан йүгергәнемде лә белмәйем, көсөм ташып бара кеүек, йөрәгем шундай шатлыҡ менән тибә, әйтерһең, мин бер батырлыҡ эшләгәнмен. Минең шулай шат, бәхетле булыуымды ҡояш та белә һымаҡ. Эйе, мин быға ышанам, минең ни өсөн еңел, иркен йүгергәнемде ҡояш белгәндер. Бәләкәй генә булһа ла, бер яҡшылыҡ эшләгәйнем бит мин.
Ҡояш ҡалҡыулыҡтар артына ауышты, ләкин ул байырға ашыҡманы, миңә туйғансы ҡарап ҡалырға теләгән һымаҡ тойолдо. Ул минең атлар юлымды биҙәп торҙо: кибеп бөткән көҙгө ер аяҡ аҫтымда ҡуйы ҡыҙыл, алһыу, аҡһыл шәфәҡ төҫөнә кереп йәйелеп ята. Ҡоро ҡылған һабаҡтары ике яғымдан ялҡын кеүек йымылдашып ҡалалар. Ҡояш нурҙары минең ҡырҡ ямаулы бишмәтемдең көмөш төймәләрендә ут булып яна. Ә мин һаман алға йүгерәм, уйымдан ергә, күккә, елгә өндәшәм: “Ҡарағыҙ миңә! Ҡарағыҙ, мин ниндәй ғорур! Мин уҡыясаҡмын, мин мәктәпкә барасаҡмын, үҙем менән башҡаларҙы ла алып барасаҡмын!..”
Белмәйем, шулай оҙаҡ йүгергәнмендерме, ләкин бер саҡ ҡапыл аңыма килдем: тиҙәк йыйырға кәрәк бит! Кәрәк тә ул, тик бына ғәжәп хәл: йәй буйына күпме мал йөрөгән, һәр ваҡыт аҙым һайын тиҙәк тулып ятҡан ерҙән хәҙер тиҙәк таба алмайым, әйтерһең, уны ер йотҡан. Ә бәлки, мин уға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәгәнмендер. Мин бер урындан икенсе урынға ашыҡтым, алыҫ киткән һайын, тиҙәк һирәк табылды. Шул саҡ, эңер төшкәнсе, тоғомдо тултыра алмаясаҡмын тип ҡурҡып, ҡабалана башланым. Көскә-көскә ярты тоҡ йыйҙым. Был ваҡытта киске шәфәҡ һүнеп, уйһыулыҡта ҡараңғылыҡ бик тиҙ ҡуйыра бара ине.
Быға тиклем бер ҡасан да яланда яңғыҙ һуңға ҡалғаным юҡ ине. Буш, тын, ятҡан тауҙарға төн үҙенең ҡара ҡанатын йәйҙе. Ҡурҡыуҙан ни эшләгәнемде лә белмәй, тоғомдо йөкмәп, ауылға ҡарай йүгерҙем. Ҡурҡыныс ине. Бәлки, ҡысҡырып илар ҙа инем, ләкин мине, нисек кенә ғәжәп булмаһын, бер фекер: әгәр уҡытыусы Дүйшөн ошондай хәлдә күрһә, нимә тиер ине тигән уй тыйҙы. Был миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне, үҙемде үҙем ҡабат, артҡа әйләнеп ҡарауҙан тыя алдым. Уҡытыусы мине ситтән күҙәтеп торған кеүек тойолдо.
Өйгә хәлем бөтөп, тирләп-бешеп ҡайтып индем. Йыш-йыш һулап, тупһа аша үттем. Усаҡ янында ултырған еңгәм асыулы ҡиәфәт менән урынынан торҙо. Ул бик уҫал, тупаҫ ҡатын ине.
– Ҡайҙа юҡ булып йөрөнөң? – тине ул, алдыма килеп. Бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнем, тоғомдо ҡулымдан тартып алды ла ситкә быраҡтырҙы.
– Оҙон көн буйы йыйған нәмәң шулмы?
Баҡһаң, иптәш ҡыҙҙарым уға ошаҡларға ла өлгөргәндәр икән.
– Ах, Һин, ҡара бәрей! Енеңде ҡарап барҙыңмы мәктәпкә? Ни эшләп шунда, шул мәктәптә генә сәсрәп ҡалмағанһың. – Еңгәм ҡолағымдан бороп тотоп алды ла башымды төйә башланы. – Үләт ҡырғыры. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡасыр, ти. Кеше балалары өйгә алып ҡайта, ә ул өйҙән ташый. Мин һиңә күрһәтермен әле мәктәпте, икенсе яҡын бараһы булма, аяғыңды һындыра һуғырмын.
Мин өндәшмәнем, тауыш сығармаҫҡа тырыштым. Ә аҙаҡтан, усаҡтағы утты ҡарап яндырғанда, үҙебеҙҙең һоро бесәйебеҙҙең арҡаһынан һыйпай-һыйпай, эстән генә үкһеп-үкһеп иланым. Ә бесәй һәр ваҡыт, минең илағанымды белеп, алдыма һикереп менеп ултыра торғайны. Мин еңгәм туҡмаған өсөн түгел, ә уның мине бер нисек тә мәктәпкә ебәрмәйәсәген аңлап иланым...
Был хәлдән һуң ике көн үткәс, иртән ауылда эттәр өргән, кешеләр ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Баҡһаң, Дүйшөн өй һайын йөрөп, мәктәпкә балалар йыя икән. Ул саҡта урамдар юҡ ине, һоро балсыҡ өйҙәр теләһә ҡайҙа ултыра, һәр кем үҙенә оҡшаған ергә нигеҙ ҡора ине. Дүйшөн, шулай уҡ бер өйөр бала-саға шаулашып өйҙән өйгә киләләр.
Беҙҙең өй иң ситтә ине. Беҙ еңгәм менән ағас килелә тары төйәбеҙ, ә ағайым һарай эргәһендә соҡорға күмелгән бойҙайҙы асып маташа. Ул ашлыҡты баҙарға алып барырға йыйына. Ауыр төйгөстәр менән сиратлап төйһәк тә, мин белдермәй генә уҡытыусының яҡынлашып килеүенә күҙ һалырға ла өлгөрәм, Үҙем, ул беҙгә килеп етмәй китмәһә генә ярар ине, тип ҡурҡам. Еңгәмдең мәктәпкә ебәрмәҫен белһәм дә, мин Дүйшөндөң бында килеүен, исмаһам, минең ҡайҙа йәшәүемде күреүен булһа ла теләйем. Уҡытыусының беҙгә етмәйенсә боролоп китмәүен Хоҙайҙан үтенеп-үтенеп һораным мин.
– Сәләм бирҙек, апай! Алла ярҙам итһен үҙегеҙгә! Әгәр Алла ярҙам итмәһә, күмәкләп үҙебеҙ ярҙамлашырбыҙ. Ҡарағыҙ, беҙ ҡалай күмәк! – тип шаяртып өндәште буласаҡ уҡыусыларын эйәрткән Дүйшөн еңгәмә.
Еңгәм яуаплап ниҙер мығырлаған булды, ә соҡорҙағы ағайым хатта ҡалҡып та ҡараманы.
Был хәл Дүйшөндө аптырашта ҡалдырманы. Ул эшлекле төҫ менән ишек алды уртаһында ятҡан түмәргә ултырҙы ла кеҫәһенән ҡағыҙ, ҡәләм сығарҙы.
– Бөгөн беҙ уҡыу башлайбыҙ. Ҡыҙығыҙға нисә йәш?
Еңгәм бер нәмә тип тә өндәшмәне, ҡулындағы төйгөсөн асыулы рәүештә килегә шап иттереп ултыртып ҡуйҙы. Уның һөйләшергә теләмәүе күренеп тора ине. Мин, ни эшләргә лә белмәйенсә, эстән янам, нимә булыр икән, тип уйлайым. Дүйшөн миңә ҡараны ла йылмайып ҡуйҙы. Теге ваҡыттағыса, йөрәгемә йылы булып китте.
– Алтынай, һиңә нисә йәш? – тип һораны ул.
Мин яуап бирергә батырсылыҡ итмәнем.
– Һиңә нимәгә ул, һин ниндәй тикшереүсе тағы! – тип асыулы рәүештә ҡысҡырҙы еңгәм. – Ҡайҙа уға уҡыу ҡайғыһы. Уның кеүек етемдәр түгел, ата-әсәлеләр ҙә уҡымайҙар әле. Үҙеңә, ана, бер өйөр йыйып алғанһың, шуларыңды әйҙәлә мәктәбеңә, ә бында аяҡ баҫаһы булма.
Дүйшөн урынынан ырғып торҙо.
– Һеҙ нимә һөйләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? Етем булғаны өсөн ул ғәйеплеме ни? Әллә етем балалар уҡымаҫҡа тейеш тигән закон бармы.
– Минең ундай законда эшем юҡ. Минең үҙ закондарым бар, һин миңә бойорма!
– Беҙҙә бөтәбеҙ өсөн дә бер закон. Әгәр был ҡыҙыҡай һеҙгә кәрәкмәһә, ул беҙгә кәрәк, совет власына кәрәк. Беҙгә ҡаршы тораһығыҙ икән, бойорорбоҙ ҙа!
– Һай, ҡайҙан килгән түрә был! – тине лә еңгәм, талашырға теләүен белдергәндәй, бөйөрөнә таянды. – Һинеңсә, уны кем йомошарға тейеш? Уны мин аҫрайыммы әллә һинме, елғыуар улы, хәйерсе!
Әгәр шул саҡ соҡорҙан биленә тиклем сисенгән ағайым күренмәһә, белмәйем, эш ни менән барып бөтөр ине. Ул, әгәр бисәһе өйҙә ир кеше, хужа барын онотоп, тейешһеҙ эшкә ҡыҫыла башлаһа, һис тә түҙеп тора алмай ине. Ул уны бының өсөн аяуһыҙ туҡмай торғайны. Ағайым был юлы ла бик ныҡ асыуланды, ахрыһы.
– Эй, бисә, – тип аҡырҙы ул, соҡорҙан сығып килешләй. – Ҡасандан бирле өйҙә баш булып киләһең, ҡасандан бирле бойора башланың әле? Әҙерәк һөйлән, күберәк эшлә. Ә һин, Таштанбек малайы, ал ҡыҙыҡайҙы, теләһәң – уҡыт, теләһәң – ҡурып аша. Әйҙә, үксәңде ялтырат.
– Һай-һай, ул мәктәпкә йөрөп ғүмер үткәрһен. Ә өйҙә эштәрҙе кем башҡара? Бөтәһен дә минме? – тип ҡыҙа башлағайны еңгәм, ағайым уға:
– Әйттем – бөттө! – тип екерҙе.
Донъя гел насарлыҡтан ғына тормай бит ул. Миңә беренсе тапҡыр мәктәпкә бына нисек барырға тура килде.
Шул көндән башлап Дүйшөн беҙҙе өй һайын йөрөп йыйып ала торғайны.
Тәүге тапҡыр мәктәпкә килгәс, уҡытыусы беҙҙе иҙәнгә түшәлгән һаламға ултыртты ла һәр ҡайһыбыҙға берәр дәфтәр, ҡәләм, таҡта киҫәге бирҙе.
– Яҙырға уңайлы булһын өсөн, таҡталарығыҙҙы алдығыҙға ҡуйығыҙ, – тип аңлатты ул.
Шунан стеналағы бер портретҡа күрһәтеп:
– Был – Ленин! – тине.
Ғүмергә хәтеремдә ҡалды был портрет. Һуңынан, ниңәлер, миңә ундай портретты күрергә тура килмәне. Мин уны “Дүйшөн портреты”. тип йөрөтәм. Унда Ленин үҙенә бер аҙ мулыраҡ хәрби френч кейгән, ябыҡ, һаҡал-мыйығы етек. Яралы ҡулы яурынына аҫып бәйләнгән, артҡараҡ шыуҙырып кейгән кепкаһы аҫтынан шундай тыныс, иғтибарлы күҙҙәр ҡарай. Был йомшаҡ, йылы биреүсе ҡараш, гүйә, беҙгә: “Һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көткәнен белһәгеҙ икән, балалар!” – тигән төҫлө ине.
Ошо тын минуттарҙа ул, ысынлап та, минең киләсәгем хаҡында уйлаған кеүек тойолдо.
Ябай плакат ҡағыҙына баҫылған был портретты Дүйшөн күптән бирле һаҡлап йөрөткән булһа кәрәк, сөнки уның бөкләнгән урындары ҡырылып, ашалып бөткән, ситтәре таушалған. Бына ошо портреттан башҡа мәктәптең дүрт стенаһында бер ни ҙә юҡ ине.
– Мин һеҙҙе, балалар, уҡырға, һанарға өйрәтермен, хәрефтәрҙең, һандарҙың нисек яҙылыуын күрһәтермен, – тип һөйләне Дүйшөн. Һеҙҙе үҙем белгәндең бөтәһенә лә өйрәтермен.
Ысынлап та, ул беҙҙе үҙе белгәндең бөтәһенә лә өйрәтте. Был йәһәттән ул ғәжәп сабырлы, түҙемле булып сьгкты. Һәр уҡыусы янына эйелеп, ул ҡәләмде нисегерәк тоторға күрһәтә, ә унан һуң бик ҙур әүәҫлек менән таныш булмаған һүҙҙәрҙе аңлата торғайны.
Хәҙер шул турала уйлайым да хайран ҡалам: үҙе лә ижекләп саҡ уҡыған, аҙ-маҙ ғына белемле булған был егет ошондай ысын мәғәнәһендәге оло эшкә тотонорға нисек батырсылыҡ итте икән? Файҙаланырға уның бер ниндәй дәреслеге лә, хатта иң ябай әлифбаһы ла юҡ ине бит. Ата-бабалары хан заманынан бирле наҙанлыҡта көн күреп килгән кешеләрҙең балаларын уҡытыу еңел эш булған тиһеңме ни? Әлбиттә, Дүйшөн уҡытыу программаһы, методика тураһында бер ни ҙә белмәгәндер. Дөрөҫөрәге, ул уларҙың барлығы тураһында уйлап та ҡарамағандыр.
Дүйшөн беҙҙе оҫталығы еткән, булдыра алған ҡәҙәр, нисек кәрәклеген үҙе төшөнгәненсә ҙур ихласлыҡ менән уҡытты. Мин уның ысын йөрәктән, дәрт менән тотонған эше юҡҡа булманы, тип ныҡ ышанам.
Ул үҙе лә белмәҫтән ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Эйе, был – ысынлап та, ҡаһарманлыҡ ине, сөнки ул көндәрҙә беҙгә, үҙебеҙҙең ауылдан башҡа бер ҡайҙа ла булмаған ҡырғыҙ балаларына, ҡарлы тау түбәләре күренеп торған йоҙроҡ-йоҙроҡ хәтлем тишекле балсыҡ мәктәптә ҡапыл быға тиклем ишетмәгән-күрмәгән бөтөнләй яңы донъя асылды.
Ленин йәшәй торған Мәскәү ҡалаһының Әүлиә-атанан, хатта Ташкенттан да ҙурыраҡ икәнлеген, донъяла Талас үҙәне кеүек ҙур-ҙур диңгеҙҙәр барлығын, ул диңгеҙҙәрҙә ҙур-ҙур тауҙар тиклем хәтәр караптар йөҙөп йөрөгәнлеген беҙ тап шул хаҡта ғына башлап белдек. Баҙарҙан алып ҡайтыла торған кәрәсиндең дә ер аҫтынан сығарылыуын ишетеп, аптыраныҡ. Әммә беҙ шул саҡта ук, халыҡ хәллерәк йәшәй башлағас, мәктәбебеҙҙең оло-оло тәҙрәле иркен, йортта буласағына, унда уҡыусыларҙың парталарҙа ғына ултырасағына ныҡ ышана инек.
Саҡ хәреф танып, “әсәй”, “атай” тип тә яҙа белмәгән көйө, беҙ иң тәүҙә “Ленин” тип яҙырға өйрәндек. Беҙҙең политик һүҙлегебеҙ “бай”, “ялсы”, “Советтар” кеүек һүҙҙәрҙән тора ине. Ә бер йылдан һуң Дүйшөн беҙгә “революция” һүҙен яҙырға өйрәтермен, тип вәғәҙә бирҙе.
Дүйшөндөң һөйләгәндәрен тыңлағанда, беҙ үҙебеҙҙе уның менән бергә фронттарҙа аҡтарға ҡаршы һуғышҡан кеүек тоя торғайныҡ. Ә Ленин хаҡында ул, әйтерһең, уны үҙ күҙҙәре менән күргәндәй, тулҡынландырғыс итеп һөйләй ине. Уның беҙгә һөйләгәндәренең күбеһе бөйөк юлбашсы тураһында халыҡ сығарған хикәйәттәр булғанлығын хәҙер мин аңлайым инде. Ләкин ул һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә беҙ, Дүйшөн уҡыусылары, аҡ һөт кеүек хаҡ һүҙҙәр күреп ҡабул итә инек.
Бер саҡ беҙ уны-быны уйлап тормайынса:
– Уҡытыусы ағай; ә һеҙҙең Ленин менән ҡул биреп күрешкәнегеҙ бармы? – тип һораныҡ.
Шул саҡ уҡытыусыбыҙ бик ныҡ үкенгән кеүек итеп башын сайҡаны:
– Юҡ, балалар, Ленинды бер ваҡытта ла күргәнем юҡ минең. – Ул ғәйепле кеше кеүек көрһөндө, үҙен беҙҙең алда уңайһыҙ тойҙо.
Һәр ай аҙағында Дүйшөн үҙ эше менән волосҡа бара торғайны. Ул унда йәйәү китә, ике-өс көн үткәс кенә әйләнеп ҡайта торғайны. Бындай көндәрҙә беҙ уны ныҡ ҡыҙғана инек. Бер туған ағайым булһа ла, мин уны, Дүйшөндөң ҡайтҡанын көткән, кеүек шундай түҙемһеҙлек менән көтмәҫ инем. Еңгәм һиҙмәһей өсөн йәшенеп кенә әленән-әле өй алдына сығам да далалағы юлға оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торам, арҡаһына моҡсай аҫҡан уҡытыусы ҡасан күренер, уның йөрәкте йылыта торған йылмайыуын ҡасан күрермен, ҡасан уның белем биреүсе һүҙҙәрен ишетермен икәнт, тип уйлайым.
Дүйшөндөң уҡыусылары араһында мин йң өлкәне инем. Бәлки, шуғалыр ҙа мин бүтәндәрҙән яҡшыраҡ уҡығанмындыр. Хәйер, уның өсөн генә лә түгелдер. Уҡытыусының һәр һүҙе, ул күрһәткән һәр хәреф – бөтәһе лә миңә изге ине. Минең өсөн донъяла Дүйшөн өйрәткәндәрҙе белеүҙән дә мөһим нәмә булмағандыр. Ул биргән дәфтәрҙе мин бик һаҡлап тота инем, шуға ла хәрефтәрҙе ураҡ осо менән ергә, күмер менәм сыуалға, сыбыҡ менән ҡарға, саңға яҙа торғайным. Минең өсөн донъяла Дүйшөндән дә белемле, унан да аҡыллы кеше юҡ ине.
Ҡыш етеп килгән мәл.
Тәүге ҡар төшкәнсе, беҙ мәктәпкә түң аҫтынан шаулап аҡҡан ташлы йылға аша ялан аяҡ кисеп йөрөнөк. Һуңынан йөрөп булмай башла – һалҡын һыу үҙәккә үткәнсе өшөтә. Бәләкәйерәктәр бигерәк тә ыҙалана, хатта күҙҙәренә йәш килеп, илар хәлгә етә яҙалар ине. Шунан Дүйшөн уларҙы үҙе күтәреп сығара башланы. Ул балаларҙың береһен арҡаһына атландыра, икенсеһен ҡулына ала, шулай сиратлап һәммәһен дә һыу аша сығарып бөтөрә.
Хәҙер шуларҙы иҫләйем дә шулай уҡ булдымы икән ни барыһы ла тип ышанмай ҡуям. Ләкин ул саҡта, әллә наҙанлыҡтары арҡаһындамы, әллә аңлап етмәүҙәренәнме, кешеләр Дүйшөндән көлә торғайнылар. Тауҙарҙа ҡышлаған, бында тик тирмәнгә генә килә торған байҙар бигерәк тә мыҫҡыл итәләр ине. Төлкө малахай, һарыҡ тиреһенән тегелгән яҡшы тун кейгән, ҡырағай һимеҙ аттарға атланған шух байҙарҙың, нисә тапҡыр инде беҙҙе кисеү эргәһендә тап итеп, Дүйшөнгә күҙҙәрен аҡайтып, мыҫҡыллы ҡарап үткәндәре булды. Уларҙың берәйһе пырхылдап көлөп ебәрә лә күршеһен ҡоторта:
– Ҡарәле, ҡара, береһен арҡаһына йөкмәгән, икенсеһен ҡулына күтәргән!
Шул саҡ икенсеһе, бышҡырған атын ҡыуа төшөп, былай тип өҫтәй:
– Эх, шайтан алғыры, элегерәк белмәгәнмен, икенсе бисәлеккә бына кемде алырға кәрәк булған икән!
Улар беҙгә аттарының тояҡтарынан һыу, бысраҡ сәсрәтеп, көлөшә-көлөшә үтеп китә торғайнылар.
Шул саҡта, мин был әҙәпһеҙ, тупаҫ кешеләрҙе ҡыуып етеп, аттарының йүгәненән алып, уларҙың мыҫҡыллы йөҙҙәренә тура бәреп: “Беҙҙең уҡытыусыбыҙ тураһында улай тип әйтергә хаҡығыҙ юҡ! Туң, аңһыҙ кешеләр һеҙ!” – тип әйткем килә ине.
Ләкин минең, бер меҫкендең, тауышына кем ҡолаҡ һалыр ине һуң? Миңә тик ғәрләнеүҙән сыҡҡан ҡайнар күҙ йәштәремде түгергә генә ҡала. Ә Дүйшөн, әйтерһең, был мыҫҡыллауҙарҙы күрмәй, әйтерһең, хәтере ҡалырлыҡ бер һүҙ ҙә ишетмәгән. Ниндәйҙер берәй мәҙәк табып һөйләй ҙә бөтә донъяңды оноттороп көлдөрә торғайны.
Дүйшөн ни тиклем генә тырышмаһын, йылға аша берәй бәләкәй генә күпер һалыу өсөн дә ағас таба алманы. Шулай бер саҡ мәктәптән ҡайтҡанда, бәләкәйерәктәрҙе йылға аша сығарғас, аръяҡ ярҙа Дүйшөн менән икәүбеҙ генә ҡалдыҡ. Башҡаса кисеп йөрөмәҫ өсөн, таш менән кәҫтәрҙән өйөм баҫма яһамаҡсы булдыҡ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауыл халҡының бергә йыйылып, йылға аша күмәкләп бер ниә бүрәнәне күтәртеп һалыуҙары ғына кәрәк ине. Һә тигәнсе уҡыусыларға күпер ҙә әҙер булыр ине. Ләкин бөтә бәлә шунда ине: ул саҡта кешеләр, наҙан булыуҙары сәбәпле, уҡыуға әһәмиәт бирмәнеләр, ә Дүйшөндө, һис юғында, ахмаҡҡа иҫәпләнеләр, балалар менән ни эшләргә белмәгәнлектән булашып йөрөй тип ҡаранылар. Йәнәһе, теләйһең икән – уҡыт, теләмәһәң – бөтәһен дә өйҙәренә тарата. Улар үҙҙәре һыбай йөрөгәс ни, баҫма-фәләнгә мохтаж түгелдәр ине. Шулай ҙа беҙҙең кешеләргә, бер кемдән дә бер ере менән дә кәм булмаған был йәш егет ни өсөн һуң, ауырлыҡтарҙан да, ҡыйынлыҡтарҙан да ҡурҡмай, көлөүҙәргә лә, мыҫҡыллауҙарға ла түҙеп, шулай ғәҙәттән тыш тырышлыҡ менән беҙҙең балаларыбыҙҙы уҡытып йөрөй икән, тип уйлап ҡарарға кәрәк ине, әлбиттә.
Беҙ йылға аша сығырлыҡ итеп таш баҫма һалған көндә ерҙе ҡар ҡаплаған ине инде. Һыу шундай һалҡын, хатта елек һөйәктәренә үтеп инә. Дүйшөн ялан аяҡ туҡтауһыҙ эшләне. Белмәйем, ул нисек түҙгәндер. Мин шул тиклем ҡыйынлыҡ менән саҡ баҫып йөрөйөм, әйтерһең, йылға төбөнә утлы күмер йәйелгән тиерһең. Бер саҡ йылға уртаһында ҡапыл бөтә тәнем ҡорошто ла ҡуйҙы. Мин ҡысҡыра ла, ҡуҙғала ла алмайым, һыуға йығыла башланым. Дүйшөн ҡулындағы ташын атып бәрҙе лә яныма ашығып килеп етте, мине күтәреп, йүгерә-атлай ярға алып сыҡты, шинеленә төрөп ултыртты. Ул йә минең өшөп буҙарған аяғымды ыуа, йә хәрәкәтһеҙ ҡалған ҡулымды үҙ усына алып, йәки ҡайнар тыны менән өрөп йылыта.
– Алтынай, һин ошонда ғына ултырып тор, йылын, – тине Дүйшөн яғымлы тауыш менән. – Ҡалғанын мин үҙем дә эшләп бөтөрөрмөн.
Аҙаҡ килеп, баҫма әҙер булды. Дүйшөн итеген кейә-кейә миңә ҡараны ла:
– Йә, нисек, йылындыңмы, аҡыллым. Шинелде күтәреберәк ябын, ана шулай! – тине. Аҙыраҡ тын торғас: – Алтынай, теге ваҡытта мәктәпкә тиҙәкте һин ҡалдырғайныңмы? – тип һораны.
– Эйе, – тинем мин.
Ул, “мин шулайҙыр тип уйлағайным да!” тигәндәй, ирен остары менән беленер-беленмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы.
Хәҙергеләй хәтеремдә, шул мәлдә минең яңаҡтарым ут булып янды. Тимәк, уҡытыусы әллә ни әһәмиәте булмаған был хәлде белә, онотмаған икән. Мин үҙемде сикһеҙ бәхетле, тойҙом, түбәм күккә тейҙе. Дүйшөн дә минең шатлығымды аңланы булһа кәрәк.
– Саф шишмәм минең, – тине ул, миңә иркә ҡарап. – Отҡорлоҡ та етерлек үҙеңдә. Их, берәй ҙур ҡалаға уҡырға ебәрә алһам ине үҙеңде. Ниндәй кеше булып сығыр инең!
Дүйшөн ниндәйҙер бер эске ынтылыш менән кинәт ярға табан бер аҙым яһаны.
Ул, ҡулдарын артҡа ҡуйып, янып торған күҙҙәре менән алыҫ-алыҫтарға, тауҙар өҫтөнән йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап торҙо. Мин уны һаман да шул килеш күҙ алдына килтерәм.
Шул саҡта ул ниҙәр уйланы икән? Бәлки, ул, ысынлап та, хыялы аша мине ҙур ҡалаға уҡырға оҙатҡандыр. Ә мин был мәлдә, Дүйшөндөң шинеленә уранып ултырған килеш, былай тип уйланым: “Мөғәллим минең бер туған ағайым булһа ине! Уның муйынына һарылып, ҡыҫып ҡосаҡлап, күҙҙе ныҡ итеп йомоп, ҡолағына донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе бышылдайһы ине, Хоҙайым, уны минең ағайым итһәңсе”.
Моғайын, беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең уҡытыусыбыҙҙы кеселекле, изге ниәтле булғаны өсөн, беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында хыялланғаны өсөн яратҡанбыҙҙыр. Бала булһаҡ та, беҙ быны шул саҡта уҡ аңлағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Көн һайын шул хәтле алыҫҡа йөрөргә, елгә сәсәй-сәсәй, көрткә бата-бата текә ҡабаҡ башына күтәрелергә беҙҙе кем мәжбүр иткән тиһең? Беҙ мәктәпкә үҙебеҙ теләп йөрөнөк. Беҙҙе унда берәү ҙә көсләп ҡыуманы. Ауыҙҙан сыҡҡан тын биткә, ҡулға, кейемгә аҡ бәҫ булып ҡуныр был һалҡын һарайҙа өшөй-өшөй дәрес тыңларға беҙҙе берәү ҙә мәжбүр итмәне. Беҙ тик сиратлап ҡына мейес алдында йылынып ала инек. Был ваҡытта ҡалғандар, урындарынан ҡуҙғалмайынса, йотлоғоп Дүйшөндөң һөйләгәнен тыңлай торғайнылар.
Ошондай һыуыҡ көндәрҙең береһендә – хәҙергеләй хәтерләйем, ғинуар аҙаҡтары ине – Дүйшөн беҙҙе йөрөп йыйып бөттө лә, ғәҙәттәгесә, мәктәпкә алып китте. Ул өндәшмәйенсә атлай, үҙе бик етди төҫтә, ҡаштарын бөркөт ҡанаттары кеүек йыйырған, ә йөҙө, әйтерһең, ныҡ ҡыҙҙырылған ҡара ҡоростан ҡойолған. Беҙ үҙебеҙҙең укытыусыбыҙҙы бер ваҡытта ла бындай хәлдә күргәнебеҙ юҡ ине. Уның ыңғайына беҙ ҙә шым булдыҡ, күңелебеҙ ниндәйҙер бер шом һиҙҙе.
Тәрән көрт аша үтергә тура килһә, Дүйшөн гел үҙе алдан юл яра, уның артынан мин төшәм, ә минең артымдан башҡалар эйәрә ине. Таң атҡансы ҡалын ҡар өйөлгән түң аҫтына еткәс, Дүйшөн был юлы ла алдан атланы. Ҡайһы саҡта кешенең эске хәлен, күңелендә ниндәй хистәр ҡайнауын артынан да бер ҡарау менән үк белергә була. Эйе, ул саҡта беҙҙең уҡытыусыбыҙҙы ҡайғы баҫҡанлығы күренеп тора ине. Ул, башын түбән эйгән килеш, аяғын көскә-көскә һөйрәп атлай. Күҙ алдымда ҡара һәм аҡ төҫтәрҙең ҡурҡыныс сиратлашыуы әле лә хәтеремдә. Беҙ эркелешеп түң өҫтөнә менеп етеп киләбеҙ. Шул саҡ ҡара шинель кейгән Дүйшөндөң эйелгән арҡаһы, ә юғарыраҡ, уңың баш осонда, дөйә үркәстәре кеүек ҡар ҡыраздары күренә, ел ундағы ҡарҙарҙы туҙҙыра, осороп алып китә, ә тағы ла юғарыраҡ аҡһыл күк йөҙөндә яңғыҙ ҡара болот күренә,
Килгәс, Дүйшөн мейес тә яғып торманы.
– Баҫығыҙ, – тине ул.
Беҙ ул ҡушҡанды үтәнек.
– Баш кейем дәрегеҙҙе һалығыҙ.
Беҙ тыңлаусан ғына баш кейемдәребеҙҙе һалдыҡ, үҙе лә буденовкаһын ҡулына алды. Беҙ әле бының асылына төшөнмәйбеҙ. Шунан уҡытыусыбыҙ һыуыҡ тейеүҙән тоноҡланған тауышы менән өҙөк-өҙөк итеп былай тине:
– Ленин үлгән. Хәҙер ер йөҙөндәге бөтә кешеләр траурҙа торалар. Һеҙ ҙә тын ғына баҫып тороғоҙ. Бына бында, портретҡа ҡарағыҙ. Был көн иҫегеҙҙә ҡалһын.
Мәктәптә шундай тынлыҡ урынлашты, әйтерһең, ҡар өйөмөнә ҡапланып ҡалғанбыҙ. Тишектәр, ярыҡтар үтә ел өрөүе лә, ҡар бөртөктәренең һалам өҫтөнә шыптырлап төшөүе лә асыҡ ишетелә ине.
Шаулы ҡалалар, ер һелкетер заводтар тын ҡалған, юлдағы поездар туҡтаған, бөтә донъя траурға күмелгән был ҡайғылы сәғәттә беҙ ҙә, бер кемгә лә билдәле булмаған, мәктәп тип йөрөтөлгән һалҡын һарайҙа, тың да алмайынса, үҙ уҡытыусыбыҙ менән бергә ғорур рәүештә ҡарауылда торҙоҡ, Ленин менән хушлаштыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙ күңеленән үҙен уға иң яҡын итеп, уның тураһында бөтәһенән дә нығыраҡ ҡайғырыусы итеп иҫәпләне. Ә бер аҙ киңерәк хәрби френч кейгән, яралы ҡулы яурынына артып бәйләнгән һөйөклө Ленин стенанан элеккесә беҙгә ҡарай, һаман да үҙенең асыҡ, аңлайышлы ҡарашы менән: “Белһәгеҙ ине, балалар, һеҙҙе ниндәй гүзәл киләсәк көтә!” – тип әйткән кеүек. Шул тын минутта ул ысынлап та беҙҙең киләсәгебеҙ хаҡында уйлаған һымаҡ тойолдо.
Шунан һуң Дүйшөн еңе менән күҙен һөрттө лә:
– Мин бөгөн волосҡа китәм. Партияға инергә барам. Өс көндән әйләнеп ҡайтырмын, – тине.
Был өс көн миңә һәр ваҡыт үҙем кисерергә тура килгән бөтә ҡыш көндәренең иң аяуһыҙҙары булып тойола. Әйтерһең, тәбиғәттең ниндәйҙер ҡеүәтле көсө донъя ҡуйған бөйөк кешенең урынын буш ҡалдырмаҫҡа тырыша; ҡоторонған ел туҡтауһыҙ геүләй, ҡар бураны өйөрөлә, тыш һалҡын тимер кеүек зыңлай. Тәбиғәт һис тә тыныслана алмай, ул үкһеп-үкһеп илай һымаҡ.
Түбәндән генә осҡан болоттар араһынан саҡ-саҡ ҡарайып күренгән тауҙар түбәнендәге беҙҙең ауыл тынып ҡалды. Буран күмгән мөрйәләрҙән үргә нәҙек кенә төтөндәр күтәрелә, кешеләр өйҙәренән сығып йөрөмәйҙәр. Өҫтәүенә, ҡапыл бүреләр ҙә бөтөнләй йыртҡысланып, ҡан эскесләнеп киттеләр. Көпә-көндөҙ юл буйҙарында йөрөйҙәр, ә төндә ауыл тирәһендә темеҫкенәләр, таң атҡансы ас, ҡарлыҡҡан тауыш менән олойҙар.
Ни ишләптер мин уҡытыусыбыҙ өсөн ҡурҡам, ошондай һыуыҡта ул ни хәлдә генә икән, бер ҡат шинель менән генә бит, исмаһам, туны ла юҡ, тип уйлайым. Дүйшөн ҡайтырға тейеш көндә бөтөнләй ҡайғыға баттым, йөрәк ниндәйҙер шомлоҡ һиҙә. Мин йыш ҡына өйҙән сығьш, аҡ ҡар баҫҡан буш далаға ҡарайым, мөғәллим ҡайтып килмәйме икән, тием. Ләкин бер йән эйәһе лә күренмәй.
“Ҡайҙа һин, беҙҙең ҡәҙерле мөғәллимебеҙ? Үтенеп һорайым, һуңға ҡалма, тиҙерәк ҡайт. Беҙ һине ашҡынып көтәбеҙ, ишетәһеңме, мөғәллим! Беҙ һине көтәбеҙ!”
Ләкин дала эстән генә ҡысҡырып әйткән был һүҙҙәремә яуап бирмәй. Мин ниңәлер илай башланым.
Минең былай йөрөүем еңгәмә оҡшаманы, күрәһең.
– Ишек яғын ятҡырыу юҡ бөгөн! Йәле, ултыр үҙ урыныңа, тотон эшеңә. Балаларҙы өшөтөп бөттөң. Тағы урыныңдан ҡуҙғалып ҡына ҡара әле! – тип ул миңә бармаҡ янаны, башҡаса өйҙән сығарманы.
Кис булды. Мин, шул рәүешле мөғәллимдең ҡайтыу-ҡайтмауын белә алманым. Шунлыҡтан, тынысланып ултырыр урын тапманым. Йә мин үҙемде Дүйшөн, моғайын, ҡайтҡандыр, сөнки уның әйткән көнөнә ҡайтмай ҡалған ваҡыты юҡ бит, тип тынысландырам, йә ул миңә ауырып киткән лә шунлыҡтан бик яй, саҡ-саҡ атлап ҡайтып килә һымаҡ тойола. Ә тышта буран һаман көсәйә бара. Бындай төндә яланда аҙашыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Бер ҙә ҡул эшкә бармай, бәйләмем өҙөлә лә китә, өҙөлә лә китә, был еңгәмдең асыуын оторо ҡабарта.
– Бөгөн ни булған һуң һиңә? Ағас ҡул түгелһеңдер бит? – тип ул һаман ҡыҙа барҙы. Бер аҙҙан уның түҙемлеге сигенә етте. Сәсрәмәҫ бала булдың инде. Бар, исмаһам, Сайҡал әбейҙәргә тоҡтарын илтеп бир, – тине ул.
Мин шатлығымдан саҡ бейеп ебәрмәнем. Дүйшөн тап шул Сайҡал әбейҙәрҙә тора бит! Сайҡал әбей менән Ҡартанбай бабай – миңә әсәйем яғынан алыҫ булһа ла туған тейешле кешеләр. Элек мин уларға йыш ҡына бара, ә ҡайһы саҡта хатта йоҡлап та ҡайта торғайным. Еңгәм әллә шуны иҫләнеме, әллә Хоҙайҙың ҡушыуы шул булдымы, ул миңә тоҡто тотторҙо ла былай тип өҫтәне:
– Бөгөн теңкәмә тейеп бөттөң, нәҡ аслыҡ йылындағы талпан кеүекһең. Бар, юлыңда бул, әгәр ҡарттар рөхсәт итһә, ҡунып ҡайт. Күҙемдән юғал тиҙерәк.
Ишек алдына сыҡтым. Буран аяуһыҙ ҡотора, өйрөлтөп-өйрөлтөп килтереп биткә ҡар бәрә. Мин тоҡто ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып алдым да яңы ғына үткән ҙур тояҡлы ат эҙе буйлап ауылдың арғы яҡ осона ҡарай йүгерҙем. Ә башымда тик бер генә уй: “Мөғәллим ҡайттымы икән, ҡайттымы икән?”
Килдем. Ә ул күренмәй. Йыш-йыш тын алған хәлдә тупһала туҡтап ҡалыуымды күргәс, Сайҡал әбей ҡурҡып уҡ китте.
– Ни булды һиңә? Нимәгә улай йүгереп килдең, әллә берәй бәлә-ҡаза бармы?
– Юҡ, былай ғына. Бына, тоҡ килтерҙем. Бөгөн һеҙҙә ҡалырға яраймы.
– Ҡал, балаҡайым, ҡал. Уф, бисура ҡыҙыҡай, ҡотомдо алдың бит. Ни эшләптер көҙҙән бирле килгәнең дә юҡ. Ултыр ут янына, йылын.
– Ә һин, ҡарсыҡ, ҡаҙанға ит һал, ҡыҙыҡайҙың тамағын туйҙыр. Дүйшөн дә ҡайтып етер, – тип өндәште тәҙрә эргәһендә иҫке быйма ямап ултырған Ҡартанбай бабай.
– Ул күптән ҡайтып етергә тейеш ине инде. Йә, бирешмәҫ әле, ҡараңғы төшкәнсе килеп инер әле. Беҙҙең ат ҡайтыуға бик салт ул.
Һиҙҙермәй генә тәҙрәләрҙә ҡараңғылыҡ шәүләһе ҡапланы. Минең йөрәгем, әйтерһең дә, һаҡта тора, эт өрһә йәки кеше тауышы ишетелһә, ул көсөргәнешле тынып ҡала. Ә Дүйшөн һаман юҡ та юҡ. Әлдә шуныһы яҡшы, Сайҡал әбей, һүҙ менән әүрәтеп, ваҡыттың үткәнен һиҙҙертмәй.
Беҙ уны шулай сәғәттәр буйына көттөк. Төн урталары етеүгә, Ҡартанбай бабай арыны булһа кәрәк.
– Булмаһа, ҡарсыҡ, урын йәй әле. Ҡайтмаҫ ул бөгөн. Хәҙер һуң инде. Нәсәлниктәрҙең эше аҙмы ни, туҡтатҡандарҙыр, юғиһә күптән өйҙә булыр ине инде.
Ҡарт ятырға йыйынды.
Миңә урынды мейес артына, мөйөшкә һалдылар. Ләкин мин һис тә йоҡлай алмайым. Ҡарт йүткерә лә йүткерә, әйләнә лә тулғана, әллә ниндәй доғалар уҡый. Бер саҡ, тынысһыҙланып, әйтеп ҡуйҙы:
– Атым ни хәлдә генә икән? Бит бер ус бесәнде лә бушлай алып булмай, ә инде һолоно һатып ала алмаҫһың.
Ҡартанбай бабай оҙаҡламай йоҡлап китте. Ләкин, шул саҡ тышта ел ҡотора башланы. Ул өй ҡыйығын да ҡуймай, тәҙрә ярыҡтарынан үтеп инә. Тышта һепертмә бурандың нисек ҡарҙы нигеҙгә килтереп бәргәне лә ишетелә.
Ҡарттың һүҙҙәре мине тынысландыра алманы. Миңә мөғәллим ҡайтып етер төҫлө тойолоп тик тора, мин фәҡәт уны ғына уйлайым, уны юлда, икһеҙ-сикһеҙ ҡар бушлығында итеп күҙ алдына килтерәм. Белмәйем, йоҡоға талыуыма күпме ваҡыт үткәндер, тик мин ҡапыл нимәгәлер уянып киттем. Төрлөсә бүре олоған тауыштар ишетелә. Төрлө яҡтан тауышланып, бүреләр бик тиҙ бер-береһенә яҡынлашалар кеүек ине. Уларҙың олоу тауыштары бөтәһе бергә ҡушылды ла, йә алыҫайып, йә тағы ла яҡынайып, ел менән бергә ялан буйлап осоп йөрөнө. Ҡайһы саҡта улар ҡайҙалыр бөтөнләй яҡында, ауыл янында ғына һымаҡ тойола.
– Буран теләйҙәр! – тип бышылданы әбей. Ҡарт өндәшмәне, тыңлап ята бирҙе лә урынынан ырғып килеп торҙо:
– Юҡ, әбей, юҡҡа ғына түгелдер был! Улар кемделер баҫтыралар. Кешене йә булмаһа атты ҡамайҙар. Ишетәһеңме? Хоҙайым, Дүйшөндө һаҡлай ғына күр инде. Ул бит бер ниҙән дә ҡурҡа белмәй, йәлдәт – Ҡартанбай бабай, ҡараңғыла тунын эҙләп, ығы-зығы килә башланы. – Ут, ут тоҡандыр, әбей! Исмаһам, Хоҙай өсөн булһа ла йәһетерәк ҡуҙғал!
Беҙ, ҡотобоҙ осоп, урыныбыҙҙан торҙоҡ. Сайҡал әбей шәмде табып, ут тоҡандырғансы, бүреләрҙең ярһып олоған тауыштары, ҡапыл ҡул менән һыпырып, ткшлаған кеүек, бөттө лә ҡуйҙы.
– Тоттолар, ҡәһәр һуҡҡырҙар! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Ҡартанбай бабай. Ул, кәкре башлы таяғын эләктереп, ишеккә табан ынтылғайны ғына, шул ваҡыт эт өргән тауыштар ишетелде, кемдер ҡарҙы шығырлата баҫып тәҙрә эргәһенән йүгереп үтте. Ул, ашығып, ныҡ итеп ишек шаҡыны.
Өйгә һалҡын боҫ бәреп инде. Боҫ таралыуға, инеүсенең Дүйшөн икәнлеген таныныҡ. Уның ҡобараһы осоп, ап-аҡ булған, тыны бөткән. Ул сайҡала-сайҡала тупһа аша атланы ла ишек төбөнә һөйәлде.
– Мылтыҡ! – тине ул, бер аҙ тын алғас.
Гүйә, беҙ уны аңламай инек әле. Минең күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, мин тик әбей менән бабайҙың ярышып әйтеүҙәрен генә ишеттем:
– Ҡара һарыҡты ҡорбанға салырбыҙ! Аҡ һарыҡты ла ҡорбанға салырбыҙ! Изге пәйғәмбәр һаҡлаһын үҙеңде. Һинме был?
– Мылтыҡ, мылтыҡ бирегеҙ! – тин ҡабатланы Дүйшөн.
– Мылтыҡ юҡ бит һуң. Һин нимә, ҡайҙа?
Әбей менән бабай Дүйшөндө тотоп алдылар.
– Бирегеҙ таяҡты!
Әммә улар ялынып-ялбарып былай тинеләр:
– Беҙ иҫән саҡта бер ҡайҙа ла, бер ҡайҙа бармайһың. Ошо урында икебеҙҙе лә үлтерһәң дә ебәрмәйбеҙ.
Бөтә тәнемдә мин ниндәйҙер бер сәйер хәлһеҙлек тойҙом. Өндәшмәй генә урыныма барып яттым.
– Өлгөрә алманым, өй эргәһендә тип әйтерлек ҡыуып еттеләр. – Дүйшөн тәрән итеп көрһөндө лә ҡамсыһын мөйөшкә быраҡтырҙы. – Ат юлда уҡ арығайны, шунан бүреләр баҫтыра башланы, малҡайың ауылға еткәнсе сабып килде-килде лә киҫелгән көлтә кеүек ауҙы. Шунан бүреләр ҡомһоҙланып уға йәбештеләр.
– Аты ярай әле. Бына үҙеңдең һау ҡалыуың яҡшы. Ат ҡолап ҡалмаған булһа, улар һине лә ыскындырмаған булырҙар ине. Аллаға шөкөр былай бөткәнгә. Йә, сисен, ут янына килеп ултыр. – Ҡана, итегеңде сисәйек, – тип ашыҡтырҙы Ҡартанбай бабай. – Ә һин, ҡарсыҡ, нимәң бар, йылыта һал.
Улар ут янына ултырҙылар. Шул саҡ Ҡартанбай бабай еңел тын алып ҡуйҙы.
– Ярай инде, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Ә ниңә һуң әле һин былай һуң сыҡтың?
– Волком ултырышы оҙаҡлап китте. Олатай, мин партияға керҙем.
– Бик һәйбәт булған. Тик бына иртәгеһенә таң менән сыҡһаң ни була, моғайын, һине берәү ҙә сыбыҡлап ҡыумағандыр бит.
– Мин балаларға бөгөн ҡайтырға вәғәҙә биргәйнем, – тип яуапланы Дүйшөн. – Иртәгә иртә менән уҡ уҡый башларбыҙ.
– Эх, ахмаҡ! – тип Ҡартанбай бабай хатта урынынан ырғып уҡ торҙо ла ғәжәпләнеп баш сайҡаны.
– Һин тыңла әле, әбей. Күрәһеңме һин уны, балаларға, анауы маңҡаларға, вәғәҙә биргән! Ә бына тере ҡалмаған булһаң? Нимә һөйләгәнеңде аңлайһыңмы һуң?
– Был минең бурысым, эшем, олатай. Һеҙ бына шуныһын әйтегеҙ әле: ғәҙәттә, йәйәү йөрөй торғайным, ә был юлы, шайтан алғыры, һеҙҙең атығыҙҙы һорап алған булдым. Алдым, ә бүреләр ауыҙына тығып киттем...
– Һүҙ ул тураламы ни? Ҡуй әле шул арыҡ атты, буш юғалһа ла, үкенмәҫ инек. Әйҙә, һинең хаҡыңа булһын! – тип үпкәләне Ҡартанбай бабай. – Ғүмерем буйы атһыҙ булдым, хәҙер ҙә бирешмәм әле. Совет власы ғына һау булһын, йәшәрбеҙ.
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡарт, – тине Сайҡал әбей, хуплап. – Йәшәрбеҙ әле. Йәле, улым, аша эҫеләй генә...
Улар тын ҡалдылар. Ә бер аҙҙан һуң янған тиҙәк ҡуҙын тарата-тарата, Ҡартанбай бабай уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы.
– Ҡарап-ҡарап торам да һиңә, Дүйшөн, иҫәр ҙә күренмәйһең үҙең, аҡыллы егетһең. Тик шуны һис тә аңламайым: нимә хаҡына һуң шул мәктәп менән, аңра балалар менән интегәһең әле? Әллә бүтән эш тапмаҫмын тиһеңме? Исмаһам, кемгә булһа ла көтөү көтөргә ялланыр инең. Туңып та йөрөмәҫ, туҡ та булыр инең.
– Яҡшылыҡ теләп әйтеүегеҙҙе аңлайым, олатай. Ләкин шул: әгәр ҙә был аңһыҙ балалар ҙа һуңынан бына ошолай, һеҙҙең кеүек, нимәгә ул мәктәп, нимәгә ул беҙгә уҡыу, тип ҡараһалар, ул саҡта совет власының эше алыҫ китә алмаҫ. Ә бит һеҙ совет власы булһын, йәшәһен, тип теләйһегеҙ. Шуға күрә лә мәктәп минең өсөн имгәк түгел, олатай. Әгәр мин балаларҙы яҡшы уҡыта алһам, бүтән бер нәмә тураһында ла хыялланмаҫ инем. Ленин да бит былай тип әйткән...
– Эйе, һүҙ ыңғайында ғына... – тип Ҡартанбай бабай Дүйшөндө бүлдерҙе, бер аҙ тын торғас, әйтеп ҡуйҙы: – Бына һин һәр саҡ шулай өҙәләнәһең. Ә бит күҙ йәше түгеп кенә Ленинды терелтеп булмай. Эх, ер йөҙөндә шундай бер көс булһын ине! Әллә һин башҡалар ҡайғырмайҙар тип уйлайһыңмы?.. Ә һин мңнең бына эсемә ҡара: йөрәк һыҡрай унда. Дөрөҫөн әйткәндә, белмәйем, был һинең ҡарашыңа, политикаңа тура киләме икән? Ләкин мин, Ленин бүтән дин кешеһе булһа ла, уның өсөн көнөнә бишәр тапҡыр доға ҡылам. Ә ҡайһы саҡ мин былай тип уйлап ҡуям: беҙ һинең менән күпме илаһаҡ та, файҙаһы булманы. Мин үҙемсә, ҡарттарса, фекер йөрөтәм. Ленин халыҡ йөрәгендә ҡалды. Ул, Дүйшөн, ҡандан ҡанға, быуындан быуынға күсеп йәшәйәсәк.
– Был һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, олатай. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ленин беҙҙең аранан китте, тик беҙ тормошта уныңса йәшәйәсәкбеҙ...
Уларҙың һүҙен тыңлап ята торғас, мин, нисектер, әкренләп аңыма килгәндәй булдым. Тәүҙә бөтәһе лә төш һымаҡ тойола ине. Мин Дүйшөндөң һау-сәләмәт ҡайтыуына оҙаҡ ҡына ышанмай торҙом. Ә шунан миңең нескәргән күңелемә яҙғы ташҡын кеүек сикһеҙ шатлыҡ ағымы бәреп инде. Был ҡайнар ташҡынға сәсәп, мин үкһеп илап ебәрҙем. Бәлки, бер кемдең дә, бер ҡасан да шулай минең кеүек шатланғаны булмағандыр. Был мәлдә минең өсөн бер нәмә лә юҡ ине: ошо балсыҡ өй ҙә, тыштағы буранлы төн дә, ауыл осонда Ҡартанбай бабайҙың берҙән-бер атын өҙгәләүсе бүреләр көтөүе лә – бер нәмә лә! Мин үҙемдең аҡылым, бөтә барлығым менән яҡшылыҡ кеүек сикһеҙ, ғәжәйеп бер бәхет тоя инем. Мин бөркәндем дә, илағанымды ишетмәһендәр өсөн, ауыҙымды ҡапланым. Ләкин Дүйшөн:
– Кем ул унда, мейес артында илаған? – тип һораны.
– Ә-ә, Алтынай ул, ҡыҙыҡай ҡурҡҡандыр ҙа шуға илайҙыр, – тине Сайҡал әбей.
– Алтынай? Нисек бында ул? – Дүйшөн урынынан ырғып торҙо, шунан минең, баш осома килеп сүгәләне лә яурыныма ҡағылды: – Ни булды һиңә, Алтынай ? Ниңә илайһың?
Ә мин төп яҡҡа ҡарап әйләнеп яттым да тағы ла көслөрәк илай башланым..
– Ни эшләп һин, аҡыллым, былай ҡурҡтың? Улай яраймы ни, ҙурайғанһың бит инде... Йәле, миңә ҡара...
Мин Дүйшөндө ныҡ итеп ҡосаҡланым да еүеш, ҡайнар битемде уның яурынына терәп, туҡтауһыҙ һулҡылданым, үҙемде бер нисек тә тыя алманым. Мине шатлыҡ шулай биҙгәк тотҡан кеүек ҡалтыратты.
– Әллә йөрәге урынынан ҡуҙғалдымы икән? – тип борсолдо Ҡартанбай бабай. Ул да кейеҙ түшәгенән тороп ултырҙы. – Йәле, әбей, бер аҙ уҡынып, өшкөрөп ебәр, тиҙерәк бул инде...
Бөтәһе лә бер юлы ығы-зығы килә башланылар. Сайҡал әбей әллә ниндәй доғалар уҡый, битемә йә һалҡын, йә йылы һыу һөртә, ҡайнар боҫ бөркә, үҙе лә минең менән ҡуша илай.
Аһ, улар минең йөрәгемдең аңлата алмаҫлыҡ сикһеҙ ҙур шатлыҡтан “урынынан ҡуҙғалғанын” белһәләр ине.
Мин тынысланып йоҡлап киткәнсе, Дүйшөн һалҡын ҡулдары менән янып барған эҫе маңлайымдан һыйпап, эргәмдә ултырҙы.
***
Ҡыш тауҙар артылышы аръяғына сигенде. Зәңгәр ташҡынлы яҙ килде. Ҡояш нурҙарына йылынып иҙрәгән уйһыулыҡтарҙан тауҙарға ҡарай йылы һауа ағымы иҫте. Ул үҙе менән бергә яҙғы ер тынын, ҡайнаған һөт еҫен килтерҙе. Көрттәр ҙә иреп йоҡарҙы, тауҙарҙағы боҙҙар ҡуҙғалды, йырғанаҡтар барлыҡҡа килде, шунан улар, бергә ҡушылып, юлындағы бөтә нәмәне емерерлек көслө ташҡын булып аҡтылар, йыуылған соҡорҙарға тулдылар.
Бәлки, был минең йәшлегемдең тәүге яҙы булғандыр. Нисек кенә булмаһын, был яҙ миңә элеккеләренә ҡарағанда йәмлерәк тойолдо. Беҙҙең мәктәп ултырған түң өҫтөнән күҙ алдыбыҙға гүзәл яҙ донъяһы асылды. Яҙһылыу, әйтерһең, ҡоласын йәйеп, тауҙарҙан йүгереп төшә лә, туҡтай алмайынса, ҡояш нурҙарына, аҡһыл томанға төрөнгән, көмөштәй емелдәп күренгән алыҫ дала киңлектәренә ашыға. Ҡайҙалыр йыраҡ-йыраҡта ҡар һыуынан барлыҡҡа килгән бәләкай генә күлдәр йылтырап күренә, ҡайҙалыр икенсе бер ерҙә аттар кешнәгән тауыштар ишетелә, ҡайҙалыр өсөнсө бер ерҙә күктән, ҡанаттарына аҡ болоттар эйәртеп, торналар осоп үтә. Был торналар ҡайҙарҙан осоп килгәндәрҙер ҙә үҙҙәренең шундай бойоҡторғос, һорнайҙан сыҡҡан кеүек тауыштары менән күңелде ҡайҙа елкендергәңдәрҙер.
Яҙ килгәс, беҙ күңеллерәк, йәшәй башланыҡ. Төрлө уйындар уйнайбыҙ, сәбәпһеҙ-ниһеҙ көләбеҙ, ә дәрестән һуң мәктәптән ауылға еткәнсе бөтә юл буйынса шаулаша-шаулаша йүгерешеп ҡайтабыҙ. Еңгәмә быларҙың береһе лә оҡшамай. Ул мине әрләү өсөн уңайлы мәлде көтөп кенә йөрөй.
– Һуң, һин ниңә ҡотораһың, иҫәр. Ә кейәү сыҡмай ултырыуыңды уйлап та ҡарамайһың. Йүнле кешеләрҙең һинең кеүек ҡыҙҙары күптән инде кейәүгә сығып бөттөләр, өйҙәрендә туған-тыумасалары артты. Ә һин... Берәү мәктәпкә йөрөү уйыны тапҡан икән. Туҡта әле, үҙеңде шыҡырлатып, тотмаһаммы...
Дөрөҫөн әйткандә, мин еңгәмдең янауҙарын әллә ни иғтибарға алмай торғайным. Уның өҙлөкһөҙ тиргәшеп йәшәүе бер бөгөн түгел бит, бөтмәҫ ҡылығы шул. Ә минең турала кейәү сыҡмай ултырыусы ҡыҙ тип әйтеүе нахаҡ һүҙ. Мин быйыл яҙ ҡапыл буйға үҫеп киттем. Тик шул ғына.
– Һин әле яшыҡ ҡыҙыҡайһың, – тип көлә ине Дүйшөн. – Өҫтәүенә, ерән сәслеһең шикелле!
Мин уның был һүҙҙәренә бер ҙә үпкәләмәйем. Әлбиттә, үҙемдең турала, мин яшыҡмын шул, бөтөнләй үк ерән дә түгелмен, тип уйлайым. Ә бына үҫеп еткәс, ысын кәләш булғас, мин ошолай булырмын тиһеңме? Шул саҡ еңгәм дә күрер әле минең матурлығымды. Дүйшөн миңә, һинең күҙҙәрең йондоҙҙар һымаҡ емелдәй, йөҙөң дә асыҡ, һөйкөмлө, ти бит.
Шулай бер ваҡыт мәктәптән йүгереп ҡайтып инһәм, ишек алдында ике ят ат тора. Эйәр-өпсөндәренә ҡарағанда, уларҙың хужалары тауҙар яғынан килгән булырға оҡшай. Элек тә улар беҙгә баҙарҙан ҡайтышлай йәки тирмәнгә килешләй төшөп китә торғайнылар.
Еңгәмдең: “Һин, ҡәрҙәшкәйем, ул тиклем һаранланма әле, ярлыланып китмәҫһең. Уның урынына аҙаҡтан, аҫыл ҡошто ҡулыңа төшөргәс, мине хөрмәтләп иҫкә алырһың!” – тигән һүҙҙәре, нисектер серле итеп көлөүе тупһаға аяҡ баҫҡас та уҡ күңелемде һағайта төштө. Еңгәмдең һүҙҙәренә яуап итеп хуплау, көлөү тауыштары ишетелде. Мин инеү менән, бөтәһе лә бер юлы шым булдылар. Кейеҙ өҫтөнә йәйелгән ашъяулыҡ янында бүкән кеүек, ҡыҙыл йөҙлө һөмһөҙ кеше ултыра. Ул тирләгән маңлайынан юғарыраҡ күтәреп ҡуйған төлкө малахайы аҫтынан һөҙөп ҡараны ла тамаҡ ҡырҙы, шунан күҙ ҡабаҡтарын түбән төшөрҙө.
– Ә, һылыуҡайым, ҡайттыңмы, ин, һөйөклөм! – тип яҡшатланып ҡаршы алды мине еңгәм.
Ағайым кейеҙ ситендә, икенсе бер ят кеше эргәһендә ултыра ине. Улар кәрт уйнайҙар, араҡы әсәләр, бишбармаҡ ашайҙар. Икеһе лә иҫерек. Кәрт һуҡҡан саҡтарында баштары нисектер сәйер рәүештә сайҡала.
Һоро бесәйебеҙ ашъяулыҡ янына барып ултырырға иткәйне, теге ҡыҙыл йөҙлө кеше уның башына бармағы менән шул тиклем ныҡ итеп сиртте, хатта ул ҡырағай тауыш сығарып ситкә ырғыны, тиҙерәк мөйөшкә ҡасты. Башы ныҡ ауыртҡандыр инде, бахырҡайҙың. Мин нисек тә булһа бынан ысҡынырға теләйем, тик сәбәбен генә таба алмайым. Шул саҡ бәләнән мине еңгәм үҙе ҡотҡарҙы.
– Һылыуҡайым, – тине ул, – унда, ҡаҙанда, аш бар, һыуынмаҫ борон ашаһаңсы.
Мин сыға һалдым. Әле еңгәмдең былай юхаланыуы миңә бер ҙә оҡшаманы. Күңелдә борсолоу тыуҙы. Мин ирекһеҙҙән һағая төштөм.
Бер-ике сәғәттән һуң теге кешеләр аттарына атландылар ҙа үҙҙәренең тауҙары яғына ҡайтып киттеләр. Еңгәм шунда уҡ мине ғәҙәттәгесә әрләргә тотондо. Был минең күңелемде тынысландырҙы. “Иҫерек булғаны өсөн генә шулай яғымлы ҡыланғандыр”, – тип уйланым мин.
Ошо хәлдән һуң, оҙаҡ та үтмәй, беҙгә нисектер Сайҡал әбей килеп сыҡты. Мин ишек алдында инем, шулай ҙа уның әйткән һүҙҙәрен ишетеп ҡалдым:
– Кит әле, Аллам һаҡлаһын! Һәләк итәһең бит баланы.
Еңгәм менән Сайҡал әбей, бер-береһен бүлеп, нимә тураһындалыр ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләштеләр. Шунан ҡарсыҡ өйҙән асыуы ҡабарып килеп сыҡты.
Ул миңә борсоулы, шул уҡ ваҡытта йәлләүсән ҡараш ташланы ла өндәшмәй китеп барҙы. Мин үҙемә үҙем урын таба алманым. Ни өсөн Сайҡал әбей миңә улай ҡараны икән, нием менән яраманым икән?
Икенсе көнө мәктәпкә килгәс үк, мин Дүйшөндөң, беҙгә белдермәҫкә тырышһа ла, бик күңелһеҙ, борсоу йөҙлө булыуын күрҙем. Ул ниңәлер минең яғыма ла ҡарамай. Дәрестән һуң эркелешеп мәктәптән сыҡҡас, Дүйшөн мине исемемде әйтеп туҡтатты. Уҡытыусы эргәмә килеп, күҙемә текәп ҡараны ла, яурыныма ҡулын һалып: “Һин өйгә ҡайтма. Аңланыңмы мине, Алтынай”, – тине.
Минең ҡурҡышымдан ҡотом осто. Еңгәмдең мине ни эшләтергә йыйыныуын мин яңы аңланым.
– Мин һинең өсөн үҙем яуап бирермен, – тине Дүйшөн. – Ә хәҙергә беҙҙә йәшәп тор. Минән башҡа әллә ҡайҙа сығып йөрөмә.
Моғайын, минең ҡобарам осоп, ап-аҡ булғанмындыр. Дүйшөн эйәгемде юғары күтәрә бирҙе лә, һәр ваҡыттағыса, күҙемә ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
– Һин ҡурҡма, Алтынай! – тине ул. – Эргәңдә мин бар саҡта, берәүҙән дә ҡурҡма. Ғәҙәттәгесә уҡы, әйҙә, мәктәпкә йөрө, әллә нимәләр уйлап, башыңды ҡаңғыртма... Юғиһә мин һинең ҡурҡаҡ ҡыҙыҡай икәнлегеңде беләм бит... Әйткәндәй, һиңә күптән һөйләргә йыйынып йөрөй инем. – Ул ниндәйҙер бер ҡыҙыҡ нәмә хаҡында иҫләне булһа кәрәк, йәнә көлөп ебәрҙе. – Хәтереңдәме, теге ваҡытта Ҡартанбай бабай таң һарыһынан торҙо ла ҡайҙалыр китеп юҡ булды. Бер аҙҙан һуң ҡараһам, кемде тип уйлайһың, имсе Йәнәк әбейҙе килтергән. “Ниңә килтерҙең?” – тип һорайым. “Әйҙә, бер аҙ им-том итһен, Алтынайҙың ҡурҡышынан йөрәге урынынан ҡуҙғалған бит”, – ти. Ә мин әйтәм: “Ҡыуып сығарығыҙ һеҙ уны, юҡһа бер һарыҡһыҙ ҡотола алмаҫһығыҙ. Былай ҙа бай түгелбеҙ. Атты хәйер итер инек, уны бүреләргә бирҙек...” Ул ваҡытта һин йоҡлай инең әле. Барыбер сығарып ебәрҙем мин уны. Ҡартанбай олатай шунан Һуң, бер аҙна буйы минең менән һөйләшмәй, асыуланып йөрөнө. “Һин мине, ҡарт кешене, хур иттең”, —ти. Шулай ҙа бик һәйбәттәр улар, һирәк осрай торған яҡшы кешеләр. Йә, хәҙер ҡайтайыҡ инде, әйҙә, Алтынай...
Юҡҡа уҡытыусының кәйефен ҡырмаҫ өҫөн, мин үҙемде төрлөсә ҡулға алырға тырышһам да, барыбер борсоулы уйҙарҙан ҡотола алманым, сөнки теләгән бер ваҡыт эсендә бында еңгәм килеп, мине көслөк менән алып китеүе ихтимал. Ә унда уларҙың мине нимә эшләтһәләр ҙә ҡулдарынан килә. Ауылдағы берәү ҙә уларҙы тыймаясаҡ. Мин, ҡурҡып, төнө буйы йоҡламай сыҡтым.
Дүйшөн, әлбиттә, минең хәлемде аңлай. Бәлки, шуғалыр ҙа мине нисек тә күңелһеҙ уйҙарҙан арындырыу өсөндөр индә, ул иртәгеһенә мәктәпкә ике тирәк үҫентеһе алып килгән ине. Дәрестән һуң мине етәкләне лә ситкә алып китте.
– Хәҙер беҙ һинең менән, Алтынай, бер эш эшләйбеҙ, – тине ул, серле йылмайып. – Бына был тирәктәрҙе мин һинең өсөн килтерҙем. Беҙ уларҙы икәүләп ултыртырбыҙ. Улар ҙурайып, көс йыйғансы, һин дә үҫеп етеп, яҡшы кеше булырһың. Һинең күңелең киң, зирәк аҡыллыһың. Мин һине гел ғалим кеше булырһың һымаҡ тоям. Мин быға ышанам, бына күрерһең әле, һиңә тыумыштан шулай яҙылған. Һин әле, ошо тирәктәр кеүек, йәш, сибек кенәһең. Әйҙә, Алтынай, уларҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән ултыртайыҡ. Бәхетең уҡыуҙа булһын, аҡыллым.
Был үҫентеләр йәш кенә, күгелйем олонло тирәктәр ине. Беҙ уларҙы мәктәптән алыҫ булмаған урынға ултыртҡас, тау итәгенән йомшаҡ ел иҫте, уларҙың әле яңы ғына асылып килгән кескәй япраҡтарын әҙ генә ҡуҙғатып ҡуйҙы, гүйә, ел япраҡтарға йәшәү өрҙө.
– Ҡара әле, ниндәй һәйбәт! – тип көлдө Дүйшөн, артҡараҡ сигә биреп. – Ә хәҙер анауы шишмәнән арыҡ үткәрәйек. Һуңынан күрерһең әле, шундай матур тирәктәр булып үҫерҙәр! Улар бында, түң өҫтөндә, ике туған кеүек, бергә шаулап ултырырҙар. Уларҙы һәр кем күрер, яҡшы кешеләр быға һөйөнөр. Ул ваҡытта Алтынай, тормош та икенсе булыр. Бөтә рәхәтлек алда әле.
Дуйшөндөң шундай изге күңелле булыуы мине бик ныҡ әҫәрләндерҙе. Мин үҙемдең был эске торошомдо, исмаһам, бер аҙ ғына булһа ла аңлатып биреү өсөн хәҙер ҙә һүҙ таба алмайым. Мин ул саҡта Дүйшөнгә һоҡланып, таң ҡалып ҡарап торҙом. Гүйә, мин уны беренсе тапҡыр күрәм, йөҙөндә – күпме алсаҡ матурлыҡ, һөйкөмлөлөк, күҙҙәрендә – күпме наҙ, кешелеклелек. Уның эшсән, көслө ҡулдарын да, шундай асыҡ, саф, йөрәкте йылытырлыҡ йылмайыуын да, гүйә, беренсе тапҡыр күрәм! Шул саҡ күкрәгемдә ҡайнар тулҡын булып әле минең өсөн ят донъяның таныш түгел яңы тойғоһо уянды һәм мин Дүйшөнгә: “Мөғәллим, ошондай яҡшы кеше булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Мин һеҙҙе ҡосаҡлап үбергә теләйем!” – тигән һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн уға талпындым. Ләкин ҡыйманым, был һүҙҙәрҙе әйтергә оялдым. Ә, бәлки, кәрәк булғандыр…
Беҙ түң өҫтөндә, һәр кем үҙ хыялына сумып, тик торҙоҡ. Күк йөҙө шундай аяҙ, саф, тирә-яҡ яҙғы йәшеллеккә күмелгән. Был мәлдә мин үҙемә ябырылған ҡайғы, ҡурҡыныс хаҡында бөтөнләй онотҡайным. Иртәгә нимә булырын да, ни өсөн бына ике көн инде еңгәм мине эҙләгәнлеген дә уйламайым. Бәлки, улар мине онотҡандарҙыр, бәлки, мине бирмәҫкә булғандарҙыр? Дүйшөн, баҡһаң, был турала ла уйлаған икән.
– Һин бик ҡайғырма, Алтынай, юлын табырбыҙ, – тине ул, ауылға ҡайтып килешләй. – Унда һинең хаҡында һөйләшәсәкмен. Бәлки, һине, юллап, ҡалаға уҡырға ла ебәртермен әле. Барырға теләйһеңме?
– Һеҙ нисек ҡушһағыҙ, шулай эшләрмен, – тинем мин,
Ҡаланың нисек икәнлеген күҙ алдына килтерә алмаһам да, миңә ҡала тормошо хаҡында хыялланыу өсөн Дүйшөндөң әйткәндәре лә етте. Берсә мин үҙемде ят ерҙәрҙә көткән билдәһеҙлектәрҙән ҡурҡам, берсә тағы юлға сығырға ҡарар итәм: ҡыҫҡаһы, хәҙер минең башымда – тик ҡала ғына.
Икенсе көндә мәктәптә лә шул турала ғына уйланып тик ултырҙым. Унда нисек кемдә йәшәрмен икән, тип уйлайым. Әгәр кем дә булһа үҙенә индерһә, утынын да ярырмын, һыуын да килтерермен, керен дә йыуырмын, нимә генә ҡушмаһындар, бөтәһен дә эшләрмен. Дәрестә шулай уйланып ултыра торғас, ҡапыл мәктәптең серек стенаһы аша тояҡ тауыштары ишетелеүгә тертләп киттем. Был шундай тиҙ булды, аттар шундай шәп сабып килделәр, әйтерһең, мәктәпте хәҙер тапайҙар тип торорһоң. Беҙ һәммәбеҙ ҙә һағайып, тынып ҡалдыҡ.
– Иғтибарығыҙҙы бүлмәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән булыҒыҙ, – тине Дүйшөн. Тик шул саҡ ишек шар асылып китте, тупһала еңгәм күренде. Ул йөҙөнә тантаналы яуызлыҡ төҫө сығарып, мыҫҡыллы йылмайып ҡарап тора. Дүйшөн уның янына барып:
– Ниндәй эш менән килдегеҙ? – тип һораны.
– Һин ҡыҫыла торған эш түгел был! – Еңгәм миңә ташланды, ләкин Дуйшөн уның юлын быуҙы.
– Бында бары уҡыусы балалар ғына, кейәүгә бирерлек бер кем дә юҡ! – тине Дүйшөн ҡаты итеп, тыныс рәүештә.
– Уныһын ҡарап ҡарарбыҙ. Эй ирҙәр, тотоғоҙ үҙен, сәсенән һөйрәп алып сығығыҙ албаҫтының!
Еңгәм һыбай кешеләрҙең береһенә ымланы. Ул теге ҡыҙы йөҙлө, төлкө малахайлы кеше ине. Ҡулдарына йыуан-йыуан бәйҙәр тотҡан ике кеше лә, аттарынан төшөп, уның артынан ашыҡтылар.
Уҡытыусы урынынан да ҡуҙғалманы.
– Һин нимә, эйәһеҙ эт, кеше ҡыҙҙары менән үҙ бисәләреңдән эш итәһең? Юл бир!
Теге ҡыҙыл йөҙлө кеше Дүйшөнгә айыуҙай ажарланып яҡынлаша башланы.
– Һеҙҙең бында инергә хаҡығыҙ юҡ, был мәктәп! – тине Дүйшөн, ишек яҡтарына ныҡ итеп тотонған хәлдә.
– Әйттем бит! – тип сыйылданы еңгәм. – Ул уны күптән үҙе ҡосаҡлағандыр әле. Күрәләтә кәнтәйҙе үҙенә ҡаратып алды!
– Төкөрҙөм мин һинең мәктәбеңә! – тип ярһыны ҡыҙыл йөҙлө, ҡамсыһын болғай-болғай.
Әммә Дүйшөн унан йылғырыраҡ булып сыҡты. Ул бөтә көсөнә аяғы менән уның ҡорһағына типте. Тегеһе ахылдап барып йығылды. Шул мәл бау тотҡан баяғы ике әҙәм мөғәллимгә ташланды. Балалар илаша-илаша мине ҡапланылар. Талаша-тартыша торғас, ишек ватылып, селпәрәмә килде. Мин, үҙемә йәбешкән балаларҙы һөйрәй-һөйрәй, һуғышыусыларға табан ташландым.
– Ебәрегеҙ мөғәллимде! Туҡмамағыҙ! Бына мин, алығыҙ мине, мөғәллимгә теймәгеҙ!
Дүйшөн боролоп ҡараны. Ул баштан-аяҡ ҡанға батҡан, ҡурҡыныс та, ярһыу ҙа ине. Ул ерҙә ятҡан бер таҡтаны эләктереп алды ла, шуның менән һелтәнә-һелтәнә, беҙгә: – Ҡасығыҙ балалар, ауылға йүгерегеҙ! Ҡас, Алтынай! – тип ҡысҡырҙы. Шунан көтмәгәндә тынып ҡалды.
Уның ҡулын һындыра һуҡтылар. Дүйшөн, ҡулын күкрәгенә ҡыҫып, артҡа сигенде, ә тегеләр, ҡоторған эттәр кеүек, уға ташландылар, хәҙер инде һаҡлана алмаған Дүйшөндө иркенләп туҡмай башланылар.
– Шулай, шулай, башына ултырт! Иҫенән яҙҙырғансы туҡма!
Ярһыған еңгәм менән икәүләп теге ҡыҙыл йөҙлө бәндә миңә ташланды. Улар мине, сәс толомомдан эләктереп, һөйрәп алып сыҡтылар. Мин йән көсөмдө һалып ҡысҡырырға тырыштым. Ҡапыл күҙемә ҡоттары осоп, урындарында ҡатҡан балалар, стена ҡырындағы ҡара ҡанға батҡан Дүйшөн сағылып ҡалды.
– Мөғәллим!
Ләкин Дүйшөн миңә бер нисек тә ярҙам итә алмай ине инде. Ҡанһыҙҙар уны хәлдән тайҙырғансы туҡманылар, тик ул һаман йығылмаған әле. Дүйшөн һалынып, төшкән башын күтәрергә теләгәйне, тегеләр уны тағы туҡмарға керештеләр. Мине ергә йығып һалдылар ҙа ҡулымды шаҡарып бәйләнеләр. Шул саҡ Дүйшөн миңә яҡынлашып килә ине инде.
– Мөғәллим!
Әммә минең ауыҙыма сепрәк тыҡтылар, эйәргә күтәреп арҡыры һалдылар.
Ҡыҙыл йөҙлөһө атҡа атланып ултырырға ла өлгөрҙө, ул мине ҡулдары, күкрәге менән эйәргә ҡуша ҡыҫты. Теге Дүйшөндө туҡмаған ике кеше лә эйәрҙәренә атландылар, ә еңгәм, башымды төйә-төйә, эргәнән йүгереп килә:
– Ә кәрәгеңде алдыңмы, кәрәгеңде алдыңмы! Бына нисек, бына нисек оҙатам мин һине! Мөғәллимең дә бөттө шуның менән...
Ләки был бөтөү түгел ине әле. Шул саҡ ҡапыл артта йән өҙгөс тауыш ишетелде.
– Алты-на-а-ай!
Мин һалынып килгән башымды көскә күтәреп, артҡа ҡайырылып ҡараным. Дүйшөн артыбыҙҙан йүгереп килә ине.
Үлә яҙғанса туҡмалған, ҡанға батҡан хәлдә лә, ул, ҡулына йомро таш тотоп, беҙҙең арттан йүгерә. Ә уның артынан, сыр-сыу килеп илаша-илаша, бөтә балалар эйәргән.
– Туҡтағыҙ, йыртҡыстар! Туҡтағыҙ! Ебәрегеҙ уны, ебәрегеҙ! Алтынай! – тип һөрәнләй ул, беҙҙе ҡыуа-ҡыуа.
Кеше талаусылар яйланылар. Теге икәүһе, боролоп, Дүйшөнгә яҡынланылар. Дүйшөн, һынған ҡулы ҡамасауламаһын өсөн, еңенән йәтешләп тешләне лә, ташын тоҫҡап, тегеләргә бәрҙе, ләкин тейҙерә алманы. Шул саҡ улары уны ҡолата һуҡтылар. Минең күҙ алдарым ҡараңғыланды, бары тик балаларҙың, ҡурҡышып, нисек мөғәллим янна йүгерешеп килеүҙәрен, уның өҫтөнә эйелгәндәрен генә күреп ҡалдым.
Хәтерләмәйем, нисек, ҡайҙа килтергәндәрҙер мине. Аңыма килгәндә, бер тирмә эсендә ята инем. Уның асыҡ түбәһенән таңғы йондоҙҙар емелдәп күренә. Улар шундай тыныстар, уларҙы бер кем дә борсомай. Ҡайҙалыр яҡында шаулап йылға аға, әтәс тауыштары ишетелә. Һүнгән усаҡ алдында кибеп бөткән, ҡайғылы йөҙлө өлкән ҡатын ултыра. Уның йөҙө ер шикелле ҡап-ҡара ине. Мин ирекһеҙҙән икенсе яҡҡа ҡараным. Әгәр ҡулымдан килһә, мин уны ҡарашым менән сәнсеп үлтерер инем!
– Ҡараҡай, ҡалҡытып ултырт үҙен, – тип бойорҙо ҡыҙыл йөҙлө кеше.
Ҡара ҡатын минең эргәмә килде лә шырау кеүек ҡаты, һалҡын ҡулы менән яурынымдан һелкетте.
– Тынысландыр көндәшеңде, өгөтлә. Әгәр булмай икән, барыбер: уның менән һүҙ ҡыҫҡа булыр.
Ул тирмәнән сығып китте. Ә ҡара ҡатын хатта урынынан да ҡуҙғалманы, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бәлки, ул телһеҙҙер? Уның көл кеүек төҫһөҙ, эскә батҡан күҙҙәре мәғәнәһеҙ ҡарайҙар. Көсөк сағынан уҡ ҡоттары алынып бөткән эттәр була. Яуыз кешеләр уларҙы ни туры килһә, шуның менән туҡмайҙар, тегеләре иһә быға әкренләп күнегеп бөтә. Ләкин уларҙың ҡарашына йән әсеткес төҫһөҙ бер бушлыҡ, мәғәнәһеҙлек һеңеп ҡала. Мин ҡара ҡатындың үле күҙҙәренә ҡарайым да үҙемде лә тере түгелмен һымаҡ, ҡәберҙәмен һымаҡ тоям. Әгәр йылға шауы ишетелмәгәндә, мин быға ышанырға ла әҙер булыр инем. Һыу шарлауыҡтар аша кәйпелә-кәйпелә йырлап аға – ул иректә...
Таш бәғерле бисә, мәңге ҡарғышлы бул! Минең күҙ йәштәремә, ҡаныма тонсоҡ... Ошо төндә ун биш йәшемдә мин ҡатынға әйләндем. Мин был кеше талаусының балаларынан да йәш инем.
Өсөнсө төндә мин бер нәмәгә ҡарамай ҡасырға булдым. Юлда һәләк тә булайым ти, ҡыуып та етһендәр ти, ләкин, уҡытыусым Дүйшөн кеүек, һуңғы һулышыма тиклем көрәшәсәкмен.
Төндә тауыш-тынһыҙ ғына ишек янына килдем, уны һәрмәп таптым, ләкин ул арҡан менән ныҡ итеп бәйләп ҡуйылған булып сыҡты. Төрлөсә төйнәп бәйләнгән арҡанды ҡараңғыла сисеү мөмкин түгел ине. Шул саҡ мин, тирмәнең тағанын күтәреп, аҫтан шыуып сыҡмаҡсы булдым. Әммә, нисек кенә көсәнһәм дә, бер ни ҙә эшләй алманым; тирмә тыштан да арҡандар менән ергә ныҡ беркетеп бәйләнгән икән.
Ниндәйҙер үткер нәмә табып, ишекте нығытып бәйләгән арҡанды ҡырҡыу сараһы ғына ҡалды. Тирә-йүнде һәрмәп, эҙләнә башланым, тик бәләкәйерәк кенә ҡаҙыҡтан башҡа бер нәмә лә таба алманым. Ярһып, шуның менән тирмә ҡырын соҡой башланым. Юлым, әлбиттә, өмөтһөҙ ине, шулай ҙа мин был турала уйлап та ҡараманым. Башымда тик берҙән-бер генә фекер: йә бынан ҡотолорға йәки үлергә! Тик уның мышнауын, өҙлөкһөҙ хырылдауын ғына ишетмәҫкә, бары тик бында ғына ҡалмаҫҡа, үлергә икән, иректә, алышта үлергә, бары буйһонмаҫҡа ғына кәрәк!
Тоҡол – икенсе ҡатын тигән һүҙ. Аһ, нисек күрә алмайым мин был һүҙҙе! Ниндәй боҙоҡ быуатта кем уйлап сығарғандыр уны! Кәүҙәһе менән дә, күңеле менән дә ҡол булған икенсе ҡатындың ирекһеҙ яҙмышынан да мәсхәрәле хәлдең булыуы мөмкинме? Бәхетһеҙлеккә дусар ителгән, харап ителгән, мәсхәрәләнгән, кешелек дәрәжәһенән мәхрүм ҡалдырылған бөтә ҡатын-ҡыҙҙар, тороғоҙ, тороғоҙ ҡәберҙәрегеҙҙән! Тороғоҙ, яфа сигеүселәр, һеҙҙең алда шул замандарҙың яуыз ҡараңғылығы ҡалтыранһын! Был һүҙҙәрҙе мин һеҙҙең кеүектәрҙең иң һуңғыһы, был ҡәһәрле яҙмышты аша атлаусы мин әйтәм!
Ул төндә миңә шул һүҙҙәрҙе әйтергә яҙғанлығын белмәгәйнем шул. Үҙем ярһып-ярһып тирмә ҡырын соҡойом. Тупраҡ ҡаты, ҡашлы булып сыҡты, бер ҙә ыратып булмай. Ҡул менән тырнап ҡаҙа торғас, бармаҡтарым шау ҡанға туҙҙы. Ә инде ҡул тығырлыҡ тишек яһауға таң Да беленде. Эттәр өргән тауыштар ишетелде, күршеләр уянды. Тыпырлашып йылҡылар кисеүгә төшөп китте, бышҡырышып ҡуй көтөүе үтте. Шунан һуң кемдер тирмә янына килде лә тыштан уны бәйләп ҡуйған арҡандарҙы систе, кейеҙ ябыуҙарҙы йыя башланы. Был – теге өндәшмәҫ ҡара ҡатын ине.
Тимәк, йәйләү күсергә әҙерләнә. Шул саҡ мин кисә иртә менән үк бынан ҡуҙғалырға, тәүҙә һыртҡа, яңы урынға барып, һуңынан бөтә йәй буйына һырт аръяғына, тауҙар араһына китергә кәрәклеге хаҡында һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғанымды хәтерләнем. Күңелемә тағы ла ауыр булып китте – унан ҡасыу мең мәртәбә ҡыйын буласаҡ.
Ерҙе соҡоған урынымда нисек ултырған булһам, шул килеш ҡатҡан да ҡалғанмын. Ниңә йәшерергә, миңә, ни өсөн... Ҡара ҡатын тирмә ҡырының ҡаҙылған булыуын барыбер күрҙе инде. Ләкин ул бер нәмә лә өндәшмәне, тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эшен башҡарыуын дауам итте. Ул үҙен һәр саҡ шундай сәйер тота, әйтерһең, уға бер нәмә лә ҡағылмай, әйтерһең, тормошта бер нәмә лә уның күңелендә яуап тойғоһо тыуҙырмай. Хатта ул ирен дә уятманы, юлға йыйынырға ярҙам итеүен һорарға ла батырсылыҡ итмәне. Уныһы иһә юрған, тундар аҫтында ғырылдап йоҡлауын ғына белде.
Бөтә кейеҙ ябыуҙар ҙа алынып бөткәс, тирмә яланғас тороп ҡалды. Мин унда ситлек эсендәге кеүек ултырам, алыҫ түгел йылға аръяғыңда кешеләрҙең үгеҙҙәрҙе, йылҡыны өйөрөүҙәрен күрәм. Шунан һуң мин ҡайҙандыр был кешеләр янына өс һыбайлының килеп сығыуын, ниҙер һорашҡас, тура беҙгә табан йүнәлеүҙәрен абайланым. Мин тәүҙә былар халыҡты юлға сығырға йыяларҙыр, тип уйланым, ә аҙаҡ – күрҙем дә шаҡ ҡаттым. Уларҙың береһе – Дүйшөн, ә икеһе милиция фуражкаһы менән ҡыҙыл петлицалы шинель кейгән кешеләр ине.
Мин бының өнмө, төшмө икәнлеген дә белмәйем, хатта тауыш та сығара алмайым. Мине шатлыҡ солғап алды: мөғәллим тере! Шул уҡ ваҡытта күңел дә – бушлыҡ: мин һәләк ителгән, яманаты сыҡҡан ҡатынмын.
Дүйшөндөң башы бинт менән бәйләнгән, ҡулы яурынына артып бәиләнгән. Ул атынан ырғып төштө лә аяғы менән ишекте ҡуптара типте, тирмәгә атлығып килеп инде һәм ҡыҙыл йөҙлө кеше өҫтөнән юрғанын һыпыра тартып алды.
– Тор! – тип ҡысҡырҙы ул нәфрәт менән.
Уныһы, башын ҡалҡыта биреп, күҙҙәрен ыуғыланы, шунан Дүйшөнгә ташланырға теләгәйне, үҙенә төбәлгән милиционер нагандарын күргәс, кинәт ҡойолдо ла төштө. Дүйшөн уны яғаһынан алып һелкетте лә, үҙенә яҡын тартып:
– Ҡәбәхәт! – тине, ағарған ирендәрен ҡаты ҡыҫып. – Хәҙер эҙләгәнеңде таптың инде! Киттек!
Тегеһе йыуаш ҡына урынынан ҡуҙғалды, ләкин шул саҡ Дүйшөн уны тағы яғаһынан тотоп һелкетте, тишә яҙырҙай итеп ҡараны, шунан ҡарлыҡҡан тауыш менән былай тине:
– Һин үҙеңсә уны үләнде иҙгән кеүек иҙҙем, бөтөрҙөм, тип уйлайһың инде?.. Юҡ, алдашма, һинең заманың үтте инде, хәҙер уның заманы... Ә һиңә ошоноң менән тамам.
Уға итек алып биреп кейҙерҙеләр ҙә, ҡулын бәйләп, эйәргә күтәреп һалдылар. Милиционерҙарҙың береһе – аттың теҙгененән тотоп алдан, ә икенсеһе арттан китте. Мин Дүйшөндөң атын мендем. Ул иһә йәнәш атлап килде.
Ҡуҙғалып китеүебеҙ ҙә булды, артта ҡырағай, әҙәмдекенә оҡшамаған сәйер тауыш ишетелде. Баҡһаң, артыбыҙҙан теге ҡара ҡатын йүгереп килә икән. Ул – нәҡ аҡылдан яҙған кеше кеүек. Ирен ҡыуып етте лә таш менән уның төлкө малахайын бәреп төшөрҙө.
– Минең ҡанымды эскәнең өсөн, йән алғыс! – тип үкерҙе ул йәмһеҙ тауыш менән. – Минең ҡара ҡайғы менән ҡапланған көндәрем өсөн, йән алғыс! Тереләй ысҡындырмаясаҡмын мин һине!
Моғайын, уның ҡырҡ йыл буйы башын да ҡалҡытып ҡарағаны булмағандыр. Ә хәҙер шул ваҡыт эсендә йыйылған, ҡайнап торған бөтә асыуы тышҡа бәреп сыҡты. Уның ҡолаҡты ярырҙай тауышы шарлауыҡтағы ҡая таштарға бәрелеп яңғырай. Ул йә бер яҡтан, йә икенсе яҡтан ҡыуып етеп, ҡурҡышынан бөршәйгән ирен тиҙәк, таш, балсыҡ киҫәктәре, ҡулына эләккән бер нәмә менән туҡмай, уны ҡарғай:
– Һинең аяғың баҫҡан ерҙә үлән дә үҫмәһен. Һөйәгең яланда ятып ҡалғыры күҙеңде ҡарға соҡоһон! Аллам һине бүтән күрергә яҙмаһын. Минең күҙем алдында сере, сере аждаһа, – тип ҡысҡырҙы ул, шунан тынып ҡалды, шунан инде, ярһып илай-илай, ситкә ташланды. Әйтерһең, ул үҙенең елгә туҙған сәстәренән ҡаса ине.
Быны күреп ҡалған күршеләренең ҡайһы берҙәре уны һыбай ҡыуа сыҡтылар.
Минең башым ҡот осҡос төш күргәндән һуң булған кеүек ауырта. Бик йонсоп киткән Дүйшөн теҙгенде тотоп аҙ ғына алдан бара. Ул бинт менән бәйләгән башын түбән һалындырған да өндәшмәй генә атлай.
Ҡотһоҙ тарлауыҡты уҙып, уны артта ҡалдырғансы, байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Милиционерҙар хәтһеҙ алда баралар. Дүйшөн атты туҡтатты ла миңә яфа сигеп арыған күҙҙәре менән беренсе тапҡыр ҡалҡып ҡараны.
– Алтынай, мин һине һаҡлай алманым инде, ғәфү ит мине, – тине ул. Шунан ул ҡулымдан тотто ла уны эйәгенә яҡын килтерҙе. – Әгәр һин мине ғәфү иткән хәлдә лә, бының өсөн мин үҙемде бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкмен.
Мин, ат ялына ятып, үкһеп илап ебәрҙем. Ә Дүйшөн, сәсемдән һыйпап, эргәмдә баҫып торҙо, минең тымыуымды көттө.
– Тыныслан, Алтынай, киттек, – тине ул, ахырҙа. – Тыңла әле, бына мин һиңә нимә һөйләйәсәкмен. Бынан өс көн элек кенә волоста булдым, һин ҡалаға уҡырға бараһың! Ишетәһеңме?
Шылтырап аҡҡан көмөш һыулы йылға эргәһендә туҡталғас, Дүйшөн миңә:
– Алтынай, атыңдан төш тә йыуынып ал, – тине. Ул кеҫәһенән бер киҫәк һабын сығарҙы. – Мә, Алтынай, йәлләмәй йыуын. Теләйһең икән, мин ҡырғараҡ китеп торам, атты ашата торормон, ә һин сисенеп, һыу инеп ал. Булғандың бөтәһен дә оноторға, уларҙы бер ваҡытта ла хәтерләмәҫкә тырыш. Һыу инеп ал, Алтынай, үҙеңә еңел булып ҡалыр. Йәме?
Мин баш ҡаҡтым. Дүйшөн ситкә киткәс, сисендем дә сикәнә-сикәнә генә һыуға төштөм. Һыу төбөндә аҡ, күк, йәшел, ҡыҙыл таштар йымылдап күренә. Зәңгәр ағым, тубыҡтарыма бәрелеп, ҡайнап үтеп китә. Һыуҙы услап алдым да күкрәгемә ҡойҙом. Тәнем буйлап һалҡын һыу тамсылары йүгерҙе. Мин ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем. Был минең шул көндәр эсендәге беренсе тапҡыр көлөүем булды. Көлөүҙәре рәхәт тә ине шул! Һыу менән уйнай-уйнай, ҡат-ҡат ҡойондом, шунан тәрән ағымға кереп киттем. Ағын һыу мине йәһәт кенә һай урынға килтереп сығара, мин торам да яңынан шаулап, ҡайнап ятҡан ағынға ташланам.
– Эй һыу, был көндәрҙең бөтә бысрағын, бөтә әшәкеһен йыу! – тип өндәшәм, үҙем нимәгә икәнен дә белмәйенсә туҡтауһыҙ көләм.
Ниңә һуң кешенең эҙе уның иң ҡәҙерле, иҫтәлекле урындарында мәңгегә ҡалмай икән? Әгәр ҙә мин Дүйшөн менән икәүләп ҡайтҡан шул һуҡмаҡты тапһам, ергә теҙләнеп, уҡытыусымдың эҙҙәрен үбер инем. Ул һуҡмаҡ минең өсөн оло юлдарҙың да олоһо. Шул көнгә, шул һуҡмаҡҡа, мине тормошҡа, үҙемдең үҙемә ҡарата яңы ышанысыма, яңы өмөттәргә, яҡтылыҡҡа алып ҡайтҡан шул юлға рәхмәт... Шул көндәге- ҡояшҡа, шул ваҡыттағы ергә рәхмәт...
Ә ике көндән һуң Дүйшөн мине станцияға алып китте.
Күрелгән шул хәлдәрҙән һуң мин ауылда ҡалырға теләмәнем. Яңы тормошто яңы ерҙә башлау кәрәк ине. Кешеләр ҙә минең был уйымды хупланылар. Мине Сайҡал әбей менән Ҡартанбай бабай ҙа оҙата килделәр. Минең өсөн шундай бөтөрөнәләр, балалар кеүек илашалар, юлға тип күстәнәстәр бирәләр. Хушлашып ҡалырға бүтән күршеләр ҙә, хатта бәхәссе Сатымғол да килде.
– Йә, ярай, хәйерле булһын, ҡыҙым, – тине ул. – Аҡ юл теләйем. Йыуашланып йөрөмә, мөғәллим Дүйшөндөң өйрәтеүенсә, йәшә, хур булмаҫһың. Тағы нимә тиһең инде, беҙ ҙә аҙ-маҙ аңлай башланыҡ хәҙер.
Бергә уҡыған иптәштәрем беҙ ултырып киткән арба артынан оҙаҡ йүгереп килделәр, оҙаҡ-оҙаҡ ҡул болғап тороп ҡалдылар...
Мин бер нисә малай менән бергә киттем. Уларҙы ла Ташкент балалар йортона алып баралар ине. Станцияла беҙҙе күн куртка кейгән рус ҡатыны ҡаршы алды.
Һуңынан мин тауҙар араһында тирәктәргә күмелеп ултырған шул бәләкәй станция аша күпме үтеп йөрөнам. Миңә үҙ йөрәгемдең яртыһы мәңгелеккә шунда ҡалған кеүек тойола.
Яҙғы кистең сирень төҫлө тоноҡ яҡтылығында ниндәйҙер ҡайғылы, әрнеүле нәмә бар һымаҡ, әйтерһең, киске мәҙе лә беҙҙең айырылышыуҙы белмәне. Дүйшөн үҙенә бик ауыр икәнлеген һиҙҙермәҫкә тырыша. Ләкин мин быны беләм, шундай уҡ әрнеү минең дә тамағыма таш булып тығыла. Дүйшөн күҙҙәремә тура текләп ҡарай, ҡулдары менән сәсемде, битемде, хатта күлдәгемдәге төймәләремде лә һыйпай.
– Мин һине, Алтынай, бер ваҡытта ла үҙемдән бер аҙым да ҡырға ебәрмәҫ инем, – тине ул. – Ләкин һиңә ҡамасауларға хаҡым юҡ. Һин уҡырға тейешһең. Ә мин әллә ни белемле кеше түгелмен. Бар, шулай яҡшыраҡ булыр... Бәлки, һин ысын мөғәллимә булып сығырһың, бәлки, был көндәрҙе хәтерләп, хатта көлөп тә алырһың... Әйҙә, шулай булһын, шулай булһын...
Станция ултырған тарлауыҡты яңғыратып, алыҫта паровоз гудок бирҙе, поезд уттары йымылдап күренде. Станциялағы халыҡ ҡуҙғалыша башланы.
– Бына, хәҙер һинең китер ваҡытың да етте, – тине Дүйшөн ҡалтыранған тауыш менән, ҡулымды усына ҡыҫып. – Бәхетле бул, Алтынай. Иң мөһиме – уҡы, тырышып уҡы...
Мин бер ни тип тә өндәшә алманым: күҙ йәштәре быуа ине мине.
– Илама, Алтынай. – Дүйшөн күҙҙәремде һөрттө. Шунан ҡапыл ниҙер иҫенә төшкәндәй: – Ә теге икәүләп ултыртҡан тирәктәрҙе мин үҙем ҡарап үҫтерермен. Ҙур кеше булып ҡайтҡас, һин уларҙың ниндәй матур булып үҫеп киткәндәрен күрерһең әле, – тине.
Шул ваҡыт поезд килеп тә етте. Вагондар шығырлашып туҡтанылар.
– Йә, ярай, хушлашайыҡ! – Дүйшөн мине ҡосаҡланы ла маңлайымдан ныҡ итеп үпте. – Һау бул, хәйерле юл, хуш, ҡәҙерлекәйем. Ҡурҡма, алға ҡыйыу атла…
Мин вагон баҫҡысына мендем дә әйләнеп баҫтым. Шул саҡ Дүйшөндөң ҡулын бәйләгән хәлдә нисек баҫып торғанын, тоноҡланған күҙҙәре менән текләп ҡарауын, шунан уның миңә аҙ ғына булһа ла ҡағылырға теләгәндәй ынтылып ҡуйыуын, шул мәл поездың ҡуҙғалып китеүен бер ваҡытта ла онота алмайым.
– Хуш, Алтынай! Хуш, йондоҙом минең! – тип ҡысҡырҙы ул.
– Хуш булығыҙ, мөғәллим! Хуш булығыҙ, минең ҡәҙерле мөғәллимем!
Дүйшөн йәнәшә йүгереп килде-килде лә, артта ҡалғас, ҡапыл алға ынтылып:
– Алты-на-а-ай! – тип ҡысҡырҙы.
Ул миңә шундай итеп ҡысҡырҙы, әйтерһең, бик мөһим һүҙен онотҡан, әйтерһең, үҙе белһә лә, хәҙер генә һуң икәнлеген иҫенә төшөргән. Йөрәктең иң түренән, күңелдең иң тәрән урынынан сыҡҡан был тауыш әле булһа ҡолаҡтарым төбөндә яңғырап тора...
Поезд туннелде үтеп, тураға сыҡты ла, тиҙлекте һаман арттыра барып, мине ҡаҙаҡ далалары буйлап яңы тормошҡа елдереп алып китте...
Хуш бул, мөғәллимем, хуш бул, минең беренсе мәктәбем, хуш, бала саҡ, хуш, минең тәүге, бер кемгә лә әйтмәгән мөхәббәтем...
Эйе, мин Дүйшөн хыялланған ҙур ҡалала, ул һөйләгән ҙур-ҙур тәҙрәле оло мәктәптәрҙә уҡыным. Шунан, рабфак тамамлағас, мине Мәскәүгә, институтҡа ебәрҙеләр.
Оҙаҡ уҡыу йылдары эсендә күпме ауырлыҡтар кисерергә тура килде миңә, нисә тапҡыр өмөтһөҙлөктәргә лә бирелдем, нисектер булдырып булмаҫ төҫлө, фән аҡылына эйә була алмам һымаҡ тойолдо. Ундай иң ауыр минуттарҙа һәр саҡ мин уйым менән үҙемдең беренсе уҡытыусым алдында яуап тоттом, сигенергә батырсылыҡ итмәнем. Башҡалар еңел генә эйә булғанды мин сикһеҙ ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ аша ғына үҙләштерҙем, сөнки миңә барыһын да өр-яңынан башларға тура килде.
Рабфакта уҡыған сағымда уҡытыусыға хат яҙҙым, уны яратыуымды әйттем, көтәм, тинем. Ул яуап яҙманы. Шуның менән хат алышыу ҙа өҙөлдө. Үҙемдең уйымса, ул миңә уҡырға ҡамасауламаҫ өсөн шулай эшләгәндер. Бәлки, ул хаҡлы ла булғандыр... Ә бәлки, кем белә, ниндәйҙер бүтән сәбәбе лә булғандыр? Шул саҡтарҙа күпме көйәләнергә, яфаланып, күпме уйланырға тура килде...
Тәүге диссертациямды Мәскәүҙә яҡланым. Был хәл минең өсөн ҙур еңеү булды. Бөтә был йылдар эсендә мин ауылға ҡайтып әйләнә алманым. Күп тә үтмәй, һуғыш сыҡты. Көҙ аҙағында поезд менән Мәскәүҙән Фрунзеға эвакуацияланып килгәндә, беренсе уҡытыусым үҙемде оҙатып ҡуйған станцияла төшөп ҡалдым. Миңә уңай килеп торҙо: шунда уҡ арбалы юлсыһы ла табылды. Ул беҙҙең, ауыл аша совхозға бара икән.
Эй тыуған ер! Беҙгә ҙур ауырлыҡтар килтергән һуғыш ваҡытында ҡайтып күрергә тура килде һине. Еребеҙҙең нисек үҙгәргәнлеген, яңы ауылдарҙың үҫеп сыҡҡанлығын, күпме яландарҙын, һөрөлгәнлеген, яңы юлдар, күперҙәр төҙөлгәнлеген күреп нисек кенә шатланһам да, һуғыш был осрашыуға ҡайғы табы төшөрҙө,. Ауылға яҡынлашҡан һайын, мин һаман нығыраҡ тулҡынландым. Алыҫтан уҡ яңы, таныш түгел урамдарға, яңы йорттарға, баҡсаларға һоҡланып ҡарап киләм. Ә һуңынан беҙҙең мәктәбебеҙ ултырған түңгә текәләм. Кинәт һулыш алыуым туҡталғандай булды – унда йәнәшә ике ҙур тирәк үҫеп ултыра. Быға ҡәҙәр гел “мөғәллим” тип йөрөткән кешемде тәү тапҡыр исеме менән әйттем.
– Дүйшөн! – тип бышылданым мин. – Рәхмәт һиңә, Дүйшөн, миңә ҡарата эшләгән бөтә изгелектәрең өсөн рәхмәт! Тимәк, онотмағанһың, тимәк, хәтереңдә һаҡлағанһың... Ул тирәк ниндәй һиңә оҡшаған!
Битемдә йәш бөрсөктәрен күреп, күсер малай борсола төштө:
– Һеҙгә ни булды?
– Былай ғына. Һин был колхоздан кемде лә булһа берәйһен беләһеңме?
– Беләм, әлбиттә. Бында һәммәһе лә үҙебеҙҙекеләр.
– Ә Дүйшөндө, теге уҡытыусы булған кешене, беләһеңме?
– Дүйшөндө? Ул бит армияға китте. Мин уны үҙем ошо арбаға ултыртып военкоматҡа алып барҙым.
Ауылға етер алдынан малайҙы туҡтаттым да төшөп ҡалдым. Аптырап баҫып торам. Ошондай борсоулы ваҡытта өй һайын инеп, һорашып, таныштарҙы эҙләргә, хәтерләйһегеҙме мине, мин һеҙҙең яҡташығыҙ, тип йөрөргә ҡыйманым. Ә Дүйшөн армияла бит инде. Йәнә шул: еңгәм менән ағайым йәшәгән урында бер ваҡытта ла булмаҫҡа ант иткәйнем. Кешеләрҙе күп енәйәттәре өсөн ғәфү итеп була, тик, минең уйымса, бындай яуызлыҡты, мәкерҙе бер кем дә ғәфү итмәҫ ине. Мин хатта үҙемдең ауылға килеүемде уларҙың бөтөнләй белмәүен теләнем. Юлдан ҡайырылып, түң өҫтөндә үҫкән тирәктәр янына атланым.
Эй тирәктәр, тирәктәр! Һеҙ йәп-йәш кенә күгелйем олонло үҫентеләр булғандан бирле күпме ваҡыт үтте, күпме һыу аҡты! Һеҙҙе ултыртҡан, ҡарап үҫтергән кешенең нимә хаҡында хыялланыуы, алдан әйтеүҙәре – бөтәһе лә тормошҡа ашты. Ни өсөн һуң һеҙ былай моңһоу шаулайһығыҙ, нимәгә ҡайғыраһығыҙ? Әллә ҡыш яҡынлаша, әсе елдәр япраҡтарыбыҙҙы өҙгөләйҙәр тип өҙәләнәһегеҙме? Әллә һеҙҙең тамырҙарығыҙ, олондарығыҙ буйлап халыҡ ҡайғыһы, халыҡ хәсрәте ағамы?
Эйе, йәнә ҡыш киләсәк, сатлама һыуыҡтар ҙа, күҙ асҡыһыҙ бурандар ҙа буласаҡ, тик барыбер яҙ ҙа килмәй ҡалмаясаҡ...
Мин, көҙгө япраҡтар шауын тыңлап, оҙаҡ торҙом. Тирәктәр төбөнән аҡҡан арыҡты күптән түгел кемдер таҙартҡан: унда әле иҫкереп тә өлгөрмәгән тәрән кәтмән эҙҙәре бар. Арыҡ тулып тоноҡ таҙа һыу ҙа әҙ генә семәрләнеп аға, һары тирәк япраҡтары ла сайҡалып үтеп китәләр.
Был түңдән миңә яңы мәктәптең буялған түбәһе күренә, ә беҙҙең мәктәптең эҙе лә ҡалмаған.
Шунан мин кире юлға сыҡтым, бер арбалы юлаусыға тап булып, станцияға киттем.
Һуғыш дауам итте. Аҙаҡ еңеү килде. Халыҡ күҙ йәштәре ҡатыш күпме әсе шатлыҡ кисерҙе: бала-сағалар, ҡыуанышып, мәктәпкә атайҙарының хәрби сумкаларын тотоп йүгерәләр, эшкә ирҙәр ҡулы ҡайтты, етем ҡатындар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ күҙ йәштәрен түккәс, өндәшмәй генә үҙҙәренең тол яҙмыштары менән риза булдылар. Шулай ҙа үҙҙәренең яҡындарын өмөт өҙмәй көтөүселәр күп булды, сөнки һауҙары ла йәһәт кенә өйгә ҡайтып етә алманылар бит.
Мин дә Дүйшөндөң ни хәлдә икәнлеген белмәнем. Ҡалаға килеп йөрөгән яҡташтарым: ул хәбәрһеҙ юғалды, ауыл Советына шундай ҡағыҙ килгән, тип һөйләнеләр.
– Бәлки, үлеп тә ҡалғандыр, – тип юранылар улар. – Ваҡыт үтә, ә уның хаҡында һүҙ ҙә, хәбәр ҙә юҡ.
“Былай булғас, уҡытыусым ҡайтмаҫ инде, – тип уйлай торғайным ҡайһы саҡта. – Станцияла хушлашҡандан һуң, башҡаса бер нисек тә күрешергә тура килмәне...»
Ҡайһы ваҡыт үткәндәрҙе хәтерләйем дә күңелемдә күпме ҡайғы йыйылып киткәнлеген асыҡ тоям.
Ҡырҡ алтынсы йылдың көҙ аҙағында Томск университетына ғилми командировкаға китеп барам. Себер буйлап тәү тапҡыр үтеүем. Ул саҡта Себер нисектер, ҡырыҫ та, яманһыу ҙа ине. Быуаттар буйынса шаулап ултырған урмандар тәҙрә үтә ҡараңғы бер стена булып күренеп ҡалалар. Аҡландар аша үткәндә ҡара ҡыйыҡтарҙағы мөрйәләрҙән сыҡҡан аҡ төтөнлө ауылдар күҙгә салынып ҡала. Туң баҫыуҙарға беренсе ҡар ятҡан, унда бүрекле ҡарғалар осоп йөрөй. Күк йөҙөнөң барған һайын ҡобараһы оса.
Шулай ҙа миңә поезда күңелле ине. Купела бергә килгән юлдашым – элекке фронтовик, инвалид кеше, ҡултыҡ таяғы менән йөрөй. Ул беҙҙе хәрби тормошта була торған төрлө-төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғалар, мәҙәктәр һөйләп көлдөрә.
Мин уның телгә оҫта булыуына хайран ҡалып киләм. Был бер ҡатлы алсаҡ, хәйләһеҙ көлөүҙә һәр ваҡыт ысын дөрөҫлөк аңҡып тора кеүек. Ул вагондағыларҙың бөтәһенә лә оҡшаны. Бына шулай килә торғас, ҡайҙалыр Новосибирскиҙан ары, беҙҙең поезд бәләкәй генә разъезда бер нисә минутҡа ғына туҡтаны. Мин тәҙрә эргәһенә баҫып, теге юлдашыма текләгәнмен дә уның сираттағы мәҙәгенән эсем ҡатып көләм.
Поезд ҡуҙғалды, тиҙлеген һаман арттыра барҙы. Тәҙрә үтә станция будкаһы күренеп ҡалды. Шул саҡ мин, ҡурҡҡан кеүек, тәҙрәнән артҡа сигендем, тағы тәҙрәгә ташландым. Анауы ул, Дүйшөн, бит! Будка эргәһендә ҡулына кескәй генә тимер юл флагы тотҡан Дүйшөн баҫып тора. Белмәйем, миңә ни булғандыр.
– Туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырҙым мин бөтә вагонды яңғыратып, һәм, ни эшләргә белмәй, сығыу яғына ташландым, унда туҡтатыу кранын күреп ҡалдым да уның пломбаһын йән көскә аҡтара тарттым. Вагондар бер-береһенә бәрелешеп ҡуйҙылар, поезд кинәт туҡтаны ла ҡапыл артҡа сайҡалып ҡуйҙы. Кәштәләрҙәге әйберҙәр шатыр-шотор иҙәнгә тәгәрәп төштө, һауыт-һабалар тәгәрәшеп йөрөй, бала-сағалар, ҡатын-ҡыҙҙар ығы-зығы килә. Кемдер ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Берәү поезға тапалған! – тип ҡысҡырҙы,
Ә мин баҫҡыста инем инде, аяғым аҫтында ни барын да күрмәйенсә, упҡынға һикергән кеүек һикерҙем, шул уҡ хәлдә, аҡты-ҡараны күрмәйенсә, стрелочник будкаһына, Дүйшөнгә, ҡарай йүгерҙем. Артта кондукторҙарҙың һыбыҙғы тауыштары ишетелә. Пассажирҙар, вагондарҙан төшөп, минең арттан йүгерәләр.
Состав буйын минут эсендә йүгереп үттем, ә Дүйшөн ҡаршы йүгереп килә ине инде.
– Дүйшөн, уҡытыусым! – тип ҡысҡырҙым мин, уға табан атлығып.
Стрелочник, миңә аптыраулы ҡараш ташлап, туҡтап ҡалды. Был – Дүйшөн ине, уның йөҙө, уның күҙҙәре, тик ул элек былай мыйыҡ ҡына йөрөтмәй торғайны. Аҙыраҡ ҡартая ла төшкән.
– Ни булды һеҙгә, һеңлем, ни булды? – тине ул ихлас күңелдән ҡаҙаҡса. – Һеҙ, бәлки, яңылыша торғанһығыҙҙыр, мин – стрелочник Йәнғазин, исемем – Бейнеу.
Бейнеу? .
Үлтергес ҡайғынан, һыҙланыуҙан, ояттан ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн, нисек ауыҙымды ҡаплап өлгөргәнемде лә хәтерләмәйем. Ни эшләнем мин? Йөҙөмдө усым менән ҡапланым да башымды түбән эйҙем... Ниңә мине баҫҡан урынымда ер упмай? Миңә стрелочниктан ғәфү үтенергә, кешеләрҙең дә ғәфү итеүҙәрен һорарға кәрәк ине, ә мин таш кеүек ҡатҡан да ҡалғанмын. Йүгерешеп килеп еткән бер төркөм пассажирҙар ҙа өндәшмәй. Былар хәҙер мине әрләй башларҙар, тип уйлайым. Ләкин бөтәһе лә тын ҡалғандар. Был йән әсеткес тынлыҡты ниндәйҙер бер ҡатын боҙҙо:
– Бахырҡай, ирем йәки ағайым тип уйлағандыр ҙа яңылышҡандыр.
Кешеләр ҡуҙғалышып ҡуйҙы.
– Ошо хәл генә етмәгәйне, – тине ҡалын тауышлы берәү.
– Ниҙәр генә күрмәнек тә ниҙәр генә кисермәнек беҙ был һуғышта... – тип яуап бирҙе әрнеүле ҡатын-ҡыҙ тауышы.
Стрелочник ҡулдарымды битемдән алды ла:
– Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе вагонға тиклем оҙатып ҡуям, юғиһә бында һыуыҡ, – тине.
Ул мине ҡултыҡланы. Икенсе яғымдан ниндәйҙер офицер ҡултыҡлап алды.
– Әйҙәгеҙ, гражданка, беҙ бөтәһен дә аңлайбыҙ, – тине ул.
Кешеләр юл бирҙе, улар мине тын ғына, күмергә алып барғандағы кеүек, алып киттеләр. Беҙ әкрен генә алдан киләбеҙ, ә бөтә ҡалған кешеләр – арттан. Яңы килә ятыусы пассажирҙар ҙа өндәшмәй генә кире боролалар. Кемдер яурыныма дебет шәл япты. Купела бергә килгән юлдашым ҡултыҡ таяғында сайҡала-сайҡала атлай ине. Бына ул әҙ генә алға үтте лә йөҙөмә күҙ йүгертте. Был күңелсәк, шаян, изгелекле, ир йөрәкле кеше илай ине, ахрыһы. Мин дә илайым, быулығып илайым. Состав буйлап ошолай күмәкләп атлап үтеүҙә, телеграф сымдарының һыҙғырып геүләүендә, әйтерһең, үлем маршы тауыштары ишетелә ине. “Юҡ, мин уны башҡаса бер ҡасан да күрә алмаясаҡмын”.
Вагон янында беҙҙе поезд начальнигы туҡтатты. Ул, бармаҡ янап, ниҙер екеренде, хөкөм яуаплылығына, штрафҡа тарттырыу менән ҡурҡытты.Ә мин бер ни тип тә өндәшмәнем. Минең өсөн барыбер ине. Ул миңә протокол һондо, ҡул ҡуйыуымды талап итте, ләкин минең ҡулыма ҡәләм алырлыҡ та көсөм ҡалмағайны инде.
Шул саҡ купела бергә килгән юлдашым уның ҡулынан ҡағыҙын тартып алды ла, ҡултыҡ таяғында торған килеш, уға ынтыла биреп, тегенең йөҙөнә бәреп әйтте:
– Ниңә бәйләнәһең әле уға! Мин ҡуям ҡултамғаны, туҡтатҡыс кранды мин тарттым, мин үҙем яуап бирәсәкмен!..
Бер аҙ һуңлаған поезд боронғо Себер ере буйлап алға ашыҡты. Күршемдең гитараһы кис буйы моңһоу яңғыраны. Инде тымып өлгөргән дәһшәтле һуғыш менән осрашыу минең йөрәгемдә тол рус ҡатындарының моңло оҙон йырҙары кеүек иңрәткес тәьҫир ҡалдырҙы.
Йылдар үтә торҙо. Кисерелгәндәр артта ҡала торҙо, ә төрлө хәстәрлектәре, мәшәҡәттәре менән тулы киләсәк һаман алға саҡырҙы. Иргә һуң ғына сыҡтым. Яҡшы кеше тура килде. Балаларыбыҙ бар, татыу йәшәйбеҙ. Хәҙер философия фәндәре докторымын. Йыш сығып йөрөргә, тура килә. Күп илдәрҙә булдым... Ә бына ауылға башҡаса ҡайтҡаным булманы. Әлбиттә, бының сәбәптәре лә бар, тик мин шул рәүешле аҡланырға ла теләмәйем. Әгәр мин яҡташтарым менән элемтәне өҙгәнмен икән – был насар, ғәфү итмәҫлек хәл, әлбиттә. Ләкин ни эшләйһең инде, яҙмыш шулай булды бит. Мин үткәндәрҙе онотмайым, юҡ, уларҙы онотоу һис тә мөмкин түгел, мин тик уларҙан алыҫлаштым ғына.
Тауҙа шундай шишмәләр була: яңы һуҡмаҡ һалыныу менән, уға илтә торған иҫке һуҡмаҡ онотола, юлсылар уның буйлап һыу эсергә һаман һирәгерәк төшә башлайҙар. Тора-килә шишмә бөтнөк үләндәре, ҡара бөрлөгән ҡыуаҡтары менән ҡаплана. Шунан инде уның барлығын ситтән шәйләп тә булмай. Аяуһыҙ эҫе көндәрҙә лә был шишмә тураһында берәү ҙә хәтеренә алмай, сарсаһалар ҙа, төшөп, һыуһын ҡанғансы һыу ҙа эсмәйҙәр. Ниндәйҙер бер кеше килеп, үлән баҫҡан шишмәне таба ла хайран ҡала: күптән бирле бер кем дә бысратмаған, сикһеҙ саф һалҡын һыу үҙенең тыныс ҡына, тәрән булып ағып ятыуы менән һоҡландыра. Был шишмәлә ул үҙен дә, күк йөҙөн дә, ҡояшты ла, тауҙарҙы ла күрә... Ул кеше, бындай урынды белмәү гонаһ ул, был хаҡта иптәштәргә лә әйтергә кәрәк, тип уйлай. Ул шулай уйлай ҙа икенсе көнгә онота.
Ҡайһы саҡтарҙа тормошта ла шулай була. Шуға күрә лә уны, тормош, тиҙәр ҙә инде.
Мин бындай шишмәләр хаҡында күптән түгел ауылда булғандан һуң хәтерләнем.
Һеҙ, әлбиттә, ул саҡта минең ни өсөн Күркүреүҙән һис уйламағанда китеп барыуымдың сәбәптәрен белеп етмәгәнһегеҙҙер. Әле һеҙгә һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә шунда кешеләргә һөйләп биреү мөмкин түгел инеме һуң? Юҡ, мөмкин түгел ине. Мин шул тиклем борсолғайным, шул тиклем оялғайным. Үҙемдән үҙем оялдым. Шуға күрә лә шунда уҡ китергә булдым. Мин Дүйшөн менән осраша, уның күҙҙәренә тура ҡарай алмаясағымды аңланым. Миңә тынысланырға, фекер тупларға, үҙебеҙҙең яҡташтарға ғына түгел, башҡа бик күп кешеләргә лә әйтергә теләгәндәремдең бөтәһе тураһында ла ныҡлап уйларға кәрәк ине.
Мин үҙемде тағы шуның өсөн ғәйепле һананым: яңы мәктәпте асҡанда һәр төрлө хөрмәт, ихтирам бер миңә генә күрһәтелергә тейеш түгел ине, иң түрҙә мин ултырырға тейеш түгел инем. Был хөрмәткә иң элек беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ, ауылыбыҙҙың беренсе коммунисы Дүйшөн лайыҡлы ине. Ләкин киреһенсә килеп сыҡты. Беҙ байрам өҫтәле янында ултырҙыҡ, ә был аҫыл кеше почта таратырға ашығып, үҙенең элекке уҡыусылары ебәргән ҡотлау телеграммаларын мәктәп асыу кисәһенә килтереп өлгөртөргә ашығып йөрөп ҡалды.
Бит был берҙән-бер генә хәл түгел. Бындай хәлде тәү тапҡыр ғына осратмайым. Шуның өсөн дә үҙ-үҙемдән: “Ҡасан һуң беҙ ябай кешене Ленин хөрмәт иткән кеүек ысын ихтирам итеү һәләтлегебеҙҙе юғалттыҡ икән?” – тип һорайым... Хоҙайға шөкөр, хәҙер беҙ бындай күренештәр хаҡында тураһын әйтеп, ике йөҙлөләнеүһеҙ һөйләйбеҙ. Бик һәйбәт әле, был йәһәттән беҙ Ленинға тағы ла яҡыныраҡ килдек. Дүйшөндөң үҙ заманында ниндәй уҡытыусы булыуын йәштәр белмәй. Ә өлкәндәр араһынан күптәр юҡ инде. Дүйшөндөң күп кенә уҡыусылары һуғышта ятып ҡалды. Улар ысын совет яугирҙәре булды. Мин йәштәргә үҙемдең уҡытыусым Дүйшөн хаҡында һөйләп бирергә бурыслы инем. Минең урында булған һәр кем шулай эшләргә тейеш булыр ине. Ләкин минең ауылға ҡайтҡаным булманы, Дүйшөн тураһында бер нәмә лә белмәнем. Ваҡыт үтеү менән, уның иҫтәлеге минең өсөн музей тынлығында һаҡланған ҡәҙерле, изге әйбер һымаҡ нәмәгә әүерелде.
Мин әле үҙемдең уҡытыусыма киләсәкмен, уның алдында яуап тотасаҡмын. Ғәфү үтенәсәкмен.
Мәскәүҙән ҡайтҡас та, Күркүреүгә барырға, ундағы яңы интернат-мәктәпте кешеләргә “Дүйшөн мәктәбе” тип атарға тәҡдим итергә теләйем. Эйе, уны хәҙер почтальон булып эшләүсе ябай колхозсының исеме менән йөрөтөргә. Һеҙ ҙә, ауылдаш, минең тәҡдимемде яҡларһығыҙ, тип ышанам. Мин һеҙҙән быны үтенеп һорайым.
Мәскәүҙә хәҙер төнгө сәғәт икенсе. Гостиница балконында торам. Баш ҡалабыҙҙың балҡып янған иҫәпһеҙ-һанһыҙ уттарына һоҡланып ҡарайым да нисек ауылға ҡайтып төшәсәгем, уҡытыусым менән осрашасағым, уны сал һаҡалынан үбәсәгем тураһында уйлайым.
***
Тәҙрәләрҙе шар асып ҡуям. Бүлмәгә саф һауа ағымы инеп тула. Тарала барған күкһел ҡараңғылыҡ үтә буласаҡ картинамдың айырым күренештәренә, өлөштәренә текәлеп ҡарайым. Улар бер өйөм, сөнки бөтәһен дә өр-яңынан ҡат-ҡат эшләргә тура килде. Ләкин хәҙергә тулы бер картина хаҡында фекер йөрөтөү иртәрәктер тием. Мин хәҙергә иң мөһимен тапмағанмын... Уйҙарға сумып, таңғы тынлыҡта йөрөйөм. Гел шулай ҡабатлана һәм мин картинамдың хәҙергә тик күңелдә тыуған бер уй, хыял ғына икәнлегенә һаман нығыраҡ төшөнә барам.
Шулай ҙа мин һеҙгә әле эшләнеп бөтмәгән әйберем хаҡында һөйләргә теләйем. Кәңәшләшкем килә. Һеҙ, әлбиттә, белеп тораһығыҙҙыр: минең картинам ауылыбыҙҙың беренсе уҡытыусыһы, беренсе коммунисы Дүйшөн ҡартҡа бағышлана.
Ләкин мин күҙ алдына килтерә алмайым әле: көрәш менән тулы был ҡатмарлы тормошто, был бай яҙмышты, кешелекле ынтылышты буяуҙар, аша һөйләп бирә алырмынмы икән? Хазиналай тулы был табаҡты сайпылтып түкмәйенсә һеҙгә еткереү өсөн, уйҙарымды һеҙҙеке генә түгел, ә дөйөм ижад ҡомартҡыһы итеп әүерелдереү өсөн нисегерәк эшләргә кәрәк икән, замандаштарым?
Мин был картинаны яҙмайынса ҡалдыра алмайым, ләкин мине икеләнеүҙәр, борсолоуҙар солғап алған саҡтар ҙа була. Ҡайһы ваҡытта бер нәмә лә булдыра алмам кеүек тойола. Шул саҡ былай тип уйлайым: ни өсөн яҙмыш минең ҡулдарыма рәссам бумалаһы тотторҙо икән? Ниндәй яфаланып йәшәү! Ә ҡайһы саҡта үҙемдә шундай көс, ҡеүәт тоям, хатта тауҙар аҡтарырға әҙермен. Ундай ваҡытта инде былай тип уйлайым: күр, өйрән тормошто, иң кәрәклеләрен һайлап ал! Дүйшөн менән Алтынайҙың тирәктәрен, теге, тарихын белмәгән булһаң да, һиңә бала сағыңда күпме шатлыҡлы көндәр бүләк иткән тирәктәрҙе һүрәтлә. Ҡояшҡа ҡап-ҡара булып янған теге ялан аяҡ малайҙы һүрәтлә! Ул иң юғарыға менгән дә тирәк ботағында ултыра, ғәжәпләнеүҙән шар асылған күҙҙәре менән күкһел алыҫлыҡҡа ҡарай.
Йәки картинаңды шундайыраҡ итеп яҙ ҙа уны “Беренсе уҡытыусы” тип ата. Бәлки, был Дүйшөндөң балаларҙы йөкмәп йылға аша ташыған, ә эргәнән ҡырағай, туҡ аттарға атланған, ҡыҙыл төлкө тиреһенән тегелгән малахайҙар кейгән тупаҫ кешеләрҙең уларҙан мыҫҡыллы көлөп үтеп барған ваҡыты булыуы мөмкин...
Бик тә булмаһа, уҡытыусының Алтынайҙы ҡалаға оҙатыуын һүрәтлә. Хәтереңдәме, һуңғы тапҡыр ул нисек өҙәләнеп ҡысҡырғайны! Шундай картина яҙ, ул, һаман да Алтынайҙың ҡолағында яңғырап торған Дүйшөн тауышы булып, һәр кешенең йөрәгенә үтеп инһен.
Мин быны былай ғына, үҙ алдыма ғына әйтәм. Мин үҙем менән шулай йыш ҡына кәңәшләшеп алам, тик һәр ваҡытта ла эш яйлы ғына килеп сыҡмай. Хәҙер ҙә ниндәй картина яҙырымды асыҡ ҡына белмәйем әле. Шулай ҙа бер нәмәне асыҡ беләм: мин туҡтауһыҙ эҙләнәсәкмен.
Фото: a-avtopartsshop.ru