Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Сентябрь 2023, 05:40

Беренсе сентябрь Айзилә МОРТАЕВА

Ҡулдарҙа балҡыған гөлдәрҙән, Бәхеттән нурланған йөҙҙәрҙән Күңел дә, күҙҙәр ҙә ҡамаша!

Беренсе сентябрь  Айзилә МОРТАЕВАБеренсе сентябрь  Айзилә МОРТАЕВА
Беренсе сентябрь Айзилә МОРТАЕВА

Йәнә лә беренсе сентябрь!
Йәнә лә мәктәбем ишеге!
Үрелеп кенә мин асамын
Тылсымлы донъяның бишеген!

Йәнә лә беренсе сентябрь!
Аҡ ҡына бантиктар сәстәрҙә.
Әсәйҙәр күҙендә йәш ҡатыш
Һағыш та, шатлыҡ та, хәстәр ҙә.

Йәнә лә беренсе сентябрь!
Ошо көн мең көнгә торорлоҡ!
Аҫыл ҡыҙ, батыр ул үҫтергән
Атайҙар йөҙөндә ғорурлыҡ.

Йәнә лә беренсе сентябрь!
Ул – бәхет, ул хыял, ул тылсым.
Теләктәр ашһындар тормошҡа,
Хыялдар булһындар ып-ысын!

Йәнә лә беренсе сентябрь!
Бар донъя – шатлыҡлы тамаша.
Ҡулдарҙа балҡыған гөлдәрҙән,
Бәхеттән нурланған йөҙҙәрҙән
Күңел дә, күҙҙәр ҙә ҡамаша!

 

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас