Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Сентябрь 2023, 05:30

Атай эҙенән Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ

– Мин белә белгәндән бирле тамаҡ тип ҡысҡыраһың, ғүмер баҡый тарамыш булдың, тәнеңә ит ҡунманы, кәкерәйеп, ергә ҡарап йөрөүҙән бушаманың. Ә бураңда иген ишелеп ятты. Ташкисеү аслыҡтан ҡырылып бөткәндә лә иҫән ҡалырһың. Әле һинең запасың бар.

Атай эҙенән Повесть (5)  Рәйес НИЗАМОВАтай эҙенән Повесть (5)  Рәйес НИЗАМОВ
Атай эҙенән Повесть (5) Рәйес НИЗАМОВ

VI

 

Зәйнетдин көн дә иртән, аттар көтөүҙән ысыҡ ярып ҡайтыу менән, йылтыр итектәрен шығырҙатып түбән төштө. Самандан һалынған һәм уның яҡ-яғы ауыл малайҙарының исемдәре менән сыбарланып бөткән теплушка эргәһенә сүгеп, ергә текәлгән килеш, һурып-һурып тәмәке тартты. Тәмәкене әйтәһең, янында ир заты булһа, ул: «Мәле», – тип унан төрҙөрҙө, яңғыҙы ҡалһа, тубығына ҡуйып, ҡырҡ хитлыҡ менән ураны. Һыңар ҡул – һыңар ҡул инде, аҙым һайын үҙен һиҙҙерҙе, яралы һул ҡул хәҙергә тыңламаны, һарғайып ҡатҡан бармаҡтар бөгөлә һалманы. Ярһыуынан ни эшләргә белмәй, махоркаһын сәсеп ташлаған саҡтары ла булғыланы. Кешеләр ана, һуғышта, ә ул, ҡанаты ҡайырылған бөркөт һымаҡ, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның ат еккәнен күҙле бүкәндәй күҙәтеп ултыра. Ҡайһы мәлдә түҙмәне, ҡамыт бауын дөрөҫ алмаған ҡатындарға:

– Алай түгел! – тип ҡысҡырҙы.

– Һин дә ҡыҫылаһың шунда, йән көйөгө.

Тартай теленән таба тигәндәй, ишетмәһәң, ишет. Зәйнетдин урынынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, ҡуйы ҡара ҡаштарын емереп, ас яңаҡтарын ҡалтыратып, әле бер, әле икенсе фурман янына атланы, тегеһенең арҡалығын күтәреште, быныһының сөйөлдөрөгөн бәйләште, үҙе һаман һөйләнде:

– Ҡалала тыуып үҫкәндәрме ни, их, шул ҡулдарығыҙҙы!

– Һуғыш сыҡмаһа, һинең ошо тиргә ҡатҡан йүкә ыңғырсағыңа төкөрөп тә бирмәҫ инем. Беҙҙең ҡулға ҡағылма һин, улар әлегә ерен дә һөрә, урманын да киҫә, – тине Хәмдиә.

Халыҡ бер тын шаулашты ла тынды. Фурмандар, ыңғыр-шыңғыр килеп, туғайға йүнәлде.

Аттар һарайы алдында ватыҡ арба, тәгәрмәс тә тышы ҡатып бөткән дегет силәге генә ятып ҡалды. Тай-тулаҡты ла яланға ҡыуҙылар. Бер аҙҙан лапаҫта сәпсектәр сырылдашҡаны ғына ишетелде.

Зәйнетдин, кәртәгә эйәген терәп, тайҙар ҡойроҡтарын сәнсеп сапҡан Ослотау яғына ҡарап торҙо. Ул бит әле Илбай менән күптән түгел генә, һуғыш сығыр алдынан ғына, шунда аттар көттө, төндәрен усаҡ яҡты. Тышаулы аттар, бышҡырышып, һутлы үлән утлай, ә ул, ялҡындан күҙен алмайынса, уҙған ғүмерен барлай... Эйе, Бибиямалға өйләнеп, күп тә үтмәне, атаһы донъя ҡуйҙы, алдан һөйләшкәндәрме ни, аҙна тулды тигәндә, атаһы артынан әсәһе китте. Бәхетлеләр, тинеләр Ташкисеүҙең аҡһаҡалдары, ғүмер ептәре бергә өҙөлдө, тупраҡтары еңел булһын...

Шулай уйлап ятҡанда, яҡында ғына нәҫел айғыры кешнәп ҡуйҙы.

– Юҡҡа борсолмайҙыр, бар әле, урап кил, ҡош-ҡорт йөрөмәй микән? – тине Илбай, усаҡҡа ҡоро утын өҫтәп.

Зәйнетдин Ерекле ҡаран буйҙарын яңғыратып һыҙғырып ебәрҙе. Бер-бер хәл булдымы әллә тигәндәй, аттар ҡолаҡтарын ҡарпайттылар. Былай итеп, үҙәктәрҙе өҙөп, асы итеп һыҙғырған башҡа кеше, моғайын, Ташкисеүҙә юҡтыр. Нисек һыҙғыра, аңламаҫһың. Хәйер, көтөүсе халҡының күбеһенең шундай бер һәләте була, йә ул йөрәкәрҙе тетрәтеп йырлай, йә ул, донъяңды оноттороп, ҡурайҙа уйнай, йә ул тауҙарыңды һелкетеп бейей. Был һәләт көтөүсегә ярты ғүмерен тиерлек яланда үткәреүҙән килмәй микән? Ул яңғыҙы уйлана, хыяллана, эсенән генә һыҙып йөрөй, шишмәләрҙең көйөн, ағас шауының серен, ҡоштарҙың сихри телен белә.

– Бер нәмә лә юҡ, – тине Зәйнетдин, урап килеп. Яңынан усаҡҡа төбәлде. Әйтерһең, уның йөрәге лә ошондай утлы ҡуҙ ине. Эйе, ул ҡуҙҙы Ғәйнулла бутаны. Ә бит Гөлбаныу менән уның тормошо бөтөнләй икенсе булыр, Ташкисеү осондағы аҡ өй әкиәттәге кеүек ялт итеп торор ине. Ирмен тигән ир, үләндәрҙе услап өҙә-өҙә ҡапланып һыҡраны, ер генә уның хәлен аңланы.

– Юҡҡа өҙгөләнмә, үткән юлыңа үлән үҫкән, – тине Илбай шул саҡ тыныс ҡына һәм ауыҙ эсенән мөңгөрәүен белде:

Нужа күрмәй

Аҡыл кермәй

Ата балаларына...

– Ярай ҙа һин яратҡаның менән йәшәйһең... Һөймәгән йәр ҡуйынында ятыуҙары, ай, ауыр... Кемдең башына төшә, шул ғына белә. Күңелем ситтә минең, әллә ҡайҙа, йыраҡта, йәһәннәм аҫтында.

– Һөлөк кеүек малайың бар. Ә бына мин ул бәхеттән мәхрүм. Ни эшләйһең, башыңды ташҡа бәреп булмай.

– Бала хаҡына торам да.

– Донъя теүәл генә түгел шул, аның әле бер яғы, әле икенсе яғы китек. Бары менән шөкөр итәһең, – тине Илбай, – онот, үҙеңде үҙең өҙгөләмә. Ирҙәргә килешмәй ул...

– Ниндәй уйҙарға баттың, һалдат?

Зәйнетдин иҫтәлектәрҙән арынып, тетрәп китте. Имеш, уның янында Илбай түгел, ә һыңар ҡуллы колхоз председателе тора. Тәүге герман һуғышынан еңен һәлберәтеп ҡайтҡан оло йәштәрҙәге кеше.

– Торам әле, –тине Зәйнетдин, күҙҙәрен һаман тайҙар уйнаҡлашып йөрөгән Ҡырланан алмай.

– Беләм, Зәйнетдин, ҡарашың бик йыраҡта, – председатель ҡулын көнбайышҡа табан һуҙҙы, – хәҙергә унда һине лә, мине лә ебәрмәйҙәр, беҙҙең көрәш бына бында. – Ул сыбыртҡы осо менән тырым-тыраҡай ятҡан ҡорамалдарға төртөп күрһәтте. – Рәткә һалырға кәрәк. Бригаданы ҡабул ит.

– Көләһеңме әллә?

– Уйнай торған ваҡыт түгел, мин ике һөйләргә яратмайым. Фронт, һалдаттар әпәкәй һорай, әпәкәйҙең, элеваторға барып кергәнсе, мәшәҡәттәре бик күп. Һиңә был мәғлүм, бураҙнала үҫкән егетһең, өйрәтеп тороу кәрәкмәй. Берәү ҙә белеп тыумай, мин дә ғүмерем буйына пожарҙа яттым, тоттолар ҙа председатель итеп ҡуйҙылар. Бергәләп эшләрбеҙ.

– Шулайын шулай ҙа ул. Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға бит әле. Беренсенән, ғәрипмен, икенсенән, белем юҡ. Ҡара иҫәп менән генә йәшәйем.

– Хәлде күреп тораһың. Ир – ир инде ул, уның һүҙе үтә. Иҫәп-хисапты теркәргә учетчик бирербеҙ, – тип председатель ситәне ярты яҡҡа ауышҡан кырандасына табан атланы. – Шулай, энем. Бер һүҙҙе ике һөйләргә яратмайым.

Зәйнетдин лерт-лерт юртҡан ат артынан, иренеп кенә күтәрелгән туҙан юғалғансы, ҡарап торҙо. Ҡырт ҡына киҫте лә китте, һөйләш уның менән. Исмаһам, әлепте таяҡ тип белһә, тағы бер хәл. Анауы йылды ошо теплушкаға йыйып, уҡытып та ҡаранылар ҙа бит, әллә ниңә күңеле ятманы. Етмәһә, таҡтаға сыҡҡас, шул телен йылан саҡҡыры Хәмдиә: «Был бит «ны» хәрефенә һис тә оҡшамаған, Бибиямалдың танауына тартҡан», – тип бөтә халыҡ алдында хур итте. Ҡыҙыу ҡанлы кешегә күп кәрәкме ни, аҡбурын сәсрәткәнсе аш иҙәнгә олаҡтырҙы ла шап иттереп ишекте ябып сыҡты-китте. Хәйер, теплушкаға аң-белемгә йөрөгән башҡалар ҙа артыҡ бүрттерә алманы, йылдар уҙғайны, шулай ҙа хәреф танырға өйрәнделәр.

Зәйнетдин хеҙмәт көнөнә иген алырға барһа, ҡулдары ҡалтыраны. Исемлеккә имза ҡуйғанда, фамилияһының баш хәрефен генә төрттө лә артабан һыҙғылап бөтөрҙө, ҡәләм осо менән ҡағыҙҙы тишкеләгән саҡтары ла булды.

Яраһын бәйләтер өсөн, Зәйнетдин медпункт яғына ыңғайланы. Бригаданы ҡабул ит, имеш. Бригада – ул эсенә ҡамыт, дуға тултырылған теплушка ғына түгел. Уның, ана, ҡайҙарҙан ҡайҙарға ятҡан ере, етмеш башлап аты, алтмышлаған йорто бар. Иртәгәнән алып бөтәһенә һин яуап бирәһең. Башҡа ике бригаданың хәле нисектер? Унда армияға йәштәре кермәгән ирҙәр ҙә күренгеләй, хәлле генә ҡарттар ҙа байтаҡ. Ә бына Ташкисеүҙең был осонда, беренсе бригадала, халыҡ теле менән әйткәндә, «Бәләкәй ауыл»да ҡарттарын да бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һәр өйҙән һуғышҡа китмәгән кеше юҡ. Ҡара ҡағыҙҙар ҙа килә, тағы ниндәй өйҙәрҙе ҡайғы баҫыр, ҡайһыларын урап үтер, иртәгә ниндәй көн тыуыр, билдәһеҙ.

Зәйнетдин яй ғына урам буйлап атланы. Күңеленән генә һәр өйгә ҡағылды. Үреп-һүтеп тормағас, ситән ихаталар сүгә, ҡаралты баштары иләкләнә, нужа баҫып, хатта сәстәрен тарарға форсат таба алмаған ҡатындарҙың баҡсаларын, ыҙан буйҙарын алабута, кесерткән сыбарлаған. Йылға буйҙарында ауылға йәм биреп ултырған өйәңкеләр ҙә һирәгәйгән. Ҡайһыһына ғына өлгәшһендәр һуң? Ҡара таңдан күҙҙәрен тырнап яланға сығып китәләр, күҙ бәйләнгәндә генә һөйрәлеп ҡайталар. Бағана, кәртәме ни баштарында, ил, ир, бала ҡайғыһы уларҙа.

 

* * *

 

Туғайҙа төшкөлөккә туҡтаған арала йыйылыш үткәрҙеләр. Зәйнетдинде бригадир итеп һайланылар.

Яңы бригадир икенсе көндө үк «баш бирмәгән» бер нисә ҡартты саҡыртты. Һуңғы арба двор алдынан сығып китмәйенсә, уларға өндәшмәне. Ҡарттарҙың түҙемдәре етмәне, ауыҙ эсенән һуҡранып, күпереп үҫкән бәпкә үләне өҫтөнә сүктеләр. Ат ҡараусылар ҙа, Тимерхан ҡарт, Хәмдиә, Рәҡип тә «ҡаты» баштар эргәһенә килеп эйелделәр. Тимерхан ҡарт уртаҡ һүҙ табырға, күңел асырға тырышты. Йәнәһе, юҡҡа кәйефегеҙ ҡырылмаһын, Зәйнетдин кем һуң әле ул? Ҡарттар, көлөмһөрәп, бер-береһенә эйәк ҡаҡты.

Зәйнетдин хәйләкәр төлөкөләрҙең мыҫҡыллы ҡарашын тиҙ тотто, ләкин һүҙҙе уратып, йомшартып башланы хәҙергә.

– Һеҙ, һирәгәйгән тырма тештәре, бригаданың өҫтөндәге ҡаштары, – тине ул. (Ҡарттар ҡыймылдашып ҡуйҙы. Ана, нимә ти, теле майлы ғына күренә, ҡәһәрең, йә, йә, ҡайҙа ҡунырһың икән?) – Һәр кемгә мәғлүм, һуғыш аяуһыҙ, бик күп ҡорбандар талап итә. Шулай ҙа еңеү беҙҙең яҡта буласағы көн кеүек асыҡ. Мин быны һис икеләнмәенсә әйтәм, анауы Ослотау өҫтөндәге ҡояшҡа, мин быны Ыраевка стансаһы аша көнө-төнө үргә үткән ишәлундарға әйтәм, халыҡ тимер ташҡындай ҡуҙғалды. – Бригадир, гүйә, күктә талпынды ла кире ергә төштө, тауышы әкренәйҙе, һалмағайҙы. – Ҡыйын булыр, ағай-эне, әммә кеше йөрәге кисерә алмаҫлыҡ ҡайғылар, кеше иңе күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар юҡ донъяла. Беҙ бөтәһен дә бергәләп татырға тейешбеҙ. Фрунт тылһыҙ хәрәкәт итә алмай, фрунт менән тыл, мин әйтер инем, бер душа. Бөгөн беҙҙән армия, Ташкисеү һалдаттары икмәк көтә, ә беҙ, аҡһаҡалдар, артыҡ хафаланмайбыҙ кеүек. – Зәйнетдин был һүҙҙәрҙе һәр береһенә төбәп тирелек әйтте, үҙҙәрен ғәйепле һанағандар бригадирҙың утлы ҡарашы менән осрашырға баҙнат итмәне. – Дөрөҫ, армия беҙҙән башҡа ла фашистарҙың аҫтын-өҫкә килтерер, һуғыштар баҫылыр, фрунтовиктар ҡайтыр, уларҙы ниндәй йөҙ менән ҡаршы алырбыҙ? Сабата туғып, Дәүләкәнгә саптыҡ, арҡан ишеп, күрше колхозға һаттыҡ, һыйыр егеп, бесәнде спиртҡа алмаштырырға Ҡотоҙоға йөрөнөк, типме? Төптән генә уйлағанда, шулай килеп сыға түгелме? Ғәҙҙеллек ҡайҙа?

Ҡарттар, баштарын эйеп, өнһөҙ ултырҙылар, бригадир менән килешеп тә етмәнеләр. Уларға ла көн күрергә кәрәк тәбаһа. Ғаиләләре, килендәре, ейәндәре бар. Бер өй эсенән нисә кеше эшләргә тейеш икән һуң? Ерекле ҡарандың йүкәһен тауарға әйләндергәнсе байтаҡ ҡына ыҙалай әле ул. Табанлап йөрөмәйенсә бер нәмә лә килмәй. Зәйнетдинде әйтәһең, һуғышҡа тиклем ат араһынан башы сыҡмаған, ҡыштарын баҫыуға ат тиҙәге түгеүҙән бушамаған бәндә хәҙер ҡалай ҡылана, таяғы керһә, аяғы кермәгән көйөнсә, төкөрөгөн нисегерәк сәсә?

– Шулай, ағай-эне, улдарығыҙ менән күкрәккә күкрәк терәп күрешергә теләһәгеҙ, аҙғын юлды ташлағыҙ. Ана, ҡатындарҙан үрнәк алайыҡ, беҙ әле һеҙҙең менән бөгөн ҡыл да ҡыбырҙатмағанбыҙ, улар бер тын эшләп тә алдылар, ғәҙеллек ҡайҙа? Ә ул бына бында. – Бригадир, шәп-шәп атлып, теплушкаға инеп китте.

Донъялар ана нисегерәк үҙгәрә тигәндәй, ҡарттар йәнә бер-береһенә, йөҙҙәрен һытып, күҙ атты. Йә хоҙай, тағы ниҙәр көтә? Зәйнетдин уларға теплушканан ҡото осҡос нәмә алып сығыр төҫлө ине.

Ишек илап асылғас, үлән өҫтөндәгеләр тертләп китте, күрәһе көндәр бар икән.

Зәйнетдин тышҡа мөйәттәре өҙөлгән ҡамыттар, кейеҙҙәре аҡтарылған ыңғырсаҡтар, ҡырмаһа ҡырҡ ерҙән төйнәлгән дилбегәләр ырғыта башланы.

Ҡарттар еңелсә һулап ҡуйҙы, йәнәһе, аңлашылды.

Бригадир тышҡа атылып сыҡты, тештәре ҡыйралған тәгәрмәс бүкәндәрен итеге менән тибеп ебәрҙе, күсәрҙәре һынған арба күкрәктәренә баҫты һәм иҫләмәҫтән яралы ҡулын фурман башына бәрҙе, һыны ҡатты. Күҙ алдары ҡараңғыланды, двор ҡарттары-ние менән зырлап әйләнде, бөгөлөп төштө. – Ғәҙел-лек... ҡай-ҙа?..

Рәҡип һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, ул, ағарынып, Зәйнетдин янына атланы, ни тип әйтергә лә белмәне, күҙҙәренән йәш атылды.

Ҡарттар ҙа, берәм-берәм ҡалҡынып, бригадирҙы уратып алды.

– Ҡыҙып киттең шул, ҡыҙыулыҡ йүнлегә илтмәй.

– Йүнәтербеҙ, беҙ йүнәтмәй, кем йүнәтһен, – тип йыуаттылар. – Бөгөн ҡасау, бырауҙарҙы рәтләп ҡуяйыҡ та яңы ҡояш тыуғас, хәйерле сәғәттә башларбыҙ, алла бирһә.

Ахырҙа Зәйнетдин билен турайтты, тештәрен ҡыҫып, башын сайҡап ҡуйҙы, марля аша ҡан һарҡып сыҡҡайны.

– Ҡайҙа, йүнләп бәйләйем, – тине Хәмдиә, Зәйнетдиндең ҡулына үрелеп.

Рәҡиптең тәндәре сымырҙаны һәм ул ситкә боролдо.

Тимерхан ҡарт, тубығына етә яҙып йөрөгән һәм итәктәре дегеткә буялып бөткән аҡ күлдәгенең иҙеүен ысҡындырып, ерҙә тырым-тыраҡай ятҡан нәмәләргә төртөп:

– Быларҙы ни эшләтербеҙ? – тине сабыр ғына. Әйтерһең, бынан яңыраҡ ҡына яу үткәйне.

– Теймә, аларҙың намыҫына бәйләнгән, – тине Зәйнетдин, ҡарттарға табан башын ҡағып. – Бушаған араларҙа һин дә ҡулыңа алғыла. Итек, сандали тегеп кейәһең бит, ыңғырсаҡ рәтләргә генә әллә ниндәй баш кәрәкмәй. Труты булыр.

– Ҡуй инде, хәҙерге труддин менән быуа ғына быумаһаң. Ә бына бында – буш, – Тимерхан ҡарт телен шартлатып күлдәген күтәрҙе, ҡорһағын күрһәтте.

– Мин белә белгәндән бирле тамаҡ тип ҡысҡыраһың, ғүмер баҡый тарамыш булдың, тәнеңә ит ҡунманы, кәкерәйеп, ергә ҡарап йөрөүҙән бушаманың. Ә бураңда иген ишелеп ятты. Ташкисеү аслыҡтан ҡырылып бөткәндә лә иҫән ҡалырһың. Әле һинең запасың бар.

– Юҡты һөйләйһең.

– Әйҙә, келәтеңде асып ҡарайыҡ.

– Ҡарамай тор. Мин бит һинекен бер ҙә тикшермәйем.

– Минекенән елдәр иҫеп тора, ә бына һинекенә ат башындай йоҙаҡ эленгән. Өҫтәүенә, винтле йоҙаҡ менән дә боролған. Нимә һаҡлайһың? Үтә күрәм, унда игендән тыш бер стан тәгәрмәс, бер пар ҡайыш ызбурый бар. Улар бөтәһе лә колхоздыҡы, пуләвәт булғанда үҙләштерҙең. Һуғыш сығыу менән, колхоз милкенең иҫәбе-һаны юғалды тип уйлайһығыҙмы ни? Арба, фурман тағы ла бер нисә кешелә күренә. Колхоз мөлкәтен бик иртә бүлешкәнһегеҙ, үкенергә тура килмәһен. Киҫәтәм, нәмәләрҙе, беҙ фрунтҡа китеүҙән файҙаланып, кем ҡасан алып ҡайтҡан, тикшереп тормайым, иллә-мәгәр иртәгә ошонда булһын. Кем баш тарта, шуны айырым хужалыҡтыр торғоҙорға ынтылыусы, совет стройына аяҡ салыусы итеп ҡаты хөкөмгә тартырасаҡмын. Военный вриме икәнде онотмағыҙ.

Тимерхан ҡарт телен тешләне. Ете ҡат ер аҫтынан йылан көйшәгәнен ишеткән бәндә икән был Зәйнетдин.

Һый ҡоро булып, ризаһыҙлыҡ менән таралышҡан ҡунаҡтарҙай, ҡарттар теләр-теләмәҫ кенә өйҙәренә табан туйтаңлашты.

Зәйнетдин дә, кырандасына эләгеп, үргә ыңғайланы, ул бик һыуһағайны, иртәнсәк бер стакан һөт кенә эсеп сығып киткәйне, инде төш етеп килә.

Өйө йоҙаҡлы, малайы Ғәйнетдин ҡайҙа йөрөй икән? Хәйер, иптәштәре менән йылғала быстырҙайҙыр, бәләкәй шул әле, быйыл икенсе класты ғына тамамланы. Апаһы торманы, әсәһенең ҡул аҫтына кергән булыр ине инде...

Зәйнетдин бүрәнә ярығынан бауына уралған асҡысты алды ла ҡыҙып уҡ өлгөргән йоҙаҡты асты. Иҙәненә таш йәйелгән соландан һалҡын бөркөлдө.

Бибиямал ашарға әҙерләп, өҫтәлгә ашъяулыҡ менән ҡаплап киткән. Самауыры һыуынған, яңыртып торманы, шабырҙатып сәй яһап эсте лә, гимнастеркаһының яғаһын һелкеп, тупһа ташында бер аҙ баҫып торҙо. Аҙбарҙа тауыҡтар ҡытҡылдай, картуф баҡсаһында ике әтәс бер-береһенең кикерегенә һикерешә, ҡанға туҙып өлгөргәндәр.

– Ҡыланығыҙ әле, – тине Зәйнетдин, таш ырғытып. – Нимә бүлешәһегеҙ? Тауыҡтар етмәйме ни? Майығыҙға һыйыша алмаһығыҙ, теге, фрунтҡа тоттом-оҙаттым, анан табығыҙ эҙләп. Ғәҙеллек ҡайҙа?..

Күрше әтәсе алан-йолан ҡаранды ла, ҡуҡылдап, үҙҙәре яғына шылды. Ҡанлы башын ҡырҡҡа борғолап, еңелгән еҙ муйынлы әтәс кенә тороп ҡалды баҡсала. «Ҡара, Еҙмуйын, үҙ йортоңда үҙең хужа була белмәһәң, – тине Зәйнетдин, сыбыртҡы һабы менән янап, – минән изгелек көтмә, беҙгә һинең менән еңелергә ярамай, ваҡыты шундай, аңлашылдымы?»

«Аңлашылды», – тигәндәй, тауыш биреп, Еҙмуйын лапаҫҡа табан атланы.

Зәйнетдин урам яғына сыҡты. Ситән менән өй араһы тәңгәленән сипелдәгән тауыш ишетелде. Күрәһең, аҙашҡан себеш. Эйе лә, ана, әсәһе лә көртләп йөрөй, балаһын юғалтҡандыр.

Зәйнетдин үтә һаҡлыҡ менән генә дегәнәк япраҡтарын аҡтарырға тотондо. Бына үҙе, һары йомғаҡ, ҡайҙа боҫҡан. Бар, сыҡ, әсәйеңде ҡаңғыртма. Ә быныһы тағы нимә? Бирсәткә? Эйе, йөндән бәйләнгән өр-яңы бирсәткә, береһе эсенә икенсеһен йомарлап тығып ырғытҡандар. Ғәжәп хәл, ни эшләп бында ята ул? Хәйер, Ғәйнетдин туп яһап уйнауы ихтимал.

Зәйнетдин бесәнселәр янына китте. Яландан һуң ғына ҡайтты. Идараға һуғылды, наряд алды, аттар төнгө көтөүгә сығып киткәнсе, дворҙа ҡайнашты.

Оҙон көн буйына уйнап арыған Ғәйнетдин ултырған еренән ойоно. Бибиямалдың ғына эше бөтмәне, лерт-лерт әле ут аласағына, әле соланға керҙе. Ҡар баҙына һөтөн төшөрөп ҡуйҙы, ҡара ғына ондан икмәк башы туҡыны, һүнеп ҡуймаһын тип, әленән-әле самауырын ҡараны. Ҡуй инде, ире бригадир булып эшләй башлағандан бирле, тынғылыҡ юғалды, ашағаны аш, эскәне һыу булып барманы.

Ҡапҡа шығырҙаны, ҡайтты шикелле. Зәйнетдин йыландай борғаланып торған ҡайыш сыбыртҡыһын сөйгә элеп ҡуйҙы ла:

– Ғәни ҡайҙа? – тине.

– Һине көттө-көттө лә, сабыйым, йоҡлап китте. Әйҙә, ултыр, аяҡтарыңды һалдырам.

Зәйнетдин, тыңлаусан балалай, балта менән ҡырҡ еренә сабылып, сыбарланып бөткән тупһаға эйелде. Сылғау менән тығыҙ итеп урап кейелгән итектәрҙе Бибиямал көс-хәл менән тартып алды.

– Бынауы селләлә еңелерәк әйбер кейер инең, исмаһам. Бигерәк ауыр, нисек һөйрәп йөрөйһөң, хоҙайым?

– Итек – итек инде, һалдат уны йәйен дә, ҡышын да аяғынан һалмай, итек ул тәртипкә күндерә, кешене ыҡсымлай. Бына ҡул ғына төҙәлһен әле, яңынан фрунтҡа тыҡылдап китмәмме.

– Шул һуғыштары тиҙерәк баҫыла һалһын ине, хоҙайым. Ниндәй ирҙәрҙең башына етә бит. Әйҙә, йыуындырам. Ҡурҡыныс һүҙҙәр һөйләмә.

Зәйнетдин ҡатыны артынан күнәктәр элә торған саталы бағана төбөнә эйәрҙе. Бибиямалдың көндәр буйына күрмәгән ирен иркәләгеһе килде. Һаҡлыҡ менән генә ҡулының бинтын һүтеп, гимнастеркаһын һалдырҙы, муйындарын, арҡаларын еҫле һабын остоғо менән йыуҙы һәм таҫтамал менән йомшаҡ ҡына итеп, ҡәҙерләп һөрттө.

Зәйнетдин, ғәҙәтенсә, сәй артында ла һөйләшеп барманы, түшәккә башын терәгәс кенә:

– Биби, – тине.

– Эйе, алтыным.

– Ташла шул таҫма телләнеүеңде, сөсө һүҙ яратмағанды беләһең бит.

– Йә, йә, себен теймәй, сер итә, – Бибиямал янып торған тығыҙ тәндәре менән һаман ирен һыйынды. Ҡатыны һырышҡан һайын, Зәйнетдин мөйөшкәрәк шыуышты.

– Абау, таш йөрәк, – тине ахырҙа Бибиямал, ғәрләнеп. – Мин һиңә бар ни, юҡ ни – барыбер. Эй бәхетһеҙ баш.

– Бәхет тураһында атайың өйөндә саҡта уҡ уйларға кәрәк ине.

– Шулай ғүмер буйына яралы йөрәгемә тоҙ һиберһең микән ни?

– Башламайҙар аны. Һин миңә шуны әйт: ситән буйына кем бирсәткә ташлауы бар? Ғәйниҙең эше түгелме?

Бибиямалда йөрәк йылыһын эҙләү ҡайғыһы китте.

– Сихырлап ҡуймаһалар ярар ине, хоҙайым. Ҡайҙа һуң ул?

– Бура өҫтөндә.

Бибиямал йәлп итеп урынынан торҙо, һуҡыр шәмгә ут ҡабыҙҙы.

– Бәй, был минең бүләгем дәбаһа. Әгәр һин иҫән ҡайтһаң, йыйған әйберҙәмдең береһен дә ҡыҙғанмам, ҡарт-ҡороға, йәтим-һәтимдәргә таратып бирермен, һин ҡайтҡан көндө мәжлес йыйҙым, бүләктәремде таратып сыҡтым. Шунда Рәҡипкә бирсәткә бүләк иткәйнем.

– Тимәк, ул малай ырғытып киткән. Тимәк, ул минең ҡайтҡаныма риза түгел

– Тыныслан, Зәйни, бала ғына бит әле.

– Бала ғына микән, саға түгелме?

– Теге ваҡытта әйтәм, мәжлестә Гөлбаныуҙан күҙеңде алманың да. Кеше араһында миңә лә еңел булманы. Күҙем күреп, йөрәгем тойоп торҙо, эстән генә ҡан иланым. Ә бейешкәндә һуң? Гөлбаныуҙы күпме әйләндерҙең, бала күңеле һиҙенгәндер. Шул әлеге Гөлбаныу, кемдән ни ере артыҡ һуң, хоҙайым? Йүнле булһа, ташлап ҡасмаҫ ине, яратмаған да, яратмаясаҡ та ул, юҡҡа ымһынма. Минең кеүек һиңә йәнен бирергә әҙер торған кеше донъяла юҡ. Алла үҙе генә белә. – Бибиямалдың күңеле тулды, яҫтыҡҡа ҡапланып, иларға тотондо.

Зәйнетдин, йөрәге әрнеп, өндәшмәй ятты. Ахырҙа:

– Йә-йә, – тине, йомшарып, – кемгә кәрәк һинең менән минең тормош? Кем менән аҡ булһаң, шуның менән ҡара бул, тигәндәр.

Ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме ни, бер ауыҙ һүҙ етә. Бибиямал көстәре ташып торған йомро беләктәре менән ҡырыҫ иренең ас биленән алып, уның күкрәгенә яңағын терәге, һаман һулҡылданы.

– Етте инде, – тине Зәйнетдин, ҡатынының йомшаҡ сәстәренән һыйпап, үҙе һаман Рәҡип тураһында уйланы. – Эйе, ғәҙеллек ҡайҙа?

Йәйге таң офоҡҡа зәңгәр һөрмә тартыу менән, Ташкисеү әтәстәре бер-береһенән иҫәнлек-һаулыҡ һорашты. Үрге остоң Еҙмуйыны ла, ҡанаттарын шапылдатып, яҡындағы сауҡалыҡтарҙы, Ҡурғы буйҙарын яңғыратып, тауыш бирҙе.

Бибиямал тертләп уянып китте һәм күптән күҙҙәрен асып, ҡыйыҡ ағасының һарғайған япраҡтарына төбәлеп ятҡан иренең баш аҫтынан ойоған ҡулын тарта һалып, тышҡа, һыйыр эргәһенә ашыҡты. Ишекте асығыҙ, юғиһә иптәштәребеҙҙән тороп ҡалабыҙ, тигәндәй, аҙбарҙа һарыҡ-кәзә мәэлдәне, бик һыуһаныҡ, бүтәндәр йүнле урынды алғылағансы, тиҙерәк йылғаға ҡыуығыҙ, тигән һымаҡ, ҡаҙҙар ҡаңғылдашты.

Күп тә үтмәне, көтөүсенең һыбыҙғы тауышы ишетелде. Малдар иренеп кенә, ҡапҡа, бағаналарға ышҡына-ышҡына, урамға ыңғайланы. Ниһайәт, көтөүсенең оҙон сыбыртҡыһы шартланы. Көтөү ҡыуған ҡатындар, өйөлөшөп, бер тын хәбәр һөйләштеләр ҙә, балаларын, яландарҙы иҫкә төшөрөп, өйҙәренә һибелделәр.

Балҡан тауҙың түбәһенә янып-бешеп ҡояш килеп менде, иркенләп тын алды һәм:

– Хәйерле иртә! – тип сәләм биреп, йылған-үҙәндәргә, тау-урмандарға, зәңгәрһыу төтөн сәскән ауылдарға йылмайып баҡты. Әйтерһең, ҡояш Ташкисеү кешеләренә лә: «Әйҙәгеҙ, минең менән баҫыу-ҡырҙарға атлағыҙ, бергәләп ҡоштар йырын тыңларбыҙ, мин ысыҡ тамсыларын эсә торормон, һеҙ ҡарағат, еләк, бөрлөгән, мәтрүшкә еҫтәре аңҡыған бесән күбәләрен өйә барырһығыҙ, һуңлаһағыҙ инде, шәфҡәт көтмәгеҙ, «һә» тигәнсе ямғыр болоттарын да килтерә алам», – тип Балҡандан айырылды, күккә ашты.

Ауыл көтөүе, теленә эләккән үләндәрҙе ялмай-ялмай, сыр-сыу килеп, һыртҡа күтәрелде, ләкин аттар һаман яландан ҡайтманы. Зәйнетдин лапаҫ урҙаһының осона аҫылған һабан төрәненә тимер кендек менән күпме генә һуҡмаһын, йылҡы көтөүселәр – Хәмдиә менән Рәҡип ишетмәне, күрәһең. Тимерхан ҡарт бөгөн өйҙә ҡунды, уның сираты түгел ине. Бригадир, ни эшләргә белмәй, ҡырҡҡа өҙөгөләнгәндә, нәҫел айғыры Бөркөт һарайҙың стеналарын емерерҙәй итеп кешнәп ебәрҙе. Айғыр йәш ине әле, менгегә лә быйыл яҙ ғына өйрәтелгәйне, ҡыҙыу ҡанлы, бейәләрҙе туҡтауһыҙ талай, типкеләй ине. Шуға уны Тимерхан ҡарт станокта тотоуҙы хәйерле һананы.

Зәйнетдин Бөркөттә ялан кәртәгә алып сыҡты. Айғыр сапсынды, ысҡынырға ынтылды, әммә ул, ир ҡулын, һыңар булһа ла, тиҙ тойҙо. Ат араһында күҙе сыҡҡан Зәйнетдин иҫләмәҫтән уға күкрәк тә һалды. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Бөркөт Иҫке йортҡа табан сапты.

Күңеле һиҙенгәйне бригадирҙың. Ысынлап та, аттар тырым-тыраҡай таралған. Ҡайһылары салғы осо ла кермәгән бесәнлек уртаһында, ҡайһылары һеркәгә ултырған арыш баҫыуында йөрөй.

Зәйнетдин тәүҙә ашлыҡ эсендәгеләрен һөрөп сығарҙы, унан туғайға табан боролдо. Аттар ҡыуып аҙапланған Рәҡипкә:

– Ни ҡаранығыҙ! – тип йөрәкте ярырҙай итеп ҡысҡырҙы. Биленә тиклем ысыҡҡа мансылған үҫмерҙе саҡ тапап китмәне. Малай, ҡурҡып, үлән араһына сүкте. Ҡыҙыу ҡанлы хайуан, баш бирергә теләмәй, ажғырып үргә атылды ла Хәмдиә яғына һикерҙе.

– Потрава өсөн яуап бирерһең, һыйырыңды һатып түләрһең! – тине Зәйнетдин, ярһып. – Оятһыҙҙар, арҡағыҙға ҡояш төшкәнсе йоҡламаһағыҙ! Ғәҙеллек ҡайҙа?!

– Кем ни, Зәйни, алла шаһит... – Хәмдиә ҡалтыранды.

– Төкөрҙөм аллаңа! Бының өсөн фрунтта аталар! – Айғырҙың күҙенә аҡ-ҡара күренмәне, гүйә, уның алдында кеше түгел, ә ниндәйҙер ҡарасҡы ине, иҙеп китергә ынтылды.

– Имгәт, әйҙә. Һуғышта ҡан ҡойоп йөрөгән һалдат ҡатынын тапат, әйҙә. Һиңә лә закон бар!

– Оятһыҙ! – тине Зәйнетдин. – Закон кем яғында булыр бит әле! – Ул аттарҙы ҡыуып алып ҡайтып китте.

Хәмдиә менән Рәҡип ҡатҡан тундарын һөйрәп, йүгәндәрен арҡаларына һалып, йылҡылар артынан йәйәү төштөләр.

 

* * *

 

Халыҡ йәнә мәж килеп туғайға йүнәлде. Ихата алды инде, башҡа көндәрҙәге һымаҡ, ташландыҡ төҫтә булманы, балталар туҡылданы, юнысҡылар осто, «аяҡһыҙ-ҡулһыҙ» ятҡан нәмәләр «терелә» башланы.

Зәйнетдин һаман ихата алдында соҡондо. Кеше аяғы баҫмаған ситән буйын, кесерткән араһын ҡараны, иҫке һабан, тырмаларҙы тартып сығарҙы. Әҙ-мәҙ төҙәтештерһәң, ер эшкәртерлек ине әле улар.

– Яңыһына өмөт итмә, завудтар хәҙер ҡорал әҙерләй, – тине бригадир һөйләнеп.

Зәйнетдин ҡулына арба кендеге тотҡайны, кендек осо ниндәйҙер түңәрәк тимер ситенә тейҙе, тимер зың итеп күңелгә ятышлы көй сығарып ҡуйҙы. Нимә был? Бәй, вагон буферы ла! Ҡайҙан килеп юлыҡҡан? Ҡарттар, белмәйбеҙ, тигән ҡиәфәттә баштарын һелкеттеләр.

– Юҡҡа иҫең китмәһен, – тине Тимерхан ҡарт, ҡамыт ямаған еренән беҙен ағасҡа сәнсеп, – Шафран үрендәге теге әвәриә хәтерегеҙҙәме? Нифет тейәгән вагондар юлынан ысҡынып, ер майы илаһи күл булып ятты. Аттар ҡарарға күсергәнсе, мискәләр күтәреп, билемде ауырттырғансы, гәрүчи ташыным да. Шулай Әлшәйгә барған ерҙән, ошо хәбәрҙе ишетеп, Шафран яғына һуғылдым бит.

– Эйе, эйе, тупраҡ ҡатышлы ер майы алып ҡайтҡаның әле лә күҙ алдымда, – тине ҡарттарҙың береһе. – Өҫ-башыңа әҙәм ҡарарлыҡ түгел ине, шул мифеткә сумып сыҡҡайныңмы ни, хоҙай. Мискәләреңде төшөргәс, ошо нәмәҫтәкәйҙе лә ырғыттың. «Кеше алғас, мин дә алдым», – тигән булдың. Һин ул саҡта, Зәйнетдин улым, әрмиәгә киткәйнең, ошо нәмәҫтәкәй аяҡ аҫтында аҙнаға яҡын ятты ла юҡ булды. Күрәһең, берәй аҡыллы баш ситән буйындағы кесерткән араһына илтеп ырғытҡан.

– Шулай тиң, – Тимерхан ҡанатланып китте.

– Нисек ҡайтҡандыр, нисек ятҡандыр, мәгәр миңә бының зыңлаған тауышы оҡшай, – тине Зәйнетдин, – әллә анауы өҙөлөп төшкән һабан төрәне урынына аҫып ҡуябыҙмы? Тишеге лә бар, бәйләргә лә ҡулай.

– Әйҙәгеҙ ни, – тиештеләр ҡарттар. Уларға был нәмә мәҙәк кенә күренде. Тик алдағы көндәрҙә, уның тауышын ишетеү менән, тертләп китәсәктәрен баштарына ла индермәнеләр.

Буферҙы асҡас, Зәйнетдин уға ҡыҫҡа кендек менән һуғып ҡараны. Тауышы һуң! Әллә ҡайҙарға яңғырай! Өтөк һабан төрәне менән йәшәлгән икән. Күршеләге шахта гудогынан һис тә кәм т үгел!

Малайҙарға етә ҡалды, Зәйни әрмиәнән калакул алып ҡайтҡан икән, бригадир булғас, хәҙер шуны, бөтә кеше күрһен өсөн, двор янына элгән, тип йүгерешеп килеп еттеләр. Ләкин бригадир уларҙы, аяғығыҙға төшөр, тип яҡын да ебәрмәне. Ҡара морондарҙы тыйырыһың. Зәйнетдин күҙҙән юғалыу менән, йыраҡтан буферға таш бәреп кинәнделәр. «Колокол» зың-зың итеп ҡалды. Батырыраҡтары эргәһенә лә килде, ҡайһылары уны бәрәңге туҡмағына, ҡайһылары тиреҫтә үҫкән бәшмәккә, ҡайһылары мейестә йәйелеп, ҡабарып бешкән сөсө бойҙай күмәсенә оҡшаттылар. Инде бригадир күренеү менән, малайҙар тырым-тыраҡай тайҙы. Һуңынан быға ла күнеп киттеләр, хатта килеп тә урамай башланылар. Улар өсөн таш аҫылғанмы, тимерме – барыбер ине.

Ысынлап та, башта сан яңы бригадирға дан йырлағандай тойолдо, ҡалған ике бригаданың тоноҡ тауышлы сандарын баҫып ҡуйҙы. Ташкисеүҙең икенсе осонан бығас ҡолаҡҡа ят, әммә йөрәккә яҡын моңдо ишетеп:

– Бәй, бәләкәй ауылдың тауышы үҙгәргән дәбаһа, әрмиәгә киткән айғырҙарҙың кешнәүе шулай, райондан ҡайтҡанда, Ҡырлаға килеп инеү менән, көллө яҡҡа сыңрар ине. Хәҙер, ана, сандары ни эшләтә, – тиештеләр.

Зәйнетдин буферға иртә-төшөн күңеле бөткәнсе, ҡулы талғансы һуҡты, шунан ул ләззәт тапты.

 

 

 

Автор:
Читайте нас