

Минира менән Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбендә бер осорҙа уҡыныҡ. Уның “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күргән хикәйәләрен, шиғырҙарын, мәҡәләләрен айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡый һәм шундай хәбәрсенең үҙебеҙҙән булыуына ғорурлана инек. Тиҙҙән уға “Йәш хәбәрсе” тигән танытма ла бирелде. Мәктәптә сығып килгән стена гәзитенең дә мөхәррире ул булды. Ә инде бер мәл Минираның әүҙем яҙышҡаны өсөн Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка юллама менән бүләкләнеүе мәктәбебеҙ өсөн оло ваҡиғаға әүерелде.
Гәзиткә яҙышҡандар башлыса филология факультетын һайлай. Был осорҙа химия һәм биология уҡытыусылары етешмәгәнлектән, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған атаһы Венер Исмәғил улы, ҡыҙына ҙур өмөт бағлап, ошо һөнәр буйынса уҡырға кәңәш бирә. “Үҙебеҙҙең мәктәпкә ҡайтырһың”, – ти.
Әммә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы башҡасараҡ яҙыла шул – Минира студент саҡта Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алған Урал исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Ул ошо райондың Усман ауылынан була. Йәштәр бер нисә йыл Төрөмбәттә йәшәй. Бер аҙҙан Усман башланғыс мәктәбен туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртеү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Был яуаплы мәшәҡәт әле утыҙ йәше лә тулмаған Минира Венер ҡыҙына йөкмәтелә.
Дәртләнеп эшкә тотона ул. Белем усағының яңы бинаһын төҙөтөүҙе хәстәрләп, әллә күпме көс, ваҡыт талап иткән мәшәҡәтте йырып сыға, уҡытыусылар коллективы туплай...
Өс балаға ғүмер бүләк итә Минира: улы Айгиз контракт буйынса хеҙмәт итһә, Айгүзәл Ломоносов исемендәге Мәскәү технология университетын уңышлы тамамлап, бөгөн уңышлы эшләй йөрөй, биоинженер. Булат Өфө Фән һәм технологиялар университетында белем ала.
Һуңғы йылдарҙа Минира Венер ҡыҙы ижадҡа ныҡлап тотондо, баҫмабыҙҙың әүҙем хәбәрселәренең береһе ул. Уның ауылдағы тормош, уңғандар хаҡындағы мәҡәләләре, фәһемле хикәйәләре гәзиттең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерә. Тормоштоң үҙәгендә ҡайнап йәшәгәс, илдәге үҙгәрештәр, кире күренештәр йөрәк һыҙланыуҙары булып аҡ ҡағыҙ биттәренә күсә.
Бүрек
1983 йыл. Беренсе курста уҡып йөрөгән ваҡыт. Ауылдан килгән балаларға ҡала тормошо ят, шомло күренһә лә, йәшлек дәрте ташып торған көс үҙенекен итте – арыу ғына уҡып киттек. Бына тәүге имтихандар... Баш баҫып шуға әҙерләнәм. Яңы йыл яҡынлашыуы үҙен һиҙҙертә – урамда шыршы һаталар, боҙ ҡаласыҡтары яһайҙар.
Берҙән-бер көндө ауылдан ике туған ағайым мин йәшәгән бүлмәгә килеп инде лә:
– Бына, һеңлем, һиңә әсәйеңдәр Яңы йыл бүләге ебәрҙе, – тип бер төргәк ҡалдырып китте.
Мин түҙемһеҙлек менән уны асып ебәрҙем: сөм ҡара, ялтырап торған ҡуян тиреһенән бүрек! Шатлығымдың иге-сиге юҡ, был бит минең күптәнге хыялым. Кейеп ҡарайым, эй килешә бит, хатта ябай ғына пальтомдың яғаһына төҫө лә тура килеп тора.
...Ябалаҡлап яуған ҡар ҙа, иртәнге саф һауа ла минең тулҡынланыуымды баҫа алмай – имтихан тапшырырға китеп барам. Уҡыу йортоноң гардеробында өҫ кейемемде ҡалдырып, тәғәйен аудитория ишеге янына килеп баҫтым. Төркөмдәге студенттар сират алған да инде – яҡын- тирәләге районда йәшәгәндәр Яңы йыл ҡаршыларға ауылдарына ҡайтырға ашыға. Миңә ҡабаланаһы түгел – беҙ йәшәгән төбәк баш ҡаланан йәһәннәмдә урынлашҡан: ни автобус, ни поезд йөрөмәй. Шуға ла сиратҡа иң һуңғыһы булып баҫтым, әҙ-мәҙ ҡабатлап, уҡып та алырмын.
Беренсе имтиханды “яҡшы” билдәһенә тапшырып, түбәм күккә тейерҙәй булып гардеробҡа йүнәлдем. Хәҙер тыныс күңел менән байрамды ҡаршылаһам да була, ҡалған имтихандар Яңы йылдан һуң ғына буласаҡ. Бәй, әллә мин генә ҡалғанмын инде, гардеробта дежур иткән егеттәр, ҡыҙҙар юҡ. Иҙән йыуған апай:
– Үҙең генә инеп ал кейемдәреңде, дежурныйҙар китте, – тине.
Минең пальто ғына етемһерәп бер үҙе эленеп тора, ә бүрек юҡ! Ары йүгерҙем, бире йүгерҙем – бер кем дә белмәй, бер кем дә күрмәгән булып сыҡты! Бына һиңә мә! Муйыныма һалған шарфты башыма ябынып дөйөм ятаҡҡа ҡайтып еттем. Ҡайҙа инде байрам кәйефе! Арлы-бирле тамаҡ ялғап, ятып йоҡланым.Төшөмә әсәйем менән атайым кереп йөҙәтте. “Һин ни эшләп бүрегеңде юғалттың, мин бит уны һыу буйы сират тороп, эш хаҡымдың сирек өлөшөн түләп алдым”, – тип мине әрләйҙәр, имеш.
Яңы йылдың беренсе көнө – ял. Сираттағы имтиханға әҙерләнеп, был көндө лә көс-хәл менән үткәреп ебәрҙем.
Элек бит хәҙерге кеүек ун көнлөк ял юҡ ине. Яңы йылдың икенсе көнөндә үк уҡыу йортоноң ишеге асыҡ, студенттар геү килә, етмәһә, ситтән тороп уҡығандар килеп тулған. Шуны ла әйтергә кәрәк: әлеге студенттар беҙгә ҡарағанда күпкә еңелерәк уҡый – Интернеттан мәғлүмәт алып “копировать”ҡа баҫып, флешкаға күсереп, принтерҙан сығарып алыуҙар ҡайҙа ул, китапханала бер өйөм кәрәкле әҙәбиәтте алып, уҡып, биттәрен эҙләп, ҡул бармаҡтары ҡатып бөткәнсе дәфтәр битенә күсереп яҙыу...
Уҡыу залы шығырым тулы. Бер буш урын ҡалмаған, китаптарымды күтәреп эскәрәк йүнәлдем. Ана, алдараҡ буш парта күренә, йәһәт кенә барып ултырҙым да китап эсенә сумдым. Ни тиһәң дә, иртәгә икенсе имтихан! Янымдағы буш урынға бер ҡыҙ килеп ултырҙы, ситтән тороп уҡығанға оҡшаған, беҙҙең кеүек бала-саға түгеллеге йөҙөнә сыҡҡан.
– Минең әйберҙәрҙе ҡарап тороғоҙ әле, тиҙ генә китаптарымды алып киләм, – тип баш кейемен, пакетын парта өҫтөнә һалып китеп барҙы был.
Шул саҡ күҙ тегенең бүрегенә төштө бит. Йә, Хоҙай, был бит минең бүрек! Ҡулыма алып, ҡолаҡсыны аҫтындағы әсәйем тегеп ҡуйған билдәне ҡарайым – ул! Йөрәк йышыраҡ тибә башланы, биттәр алһыуланды. Шул ваҡыт:
– Бүрегемде урынына ҡуйығыҙ әле! – тигән бойороҡ яңғыраны.
Мин нимә әйтергә белмәй:
– Үҙемдең бүреккә һуңғы тапҡыр ҡарарға ярамаймы ни? – тим.
Шунан китте талаш-тартыш. Уҡыу залындағы студенттар беҙҙе, сығып ирешегеҙ, тип ҡыуа башланы.
Коридорға сыҡһаҡ, бер бүлмәлә йәшәгән әхирәтем килеп сыҡты, ни тиһәң дә, прокурор ҡыҙы бит.
– Әйҙәгеҙ милиция саҡыртайыҡ, улар бөтәһен дә асыҡлар, – тине.
Беҙ вахталағы дежур телефонға йүнәлдек. Телефон тотҡаһына үрелгәндә, ҡараҡтан елдәр иҫкәйне инде...
Бүректе кейеп тышҡа атланым. Яңы йыл ҡарҙары, минең менән бергә шатланғандай, баш осомда өйөрөлдөләр... Ғүмеремдәге иң үҙенсәлекле бүләк булғандыр, моғайын, был бүрек.
Фото: Бәйләнештә