Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Сентябрь 2023, 16:21

Профессор

Утыҙ йыл ғүмерен эскесе ир менән заяға үткәреүен өлкәнәйә килә генә аңланы ул.

ПрофессорПрофессор
Профессор

Һуңғы арала йөрәге ҡағып ауыртып тик тора Нәзиләнең . Ауыр уйҙарға сумып йөрөй йөрөй ҙә , уффф ... тип тауышланып уфылдай . Диванда телефонға текләп ятыусы ире Сәлмән башын бормай ғына , ауыҙын мыҫҡыллы ҡыйшатып һүҙ ырғыта .
- Нимә уфылдайһың , любовнигыңды һағындыңмы ? Сығып йөрөп кил .
Нәзилә уға бер нимә тип тә яуап бирмәй . Өндәшмәй генә үҙ эше менән була . Яуап бирһәң , бер һүҙеңә мең сәнскеле һүҙ ишетерен белә ул . Сәлмән йәш сағында ла әсе телле ине , хәҙер өлкәнәйә килә бөтөнләй бәйелдән аҙҙы . Нимә һөйләгәнен үҙе аңлаймы икән , тигән уй килә Нәзиләнең башына . Бер сәбәпһеҙ ҡатынына бәйләнеүҙе һөнәр итеп алды бит . Эшләгән эшенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе . Нәзилә ҡорамыш ҡорай , балаларының һәм үҙенең кеймәгән кейемдәрен һүтеп ебәреп юрған түшәктәр эшләүсе ҡатынына әрләү эләгеп кенә тора .
- Эшем эйәһе ! Эш юҡта эш күрһәтеп ултыраһыңмы , әллә кем булып ?! Нимәгә кәрәк ул аламаң ?
Нәзилә яуап бирмәй . Ашарға ултырһаң бешергән ризыҡ та оҡшамай иргә .
- Әпсәң өйрәтмәгән һине бешерергә . Тоҙо юҡ .
Нәзилә тағы өндәшмәй . Аш һыуға бөтмөр ул , быны бөтәһе лә белә . Сәлмән генә бәйләнергә сәбәп эҙләй .
Магазинға барып ҡайтҡанса ла ире сәсрәп тооа .
- Ике сәғәт ! Сығып киткәнеңә ике сәғәт ! Ике сәғәт буйы кеше магазинда йөрөмәй . Әйт , ҡайҙа йөрөнөң , кемең менән осрашып ҡайттың ?
Нәзилә тағы өнһөҙ ҡала . Яуаплашһаң иреш сыға . Ире уны елтерәтеп урамға сығарып ырғытырға ла күп уйлап тормаясаҡ . Нахаҡ һүҙҙәрҙе , үпкә рәнйеүҙәрен эскә йотоп Нәзилә барыһына ла түҙергә тырыша . Айҙар буйы мунсаға ла бармай , ҡырынмай , эсә торғас кешелектән сыҡҡан ире урам буйындағы бомжға оҡшап киткәйне инде . Бер өй эсендә йәшәһәләр ҙә , улар бер береһенә әллә ҡасандан уҡ сит кешеләр һымаҡ . Һәр береһе үҙ бүлмәһендә айырым йәшәй , ашауҙары ғына бергә . Сәлмән күптән инде тормошҡа ҡул һелтәгән , доньяға шешә аша ҡараусы әҙәмгә әйләнгән . Ғаиләһенең проблемалары ла борсомай уны . Аҡса табыу , донья бөтәйтеү , балаларға ярҙам итеү һәм башҡа тормоштоң барлыҡ кәрәк яраҡтарын булдырыу күптән Нәзиләнең елкәһенә һалынған . Айығып әҙерәк әҙәмсә йөрөһә Нәзиләнең күңелендә өмөт сатҡылары уяна биреп ҡуя , бәлки кешесә йәшәп китер тип уйлай ул . Эсмәһә лә әллә ни ҡыйратмай Сәлмән , теле телгә йоҡмай хәбәрҙән төҙөй ул доньяны . Матур итеп һөйләгән хәбәренә ышана ҡатын иренең . Өс дүрт көндән матур тормош ҡабат емерелә , ир эсеп ала ла тағы концерт ҡуя башлай . Алтмышҡа етеп барған кешенең инде аҡылға ултырмаясағын да аңлай ҙа һуң Нәзилә . Әллә нишләп йырылып сығып китә алмай ҙа ҡуя .
Утыҙ йыл ғүмерен эскесе ир менән заяға үткәреүен өлкәнәйә килә генә аңланы ул . Йәш саҡта яратам тип сат йәбешеп йәшәне . Аҙаҡ ирһеҙ булғым килмәй тине . Хәҙер арала бер йылы хистәр ҙә ҡалманы , күңелдә бушлыҡ . Аҡса тапмай , бер ерҙә лә эшләмәй , өй тирәһендә арҡырыны буй алып һалмай . Алдындағы ашаған тамағының ҡайҙан килеүен дә белмәй ул . Нәзилә таба , теүәлләй . Бешерә , төшөрә . Тәмәкегә , телефонға һалырға аҡса таптырып , бирмәһә әрләп , диванда ҡырын ятып үткәрә Сәлмән көндәрен . Берәй эш ҡушһа , ана , айғырҙай ҡыҙҙарың бар , йомша шуларыңды , була яуап .
Тормошон үҙгәртергә көсөнән килмәгән Нәзилә кемгә ҡарап үпкәләһен ? Балалары ҙурайып үҙаллы донья көтәләр . Аҡырып баҡырып үҙенә иғтибар һәм ихтирам талап итеп йөрөүсе атайҙарына күңелдәре күптән һыуынып бөткән уларҙың да .
- Әсәй , үҙең өсөн генә йәшәсәле . Йөрөмә уға ҡол булып , тип күптән әйтәләр . Нәзилә генә һаман һуҙа ла һуҙа айырылышыуҙы .
Эйе , Нәзилә сығып китһә урам этенә әйләнәсәк Сәлмәне . Ирҙе ир иткән дә ҡатын , хур иткән дә ҡатын тиһәләр ҙә , үҙе тырышмаған кешене тура юлға баҫтырып булмайҙыр ул . Ниҙәр генә ҡыланманы Нәзилә үҙ ғүмерендә . Күрәҙәселәргә , муллаларға , табиптарға ла йөрөттө ирен . Ҡуша эсеп тә ҡараны , һуғышып та ҡараны . Сәлмән эҙләнеп эсмәне ғүмерҙә лә . Үҙе бал ҡойоп , самогон ҡыуып муллап эсте , әшнәләрен һыйланы . Нәзилә бидон бидон балдарҙы түгеп тә арыны , самогонлы банкаларҙы яра һуҡҡан саҡтары ла күп булды . Юхалап та илап та ирен эсеүенән ҡуйҙыра алманы . Эсеп алһа күҙҙәре аҡайған Сәлмән уны булған ирҙәргә ҡушып туҡмай ине .
Утыҙ йыл ғүмер бушҡа үтеүенә әсенде ул бөгөн . Үҙен доньялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойҙо . Инде иларлыҡ күҙ йәштәре лә ҡалмаған уның . Тағы ла утыҙ йыл ғүмерем бармы икән , тигән уй килде уның башына бөгөн . Нәзилә иренән айырылырға тәүәкәлләне .

Миңзифа Ҡашҡарова.

(Авторҙың орфография һәм пунктуацияһы һаҡланды:)

Автор:
Читайте нас