

IX
Эйе, көндәр уҙып торҙо. Йәйҙең иң саф, иң матур мәле – бесән өҫтө лә етте. Кәкүктәр, һаҡауланып, Ҡыҙырымташтың шаулап ултырған ҡайындары төҫтәрен үҙгәртте, йәм-йәшел япраҡтар уңа төштө. Элекке саҡтағы һымаҡ, туғайҙарҙы сыбарлап, бейек ҡалын бесән эҫкерттәре ултырманы. Кәбәндәр ҙә тегендә бер, бында бер генә күренде, улар ҙа, Тимерхан ҡарттың бәлшәйгән эшләпәһенә оҡшап, йүнләп осланманылар. Ярты үлән яланда тырпайып ултырҙы. Өмәләр ҙә яһап ҡаранылар. Әлбиттә, аяҡтан шыуғаны бөтәһе лә туғайҙа булды тиерлек.
Тимерхан ҡарт ҡарсығына ҡаҙан аҫып бирҙе лә тал төбөндә салғы көйләне, бушаған арала, еңдәрен һыҙғанып, сафҡа баҫты.
Зәйнетдиндең ҡулы һаман уңалып етмәгәйне. Шулай ҙа, юл ярып,салғы һабын бау менән муйынына аҫып, һыңар ҡулы менән һелтәргә тырышты. Гимнастеркаһы лысма һыуға әйләнде. Ул артына ҡарап ҡуйғыланы, ҡатын-ҡыҙ, йәш үҫмер ҡыр ҡаҙҙары һымаҡ теҙелешкәйне. Шунан Гөлбаныуға күҙ ташланы, һис тә ырата алмай бахырың, өҙөп-йолҡа, үҙе һаман ынтылған була. Артынан малайы төшкән, унан – Тимерхан ҡарт.
– Үҙ яйы менән генә, былай, төптәнерәк, – тип һелтәп күрһәтте. Рәҡип тә ҡып-ҡыҙыл булған, әсәһе артынан шөйлә эйәрә.
– Ана шулай, ана шулай, әй, әллә кемдең уланы! Гөлбаныу, ҡабаланма, салғыңдың осон күтәрмә, тигеҙ генә, артыҡ эйелмә, күп алма, ана шулай, самалап ҡына, туғай киң ул, уны иңләп бөтә алмаҫһың.
Зәйнетдиндең үксәһенә тиерлек баҫып, башҡаларҙы ярайһы ғына артта ҡалдырып, Хәмдиә килде.
– Ниңә туҡтайһың, хәлең бөттө ләме ни, – тине ул, төрттөрөп, – күҙеңә аҡ-ҡара күренмәгән кеше. Бына һин ошонда таныт егетлегеңде. – Хәмдиә теге ваҡытта Зәйнетдиндең сыбыртҡы менән һелтәнеүен һаман онота алманы. Ялыу менән районға төшөүен төшмәне, бер ынтылғайны ла, үҙенең күпмелер ғәйебен тойғас, уның һүҙе һүҙ булыр, тип кире һүрелде. Ләкин йөрәгендә тәрән яра ҡалды.
– Етте һиңә, – тине Зәйнетдин, ҡуйы ҡара ҡаштарын емереп.
– Мир ауыҙын баҫа алмағандай, мине лә тыя алмаҫһың! – тине Хәмдиә, йән асыуына һелтәнеп.
Зәйнетдин, ҡара көйөп, талдар янына барып сыҡты...
Шаталаҡ Хәмдиә һуңғы ваҡытта бөтөнләй үҙгәрҙе. Әллә ҡайҙан ҡысҡырып килер кеше ҡапыл баҫылып ҡуйҙы.
– Һиңә ни булды? – тип төпсөндө Тимерхан ҡарт бер көндө. – Илбайҙан ул-был хәбәр юҡтыр бит?
– Яңыраҡ ҡына хатын алдым.
– Ниҙәр яҙған?
– Һуғышабыҙ, тигән.
– Һуң? Шулай булғас, бейеп йөрөргә кәрәк. Һинән башҡа ла һарыға һабышҡан ҡатындар ауыл тулы.
– Кунный дывурҙа эшләгем килмәй...
– Бәй, һине кем көсләп тота?
– Ҡотортма, бында кем эшләргә тейеш, ҡарсығыңмы ни? – тине Зәйнетдин, ҡайҙандыр һыбай ҡайтып кереп.
– Ҡарсыҡ та тик ятмай, һаман да әле тегеһенә, әле быныһына ярап тора, халыҡҡа ашын да бешерә.
– Шулай булғас, муйыныңа айыу аҫырлыҡ ҡатын ни эшләргә тейеш? Ғәҙеллек ҡайҙа?
– Белмәйем, белмәйем.
– Ваенный вриме икәнен дә онотмайыҡ. Хәҙер баштан һыйпап тормайҙар.
– Кеше күргәнде күрермен. Минең ирем Калымала ятмай, һуғышта ҡан ҡоя. Беҙ ҙә һөйләшә белербеҙ, – тип Хәмдиә, аттар һарайын ташлап, ҡайтып китте.
Бригадир, күпме һөйләнһәң дә, әллә ҡайҙа бара алмаҫһың тигәндәй, атының башын борҙо ла баҫыуға табан сапты...
Хәмдиә, покос буйлап килешләй, аҫтан ғына Зәйнетдинде күҙәтте. Теге Гөлбаныу янына туҡтаны, салғыһын тотоп ҡараған булды. Беләбеҙ, салғыһы кәрәкмәй уның һиңә. Малайының башынан һыйпаны. Юха.
Устары ҡабарып, билдәре талһа ла, бригадирҙың йылы һүҙен ишеткәс, Рәҡипкә көс артҡандай булды, бәләкәй генә ҡанаттары менән елпенгән ҡоштай, талпынып-талпынды. Күлдәген һалып ташланы, беләктәренә ит ултырмаған шул әле, ҡабырғалары ла беленеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, ир бала ир бала инде.
– Йә, тын ал, – тине Гөлбаныу, берсә ҡыуанып, берсә ҡурсып, – үҫтең инде, ҡул араһына керҙең, хоҙай ғүмереңде генә бирһен.
Халыҡ бер аҙ ял итте лә яңынан елпенде. Был юлы алдан Тимерхан ҡарт, уның артынан Зәйнетдин төштө.
– Юҡҡа аҙапланаһың, – тине ҡарт, йәлләгәндәй итеп, – ҡулың һауыҡҡас та өлгөрөр инең әле.
– Хәлеңдән килһә, ҡарсығың янында ыумас ҡына ыуҙырыр инең, ә? Иш янына ҡуш булһын, тим. Ул малдарҙы нисек аҫырамаҡ кәрәк, етмәһә, һарыҡ фермаһын беркеттеләр. Ярай, йәйен сағылдарҙа йөрөйҙәр, ә ҡышын? Һаламға ғына ҡалдыңмы, ҡырылыуын көт тә тор, әрһеҙ мал булһа, тағы бер хәл, йүнһеҙ мал ул. Хәйер, ниңә һөйләп торорға, үҙеңдә бер көтөү.
– Арттыраһың, – тине ҡарт, – аның урынына ите тәмле, йөнө ҡәҙерле. Дәүләткә ҡыуып торалар, ҡыуып торалар. Анау тиклем ғәскәрҙе нисек туйҙырмаҡ кәрәк шул. Харап бит!
– Илдә бер һинең генә колхозмы ни? – тине Зәйнетдин. – Ҡарап-ҡарап барам да тағы бер ҡарап ҡуям. Һин, ҡарт, үҙең фрунтты иҫкә төшөрәһең, ә үҙең уйнап ҡына атлаған кеүекһең, яртылаш ҡына алаһың түгелме? Ғәҙеллек ҡайҙа?
– Оло кешегә шулай һелтәгәс тә таман. Көн оҙон бит әле, бер юлы хәлеңде бөтөрһәң, сәсрәп тәгәрәүеңде көт тә тор.
– Үҙеңә сапҡанда бик иркен тотонаһың, покостарың бөтөрөлөп ята. Өлөшөңә төшкән ереңде сәс ҡырғандай ҡыраһың. Шуға әйтәм.
– Әҙ-мәҙ нәмәне исраф итке килмәй...
– Ай-һай, бригадала һинән күп бесәнле кеше булмай, ҡыйығыңа ла тыңҡыслап тултыраһың, лапаҫыңа ла ҡағып-һуғып, матур ғына итеп ослап ҡуяһың. Ҡотоҙоға спирткә алмаштырып ҡайтырға ла өлгөрәһең.
– Заманы ауыр, йәшәргә тырышаһың. Мин ни ул әсе нәмәне эсеп ятмайым инде, Дәүләкәнгә илтеп, онға алмаштырам.
– Якорҙә һинең дуҫтар бар.
– Әлеге шул ыумаслыҡ тип йөрөгән көн.
– Оло башың менән күҙгә ҡарап алдама, пажалыста, икмәктән өҙөлмәйһең. Бер көн генә ҡарсығыңдың мейестән алып, дөпөлдәтеп көлөн ҡаҡҡан сағына тура килдем.
– Мин һинең мейесеңде бер ҙә тикшереп йөрөмәйем. Ғөмүмән, кеше донъяһы менән ҡыҙыҡһынмайым. Бибиямалың анда әллә нәмәләр ҡағалыр.
– Буш бураның ҡаҙаҡтарын. Мин – бригадир, бөтәһен дә белергә, бөтәһен дә тикшерергә, ҡыҫҡаһы, бөтәгеҙҙең дә тын алышын тойоп торорға, һәр нәмәне ғәҙеллек бизмәненә һалырға тейешмен.
– Аҙым һайын ниңә ҡаҙалаһыңдыр, шуны аңламайым.
– Мин дөрөҫлөк яғындамын, алдашҡан кешене яратмайым, уны үтәнән-үтәгә күрәм.
– Барыһына ла алла шаһит, – тине Тимерхан ҡарт, асыуынан нығыраҡ һелтәп ташланы.
– Әйттем бит, – тине Зәйнетдин, көлөп, – һиндә әле көс, һаҡалтай, янар тауҙарҙы күсерерлек!
Гөлбаныу шыбыр тиргә батты, бына-бына йөрәге бәреп сығыр төҫлө ине, тыны ҡурылды, туҡтап, ҡулының һырты менән йөҙөн һыпырҙы. Бесән сапҡан кешегә ҡарап тороуҙары ғына күңелле икән. Шулай ҙа ул үҙен тәүге покосты сыҡҡандағы һымаҡ бик хәл-быуынһыҙ тойманы, күнегә төштө.
Бына алдынан ғына ниндәйҙер ҡош пырхылдап күтәрелде. Ҡаушауынан һелтәгән салғыһы ергә ҡаҙалды. Үлән төбөндә ояла шәп-шәрә ҡош балаларын күрҙе. Сабыйҙарҙың ғүмере саҡ-саҡ өҙөлмәне бит, яңыраҡ ҡына йомортҡанан сыҡҡандар, күрәһең, күҙҙәрен дә асмағандар, ә үҙҙәре, ауыҙҙарын күтәреп, ашарға һорайҙар. Ни эшләптер Гөлбаныу үҙ балаларын оҡшатты, күҙҙәренән йәштәр атылды.
– Бахырҡайҙар, – тине Рәҡип тә, эйелеп. – Әсәләре ҡайҙа икән?
– Осто.
– Аталары?
– Аталарҙың бурысы билдәле, балам, йә, тыуған төйәген һаҡлап, яуҙа йән ата, йә табанлап ризыҡ артынан йөрөй... Ем эҙләй киткәндер, йәиһә анауы тирәктә, балаларын ҡурсып, ут йотоп ултыралыр.
– Ни эшләйҙәр инде хәҙер? – тип Рәҡип, ҡошсоҡтарҙы берәм-берәм ҡулына алып, ауыҙҙарына төкөрөк ҡаптырҙы. – Һыуһағандар, меҫкендәр. Япа-яңғыҙ ҡалдылар. Әллә берәй ергә күсерәйекме?
– Ҡуй, балам, теймәйек, ошо урындың үләнен сапмай китәйек. Ата-әсәһе тиҙ табыр. Ана, ҡысҡыралар түгелме һуң? Бәй, салғымдың атламаһы һынған дабаһа. Атайыңдың салғыһы бит, йүнлегә генә булһын инде, хоҙайым.
– Борсолма, ҡыҙым, әйбер табылыр. Ана, миндә запас салғы бар, алып торорһоң, – тип тынысландырҙы Тимерхан ҡарт.
Төшкө аш ваҡытында һыу буйынан сырылдашҡан тауыш ишетелде. Рәҡип йүгереп барһа, ни күҙҙәре менән күрһен, һеңлеләре өйрәк балаларындай бысранып бөткән, йылға аша сыға алмай аҙапланалар.
– Бына атайымдың хаты, ағай, күрһәтергә алып килдек! – тине Гөлсөм, татылдап.
– Ҡайҙа? – Рәҡип йолҡоп тиерлек алды ла уҡып та сыҡты һәм ҡыуаныстан һикереп ҡуйҙы, тиҙерәк әсәһе янынан ашыҡты.
Көндөң бик эҫе мәле ине, бесәнселәр, тамаҡ ялғап, ағас күләгеһенә тартылғайны. Ҡайһыһы серем итте, ҡайһыһы йылға үрендәрәк һыу ҡойондо, ҡайһыһы сәйгә ҡарағат япрағы өҙҙө.
– Әсәй, һөйөнсө, атайымдың хаты бар! – тине Рәҡип, тирә-яҡты яңғыратып.
– Шулаймы ни, – тине Гөлбаныу, ҡалҡынып. Бөтә тән һыҙлауҙары баҫылды.
– Бәхетле икәнһегеҙ, ҡара һеркәләр, – тип Тимерхан ҡарттың ҡарсығы ҡыҙыйҙарға ҡаҙан төбөндәге ашты һалып бирҙе. – Иң тәмлеһе ҡалған.
Халыҡ йыйылып китте. Барыһы ла Рәҡиптең ауыҙына төбәлде. Ғәйнулла ҡаты алыштар тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, ауылд хәлдәрен һорашҡайны. «Ауырҙыр, әлбиттә. Түҙергә кәрәк инде, түҙгән – түл йыйған. Беҙ бында фашистарҙың бүреһен олотабыҙ, килгән юлдарына тәпәй-тәпәй кире боролдолар, ҡайҙа баҫырға, ҡайҙа боҫорға белмәйҙәр. Фашистың бер аяғы аҡһаны инде, икенсе аяғын мотлаҡ үҙ ерендә һуғып һындырып, еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Башығыҙҙы юғары күтәреп йөрөгөҙ, меҫкен булмағыҙ! Совет кешеһе бер ваҡытта ла меҫкен булманы һәм булмаясаҡ та. Аулыдаштарға Илбай менән минән күп сәләм әйтегеҙ», – тип яҙғайны.
– Илбайым иҫән! – тине Хәмдиә, шатлыҡлы күҙ йәштәрен атып. – Илбайым иҫән!..
– Ишетеп торабыҙ, ниңә шул тиклем сәпсенәһең, – тине Зәйнетдин ағас төбөндә ҡырын ятҡан еренән.
– Абау, ҡара йөрәк, кеше шатлығы һиңә шатлыҡмы ни ул.
– Һиндә генә ир. Исмаһам, башҡаларҙың яраһына тоҙ һалма.
Хәмдиә алан-йолан тирә-яғына ҡаранды. Ирҙәренең ҡара хәбәрҙәрен алған бер нисә ҡатын устары менән йөҙҙәрен ҡаплағайнылар. Хәмдиә тынып ҡалды.
Шулай ҙа Ғәйнулланың хаты күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Ҡарағат япрағын бешереп сәй эскәндән һуң, көн һүрелә төшкәс, туғайҙа яңынан салғы тауыштары сыңланы.
Ҡыуаныс китереүсе сабыйҙар етәкләшеп ауылға табан атланылар. Әсәләре йыуындырып, сәстәрен үреп ебәрҙе.
– Аҡыллылар бит әле, ҡайтып та киттеләр, – тине Тимерхан ҡарт.
Гөлбаныу ҡабарған усы менән яңынан бөгәжәне ҡыҫып тотто. Гүйә, уның алдында оҙон һабаҡлы туғай үләне түгел, ә дошманы ултыра ине, ҡайырылып-ҡайырылып сабырға тотондо, үләндәр ғыршлап ауҙы.
Х