Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Сентябрь 2023, 04:25

Атай эҙенән Повесть (8) Рәйес НИЗАМОВ

Гөлбаныу таң алдынан серем иткәндәй булды. Ниндәйҙер тауышҡа уянып киттте. Бәй, Гөлсинәһе менән Гөлбикәһе ғырылдай, имеш. – Улым, тор әле, туғандарың үлә бит! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Атай эҙенән  Повесть (8)  Рәйес НИЗАМОВАтай эҙенән  Повесть (8)  Рәйес НИЗАМОВ
Атай эҙенән Повесть (8) Рәйес НИЗАМОВ

Х

 

Оҙон ҡырлаға тирә-яҡтағы баҫыуҙарҙың көлтәләрен ташып өйөү ғәҙәткә кергәйне. Молотилканы төрлө ергә күсереп йөрөткәнсе, бер урында ғына баҫылып һуғыу ҡулайыраҡ ине. Иген дә түгелеп сәселмәй, һаҡларға рига ла бар, һалам да бер тирәгә туплана, оло юл да эргәлә генә. Теге, кем әйтмешләй, бер юлы ике-өс ҡуянды атаһың.

Быйыл да бында ырҙын астылар, иҫке ҡылған менән яңы ҡылған шытырҙап янды, йомрандар ҡайҙа барырға урын тапманылар, һыҙғырыу кинәнестәре китте мәхлүктәрҙең.

Былай ҙа әллә ҡайҙарҙан йөрәктәрҙе елкетеп ятҡан (битләүендәге оло ташы күпме иҫтәлектәр һаҡлай, тыуған яҡтарына атлығып ҡайтҡан кеше, һыртына менеү менән, Ташкисеүҙе күреп, иркен һулыш алып ҡуя, киткән кеше моңайып ҡына һаубуллаша, тыуған төйәгенә уҡталып, тыныс ҡына баҫып тора, зыярат янындағы яңғыҙ ҡайындың ҡороған ботаҡтарына тиклем күңеленә һеңдерергә тырыша) Оҙон ҡырла теҙелешеп ултырған эҫкерттәрҙе иңендә күтәрҙеме ни, күккә ашты, илаһи!

Бында молотилка тауышы геүләгәнгә аҙна-ун көн инде. Көн дә иген тейәгән ылауҙар элеваторға китте. Ат башында әлеге тоҡ буйы ғына малайҙар ҙа ҡыҙ-ҡырҡын булды. Арбалар келтерәне, ҡыҙҙар егеттәрен иҫенә төшөрөп, яландарҙы яңғыратып, йөрәктәрҙе өҙҙөрөп йырланылар. Тимер юлына етәрәк дилбегәләр тартылды. Шлагбаум төштө, хәрби эшелондар уҙҙы, һалдаттарға ҡулдар болғанылар. Поезд артынан йөрәкһенеп ҡарап ҡалдылар. Ҡыҙҙарҙың да һөйөклө кешеләрен ошондай составтар һуғыш ҡырҙарына алып китте, иҫән ҡайтырҙармы, юҡмы?..

Молотилка көлтәләрҙе гөпөлдәтеп йотто. Биреп кенә өлгөр. Барабан буш әйләнә башлаһа, оҙон ҡайыш шкифтән ысҡынды ла, кемдәрҙелер бәреп йығып, аяҡ аҫтында йылан һымаҡ борғаланып ятты.

Әгәр көлтәләр ваҡытында киҫелә алмай ҡалһа, барабанға тығылды, тракторҙың көсө етмәне, һүнеп ҡуйҙы.

Инде Оҙон ҡырланан тороп ялан эштәрен көйләүсе бригадир, ярһып, бәләкәй баҫҡысҡа үҙе ташланды.

– Давай, ҡайышты эләктер! – тине тракторисҡа.

Молотилка яңынан Оҙон ҡырланы дер һелкетте. Зәйнетдин көлтөләрҙең аҫтын-өҫкә килтерҙе, һыңар ҡуллымын, тип торманы, һул ҡулын асып йөрөмәһә лә, эшкә ярарлыҡ түгел, һаман иҫәпкә һан ғына ине ләе. Барабан ашлыҡ һорай башлаһа:

– Давай, давай! – тип йәнә ҡысҡырҙы.

Гөлбаныу унлап ҡатын менән эҫкерттән майҙансыҡҡа көлтә ырғытты. Ҡайһы берҙә үтә һәлмәктәре осраны, кем шулай бәйләгәндер, шаяртыпмы, үсләшепме, белмәҫһең, арҡа һөйәктәре шытырҙап, күҙ алдары ҡараңғыланды, ниндәйҙер ере өҙөлгәндәй булды. Юҡ, башҡалар эшләгәндә ҡарап тора алманы, яңынан тотондо. Молотилка көтмәй, үҙеңде йоторға әҙер.

Бына өҫтәге ҡатындар Гөлбаныуҙың һәнәген көлтәһе-ние менән тартып алдылар, ул ҡулынан ысҡындарғынан һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Барабанға хәҙер һәнәк тығырға уйлайһығыҙмы ни? – тине йәнә Зәйнетдин, асыуынан шартлар сиккә етеп. Әммә аҫҡа күҙ ташларға форсаты юҡ ине. – Кемдеке ул?

– Гөбаныуҙыҡы, – тинеләр.

Зәйнетдин ауыҙ эсенән генә мығырҙап ҡуйҙы. Йәнәһе, ебегән ауыҙ.

Ойоҡ энәһендәй йылтыр һәнәктәр зыңлап, уйнап торҙо. Сатҡа саттар бәрелгәндә осҡондар остомо ни!

Молотикланың артынан туҡтауһыҙ кәбәк осто. Рәҡип Марийка исемле ҡыҙыу ҡанлы бейәһе менән һалам тарттырҙы. Малай ҡырҡ һүрәткә керҙе: тайын да, атын да көттө, ҡайҙа кеше етмәне, шунда барҙы. Ваҡытлыса, каникул осоронда ғына эшләһә лә, бригада өсөн һәр кем ҡәҙерле ине.

Марийкаһы баш бирмәгәндә, баҫтырыҡ аҫтында ла ҡалғыланы, тәндәре һыҙырылды, күҙ йәшен күрһәткеһе килмәне. Көн буйына туҙан эсендә буталды, күҙҙәре ҡыҙарҙы, тештәре генә йылтырап күренде.

– Күҙеңә ҡылсыҡ-маҙар ултырмаһын, – тине әсәһе, балаһын әрсәләп.

Нисек кенә булмаһын, Рәҡип бик ихлас, күңелле йөрөнө, Марийка, пырхылдап, шымарған юлдан ләе былай, әле тегеләй юртты. Ауыҙлыҡты тешләп ҡарыша башлаһа, оҙон сыбыртҡының осо ботона ла эләгеп ҡуйҙы. Әйтерһең, ошо йылтырап ятҡан юл һалам юлы түгел, ә алтын юлы ине. Рәҡип алтын тауҙарын өйә инеме ни!

Ахырҙа молотилка тын алырға туҡтаны. Киске смена килгеләгәнсе, урынынан күсерергә, майлап-көйләргә кәрәк ине.

Ҡатындар өҫ-баштарын ҡағырға тотондолар, тағы көсөргәнешле бер көн менән хушлаштылар.

– Бына шулай, – тине Зәйнетдин, урағын Хәмдиәгә һоноп.

– Көнө буйына сыҙар инеңме икән, – тине быныһы.

– Ярышып ҡарарбыҙ.

– Ни тиһәң дә, һин – ир кеше, ниңә үҙеңде ҡатындар менән тиңләйһең?

– Китте. Алдына атлы-йәйәүле сыға алмаҫһың, – тип бригадир ергә төштө. – Ҡабаланмағыҙ, молотилканы күсерергә кәрәк.

– Шул ғына ҡалғайны, – тип Хәмдиә көшөл өҫтөнә ауҙы.

Рәҡип атына ем бирҙе лә усаҡ янына атланы. Ҡалайҙа, уртаға ярылырҙай булып, эре бойҙай бөртөктәре һикерешә. Рәҡип, ҡыҙыу ҡурмасты әле бер, әле икенсе усына алып, әсәһе эргәһенә барҙы.

– Мә, – тине тыныс ҡына. Әсәһе менән ул өнһөҙ генә тамаҡ ялғанылар.

– Ярай, мин ҡайта һалайым, туғандарың көтәлер. Һыйыр ҙа баҡыра торғандыр, быҙауы иммәһә ярар ине. Бәләкәй шул әле, Гөлсөмдө әйтәм, Гөлсинә менән Гөлбикәне һөйләп тә тормайым, Аҡбашҡа көсө етеңкерәмәй, – тине әсәһе.

– Мин дә оҙаҡламам, – тине Рәҡип.

Күҙ бәйләнеп килгәндә, Гөлбаныу Оҙон ҡырланан төшөп китте, иптәштәрен көтөп торманы.

Көн-төн юлда йөрөгән аттарына отход алырға тип, Тимерхан ҡарт килгәйне. Зәйнетдин менән тағы эләгештеләр, бер-береһенең күсәре тейеп кенә барҙы, тыныс ҡына йәшәмәнеләр.

– Сүп-сар ғына шул, – тине ҡарт, ризаһыҙлыҡ белдереп. Әкрен ҡыланды, бригадир берәй ергә китмәҫме, тип өмөтләнде, күрәһең.

Зәйнетдин һиҙмәйме һуң, ситкәрәк тайпылғандай итте. Тимерхан ҡарт шул арала алан-йолан ҡаранды ла, артыҡ хәүеф күрмәгәс, кеше буталыуынан файҙаланып, таҙа өйөмдән бер пудовка һоҫоп та алды. Кәбәкле ҡатыш нәмәһе араһына һалырға барғанда, Зәйнетдин:

– Шаяртма, – тимәһенме. Тимерхан ҡарт, иҫе китмәгәндәй:

– Миңә нимә, – тине. – Хайуандарҙың йөрәгенә ятмаҫмы, тигәйнем.

– Кем йөрәгенә нисегерәк килешкәнен беҙ яҡшыраҡ беләбеҙ. Аттарың үҙ нормаларын ала. Һәр бөртөк иген өсөн алыш барғанын да, ваенный вриме икәнен дә онотмайыҡ.

– Әллә нәмәләр һөйләмә, миңә тиһә тағы, аттарың тупраҡ ашамаймы, – тип Тимерхан ҡарт дилбегәһенә үрелде.

– Аттар колхоздыҡы, әммә һин уларға яуап бирәһең, – тип Зәйнетдин тратайкаһына ыңғайланы.

Таҡыр юлдан еңел арба осоп ҡына барҙы, йылы ел йөҙгә бәрелде, ваҡ себенме, нимәлер күҙгә кереп ыҙаланы.

Яңғыҙ ҡайын янына етәрәк, Зәйнетдин Гөлбаныуҙы ҡыуып етте.

– Әйҙә, ултыр, – тине.

– Ҡуй, күп ҡалманы бит.

– Ҡурҡма, тотоп ашамам.

– Кешенән кеше ҡурҡҡан заман түгел бит хәҙер.

– Шулай булғас.

Гөлбаныу, һәнәген күтәргән килеш, тратайканың артына эләкте.

– Мин һине, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, Дәүләкәнгә алып ҡасмам, өйөңдөң тапҡырына ғына төшөрөрмөн.

– Ҡуй, Зәйни, әллә ҡасанғы нәмәләрҙе аҡтарма. Байтаҡ һыуҙар аҡты бит.

– Әйтеүе генә анһат, ә бына бында ниҙәр ҡайнағанын беләһеңме? – тине ул, сыбыртҡы һабы менән йөрәген күрһәтеп.

– Яҙмыштан уҙмыш юҡ.

– Ә бит атайҙарыбыҙ беҙҙең ҡолаҡтарыбыҙҙы тешләткән. Ғәҙеллек ҡайҙа?

– Беҙ ул саҡта бәләкәй булғанбыҙ, бер нәмә лә белмәгәнбеҙ.

– Нисек кенә тимә, Гөлбаныу, мин һине яратам.

– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр.

– Дөрөҫ, һуң хәҙер, ә миңә ни эшләргә? Шундай кешемен, шулай яратылғанмын.

– Бына тигән ҡатының, улың бар.

– Эйе, улым бар. Бәлки, мине уның хаҡы ғына тоталыр. Әгәр белһәң, мин һине бөгөн дүрт балаң менән алыр инем.

– Ә Ғәйнулланы ҡайҙа ҡуяһың? – тине Гөлбаныу, көлөмһөрәп. Бригадирҙың шулай һөйләнеп килеүе ҡыҙыҡ та, икенсе ҡарағанда ҡыҙғаныс та тойолдо.

Зәйнетдин өндәшмәне. Нисек кенә тип әйтһә лә, яңылыш аңлар тип уйланы, йөрәген өшөткөһө килмәне. Ире иҫән шул, бер-бер нәмә тыуһа, тағы бер хәл. Юҡ, юҡ, уны теләмәй, теләһә, донъяның аҡтыҡ әҙәме булыр ине. Былай ғына, үҙ-ара, кешеләрсә, һөйләшергә хаҡы бар ҙа.

– Эйе, Ғәйнулла иҫән. Әгәр ул теге йылдарҙа арабыҙға төшмәһә, һин ошо минуттарҙа законлы ирең менән бергә ҡайтып килер инең.

– Хоҙай ҡушмаған.

Әкрен генә барған тратайка артынан Марийка килеп етте. Рәҡип, әсәһен күреп, йөҙөн һытты. Ул һәр бер ир-аттан, айырыуса Зәйнетдиндән, көнләй ине уны. Уҙып китергә уйланы, бригадир менән ҡалдырғыһы килмәне, асыуланып тамағын ҡырҙы. Гөлбаныу, уңайһыҙланып:

– Атыңды туҡтат, – тине.

Зәйнетдин, сер бирмәҫ өсөн, аттар һарайына боролорға мәжбүр булды.

 

* * *

 

Бураны-дауылы менән ҡышы ла үтте. Быйылғы йыл уҙған йылға бөтөнләй оҡшаманы. Яҙы ла бик ҡырыҫ килде. Бура төптәре һеперелде, уныһы ла күпкә барманы, кәлйемә менә йыуанылды. Туң бәрәңге лә бөткәс, Рәҡип әсәһе менән башаҡ артынан Балҡан тауына тиклем барып етте. Юғиһә тирә-яҡ баҫыуҙарҙы бик иртә тапай башланылар, ырҙын төптәрен һеперҙеләр, таш та тупраҡ күтәреп ҡайттылар. Һәр кем йәшәргә, йәшел үләнгә – балтырғанға тейенергә тырышты.

Балҡан тауы егерме саҡрым арала ята, ҡояш менән сығып китәләр. Ҡар һыуҙары тулған соҡорҙар аша сабата менән кисеп үтәләр, көн буйына аяҡ һыу эсендә.

Балҡанға бер Рәҡиптәр генә килмәй, тегендә лә, бында ла – кеше. Сүпләргә башағы табылһа ярай, ҡайһы мәлдә ҡарҙың асылғанын да көтөп ултыраһың. Көтмәгәндә көҙҙән сысҡандар өйөп ҡалдырған оя осрай, егермеләп башаҡ була унда. Ҡыуанысңдан ни эшләргә белмәй, ҡысҡырып ебәрәһең!

Яҙғы ел ҡулды, битте, ирендәрҙе яра. Ауыҙ кибә, асыҡтыра, еүеш башаҡтарҙы киптереп, ыуғылағансы байтаҡ ваҡытты ала. Рәҡип яҡындағы ырҙын янынан ҡалай киҫәге табып алып килә, усаҡ яға, яндыра-көйҙәрә ҡурмас ҡура. Әсәһен саҡыра, бер-береһенең күҙҙәренә ҡарайҙар ҙа хәлдәрен аңлайҙар, монарланып ятҡан зәңгәр киңлектәргә төбәләләр, тауыш-тынһыҙ ултыралар. Ә күктә һабан турғайы һайрай, ул, көмөш аҡсаны сөйгәндәй, бейеккә күтәрелә лә түбәнгә атыла, тағы талпына башлай. Ниндәй ҡыуанысы барҙыр уның? Рәҡип, ҡурмас сәйнәй-сәйнәй, аптырап ултыра. Әсәһе яңынан ергә эйелә. Күп тә үтмәй, йөрәкте әрнетеп, йырлап ебәрә:

Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра

Бөтә ялан бөтөрөп.

Беҙҙең өсөн кем илаһын,

Күҙ йәштәрен бөтөрөп.

Гүйә, Рәҡип менән әсәһенә ҡушылып, яландар, Балҡан тауының ҡайындары һыҡрай, хатта һабан турғайы ергә атыла...

Кисен һуңлап ҡына ауылға ҡайталар. Ҡарттар урамда әкбәр әйтеп йөрөй, Ташкисеү – шомло, тағы башаҡ сиренән кемдәр үлгән. Тәҙрәләргә арҡылы ағастар ҡаҙаҡлана, ишек алдарын алабута, кесерткән баҫа. Кеше эҙҙәре юғала. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға был тирәнән уҙырға ҡурҡа, ҡараңғы төшөү менән, уҡына-уҡына, ишектәрен бикләйҙәр, тиҙерәк таң атып, ҡояш сығыуын көтәләр. Әйтерһең, таң ҡыйылғас, йоғошло сир ауылдан ситкә китә.

Гөлбаныуҙың өс ҡыҙы ла аяғынан йығылды. Тамаҡтары шеште, сабыйҙар хәлһеҙләнде.

Рәҡип, мөлдөрәп ятҡан туғандарына ҡарап ултыра-ултыра түҙмәне. ойоно. Әсәһенең йоҡоһо ҡасты. Күбәләктәре терелеп китмәҫ микән ни? Ниндәй аяуһыҙ сир был, ни эшләп өсөһөнә лә бер юлы бәрелде? Һөттө лә көскә йоталар, ни эшләргә һуң? Докторы юҡ, медсестра килеп ҡарап китте, көтәйек, тиеүҙән башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманы.

Гөлбаныу таң алдынан серем иткәндәй булды. Ниндәйҙер тауышҡа уянып киттте. Бәй, Гөлсинәһе менән Гөлбикәһе ғырылдай, имеш.

– Улым, тор әле, туғандарың үлә бит! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Рәҡип, ҡаушап, бер ни ҙә әйтә алмай торҙо. Иҫенә килгәс, Тимерхан ҡарттарға йүгерҙе. Йәнәһе, оло кеше берәй кәңәш бирер.

Юҡ, сабыйҙар ағаларын көтмәнеләр, аллы-артлы күҙҙәрен йомдолар.

Гөлбаныу, ҡалтыранып, ни эшләргә белмәне. Ярай, шул мәл Хәмдиә күренде, бөтә нәмәне тойоп, тауыш-тынһыҙ ғына ятҡан Гөлсөмдө туғандары эргәһенән алып, ситкә һалырға башы етте.

Ҡапҡа төбөнә Зәйнетдиндең аты туҡтаны. Тратайкаһында яландағы халыҡҡа ҡалаҡлап өләшергә тигән он остоғо бар ине, шунан, башҡаларҙың ауыҙынан өҙөп, Гөлбаныуға, балалар хаҡына, тәрилкә эсе самаһы ризыҡ бүлде.

Тимерхан ҡарт Хәмдиә менән ҡәбер ҡаҙыны. Зәйнетдин ағас ҡабыҡ килтерҙе. Рәҡип тә ярҙамлашты, ҡәбергә төшөп, тупраҡ ырғытты. Бында ҡурҡыныс, һалҡынса ине.

– Ярар, – тине Тимерхан ҡарт, – күбәләктәргә түр булды, икәүләшеп һайрашып ятырҙар, ҡалғанын ер үҙе ҡарар, тупраҡтары еңел булһын.

– Яндарына үҙем төшөп ятайыммы әллә? – тине Гөлбаныу, ауыр ҡайғыларҙы күтәрә алмайынса.

– Барыбыҙ ҙа киләбеҙ бында. Тик әлегә һиңә иртәрәк, сабыр ит. Иреңдең ҡайтаһы, йәшәйһе бар әле, – тине Тимерхан ҡарт.

Йәшел үләндәр, ҡыр сәскәләре араһынан бәләкәй генә ҡара өйөм ҡалҡты.

– Инде уйлашайыҡ, – тине йәнә Тимерхан ҡарт, – нисек тә Гөлсөмдө алып ҡалырға кәрәк. Бының өсөн берҙән-бер юл бар, ул да булһа – шахты юлы. Унда төшһәң, әпәкәйҙе бирәләр. Ҡурҡырға ярамай, әҙәм эшләгән ер. Гөлбаныу ҡыҙым, тәүәккәлләргә кәрәк. Һин, Зәйнетдин, ҡаршы төшмә. Бер кешең киткәндән донъяң емерелмәҫ.

Зәйнетдин башын баҫып ултырҙы ла көрһөнөп ҡуйҙы.

– Бөгөнмө, иртәгәме бригаданан ике кеше шахтаға менергә тейеш. Райондан идараға разнарядка ҡайтҡан. Кемгә төртөлһәң дә, йәл кеүек.

– Моғайын, исемлегеңдә беренсе булып мин торамдыр? – тине Хәмдиә.

Зәйнетдин ыҡ-мыҡ итте.

– Лутсы борғоланма, –тине Хәмдиә, – шулай бит?

– Эйе, унда һинең кеүек таҙа ҡатындарҙы һорайҙар. Ни тиһәң дә, ер эше.

– Гөлбаныу, барабыҙ, теге донъяны ла алдан күрә торорға кәрәк, – тине Хәмдиә, сәмләнеп.

Гөлбаныу, ҡара өйөмгә текәлеп, өнһөҙ ултырҙы һәм ҡапыл һикереп торҙо ла ҡәбер өҫтөнә ташланды.

– Бәпестәрем, күҙ ҡараҡайҙарым, тынығыҙ ҡыҫылмаймы? Ғәфү итегеҙ, һаҡлай алманым. Атайығыҙға ни тип яуап бирермен? – тине үкһеп.

– Йә, йә, үҙеңде үҙең бөтөрмә, балаларың алдында намыҫың саф һинең. Ғәйнулла барыһын да аңлар, – тине Тимерхан ҡарт.

Рәҡип, оҙон үләнде йомарлап тотҡан килеш, күккә баҡҡандай итте. Әйтерһең, ул зыяратта ултырмай, һабан турғайы менән зәңгәр бушлыҡта таплына, туғандарына арнап, бәйет көйләй ине.

– Әйҙә, Гөлсөмөң көтә, ҡайтайыҡ, – тине Хәмдиә, Гөлбаныу янына атлап.

– Рәҡип улым, – тине Тимерхан ҡарт, – атайыңа был хаҡта яҙмай тор, ут эсендәге кешегә ауыр булыр. Баҫыла төшкәс, берәй яйын табып, хәбәр итерһең.

Йығылып китмәһен тип, Рәҡип тә әсәһен ҡултыҡларға тырышты. Зыярат менән өй араһы бик оҙон тойолдо.

 

* * *

 

Хәмдиә менән Гөлбаныу Шахта тауына эшкә күтәрерлде. Әммә, аҙна-ун көн дә уҙманы, Гөлбаныу билен биртендереп ҡайтты.

– Әсәй, урыныңа мин үҙем бараам, – тине Рәҡип.

– Эй балам, бәләкәйһең шул әле, алмаҫтар, – тине Гөлбаныу, ыңғырашып.

– Барам, тигәс, барам, – тине Рәҡип.

– Белмәйем шул. Шахтаға ҡарап ҡына төш, баҫҡыстарынан тайып ҡуйма...

Ҡыҙырымташ үрен артылғас, һуҙып-һуҙып гудок ҡысҡырҙы. Рәҡип һиҫкәнеп китте, йөрәге ярһып тибә башланы, аҙымдарын йышайтты. Әйтерһең, ул бер кемгә лә баш бирмәгән бәһлеүән менән алышырға килде.

Өҫтөнә брезент һымаҡ нәмәнән тегелгән куртка, аяҡтарына резина итек, ҡата кейгән кешеләр таҡтанан ғына ҡоролған бәләкәй өй янына йыйылдылар, шахтер лампаларына кәрәсин һалдылар. Десятник тигәндәре наряд бирә башланы. Кешеләр берәм-берәм юғалды, Рәҡип кенә тороп ҡалды.

– Һиңә ни кәрәк, малай? – тине десятник китергә йыйынған еренән.

– Я месты мамы пришел, – тине Рәҡип, русса һуҡалап.

Ҡаҡса буйлы, күҙенә аҡ һалған оло йәштәрҙәге рус – десятник көлөмһөрәгәндәй итте лә мәтегә ҡатҡан кепкаһын күтәреберәк:

– Унда һинән башҡа ла сысҡандар етерлек, – тине, – әсәйең ни эшләне, нисек әле уның фамилияһы?

– Вәт иты мисты бәлит, шагайт не мужыт, имә Гөлбаныу Назарова, – тине Рәҡип, ҡулы менән ауыл яғына күрһәтеп. – Ташкисеүски.

– Һы, бик йәл, – тине десятник, башын һелкеп, – һинең өсөн яуап бирергә кәрәк шул, шахтаға төшөү – ҡар баҙына ҡатыҡ алырға төшөү түгел, улым.

Рәҡиптең йөҙө һытылды:

– Абратны не пойдем, работать хәтим, мама хворает, сестра тужы, хлеб нады, папа войнала, я большой бит, тринадцать лет, – тине, ҡаты һөйләште. – Абратны не хәтим.

Баянан бирле был әңгәмәне ситтән генә Ҡорбан ағаһы тыңлап торған, имеш. Ауылдашын яҡлап, һүҙгә ҡушылды.

– Өҫтөңә алһаң, рәхим ит, – тине десятник, – тик шахта начальнигынан рөхсәт кәрәк булыр.

– Хәҙер, – тине Ҡорбан ағаһы һәм шәп-шәп аҙымдар менән контора яғына табан атланы.

Эйе, Ҡорбан шахта эшләй башлағандан бирле ошонда. Шахтаны ла үҙе асышты. Геологтар менән таң ҡыйылыр-ҡыйылмаҫтан сығып китте, күҙ бәйләнгәс кенә әйләнеп ҡайтты. Икеләнгән саҡтары ла булды, әммә өндәшмәне, тыуған еренең серен, уның ҡуйынында йәшеренеп ятҡан нәмәләрҙең бөтәһен дә белгеһе килде.

Шурф ҡаҙый башлағас, Ҡорбан Ташкисеүҙе бөтөнләй онотто, тауҙа ҡуна ятты, аҙыҡ-түлеккә лә мунса керергә генә ҡайтып ураны. Ҡойо ҡаҙыған һымаҡ, бурап аҫҡа төштөләр, тупраҡты өҫкә ҡул көсө менән әйләндереп мендерҙеләр, төрлө ҡатламдар осраны, кәйлә менән генә ыратырлыҡ түгел ине, тимер сөй, ауыр сүкештәр ҙә кәрәк булды. Шулай итеп, Ҡорбан көн дә метрлап ауыр юл үтте, ләкин арыу-талыу тигән нәмәне белмәне, төндәрен, баһадирҙай, ҡаҡ ергә салҡан ятып йоҡланы ла иртәгеһен, ҡояш ҡалҡҡанда, йәнә бадьяға ултырып, шурфҡа төштө. Ахырҙа ул ниндәйҙер һоро ҡатламға етте, таш тиһәң таш түгел, ыуалыбыраҡ тора. Ҡорбан уның бер киҫәген еҫкәп тә, тәмләп тә ҡараны, әсе нәмәне төкөрөп ташланы ла, ер аҫтында нимә ятмауы мөмкин тип, бадьяға тейәп ебәрҙе. Күп тә үтмәне, өҫтән:

– Ҡорбан ағай, һөйөнсө, күмер ҡатламына еттең! – тип ҡысҡырҙылар. Ҡорбан ышанманы, шулай ҙа ҡулынан ҡоралдары төштө, тиргә батҡан йөҙөн уҫлаптай ҡулының һырты менән һыпырҙы, иркенләп тын алып ҡуйҙы. «Ә кем белә?» – тине үҙе, икеләнеп. Юҡ, барыбер күңел шикләнде, шул да була, имеш, күмер, бөтөнләй башҡасараҡ күҙ алдына килтергәйне, ялтырап торорға тейеш ине ул. Баҡһаң, улай түгел, ниндәйҙер һорғолт төҫтә. Өлөшөңә сыҡҡан көмөшөң, тигәндәр, күмер икән, әйҙә, күмер булһын!

Ҡорбанды өҫкә күтәрҙеләр.

– Ҡотлайбыҙ! – тип ҡулын ҡыҫтылар.

– Мин ни, мин ҡаҙыусы ғына, үҙегеҙгә рәхмәт, туғандар, һеҙ бит уның урынын күрһәтеп бирҙегеҙ. Миңә ни...

Ай-вайына ҡуйманылар:

– Һин бында тәүге шахтер! – тип уны күккә сөйҙөләр. Ҡорбанды әйтәһең, үҙе лә таш күмер һымаҡ тос ҡына икән, саҡ ҡулдарынан ысҡындырманылар. Әйтерһең, ул боронғо быуаттарҙа ауған имәндәрҙең береһе ине. Был көн Ҡорбан өсөн иң бәхетле көндәрҙең береһе булды. Һуңынан ошо ерҙән йыраҡ түгел генә ствол-шахта көбәге астылар, хатта шахтаны, Ҡорбан шахтаһы, тип тә йөрөтә башланылар. Ҡорбан инде яҙмышын шахта менән бәйләне. Бөтә нәмә уның күҙ алдында үҫте. Яр буйында бешәлектәр таҙартылды, ҡарлуғас ояларындай, землянкалар теҙелеште, барактар һалынды. Мәңге әҙәм ҡулы теймәгән, тик бөркөттәр генә ҡунаҡлаған Ҡыҙырымташтың таштарын динамиттар шартлатты. Ике ҡатлам таш йорттар, гараж, магазиндар, электр станцияһы төҙөлдө. Шахтерҙарҙы эшкә саҡырған гудок тауышы тирә-яҡ ауылдарға ла яңғырап торҙо. Гүйә, ул бығаса бер ҡасан да ишетелмәгән, әммә йөрәккә яҡын ниндәйҙер моң таратты. Инде сәғәтһеҙ өйҙәр көндөң ағышын гудокка ҡарап билдәләне.

Шахта Ташкисеүгә лә яңылыҡ индерҙе. Ҡайһы берәүҙәр мейестәрен яңынан сығарып, плита ҡуйып, күмергә көйләп ебәрҙе. Күмер ағас һымаҡ ялҡынланып янмаһа ла, киҫәк-киҫәк ут булып ятты. Ул хатта кирбестәрҙе ярҙы, өйҙә эҫелектән сыҙап торорлоҡ түгел ине, мөрйәләр таңға табан ғына ябылды.

Ҡорбан Ташкисеүҙән өйөн дә күсереп һалды, ул Ләбибә исемле ҡыҙы менән генә йәшәне. Ҡыҙы конторҙа эшләне. Ҡатыны үлгәйне.

– Булды, – тине Ҡорбан ағаһы, ҡыуанып. Әйтерһең, уға ҙур бүләк тоттороп сығарғайнылар.

Рәҡип тәбәнәк кенә буйлы, йыуантыҡ, быжыр йөҙлө ауылдашы артынан эйәрҙе, үҙе төтәп ятҡан осло өйөмдән күҙен алманы, унан ниндәйҙер әскелтем көкөрт еҫе килә.

– Нимә ул? – тине.

– Террикон, тиҙәр уны. Миллион йылдар ер ҡуйынында ятҡан ҡайһы бер тау тоҡомдары, өҫкә сыҡҡас, күмер менән буталып, үҙҙәренән-үҙҙәре быҫҡый – яна башлай.

– Ҡайҙан беләһең? – тине Рәҡип.

– Мин күп нәмәне беләм.

– Ташкисеүҙә лә шулай тиҙәр шул, беҙ тапап йөрөгән ерҙең аҫтынан хазина тапты, тиҙәр.

Ҡорбан, елгә ҡаршы йөҙөн ҡуйып, киң аҙымдар менән атланы. Рәҡип уның артынан йүгергәлеп барҙы.

Шахта көбәгенә, шахтерҙар теле менән әйткәндә, стволға еткәс, аҫтан һалҡынлыҡ һирпелде.

– Оло шахталарҙа ер аҫтына машина менән төшәләр икән, – тине Ҡорбан. –Артыҡ тәрән булмағас, беҙҙә баҫҡыстар ғына ҡуйылған. Ныҡлап тотон, яйлап ҡына төш, яҙа баҫма. Ярай, ял итеп алайыҡ.

Улар бәләкәй генә майҙансыҡҡа туҡтанылар. Рәҡип өҫкә ҡараны, көн яҡтылығы юғарыла ҡалды, башҡа һыу тамсылары тама, тупраҡ ҡойолғолай, еүеш буранан бәшмәк еҫе килә.

– Йәнә ике баҫҡыс буйлайһы бар әле, – тине Ҡорбан. – Рәҡип тигән егеттең эшсе юлы бына шулай башлана, артыҡ хафаланма, күнеккәс, ҡош һымаҡ, осоп йөрөрһөң әле.

Рәҡип өндәшмәне. Ҡош кеүек булмаһа ла, башҡасараҡ осоуың бик ихтимал, шыуғалаҡ ағасты тотоп, аяҡ менән һәрмәнеп төшөүе бик үк еңел түгел. Бер мәл аяғы тайып, саҡ йәбешеп ҡалды Ҡорбанға.

– Әсәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Рәҡип.

– Ҡабаланма, – тине шахтер һәм малайҙы һынап ҡарамаҡсы булды. – Әллә кире менәһеңме?

– Юҡ, – тине Рәҡип, сәмләнеп.

Төрлө йүнәлешкә юлдар-штректәр киткән. Штректәр ағас терәүҙәр менән тотторолған, тимер юл буйлап тоноҡ ҡына лампочкалар яна. Шахта көбәгенә вагонеткалар тығылған.

– Лебедка эшләмәгн, күрәһең, – тине Ҡорбан, аңлатма биргәндәй, – йыш ҡына ут һүнеп ҡуя.

Бына ҡорос арҡандарға аҫылған клеткалар шығырҙаны, ствол, сырхаулы ҡарт һымаҡ, ыңғырашып ҡуйҙы. Ут бирҙеләр.

Ике клетка аллы-артлы күтәрелә башланы, йөклө вагонеткалар өҫкә менә, буштары аҫҡа төшә.

Ствол янына махсус кеше ҡуйылған, вагонеткаларҙы ҡалын яҫы тимер өҫтөндә ҡырҡҡа әйләндерә. (Кескәй генә майҙансыҡ мейес алдына утлы күмер төшөп, иҙәнде яндырмаһын өсөн ҡаҙаҡланған ҡалай киҫәген хәтерләтә.) Ул йылғыр, көслө күренде. Әйтерһең, шахтаның тотҡаһы уның ҡулында, дөбөр-шатыр индерә, шартлатып йоҙаҡлай һәм сигнал бирә.

Рәҡиптең бурысы – забойҙағы күмерҙе тейәп, ошо шахта көбәгенә килтереү ине.

Ниндәйҙер еҫ танауҙы ярҙы, тынды ҡурҙы.

– Хәҙер вентиляторҙы ебәрерҙәр, уныһы ла утҡа ҡоролған, – тине шахтер, бөтәһен дә алдан тойоп. Эйе, күп тә үтмәне, штректар буйлап һалҡынсараҡ тулҡын бәрелде.

Улар һаман алға эйелеп, бөкөрәйеберәк атланылар. Ахырҙа тар ғына ҡараңғы юлдың осо бөттө.

– Бына быны, лава, тиҙәр, – Ҡорбан киҫелгән тоташ стенаны метр ярымдай айырылып торған һоро күмер ҡатламын лапмпа яҡтыһында күрһәтте лә кәйләһе менән ҡатламдың аҫтын соҡорға ла тотондо, тупраҡ-ташты киң усы менән бер яҡ ситкә ышырҙы. – Боронғо заманда Ҡыҙырымташта ҡара урман шаулаған, боҙ дәүерендәме, алла белһен, ана шул күмелеп ҡалған, ваҡыт үтеү менән ташҡа әйләнгән. Күпме тау тоҡомдары менән баҫтырылған! Әллә ниндәй хайуандарҙың һөйәктәре килеп сыға. Кешене әйтәһең, унан да зиһенле зат юҡтыр донъяла, ер өөҫтөндә нәмә, ул бына хатта ер ҡуйынында ниҙәр ятҡанын белә, иҫең-аҡылың китә. Йә, ярай, һәр нәмәнең үҙ яйы бар, бына ошо юл һымаҡ һыҙылған һыҙыҡҡа, дөрөҫөрәге, арҡа мейеһенә, тиер инем мин, сөйҙө ҡыуырға кәрәк, бешеп ятҡан түмәрҙе тәңкәсләгән кеүегерәк, тимме, теге сыҙамай, алдыңа ярылып төшә.

Ҡайҙан белеп бөткән уның серҙәрен, әйтерһең, ғүмере буйына ер аҫтында ҡаҙынған.

– Анда кем бар? – тигән таныш туыш ишетелде. Хәмдиә апай түгелме? Шул бит!

– Беҙ, – тине Рәҡип.

– Ә-ә, Ҡорбан ағай, Рәҡип икән, ҡайҙан белеп бөтөрәһең был йәһәннәмде, кеше ҡәбергә бер ята ла шунан тормай, ә һин ул ямға көн дә төшәһең. Тәүҙә машиналарға тейәттеләр ҙә барыһын да, кантур ҡыҙҙарына тиклем, һеҙҙең янға ҡыуҙылар, төнгө сменаның күмеренә ҡул теймәгән тиме, электр булмаған шикелле.

Шул саҡ яҡында гөрһөлдәү ишетелде, терәү ағастары шартланы.

– Баҫа бит, хоҙайым! – тине Хәмдиә, Ҡорбан янына ынтылып. Әйтерһең, ул терәүҙәргә терәү ине.

Рәҡип тә ағарҙы.

– Зыян юҡ, улай ғына булғылай.

– Ярай ҙа һин өйрәнгәнһең, был һиңә күк күкрәү түгел, ә ер тетрәү!

Ҡорбандың өдәшмәүе Хәмдиәне йәнә үртәне.

– Йә, нимәһенә ҡыҙығаһыңдыр, ҡырҡ балаң барҙай, бер Ләбибәңде генә туйҙыра алыр инең әле. Хәйер, ул үҫеп етеп килгән ҡыҙ.

Ҡорбан һаман сабырлыҡ һаҡланы. Ахырҙа түҙемлеге бөттө.

– Ә һинең нисә балаң бар, нимә тип килдең бында? – тине, мөңгөрҙәп.

– Колхоз ебәрҙе, үҙем килдем, әлеге икмәк йөрөтә, – тине Хәмдиә, йомшарып.

– Шулай булғас, әйҙә, күп телеңә һалышма, – тине Ҡорбан, күмер ҡатламына һуғып.

Хәмдиә телен тешләне, кем менән һөйләшкәнен белә ине ул.

Рәҡип күмерҙең эре киҫәктәрен ҡулы менән, ваҡтарын көрәк менән ырғытты. Еүеш, ауыр нәмәне күтәргеһеҙ ине, көсө етеңкерәмәгәндәрен тубығына ҡуйып, түшенә терәп алды.

Вагонетка ҡайһы бер урындарҙа үҙенән-үҙе тәгәрәне. Былай булһа, һыҙғырып ҡына йөрөргә мөмкин. Ләкин, күп тә барманы, арба кинәт туҡтаны һәм алға сөйлөктө, күмерҙәр ергә дөбөр-шатыр ҡойолдо. Рәҡип вагонетканы ни эшләтергә лә белмәне, төрлө еренән тотоп ҡараны. Ҡорбан да артта ине, десятник тә күренмәне.

Ул арала Хәмдиә килеп етте.

– Ни эшләне? – Икәүләп, күкрәктәрен терәп, этеп ҡаранылар, юҡ, арба, сығынсы аттай, тик торҙо. – Ҡәһәр һуҡҡан нәмәҫтәкәй, күмерен бушатһаҡ инде. Хас был теге этәй үгеҙе.

Келт итеп Рәҡиптең күҙ алдына аяҡтарын көскә һөйрәп йөрөгән оло ҡара үгеҙ баҫты. Контрактация юлы менән игенгә алмаштырып алынған мал ине. Аттар етмәгәнлектән, үҙен егергә өйрәттеләр. Яҙын – тырмала, йәйен – фурманда, ә ҡыштарын санала ҡыуҙылар, һаламда ғына торған хайуандың тояҡтарына тиклем шығырҙаны. Ҡатын-ҡыҙ ҡулына эләкһә, ыжлап та бирмәне, ир-аттан әҙерәк шөрләне, хәйер, барыбер уның өсөн ике донъя – бер мөрйә ине. Тыңламағас, бахырҙың ҡолағын Хәй исемле малай: «Үлтерәм мин һине, этәй!» – тип сәйнәп тә ҡараны, артына һәнәк менән дә сәнсеп бөттөләр, тимер тәнле үгеҙ бөтәһенә лә түҙҙе.

Рәҡип менән әсәһенә лә ул «өлөш» тейҙерҙе. Буранлы төндә урмандан ҡайтҡанда, үргә етеү менән, һалам менән булдырып булмай, туғандар, рәхим итеп кенә үҙегеҙ егелегеҙ тигәндәй, шып туҡтамаһынмы. Ни хәл итәһең, уртаға киҫеп һалынған ауыр ағастарҙы берәмләп ташынылар, хатта йөк бушап ҡалғас та үгеҙ ҡуҙғалманы, туғарып, сананы тау түбәһенә тартып мендерергә мәжбүр булдылар...

Ҡыҙҙар тауышы ишетелде. Бер вагонетка Хәмдиә вагонеткаһына килеп бәрелде, ә Хәмдиәнеке иһә Рәҡиптекенә һуғылды, саҡ ситкә тайпылып ҡотолдолар.

– Күҙегеҙ сыҡтымы әллә? – тине Хәмдиә, штректәрҙе яңғыратып ҡысҡырып. – Аяҡһыҙ ҡалдыраһығыҙ ҙа, айғырхаяттар!

– Абайламаныҡ, апай, ғәфү итегеҙ, – тине ярҙамға төшкән контора ҡыҙҙарының береһе.

– Әллә Ләбибә инде?

– Эйе, мин, Хәмдиә апай.

– Суҡынмыштар, шахта икмәген ашап ятҡас ни, көс үҙҙәрендә. Бына Рәҡиптең арбаһы баш бирмәй әле.

– Ҡайҙа? – тине Ләбибә, аҫҡа эйелеп, – бәй, алғы тәгәрмәсе рельстән ысҡынған да. – Ҡыҙ вагонетканың артына баҫты ла бөтә көсөнә әрйәне күтәреберәк һулға ҡайырҙы, тәгәрмәс шыҡ итеп кире урынына ултырҙы.

– Нәғәләт, – тине Хәмдиә, ҡыуанып, – атаһы кеүек оҫтарып бөткән.

Ниһайәт, вагонеткалар шахта көбәге төбөнә теҙелеште, клеткаға инергә сиратҡа баҫтылар.

Рәҡип, буш арбаға йәбешеп, кире боролдо. Шул саҡ күҙ ҡырыйы менән генә Ләбибәгә ҡарап ҡуйҙы. Сәстәрен артҡа төрөп бәйләгән, тәбәнәк кенә буйлы, тәбәнәк тигәс тә, Рәҡиптән ҡалҡыуыраҡ, бер-ике йәшкә ҙурыраҡ, мөләйем йөҙлө, сабыр, йомшаҡ тауышлы ҡыҙ алдында ул уңайһыҙланғандай итте, тиҙерәк юғалаһы килде. Юл буйында ҡыҙҙарҙан ярҙам көтөп ят инде, артабан ҡарабыраҡ атларға кәрәк, тағы ла үксәңә баҫыуҙары ихтимал.

Артабан Ләбибәнең яңғыратып көлгән тауышы ишетелде. Рәҡипкә еңел булып китте. Ҡыҙҙы әйтәһең, үҙ өйөндә күңел асып йөрөймө ни, һис тә атаһына оҡшамаған, әсәһе мәрхүмгә тартҡан, Ләбибәнең әсәһен яҡшы хәтерләй Рәҡип, йырсы, сибәр апай ине, ә бына ул Ләбибә менән һирәк күреште, мәктәптә тәнәфес ваҡытында, Аралытауға һыйыр ҡыуғанда, тағы ҡайҙа – башҡаса юҡ, ахырыһы...

Ҡараңғы тормоштоң да аҙағы була тигәндәй, смена үтеп тә китте, йәнә шахта төбөнә йыйылдылар.

– Бөтәһе лә иҫән-һаумы? – тине десятник, эшселәрен барлап. – Ә теге малай ҡайҙа?

– Бында, – тинеләр.

– Улайһа, күтәрелдек.

Ер өҫтөнә аяҡ баҫыу менән, Рәҡиптең күҙе ҡояшҡа сағылды, башы әйләнеп торҙо, бөтә тәне дерелдәне. Бына-бына йығылып китер кеүек. Уның өҫтөндә әле шахтер кейеме лә юҡ, һыу ҡойонғандан һуң өңөнән сыҡҡан йомрандай, еүешләнеп, бысранып бөткән, аҡ тештәре генә йылтырап күренә. Бер көн эсендә сабаталары ла тетелгән. Таш, тимер сыҙатамы һуң?

– Кейем бирергә кәрәк, – тине Ҡорбан ағаһы, десятниккә ишара яһап, – былай булһа, иртәгә ул яланғас ҡаласаҡ.

Рәҡип, ҡыҙарып, башын түбән эйҙе.

– Ярай, сирҡаныс алды инде, молодец! Әсәйеңә сәләм әйт, тиҙерәк терелһен. Ләбибә, икмәк алышып бир, шунда үҙебеҙҙең дә берәй талонды ҡуш. Беҙгә етер. Өйҙә лә бар.

Рәҡип Ләбибә артынан эйәрҙе.

– Әйҙә, ҡалма, ҡушлап атла, – тине ҡыҙ, йылмайып. – Һин бит хәҙер шахтер, егет кеше!

Рәҡип һаман тартынды, ситтәнерәк барҙы.

– Иртәгә ошо ларекка үҙең килерһең, – тип Ләбибә уға йылы арыш икмәге тотторҙо. «Рәхмәт» тип тә әйтә белмәне Рәҡип, тиҙерәк ҡайтырға ашыҡты. Ярты юлда уны Хәмдиә ҡыуып етте. Көтмәгәнһең, лавкала сәй артынан аҙапландым, хәйерсе, тине.

– Әллә инде, – тиеүҙән башҡа һүҙ ҡатманы Рәҡип. Ул әсәһе, Гөлсөм туғаны хаҡында уйлана ине, хәлдәре нисек икән, тәҙрәнән күҙҙәрен алмайҙармы икән?

– Ҡуй, түҙер хәлем ҡалманы, – тип Хәмдиә ҡуйынындағы ҡыйырсыҡты уртаға бүлде лә ашай башланы, – өйҙә балам көтөп ултырмай әле.

Рәҡип ауыҙ һыуҙарын йотто, ул да түҙмәне, ауыҙ итте.

– Ниңә ашамайһың, хәләл көсөңдө түгеп алған ризыҡ та.

– Бергәләп сәй эсербеҙ.

– Бәй, уларға ла етер, юҡ инде, семсенеп барғансы, лутсы йомарлайым, үҙ тамағымды үҙем алдай алмайым, – тине Хәмдиә, – оҙон көн буйына тауҙар аҡтарып ҡара әле, йотоҡмаҫ ереңдән йотоғорһоң. – Аҡланып ҡуйҙы.

Хәмдиә менән Рәҡип ауылға кергәндә, ҡояш һаман ҡыҙҙыра, халыҡ, төшкөлөктән һуң, һәнәк, тырмаларын күтәреп, баҫыуға яңы ҡуҙғала ине.

Рәҡип йылмайып ҡайтып керҙе, әйтерһең, уға бер нәмә лә булмаған, бысраҡ күл һыуында ғына ҡойоноп сыҡҡан. Әсәһе берсә аптырап, берсә, минең дә үҫкән малайым бар микән ни, тип күҙҙәрен һөрттө.

– Хәлең нисек? Гөлсөм ни эшләй?

– Туғаның әҙерәк һөт эсте. Инде ул ғүмерле булһын. Гөлсинәм менән Гөлбикәм, йән киҫәктәрем, аталарының ҡайтҡанын көтмәнеләр. Һөйрәлеп тиерлек зыяратҡа барып ураным. Әмәлгә ҡалғандай, баш остарындағы ташта ике ҡош һайрай. Күрәһең, ҡара күҙҙәрем ожмах былбылдарына әйләнгәндер, сутылдап-сутылдайҙар. Шулар менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙым. Билемдең һыҙлауына түҙерлек түгел шул, үлән дә ҡайнатып ябып ҡараным. Әйҙә, самауыр ҡайнаған, йыуын. Сәй эсеп алайыҡ та бер аҙ ял итерһең, таш эше уйнатмай ул. Ни хәлдәр итәйем, шахтаға төшөр сағың түгел дә бит, нисек һуң?

– Әл дә Ҡорбан ағай осраны, юғиһә кире боралар ине, йәшең етмәгән, тиҙәр.

– Ярай инде. Икмәгең дә арыу ғына күренә.

– Ҡорбан ағай үҙенең талонын бирҙе, сәләм әйтте, тиҙерәк һауыҡһын, тине.

– Рәхмәт инде.

Рәҡип һеңлеһенең һарғылт маңлайына ҡулын ҡуйып ҡараны, унан бер телем арыш икмәге тотторҙо. Гөлсөм сәйнәй алманы, икмәкте кинәнеп еҫкәне лә, йылмайғандай итеп, ағаһына кире бирҙе.

– Һөткә турап ашатырмын, – тине әсәһе.

Рәҡип һикелә оҙаҡ уйланып ятты, бер аҙҙан күҙҙәре йомолғандай итте.

Гөлбаныу улына ҡыуанып бөтә алманы.

Таҙалыҡты яратҡан, иҙәнгә сүп төшөрмәгән ҡатын, мөйөштәге ҡанатты алып, бер ҡулы менән билен тотоп, ҡыштыр-ҡыштыр һеперергә кереште. Үҙе һеперҙе, үҙе иланы, күҙ йәштәре иҙәнгә тамды.

 

XI

 

Автор:
Читайте нас