Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Сентября 2023, 03:50

Атай эҙенән Повесть (9) Рәйес НИЗАМОВ

Ҡот осҡос хәл! Төнгө сменала эшләгән забойщиктарҙы ер баҫҡан. Нисә кеше икәнен дә белмәйҙәр. Шахтаға бер кемде лә төшөрмәйҙәр.

Атай эҙенән    Повесть  (9)  Рәйес НИЗАМОВАтай эҙенән    Повесть  (9)  Рәйес НИЗАМОВ
Атай эҙенән Повесть (9) Рәйес НИЗАМОВ

 

 

XI

 

Рәҡип Чернухиноға килгәндә, йәкшәмбе көн ине, урамдар халыҡ менән тулы. Шахтерҙарса кинәнеп көләләр, иркен итеп өҫтәл арттарында ултыралар, бокалдарҙы зыңлатып һыра эсәләр, күмер тураһында бәхәсләшәләр.

Бында Донбастың данлыҡлы шахталары урынлашҡан, илгә танылған шахтерҙар йәшәй.

Поселоктың көньяғынан тимер юлы уҙа, ә төньяҡ-көнбайышында – коперҙар, террикондар.

Ҡойма буйҙарында, күҙҙәрен ҡыҫып, әйтерһең, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, ҡарт-ҡоро үҙ-ара гәпләшә. Эйе, башҡорт атлылары уларҙың тупһа төбөнә килеп еткән, һәр өй, һәр аҙым ер өсөн көрәшкән. Дебальцово, Чернухино станцияларын үҙ ҡулында тотоп, күпме дошманды ҡыйратҡан, техникаһын емергән, күпме составтарҙың аҫтын-өҫкә килтергән!

Көтмәгәндә тәрән тылға буран уйнатып кереп, мөһим стратегик пункттарҙы тартып алғас, фашистар ҡаушап ҡала. Иҫтәренә килеп, ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған атлыларҙы быуып ташларға ынтылалар. Ахырҙа корпус командиры, Чернухиноны ҡалдырырға, тигән ҡарар ҡабул итә, сөнки фронт командованиеһы был мәлдә үҙенең тәрән тылдағы атлыларына бер нисек тә ярҙам итә алмай, хәл насарайһа, партизан хәрәкәтенә күсегеҙ, тигән кәңәш бирә. Ләкин ундай мөмкинселек булмай.

Атлылар балка буйлап, фронт һыҙығына, үҙебеҙҙекеләргә табан төнөн юл тота.

«...Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә Чернухинола бөтәһен дә эшләнек, иҫләмәҫтән фашистың арҡаһына бысаҡ ҡаҙаныҡ. Тик шуныһы йәл: яраланған иптәштәрҙе үҙебеҙ менән ала, мәйеттәрҙе йыя алманыҡ, бөркөттәй күпме егеттәр харап булды, ҡош урынына осорҙар, баҫҡан ерҙәре тетрәп торор ине. Шахтерҙарға ышанып китәбеҙ, улар иң ауыр минуттарҙа беҙгә ярҙам ҡулын һуҙҙылар. Шахтерҙан да көслө ихтыярлы кеше бармы икән?! Моғайын, һәр кем дә шахтер була алмайҙыр», – тип көндәлегенә теркәгән Рәҡиптең атаһы.

Чернухинола музей асылғас: «Беҙ бынан балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләйбеҙме, аталары, олаталары һымаҡ була, уларҙы алмаштыра алырҙармы, тип тәрән кисерештәр менән сыҡтыҡ», – тигәндәр ҡатындар.

Был юлдар Рәҡипте лә уйҙарға һалды. Ә бит, илемде яратам, тип ҡысҡырыу ғына етмәй, уға шапырынмай ғына хеҙмәт итергә кәрәк. Кешене хеҙмәткә күнектереү, уға һөйөү уятыу бик бәләкәйҙән, сәңгелдәктән, бала ҡулына уйынсыҡ алыуҙан башлана. Бөгөнгө йәштәргә нисегерәк ҡарайбыҙ һуң? Чернухино ҡатындары һымаҡ, һәр ата, әсә үҙ алдына шундай борсоулы һорау ҡуямы икән?

Рәҡиптең улы ла – Айрат – олатаһы кеүек Тыуған иле өсөн ярһып барырмы? Дөрөҫ, Айраттың бала сағы менән Рәҡиптең бала сағын сағыштырып булмай. Рәҡиптең бала сағы шахтала ҡалды, алыҫ йылдар артынан һаман ул танауын тартып, мәтегә ҡатҡан кепкаһын болғап, үҙенә әйҙәгән, саҡырған төҫлө. Иҫкә төшөргөһө килмәһә лә, күңел уға, бына, тағы әйләнеп ҡайтты, ҡолағы төбөндә яңынан илай-илай, шахта гудогы ҡысҡырҙы...

...Шахтала эшләй башлаған мәлдә Рәҡиптең гудок тауышына иртүк торғоһо килмәне, бөтә тәне һыҙланы. Тауға ҡаршы атлай-атлай, әкренләп яҙылды. Төрлөсә булды, йә ул Хәмдиә менән бергә барҙы, йә яңғыҙы ғына атланы, шундай саҡтарҙа, күңеле килгәндә, йырлап та ебәрҙе:

Йүгереп барам, йүгереп ҡайтам

Шахта юлдарынан мин, шул,

Һи-и-и, шахта юлдарынан мин...

Йырламаҫлыҡмы ни, ана бит Ташкисеү йылғаһы Димгә яҡынлашҡан тәңгәлдә һауаға ҡара төтөн юлы һуҙылып ҡалды. Шуны күрҙе ниһә, йөрәге елкенеп китә. Әйтерһең, танкыларҙы, пушкаларҙы тартҡан паровоз эсендә Рәҡип үҙе фронтҡа китеп бара, гүйә, паровоз мейесенә үҙе туҡтауһыҙ күмер ырғыта. Ана нисек аңларға кәрәк шахтерҙың битенән аҡҡан ҡара тирҙе!.. Тик әсәһе һаман аяғына ныҡлап баҫып китә алманы, ишек алдында ҡанаты ҡайырылған ҡаҙ һымаҡ йөрөнө, Гөлсөм инде терелде, бәләкәй күнәктәре менән һыу килтерә башланы.

Бер көн Ләбибә (ул шахтала кассир булып эшләй ине) кескәй тәҙрә аша мул ғына аҡса һуҙҙы. Рәҡип аптырап ҡалды.

– Ал, ал, – тине Ләбибә, йылмайып, – шахта был айҙа планын тултырҙы. Бөгөн лавкала шахтерҙар өсөн генә ситса һаталар, әсәйеңә, Гөлсөмгә биш метр самаһы үлсәт, күңелдәре булыр.

– Ярар, – тине Рәҡип, ҡулының һырты менән танауын һөртөп. Аҡсаһын кеҫәһенә тыҡһа ла, ниңәлер, ошо тәҙрә янынан киткеһе килмәне.

– Әллә берәй йомошоң бармы? – тине ҡыҙ, яғымлы ғына өндәшеп.

– Ә-ә, юҡ, – тине Рәҡип, уңайһыҙланып. Ишеккә табан боролдо.

Әллә ниңә һуңғы ваҡытта Ләбибә келт итте лә Рәҡиптең иҫенә төштө, уны күҙ алдына баҫтырҙы иһә, шахта яҡтырып, арығандары таралып ҡуя, ауыр күмер киҫәктәренә теше-тырағы менән йәбеште. Ниндәй көс был? Юҡ, былай ғыналыр, һәйбәт күңелле булғанға, уның йөрәген һырлығалыр.

Аҡһыл иңгә ҡыҙыл сәскә төшкән ситсаны алып ҡайтып биргәс, Гөлсөм, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ағаһының ҡара битен үбеп алды.

– Рәхмәт, балам, йөҙ йәшә, – тине әсәһе, күҙҙәрен һөртөп. – Нисек башың етте?

– Ләбибә әйтте. Үҙем дә алыр инем.

– Улай икән, – тине Гөбаныу, – ниндәй изгелекле кешеләр. Ҡаймаҡ яҙғайным, ике ҡаҙаҡтай май сыҡты, берәй ҡаҙағын Ҡорбан ағайыңа алып бар, таш ватҡан кешенең йөрәгенә ятыр.

Башҡа көндәргә ҡарағанда, Рәҡип иртәрәк килде. Лампаға кәрәсин һалғанда, әүәлгесә Ҡорбан ағаһы, хәл-әхүәл һорашып:

– Ни эшләне һуң? Берәй ерен өҙҙөрҙө тиһәң, аяғына баҫа алмаҫ ине, – тине, аптырап, – хәйерлегә булһын.

– Бына ул һеҙгә күстәнәс биреп ебәрҙе, – тине Рәҡип, төргәк һуҙып.

– Юҡҡа мәшәҡәтләнгән, кәрәкмәҫ ине. Атайыңдың хәбәре бармы?

– Был арала юҡ, – тине Рәҡип, башын эйеп.

– Һуғыштар бик аяуһыҙ, имен-аман ғына йөрөһөн. Бик әйбәт кеше һинең атайың, ул ярҙам итмәһә, мин шахтер ҙа булмай инем. Атайыңа яҙҙыңмы бында эшләп йөрөгәнеңде?

– Юҡ.

– Ҡабаланма, кәйефе ҡырылып, әллә нәмәләр уйлар, ут эсендәге кешенең йөрәге менән һаҡ булырға кәрәк.

Шахта һаман шығырҙаны, ыңғырашты. Рәҡип, телен тешләп, ары йүгерҙе, терәүҙәр һынып, тупраҡ-таш ҡойолоп торҙо, әммә ул вагонеткаһын ысҡындырманы, ҡайҙа, нисек, юлдарҙың да рәтенә төшөндө. Тик ҡайһы саҡта тын алыуы ауырлашты, тамаҡ төбө әсетте. Электр уты, унан ҡул лапмаһы һүнеп ҡуйҙы, кислород етешмәне. Тимәк, вентилятор туҡтаны. Халыҡ нисек етте шулай, һәрмәнеп, шахта көбәгенә сыҡты. Бында һауа икенсерәк ине, шулай ҙа һаман баш әйләнде. Рәҡип түҙмәне, стволға таянып, юғарыға төбәлде, тәрән итеп һулыш алды, унда – яҡты. Сығып йүгергеһе, үлән өҫтөндә ятып аунағыһы, бөтә донъяһын онотоп, күккә ҡарап ятҡыһы килә ине шундай саҡтарҙа.

 

* * *

 

Ҡыҙырымташтың ҡайындарында хәл йыйып, ҡоштар артабан – көньяҡҡа ҡарай ҡанат ҡаҡты. Елле ямғырҙар ҡыя һуғып яуып, урмандарҙы шәрә ҡалдырҙы.

Тыныс ятҡан ҡырҙар өҫтөнә талпынып беренсе ҡар төштө.

Ташкисеү, тишек-тошоғон бөтәштергән булып, ҡышҡа аяҡ баҫты.

Халыҡ һуғыш хәлдәрен ишетеп торҙо, йыуанды, ҙур өмөттәр менән ҡаҡ һикегә ятты, төн уртаһында, өй йылыһы тартылғас, иҫке юрғаны өҫтөнән кейем-һалым ябынды, терпеләй йомарланды, таң атыуын көттө.

Рәҡип, бер ҡараһаң, бында була, икенсе ҡараһаң, Ҡыҙырымташҡа барып та етә, арлы-бирле итеүгә ҡайтып та керә. Тамағын ялғай ҙа, бәләкәй санаһын һөйрәп, урманға ашыға. Ахырыһы, арыуы етә, күҙҙ ҡамаштырып ятҡан ап-аҡ яландарға ҡарап атлай-атлай, ойоп, атлаған килеш күҙҙәрен йома. Ҡайһы саҡта, һуҡыр кешеләй, көрткә инеп китә. Керпектәрен асып, ирекһеҙҙән көлөмһөрәп ҡуя.

Көрт йырып йыраҡ китә алмай, Ҡыҙырымташтың битләүенә менә лә һылыу ҡыҙҙай үҫкән оҙон ап-аҡ ҡайынға ҡарап ҡуя. Әйтерһең, балтаны күреү менән, ҡайын ҡалтыранып телгә килә, ялбарып илай башлай: «Яҙҙарын бит минең һыуымды эсәһең, йәйге селләрҙә күләгәмдә иркәләнеп ятып, ҡып-ҡыҙыл бөрлөгәндәремдән ауыҙ итәһең. Нисек ҡулың бара?»

Рәҡип, ҡаушап, икенсеһенә төбәлә. Уныһы йөрәкте яндырыбыраҡ әйткән төҫлө. Йәлләп торһаң, буш ҡайтырға кәрәк. Ул күҙен йома ла һелтәнә. Үтмәҫ балта, туң ағасҡа тейеү менән, кире ҡаҡлыға, ҡулды шаңғыта. Ағастың тирә-яғы сырпыҡланып бөтә. Ахырҙа гөрҫләп ауа.

Арыраҡ та туҡылдаған тауыштар ишетелә. Ҡыҙырымташтың йәме, төҫө юғала, ағас төптәре генә һерәйеп ҡала. Кеше һымаҡ, ҡайындар ҙа ҡырыла.

Рәҡип шәкәрҙәй ҡайынды бүлгеләп һала ла, ҡарауылсы күренмәйме тип, алан-йолан ҡаранып, юлға төшә. Йөк ауыр, көс-хәл менән генә тарта. Гүйә, ул бөтә урманды һөйрәгән кеүек. Үр башланғас, атлаған һайын туҡтай, йә, иҫләмәҫтән, сана бауы өҙөлөп, йығыла, танауынан ҡан китә. Ятҡан килеш уға ҡар баҫа. Гөлсөм, ағаһын күреп, ҡаршы килә. Ул ярҙамлашҡас, йөк еңеләйгән һымаҡ була.

Рәҡип ҡараңғылы-яҡтылы күҙен тырнап яңынан тауға ҡарай йүнәлә, ҡаршыға үҙәкте өҙгөс ел иҫһә, уға арҡаһын ҡуйыбыраҡ атлай.

Шулай ҡыштыр-көштөр йөрөп ятҡанда, бер көн гудок ниңәлер бик оҙаҡ борсолоп ҡысҡырҙы. Ни булған икән?

Рәҡип әллә ҡаушауҙан, әллә ашығыуҙан, Ҡыҙырымташ үрен көс-хәл менән күтәрелде, тыны ҡурылды.

Ана, беренсе шахта төбөнә кешеләр йүгерешә.

Ҡот осҡос хәл! Төнгө сменала эшләгән забойщиктарҙы ер баҫҡан. Нисә кеше икәнен дә белмәйҙәр. Шахтаға бер кемде лә төшөрмәйҙәр.

Халыҡ башын эйгән, көтә.

Бына мәйеттәрҙе сығара башланылар, дүртәүҙәр.

– Атай! – тип Ләбибә өҙөлөп ҡысҡырҙы.

Рәҡип, ҡалтыранып, яҡыныраҡ килде. Ҡорбан ағаһын ер баҫһын әле. Ул бит шахтала өйөндәге һымаҡ йөрөй ине. Терәүҙәр нисек торғанын да, ҡайһы тирәлә нисә метр күмер, ниндәй лаваның тупрағы нисегерәк ятҡанын унан да яҡшыраҡ белгән забойщик булмағандыр. Санаға һалған саҡта Рәҡип атаһынан ҡала иң яҡын кешеһенең йөҙөнә төбәлде, үҫмерҙәргә генә хас бер ҡатлылыҡ, ихласлыҡ менән күмер һыҙаттары һымаҡ ярылып ятҡан тәрән һырлы маңлайынан, тупраҡҡа уҡмашҡан, һоро күмер төҫөндәй сәстәренән, бынан нисә сәғәт элек кенә ер йөрәгенә тимер сөй ҡаҡҡан уҫлаптай ҡулдарынан тотоп ҡараны.

Забойщиктарҙы күмгәндә биш минут буйына гудок өҙөп-өҙөп ҡысҡырҙы, гүйә, ул ҡысҡырманы, ә үкһеп иланы. Шахтерҙар, ҡайҙа эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, биш минут буйына баштарын эйеп торҙолар...

Рәҡип, вагонеткаһы менән барышлай, төптә ут сатҡыһын шәйләне. Әйтерһең, Ҡорбан ағаһы ҡалдырып киткән яҡтылыҡ ине. Шул яҡтылыҡ уны ғүмер буйына үҙенә әйҙәне, юл күрһәтте.

Өйгә ҡайтһа ла, шахтаға төшһә лә, Рәҡиптең күҙ алдынан Ләбибә китмәне. Ни эшләй икән яңғыҙы? Атаһы барҙа бер ҡайғыһыҙ уйнап-көлөп йөрөй ине, хәҙер айырылған ҡолон һымаҡ ҡалды.

Рәҡип, Ләбибәне күрергә теләп, контораға барҙы. Ял алып, ҡайҙалыр киткән, тинеләр. Ҡайғыларын таратып ҡайтырға уйлағандыр. Әсәһе лә:

– Ләбибә күренмәйме? – тине йыш ҡына.

– Юҡ, – тине Рәҡип, көрһөнөп.

Гөлбаныу улының кинәт тартылғанын күрһә лә, ул быны Ҡорбандың үлеме менән бәйләне, Рәҡиптең йөрәгендә икенсе ут тоҡанғанын һиҙмәй ине әле. Бер төндө, Рәҡип түҙә алманы, танауын тартты.

– Әллә илай инде? – тине әсәһе, аптырап.

Рәҡип өндәшмәй ятты ла:

– Ләбибәне йәлләйем, – тине, – яңғыҙ ҡалды бит. Аҙашҡан бәпкәләй әллә ҡайҙа йөрөй, һаман юҡ.

«Ана кем тураһында ҡайғыра икән! Иртә түгелме? Бәй, ниңә улай тиергә әле, саф күңелле малай ул, яҡын, үҙ итәлер, һәйбәт һыҙаттары асыла түгелме?» – тип ҡуйҙы эсенән һиҙгер әсә.

– Беҙгә төшмәҫме икән, ни тиһәң дә Ташкисеү – тыуған-үҫкән ауылы. Бергә-бергә сөкөрҙәшеп йәшәр инек әле.

– Әллә, – тине Рәҡип. – Өйөн ни эшләтһен ул?

– Бикләп ҡуйыр, йә кеше кертер...

– Ҡорбан ағайҙы әйтәм, һинең хәлеңде белергә төшөрмөн тип ауыҙланғайны.

– Бушай алмағандыр, үлгәс тә бер көнлөк эш ҡала, ти.

– Атайымды ла һорашып торғайны.

– Ни эшләптер хаты юҡ бит әле атайыңдың.

– Фашистарҙың тылына инергә йыйынабыҙ, – тип яҙғайны ла һуңғы хатында. Сабыр итәйек, әсәй. Беҙ бит көтөп өйрәндек.

– Күңел йыуатҡысым, – тип Гөлбаныу улының арҡаһынан һөйҙө. – Йә, йоҡлайыҡ...

Шахта ауыҙынан йылы пар өҫкә бөркөлдө. Көбәккә боҙ ҡатты. лебедканың көсө етеңкерәмәгәндә, ҡапыл тартып ебәргәндә ҡорос арҡандар өҙөлөп, клеткалар бәрелә-һуғыла аҫҡа осто. Ярай, кеше-маҙар тура килмәне. Тағы ремонт, тағы копер, майһыҙ арба һымаҡ, шығырҙап ултырҙы.

Рәҡип йылы ер ҡуйынынан сығыу менән, сирҡанып ҡуйҙы: тышта күҙ асҡыһыҙ буран. Тиҙерәк ларекка табан йүгерҙе. Хәйер, буран үҙе осороп алып барҙы.

Ларекта һатыусы ҡыҙ менән Ләбибә һөйләшеп тора икән.

– Һаумы, Рәҡип? – тине башлап, уның йөҙө ағарғайны.

– Әйбәт кенә.

– Әсәйең ни хәлдә?

– Арыу ғына.

– Ташкисеүгәме?

– Эйе.

– Ошондай буранда? – Ләбибә аптырап ҡалды.

– Ел ыңғайы ла.

– Ҡуй, аҙашырһың, әйҙә, беҙгә барайыҡ. Бәлки, буран баҫылыр, унан ҡайтырһың.

– Әллә, – тине Рәҡип ҡыймай ғына, үҙенең Ләбибәнән айырылғыһы килмәне.

Улар көс-хәл менән ишекте астылар.

– Ай-һай, – тине Ләбибә, соланға кергәс, – тын алырға ла ирек бирмәй. Өҫтөңдө ҡағыштыр, бына һепертке.

Рәҡип ҡайҙа ғына баҡһа ла, Ҡорбан ағаһының ҡулын күрҙе. Ул яһаған ағас станоктар, тәҙрә рамдары – бөтәһе лә һөнәр эйәһен хәтерләтте.

Ләбибә соландан биҙрә менән таш күмер алып инде, плитаға яғып ебәрҙе, сәй ҡуйҙы.

Рәҡип, нисек һүҙ башларға белмәй:

– Бер үҙеңә күңелһеҙҙер, әсәйем, беҙгә төшмәҫме, тиәйне? – тип өндәште.

– Ҡайҙа ул, рәхмәт. Атайым күмелгән ерҙән бер ҡайҙа ла китмәйем. Гудок ҡысҡырыуы ғына миңә әллә ни тора, атайым үлгән кеүек тә түгел, һаман забойҙа һымаҡ.

Улар, уйҙарға бирелеп, тыныс ҡына сәй эстеләр. Буран баҫылыу түгел, киреһенсә, көсәйә генә төштө.

– Беҙҙә генә йоҡла инде, – тине Ләбибә.

– Әллә шул, – тине Рәҡип, уңайһыҙланып, – әсәйемдәр көтөр бит.

– Эт сыҡмаҫ төндә ҡайҙа бараһың? Һинең өсөн тағы ут йоторғамы ни?

Рәҡип ризалашырға мәжбүр булды. Ләбибә уға мейес буйына, йылыға урын һалды, ә үҙенә арыраҡ йәйҙе. Улар байтаҡ һөйләшеп яттылар, унан шымдылар. Бер аҙҙан Ләбибә:

– Өшөмәйһеңме? – тине.

– Юҡ.

– Мейес эргәһе йылы шул... Ә бында өшөтә башланы әле...

Рәҡип өндәшмәне, мейескә нығыраҡ һыйынды.

– Оялма, – тине Ләбибә, уның янына шыуышып, – мин бит һиңә апай кеше, энекәш менән бергә йоҡлайҙар инде ул.

Башын мендәргә ҡаплаған Рәҡиптең тыны бөттө, ниңә бында ҡалдым, тигән көнгә төштө.

– Тонсоғаһың бит, әйләнеп ят, – тине Ләбибә, Рәҡипте үҙ яғына бороп. – Һантыҡай, һиңә кем тейә, – тип уны, бала шикелле күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан һөйҙө. – Һин дә минең кеүек етемһең, атайың һуғышта, йәлләйем мин һине...

Әсәһе ярата башлаһа, Рәҡип ситләшә торғайны. Ләбибә наҙлауынан ул иреп китте, тар ғына урында ҡыҫылып ятыуы нисектер яйһыҙ ҙа, шул уҡ ваҡытта аңлатып бөтмәҫлек рәхәт тә ине.

Ләбибә уны йәнә ҡыҫып-ҡыҫып алды, йомшаҡ бармаҡтарын әкрен генә сәс төбөнән йөрөттө.

– Йә, бәү-бәү итәйек, – тине ахырҙа, бышылдап.

Рәҡип Ләбибәнең тын алышын тойоп ятты, уның йөрәге һикерә инеме ни! Ниңә шулай дулағандыр йөрәге, ул саҡта Рәҡип быны аңламағайны, күп йылдар уҙғас ҡына төшөндө. Шул буранлы төндә ике яралы йөрәк юҡҡа ғына ярһымаған икән...

 

XII

 

 

Автор:
Читайте нас