

XII
Рәҡип Чернухинонан 152-се һанлы тарихи шахтаға килде. Ҡартлас үҙенең икенсе йәшлеген кисерә икән. Кисә бында яңы рекорд ҡуйғандар, Донбастың ғына түгел, илдең бөтә шахтерҙарын аяҡҡа баҫтырғандар. Күмере көлөп, йылтырап тора, һағыҙ, тип яңылыш алып ҡабыуың ихтимал.
Рәҡип, ҡыҙыҡһынып, шахта көбәгенә табан атланы. Бәй, ҡапыл күҙ алдында нимәлер, кемдәрҙер буталды... Әйтерһең, уға бында тештәре генә йылтырап торған ҡап-ҡара малай менән атаҡлы Ҡорбан йылмайышып ҡул һуҙҙы...
Рәҡип атаһы үткән яу юлдары эҙенән генә түгел, үҙенең йәшлек эҙенән дә бара инеме ни! Аҫта икенсе яҡты донъя, имеш. Забойҙан күмерҙе поездар килтерә, ҡатламды комбайндар кимерә. Штректәр киң, бейек. Көбәк янында гөлдәр үҫеп ултыра. Мөғжизә! Бында, ысынлап та, рекорд артынан рекорд ҡына ҡуйырлыҡ. Байтаҡ йылдар үтте шул. Кешеләр хәҙер шахтаға ҡурҡып төшмәй, ер аҫтында һин дә мин йөрөй. Хәүефләнер нәмә юҡ.
Рәҡип өҫкә машинала күтәрелде. Тағы башын сайҡап ҡуйҙы. Террикондан тирә-яҡҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Атаһы яҙған ваҡиғалар йәнә бер-бер артлы күҙ алдынан үтте.
«...Соҡор, үҙәндәр буйлап, аттарҙы батыра-сумыра, тәрән ҡар йырып, юлда осраған дошман гарнизондарының көлөн күккә осороп, сатлама февраль һыуығында 152-се шахтаға килеп морон төрттөк. Командирҙың йөҙө ҡырыҫ, боросоулы. Штаб тирәһендә хеҙмәт итмәһәм дә, уны һалдаттар араһында йыш осраттым. Сталиград өсөн барған һуғыштарҙа беҙҙең егеттәр ҙә иҫ киткес батырлыҡтар күрһәтте. Шунда мине лә боевой Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеләр. Орденды командир үҙе тапшырҙы. Уңыштар теләйем, иптәш Назаров, тип ҡулымды ҡыҫты. Быны мин үеҙмсә, Берлинға етеп, тыуған төйәгеңә иҫән-һау әйләнеп ҡайт, тигән һымағыраҡ аңланым. Кемгә нисектер, мәгәр мин был минуттарҙы ғүмергә онотмам. Ул ҙур өмөттәр менән баҡҡан кеүек булды күҙҙәремә, артыҡ һүҙ әйтмәне, мин бөтәһен дә аңланым, мин үлергә тейеш түгел, йәшәргә тейеш, тинем үҙ-үҙемә, балаларым, ҡатыным, илем өсөн!
Бына әле лә бинколе менән ҡайҙалыр төбәлгән, ул бит беҙҙе, ут ҡулсаһынан йырып, алып сығып килә. Ул барҙа бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел, сафтарыбыҙ һирәгәйһә лә, аттарыбыҙ ҡыйралып, ауыр ҡоралдарҙы үҙебеҙ һөйрәһәк тә, ауып ҡалһаҡ та, ҡөҙрәтле, атайҙарса әйткән тауышын ишетеү менән, яңынан баҫабыҙ, фронт һыҙығына, үҙебеҙҙекеләргә ҡарай атлайбыҙ, йөрәк түҙмәй, тиҙерәк осрашырға ынтылабыҙ.
Командирҙы әйтәһең, бер осрағанда ул бөтөнләй ябай, ә икенсе мәлдә уйсан, уҫал, янына яҡын килә алмаҫлыҡ кеше төҫлө күренә. Бәлки, командир кешегә шулай кәрәктер ҙә, һәр кемгә лә яраған ниндәй командир була ул, юғиһә шул тиклем һалдатты нисек ҡулда тотмаҡ, шул тиклем юлдарҙы нисек үтмәк кәрәк. Мин уның Димдә Ҡыҙыл Байраҡты үбеп ант иткән минуттарын, Олымдағы тәүге алыштар, ут сәсеп торған ярҙамсыларын юғалтҡандан һуң, оҙон пароходтарҙа йылғыр арғымағы өҫтөндә бойоғоп барған сатҡарын, Дон далаларында елдәй елгән мәлдәрен бер-бер артлы күҙ алдынан үткәрҙем. Юҡ, был кеше утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ! Ул ҙур хәрби юл үткән, Мәскәү янындағы көрәштәрҙә ҙур батырлыҡтар күрһәткән, тип һөйләнеләр. Бөтәһенә лә ышандым, ышанмау мөмкин түгел, тик бына уның гармунда уйнарға, йыр тыңларға яратҡанын белмәгәнмен икән. Сөнки ҡиәфәте һис тә грамунсыға оҡшамағайны. Шулай, ял иткән арала, Төньяҡ Донецҡа етмәҫ борон, беҙҙең эскадронға килеп сыҡты. Бер егет тальянды тызҡылдатып ултыра ине. Командир хәл-әхүәл һорашты ла:
– Ҡайҙа әле, – тип гармунға үрелде.
Ауыл көйөнә һыҙҙырып ебәрмәһенме, аптырап ҡалдыҡ. Нисәмә йыл тыуған еренән ситтә йөрөп, туған телендә һөйләшмәгән кеше шулай йөрәктәрҙе өҙҙөрһөн әле. Күңел тулып китте. Ҡыр ҡаҙҙары һымаҡ, таплынышып бесән сапҡан Рәсүл туғайҙары, йәш килендәр кеүек кенә оялышып ултырған Көтөүле шишмә ҡайындары, хатта Оҙон ҡырла үрендә ятҡан оло ташҡа тиклем – бөтәһе лә күҙ алдына баҫты.
Егеттәрҙең күңелдәрен күтәрергә теләгәндәй, командир гармунын кире хужаһына һуҙҙы ла:
– Ничего, егеттәр, беҙ Уралға ҡайтырбыҙ әле, мотлаҡ ҡайтырбыҙ, – тине. – Кем белә, һуғыш – уйын түгел, бәлки, ҡайһыларыбыҙға насип та булмаҫ, иҫән ҡалғандар онотмаҫтар, тип уйлайым. Был онотола торған һуғыш түгел. Ә йәшәге килә, иптәштәр, беҙ бит әле яңы ғына оя ҡороп, тын ала, тормоштоң тәмен генә белә башлағайныҡ. Ярай, хискә бирелеп, морон төбөндә генә ятҡан фашистарҙы онотмайыҡ.
Шулай итеп, командир ярһытып китте. Беҙгә уның менән бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел ине...
Бер аҙҙан йәнә балкаға төштөк. Инде мин йәйәү атланым, 152-се шахтаға етәрәк Ерәнсәйем ҡаты яраланды, артҡы һанын күтәрә алманы, мине шулай ташлап китәһеңме ни тигәндәй, хитланып, күҙгә ҡарап, ятып ҡалды. Атырға ҡулым барманы. Оҙон ҡырлала уйнап үҫеп, һабан туйҙарында ал бирмәгән, майҙан уртаһына сыҡҡас, һөйкөмлөлөгө менән бөтә халыҡты хайран иткән Ерәнсәй ниндәй юлдар үтмәне лә ниндәй һыуҙар кисмәне. Күпме үлемдәрҙән тайпылманыҡ, ял-ҡанаттарыбыҙ көйһә көйҙө, янһа янды, мәгәр һаман алға елдек. Чернухино тамуғынан ҡотолғас, инде иҫән ҡалдыҡ, тип ҡыуанғайным, иртәрәк булған икән. Үргә күтәрелгәс, түҙә алманым, йәнә артыма әйләндем. Ерәнсәйем, һуңғы мәртәбә башын ҡалҡытып, кешнәп ҡуйҙы, был уның хушлашыуы ине. Күҙҙәремдән йәш аҡты... Һүҙ бирҙем: иҫән-һау сыҡһам, һуғыштар бөткәс, Ерәнсәйемә һәйкәл ҡуясаҡмын! Эйе, кешеләр генә түгел, аттар ҙа быға хаҡлы».
Рәҡип шахта тирәләй байтаҡ ҡына йөрөнө. Ерәнсәй хаҡындағы аманатты атаһы уға әйтеп ҡалдырғанмы ни! Ҡайһы ерҙәрәк йән бирҙе икән, тип соҡорҙарға төштө, үҙәндәр буйлап, бил бөгәренән үләнде көскә йырып атланы. Зәңгәр күктә һабан турғайы шыңғыраны. Бына ошонда тигәндәй, ҡошсоҡ бер тәңгәлдәрәк талпынды. Гүйә, ул алтын бағана башында Урал толпарына дан йырлай ине.
Рәҡип, ҡайтыу менән, атаһының васыятын үтәп, Ҡыҙырымташтың ҡаты ташына ҡолаҡтарын ҡарпайтып, оло күҙҙәрен тултырып ҡарап торған Ерәнсәйҙең ғорур башын төшөрәсәк һәм уны иң матур урынға – Аралытауға, аталары хөрмәтенә күтәрелгән һәйкәл эргәһенә, ҡуясаҡ һәм аҫтына: «Мәңгелек дан һиңә, Ерәнсәй!» – тип яҙасаҡ.
Ахырҙа Рәҡип күпме саҡрымдар буйына атлығып килгән урында тора. Ана, Мало-Николаевка ауылы күренеп ята. Фронт һыҙығына бөтөнләй яҡын ҡалалар. Ошонда 1943 йылдың 23 февраль таңында ҡаты һуғыш булған. Бына-бына үҙебеҙҙекеләргә ҡушылабыҙ тип, йән атып килгән һыбайлылар йәнә фашист танкыларына ҡаршы баҫалар. Йәшәү йәки үлем! Әммә хурлыҡлы рәүештә пленға төшөү юҡ!
Ап-аҡ ялан ҡыҙыл ҡанға бата. Яраланған, ҡанһыраған һыбайлылар, дивизияның байрағын күкрәктәренә урап, Оло ергә аяҡ баҫа...
Көндәлектең һуңғы битендә Рәҡиптең атаһы бына нәмәләр тигән: «Иртәнге сәғәт биштәр тирәһендә Беренсе Юлино хуторы янындағы урмансыҡҡа туҡтаныҡ. Арыған, йонсоған халыҡ шунда уҡ йығылды. Бил тиңәлте көрт йырып килгән кешегә күп кәрәкме ни.
Еүешләнгән аяҡ-ҡулды шунда уҡ һалҡын бөрә башланы. Илбай менән йылынырға аҙапланып, ҡарҙан ҡыуыш әтмәләнек. Бер-беребеҙгә өндәшмәйбеҙ, мин эстән генә уйланам: иҫән-һау сығып булмаҫ микән ни? Юҡ, мин үлергә тейеш түгел. Теге йылдарҙа әле Ғәйнулланы теҙ сүктеррә алманылар, кулактар, тирмән бағанаһына бәйләп, сылбыр менән ярҙылар. Хәлдәре бөтөп, тәмәке тартырға туҡтағас: «Әйҙә, бер аҙ ҡояшҡа ҡарап ҡал», – тип кинәнеп көлдөләр. Ләкин коммунист Ғәйнулла, йөҙө ҡанға туҙһа ла, башын эймәне, ҡояш менән һаубуллашырға иртә ине әле. Халыҡ ҡотҡарҙы уны. Кулактарҙың үҙҙәрен бағанаға терәнеләр. Бына әле алда күҙе ҡанһыраған икенсе дошман, иң яуыздың яуызы фашист көтә, ҡул күтәрергә тырыша, кемде кем күтәртә бит әле, ҡарарбыҙ...»
Шуның менән көндәлек өҙөлә.
Рәҡиптең йөрәге ярһып типте. Һуңғы минуттарҙа ошо тирәлә түңәрәк оборонала ятҡандар булһа кәрәк? Бер нисә минутҡа ғына үҙен атаһы урынына ҡуйып ҡаранын. Бына уға ҡаршы танкылар ажғырып, фашистар ябырылып килә. Йөрәккә көс өҫтәгес әмерҙәр яңғырай: «Ныҡ торорға! Дошман алдында Урал улдары бер ваҡытта ла ҡалтырап ҡалмаған!»
Патрондар бөттө. Аҙаҡҡы гранатаны һоро ҡарышлауыҡҡа ырғытты. Ҡара төтөн күтәрелде. Шул кәрәк! Юҡ, тиҙ генә иҙә алмаҫһығыҙ, улар ҡаты тоҡомдан. Кинәт ер сайҡалды... Ҡанға батҡан ҡыҙыл таң әкренләп һүнде... Ташкисеү буйҙары буталды... Ҡатыны, балалары ҡулдарын һуҙҙы... Бөтәһе лә алыҫта, тауҙар аръяғында ҡалды...
Ысынлап та, ахырыһы, артыҡ тулҡынланыуҙан, Рәҡиптең күҙ алдары ҡараңғыланды. Ергә эйелде. Бәй, аяҡтары йәшел үлән баҫҡан ниндәйҙер соҡорға һалынды. Ҡурҡып китте. Окоп икән. Күпме йылдар үтте, һаман ишелмәгән. Хәйер, был имән ҡыуаҡтары ҡаплаған түбәгә кем тейһен. Тирә-яҡтағы баҫыуҙарҙы һөргәндә, тракторҙар урап үткән.
Рәҡип һикереп торҙо ла арыраҡ атланы, нимәгәлер эләгеп йығыла яҙҙы. Тутыҡҡан каска, имеш. Был ус яҫыһындай урын һалдат улы өсөн генә һаҡланғанмы ни! Бындағы һәр нәмә ҡәҙерле, изге тойолдо. Рәҡип имән япраҡтарына тиклем еҫкәп ҡараны.
Миңә лә иғтибар ит тигәндәй, баш осонда ғына ниндәйҙер ҡош тауыш бирҙе. Күккә баҡты: бөркөт ҡанаттарын йәйеп әйләнә. Әйтерһең, ул ошо донъяның матурлығын, ошо матурлыҡты һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙың тыныслығын ҡурсып, күҙәтә ине.
Бөркөт Рәҡипте туғандар ҡәберенә еткәнсе оҙатты, гүйә, ул үҙенең бурысын үтәне.
Бында генералдан алып ябай һалдатҡа тиклем – бөтә яу ҡорбандары күмелгән. Баш остарына бронзанан ҡойолған һәйкәл ҡуйылған: уң ҡулына венок, һул ҡулына автомат тотҡан һалдат башын эйгән. Һәр һыбайлы хөрмәтенә берәр төп ағас ултыртылған. Әйтерһең, үҫенте менән батыр һалдат бергә һулыш ала, гүйә, улар үлмәгәндәр, тереләр.
Рәҡип тәрән уйҙарға сумып торғанда, ағастар араһынан уға ҡаршы бер ҡарсыҡ атланы.
– Һорашмайым, улым, атайыңдың тупрағы тартып килтергәндер, – тине был. – Күрәм. Шулай ҙа ҡайһы яҡтарҙан?
– Башҡортостандан.
– Ә-ә-ә... ҡаты һуғыштар уҙғас, беҙ, кем аяғында баҫып тора ала, ярҙамға сыҡтыҡ. Алма кеүек егеттәр ерҙе ҡосоп ауғайны. Әйтерһең, улар ни барып арып ҡына баштарын терәгәйне... Һеҙ, батырҙарҙың туғандары, ғаиләләре, борсолмағыҙ, уларҙың ҡәберен беҙ тәрбиәләп, ҡарап торабыҙ. Беҙ бер нәмәне лә онотмайбыҙ. Былар – изге йәндәр, үлмәҫкә тыуған кешеләр.
Ил әсәһе Рәҡипкә туғандар ҡәберенән бер төп сәскә ҡаҙып, тамыры менән ҡуша алынған тупраҡты сепрәккә төрөп бирҙе.
– Атайыңдың төҫө итеп, илеңдә үҫтер, – тине ул, – был тупраҡҡа уның ҡаны тамаған, был сәскәнең тамыры ошо тупраҡта яралған. Инде яңғыҙыңды ғына ҡалдырам, атайыңа ғына әйтә торған һуңғы йөрәк һүҙең барҙыр. Һин бит шуның өсөн килгәнһеңдер илеңдән. Хуш, балам.
– Хуш, инәй...
Рәҡип бер аҙ өнһөҙ торҙо. Эйе, ил әсәһе әйтмешләй, ул бит алыҫ ерҙәрҙән атаһы менән һөйләшергә тип килде. Атаһы уның өсөн үлмәгән, гүйә, ул тыңлап ята.
– Һаумы, атай, – тине Рәҡип, бышылдап.
«Һаумы, улым, – тигән ҡәҙерле тауыш ишетелгәндәй булды, – әсәйең, туғандарың ни хәлдә?»
– Әсәйем һине көтә-көтә һарғайҙы, атай. Туғандарым? Гөлсинә менән Гөлбикә үлде. Гөлсөм иҫән, өс бала әсәһе хәҙер.
«Сабыйҙарым... Һөйлә, барыһын да һөйлә! Хәйер, йонсоғанһыңдыр, эскәмйәгә ултыр. Ана шулай...»
– Һин немецтарҙың тылына кереп киткәс, беҙ бик борсолдоҡ, атай. Хаттарың туҡтаны, иҫке хаттарыңды уҡып йыуандыҡ, иҫән-һау сығыуыңды теләнек. Барыһына ла түҙҙек, иң ауыры һинең үлемеңде ишетеү булды. Беҙҙең өсөн ҡояш батҡан, донъя бөткән кеүек тойолдо.
«Эй меҫкендәрем...»
– Ул көндө мин шахтаға нисек барып, нисек ҡайтҡанымды белмәйем. Ауыр ҡайғыларға сыҙай алмайынса: «Ааа-таай, ни-ңә беҙ-ҙе яңғыҙ ҡалдыр-ҙың?» – тип, стволға ҡапланып ятып, өҙгөләнеп ҡысҡырҙым. «Ни булды?» – тип штректәрҙән кешеләр сыҡты. Йәлләнеләр, арҡамдан һыйпанылар, егет ҡорона кергәнһең, ил иңенә төшкән ҡайғы бит, бер һин генә түгелһең, үҙеңде ҡулға ал.
«Эй сабыйғынам!.. Туҡта, шахта, тиһең? Ниңә унда барҙың?»
– Икмәк артынан, атай.
«Ниҙәр генә күрмәгәнһегеҙ...»
– Илағандан тормош үҙгәрмәй, тинеләр. Кешенең бәғере ҡатһа ҡата икән, тештәремде ҡыҫып, көнбайышҡа төбәлдем, әгәр мөмкин булһа, Гитлерҙың ауыҙына тығыр инем күмерҙе, тонсоҡторор инем ҡәбәхәтте. Ҙур-ҙур киҫәктәрҙе (гүйә, вгаонетка минең хас дошманға әйләнде), мә, мә, мә, тип шаҡ та шоҡ килтереп ырғыттым, донъяһын аҡтарыр хәлгә еттем. Шахтанан сыҡҡанда аяғыма көскә баҫып торҙом. Ташкисеүгә Ләбибә етәкләп алып төштө. Эйе, 1943 йылдың яҙы ине, ҡарҙар ирей, ҡара ҡарғалар оя ҡора, Ҡурғы шаулай башлағайны. Ошондай ваҡытта ғына Ташкисеүгә ҡайтыр һымаҡ инең. Их, тип өҙгөләндем, күҙҙәремде генә түгел, Шайтан һары менән Һанай һарыны, Төйлән тауҙарын, бөтә ғаләмде йәш ҡапланы... Йыл тулғас, шахта менән араны өҙҙөм дә яңынан уҡырға төштөм. Йәйен тайҙар көттөм. Бына шул мәл Илбай ағай ҡайтты, һинең көндәлектәреңде тапшырҙы.
«Илбай иҫәнме ни? Шатмын. Тағы кемдәргә тыуған тупраҡты еҫкәргә яҙҙы?»
– Йөҙҙән ашыу кеше киткәйнегеҙ бит, кире ҡайтҡандарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
«Эйе, шуларҙың күбеһе Донбасс еренә һибелде. Көндәлектәр, тинең. Унда минең күп нәмәләр теркәлмәгән, улым, форсат етмәне. Ташкисеүҙә әле Илбайҙың кем икәнен белеп тә етмәйҙәрҙер. Рейдтан сыҡҡанда ла, һәр саҡтағыса, разведчиктар алдан күҙәтеп барҙылар. Имеш, шахтерҙар поселогында ҡырҡҡа яҡын дошман танкыһы ҡунырға туҡтаған. Арыған фашистар, бер нәмәгә шикләнмәйенсә, өйҙәргә таралып йоҡлағандар. Һыбайлылар, шул иҫәптән Илбай ҙа, иҫләмәҫтән генә поселокты баҫып алалар. Беҙ килеп кергәндә танкистарҙы күлдәк-ыштандан ғына урам уртаһына теҙеп ҡуйғайнылар. Сатлама һыуыҡта фрицтар ни эшләргә белмәйҙәр. Күрҙеңме тигәндәй, Илбай минең иңбашыма ҡулын һалды. Күп тә үтмәне, беҙҙе иҙергә ебәрелгән ҡарышлауыҡтар аллы-артлы шартланы. Герой ул Илбай».
– Тик уның үлеме фажиғәле булды, атай.
«Нисек?»
– Һуғыштан ҡайтҡас, тағы ла аттар ҡарай башланы. Көтөүҙә бер уҫал бейәне тышауларға аҙапланғанда, теге Илбай ағайҙың иңбашынан – яра эҙенән умырып алған. Шунан ул терелә алманы, сырхап ҡына йөрөгән кешегә күп кәрәкме ни, һуғыштан бик бөтөрөнөп ҡайтҡайны. Докторға ла алып барып ҡараныҡ, дауалай алманылар, һөйәк сире, тинеләр. Ҡаҡ һөйәккә ҡалып үлде. Еңеү көнөн күрә алманы.
«Бик йәл, улым. Ниндәй кеше ине. Аяҡ аҫтынан ғына сыҡҡан бәлә харап иткән үҙен. Ә ул быға ғына бирешә торған ир инеме ни! Ни хәл итәһең...»
– 9 Майҙа мәктәп директоры Ғилметдин ағай Ҡудашев беҙҙең класҡа тыны бөтөп килеп керҙе:
– Балалар, һуғыш бөткән! – тине, ярһып.
– Ур-ра! Һуғыш бөткән! Ур-ра! – тип беҙ, шатлыҡтан ни эшләргә белмәй ҡысҡырышып, тышҡа атылдыҡ. Кепкаларҙы күкә сөйҙөк.
– Ур-ра! Һуғыш бөткән!
Кинәт һин иҫкә төштөң. Иптәштәремдән айырылып, ситкәрәк киттем. Күҙ йәштәремде күрһәтергә теләмәйенсә, зәңгәрләнеп ятҡан урмандарға төбәлдем...
Ғилметдин ағай мине күкрәгенә ҡыҫып йыуатты, баштарымдан һыйпаны.
– Әйҙә, мәктәп башына байраҡ ҡуй, – тине.
Ҡояшлы көн, зәңгәр күк, талғын ғына ел иҫә ине.
Ниһайәт, мәктәп башына менеп, байраҡты тағатып ебәрҙем. Әйтерһең, байраҡ түгел, ә бөтә тирә-яҡ тирбәлде. Халыҡ йыйылғандан-йыйылды. Ҡапыл миндә, ниндәйҙер, бығаса үҙем дә белмәгән, көслө тойғолар уянды. Үҫеп киткәндәй булдым. Гүйә, мин рейхстаг өҫтөндә тора инем.
Күп тә үтмәне, сафтарға теҙелеп, урамдарҙан атланыҡ. Беҙгә ҡарттар ҙа, ҡатындар ҙа, фронттан йәрәхәтләнеп ҡайтҡан ағайҙар ҙа ҡушылды. Шатлыҡтың иге-сиге юҡ ине.
Үҙебеҙҙең өй тапҡырына еткәс, ситән бағанаһын ҡосаҡлап илаған әсәйем янына ашыҡтым, ағара башлаған сәстәренән һыйпаным.
– Кеше шатлығы һиңә буламы ни, кер өйгә, – тине ул, иҙелгән яулығының осо менән күҙҙәрен һөртөп.
Әсәйем алдында, ғәйепле кеше һымаҡ, баҫып торҙом. Уны йәлләһәм дә, уйҙарым тегендә, сафтар менән бергә, елпенә ине.
Ахырҙа әсәйем түҙмәне, йыраҡлашып барған иптәштәрем яғына боролдо ла:
– Бар инде бар, айырылма, – тине.
«Бахырҡайымдың сәстәре бик йәшләй генә ағарған икән. Минән утыҙ ике йәшендә генә ҡалғайны бит. Тормошоң нисек һуң? Килен ниндәй кеше?»
– Ҡорбан ағайҙың ҡыҙы – Ләбибә. Айрат исемле ейәнең бар. Олатайым һымаҡ, кавалерист булам, ти.
«Уны әйтә белгәс, бик ярай. Хәмдиә ни хәлдә?»
– Күрше ауылда кейәүҙә, бер ҡарт менән йәшәй.
«Тимерхан ҡарт иҫәнме?»
– Мунсаһында үлде. Кем яҡһа ла, эҫеһен башлап йөрөй торғайны.
«Нәфселерәк кеше ине шул...»
«Колхоз ни эшләй һуң? Беҙҙең яҡта кем бригадир?»
– Зәйнетдин ағай олоғайҙы инде, хәҙер ялан ғына ҡарай, ҡаҙ, быҙау менән мәж килә. – Зәйнетдин хаҡында һүҙ сыҡҡас, атаһы шымып ҡалды.
– Атай, тыныс бул, әсәйем һалдат намыҫына тап төшөрмәне. Һин төҙөп киткән колхоз хәҙер ун ауылда берләштерә. Өйҙәрҙә – электр уттары, баҫыуҙарҙа – ҡеүәтле тракторҙар, юлдарҙа – көслө автомашиналар. Аттар хәҙер тауҙарҙан ҡайтмай, ҡымыҙ яһар өсөн генә тиерлек аҫырала.
«Ерәнсәйҙең нәҫеле бармы һуң?»
– Бар, Орлик исемле бик матур айғыр. Ҡайһы саҡта Аралытауҙан кешнәп ебәрә, йөрәктәрҙе тетрәтә. Һуғыш йылдары, әүәлге ауыл иҫкә төшә. Бына шулай йәшәйбеҙ, атай, һеҙҙе уйламаған көн юҡ.
«Атай менән әсәй берәү генә донъяла. Онотмағыҙ, йышыраҡ килегеҙ. Ана, һеҙгә ниндәй балҡып торған донъя ҡалдырҙыҡ. Ҡәҙерен белегеҙ. Имен йәшәгеҙ. Һау бул, улым!..»
– Һау бул, атай!..
Рәҡип, иҫтәлеккә тип, үләндәр шәлкемен алды, ағас япраҡтарын өҙҙө, ваҡ ҡына таштарға тиклем йыйҙы. Йөрәк түрендә ятҡан бәләкәй генә Украина ҡалҡыулығының төҫөн, йәмен үҙе менән алып киткеһе килде.
XIII
Ят сәскә үҫте, башҡорт ерен үҙ итте, тамырҙары нығыны, күҙҙең яуын алып ултырҙы.
Ямғырҙар яуып торһа ла, Гөлбаныу ҡарсыҡ баҡсанан сыға белмәне, үҙ алдына һөйләнеп-һөйләнде.
– Өҙлөгөп ҡуйма, – тине, ҡурсып. Әйтерһең, уның Ғәйнуллаһы, терелеп, аяғына баҫты, ситәнгә таянып, тирә-йүнгә уҡталды, тыуған төйәгенә ҡарап туя алманы.
1977 йыл.