Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Сентябрь 2023, 10:20

Ҡиблалар буталғанда Повесть (1) Факил МЫРҘАҠАЕВ

«Бисә-сәсәнең бар белгәне — сепрәк тә сапраҡ. Һы, алыпһатар... Йөкмәнеп йөрөй торғас, сауҙагәргә лә әйләндереп ҡуйҙылар. — Ильяс көлөмһөрәне, тәмәке эҙләп, ҡулын кеҫәһенә тыҡты ла кире алды. — Сумаҙандарҙы күсереп ҡуйғас. Машина килеп сыҡһа, минең мыштырлағанды көтмәҫ».

Ҡиблалар буталғанда       Повесть  (1)  Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (1) Факил МЫРҘАҠАЕВ

 

Бөгөнгө тормош сәхифәләре

 

Повесть

 

Әҫәрҙә барған ваҡиғаларҙа кемдәрҙер

 үҙҙәрен йәки таныштарын төҫмөрләһә —

был осраҡлы тап килеү генә.

Тасуирланған образдарҙың бөтәһе лә —

 дөйөмләштерелгән әҙәби геройҙар.

 

Беренсе сәхифә

Һабан ғына һөргән, ай, ерҙәрем...

 

Йәйге ямғырҙың ғүмере ҡыҫҡа: бер тына умырып яуҙы ла тынды. Яңынан ҡояш сыҡты, бар донъя нурға сырмалды. Талғын ел Дим туғайҙарындағы ҡыуаҡлыҡтарҙың, өйәңкеләрҙең япраҡтарынан, яңы баш ҡалҡытҡан ашлыҡ ҡыяҡтарынан көмөш тамсыларҙы ергә ҡойҙо. Һауа тағы ла сафланып, тын алыуҙары еңеләйеп китте. Асфальт юл да, егәрле килендәрҙең әле генә йыуып алған иҙәне һымаҡ, май ҡояшының йомарт нурҙары аҫтында боҫ бөркөп ялтырап ята. Ял көнө булғанғалыр, хәрәкәт юҡ тиерлек. Юлға йыйылған ямғыр һыуын тирә-яҡҡа сәсрәтеп, онотҡанда бер елдереп еңел машина уҙа.

Автобус үтергә ваҡыт етеп килһә лә, юл сатындағы ел-ямғырҙан ышыҡланыу өсөн тимер-бетондан әтмәләп ҡуйылған будка буш. Ҡайтаһылар кистән ҡайтып бөткәндер, район үҙәгенә барыуҙан фәтүә юҡ, учреждениелар ял итә. Иртәгә, өйләнән һуң, бында кеше ҡайнап торасаҡ. Һимеҙ-һимеҙ сумкалар йөкмәгән, бала-сағаларын етәкләгән ҡатын-ҡыҙ, фырт кейенгән йәш-елкенсәк, ҡыҙмаса ир-ат тимер юл вокзалына барырға тилмереп автобус көтәсәк. Ныҡып тултырылған автобус сәләм дә бирмәй үтеп киткәс, улар бер төптән донъяны ҡарғаясаҡ, ҡабат үлһәм дә ҡайтасағым юҡ, тип ант эсәсәк, үткән бер машинаға ҡул күтәреп хәлдән таясаҡ...

Туҡталышта юл буйындағы үләндәрҙе семсенеп кенә һәрмәүсе һәлкәү быҙауҙан башҡа бер йән эйәһе лә күренмәй. Ул да бында йәм тапманы, күрәһең, яҡынлашып килгән автобусҡа башын күтәреп ҡарап алды ла, ҡойороғон сәнсеп, ситкә тайпылды. Автобустан төшөүселәр күп түгел ине: ике ҡыҙ, бер бабай. Иң һуңынан джинсы салбар, куртка кейгән ҡырҡ биш йәштәр тирәһендәге мыйыҡлы ир-ат сыҡты. Ул ишеккә һонолоп ергә ҙур-ҙур сумаҙандар төшөрҙө. Автобустағы ҡатын-ҡыҙҙар тел сарланы:

— Бер үҙенә көс еткеһеҙ өс сумаҙан, әйкәйем! Ҡайҙа китеп бара икән?

— Кавказ яғынан килгән берәй алыпһатарҙыр, ҡиәфәте шул яҡ халҡына оҡшаған. Донъяны баҫып алдылар, ҡайҙа ҡарама — шулар!

— Нимәләре булды икән? Их, төшөп ҡалмаҫ элек һорарға баш етмәгән.

«Бисә-сәсәнең бар белгәне — сепрәк тә сапраҡ. Һы, алыпһатар... Йөкмәнеп йөрөй торғас, сауҙагәргә лә әйләндереп ҡуйҙылар. — Ильяс көлөмһөрәне, тәмәке эҙләп, ҡулын кеҫәһенә тыҡты ла кире алды. — Сумаҙандарҙы күсереп ҡуйғас. Машина килеп сыҡһа, минең мыштырлағанды көтмәҫ».

Ҡыҙҙар тотҡарланманы. Бер-береһенә ҡарашып, шарҡ-шорҡ көлөштөләр ҙә, машина-маҙар күренмәгәс, йәйәү киттеләр. Ильястың юл аша сумаҙандар сығарыуын күҙәткән бабай, теге эшен теүәлләгәс, һорау бирҙе:

— Ҡайҙан ҡайтып киләһең?

— Алыҫтан. — Ильяс тәмәке ҡабыҙҙы, һүҙҙе оҙайтырға теләмәне. Белеп тора: ауыҙыңды ғына ас, төпсөнөргә тотонасаҡ. Ҡайҙа, кемгә ҡайтаһың? Ата-әсәң кем?

Бабай Ильястың илтифатһыҙлығына иғтибар итмәне, һөйләнеүен белде:

— Ахыр заман тигәндәре ошолор инде, бензинына ҡәҙәр ҡороно. Әҙәм ыстырамы, сәсеү осоронда колхоздар яғыулыҡһыҙ ултырҙы. Ғүмерем буйы тракторҙан төшмәнем, бындай хәлде хәтерләмәйем. Автобустарҙы туҡтатып бөттөләр — бензин етмәй. Элек машиналар ҙа күп түгел ине, шулай ҙа юлға сыҡһаҡ бер ҡайғыһыҙ йөрөп ҡайта торғайныҡ. Хәҙер халыҡ бар машинаһын йөрөтә алмай, ашығыс йомошо төшмәһә, юлға сыҡмай... Бараһы ереңә нисек барып етерһең икән, йөгөң бигерәк ауыр. Алла ярҙамынан ташламаһын. Бында тороуҙан фәтүә  сыҡмаҫ, мин атлай торам, юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы. Әкренләп ҡайтып етермен әле. Машина килеп сыҡһа, ҡыуып еткәс, мине лә алырһың.

Һөйләнде-һөйләнде лә ҡарт, китеп барҙы. Ильяс уны йәлләне, дорфа өндәшеүенә үкенә биреп тә ҡуйҙы: «Ярай, мин БАМ-дан ҡайтып киләм, был бабай ҡайҙан килә икән?.. Вәт, йүләр! Мин ҡыҙыма ҡунаҡҡа китеп барам, был халыҡ ҡайҙа бара икән, тип аптыраған әбей һымаҡ һөйләп ҡуйҙым үҙем дә. Башына нужа төшкәндер, тик торғандан юлға сыҡмаҫ ине».

Юл саты. Тыуған ауылы Ҡорманайға ҡайтырға, тимер юл станцияһына барырға үткенсе машина көтөп күп торғаны булды Ильястың бында. Йәйен дә, ҡышын да... Ямғырҙа ла, буранда ла... Яңғыҙы ла, ғаиләһе менән дә... Хоҙай ҡәһәре төшкән ниндәй зәхмәтле урындыр, ошонда килеп еттеңме, ни тегеләй, ни былай китә алмай яфа сигәһең.

Һаман бер нәмә лә килеп сыҡмай. Оло юлдан үтеүен үткеләйҙәр, әммә береһе лә боролмай был яҡҡа. Һерәйеп тағы күпме торор? Ҡайтып етеүен етһә, бындай яфаларҙан ҡотоласаҡ, ауылда «Жигули»йы көтә. Теләһәң ҡайҙа сығып кит, руль үҙ ҡулында, кешегә инәләһе, машина көтөп интегәһе түгел.

Ярты ғүмере сит тарафтарҙа уҙһа ла, атайсалын һис ҡасан да онотманы Ильяс. Төштәргә инеп йөҙәткән йәмле Дим буйҙарын, үҙе ҡасандыр иген иккән ҡырҙарҙы, селтерәп аҡҡан шишмәләрҙе нисек онотаһың! Ата-бабалар белмәй йырламағандыр:

 

                     Һабан ғына һөргән, ай, ерҙәрем,

                     Бесән генә сапҡан ерҙәрем.

                     Иртән уйҙарымда, кис төшөмдә

                     Тыуған үҫкән генә илдәрем.

 

Ара алыҫлығына, юл сығымдарына ҡарап торманы, әйләнгән һайын ҡайтып йөрөнө. Был юлы бөтөнләйгә ҡайтып килеше. Ҡорманайҙа ғүмергә төпләнергә тигән изге ниәт менән. Яңғыҙы юлға сыҡты, ҡатыны Гөлназ менән улы Ринатты көтөргә түҙемлеге етмәне. Улының мәктәп менән араһын өҙәһе бар, туғыҙынсы класс өсөн имтихандар тапшыра. Эштәре бөтөү менән, улар ҙа поезға ултырасаҡ. Ҡыҙы Рита үҙҙәре менән түгел хәҙер. Былтыр, урта мәктәпте бөткәс, Өфөлә институтҡа имтихан тотоп ҡарағайны ла, белеме етеңкерәмәне, уҡырға алманылар. Йәрингә ата-әсәләре күсенеп ҡайтырға булғас, ҡабат БАМ-ға барғыһы килмәне, Өфөлә ҡалды. Әле училищела уҡып йөрөй. Хаты килеп тора. Һағынған, тиҙерәк ҡайтығыҙ, тип яҙа. Һуңғы хатында ҡурҡытҡан: «Ҡайтмаһағыҙ, кейәүгә сығам». Танауына еҫ тә индеме икән ни? Хәйер, ул йәштә үҙе лә беренсе әтәстәр ҡысҡырғансы ҡыҙҙар менән ҡапҡа төбөндә таң аттырыр ине. Ҡыҙы әле ҡайҙа икән? Өфөләме, өләсәләрендәме? Һағындырған балаҡай.

Былтыр Ильяс, башҡа йылдарҙағы кеүек, ялын бушҡа уҙғарманы. Ҡатыны ҡыҙы менән Өфөлә йөрөгән арала атаһының ихатаһына йорт килтереп ауҙарҙы. Хәҙер БАМ-ды ташлап китеүселәр күп. Уларҙан ҡалған йыйылма щит йорттарҙың береһен вагонға тейәп оҙатҡайны. Станциянан шуны ташытып алды. Беләктә — көс, йөрәктә дәрт-дарман ташҡанда уға ла йорт һалып инеү фарыздыр. Кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, бала үҫтерергә, өй һалырға тейеш, тигән матур ҡанун-ҡағиҙә бар. Ул яҡлап ҡараһаң, балалары үҫеп бөтөп килә, ултыртҡан ағасының иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел, өй һалаһы ғына ҡалған икән дә.

Ильястың теләген туғандары, ауылдаштары хупланы: «Ниәтең изге. Сит ерҙә нисек кенә яҡшы булмаһын, үҙ төйәгеңә ҡайтып нигеҙ ҡороуға етмәй инде ул». Кешенең төрлөһө бар, мыҫҡыл итеүселәр ҙә табылды: «Аҡсаны хәҙер БАМ-да ла һанап ҡына бирәләрме әллә?»

Егерменсе быуаттың бөйөк төҙөлөшө Байкал — Амур магистрален һалыуҙа ҡатнашыуы менән үҙен бәхетле һанай Ильяс. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Тымыҡ океанға суйын юл үткәреү идеяһы үткән быуат аҙағында уҡ тыуған. Ләкин ул осорҙа был мөһабәт проектты бойомға ашырырға илдең ҡулынан килмәй. 1945 йылда был ниәтте йәнә күтәреп сығалар, әммә яңы ғына һуғыштан ҡотолған илдең хәле юҡ. Өсөнсө ынтылыш ҡына уңыш килтерә. Етмешенсе йылдар башында магистраль төҙөлә башлай. Был хаҡта һүҙ сыҡһа, Ильяс шаяртырға ярата: «Мин тыуғанды ғына көткәндәр». Ул шуныһын аңлап етмәй: тотош ил менән һалған ошо магистралдең файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк, имеш. Уны тулы ҡеүәтенә файҙаланыу миллиардтарса һум зыян килтерә, имеш. Шуны яҙа-йоҙа ишетеп ҡалған ауылдаштары ауыҙ һыуын ҡорота. Ундайҙарға Ильястың яуабы әҙер: «Ҡулығыҙҙан килһә, һеҙ ҙә илдең иңен-буйын иңләгеҙ».

Тыуған ауылын, ата-әсәһен, туғандарын ҡалдырып күтәрә һуғып сығып китеүенә яңы ғына кеүек. Ғүмерҙең шул тиклем уҙыуына иҫең китер, егерме йылға яҡын ваҡыт үтеп тә киткән. Эшләп йөрөйһөңмө, юҡты бушҡа ауҙараһыңмы, ваҡыттың һиндә ҡайғыһы юҡ, уның үҙ эше: секундтарҙы — минутҡа, минуттарҙы — сәғәткә, сәғәттәрҙе — тәүлеккә, тәүлектәрҙе — айға, айҙарҙы йылға ялғай.

Етер, сит ерҙәрҙе күп тапаны. Үкенескә ҡалманы. Ҡайҙа ла бер тормош: билеңде бөкмәһәң, күкрәк көсөңдө түкмәһәң, алдыңа килтереп һалмайҙар. Баш һау саҡта китеп ҡотолғаның яҡшы. Донъя хәлен белеп булмай, ҡырҡҡа түкмәсеүе бар. Үлеп-нитеп ҡалһаң, тфү-тфү, Хоҙай күрһәтмәһен, ҡәбереңә аяҡ баҫыу түгел, уның ҡайҙа икәнлеген дә белеүсе булмаҫ. Бергә эшләгән бер иптәше аварияға осрап үлгәс, туғандары килеп тә ураманы, бригадалары менән ерләнеләр. Ҡатыны, иренең ҡәбере һыуыныр-һыуынмаҫтан, тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Хәҙер ул ҡәберҙең кемгә кәрәге бар?

Илдә лә тәртип бөттө. СССР тарҡалғас, яр аҫтынан яу сыҡты. Балтик буйында, Төрөкмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек республикаларҙа көн иткән сит милләт кешеләре яҙмыш ҡосағында ҡалды. Ҡоштоң үҙ ояһы, кешенең үҙ донъяһы ҡәҙерле. Улар, ғүмер иткән ояларын вайран итеп, ҡайҙан килһәләр, шунда китергә мәжбүр. Китмәҫтәр ине, аҙым һайын эҙәрлекләйҙәр. Эт типкеһендә күпме йәшәргә мөмкин? Һөҙөмтәлә илде ҡасаҡтар, мәжбүри күскенселәр баҫып алды. Дөрөҫ, БАМ-да, ҡырҡ ата балаһы йыйылған ер булһа ла, ундай ҡурҡыныс янамай. Артабан да донъялар имен торормо? Әйтеүе ҡыйын. Чечендар ҙа, берҙән-бер көндө Мәскәү үҙҙәренә ҡаршы һуғыш асыр, тип уйламағандарҙыр. Майҙарына сыҙаша алмаған түрәләрҙең уйламай эш итеүе арҡаһында ике яҡтан да күпме халыҡ ҡырыла, күпме халыҡ ғәрипләнә. Улдары Чечняла йөрөгән ата-әсәләргә Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Ильястың да күңеле тыныс түгел: ҡәйнеше Һөйөндөк, ҡатынының апаһы Заһиҙәнең улы, ут эсендә. Ҡәйенбикәһенең йөрәге еп кеүек өҙөләлер инде. Имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын тыуған яҡтарына.

Сит-ят тупраҡтарҙы тапағанда Ильяс үҙенә асыш яһаны: туған теленең ҡәҙерен, йәнгә яҡын йыр-моңдарының гүзәллеген бөтә асылында, бөтә тәрәнлегендә аңланы. Отпускыға ҡайтҡан һайын, Өфөгә барып, яңы йырҙар яҙылған кассеталар һатып алды. Тыуған яҡтарын ерһәгәндә ана шул йырҙарҙы тыңлап күңелен бүҫкәртте. Балалары атаһының был ғәҙәтен оҡшатмай: «Бер үк йырҙарҙы тыңлап нисек ялыҡмайһың ул?» «Минең йәшкә еткәс аңларһығыҙ әле», — ти күңеле нескәргән ата. БАМ-да нисәмә йыл йәшәп, телевизорҙан үҙ телендә берҙән-бер спектакль ҡараны. Мәскәү телевидениеһы «Ҡыҙыл паша»ны күрһәтте. Спектаклде урыҫсаға тәржемә итеүҙәрен генә оҡшатып еткермәне Ильяс. Дикторҙың тауышы артистарҙың башҡортса һөйләгәнен баҫа ла китә. Фидан Ғафаров башҡарған йырҙы иһә магнитофонға яҙҙырып алып, ҡат-ҡат тыңланылар. Инде яҙмышын тыуған ер менән бәйләне, йәй артистар гастролгә йыш йөрөй торған, килһәләр, спектаклен дә, концертын да ҡалдырмаҫ. Ауылға ҡайтып етә алмауы ғына эсен бошора.

Төш етте. Бәйҙәге эт һымаҡ, Ильяс һаман юл сатын һағалай. Бер ултырып, бер баҫып тора-тора ла ялҡып бөттө. Бик ҡыҫталғас, ҡыуаҡтар араһына ингәйне, сығып килгәндә ауыл яғына ике еңел  машина боролдо. Ҡулын болғап, ҡысҡырып та ҡараны, иғтибар ҙа итмәй үттеләр ҙә киттеләр. «Волга»ла — үҙҙәренең колхоз рәйесе Айҙар, «Тойота»лағыһын таныманы, сит кеше. Саҡ ҡына сабыр итмәне, Айҙар һис шикһеҙ алыр ине, күрмәй үтеп киткәндер.

Эйәртенешеп ни эшләп йөрөйҙәр икән былар ял көндө? Колхоз йомошо артынанмы, әллә үҙҙәренеке менәнме? Моғайын, үҙҙәренеке менәндер. Ауылға йыш ҡайтып торғас, колхоз хәлдәрен күрә-ишетә йөрөй: ауылдаштары Айҙарҙан ҡәнәғәт түгел. Һуңғы йылдарҙа рәйесебеҙ, алмаштырып ҡуйҙылармы ни, ныҡ үҙгәрҙе, колхозға ҡул һелтәне, үҙен нығыраҡ ҡайғырта, тиҙәр.

Ҡайтыу менән уны ла күрәһе булыр. Баш-күҙ алғас та эшкә урынлашыу яғын ҡарарға кәрәк. Комбайнға ултырмаҫ, трактор һорар. Баҫыуға бер сығып киттеңме, ҡара көҙһөҙ бушатмайҙар. Үҙ башынан үткәргәс белә: ураҡ осоронда өйгә ҡунырға ғына ҡайтып йөрөйһөң. Айҙар йүнлерәк трактор бирһә, колхозға ла эшләр, эш араһында өйө менән дә булашыр. Техника үҙ ҡулында булһа, ағас-таш килтерер өсөн дә кешегә инәлмәҫ.

Ильяс, курткаһын һалып, сумаҙандарының береһенә сүгәләне. Тәмәке ҡабыҙҙы. Уныһы ла еләтте, әсе төтөн һура-һура ауыҙы тәмһеҙләнде. Һыуһаны. Иртәнсәк вокзалда бер шешә газлы һыу алып эскәйне, шунан һуң тәғәм ризыҡ ҡапмаған. Юлға ла алаһы ҡалған, көнө буйы ошонда торормон, тип кем уйлаған.

Юлда һөт машинаһы күренде. Ильяс һикереп торҙо. Былай боролормо, әллә үтеп китерме? Боролдо! Ул юл уртаһына уҡ сығып баҫты. Айҙарҙан ауыҙ асып ҡалды, быныһын нисек тә туҡтатыу кәрәк.

Машина, Ильяс янына килеп етер-етмәҫтән, юл ситенә сыға биреп туҡтаны. Үҙҙәренең колхозыныҡы, май заводына һөт илтеп ҡайтып барышы. Кабинаһы буш түгел хәйерһеҙҙең, береһенән-береһе йыуаныраҡ ике ҡатын менеп ҡунаҡлаған. Сумаҙандарын һалып ебәрһә, үҙе йәйәү ҙә атлар. Шофер, йәш кенә егет, ах, инәһеҙ, танымаған булып аптыратты, көйләп-сөйләп ярты төрткәс кенә ипкә килде.

Һөт машинаһы ҡуҙғалып киткәс, Ильяс, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, иркен һуланы. Хәҙер атларға ла була. Ул курткаһын яурынына һалды ла аҙымдарын йышайтты.

Автор:
Читайте нас: