Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Сентябрь 2023, 08:30

Көҙгө балҡыш Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Китер ҡоштоң сырҡ-сырыҡлап Үҙәктәрҙе өҙгәне...

Көҙгө балҡыш      Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНАКөҙгө балҡыш      Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Көҙгө балҡыш Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Тирә-йүндә – көҙгө балҡыш,
Һары-бурҙат төҫтәре.
Ҡамыл төптәре тырпайған –
Буш баҫыуҙың өҫтәре.
Тирә-йүндә көҙ сарпыуы –
Алтын яғылта урман.
Иртән Иҙел өҫтәрендә
Аҡ бүҙҙәй генә томан.
Тирә-йүндә көҙгө нағыш –
Һәр миҙгелдең үҙ йәме.
Китер ҡоштоң сырҡ-сырыҡлап
Үҙәктәрҙе өҙгәне...

Көҙгө балҡыш      Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Көҙгө балҡыш      Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Көҙгө балҡыш      Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Көҙгө балҡыш Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Автор:
Читайте нас