Шоңҡар
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Сентябрь 2023, 13:05

Үс Хикәйә Сәлих ВАҺАПОВ

Кешенең генә түгел, хайуандың да хыянатты ғәфү итә алмауын Әсҡәт әллә төшөндө, әллә юҡ.  

Үс    Хикәйә  Сәлих ВАҺАПОВ
Үс Хикәйә Сәлих ВАҺАПОВ

 

 

     Һунарға сығыу – Файыҡтың күптәнге хыялы. Тик ҡырҡмаһа ҡырҡ сәбәп тотҡарла ҙа ҡуя. Мылтыҡтары майлап, матурлап уралған килеш өй түбәһендә ята бирҙе. Бала-сағаның ҡулы етмәҫлек, кеше күҙе күрмәҫлек итеп элеп ҡуйғайны атаһы.

     Эйе, ауырып һунарға йөрөй алмай башлағас:”Ваҡытың булғанда, һунарға йөрөрһең. Минең төҫ итеп тот мылтыҡты, улым”,- тигәйне атаһы.

     - Файыҡ ҡустым, атайыңдың мылтығы бар ине түгелме? Айыу теңкәгә тейә бит, - тине бер көндө Әсҡәт, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң. Кисә, ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән, көтөүҙәрен айыу баҫҡан икән. Көтөүселәрҙең күҙ алдында бер һыйырҙы һуҡҡан. Аптырағас, тегеләр айыуҙы таяҡ менән һалмауырлап ҡараған. Һыйырҙар үкерешеп ҡасып бөткән. Айыу иһә теге һыйырҙы һөйрәп, үҙәккә төшөп киткән. Бер аҙҙан артынан юллап барһалар, еленен, түш майын ашап киткән, ти.

     - Айыу итте еҫләндереп ашай, тип һөйләй торғайны олатайым. Табышына тағы киләсәк. Ул суҡынғанды, ҡарауыллып ятып  ҡына атып алырға кәрәк. Барыбер тынғы бирмәҫ. Ҡустым, һин ағайыңды, ҡурҡаҡ икән, тип  уйлама. Ҡоралһыҙ, айыу тиклем айыуға нисек бармаҡ кәрәк, - тип тә өҫтәне ул.

     - Атырға ярамай бит, ағай, - тине Файыҡ. – Закон ҡаты бит хәҙер.

     - Закон тиген, ә. – Әсҡәт ниҙер уйлап алды. – Ҡустым, беҙ бер кемгә лә һиҙҙермәйбеҙ.  Бүре лә туҡ, һарыҡ та теүәл. Тәүәккәлләйек. Мин Барый ҡоҙаның ҡушкөбәген алам. Башына етәйек шул мәлғүндең .

     - Егер һиҙеп ҡалһа…- Файыҡ икеләнде.

     - Айыу ите, ҡустым, врачтар әйтешләй, - дауа. Барабыҙ и все. Өҙә генә әйт тә ҡуй.

     Файыҡ атаһы менән элек айыу-бүрегә барғыланы былай. Атаһы әүәҫ һунарсы ине. Ваҡыты булдымы, әйҙә, аяҡты яҙып киләйек, тип Аҡтырнағын эйәртеп, урманға сығыр ҙа китер ине. Ләкин атаһын ерләгәндән  һуң, һунарға сыҡҡаны булманы Файыҡтың. Ана барам, бына барам тип, көн артынан көн үтте. Ҡара һин уны, ике йылда булып бара түгелме?

     Файыҡ мылтыҡты алып төштө лә майҙан таҙартты. Патронташҡа патрон тыҡты.

     Ике көндән һуң Әсҡәт менән Файыҡ урманға юлланды. Уларҙың уйынса, айыу һыйыр емтегенә ҡараңғы төшөү менән килеп етергә тейеш ине.

     Ҡабаланмай ғына атлайҙар. Файыҡ Ҡашҡарын эйәртмәне. Абалап сығып, айыуҙы ҡурҡытып ебәреүе бар ине. Ҡашҡар – Аҡтырнаҡтың көсөгө. Аҡтырнаҡ һунарҙа атаһының айырылғыһыҙ юлдашы була торғайны. Ҡашҡар ҙа сос булып үҫте. Тик Файыҡ уны бәйҙә генә тота шул.

     Үлгән һыйыр янына килеп еттеләр. Ағас башына менеп ҡарауылларға булдылар. Ҡараңғылыҡ ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Һәр тауышҡа ҡолаҡ һалды Файыҡ. Әсҡәт эргәләге имән башында ултыра. Ул да мылтығын атырға әҙерләгән дә күҙен  аҫҡа төбәгән.

     Ярты төн ауышҡас , ағас араһынан бер шәүлә күренде. Ҙур- башмаҡтай бар.

     Һыйыр янына килеп етте тигәндә, Әсҡәт атып ебәрҙе. Уның артынан Файыҡ та тәтегә баҫты. Айыу ҡапыл ситкә һикерҙе.

     Айыу һикергән яҡҡа тағы берәр тапҡыр аттылар. Тейҙеме-юҡмы, береһе лә әйтә алмай, ләкин беренсе пулялары тейеүе ихтимал ине.

     Файыҡ өҫтән айыуҙы бик ентекләп ҡараны- тик күрә алманы.

     - Үлдеме икән, ҡустым? Ай- һай яман һикерҙе.

     Шылт иткән тауыш та юҡ. Айыу үлдеме, әллә ҡастымы – билдәһеҙ. Файыҡ яйлап ҡына ағас башынан төшә башланы.

     - Мин төшәм, ағай,. – тине Файыҡ. – Һөжүм итә ҡалһа, ат та йыҡ.

     - Көтә бирәйек, ҡустым. Бәлки , ҡасмағандыр, бер ни күренмәй бит.

     Файыҡтың бында таң аттырырға иҫәбе юҡ ине.

     Төштө лә тирә-яҡҡа ҡолаҡ  һалды. Хафаланырлыҡ ул-был һиҙелмәй.

     - Төш, ағай. Бөгөн эҙләп бер нәмә лә сығара алмабыҙ. Әйҙә, ҡайттыҡ.

     Иртәгәһенә ҡояш менән бергә ҡуҙғалдылар. Файыҡ Ҡашҡарҙы ла эйәртте. Нисек кенә булһа ла айыуҙы атырға кәрәк. Яраланған айыуһың хәтәр булыуын кем белмәй. Кешеләр яралы айыуҙы күреп, кем атыуын һиҙеүҙәре  лә бар. Кем атҡан- шул. Ҡайҙа рөхсәтегеҙ?

     Йәйләүгә һуғылып китергә булдылар. Йәйләүҙә һауын башланғайны. Һауыу аппараты тигеҙ генә геүләй.

     - Әсҡәт ағай, бөгөн тағы баҫты бит, - тине көтөүсе егет, һаулыҡ һорашҡас. – Тыу һыйырҙы һуҡҡан,ләкин ҡурҡыныс түгел. Ҡыуышты туҙҙырып киткән тайыш аяҡ. Нимәгәлер асыуланған.

     Файыҡ менән Әсҡәт бер-береһенә ҡарашып алды, ләкин өндәшмәнеләр. Былай килеп сығыр тип улар уйлап та ҡарамағайны. Тимәк, айыу яралы…

     Атын саптырып икенсе көтөүсе килеп етте. Оҙаҡ ҡына сапҡан булһа кәрәк, аты көскә тын ала.

     - Ҡарағайлы үҙәккә тиклем юлынан барҙым. Шунда эҙен юғалттым. Атлай биргән дә ултырған, атлай биргән дә ултырған.

     Урманды көнө буйы ҡыҙырһалар ҙа, айыуҙы таба алманылар. Әйтерһең, һыуға төшөп  юҡ булды. Яралы йыртҡыс тураһындағы хәбәр тирә-яҡҡа таралды. Бала-саға, бисә-сәсә урман-ҡырҙарға яңғыҙ йөрөмәҫ булды.

     Шомло хәбәр район үҙәгенә лә барып еткән: биш кешенән торған торған команда килеп төштө. Улар айыуҙы кем атыуын асыҡларға тырышты, ләкин бушҡа ғына.

     Ул да булманы, күрше ауылдың көтөүен айыу баҫҡан тигән хәбәр таралды.  Бер үк айыуҙың эше ине булһа кәрәк был.

     Егерҙәр өс көн буйы урманды айҡаны, ләкин айыуҙың эҙенә төшә алманы. Әсҡәт менән Файыҡ та буш ваҡыттарында, ярҙам итәбеҙ тигән булып, айыуҙы эҙләште.

     Бер көндө айыу Файыҡтың ҡураһына төшөп , малын баҫты.

     Әсҡәт ҡурҡыуға төштө. “Донъяны ҡоротасаҡ бит былай булғас. Бөгөн – Файыҡтың малын… Иртәгә минекен ҡырып бөтөүен көт тә тор. Үс ала, яуыз. Ҡотолоп ҡына буламы… Файыҡ менән икебеҙҙе эҙләй… Файыҡты ниңә ҡоторторға инде? Кәбәк баш, - тип әрләне ул үҙен. - Ҡартайғансы аҡыл инмәне шул инде”.

     Егерҙар башлығы Иван Иваныч менән ветврач Файыҡтың ҡураһын килеп ҡараны.

      - Айыуҙың эше, - тине эшлекле ҡиәфәт менән Иван Иваныч. – Яралы, шуға ярһыу.

     - Кешеләргә лә һөжүм итеүе мөмкинме? – тип һораны Әсҡәт.

     - Ундай хәлдең булғаны  бар, - тине Иван Иваныч. – Беҙ уны ситтән эҙләйбеҙ, ул ауыл тирәһендә булырға тейеш.

     Ауыл хаҡы менән ауыл тирәһендәге әрәмәлектәрҙе, урманды һөҙөп сығыу ҙа һөҙөмтә бирмәне.

     Әсҡәттең былай ҙа ҡара йөҙө тағы ла ҡара янып китте. Күҙе эскә батты, ябыға төштө. Күрше ауылға барып,  бер эт алып ҡайтты. Алып ҡайтты ла ҡураһына бәйләп ҡуйҙы: хәҙер килеп ҡараһын теге мөртәт.

     Бер көндө Файыҡ менән Әсҡәт тағы урманға юлланды. Файыҡ Ҡашҡарын да эйәртте.

     Егерҙар хәҙер, ауылға ҡайтмай, урманда ҡунып йөрөйҙәр ине. Файыҡтар егерҙар ҡыуышына һуғылырға булды. Ҡыуышҡа етәрәк тәрән, ҡуйы урман менән ҡапланған үҙәккә килеп сыҡтылар.

     - Ағай. Мин үҙәккә төшәм, ә һин һырттан бар, - тине Файыҡ. – Бик шомло үҙәккә оҡшай.

     Әсҡәт:

     - Ҡуй, ҡустым, айыу килеп сыҡһа, мин нишләрмен! Йәнлектәрҙе беләм мин, улар һыртҡа ҡарай ҡаса бит, - тип ризалашманы.

     - Улайһа, һин үҙәккә төш, ағай.

     Ләкин Әсҡәттең үҙәккә төшкөһө килмәне.

     - Улай булһа, Ҡашҡар һинең менән булһын. – Файыҡ уға Ҡашҡарҙы баулап бирҙе. Шунда ғына Әсҡәттең эсенә йылы керҙе.

     - Быныһы, ҡустым, икенсе эш.

     Файыҡ үҙәккә төшөп китте, Әсҡәт тә һырт буйлап алға ҡуҙғалды.

     Әсҡәт мылтыҡ тауышына тертләп туҡтаны. Шунда уҡ Файыҡтың үҙәк өҙгөс тауышы ишетелде.

     - А-а-а! Әсҡәт!..

    Ҡашҡар Әсҡәтте тау аҫтына ҡарай һөйрәне. Бара биргәс, ул Ҡашҡарҙы ысҡындырҙы ла эт артынан йән-фарман йүгерҙе. Бер аҙҙан эт ағастар араһына инеп юғалды. Әсҡәт килеп еткәндә, Ҡашҡар менән айыу араһында ҡаты алыш бара ине. Бер яҡ ситтә Файыҡ ҡанға туҙып ята

     Ҡатты ла ҡалды Әсҡәт.

     Ҡашҡар менән айыу араһында алыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Айыу Ҡашҡарҙы тота алмай, тота ҡалһа…

     Әсҡәтте ҡурҡыу солап алғайны. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ул ҡапыл ғына кире боролдо ла бар көсөнә артҡа һыпыртты. “Ҡасырға… ҡасырға… Хәҙер ботарлай әтеү…”

     Егерҙәр Файыҡты иҫһеҙ ятҡан еренән табып алды. Янында Ҡашҡар ҙа, айыу ҙа юҡ ине.

     Файыҡтың яраһын бәйләнеләр.

     - Ничего, брат, туйға тиклем уңалыр, - тип уны күтәреп алдылар ҙа ауылға ҡарай ыңғайланылар.

     - Әсҡәткә ни булды? Эһ-эһ…

     -Әсҡәт юҡ таһа, брат?!

     Әсҡәт менән  Ҡашҡар кискә тиклем табылманы. Төнгә ҡарай ғына  Әсҡәттең ауылда булыуы асыҡланды. Файыҡты ул күрмәгәндә, ишетмәгән дә. Урманда йөрөгән-йөрөгән дә эңерҙә генә арманһыҙ булып ҡайткан, йәнәһе. Ә Ҡашҡар бер ҡуянды ҡыуып киткән дә ҡабат урап килмәгән.

     Шул уҡ көндө Файыҡты больницаға оҙаттылар. Өс ҡабырғаһы һынған, тән яраһы алған.

     Айыуҙы һыйырҙың һөйәктәрен өйөп йөрөгән сағында атып алдылар.

     - Ярай әле һөйәкте өйөп өлгөрмәне, өлгөрһә, был тирәнән тайыр ине, - тине Иван Иваныч белдекле төҫ менән.

     …Ҡашҡар аҙна тигәндә генә ҡайтып инә, Ишек алдында ниҙер эшләп йөрөгән Әсҡәтте күреүе була, уға ташлана.

     - Пшел! Пшел, Ҡашҡар! А-а-а!..

     Ҡашҡарҙың күҙе тонғайны, ул тағы ла нығыраҡ ҡаныҡты.

     -Ыр-ыр-ыр!

     - Ҡашҡар, пшел!

     Ләкин Ҡашҡар  Әсҡәтте талауын, абалауын белде. Әсҡәттең салбар балағы йыртылып китте.

     - Ҡарауыл! Ҡотҡарығыҙ!  Үлтерә-ә-ә!

     Тауышҡа күршеһе Булат йүгереп килеп етте. Эште аңлап алды ла , күҫәк эләктереп, Ҡашҡарға ынтылды.

      -Ыр-р-р!

     Ул йүгереп килеп Ҡашҡарҙың арҡаһына һуҡты. Эт сыйылдап ебәрҙе һәм тештәрен Әсҡәттең итегенән ысҡындырҙы.

    - Һуҡ, Булат, башына ҡундыр!

     Булат киҙәнеп тағы бер һуҡты. Ҡашҡар бер аҙ бәүелеп барҙы ла әкрен генә ергә ятты.

     -Тағы берҙе һуҡ! Билләһи ҡоторған,- тине Әсҡәт, саҡ-саҡ тын алып. Булат тағы берҙе һуҡты. Ҡашҡар шунда йән бирҙе.

      -Яҡшынан яман тыуған тигәндәре ошо буламы икән әллә? Әсәһенән аҡыллы эт юҡ ине лә баһа,- тип хайран ҡалды Булат.

     Кешенең генә түгел, хайуандың да хыянатты ғәфү итә алмауын Әсҡәт әллә төшөндө, әллә юҡ.

 

                                                                  Сәлих Ваһапов.

Ейәнсура районы.

 

 

Автор:
Читайте нас: