Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Сентябрь 2023, 10:00

Ҡиблалар буталғанда Повесть (2) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Баш етмәгән шул. Башы еткәндәр, ҡала егеттәренә кейәүгә сығып, тороп ҡалды. Ә миңә ҡала егеттәре ҡараманы, гел ауылдыҡылар йөрөнө артымдан.

Ҡиблалар буталғанда    Повесть (2)   Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (2) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Икенсе сәхифә

Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ

 

...Армиянан ҡайтып килгәндә лә ошо боролошта ыҙа сиккәйне Ильяс. Һепертмә буран көн ине, тиҫкәренән ажарланып ел иҫә. Ыҙғыр ел һис бер ҡыҙғаныуһыҙ яңы ғына автобустан төшөп ҡалған һалдаттың ҡолаҡтарын-битен семетте, ҡуйынына үрмәләп, ҡар тултырҙы. Өҫ-башына еңел-елбәгәй генә кейенгән һалдат өшөй башланы. Иртән станциялағы ашханала эскән араҡыһы ла сығып бөтмәгәйне. Эскән кеше һыуыҡҡа тиҙ бирешә, тигәндәре хаҡ икән. Өйҙәренә ҡайтып еткәнсе түҙмәне шул, тамағына аш үтмәгәс, буфетсы ҡыҙҙан шаярта-шаярта ҡойҙороп алғайны: «Тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыу шатлығынан һинең ҡулдан эсәйем әле. Барыбер миңә ҡарамаҫһың, егетең барҙыр... « Сибәр ине суҡынған (кемдең бәхетенә  ҡуйынында иркәләп-наҙлап ҡына үҫтергәндер әсәһе?), мөләйем йылмайып, стаканды мөлдөрәмә тултырып араҡы бирҙе. Бына хәҙер һалдат шуның ҡоһорон күрә. Ильяс ҡулдарын ыуғыланы, сумаҙанын ураҡлап һикергеләп алды. «Бында оҙағыраҡ торһаң, ҡатып үлеүең дә бар. Тиҙерәк берәй нәмә килеп сыҡһа ярар ине».

Ильяс көткән «нәмә» килеп сыҡты сығыуын, тик кире яҡтан. Үҙҙәренең ауылынан район үҙәгендәге май заводына китеп барыусы машинанан ҡалманы: «Шоҡорайып күпме торорға мөмкин? Көнө көнмө, үҙе буран, үҙе ел». Һөттө тапшырғансы көн үтте лә китте. Эңерләтеп кенә ҡайтып төштө Ҡорманайға. Уның ҡарауы, машина өйҙәренә тиклем илтеп ҡуйҙы. Шофер хатта сумаҙанын да ҡулына тотторманы, үҙе алып инде. Тамағы ҡытҡылдай, һөйөнсөгә ярты алырға иҫәбе.

Тыуған йортонда күңелен бүҫкәрткәс, ата-әсәһе менән танһығы ҡанғансы һөйләшкәс, Ильяс ауыл араһына сығырға йыйынды.

— Арығанһыңдыр, ятып ял ит, — тине әсәһе.

— Оҙаҡ йөрөмәм. — Ул шинелен кейҙе.

Буран баҫылғайны. Көн һындырғанға оҡшай, тынды ҡурып алып барған һауа бер аҙ йылына төшкән. Ҡайһы бер йорттарҙың тәҙрәләрендә бөләңгерт яҡтылыҡ емелдәй, мөрйәләрҙән бағана-бағана төтөн күккә үрләй. Ильяс туҡ ҡорһаҡҡа тәмләп сигарет һурып бер талай баҫып торҙо ла клубҡа китте: «Кәрт булһа ла уйнап ҡайтырмын». Ул армияға алынғансы ҡышҡы оҙон төндәрҙә тиҫтерҙәре менән клубта ултырғандарын иҫкә төшөрөп, үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы.

Клубтың ябылып бөтмәгән ишегенән тышҡа боҫ бөркөлә, дәртле бейеү көйө яңғырай. Ильяс ишек төбөнә килеп баҫыуға көй туҡтаны, һирәк-һаяҡ ҡул сабыуҙар ишетелде. «Концерт ҡуялар инде әллә?» Ул иң артҡы рәттәге эскәмйәгә ир-егеттәр араһына инеп сүгәләне. Зал ҡараңғы, сәхнәлә генә ут яна. Шулай ҙа хәрби кейемдәге Ильясты шунда уҡ сырамыттылар. Күрешергә ҡулдарын һуҙҙылар, шыпырт ҡына һораштылар.

— Ҡасан ҡайттың?

— Яңы ғына.

— Рәхәтләнеп өйөңдә эсеп ятмай, нишләп йөрөйһөң бында?

— Әсәйҙең балы әсемәгән.

— Араҡы кем менән уртаҡ?

— Аҡса юҡ алырға.

Алғы рәттәгеләр асыуланды:

— Шауламағыҙ, концерт ҡарарға ҡамасаулайһығыҙ!

— Урамға сығып һөйләшегеҙ!

Егеттәр тәмәке тартып инергә саҡырҙы, Ильяс баш тартты. Уның  бәләкәйҙән әсә һөтө менән күңеленә һеңдергән моңдарҙы байтаҡтан бирле тыңлағаны юҡ ине. Ул Башҡортостандан бик йыраҡта — Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте. Ике йыл эсендә бер генә тапҡыр башҡортса йыр ишетте. Мәскәүҙән «Маяк» программаһынан «Азамат»ты тапшырҙылар. Унда ла аҙағына хәтлем тыңлап бөтөргә ирек бирмәнеләр — ҡарауылға китергә ваҡыт еткәйне. Эй йәне көйгәйне шунда, күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Ләкин ни ҡылмаҡ кәрәк, приказды үтәмәй хәлең юҡ, һатыулашырға «гражданка»ла түгелһең. Ҡурай моңо аҙна буйы ҡолағында сыңланы...

Концерт ҡуйыусылар таныш түгел ине. Һорашып белде: күрше ауылдыҡылар икән. Сәхнәнән күҙҙәрен алманы, донъяһын онотоп, тамаша ҡылды. Бөтә йырҙарҙы ла еренә еткереп башҡармаһалар ҙа, әллә ни ыратып бейемәһәләр ҙә — һәүәҫкәр артистарҙың сығышы Ильяс өсөн танһыҡ ине, устары ҡыҙарғансы ҡул сапты. Залдағылар үҙенә сәйерһенеп боролоп ҡарай башлағас ҡына тына төштө. Ауылдаштарына хәтере ҡалды: «Ҡул сабырға ла иренәләр. Ҡайҙан ҡайҙа килгәндәр, күңелдәре булыр ине, исмаһам».

Концертты алып барыусы егет яңы номер иғлан итте:

— Миләүшә Кашапова йырлай!

Үҙе артҡа сигенә бирҙе лә, башын һулға бороп, ҡулын күтәреп, ҡатып ҡалды. Сәхнәгә, көттөрә биреп, бал ҡортондай нәҙек билле, зифа буйлы ҡыҙ сығып баҫты. Сығып баҫты ла клубтағы бар халыҡтың күңелен арбаны. Уйнап торған ҡыйғас ҡаштар, һөрмәле оҙон керпектәр, алһыу-ҡыҙыл ирендәр, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, тертәйешкән ҡалҡыу түштәр... Һылыулығынан ай үҙе көнләшерлек! Егеттәр тел шартлатты: ҡулыңдан килһә, бер ҡалаҡ һыуға һал да йот!

— Кем ул?

Ильястың һорауына бер кем дә төплө яуап бирмәне.

— Ошоғаса күҙгә-башҡа салынманы. Ситтән килгәндер ул...

Миләүшә мөләйем генә йылмайып тамашасыларға баш эйҙе, бер нисә кеше ҡул сабып ҡуйҙы. Эсе тулы моң-һағыш икән был ҡыҙҙың. Гел мөхәббәт тураһындағы йырҙарҙы йырланы. «Саф мөхәббәт бар бит ул», «Әгәр һин булмаһаң янымда», «Зәңгәр күлдәк»... Һуңғыһын бигерәк үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп бөтөрөп ҡуйҙы:

 

                     Өҙөлөп һөйгән йәрҙәр барыбер ятҡа ҡала,

                     Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ...

 

Концерт тамамланып, күп тә үтмәй, клубта яңынан йыр-моң яңғыраны. Ике ауыл йәштәре уйын ойошторҙо. Эскәмйәләрҙе стена буйына күсерҙеләр ҙә бейеп рәхәтләнделәр. Нух заманынан бирле йыуылмаған иҙәндән борҡоп саң күтәрелде.

Нисек һүҙ ҡатырға ҡыймай аптырап ултырған Ильяс, гармунсы вальс уйнап ебәреү менән, Миләүшәне саҡырҙы. Уның бөтә уй-хисен ҡыҙҙың матур тышҡы ҡиәфәте, алһыуланып янған соҡорло ике бите, ҡараңғы төндән дә дөмөрәк ҡара күҙҙәренең серле ҡарашы биләп алды. Уң битендә борсаҡ ҙурлыҡ ҡына миңе лә бар. Ильястың шул миңде үбеп алғыһы килде. Ниңә икәнен үҙе лә аңламаны. Килеп тороп алсаҡ икән, үҙен бик хөр тота. Бер вальс әйләнгәнсе әллә нәмәләр һөйләп өлгөрҙө.

— Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр хәрби кейемле егет менән бейейем. — Миләүшә Ильястың бүреген үҙенең башына күсерҙе лә сыңғырлатып көлдө. —  Килешәме?

— Килешә.

— Ҡыҙың күреп ҡалып, кәрәкте биреп ҡуймаһын тағы! — Бүрек хужаһына күсте. — Күңелем булды, рәхмәт.

— Күңелең булһын өсөн күп кәрәкмәй икән тағы үҙеңә. — Ильяс йылмайҙы. — Ҡурҡма, миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, тыуһа ла, сәңгелдәктә илап яталыр. — Бүрек яңынан Миләүшәнең башына күсте. — Үҙеңдең егетең күреп ҡалмаһын.

— Минең егеттән ҡурҡаһы юҡ. — Миләүшәнең йөҙө ҡапыл алмаштырған кеүек үҙгәрҙе. — Берәүгә армиянан ҡайтыуын көтөргә вәғәҙә биреп ҡалғайным. Күбеһенсә ҡыҙҙар һүҙендә тормай. Ә беҙҙең киреһенсә булды. Егетем армиянан башлы-күҙле булып ҡайтты. Ҡайтҡанда бисәһенең ҡорһағы танауына еткәйне.

— Уңған егет булған икән.

— Әйтәһе лә түгел... — Миләүшә Ильясҡа текләп ҡараны. — Ә һин кәләште үҙегеҙҙең ауылдан аласаҡһың.

— Ҡайҙан беләһең?

— Ҡаш араһы яҡын кеше кәләште үҙҙәренең ауылынан ала, тигәндәрен ишеткәнең юҡмы ни?

Ысынлап та, Ильястың ҡашы ҡашҡа тоташа яҙып тора. Вальс әйләнгән арала шуға иғтибар итеп өлгөргән икән ҡыҙ.

— Ҡорманай менән Биккенә араһы әллә ни алыҫ түгел инде былай. Йәйәү атлағанда ла ярты сәғәтлек юл.

— Юҡҡа өмөтләнмә. Мин Биккенәнән түгел. Бик белгең килһә, унда уҡытам ғына. Ике йылымды тултырам да ҡалаға һыпыртам.

—  Күп ҡалдымы әле?

— Күп шул. Тәүге йыл ғына уҡытып йөрөйөм.

— Ниңә ҡалала ҡалманың һуң?

— Баш етмәгән шул. Башы еткәндәр, ҡала егеттәренә кейәүгә сығып, тороп ҡалды. Ә миңә ҡала егеттәре ҡараманы, гел ауылдыҡылар йөрөнө артымдан.

Музыка тынғас, Ильяс Миләүшәне урынына оҙата барҙы. Ҡыҙ егеткә бүреген кейҙерҙе.

— Күптәнге таныштарҙай ауыҙға ауыҙ терәшеп һөйләштек. Исемеңде лә белмәйем.

— Атайым менән әсәйем Ильяс тип ярата. Анау миңеңдән бер генә үптерһәң, һиңә лә шулай тип әйтергә рөхсәт.

— Ашыҡма, ашҡа бешерһең.

Һуң ине инде. Биккенәләр ике ат егеп килгән икән, саналарға тейәлештеләр ҙә йырлай-йырлай ҡайтып киттеләр.

 

.          ...Һеҙ иҫкә алығыҙ йәшләй һөйгән

           Беренсе яратҡан йәрҙәрҙе...

 

Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы. Электән килгән ғәҙәт буйынса хәҙер ҡорманайҙар биккенәләргә концерт менән барырға тейеш. Көн дә кис репетицияға йыйылдылар. Күршеләрҙе шаҡ ҡатырып ҡайтыу ине иҫәптәре.

Ғүмерҙә сәхнәгә аяҡ баҫмаған Ильясты ла, кеше ыңғайына ауыҙыңды асып-ябып булһа ла торорһоң, тип хорҙа ҡатнашырға күндерҙеләр. Юҡ һылтауҙы бар итеп, нисек Биккенәгә барырға белмәй аптырап йөрөгән егет ҡуш ҡуллап ризалашты. Йөрәгенә ут һалып киткәйне Миләүшә. Бер сәбәпһеҙ барыуҙы килештереп бөтмәне, ә былай шикләнерлек урын ҡалмай, концерт менән килгән, ҡыҙҙы махсус юллап бармаған. Хәйер, юллап барһа ла һүҙ әйтеүсе булмаҫ ине. Күрше ауылға ҡыҙ күҙләргә йөрөү — була торған хәл. Әлеге шул ҡыйыуһыҙлыҡ. Танау аҫты ла кибеп бөтмәгән малай-шалай ҙа түгел бит инде, донъя күргән егет.

Концертты хор менән асып ебәрҙеләр. Йырҙа ҡайғыһы булманы Ильястың, тамашасылар араһынан Миләүшәне эҙләне. Тамаша башланыр алдынан да күҙгә-башҡа салынманы, әле лә күренмәй. Ишетмәй ҡалдымы икән ни? Улай тиһәң, иғланды ике көн алдан элеп ҡуйғайнылар. Үҙе күрмәгән хәлдә лә, башҡаларҙан ишетер ине. Ни уйларға ла белмәне.

Күмәкләшеп башҡарған ике йыр ҙа оҡшаны тамашасыларға. Оҙаҡ итеп ҡул саптылар. Тәүге уңыштан ҡанатланған һәүәҫкәрҙәр сәхнә артындағы бәләкәй генә бүлмәлә сыр-сыу килеп костюмдарын алмаштырҙы. Ильяс уларға иғтибар итмәне, клуб алдына сығып, тәмәке ҡабыҙҙы. Уйҙары Миләүшә тирәһендә уралды. Һаман юҡ. Килмәүе шулдыр, күрәһең. Фатирына юллап барғанда?..

Шул саҡ ҡараңғынан кемдер тауыш бирҙе:

— Концерт башландымы әле?

Был — Миләүшә ине. Ильяс уның үҙен күрмәҫ борон уҡ тауышынан таныны, ҡаршыһына барып, күрешергә ҡулын һондо.

— Һаумы, Миләүшә! Көттөрөп йөрөйһөң.

Ҡабаланып килеп ят кешегә өндәшкәнен аңғарып алған ҡыҙ ҡаушаны. Үҙен ҡулға алғас, көлә-көлә:

— Үҙебеҙҙекеләр икән тип торам, һин икәнһең, — тине. — Һаумы! — Ҡайтарып һораны: — Концерт ҡасан башланды?

— Яңыраҡ.

Ҡыҙ егет менән һүҙ оҙайтманы, ишеккә йүнәлде.

— Клубҡа ин, яланбаш һалҡын тейҙереүең бар.

Миләүшә уйынға ҡалманы, концерт бөткәс тә, фатирына ашыҡты. Үҙен оҙата килгән Ильясты ҡыуып тигәндәй ебәрҙе.

— Бер ҡосаҡ дәфтәр тикшерәһем бар. Бөгөнгә ҡайт. Башҡа көндө килерһең. Теләһәң...

Тотҡан ерҙән һындырманы Ильяс, әлегәстән йән биҙҙерерлек ҡыланып, йә өркөтөп ҡуйыр. Өмөттө өҙөргә ярамай, кире ҡаҡманы бит әле бөтөнләй, килергә ҡушты. Икенсе көндө эңер төшкәндә ул Биккенәлә ине инде. Миләүшәнең фатирына үҙе инергә ҡыйманы, урамда хоккей һуғыусы малайҙарҙың береһе аша саҡыртып сығарҙы.

— Һин!?.. — Иңенә мамыҡ шәл генә һалып сыҡҡан ҡыҙ ғәжәпләнеүҙән ҡара күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе. — Әллә Ҡорманайға ҡайтманыңмы?

— Ҡайттым. — Егет һағая төштө. — Ниңә улай тип һорайһың?

— Бигерәк тиҙ килеп етеүеңә аптырап һорауым. — Ҡыҙ шарҡ-шорҡ көлдө. — Ай-һай, ҡайтмағанһыңдыр ул, берәйһендә генә ҡунғанһыңдыр.

Ильяс та ҡыҙға ҡушылып көлдө.

— Әйҙә, киноға барайыҡ.

— Ниндәй кино күрһәтәләр?

— «Судьба человека».

— Һуғыш тураһындағы киноларҙы енем һөймәй. Атыш та үлтереш...

— Оҡшамаһа, сығып китербеҙ.

Миләүшә икеләнеп тынып ҡалды, ҡулдарын шәл эсенә тыҡты.

— Барһам да һинең хаҡҡа ғына... Күңелеңде ҡырмаҫ өсөн генә... — тине ул, бер ҡарарға килеп. — Саҡ ҡына көт, хәҙер кейенеп сығам.

Дөрөҫтө һөйләгән икән Миләүшә. Ергә бомбалар яуғанда, биҙгәк тотҡан кешеләй, дер-дер ҡалтырап, Ильясҡа һыйына төшөбөрәк ултырҙы, кино бөткәнсе ҡулдарын егеттең ҡулдарынан ысҡындырманы. Ҡыҙҙың ус йылыһын тойоуҙан егет рәхәт сикте, киноның оҙағыраҡ барыуын теләне. Ләкин һанаулы минуттар тиҙ үтеп китте.

— Бер күргән киноны икенсегә ҡарап өшөп бөттөм. — Урамға сыҡҡас Миләүшә зарланып алды.

— Йылытайыммы?

Ҡыҙ, барған еренән туҡтап, Ильясҡа сәйер генә ҡарап ҡуйҙы. Ильяс уны ҡосағына алды, битенә ҡыҙҙың йылы һулышы бәрелде. Шулай бер тын баҫып торғас, егет Миләүшәнең ирендәренә үрелде. Тегеһе башын ситкә борҙо.

— Фу, тартҡанһың!

— Ә һинән хушбуй еҫе килә.

Ҡапыл Миләүшә егеттең ҡосағынан ысҡынды ла шәп-шәп атлап китте. Ильяс уның артынан эйәрҙе.

— Әллә үпкәләнеңме?

— Юҡсы. Беҙҙе әллә кемдәр күҙәтеп йөрөй.

Ильяс ботинка бауын бәйләгән кеше булып сүкәйҙе лә артына боролоп ҡараны. Электр бағанаһы төбөндә өс егет баҫып тора. Уның тәне буйлап һалҡын тулҡын йүгереп үтте: «Минең үҙҙәренең ауылына килеүҙе күпһенәләрме икән ни?» Вайымһыҙ күренергә тырышып, Миләүшәгә:

— Кинонан ҡайтып киләләрҙер, — тине.

— Оҡшамаған.— Миләүшәнең кәйефе төштө, ул егетте тиҙерәк оҙатыу яғын ҡараны. — Урау булһа ла, арҡыры урамдан кит. Белмәҫһең, йә бәйләнерҙәр.

— Бүренән ҡурҡҡан — урманға йөрөмәй! — Эре сирттерҙе егетең!

— Бәхәсләшмә, әйткәнде тыңла.

— Шуларҙан ҡурҡып торорға! Мине кем тип беләһең?

— Ғөмүмән, йыш йөрөүеңде туҡтат. Ял көндәрендә килеп сыҡһаң етер. Аҙна араһында минең барыбер ваҡытым юҡ.

Ильяс Миләүшәнең һүҙен тыңламаны, килгән юлынан китте. Ишетеп ҡалһалар, ауылда күҙҙе лә астырмаҫтар. Ғәрлеге ни тора! Бәлки, бәйләнмәҫтәр ҙә. Эшһеҙлектән урам ҡыҙыраларҙыр. Бәйләнһәләр ҙә, сәбәбе етди — ҡыҙ күҙләргә килгән егеттәрҙе дөмбөҫләп ҡайтарыу йолаһы һәр ауылда тамыр йәйгән. Ҡорманайҙар ҙа кәмен ҡуймай. Бәйләнә-нитә ҡалһалар, ул сағында күҙ күрер. Үҙ-үҙен генә яҡлай алыр.

Тегеләр таралышмағайны, һаман бағана төбөн һағалайҙар. Көтөп торалармы, әллә һүҙгә әүрәгәндәрме? Ильясҡа иғтибар итеүсе булманы, ул үҙе туҡтаны. Тәмәке ҡабыҙҙылар.

— Ниңә тиҙ ураның? — тип һораны егеттәрҙең береһе.

— Кәзәләнә.

— Бик тәкәббер ҡыҙ. Борсағың бешерме икән? Беҙ ҡармаҡ һалып ҡараныҡ, сиртмәне. Әллә тиңһенмәй.  Уҡыған кеше бит. Ҡалғанын үҙең ҡара инде. Һуңынан үпкәләштән булмаһын, беҙ әйтмәне тимә.

— Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.

— Ҡыҙҙы ҡарата алһаң — беҙҙән бер ярты, ҡарата алмаһаң — үҙең ҡуяһың.

Егеттәр ихахайлап көлдө.

Миләүшә тыймаһа ла, Ильясҡа Биккенәгә йөрөүен һирәгәйтергә тура килде. Тракторға ултырғайны, ярты ай самаһы эшләнеме-юҡмы, ремонтҡа туҡтаттылар. Мастерской район үҙәгендә ине, аҙнаға бер ҡайтып йөрөнө. Һағынышып күрештеләр. Ҡышҡы буранына, яҙғы бысрағына ҡарамай, төнө буйы урамда серләшеп йөрөнөләр.

Биккенә егеттәре генә уйындан уймаҡ сығара яҙҙы. Теге һөйләшеүҙе хәтерҙәрендә тотҡандар икән: әллә мәрәкәләп, әллә ысынлап бер ярты ултырттылар. Ильяс был хаҡта онотоп бөткәйне инде, Миләүшә иҫенә төшөрҙө. Ни өсөн эсеүҙәре уға ла барып еткәйне. Телдәрен тыя алмай, үҙҙәре маҡтанғандарҙыр күп булһа.

Ул көндө ҡыҙ Ильясты ыйтайып ҡаршы алды. Һөйләшеүенең рәте-сираты юҡ, тырт-мырт килеп тик тора. Бер нисек тә ипкә килтерә алмағас, егет аптырап тәмәке тоҡандырҙы.

— Ни булды?

— Булманы.

— Улайһа, ниңә кәйефең юҡ?

— Һин төшөргәнгә... — Ҡыҙ илай ине. — Кемдән-кемдән, ә һинән быны көтмәгәйнем! Шулар менән эсеп йөрөмәһәң. Миләүшәне бер яртыға һатып ебәрҙек, тип ауылдары менән көләләр.

Ильясҡа эштең нисек булғанын һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы.

— Тапҡанһың илар нәмә, киреһенсә, ғорурланырға кәрәк. — Егет нисек тә ҡыҙҙың күңелен күрергә тырышты.

— Минең яманатымды сығарып, шулар менән буталма ҡабат, — тине тыныслана төшкән ҡыҙ.

Уның һүҙенә ҡарап, Ильяс Биккенә егеттәре менән аралашыуҙан туҡтаманы. Бригадалары ғына айырым, бер колхозға ҡарайҙар, бер үк баҫыуҙарҙа иген игәләр, бер үк туғайҙарҙа мал үрсетәләр. Улар менән кис осрашмаһаң да, теләйһеңме-юҡмы, көндөҙ барыбер күрешәһең. Ваҡыты нисек кенә тығыҙ булмаһын, Ильяс йәне тартҡан кешеһен дә онотманы, яйы сыҡҡан һайын барып йөрөнө. Миләүшә иһә, мәктәптә уҡыуҙар тамамланып, ял алғас та, һөйгәнен яңғыҙ ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Ильястың, бер нисә көнгә ҡал, тигәненә лә ҡараманы. Улар ҡара көҙһөҙ осраша алманы.

Ильяс күңел болоҡһоуын эш менән баҫты. Эштән бәхете бар ине егеттең. Көн-төн ектеләр. Тракторын ремонтлатып алғас, станциянан ашлама ташыны. Ҡарҙар иреп, баҫыуҙар асылғас та, тырмаға ҡуштылар. Унан сәсеү... Сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү... Шуныһы күңелен ҡырҙы йәш механизаторҙың: кәпәстәрен бырғап эшләүҙәре күҙ алдында юҡҡа сыҡты. Ҙур өмөттәр бағлап сәскән игендәре орсоҡтай ғына күтәрелде лә һарғайып ҡатты. Ғәҙәттә бил быуарынан үлән үҫкән Дим буйындағы һыубаҫар туғайҙарҙа ла түш киреп салғы һелтәй алманылар. Берәй болот ярпыһы килеп сыҡмаҫмы? Зарығып, аҙарынып көн дә күккә баҡһалар ҙа, йәй буйы ергә бер тамсы ямғыр тамманы. Мал-тыуар, хужаларының күңеленә шом һалып, көтөүҙән ашарға таптырып, ер тырнап баҡырып ҡайтты. Халыҡ хафаға төштө: ҡоролоҡ килә! Түрәләр һуңлабыраҡ булһа ла ашығыс саралар күрҙе — һәр йортҡа миндек бәйләү заданиеһы бирелде. Йәше-ҡарты, ҡулына балта тотоп, урмандарға, посадкаларға һибелде. Башҡа йылдарҙа һанға һуғылмаған ҡарағураның да ҡәҙере артты, бөртөгөн дә ҡалдырмай сабып алдылар.

Ильяс көн оҙонона тракторынан төшмәне — башҡа механизаторҙар менән бергә фермаға миндек ташыны. Урманда миндек тейәгән арала механизаторҙарҙың береһе көләмәс һөйләне. Әллә кешенән ишеткән, әллә үҙе уйлап сығарған, әммә көләмәсе көн ҡаҙағына һуға ине.

— Башҡортостанға ҡарап, йыһанда Америка астронавтары бәхәсләшә икән. Береһе: «Африка, — тип әйтә, ти. — Ана, ағас башында маймылдары ла күренә». Икенсеһе ҡаршы төшкән: «Юҡ, Башҡортостан өҫтөнән осабыҙ. Ағас башындағы кешеләр миндек бәйләйҙәр».

Ысынлап та, был көндәрҙә эшкә яраған бар кеше урманда ине.

Халыҡ араһында, Балтик буйына һалам әҙерләргә ебәрәләр икән, тигән хәбәр таралғайны күптән. Хәбәр хаҡ булып сыҡты. Оҙаҡламай колхоздың йүнлерәк машина-тракторҙарын, бер төркөм шоферҙарҙы, тракторсыларҙы эшелонға тейәп, Латвияға оҙаттылар. Улар араһында Ильяс та бар ине. Халыҡ һуҡранды: «Беҙҙә бар әйберҙең ҡәҙере юҡ. Яҙын һаламды, кеше ҡушып, эҫкерте-эҫкерте менән үртәттеләр ҙә әле ер аяғы-ер башынан ташытмаҡсылар. Ул һаламдары алтын баһаһына төшөр инде».

Халыҡ эт тә инде, район Советы рәйесе Кирста етәкселегендәге һалам әҙерләүселәр юлға сығыр-сыҡмаҫтан төрттөрҙөләр:

 

                     Башҡорттар китте һаламға,

                     Оҙатып ҡалды ас Урал.

                     Һәнәк тотоп алдан бара

                     Кирста атлы генерал.

 

Автор:
Читайте нас: