Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Сентябрь 2023, 09:10

Ҡиблалар буталғанда Повесть (3) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Беҙҙең ауылдыҡына оҡшамаған. Ҡорманайҙан Миләүшәгә килеп йөрөүсе егеттер ул. Шунан башҡа кем йөрөһөн таң тишегенән?

Ҡиблалар буталғанда Повесть (3) Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (3) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Ильястар Латвиянан алтын баһаһына төшөрөп һалам ғына алып ҡайтманы, Башҡортостанда ғүмер булмаған колорадо ҡуңыҙын да эйәртеп ҡайтты. Уныһына ниндәй хаҡ ҡуйырғалыр, берәү ҙә иҫәпләмәне. Һаламдары малдарҙы ҡыш сығарырға ла етмәне, ә ҡуңыҙ бөтмәне, оҙон ғүмерле булды, әле булһа яфалай халыҡты.

Латвиянан ҡайтҡас, Ильяс өйҙәренә инеп ата-әсәһенең, туғандарының хәлен белеште лә, бер кемгә лә әйтеп тормай, ҡараңғы төшкәнен дә көтмәй Биккенәгә китте. Юлда башына сәйер һорау килде: «Ҡыҙҙар янына ниңә төндә генә йөрөйҙәр икән? Көндөҙ барыуҙың ниндәй хилафлығы барҙыр?» Һорауына яуап та эҙләп маташты: «Күрәһең, борондан килгән йолалыр: ғашиҡтар аулаҡта осрашҡан, кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышҡан. Бының өсөн иң уңайлы ваҡыт, әлбиттә, төн. Кем белә, бәлки, шәриғәткә бәйлелер. «Ҡара йөҙҙәр»ҙә, ана, Закир менән Ғәлимәне кисен ситән буйында бергә баҫып торғандары өсөн генә лә мулла-монтағайҙар ниндәй көнгә төшөргән. Ә мин көпә-көндөҙ китеп барам. Элекке заман булһа, мине лә, шәриғәт закондарын боҙоуҙа ғәйепләп, язаға тарттырырҙар инеме икән?»

Алғыһаған егет, тәүге мәлдәрҙәге һымаҡ, һөйгәнен бала-саға аша саҡыртып аҙапланманы, был юлы туп-тура барып инде.

— Һин дә донъяла бармы ни ул? Бер хәбәр-хәтерең дә булмағас, латыш ҡыҙҙары алып ҡалдымы әллә, тип уйлай башлағайным, — тине Миләүшә, Ильяс менән күрешкәс.

— Үҙең хат яҙмаҫҡа ҡуштың да баһа.

— Ҡушһа ни! Үҙеңдең башың ҡайҙа? Ҡыҙҙар ни әйтмәҫ, уларҙың һәр әйткәненә ҡолаҡ һала башлаһаң...

Миләүшә  яңғыҙы йәшәгән һауынсы Фәғилә апайға фатирға ингәйне. Хужабикә, бер аҙ ултырғас, кискелеккә мал-тыуарын ҡарарға әҙерләнде.

— Ҡунағың һыуһағандыр, сәй ҡайнат, — тине Фәғилә апай, ҡулына тулы биҙрәләрен алып.

Үҙҙәре генә ҡалғас, йәштәр иркенәйҙе. Ишек ябылыр-ябылмаҫтан, Миләүшә егеттең ҡосағына атылды.

— Үлеп һағындым үҙеңде!

— Мин дә! — Ильяс бер генә һүҙ әйтеп өлгөрҙө, уның ирендәрен ҡыҙҙың ирендәре эҙләп тапты...

Улар тупһала аяҡ тауыштары ишетелгәс кенә иҫтәренә килде. Бит алмалары ҡыҙарған ҡыҙ сәйнүккә барып тотондо, ҡабаланыуҙан ҡулындағы сүмесен төшөрөп ебәрҙе. Ишектән инеп килеүсе Фәғилә апай уға һынамсыл ҡарап ҡуйҙы. Егеткә әйтеүҙән бигерәк, үҙен тынысландырыр өсөн Миләүшә:

— Өҫтәлдә яңы журналдар барҙыр, сәй ҡайнағансы шуларҙы ҡараштыра тор, — тине.

Ҡыҙ әйтмәһә лә, егет, мыйыҡ аҫтынан үҙ алдына йылмайып, бер ниҙә булмағандай, өҫтәл янында журнал аҡтара ине.

— Береһе көнгә тыуған көнгә саҡырғайнылар, барырғамы, бармаҫҡамы тип икеләнеп йөрөй инем, — тине Миләүшә сәй эскәндә. — Парлылар ауыҙҙарын ауыҙға терәшеп сөкөрләшкәндә, яңғыҙыңа бигерәк ҡыйын бит ул. Бараһыңмы? — Ул күҙен мөлдөрәтеп егеткә баҡты.

— Һинең менән ер сигенә лә китергә риза.

— Унда нимә эшләрбеҙ һуң?

— Яр башында аяҡтарыбыҙҙы һәлендереп ултырырбыҙ ҙа, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙгә ҡарап, киләсәк тураһында хыялланырбыҙ. Һин йырларһың, мин тыңлармын.

— Күңелдәребеҙ тулһа, икәүләшеп илашырбыҙмы? — Миләүшә, егеткә тәү ҡат күргәндәй, ғәжәпләнеп ҡараны. — Латвия һине ныҡ үҙгәрткән. Элек бер ҙә улай һөйләнмәй инең.

— Һағындым.

Ҡыҙ ҡыҙарынып башын түбән эйҙе.

— Мин дә...

Төн уртаһында ғына ҡайтып ятҡан Ильясҡа әсәһе туйғансы йоҡларға ирек бирмәне.

— Сыҡтың да юғалдың, көйәләнеп бөттөм. Тамағыңа ла йүнләп ашамағайның. Кискелеккә аш һалып көткән булам тағы. Ҡайҙа йөрөнөң?

— Биккенәлә булдым.

— Әйтеп китһәң дә, юлыңа арҡыры төшмәҫ инек. Күҙең төшөп йөрөгән ҡыҙың да булғас, ал да ҡайт. Ыҙаланып йөрөмә.

— Ошо йәштән аяҡ-ҡулымды бәйләгем килмәй әле.

— Бынағайыш, өйләнһәң, йәшең еткән инде. Армияла йөрөп ҡайттың. Һаҙағандар һинән башҡа ла етерлек ауылда. — Әсә һаман төпсөндө. — Кем ҡыҙы һуң ул?

— Беҙҙең яҡтыҡы түгел, ситтән килгән. Уҡытыусы.

Ильяс әсәһенә дөрөҫөн әйтмәне. Өйләнеү хаҡында күптән уйланһа ла, Миләүшә менән ныҡлап һөйләшмәҫ борон көнэлгәре яр һалыуҙы килештермәне. Башта ҡыҙҙың уйын белеү кәрәк. Әгәр ҙә икеһенең дә уйҙары бер тирәләрәк уралһа, тоторҙар ҙа ҡауышырҙар. Ниңә һуҙырға? Иртәме-һуңмы, барыбер өйләнергә бит инде бер. Һаҡалы биленә еткәнсе буйҙаҡ йөрөргә иҫәбе юҡ. Дөрөҫ, башлы-күҙле булырға өлгөргән тиңдәштәре был мәсьәләлә ашыҡмаҫҡа кәңәш итә. «Йәшлегеңдең ҡәҙерен белеп ҡал, — тиҙәр. — Ҡыҙҙарҙың татлы теленә алданып, харап булып ҡуя күрмә. Никахтан һуң уҡ сығымсылай башлайҙар. Аҙаҡ беҙҙең һымаҡ терһәгеңде тешләрҙәй булырһың, әммә буйың етмәҫ». Ильяс егеттәрҙең әскелтем-сөскөлтөм шаяртыуҙарын күңеленә һалып ҡуйһа ла, ысынға алманы, Миләүшә һис кенә лә ундайға оҡшамаған. Холҡо ипле, эшкә бөтмөр, килешеп йәшәрҙәр, донъя йөгөн тиң тартырҙар һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта егет «Айһыҙ атың маҡтама, йылһыҙ ҡатын маҡтама» тигән мәҡәлде лә иҫенән сығарманы. Шулай инде, үҙеңдеке — үҙәктә, күңелең кемде һөйһә, шул матур.

Ана шулай үҙенсә төрлө яҡлап уйланғас, Ильяс бер фекергә килде — өйләнергә! Шуға күрә тыуған көн мәжлесендә, күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа, араҡыға бик йоғоноп барманы, самаһын белеп эсте, бындай етди һөйләшеү ваҡытында айыҡ булыу кәрәк.

Мәжлестән һуң ғына таралыштылар. Өйҙәрҙә күптән ут һүнгән, көҙгө шыҡһыҙ төнгә йәм өрөргә теләгәндәй, күктә йондоҙҙар ғына баҙлай. Фәғилә апайҙарҙың тапҡырына еткәс туҡтанылар. Бер-береһенә ҡарашып арыу уҡ тын торғас, Ильяс тәүәккәлләне.

— Миләүшә, һиңә әйтәһе һүҙем бар ине.

— Әйт һуң, кем тыя? — Мәжлестән һуң ҡыҙҙың кәйефе күтәренке, айырата уйынсаҡ ине. — Мин тыңларға әҙер.

— Ни... — Егет, артабан дауам итә алмай, тотлоғоп ҡалды. Бына ғәжәп, алдан уйлап ҡуйған һүҙҙәре, баш осонда баҙлаған йондоҙҙар һымаҡ, таралыштылар ҙа ҡуйҙылар. Тыңламайҙар, һис йыйып алырмын тимә. — Ни ине...

Ҡыҙ рәхәтләнеп көлдө:

— Ни башына ни ҡунғайны, ниткәйнем, нитте лә киттеме?

— Түгел дә! Әллә нимәләр һөйләп, зиһенемде тарҡаттың. — Ниһайәт, егеткә тел асҡысы ҡайтты. — Миңә кейәүгә сыҡ!

Донъяһын онотоп көлгән ҡыҙ ҡапыл шымды, күҙҙәре ҙур булып асылды:

— Нимә?

Яңынан ҡабатланы егет:

— Кейәүгә сыҡ миңә.

— Ильяс! — Ҡыҙ башын егеттең күкрәгенә терәне. — Кешене йөрәк сирле яһайһың бит, алданыраҡ аңғартһаң ни була? Бигерәк көтмәгәндә... Уйларға ваҡыт бир.

— Уның нимәһен уйлайһың? Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, шул етмәйме ни? — Егет ҡыҙға һынап ҡараны. — Әллә яратмайһыңмы?

— Яратам.

— Шулай булғас...

— Өтөп алып барма. Уйларға ваҡыт бир, тинем бит инде. Әсәйем менән дә кәңәшләшәйем. Һуңғы һүҙемде көҙгө каникулдан һуң әйтермен, шуңарсы сабыр ит.

Ильяс Миләүшәнең үҙенә кейәүгә сығырына шикләнмәй ине. Ваҡытты һуҙыуын, ҡыҙҙың көйһөҙләнеүе, үҙ баҙарын күтәрергә тырышыуы, тип ҡабул итте. Улай ғына булыр инде. Уларҙың тәбиғәте шундай: инәлтергә маһирҙар, арттарынан йөрөгәнде яраталар. Бер ҡулға килеп эләккәс, әллә ҡайҙа китә алмаҫ. Себендең тулап тәҙрә вата алғаны юҡ әле.

Ул һөйгәненең тыуған яҡтарынан урап килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Көҙгө оҙон кистәрҙе үткәрә алмай яфаланды. Миләүшә килер көндәр яҡынлашҡас, Биккенә юлын тапаны. Фәғилә апай егетте үҙенсә йыуатты:

— Юҡ бит әле, үҙем дә һағынып бөттөм. Ул булмағас, яңғыҙыма күңелһеҙ. Иртәгәләре килеп етер инде, каникулдары бөтә, буғай. Сәйем ҡайнаған, берәй сынаяҡ эсеп кит. Тышта әсе ел, йылынырһың, өҫтөңдә лә йоҡа ғына.

Фәғилә апайҙарҙан сыҡҡас, Ильяс клубҡа китте. Тиреҫтән уҫал ел иҫә. Ни арба, ни сана ваҡыт. Көҙ менән ҡыш тартҡылаша, һаман ҡар ятып китә алмай ыҙалана, яуған бере иреп тора. Клубта бер аҙ ултырыр ҙа, йылынғас, ҡайтып китер. Тик асыҡмы икән? Унда үҙҙәренең ауылынан Гөлназ исемле ҡыҙ эшләй. Йөрөп эшләгәнлектән, Биккенәгә барғанда бара, бармағанда юҡ. Яуаплылыҡ та тойоп бөтмәйҙер инде, мәктәп партаһы артынан яңы сыҡҡан был ҡыҙҙың йөҙөнән бала сырайы ла китеп бөтмәгән. Хатта һөйләшеүе лә балаларса, «нимуй», «үлтертә бит ул», «эсте ҡатырта бит ул» тигән һүҙҙәрҙе теленән төшөрмәй.

Клубта Гөлназдан башҡа бер кем дә юҡ ине. Радиоалғыстың тауышын бар көсөнә асып ҡуйған да яңғыҙы йыр тыңлай. Ильяс килеп ингәс, тауышты кәметә төштө. Гөлназдың күҙҙәре ҡыҙарғайны, илауҙан яңы туҡтаған булһа кәрәк.

— Миңә лә әйт, бергәләп иларбыҙ, — тине Ильяс, тегене шаяртмаҡсы булып.

Шуны ғына көткән тиерһең, Гөлназ түгелеп иланы ла ебәрҙе. Ильяс уны нисек йыуатырға ла белмәне. Ҡулына тотторор ине, ни кеҫәһенә кәнфит-маҙар  кеүек нәмә лә һалмаған. Һин генә етмәй инең, былай ҙа үҙенә урын тапмай йөрөй. Ҡайҙан һүҙ ҡушты, ултырһын ине турһайып.

— Ни булды?

Ҡыҙ оҙаҡ иламаны. Күрәһең, Ильяс килгәнсе лә рәхәтләнеп балауыҙ һығып өлгөргәндер. Күҙ йәштәрен ҡоротҡандай иткәс:

— Тыйыла алманым, ғәйепләмә инде, Ильяс ағай, — тине. Тауышы хәсрәтле ине.

— Ни булды? — Ильяс һорауын ҡабатланы. — Ниңә илайһың, әҙәм ҡурҡытып? Егеттәр ҡарамаҫ бит үҙеңә әтеү.

— Эсте ҡатыртма әле, Ильяс ағай, миңә былай ҙа ҡыйын. Егетем хыянат итте.

Аһ, «хыянат» тиме? Мин, уның ауыҙынан әсә һөтө лә китеп бөтмәгәндер, тиһәм, егеттәрҙең башын әйләндерергә лә булдыра түгелме һуң был илаҡ ҡыҙ? Хыянат тип олонан ҡубырлыҡ ниндәй бәләгә тарыны икән? Күп булһа, егете менән асыуланышҡандыр. Себендән фил яһамаҡсылыр. Тыңлап ҡарайыҡ әле, ни тип «эсте ҡатыртыр» икән?

Ана шулайыраҡ фекер йөрөттө Ильяс, ҡыҙҙың ихлас күңелдән бәйән иткән мөхәббәт тарихын көлөмһөрәп тыңланы. Уйынға һабыштырмаҡсы итте.

— Биккенәгә килеп йөрөгәс, Вәкилде күргәнең барҙыр. — Гөлназ Ильясҡа күҙ һирпеп алды. — Оҙон буйлы егет.

— Бар, РМСО-ла шофер. Машинаһына бер-ике мәртәбә ултырып йөрөгәнем дә булды.

— Ял, байрам көндәрендә ауылға машинаһы менән ҡайтып йөрөй. Биккенәлә эшләй башлағас, шул башымды әйләндерҙе: клубты бикләр алдынан тып итеп килә лә баҫа яныма, сит ауылда яңғыҙыңа күңелһеҙҙер, оҙатып ҡуяйым, ҡараңғыла ҡурҡырһың, ти. Артымдан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөй торғас, тәки ҡаратты бит үҙенә. Ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Үлтерә бит ул, ятһам да, торһам да гел уйҙарымда... — Гөлназ тынып ҡалды, маңлайына төшкән сәсен төҙәткәс, дауам итте. — Ваҡыт үткәрер өсөн генә уралған икән минең тирәмдә. Тегендә лә, эшләгән ерендә лә, ҡыҙы булған нимуйҙың... — Ҡыҙҙың күҙҙәренән ихтыярһыҙҙан йәштәре атылып сыҡты. — Ялғандың бото ҡыҫҡа, ысын йөҙө асылды барыбер: тегеһенең буйында бар икән. Ҡыҙҙың ағалары ҡурҡытып, көсләп өйләндергәндәр Вәкилде. Ошо аҙнала туйҙары була, ти. Әйтәм, һуңғы арала күҙгә-башҡа салынманы, ҡойроғона баҫҡандар икән нимуйҙың. Ә мин, бахыр, ышанып көткән булам, эшенән китә алмайҙыр, тип үҙемде йыуатам. Үҙе килеп әйтһә лә, ғәрләнмәҫ инем был ҡәҙәр. Кеше аша әйттергән хәбәрен. Миңә күренергә оялғандыр. Гөлназ алдында ғәйебем ҙур, булдыра алһа, ғәфү итһен, тип әйтергә ҡушҡан.

— Ишкән икән ишәк сумарын егетең. — Гөлназды бүлдермәй тыңлаған Ильяс, башҡа һүҙ таба алмағанлыҡтан, теленә килгәнен әйтте.

— Ильяс ағай, һин миңә ҡарағанда күпкә өлкәнерәк, әйт әле, ниндәй кәңәш бирер инең?

Йәш айырмаһы булһа ла, мөхәббәт өлкәһендә Ильястың тәжрибәһе Гөлназдыҡына ҡарағанда әллә ни ҙур түгел. Шуға күрә Ильяс, күп уйлап тормай, былай тине:

— Онот. Бүтән егеттәр бөткәндер шул. Башың йәш, әллә кемдәр менән йөрөрһөң әле.

— Әсәйем дә шулай, ти. Күҙ көйөгө булып, өйҙә буҙлап ултырма, тип Биккенәгә ҡыуып ебәрҙе. Эшеңдә бул, ти.

— Дөрөҫ әйткән. Әсәйеңде генә тыңлап йөрөһәң, яңылышмаҫһың.

Гөлназ Ильястың төрттөрөбөрәк әйтеүенә иғтибар итмәне, үҙенекен төпсөндө.

— Бер ни һораһам, асыуланмаҫһыңмы? — Уйламаған ерҙән клубҡа килеп ингән ауылдаш ағаһына асылып китеп, үҙенең йөрәк серҙәрен сисеп, бойоҡ күңелен бүҫкәрткәндән һуң, уның да хәлен белешкеһе килде Гөлназдың.

— Һора һуң.

— Миләүшә апайҙы яратаһыңмы?

— Яратам. — Егеттең бит остарына һиҙелер-һиҙелмәҫ алһыулыҡ йүгерҙе, башын аҫҡа эйҙе.

— Һеҙ ниндәй бәхетле!

Ильястың быға тиклем бер кем алдында ла былай асылғаны юҡ ине. Әле бынау себен теймәҫ сер итер ҡыҙ алдында ебене лә төштө. Ауыҙынан «яратам» тигән һүҙҙең нисек ысҡынғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. «Артығын ҡылана түгелме һуң был ҡыҙый? Минең кем менән йөрөүемдә уның ни эше бар? — Егеттең асыуы килде. — Әллә ни әйттерер йә. Былай ҙа һытылырға тора. Ҡырынлап китһә, тотоп та тыйып булмаҫ. Яҡшы саҡта тайырға кәрәк бынан».

— Ярай, мин киттем.

— Мин дә ҡайтам! — Гөлназ ашығып кейенергә кереште.

— Тышта һыуыҡ, өшөрһөң. Биккенәлә йоҡлап ҡал.

— Бында бер минут та ҡалғым килмәй.

Ильяс ҡыҙҙы тыңлата алманы, үҙенә эйәртергә мәжбүр булды. Ниңә эйәрткәненә үкенеп бөтә алманы, юл буйы мыжып ҡолағын тондороп бөттө. Үҙенең яңы моронлап килгән йәшлек хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаған «нимуй» егетте бер туҙып әрләне. Ара-тирә «үлтертә бит ул», «эсте ҡатырта бит ул» тип ҡыҫтырып ебәрергә лә онотманы.

Миләүшәнең ҡайтыуын да Ильясҡа ул еткерҙе.

Һағыныуы еткән булғандыр, күрәһең, — Миләүшә ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ильяс ишектә күренеү менән, Фәғилә апайҙан да тартынып тормай, уға һырылды. Егет ҡыйынһынды, ташып барған хистәрен көс-хәл менән ауыҙлыҡланы, күҙ ҡырыйы менән иҙән уртаһында ни эшләргә лә белмәй аңшайып ҡатып ҡалған ҡатынға ҡарап-ҡарап алды. Фәғилә апай зирәк ҡатын икән, тиҙ генә йыйынды ла, йәштәргә ҡамасауламаҫ өсөн, күршеләргә кис ултырырға сығып китте. Күңелдәре булғансы үбешкәс, егет һораулы ҡараштарын ҡыҙға төбәне. Һөйгәненең нимә белергә теләгәнен һүҙһеҙ ҙә аңлаған Миләүшә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә баш ҡаҡты.

— Тик йәйгә тиклем көтәйек.

Егет ҡолағын һағайтты.

— Ниңә?

— Өйләнешкәс тә сығып китербеҙ. — Ҡыҙ, Ильястың һорағанын да көтмәй, ҡайҙа икәнлеген үҙе асыҡланы. — Ҡалаға.

— Ауыл нимәһе менән оҡшамай? — Ильяс үҙе лә һиҙмәй тауышын күтәрә төштө. — Һин дә, минең һымаҡ, ауыл балаһы түгелме һуң?

— Оҡшамай тимәйем бит әле... — Ҡыҙ ыҡ-мыҡ итеп башлаған һүҙен дауам итә алмай хитланды. — Ҡалаға етмәй инде барыбер. Газы, һыуы үҙендә. Утын-бесән тип баш ватаһы юҡ. Көн дә мал ҡарарға кәрәкмәй. Ә ауылда...

Намыҫы килгән Ильястың тыңлап бөтөргә сабырлығы етмәне.

— Мин ауылдан бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен. Ҡаланы маҡта ла ауылда тор.

— Ниңә?

Хәҙер ҡыҙ төпсөнөргә тотондо.

— Ҡалала тыным ҡыҫыла минең, һауа етмәй. Аңлайһыңмы, мин — ауыл балаһы, иркенгә өйрәнгәнмен. Туғайҙарға, баҫыуҙарға...

— Мине яратмайһыңмы ни? — Ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш эркелде.

— Яратҡанға күрә баянан бирле кейәүгә сығырға димләйем түгелме һуң?

— Мин риза ла ул, үҙең бит...

— Улай булғас, яңы йыл алдынан килеп алам.

— Ҡышҡа түгел, йәйгә.

Береһе лә һыр бирергә теләмәне, һәр кем үҙенекен ҡайырҙы. Бәхәс төн уртаһына тиклем һуҙылды, ләкин уртаҡ фекергә килә алманылар.

Ҡасан ғына осрашһалар ҙа, хәҙер уларҙың ваҡыты күберәк һүҙ көрәштереп үтә ине. Ике тәкәббер ғишыҡ тотошмаһын икән ул, һис бер-береһен алдарына сығармайҙар. «Ҡала!» — тине ҡыҙ. Егет аяҡ терәп ҡаршы төштө: «Фәҡәт ауыл!» Ҡыҙ һуҙҙы: «Йәйгә». Егет ашыҡтырҙы: «Мотлаҡ яңы йылға». Етмәһә, Ҡорманайҙа ла, Биккенәлә лә: «Оҙаҡламай өйләнешәләр икән», — тигән хәбәр таралғайны. Кеше араһына сыҡтылармы, бер үк һорауҙы биреп йәндәрен үртәйҙәр: «Туйығыҙ ҡасан була?» Ильяс: «Ҡыҙыл ҡар яуғас», — тип ҡотола, ә Миләүшә ни әйтергә лә белмәй, ҡолаҡ остарына ҡәҙәр ҡыҙара. Халыҡ араһында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа киткән быш-быш хәбәр Ильястың әсәһенә лә килеп етте. Ул әкренләп туй хәстәрлеген күрә башланы, магазинға барған һайын буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына бүләктәр ҡараштырҙы, көн дә кис сығып юғалған улына бәхет юраны. Ә егет менән ҡыҙ һаман бер-береһенә баш бирмәне.

Алдан һөйләшеп ҡуйыуҙарына ҡарамаҫтан, бер көндө Миләүшә клубҡа сыҡманы. Хәтһеҙ генә көткәс, Ильяс ҡыҙҙы юллап фатирына барҙы. Барып инһә, аптырап китте. Өйҙә эт бәйләһәң түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Миләүшәнең аяғында — Фәғилә апайҙың аҙбар тирәһенә сыҡҡанда эләктерә торған төплө быймаһы, өҫтөндә — иҫке фуфайка. Баҡтиһәң, Фәғилә апай, донъяһын Миләүшәгә ташлап, күрше райондағы ҡыҙына ҡунаҡҡа киткән икән. Әҙергә бәҙер өйрәнгән ҡыҙ, мәктәптә эшкә әүрәп, өйҙә яңғыҙ икәнлеген бөтөнләй иҫенән сығарған.

— Килеүең ҡалай һәйбәт булды әле, — тине Миләүшә, егеткә мөлдөрәп ҡарап. — Эштең ҡайһы башынан тотонорға ла белмәй аптырап тора инем. — Ул шунда уҡ Ильясҡа эш ҡушты. — Һин ҡыйын булһа ла малдарҙың ашарҙарына һалып ин. Мин мейескә яғып ебәрә һалайым, юҡһа, ҡатып үлмәле бында.

Мал ҡарай йөрөнө, уйлай йөрөнө Ильяс: «Молодец, Фәғилә апай! Оҙағыраҡ ҡунаҡ бул ҡыҙыңда. Аулаҡ!.. Төн беҙҙеке!.. Бәлки... — Уның тәне буйлап ниндәйҙер бер рәхәт йылылыҡ йүгерҙе. — Ишетергә лә теләмәҫ әле ул, никахлашҡас, тип ауыҙҙы ябыр».

Атҡа атланған малайҙай ашҡынып килеп инде Ильяс өйгә. Ишек төбөндәге көл биҙрәһенә саҡ абынып йығылманы.

— Ситкәрәк алып ҡуйырҙар.

— Өлгөрмәнем, — тине плита тирәһендә булашҡан Миләүшә. — Соланға сығар әле.

Был йомош та үтәлде. Ильяс көлдө тышҡа уҡ сығарырға уйлағайны ла, ҡараңғыла ҡайҙа түгергә икәнлеген белмәне. Көндөҙ үҙе ҡарар әле.

Өй йылыныуға аш та беште. Ҡара-ҡаршы ултырып тамаҡ туйҙырҙылар. Һауыт-һабаны йыйыштырып алғас, Миләүшә дәфтәр тикшерергә тотондо, Ильяс телевизор ҡаршыһына барып сүгәләне.

— Дәрес һайын бер үк нәмәне тылҡыйым, балаларға ҡылым төркөмсәләрен төшөндөрә алмайым, — тип уфтанды ҡыҙ. — Әллә үҙем аңлата белмәйем.

— Исем, сифат, алмаш... — Ильяс иҫенә төшкән һүҙ төркөмдәрен атаны. — Нимәгә кәрәге бар һуң уларҙың?

— Миңә лә кәрәкмәй, уҡыу программаһында ҡаралған.

Миләүшәнең эше бөткәнен көтөп, Ильястың күҙе тондо. Ауыҙын ҙур асып, ара-тирә иҫнәп алды.

— Бар ҡайт, һуң бит инде, — тине ҡыҙ.

— Бала-саға ла йоҡларға ятмаҫ боронмо? — тип шаяртты егет.

Дөрөҫ һиҙемләгән Ильяс, Миләүшәнең был хаҡта ишеткеһе лә килмәне.

— Ысын күңелдән яратһаң, минең ризалыҡтан тыш ҡағылмаҫһың, тип ышанам. — Ҡыҙ сисенде лә, утты һүндереп, юрған аҫтына сумды. Һемәйгән егет иһә диванда ултырған килеш йоҡлап китте...

Ул Миләүшәнең төрткөләүенә күҙҙәрен асты.

— Тор, йоҡо сүлмәге! Йәһәтерәк ҡылан, кеше күҙенә эләгеүең бар. Күреп ҡалһалар, ояты ни тора. Фәғилә апайҙы ҡунаҡҡа ебәреп, икәүҙән-икәү аулаҡ яһап яталар, тиерҙәр.

Һил аяҡта Биккенәнән китеп өлгөрә алманы Ильяс. Артынан ҡапҡаны бикләп, бер тына атлауға тыҡрыҡтан ике ҡатын килеп сыҡмаһынмы! «Һауынсылар!..» — тигән уй йүгереп үтте башынан. Ул иҫереккә һабышты, ауыҙ эсенән ниҙер мыңғырлай-мыңғырлай, тегеләр янынан башын баҫып үтеп китте. Ҡатындарҙың береһе, артына боролоп ҡарай-ҡарай, икенсеһенән һораны:

— Иҫерек инде әллә? Кем булды ул?

— Беҙҙең ауылдыҡына оҡшамаған. Ҡорманайҙан Миләүшәгә килеп йөрөүсе егеттер ул. Шунан башҡа кем йөрөһөн таң тишегенән?

Ауылдан сыҡҡас, Ильяс эреле-ваҡлы йондоҙҙар менән нағышланған күккә күҙ атты ла йырлай-йырлай юлын дауам итте.

 

           Һиңә тағы мин бер киләм әле,

           Йондоҙҙарҙа минең эшем юҡ.

           Һине тағы мин бер күрәм әле,

           Һинән башҡа һөйөр кешем юҡ,

           Юҡ, юҡ...

Автор:
Читайте нас: