Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Сентябрь 2023, 09:20

Ҡиблалар буталғанда Повесть (4) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Никахта ла шул ҡәҙәр эсмәһәң, — тип һуҡранды ирен ҡултыҡлаған ҡатын.

Ҡиблалар буталғанда     Повесть (4)    Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (4) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Кискә тағы килеп етте егет һөйгәне янына. Йорт эштәренең осона саҡ сыҡҡан ҡыҙ ғәҙәттәгесә китап-дәфтәрҙәренә күмелеп ултыра ине. Өҫтөн һалғас, Ильяс түргә уҙҙы, телевизор ҡабыҙҙы. Байкал — Амур магистрале хаҡында тапшырыу күрһәтәләр. Һаҡал-мыйыҡтарына бәҫ ҡунған мыҡты кәүҙәле егеттәр... Йыуан-йыуан ҡарағайҙар гөрһөлдәп ергә ауа... Милли кейемдәге ир-аттар  болан егелгән еңел саналарҙа һайт-һайтлап  елдереп үтә...

— Ошо ла булдымы тормош, — тине Ильяс янына килеп баҫҡан Миләүшә. — Мәктәптә эт булып арып ҡайтаһың, ҡайтыуыңа йәнә тауҙай эш көтә. Юғары белемем була тороп, көл түгер, аҙбар таҙартыр хәлем юҡ әле. Кемгә оҡшай, шул йәшәһен ауылда, минән булмай. Ҡалаға китәйек әйҙә.

— Юҡ, тинем бит, нисә тапҡыр ҡабатларға була.

Ҡыҙ мөкиббән китеп телевизор ҡараусы егетте арттан килеп муйынынан ҡосаҡлап алды.

— Һин һәйбәт бит, һүҙемде тыңла инде, — тине ул, һырпаланып.

Егет яурындарын һелкте.

— Асыуымды килтермә, БАМ-ға сыҡтым киттем булыр. Анау бейеп йөрөгән ағайҙарҙың береһе, бәлки, минең буласаҡ ҡайнымдыр әле. — Ул телевизорға ымланы, унда ялт-йолт яныусы усаҡ янында эвенкиҙар күңел аса ине.

— Ҡыҙ үҫтереп көтөп торалар, ти, һинең килгәнеңде... — Миләүшә ирендәрен турһайтты. — Яратмайһыңдыр, яратһаң, шулайтып һөйләнмәҫ инең.

Ильяс өндәшмәне. Бер нәмәне күпме тылҡырға мөмкин, сүбәк сәйнәп май сыҡмай.

Миләүшә йәнә һүҙгә кереште.

— Нәбирә ҡарсыҡ кәрт һалды әле миңә...

Ауылда кеше менән бик аралашмаған, аҡылға еңелерәк бер ҡарсыҡ бар. Әллә нисә улы, ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, яңғыҙы йәшәй. Үҙе лә кешегә йөрөмәй, өйөнә лә кеше керетмәй. Үҙенең әйтеүенә ҡарағанда, ағыулауҙарынан ҡурҡа. Ғүмерҙә өйөн йыйыштырмаһа ла, өҫтөндә керенә ҡырҡылып бөткән кейем булһа ла, пенсияға килтергән ҡағыҙ аҡсаларҙы йыуып киптермәйенсә тотонмай. Шул сәйер ҡарсыҡ күңеле килгәндә үҙенә оҡшаған кешеләрҙең яҙмышын юрай. Әле Миләүшә уның үҙенә кәрт һалғанын иҫенә төшөрҙө.

— Нәбирә ҡарсыҡ ни тине? — Юрау-маҙарға бөтөнләй ышанмаған Ильястың һарыуы ҡайнаны.

— Һаҡ бул, эргәңдә кавалер күренә, тине. Ҡара мыйыҡлы, ти.

Үҙе лә һиҙмәҫтән, Ильяс мыйығын һыйпап ҡуйҙы.

— Нәбирә ҡарсыҡ тағы ни тине?

— Алыҫ юл төшә, тине.

Ильяс урынынан торҙо.

— Нәбирә ҡарсыҡ тағы ни тине?

— Ғүмерең казенный йортта үтә, тине.

Ильяс Миләүшәнең ҡаршыһына барып баҫты:

— Аҡыл өләшкәндә өйҙә булмаған ул ҡарсыҡты күпмегә һатып алдың? — Ул кейенде лә, хушлашып та тормай, иҙән таҡталарын һиңкетә баҫып сығып китте. Ҡыҙ аптырап ҡалды:

— Ильяс...

Урамға сыҡҡас, егет ҡомһоҙланып тәмәке һурҙы. «Ҡатыраҡ бәрелдем, буғай. Ярар, аҡыл булыр. — Ул Фәғилә апайҙарҙың өйө яғына боролоп ҡараны. — Ҡара һин уны, хәҙерҙән үк үҙ һүҙен һүҙ итмәксе, өйләнгәс ни ҡыланмаҫ. Гел генә уныңса булмаһын әле... Ниңә уның һүҙенә ҡарарға, алырға ла ҡайтырға кәрәк. Ризалығын бирмәһә? Ана шул-шул, ризалығын бирмәй. Бына бер ғиллә!» Ул ҡулын һелтәне лә, донъяла бер ғәме лә булмаған әҙәмдәй, һыҙғыра-һыҙғыра клубҡа китте. «Үлтертә бит ул» (хәҙер ул Гөлназды шаяртып шулай тип йөрөтә ине) клубты бикләмәһә, уның менән һөйләшеп булһа ла күңелен баҫыр.

Гөлназ ағаһының кәйефһеҙ икәнлеген шунда уҡ һиҙеп алды.

— Миләүшә апай өйҙә юҡмы әллә?  — тип һораны гәзит-журналдар төпләмәләре ятҡан өҫтәлгә килеп ултырған егеттән, башҡалар ишетмәҫлек итеп.

— Өйҙә...

Гөлназ тағы ла нимәлер һорарға иткәйне лә, Ильяс тәүге һорауына теләр-теләмәҫ кенә яуап биргәс, ҡыйманы, үҙ эше менән булды. Егет ике күҙен журналдан алмаһа ла, уйҙары менән һөйгәне янында ине. «Һаман илаймы икән? Илаһын, күҙе ҡара булыр». Ул башын күтәрҙе, ҡарашы гәзит төпләүсе Гөлназға төштө. Ҡара әле, һөйкөмлө генә ҡыҙ икән дә баһа был «эсте ҡатырта бит ул». Ҡаштары ҡыйғас, ирендәре күперелеп тора, бәләкәс кенә ауыҙы ҡуңыр йөҙөнә ҡалай килешә. Ҡапыл егеттең башына дыуамал уй килде: «Барлы-юҡлы абруйымды төшөрөп, нишләп Миләүшәгә инәләм әле? Ҡаршымдағы ҡыҙ унан ни ере менән кәм? Килмәгән ере юҡ. Гөлназға тәҡдим яһап ҡарағанда... — Ильястың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, йөрәге дарҫлап типте. — Кит, нәфсеңде һуҙма, бала ғына бит әле. Яңылышаһың, туған, һөйөү утында янырға өлгөргән инде ул. Теге көндө үҙен хурлыҡҡа ҡалдырған егетте нисек әрләгәнен оноттоңмо ни?»

Ильяс, ҡыҙҙы өркөтөүҙән ҡурҡҡандай, уға ипләп кенә һүҙ ҡатты:

— Гөлназ...

Ҡыҙ ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып егеткә баҡты, бит остарын соҡорландырып йылмайҙы.

— Тыңлайым, Ильяс ағай.

— Юҡ та... — Егет, иҫәр кешеләй, ауыҙын йырҙы.

— Бөгөн әллә нимә булған ул һиңә.

Бер нәмә лә төшөнмәгән ҡыҙ Ильястың әлеге ҡылығын шулай баһаланы.

Ҡыҙҙарҙың хәтере ҡыҫҡа, тигән булалар. Төптө дөрөҫ түгел. Гөлназ да Ильястың клубта ҡаңғырып ултырыуын күңеленән сығарманы. Бер нисә көн үткәс, яйын тура килтереп, тел осонда торған һорауын бирҙе:

— Ильяс ағай, теге көн ни әйтергә теләгәйнең ул?

Егет ҡыҙҙың ни хаҡында белешергә теләүен шунда уҡ аңғарҙы. Уның йөрәге земберләп ҡуйҙы.

— Берәй заман әйтермен әле. Ҡолағыңа ғына, — тине серле итеп.

Ҡыҙҙың күҙҙәре баҙланы.

— Үлтертә бит ул ошо Ильяс ағай.

Яңы йылға аҙна самаһы ҡалғас, Ильяс әсәһен хафаға төшөрҙө.

— Әсәй, кискелеккә ашыңды мул итеп һал, кәләш алып киләм.

— Алданыраҡ әйтһәң булмай инеме ни? Телеңде үтескә алмағанһыңдыр бит, — тип һуҡранып тороп ҡалды әсә улы артынан.

Ильяс менән Миләүшә һаман да тартҡылаша ине. Егет бүтәнсә һуҙмаҫҡа, тәүәккәлләргә булды. Ат егеп барырға ла әйтергә кәрәк: һине алырға килдем! Инде шунда ла риза булмаһа, үҙенә үпкәләр, өйләнәм тигән кешегә ҡыҙҙар бөтмәгән. Һыҙғыр ғына, артыңдан өйөрҙәре менән эйәрәсәктәр.

Һүҙе һыйырҙай ике иптәше менән Ильяс көнэлгәре һөйләшеп ҡуйғайны. Эңер ҡуйырыр-ҡуйырмаҫтан ат ектеләр ҙә, магазиндан ике шешә араҡы алып сыҡҡас (донъя хәлен белеп булмай, кәрәге сығыуы бар), туры бейәне Биккенә юлына төшөрҙөләр. Юртаҡ атҡа юл ҡыҫҡа. Алдан бригадир менән һөйләшкәнсә, көн оҙон алдынан бесән, һоло өҙөлмәгән туры бейә егеттәрҙе «һә» тигәнсе тейешле ергә алып барып еткерҙе.

Ат туҡтар-туҡтамаҫтан, Ильяс сананан һикереп төштө. Өҫтөн-башын ҡаҡҡылағас, күкрәген тултырып тын алды ла Фәғилә апайҙарҙың ишеген асты. Атты һаҡлап ҡапҡа төбөндә ҡалған егеттәр артынан ҡысҡырҙы:

— Оҙаҡ мыштырлама!

— Мәгәрис эсергә тамаҡ ҡытҡылдай...

Фәғилә апай менән Миләүшә сәй эсеп ултыра ине. Ильясты ла табынға саҡырҙылар. Егет әҙәпле генә баш тартты.

— Эскем килмәй, рәхмәт.

— Рәхмәтте эскәс әйтерһең, — тине Фәғилә апай.

Ильяс килеп ингәс тә ниңәлер күңеле талпынып ҡуйған Миләүшә сәйен ашыҡ-бошоҡ ҡына эсеп бөтөрҙө лә урынынан ҡалҡынды. «Бөгөн бигерәк иртәләгән. Башҡа көндәрҙә ашыҡмай торғайны. Хәйерлегә булһын».

— Миләүшә, кил әле, — тине Ильяс, тулҡынланыуын баҫырға тырышып. Бүреген бер кейҙе, бер систе.

— Һүҙегеҙ булғас, түрге яҡҡа сығып һөйләшегеҙ, бала-саға кеүек ишек төбөндә тормағыҙ. — Табын йыйыштырырға тотонған Фәғилә апай уларға күҙ ташлап алды.

— Кейен, һине алырға килдем, — тип шыбырланы Ильяс ҡыҙҙың ҡолағына.

— Ҡайҙа?

— Үҙебеҙгә алып ҡайтам. — Ҡыҙ ауыҙын асып өлгөргәнсе өҫтәне: — Кәләш итеп.

— Нимә!? — Миләүшә ҡысҡырып ебәрҙе, ҡорт саҡҡандай сәбәләнде. — Үҙ аҡылыңдамы һин?

Нимәлер һиҙенгән Фәғилә апай, эшен ташлап, ашығып кейенә башланы. Ҡобараһы осҡан ҡыҙ уның беләгенә барып йәбеште.

— Апаҡайым, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмә! Башымды харап итәһең.

Тегеһе күндәм генә сисенде, бер-береһенә ашарҙай итеп ҡараған егет менән ҡыҙҙы түр яҡҡа саҡырҙы. Миләүшә — дивандың бер башына, Ильяс икенсе башына барып ултырҙы, хужабикә уларҙың уртаһынан урын алды.

— Арағыҙға ҡыҫыла, тимәһәгеҙ, әйтәһе һүҙем бар. — Фәғилә апай башта егеткә, унан ҡыҙға боролоп ҡараны. — Алдан һөйләшеп килешмәгәйнегеҙме ни, ниңә ҡысҡырышаһығыҙ?

— Килешкәйнек тә ул. Миләүшә сыпраңлай бит.

— Алдашма! — Ҡыҙҙың тауышы ҡалтырай ине. — Мин һиңә, йәйгә генә кейәүгә сығасаҡмын, тинем. Унда ла өҙөп кенә әйтмәнем әле.

— Йәй ни, ҡыш ни, ниндәй айырмаһы бар һуң? — Ильяс кеҫәһенән тәмәке сығарҙы ла, хужабикәгә күҙ ташлап алғас, кире тыҡты.

— Бар шул. Әйттем дәһә...

— Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен ебәреп йәмһеҙләшмәгеҙ. Матур ғына аңлашығыҙ. — Фәғилә апай кейенде лә ишеккә йүнәлде. Был юлы уны тыйыусы булманы. — Киткәндә, ишекте йоҙаҡлап, асҡысты урынына ҡуйығыҙ. — Быныһын ул Миләүшәгә ҡарап әйтте.

Егет менән ҡыҙ, турһайышып, иҙәнгә текләп ултырып ҡалды.

— Көтәләр. Тышта — егеүле ат... Өйҙә — әсәй менән атай... — Ильяс арҡаһын диванға терәне.

— Оят... Кеше күҙенә нисек күренермен? Фәғилә апай бөтөн ауылды тултырыр инде. — Миләүшә битен устары менән ҡапланы.

— Үҙең ғәйепле. — Ильяс шылып ултырҙы ла ҡулын ҡыҙҙың яурынына һалды. — Яратмайһың, ахыры, һин мине. Яратһаң, былай ҡыланмаҫ инең.

— Һин үҙең яратмайһың. Яратһаң, минең һүҙгә лә ҡолаҡ һалыр инең.

Ильяс сыра кеүек тоҡанды. Урынынан тороп баҫты ла, ишекле-түрле бер йөрөп әйләнгәс, Миләүшә ҡаршыһына килеп баҫты.

— Ҡала тип тешең төштө лә баһа. Ярай, һинеңсә булһын, китербеҙ ҡалаңа. — Ул сөйҙән алып ҡыҙҙың пальтоһын диванға һалды. — Кейен дә — киттек!

Тегеһе урынынан ҡуҙғалманы.

— Йәйгә.

Ҡаны ҡыҙған Ильяс башын тотоп диванға сүгәләне.

— Кирегә бөткән ниндәй кеше һуң ул һин?

Фәғилә апай урап ҡайтҡанда ла улар аңлашмағайны әле.

— Бәйләй башлаған ойоҡбашым бар ине, шуны алып сығайым тигәйнем. — Ул үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә аҡтарынды. — Ҡул эше тотмағас, ваҡыт үткәреүе ҡыйын.

Һәр нәмәнең сиге була. Ильястың да сыҙамлығы бөттө. Ул бүреген алды ла, башын ғорур тоторға тырышып, шартлата баҫып сығып китте. Бер һүҙ ҙә әйтмәне. Миләүшәгә лә, Фәғилә апайға ла. Тегеләр ни уйларға ла белмәй аптырап тороп ҡалды.

Ғәрлегенән ҡаты бер төйөн килеп тығылды Ильястың тамағына. Ул, үҙен көтөп алйыған егеттәрҙең өндәшеүенә лә иғтибар итмәй, урам буйлап атланы. Шулай аңҡы-тиңке бара биргәс, бүреген сисеп бер яҡҡа быраҡтырҙы ла ҡойма буйындағы көрткә башы менән ҡаҙалды. Артынан ат менән килеп еткән егеттәр, сананан төшә һалып, уны аяҡҡа баҫтырҙы. Сәсендәге ҡарҙы ҡағып төшөргәс, бүреген эҙләп табып кейҙерҙеләр. Ильястың бите еүеш ине, әллә ҡар ирей, әллә күҙ йәштәре — аңламанылар. Егеттәр аптыранып һөйләнде:

— Иҫәрләнмә әле, үҙеңде ҡулға ал!

— Кәләш ҡуйынына инәм тигәндә генә һалҡын алдырыуың бар.

Ниһайәт, Ильяс та ауыҙ асып һүҙ әйтерлек халәткә килде.

— Һеҙҙе юҡҡа мәшәҡәтләнем. Миләүшә кейәүгә сығырға риза түгел.

Егеттәр төпсөнөргә ҡыйманы. Улар уның хәлен былай ҙа аңлап тора ине.

— Ултыр.

Ҡайҙа барыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынманы Ильяс. Ҡайҙа барһалар ҙа, уның өсөн барыбер ине хәҙер.

Ат клуб ҡапҡаһына барып төртөлдө. Дөбөр-шатыр килеп клубҡа ингәс, егеттәрҙең береһе Гөлназдан стакан таптырып алды. Аллы-артлы сәхнә артына үттеләр. Өсөһөнә бер яртыны бушатҡас, тәмәке ҡабыҙҙылар. Төтөн һурған арала быш-быш килеп бәхәсләштеләр, ара-тирә ҡысҡырып көлөшөп тә алдылар. Гөлназдың ҡолағына уларҙың «Хәл иттек!» тигән һүҙҙәре генә салынып ҡалды. Әһәмиәт бирмәне, тағы ла араҡы эҙләйҙәрҙер, тип уйланы ла ҡуйҙы. Юҡҡа...

— Ҡайтаһыңмы, беҙ ат менән килдек, — тине егеттәрҙең береһе Гөлназға стаканды кире ҡайтарғанда.

Ҡыҙ икеләнде. Клубта кеше байтаҡ: берәүҙәр гәзит-журнал аҡтара, икенселәр шахмат уйнай. Үҙенең ауылдаштарынан да ҡалғыһы килмәне. Кеше таралышҡас бикләрһең, тип асҡысты кемгәлер ҡалдырҙы ла егеттәргә эйәреп урамға сыҡты. Гөлназды уртаға алдылар ҙа атты ҡайтыр юлға борҙолар. Туры бейә, ниндәй эш артынан йөрөгәнен һиҙенгәндәй, һыртына сыбыртҡы төшкәнен дә көтмәй, ҡойроҡ төрөп юртты.

Ҡорманайға етер алдынан Ильяс туҡтарға ҡушты.

— Нимә ҡарап бараһығыҙ, ҡамыт бауы һүтелгән бит.

Һүтелмәгән бауҙы һүтеп яңынан тартып бәйләнеләр, арҡалыҡты күтәрҙеләр. Шул арала Ильяс һуңғы күрһәтмәләрен биреп өлгөрҙө.

— Барып туҡтағас та берегеҙ ҡапҡаға баҫа, икенсегеҙ өйгә йүгерә. Ҡалғанын үҙем яйлармын.

Ауылға ингәс, егеттәр атты бар көсөнә ҡыуҙы. Урамда осраған йәш-елкенсәк, ылауға юл биреп, ситкә саҡ тайпылып өлгөрҙө. Ильястарҙы әллә ҡасанан бирле көтәләр ине. Атаһы ҡарҙы көрәп, оло ҡапҡаны асып уҡ ҡуйғайны. Бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ишек алдына үттеләр. Ни булғанын да аңларға өлгөрмәгән Гөлназды Ильяс еңел генә күтәреп алды ла йүгерә-атлай өйгә алып инеп китте. Ҡыҙ сәбәләнергә лә өлгөрмәй ҡалды хатта. Ул иҫенә килгәндә Ильястың әсәһе килтереп һалған ап-аҡ мендәр өҫтөндә баҫып тора ине инде.

Бер ҡыҙ артынан китеп икенсе ҡыҙ алып ҡайтты ана шулай Ильяс.

Егеттәр, тейешле әжерен алғас, атты илтеп туғарыр алдынан клубҡа һуғылдылар, ҡайҙан ҡайтып килеүҙәрен төкөрөктәрен сәсә-сәсә бәйән иттеләр. Миләүшәнең нисек һемәйеп ҡалыуын, Гөлназды нисек оҫта төп башына ултыртыуҙарын бәйнә-бәйнә һөйләнеләр. Клубта биккенәләр ҙә бар ине. Улары хәбәрҙе эҫе мәлендә түкмәй-сәсмәй ауылдарына алып ҡайтып еткерҙе.

Ильяс туҙынып сығып киткәс, Миләүшә, йәненә урын тапмай, осрамаҫмы икән тип, клубҡа барғайны. Һөйгәненең кәләш алыуын шунда белде. Ишетһен тигәндәй, юрый ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләнеләр. Бәлки, ул тиклем ҡысҡырмағандарҙыр ҙа, һәр хәлдә Миләүшәгә шулай тойолдо. Ул, күҙ йәштәренә быуылып, абына-һөрөнә сығып йүгерҙе. Ҡолағында клубта ишеткән һүҙҙәр өҙлөкһөҙ сыңланы: «Ну, шәп итте үҙен Ильяс! Маһайып йөрөһәң, шулай була ул!» Аяҡ аҫтында шығырлаған ҡар ҙа үсекләгәндәй тойолдо: «Шәп итте...», «Шулай була ул...», «Шәп итте...», «Шулай була ул...» Миләүшә уның һайын ҡайҙа барғанын да белмәй, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ярһып атланы ла атланы. Һөрлөгөп эләгеп йығылһа, тора һалып, юлын дауам итте. Әйтерһең, кемдер артынан ҡыуа сыҡҡан. Бына-бына ҡыуып етер ҙә кире борор.

Вәғәҙәләшеп бөткәс кенә һөйгән йәреңде бөтә ғаләм алдында һалдырып алһындар әле! Кем тиң әле? Әҙәмсә һөйләшә лә белмәгән бер йыбытҡы. Миңә һиҙҙермәй генә электән үк йөрөнөләрме икән ни? Бәлки, был хәбәр ялғандыр, был ни эшләр икән, тип егеттәр шаяртҡан ғыналыр? Аһ, шулай ғына булһасы! Булмаһа?.. Ул сағында инде... Үҙен әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырған Ильястың йөҙөнә ласҡылдатып төкөрәсәк! Ә тегеһенең сәсен бөртөкләп йолҡасаҡ!

Миләүшә хәтһеҙ ер киткәс кенә иҫенә килде. Туҡта, ҡайҙа китеп бара һуң әле ул? Ҡыҙ алан-йолан тирә-яғына ҡаранды. Ҡола ялан... Ап-аҡ ҡар... Ҡарға күмелгән эҫкерттәр... Дөм-ҡараңғы төн... Бәй, Ҡорманайға етеп килә түгелме һуң? Алыҫтан тоноҡ ҡына булып ауыл уттары ла күренеп ҡала. Башҡа ваҡыт булһа, бындай ҡараңғы төндә яңғыҙы ғына йөрөргә ҡурҡыр ине, ә хәҙер уға барыбер. Барырға!  Асыҡларға! Теге икәүҙең өйләнешеүҙәре раҫланһа, тәҙрәләрен ҡойоп ҡайтырға кәрәк. Һөйөшөп ятмаһындар әле, донъяла Миләүшә атлы ҡыҙ барлығын да иҫкә төшөрһөндәр.

Үҙенә кәрәкле өйгә етәрәк, Миләүшә аҙымдарын әкренәйтте. Ҡоймаға һөйәлгәс, тирә-яҡҡа һағайыулы ҡараш ташланы. «Дөп... Дөп...» Ҡыҙҙың ҡото ботона китте, быуындары йомшаны. Әллә артынан берәйһе күҙәтеп йөрөймө? Юҡ икән дә, йөрәге шулай күкрәк ситлеген емереп сығырҙай булып ярһып тибә... Төнгө урам тып-тын, кеше-ҡара күренмәй. Бер аҙҙан Ильястарҙың ҡапҡаһынан һөйләнә-һөйләнә ир менән ҡатын сыҡты. Ҡыҙ ҡоймаға һылашты: «Ярай әле, туҡтарға башым етте. Маңлайға маңлай бәрелешә инек».

— Никахта ла шул ҡәҙәр эсмәһәң, — тип һуҡранды ирен ҡултыҡлаған ҡатын.

— Ҡоҙаның күңелен күрәйем тигәнсе, үҙем иҫергәнмен дә ҡуйғанмын, — тине ир.

Миләүшәнең йөрәгенә шом төштө: «Былай булғас, Ильястың өйләнеүе хаҡ». Ул, ир менән ҡатын урам аша үтеп кемдәргәлер инеп киткәс, боҫҡан урынынан сыҡты, өй тапҡырына килеп баҫты. «Күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәсәкмен хәҙер мин һеҙгә!» Ҡатыраҡ нәмә эҙләп, аяҡ аҫтын ҡараштырҙы, ләкин эҙләгәнен тапманы. Бейәләйҙәрен һалып, устарында ҡар ҙа йомарлап ҡараны, һалҡын булғанлыҡтан, уныһы йомарланманы. Ҡыҙ йәйгә үҙе килен булып төшөргә йыйынған өйгә күҙҙәре талғансы ҡарап торҙо, битенән сөбөрләп йәштәре аҡты...

Ә өйҙә... Өйҙә Ильяс менән Гөлназ икеһе генә ине. Ильяс кәләшенең ҡолағына бышылданы:

— Гөлназ, иҫеңдәме, бер көндө Биккенәлә клубта минән, нимә әйтергә теләгәйнең ул, тип һорағайның. Әйтәм: мин һине яратам!

— Үлтертә бит ул ошо Ильяс ағай.

Ҡапыл Ильястың ҡолағында шишмә сылтырауын хәтерләткән үтә лә таныш  нәзәкәтле йыр сыңлап киткәндәй булды: «Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ...» «Әллә һаташам инде, — тип уйлап ҡуйҙы кәләше ҡуйынында ятҡан Ильяс. — Миләүшә тауышы. Бына бер әкәмәт».

Һаташмай ине Ильяс. Йырҙы Миләүшә йырланы. Ҡорманайҙан киткәндә артына боролоп ҡарай-ҡарай йырланы:

 

                     Өҙөлөп һөйгән йәрҙәр барыбер ятҡа ҡала,

                     Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ...

Автор:
Читайте нас: