Өсөнсө сәхифә
Кешегә ҡалған көнөң — ҡараңғы төнөң
Айҙарҙың иң яратмағаны — көтөү һәм кешегә ялыныу. Көтөргә өйрәнмәгән ул, бойорорға һәм талап итергә генә ғәҙәтләнгән. Ә бөгөн көтә-көтә көтөк булды. Кемде бит әле! Ене кеүек күргән кешене! Йөҙ һыуымды түгеп, бер заман Уралға баш эйеп барырмын, тигән уй ике ятып бер төшөнә ингәне юҡ ине уның. Донъя — ҡуласа, уйламағанда-көтмәгәндә бер килтереп баҫа. Айҙар Уралды үҙе эҙләп тапты. Башта һәүетемсә генә һөйләшкән кеше, Айҙарҙың үҙенә көнө төшкәнлеген аңғарып алғас та, тәртәһен борҙо ла ҡуйҙы. Ресторанда сәғәт буйы һөйләшеп ултырыу ҙа бушҡа ваҡыт уҙғарыу, аҡсаны елгә осороу ғына булды. Айырылышыр алдынан ғына, әллә ҡыҙмаса баштан, әллә Айҙарҙы ҡыҙғанып, ыҡҡа килгәндәй итте. «Риза булһам, хәбәр итермен», — тине, телен саҡ көрмәлдереп.
Улар Башҡортостан ауыл хужалығы институтында бергә уҡыны. Ырымбур яҡтарынан килгән, урлап ҡаймаҡ ашаған бесәйҙеке кеүек күҙе-башы уйнаҡлап торған, ятаҡта ла, институтта ла үҙен бәйелһеҙ тотҡан, килде-китте һөйләшкән оҙон буйлы был егетте Айҙар нишләптер тәүге көндәрҙән үк үҙ итә алманы. Лекцияларҙа уҡытыусыларға урынлы-урынһыҙ һорау биреү, белһә-белмәһә лә иптәштәренең әңгәмәһенә ҡыҫылыу, урамда осраған ҡыҙҙарға тиктомалдан бәйләнеү уға бер ни тормай. Әйтһәң, яратмай, ҡыҫылмағыҙ, үҙем беләм, тип кенә ебәрә. Етмәһә, икеһе бер ҡыҙ артынан йөрөп көлкөгә ҡалдылар. Ну, ҡыҙыҡ итте лә һуң ҡыҙ үҙҙәрен дә! Бөтә ятаҡ эсен тырнап көлдө. Егеттәрҙе һуғыштырғансы алмаш-тилмәш осрашып йөрөнө лә берҙән-бер көндө юҡҡа сыҡты. Айҙар — Уралға, Урал Айҙарға теш ҡайраны: «Һин генә ғәйепле! Араға кермәһәң, ҡыҙ минеке була ине».
Институтты тамамлағандан һуң уларҙың осрашҡандары булманы. Ҡайһыһы ҡайҙа таралған курсташтарының һөйләүҙәре буйынса, Уралдың ауыл хужалығын ташлауын, хәҙер бизнес менән шөғөлләнеүен ишетеп белә ине Айҙар, йәғни «яңы башҡорт». Айҙар уны Н. ҡалаһынан барып тапты. Ниндәйҙер фирманың президенты икән. Күпме генә төпсөнмәһен, уның ни менән шөғөлләнгәнен аныҡ ҡына белә алманы. Ҡолас йәйеп ҡаршы алһа ла, бик асылманы. Ни тура килә, шуның менән һатыу итәбеҙ, тиеүҙән уҙманы. Уныһы Айҙар өсөн әллә ни әһәмиәтле түгел, миңә тимәгәйе атом бомбаһы менән һатыу итһен, тик ышаныс ҡағыҙы ғына яҙып бирһен.
Йөрөп ҡайтҡанына ярты ай, теге хәсрәттең һаман хәбәр-хәтере юҡ. Айҙар үкенеп бөтә алманы: «Башҡортостандың бер сигенән икенсе сигенә юҡҡа машина ҡыуҙым, буғай. Әллә инәлтә, әллә ҡурҡа. Икеһе лә барҙыр инде. Уйын эш түгел бит. Уға ышанып ятҡансы, башҡа варианттарҙы һынап ҡарарға кәрәк».
Кемгә барып баш һалырға белмәй аптырап йөрөгәндә, ниһайәт, күптән көткән хәбәр килде. Район үҙәгендә осрашырға һүҙ ҡуйышҡайнылар. Әле Уралды көтөп ултырыуы. Оҙаҡланы. Тағы күпме көттөрөр? Йомошо төшмәһә, ҡулын һелтәп, әллә ҡасан ҡайтып китер ине. Икмәк ҡорһаҡ артынан йөрөмәй, ҡорһаҡ икмәк артынан йөрөй икән шул. Килһен генә, күпме кәрәк шул ҡәҙәр көтөргә риза Айҙар. Тик бына көпә-көндөҙ, бар эшенең осона сыҡҡан кешеләй, машинала ултырыу ғына уңайһыҙ. Таныштары йөҙәтте. Береһе лә баш ҡағып ҡына үтмәй, мотлаҡ килеп күрешә, хәл-әхүәлен һораша. Әйтерһең, өсөнсө көн генә кәңәшмәлә бергә булмағандар, тәнәфестә күмәкләшеп тәмәке көйрәтеп тормағандар. Уларынан ҡурҡмай Айҙар — район хакимиәте башлығы Иштимер Рафиҡович килеп сыға күрмәһен. Башҡалар һымаҡ, сөсөләнеп маташмаҫ, шунда уҡ бәйләнер: ««ер йомошһоҙ район юлын тапамағыҙ, тип күпме әйтергә була. Марш колхозыңа!»
Көтмәгәндә яуа башлаған ямғыр Айҙарҙы тамам ярһытты. Башҡа ваҡыт булһа, ҡыуанып бөтә алмаҫ, игендәрҙең яңы баш күтәреп килгән сағы, яу-яу, ямғырым, тип теләр, устарын тамсылар аҫтында тотоп кинәнер ине. Әле, өҫтө еүешләнеүҙән ҡурҡып, ишекте шартлатып япты ла машинаһына бикләнде. Үткенсе ямғыр булды, ахырыһы, ҡайҙалыр ашыҡҡандай, үтеп тә китте. Айҙар еңел һуланы. Ултыра торғас, йоҡомһораны...
Ул өҙөп-өҙөп машина ҡысҡыртҡан тауышҡа күҙҙәрен асты. Ҡараһа, ҡаршыһына «Тойота» килеп туҡтаған. Руль артында — ул күҙ ҙә ҡаш көткән Урал. Айҙар ашығып машинаһының ишеген асты. Ҡунаҡ урынынан ҡуҙғалманы, тәҙрә аша ғына ҡулын һуҙҙы.
— Йәһәннәмдең үҙендә йәшәйһең икән, килә-килә күҙ тондо. — Урал галстугын бушатты.
— Алыҫыраҡ шул, — тине Айҙар ғәйепле бер төҫ менән, баҫҡан урынында тапанып.
— Тамаҡ кипте. Ҡана, ҡымыҙыңды сығар әле.
— Беҙҙә ҡымыҙ бешмәйҙәр.
Уралдың йөҙө боҙолдо.
— Ҡымыҙ бешерлек тә ат бәйләмәгәс, колхоз председателе булып йөрөүең ҡороһон!
«Ҡымыҙ бешер өсөн ат түгел, ә бейә бәйләйҙәр. Шуны ла айырмайһың. Их, һин, ауыл балаһы!» — Айҙар асыуын йөҙөнә сығарманы, эсенә йотто.
— Ашхана эргәлә генә. Газлы һыу эсеп сығайыҡ. Әлегә... — Айҙар һуңғы һүҙгә баҫым яһабыраҡ әйтте, әммә тегеһе иғтибар итмәне.
— Инәбеҙме, әллә ауылға тиклем түҙәбеҙме, Света?
Шунда ғына Айҙар Уралдың яңғыҙ түгеллеген шәйләне. Уның эргәһендә һары сәсле, ҡыҙыл иренле, аҡ беләкле ҡатын-ҡыҙ ултыра ине. «Ҡатынымы? Һөйәркәһеме? — Айҙарҙың мейеһен шундай уй телеп үтте. Ул эстән генә үҙен-үҙе әрләне. — Һинең өсөн барыбер түгелме ни? Ҡунаҡтарыңды тиҙерәк алып китеү яғын ҡара. Бында күпме һерәйеп торорға мөмкин?»
Света иңбаштарын һикертте: минең өсөн барыбер, йәнәһе, үҙең ҡара.
— Аллаға тапшырып, ҡуҙғалдыҡ улайһа. — Урал моторҙы ҡабыҙҙы.
— Минең арттан ҡалма.
— Тағы күпме барырға?
— Утыҙ километр самаһы.
Район үҙәгенең бормалы урамдарын үткәс, Айҙар тиҙлекте арттырҙы. Урал уның артынан күндәм генә эйәреп барырға теләмәне, бер нисә тапҡыр уны уҙып китте, юл таныш булмағас, Айҙарҙы яңынан алға үткәрҙе. «Һаман элекке ғәҙәтен ҡыуа. Алдына бер кемде лә сығарғыһы килмәй».
Оло юлдан үҙҙәренең яғына боролғас, уның күҙенә ҡыуаҡтар араһынан ҡулын болғай-болғай сығып килеүсе ир-ат салынды. Айҙар туҡтаманы. «Бөтмәҫ бында әтрәгәләмдәр. — Бер аҙ барғас, юл сатында ҡулын болғап баҫып тороп ҡалған кешене сырамытҡандай итте. — Ильяс булды шикелле. Ошо арала ҡайтырға тейеш, тип һөйләнә ине атаһы. Ауылға машина көтөп тороуылыр. Таныһа, туҡтамаған өсөн бер туҙып һүгәлер. Бында килеп еткәс, ҡайтырға рәтен табыр әле. Уның ҡайғыһы юҡ».
Оҙаҡламай алда ауыл күренде. «Волга» менән «Тойота» аллы-артлы колхоз идараһы янына килеп туҡтаны.
— Килгәс-килгәс, минең кабинетты ла күреп китегеҙ, Урал Мөҙәрисович. — Айҙар ҙурлап өндәште.
— Әлбиттә.
— Һинең офис менән беҙҙең колхоз идараһын сағыштырып булмай инде. Ни хәл итәһең, юрғаныңа ҡарап аяҡты һуҙаһың.
— Меҫкенләнмә, бындай бина күптәргә тәтемәй әле.
Света машинала ҡалды, Урал Айҙар артынан эйәрҙе. Төш ваҡыты булғанлыҡтан, идарала бер кем дә юҡ ине. Айҙар кабинетын үҙ асҡысы менән асты. Ул кәрәкле ҡағыҙҙы ҡулға төшөрөргә лә, ашатып-эсергәс, ҡунағын тиҙерәк оҙатыу яғын ҡарарға уйлап тора ине. Ләкин тегеһе ашыҡманы, түшен киреп, башын артҡа саңҡайтып, ҡулдарын йәйеп ебәреп ултырып алды ла белдекле ҡиәфәт менән колхоз хәлдәрен һорашырға тотоноп китте. Әйтерһең, район хакимиәтенән йәки ауыл хужалығы идаралығынан махсус килгән.
— Сәсеү нисек үтте?
— Эшләүе ҡыйын хәҙер. Осон осҡа ялғап саҡ көн күрәбеҙ. Элек бер ҡайғы белмәгәнбеҙ икән. Нимәгә тотонһаң, шул юҡ. ГСМ еткерә алмай баш ҡатты. Самай сәсә торған ваҡытта ике көн кәрәсинһеҙ ултырҙыҡ. Техниканың да рәте-сираты ҡалманы — ныҡ туҙҙы. Биш-алты йыл булалыр инде, бер яңы комбайн, машина, трактор алғаныбыҙ юҡ. Баҫыуҙарҙың ашы бөттө. Агроном булғас, үҙең беләһең, беҙҙең яландарҙа ашламаһыҙ уңышҡа өмөт бағлауы ҡыйын. Ярай, быйылға этеп-төртөп тигәндәй сәсеүҙе үткәреп ебәрҙек. Үҫмәгән иген иҫәбенә ГСМ-ын да, бер аҙ ашламаһын да бирҙеләр. Муйындан бурысҡа баттыҡ. Үҙебеҙҙең аласаҡ бар барлығын былай. Былтыр тапшырған иген, сөгөлдөр өсөн әле булһа иҫәпләшеп бөтмәгәндәр. Киләсәктә ни эшләрбеҙ, бер кем бер нәмә белмәй. Аптыраҡ...
— Юлда ҡарап килдем, бер ҙә зарланырлыҡ түгел хәлдәрегеҙ. — Урал турайып ултырҙы, пинжәк төймәләрен ҡаптырҙы. — Баҫыуҙарығыҙ эшкәртелгән, йәм-йәшел булып ята... Яңыраҡ атай ҡарт килеп киткәйне. Ул һөйләп торҙо. Беҙҙә, Ырымбур яҡтарында, колхоз-совхоздарҙы бөтөргәндән бирле баҫыуҙар ташландыҡ хәлдә икән. Аптыраған көндәндер инде, былтыр баҫыуҙарҙы Башҡортостан менән сиктәш күрше колхозға арендаға биргәндәр. Быйыл да улар иген сәскән. Минеңсә, Башҡортостанда күмәк хужалыҡтарҙы тарҡатмай дөрөҫ эшләнеләр.
— Уныһына беҙ ҙә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Колхозсылар, тере аҡса күрмәһә лә, эштән баш тартҡандары юҡ.
Икеһе лә тынып ҡалды. Айҙарҙың юҡ-бар хәбәр һөйләп ваҡытты бушҡа уҙғарғыһы килмәне. Бер ауыҙын асһа, Уралды туҡтатып алыуы ҡыйын. Шуға күрә ул яңынан һүҙгә керешкәнсе, уратып-суратып тормай, туп-тура һораны.
— Урал Мөҙәрисович, доверенность алып килдеңме?
Тегеһе яуаптан ҡасты.
— Һин миңә ололап атайымдың исеме менән өндәшкәс, мин дә шулай мөрәжәғәт итергә тейешмендер инде. — Ул йөҙөнә етди ҡиәфәт сығарҙы. — Айҙар Носратович, ҡулыңды йөрәгеңә ҡуйып, ысын күңелдән әйт әле: ул доверенность һиңә ниңә кәрәк?
Айҙарҙың, әсе борос ҡапҡан әҙәмдеке һымаҡ, сырайы һытылды, көтмәгәндә башына кемдер күҫәк менән тондорған һымаҡ булды.
— Колхоздың былтырҙан ҡалған әҙерәк игене бар. Шуны һатып, комбайндарға запчасть йүнәтеп булмаҫмы, тип уйлағайным.
— Һүҙҙәрең ышандырманы. Тамсы ла. — Урал һынамсыл ҡараны. — Мине алдай алмаҫһың! Аллаға шөкөр, бизнес менән бер бөгөн шөғөлләнмәйем. Аҡса колхозға түгел, һинең үҙеңә кәрәк. Дөрөҫмө?
— Дөрөҫ... — Айҙар танырға мәжбүр булды.
— Шулай икәнен беренсе осрашҡанда уҡ һиҙенгәйнем. Был ни эшләр икән, тип юрый һынаным. Үҙ өйөңдә лә тураһын әйтеп һөйләшергә ҡурҡаһың... Танауыңды төшөрмә, мин һин һораған доверенносты алып килдем. — Колхоз рәйесенең йөҙөнә нур ҡунды. Ҡунаҡ уң ҡулын пинжәгенең түш кеҫәһенә тыға бирҙе лә кире сығарҙы. — Тик бер шарты бар.
— Ниндәй? — Айҙарҙың йөҙө йәнә ҡара көйҙө.
— Миңә лә өлөш сығараһың.
Үҙен тәкәббер тотоуынан, эре һөйләшеүенән Айҙар унан еңел генә ҡотола алмаясағына төшөнгәйне инде. Унан килеп, бындай алыш-биреш ваҡытында аҡсаның теп-теүәл үҙ кеҫәһенә инеп ятмаясағын да, бер аҙының ситкә китәсәген дә аңлай ул. Башһыҙ малай түгел. Урал бөтөнләй тома наҙанға сығарып ташлаһа ла. Был өлкәлә аҙмы-күпме тәжрибә туплаған. Колхоз байлығы менән шаярыуы бер бөгөн түгел. Эште бөтөнләй боҙоп ҡуйыуҙан шөрләп, тешен ҡыҫып булһа ла ризалығын бирҙе.
— Тейешлеһен алырһың... Күпме һорайһың?
— Уныһын һуңынан һөйләшербеҙ. — Урал урынынан торҙо ла, ҡулдарын салбар кеҫәһенә тығып, бүлмә буйлап йөрөй башланы. — Айҙар Носратович, һинең... — ул иҙән уртаһында туҡтап ҡалды, ҡарашын колхоз рәйесенә күсерҙе, — тиндәреңә ҡалған көнөм юҡ минең. Белгең килһә, минең ҡулдар аша көн һайын миллиардтар үтә. Тәртибе шулай, шуға һорауым. Тотолһаң, һин генә түгел, мин дә яуап тотасаҡмын. Адвокат ялларға тура килһә, расходын ҡапларға ярап ҡалыр. — Урал шарҡылдап көлдө лә ҡапыл туҡтаны. — Һинең хаҡҡа ғына ялған документҡа ҡул ҡуям. Ни тиһәң дә, беҙ курсташтар бит әле, биш йыл буйы бергә уҡыныҡ.
Урал түш кеҫәһендә ятҡан ышаныс ҡағыҙын хәҙер үк сығарып бирер ҙә, ул уны ҡәҙерләп кенә сейфҡа бикләп ҡуйыр. Шулай уйлағайны Айҙар. Моратына ирешә алманы, һаман сығынсылай. Аяҡтан йыҡҡансы һыйламайынса ипкә килмәҫ, ахыры. Айҙар өҫтәл артынан сыҡты.
— Көнө буйы юлда килеп, ҡорһағығыҙ асҡандыр, тамаҡ ялғап алайыҡ.
— Ҡунаҡ — хужаның ишәге, — тине Урал күндәм генә. — Беҙ һеҙҙең ҡарамаҡта.
Айҙар кабинетының ишеген бикләне.
— Ҡатынығыҙ ҙа көтөп зарыҡҡандыр.
Урал коридорҙы яңғыратып көлөп ебәрҙе.
— Урманға утын тейәп йөрөмәйҙәр.
Света Уралды турһайып ҡаршыланы.
— Керҙең дә баттың, мине бөтөнләй оноттоң, — тине ул, көрәнгә буялған ирендәрен бүлтәйтеп. — Ташлап йөрөр булғас, эйәртмәҫкә ине.
— Һине онота буламмы һуң! — Урал машина эргәһендә тәмәке көйрәтеүсе ҡатынды һыңар ҡулы менән биленән ҡосаҡлап үҙенә тартты ла ирендәрен уның битенә тейҙереп алды. — Асыҡтырып бөткәндәр бит минең үҫкәнемде. Эш тиһәләр, донъяһын онота ла ҡуя шул ошо ағаһы. Айҙар Носратович хәҙер һинең дә, минең дә тамаҡты туйҙырыр. Эстә күптән бүреләр олой.
Килере билдәле булғас та, Айҙар Уралды Дим буйына алып барырға ниәтләнгәйне. Уха бешертер, ҡурҙаҡ ҡурҙыртыр, мәйенән ауыҙ итерҙәр. Үҙе лә ял итер, сәсеү осоронда бигерәк ныҡ сабырға тура килде. Көнө килеп еткәс, кире уйланы — табынды колхоздың умарталығында ҡорорға бойорҙо. Ямғыр-маҙар яуһа, ышыҡланыр урын да бар. Бала-сағалай ергә һуҙылып ятып ашап-эсеүҙе ене һөймәй. Өҫтәл артында иркенләп ултырып күңел асыуға етәме һуң инде! Ухаһы ла, ҡурҙағы ла булыр. Бөтәһе лә үҙ ҡулында. Унан килеп, умарталыҡта аулаҡ, өҫтөңә уйламаған кешеләр килеп сығыр, тип ҡурҡаһы юҡ. Ҡунағы теләһә, Дим буйына ла барып әйләнерҙәр, машиналары ҡул аҫтында.
Умарталыҡта уларҙы көтәләр ине. Машиналар туҡтау менән, яндарына аҡһай-туҡһай оло йәштәрҙәге ҡаңғыл ир-ат килеп етте.
— Рәхим итегеҙ! — Ул ҡунаҡтарҙы яҡшатланып ҡаршы алды.
— Ни хәлдәр бар, Рәхимбай ағай? — Айҙар ҡунаҡтарын алға үткәрҙе лә, үҙе тотҡарланды. — Донъялар именме?
— Барыһы ла тәртиптә. Еңгәгеҙҙең аш-һыуы күптән әҙер.
Рәт-рәт теҙелгән умарталарҙан ситтәрәк күсмә вагон тора. Уның стенаһына бер нисә моҙға, күрек, башҡа ваҡ-төйәк эленгән. Вагон алдына өҫтәл, ултырғыстар ҡуйылған. Арыраҡ әкрен генә ялт-йолт итеп усаҡ яна. Ҡунаҡтар ултырышыу менән, Рәхимбай ағай вагондан бер нисә шешә араҡы сығарҙы:
— Итенән, картуфынан ауыҙ итә тороғоҙ, хәҙер еңгәгеҙ уха килтерер. Оҙаҡламай ҡурҙаҡ та өлгөрөр.
Тәүге рюмканы осрашыу хөрмәтенә күтәрҙеләр. Өсөһөнөң дә асығыуы еткәйне, ҡыҫтатманылар, шунда уҡ яңаҡтарын бейетергә тотондолар. Бына Урал сәнскеһен өҫтәлгә ҡуйҙы, ҡулына рюмкаһын алды.
— Мин был рюмканы донъялағы иң сибәр ханым һаулығына күтәрергә тәҡдим итәм.
«Иң сибәр ханым» Уралға күҙҙәрен тултырып ҡараны, үҙенең бит остары янып сыҡты. Айҙар ҙа һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырҙы:
— Света кеүек һылыу ханымдар өсөн ағыу эсергә лә риза. Йәгеҙ әле, бөткәнсе генә!
Көндәй балҡыған Света рюмкаға ирендәрен тигеҙеп кенә алды ла кире ҡуйҙы. Урал ҡыҫтаны:
— Йә инде, инәлтмә, эс тә ҡуй, бер рюмканан ни булыр тиһең. Ҡайҙан ҡайҙа килеп бер рюмка араҡы ла эсмәгәс.
— Быныһы икенсеһе бит инде. Ҡыҫтама, минең дә алкашҡа әйләнеүемде теләйһеңме ни? Былай ҙа алкаштар менән донъя тулған.
— Юҡты һөйләмә, ике рюмка араҡынан берәүҙең дә эскесегә әйләнгәнен күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ. Һинеңсә, мин дә, беҙҙе һыйлаған Айҙар Носратович та эскесе инде, ә?
Урал Светаға ағырайып ҡараны. Тегеһе уның холҡона өйрәнеп бөткән, күрәһең, үҙенән яман яуап ҡайтарҙы:
— Эсһәң, буйыңа һеңдер!
Шулай ҙа ҡулындағы рюмкаһын өҫтәлгә ҡуйманы, йөҙөн сытайта-сытайта эсеп бөтөрҙө лә, ирҙәр һымаҡ, ауыҙын ҡул һырты менән ҡапланы.
«Сәстәренә сал ҡунһа ла, аҡыл ултыртмаған. — Нимәлер һөйләнә-һөйләнә Светаны үбергә ынтылған Уралдан күҙҙәрен алманы Айҙар. — Минән тартынмаһалар, Рәхимбай ағайҙан оялһындар ине әҙерәк».
— Вәт, маладис! Аҡыллы бит ул минең үҫкәнем! Әллә ҡасан шулай кәрәк ине. Тәүге тапҡыр ҡулына рюмка алған ҡыҙҙар кеүек ҡыланаһың әтеү... — Урал, ҡапҡылап алғас, яңынан аҡыл һатырға кереште. — «Ике сәбәп кешене туҡтауһыҙ йондоҙҙарға әйҙәй: уларҙың күҙҙе ҡыҙҙырған сағыу балҡышы һәм ябай серлелеге. Әммә сағыу йондоҙҙарҙан да сағыуыраҡ балҡыған һәм серле йыһан есемдәренән дә серлерәк йондоҙ бар. Ул — ҡатын-ҡыҙ», — тип Виктор Гюго ағайың тап һинең кеүек сибәрҙәр тураһында әйткән, минеңсә.
Света ла яуапһыҙ ҡалманы. Айҙар ғүмерҙә тыңламаған ҡайһылыр йырсыны телгә алды:
— Итальян йырсыһы Челентаноның: «Мин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла яратам, мин уларҙың барыһына ла өйләнергә теләр инем», — тигән һүҙҙәрен һеҙҙең зат телдән төшөрмәй. Урал, һин дә Челентано кеүекһең. Дәртең бар ҙа, дарманың етмәй, ҡомоң ҡойола башлаған. — Ҡыҙ күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы көлдө.
— Илағыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән уйнай, ти. Үҫкәнем, ағайың менән шаярма, һөрлөгөп танауыңды ҡанатырһың, — тип киҫәтте Урал.
Айҙар береһенән-береһе уҙҙырып әллә кемдәрҙән өҙөктәр килтергән ҡунаҡтарына һоҡланып та, көнләшеп тә ҡараны: «Шыр наҙанмын икән дә... Ябай ғына бер мәҡәл дә иҫемә төшмәй. Ә былар...»
— Әллә һеҙ бер ҙә эшләмәйһегеҙ инде. Офисығыҙҙа бөйөк кешеләрҙең нимә әйткәнен ятлап тик ултыраһығыҙ, ахыры, — тиергә мәжбүр булды ул.
— Институтта нисә йыл мейе серетеп, бөйөктәр сафына үрләп булманы инде, — тине төшөнкө тауыш менән Урал. — Булыр бала бишектән, тиҙәрме әле. Бөйөктәр генә үҙҙәренең бөйөк икәнен белгән, алдан күргән. Михаил Лермонтов ун йәшендә: «Я или бог, или никто», — тигән. Иғтибар итегеҙ, ун йәшендә!.. Ғабдулла Туҡай һуң! Егерме йәшлек сирләшкә егет: «Телим булырга мин инсане гали», йәғни бөйөк кеше булырға теләйем, тиһен әле. Башҡаһы ҡулдан килмәгәс, уларҙың әйткәнен булһа ла уҡып күңелде йыуатабыҙ инде шунда.
Табын ҡыҙҙы. Уханы ла ялындырмай ғына ашап ҡуйҙылар. Ҡурҙаҡты «ура» ҡысҡырып ҡаршы алдылар. Тост артынан тост әйтелде. Телдәр сиселде. Урал рәхәтләнеп аҡыл һатты, Айҙарға ҡырағай баҙар шарттарында колхозға хужалыҡ итеү юлдарын өйрәтте.
— Колхоз председателдәренең төп бәләһе нимәлә, беләһеңме? — тине ул, танауын сикәйтеп. — Улар үҙҙәре етештергән продукцияға үҙҙәре хужа түгел. Бына һин игенеңде, сөгөлдөрөңдө, һөтөңдө, итеңде нимә эшләтәһең? Дөрөҫ әйтәһең, задание үтәйем, тигән булып хөкүмәткә тапшыраһың. Шунан, ҡасан аҡсаһын бирерҙәр икән, тип көтөп йөрөйһөң. Тотторорҙар һиңә, көтөп тор! Элеватор, ит комбинаттары етәкселәренең башы һинекенән дә йомро. Улар һинең игенеңде, итеңде эшкәртеп һата, кеҫә тултырып табыш ала. Алған табышынан һиңә өлөш сығарырға ашыҡмай. Иҫәрме ни ул һин илағанға тота килеп аҡса сығарып һалырға! Бирһә лә, әҙләп-әҙләп кенә, өлөшләп бирә. Урыҡ-һурыҡ алған ул аҡсаны колхозсыларыңа таратаһыңмы, үҙеңә тотонаһыңмы?.. Һинең кеүек аҡыллы баштар хәҙер ни эшләй? Белмәйһең! Башыңды ватма, белә лә алмаҫһың. Продукцияны ситкә ебәрмәй, үҙендә эшкәртеп һата. Вәт! Һиңә бөгөндән үк һөттө үҙеңдә эшкәртеүҙе ойошторорға кәрәк. Ауыҙыңды асып йөрөмә, колбаса цехы ас, тирмән ҡороп ултырт. Ул сағында аҡсаны көрәп аласаҡһың.
— Уныһын ғына үҙем дә беләм дә ул. Һин әйткән цехтарҙы, тирмәнде бушҡа тоттормайҙар шул.
— Ә һин банкынан кредит ал. — Әйтмәһәң, шуға ла башың етмәйме ни, тигәндәй, Урал мыҫҡыллы йылмайҙы. — Бирмәһәләр, талап ит. Минең кеүек бизнесмендарға таян.
Айҙар шапрыныуҙың һуңғы сигенә сыҡҡан ҡунағын һынап ҡарамаҡсы булды.
— Аҡсаңды ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыраһаң, давай, беҙгә тирмән һалып бир. Колхозсылар үҙеңде устарында ғына йөрөтөр.
Урал сылт та итмәне.
— Һалам, нишләп һалмайым, ти! Һинең кеүек дуҫтар өсөн аҡса йәл түгел. Әйҙәгеҙ, буласаҡ тирмән өсөн күтәрәйек! — Ул рюмкаһына мөлдөрәмә итеп эсемлек ҡойҙо.
Айҙар уның һүҙҙәренә ышанманы. Иҫерек баштан кеше ни һөйләмәҫ. Ҡунағының кәйефен боҙмаҫ өсөн генә рюмкаһына үрелде. Урал Айҙарҙың өндәшмәй ултырыуын оҡшатманы.
— Һин миңә ғүмер буйы ышанманың инде. Вәғәҙә — иман. Шулай бит, үҫкәнем? — Ул Светаның битенә үрелде. Тегеһе ҡарышманы, Уралдың башынан һыйпаны, ҡулындағы рюмкаһын алып ҡуйҙы.
— Етер. Күпме эсергә була. Иртәгә башыңды ла күтәрә алмаясаҡһың.
— Берҙе генә... Ҡабат ауыҙыма ла алмайым. — Урал рюмкаһын түгә-түгә эсте лә ауыҙын пинжәгенең еңе менән һөртөп ҡуйҙы.
Айҙар уға ерәнеп ҡараны: «Барып сыҡҡан икән! Алдындағы таҫтамалды ла күрмәй. Бисәһе нисек түҙәлер?»
Урал, башын тотоп бер килке ултырғас, йәнә фәлсәфәгә бирелде.
— Света, үҫкәнем, аҡылың булһа, юлыма арҡыры төшмә. Иларға тура килмәгәйе һуңынан. Бығаса алдыма бер кемде лә сығарманым. Сығармаясаҡмын да... Бисә лә кәзәләнеп ҡарағайны, йәнәһе, холҡон күрһәтә. Ярыҡ кәмәгә ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Бер асыу килгәндә ҡыуҙым да сығарҙым. Майына сыҙаша алмай башлағайны әтеү... Беҙҙең эсеү пүстәк ул. Айҙар, дуҫҡайым, башың булһа, үҙең уйлап ҡара, беҙ Алла урынына табынған Ленин бабай ҙа суфый булмаған бит.
— Ул да әҙәм балаһы. — Светаның иҫе китмәне. — Һин дә кәмен ҡуймайһың.
— Тап өҫтөнә баҫтың, үҫкәнем. Ҡулда мал барҙа теттереп йәшәп ҡалыу кәрәк.
Уралдың эсеүе еткәйне, кәүҙәһен тота алмай башланы: башын әле өҫтәлгә, әле Светаның яурынына һалды.
— Арығанһың, ятып ял итеп ал, — тине Света.
Айҙар килеп тотонғас, уны һелтәп кенә ебәрҙе.
— Теймә миңә! Күрә алмайым мин һине! Иҫеңдәме, институтта уҡығанда мин бер ҡыҙ артынан йөрөгәйнем. Шунан бирле күрә алмайым. Һин беҙҙең араға кермәһәң, ул ҡыҙ минеке ине. Һин генә ҡамасауланың. Һин генә! Кит! Күрә алмайым... — Урал башын өҫтәлгә һалып үкһергә тотондо.
Был тиклемен көтмәгәйне Айҙар. Ҡара әле, һаман кенә тота икән дә баһа! Күрәһең, ныҡ оҡшатҡан булғандыр инде икеһенең береһенә баш бирмәгән ҡыҙҙы.
Ләх иҫерек Уралды Рәхимбай ағай менән икәүләп нисек етте шулай вагонға индереп ятҡырҙылар.
— Күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, — тине Айҙар киткәндә Рәхимбай ағайға. — Иҫерек кешенең әллә нимә эшләп ятыуы бар.
Света Айҙарҙарға барыуҙан баш тартты, умарталыҡта ҡалды.
Иртәгеһен Урал төшкә тиклем башын да күтәрә алмай ах та ух килеп ятты. Мунса инеп, ҡоротлап һурпа эскәс кенә рәтләнде. Кисәге табынды томанлы ғына хәтерләй ине.
— Артығын ҡыланһам, ғәфү ит, дуҫ кеше, — тине ул төшөнкө тауыш менән. — Эсһәм, һөйләнә торған алама ғәҙәтем бар шул. Светаның әйтеүенә ҡарағанда, әллә нимәләр вәғәҙә итеп бөткәнмен. Һиңә ярҙам итеп булмаҫ, үҙемдең дә кәмә ҡомға терәлгән. Доверенность ҡалдырам, файҙаһын күр әйҙә, йәл түгел.
Ышаныс ҡағыҙын ҡулға төшөрөү менән, Айҙар уны сейфҡа бикләне.
— Ҡурҡма, кире алмам, — тип ауыҙ йырҙы элекке халәтенә ҡайтҡан Урал ҡабалана-ҡабалана сейфты ябыусы Айҙарға.
— Кеше күҙенә салынмауы яҡшы, — тине Айҙар ҡыҙарып.
Төштән һуң Урал ҡайтып китте.