Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Сентябрь 2023, 09:39

Көҙ-рәссам

Йәй китеп тә өлгөрмәгән әле,Һары сапан кейеп көҙ килә...Әллә көҙҙәр иртәләне быйыл,Әллә йәйҙәр хәҙер шәп елә?

Көҙ-рәссам
Көҙ-рәссам

Йәй китеп тә өлгөрмәгән әле,
Һары сапан кейеп көҙ килә...
Әллә көҙҙәр иртәләне быйыл,
Әллә йәйҙәр хәҙер шәп елә?

Һағышлы бер рәссаммы ни был көҙ:
Ҡылҡәләмен тотоп ҡулына,
Һары, һоро, ҡыҙыл буяуҙарын
Теҙеп ҡуйып барыр юлына,

Эй, биҙәкләп буяй ерҙең өҫтөн.
Һары төҫтө бигерәк ярата.
Һағышынмы шулай тарата ла,
Һөйөүенме ергә аңлата?

Йәйҙең бөхтә йәшел келәменә
Һары ҡушып һоро һыланы
Ҡайындарҙың йәшел бөҙрәһенә
Һағыш тамған һары сал һалды.

Күкте зәп-зәңгәргә буяны ла,
Ҡылҡәләмен йыуҙы һыуҙарҙа.
Дым һораған һары япраҡтарҙы
Зәңгәр һыуға һалды һыуларға.

Аҡ болотто һороға мансыны
Миләш-уҫаҡтарға ут һалды,
Һағыш тамған сылбыр итеп теҙгәс
Ҡоштар иңрәп юлға ҡуҙғалды...

Тамам исраф итеп буяуҙарын
Йәйрәп ятҡан урман-ҡырҙарға
Көҙ ҙә үтер. Беҙ ҡалырбыҙ тағы
Йәшлек-йәйҙе һағынып йырларға.

Миләүшә Ҡыҙрасова.

Автор:
Читайте нас: