Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Сентябрь 2023, 08:45

Ҡиблалар буталғанда Повесть (7) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Һаман үҙеңдекен тылҡыйһың. Ситтә балаң барлығын белһә, ҡатының ни әйтер? Шуныһын уйланыңмы?

Ҡиблалар буталғанда  Повесть (7)  Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (7) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Бишенсе сәхифә

Әллә бәхетем, әллә гонаһым...

 

Кабинетында яңғыҙы ҡалғас, Айҙар телефон аппаратын янынараҡ күсерҙе, ҡулын трубка өҫтөндә хәтһеҙ генә тотҡандан һуң, сәғәтенә күҙ һалып алды ла, тәүәккәлләп, үҙенә генә билдәле номерҙы йыйҙы. Был телефон номерын ул үҙенән бер ҡасан да ҡалдырмай йөрөткән ҡуйын дәфтәренә лә, өҫтәлендәге тышы туҙып бөткән кенәгәгә лә теркәмәгән, бына нисәмә йылдар инде күңел төбөндә йөрөтә. Ете төн уртаһында уятып һораһындар, ыһ та итмәй шартлатып әйтеп бирәсәк.

— Алло, Өфөмө?.. Хәйерле иртә! Рәсимә Хоҙайғолова кәрәк ине.

— Кем һорай?

— Егете.

Ну был ҡатын-ҡыҙҙы! Төбөнә тоҙ ҡоймайынса туҡтамаҫ. Шылтыратҡан һайын шулай: ҡайҙан, кем? Айҙарҙың яуабы әҙер: егете!

— Тыңлайым.

— Иҫәнме, Рәсимә? Был — мин, Айҙар.

— Ҡайҙан шылтыратаһың?

— Ауылдан. Мин хәҙер ҡуҙғалам, төшкә табан «Искра» кинотеатры янына килеп тор әле. Ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ.

— Ярар.

Айҙар трубканы урынына һалды ла сейф янына килде. Асҡысты бора башлағас, нимәгәлер шикләнеп, туҡтап ҡалды, артына әйләнеп, кейек аңдыған һунарсылай, алан-йолан ҡаранды. Тауыш сығармаҫҡа тырышып, йомшаҡ ҡына баҫып ишек төбөнә барғас, ҡолаҡ һалып тыңлап торҙо. Ҡапыл ишекте асып ебәрҙе лә коридорға күҙ ташланы. Унда бер кем дә юҡ ине, бухгалтериялағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-ара мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәне генә ишетелә. Ишекте япҡас, шәп-шәп атлап түргә уҙҙы, ҡәтғи бер ҡарарға килеп, сейфты асты. Унан тәҫ-тәҫ аҡса алып түш кеҫәһенә тыҡты. Урынына барып ултырғас, маңлайына бәреп сыҡҡан тир бөрсөктәрен һөрттө. Уф, бер кем дә күрмәне шикелле. Үҙ-үҙенә асыуы килде. Үҙенә бикләнеп йәшәй-йәшәй, үҙ күләгәһенән ҡурҡыр бер байғошҡа әйләнеп бара түгелме?

Аһ, ошо Рәсимә! Ғүмергә күңеленә көҙөк булып ҡалды. Үҙеңдән-үҙең ҡурҡып йәшәүҙең бер осо сығырмы? Үҙе ғәйепле. Онотолоп бөткәс, нәфсеһен тыя алмай, ниңә юллап барырға ине инде? Бармаһа, бер ни белмәй, бер ни күрмәй, һәүетемсә генә йәшәп ятыр ине...

Былай бәлтерәйеп ултырыуҙан файҙа сыҡмаҫ, ҡуҙғалырға ваҡыт.

Юлға яңғыҙы ғына сыҡты Айҙар. Шоферы ауыл көтөүендә — сираты еткән. Көтөүҙә булмаһа ла, уны рулгә ултыртмаҫ ине, Рәсимә янына яңғыҙы барыуҙы хуп күрә.

Рәсимә...

Ҡояш ҡыҙы Рәсимә! Шундай йыр ҙа бар. Элегерәк радионан ара-тирә тапшыра торғайнылар, хәҙер ишетелмәй. Модаһы сыҡҡандыр, күрәһең.

Ниңә осраның тормош юлында? Ғүмерлек ғазаптарға һалыр өсөнмө? Йәненә урын таба алмаһын, төн йоҡоларынан яҙһын, типме? Ниңә һыуҙарҙан алып уттарға һалдың? Ялҡынында үҙе генә янһын-көйһөн, көл-күмергә ҡалһын, типме? Яңғыҙы бәргәләнһен, һуҡҡаланһын өсөнмө? Аһ, Рәсимә! Ҡайғым да, шатлығым да, һағышым да минең...

...Айҙар Рәсимә менән поезда танышты. Танышыу тип әйтеп тә булмайҙыр быны, бәлки. Башлап Рәсимә өндәште. Айҙар йәйге каникулдан һуң Өфөгә китеп бара ине. Поезд станцияға яҡынлашҡас, пассажирҙар тамбурға ябырылды. Болонья плащ кейгән йәш кенә ҡатын, мөләйем йылмайып, Айҙарға һүҙ ҡушты.

— Егет кеше, сумаҙанымды күтәрешсәле.

Айҙарҙың йөгө юҡ, яурыны аша спорт сумкаһы ғына аҫып алған, риза булды. Берәү өҙөлөп үтенгәндә, ниңә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтмәҫкә? Рәхмәт әйтһә лә сауабы булыр. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, тигәндәр бит.

— Ярар.

Поездан төшкәс, Айҙар уны ташлап китергә ҡыйманы, сумаҙанын вокзал алдына уҡ сығарҙы. Ҡулын һелтәп, шунда үҙ юлы менән китәһе ҡалған да бит, ниңәлер тотҡарланды, таныш булмаған ҡатын нимәһе менәндер үҙенә арбаны ла ҡуйҙы. Автобустар йөрөүҙән туҡтағайны, таксиға сиратҡа баҫтылар. Такси тотҡас, ҡатын — алға, Айҙар артҡа ултырҙы. Көндөҙгө ығы-зығынан һуң бушап ҡалған төнгө ҡала урамдары буйлап хәтһеҙ генә барғас, бер йорт янында ҡатын машинаны туҡтатты. Айҙар ҙа төштө. Төнгө ҡараңғыла уның үҙе менән төшөүен шәйләмәгән ҡатын, Айҙар күҙенә салынғас, ҡурҡып китте.

— Абау! Кем икән тип торам.

— Ҡурҡмағыҙ, мин ул. — Айҙар, иҫәр кешеләй, тиктомалға йылмайҙы.

— Һеҙ ҙә был тирәлә йәшәйһегеҙме әллә?

— Юҡ. Мин сельхозинститутта, общагала торам. Студент.

— Таксиҙы ниңә ебәрҙегеҙ? — Ҡатын сумаҙанын ергә ҡуйҙы. — Нисек ҡайтаһығыҙ инде хәҙер?

Айҙар йәнә йылмайҙы, иңбаштарын һикертте.

— Әллә...

— Һеҙҙең менән ни эшләргә һуң?.. — Ҡатындың тауышы борсоулы ине. — Берәй шайкаға юлығырһығыҙ йә. Булмаһа, әйҙәгеҙ, миңә инәйек. Шунан уйлашырбыҙ.

Фатиры бер бүлмәле икән. Ҡоролай ғына сәй эскәс, йоҡларға яттылар. Ҡатын Айҙарға кухняла раскладушка ҡуйҙы, үҙе бүлмәгә инеп бикләнде.

«Сибәр ҡатын. Минән күп булһа биш-алты йәшкә генә ололор. Ире юҡмы икән ни? — Айҙарҙың үҙ-үҙенә асыуы килде. — Бына бер һармаҡ! Теләһә нимә уйлап ятҡансы, рәхмәт әйт тә йоҡла. Саҡырмаһа, общагаңа тәпәйләр инең. Йәлләнеме икән ни?.. Шулайҙыр, шайкаға эләгеп ҡуйырһың, тине бит. Юҡҡа ҡурҡа, Өфө асфальтын тәүге йыл ғына тапамай, хет көндөҙ булһын, хет төндә булһын, берәүҙең дә тырнаҡ менән дә сирткәне юҡ әле. Минең кемгә кәрәгем бар тиһең. Талар нәмәм юҡ, сумкала — алмаш кейем, кеҫәләге аҡса ла әллә ҡайҙа китмәгән».

Ҡатын уны иртүк уятты. Эшенә ашыға икән. Сәй эскәндә улына нотоҡ уҡыған әсәләй һөйләнде:

— Бынан кире төнгә ҡалып йөрөмәгеҙ. Ҡош-ҡортҡа эләгеүегеҙ бар, кешенең кеме юҡ... Ярҙамығыҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт.

Урамға сыҡҡас, Айҙар үҙенән-үҙе көлдө: «Фатирында ҡунып сыҡтым, ә исемен белмәйем. Ул да һораманы, үҙемдең дә башҡа килмәгән. Уның исеме ниңә кәрәк һуң әле? Башҡаса әллә күрешәбеҙ, әллә юҡ».

Бына шул. Ауыҙ тултырып һөйләрлек әллә нимәһе лә юҡ. Юл йөрөгәндә бындай хәл кем менән генә булмай тиһең.

Айҙар төнгө юлдашын онота ла башлағайны инде. Бер көндө өйҙәре янынан үткәндә иҫенә төшөрҙө.

Бер стипендияға ғына йән аҫрау ҡыйын. Йәш саҡ бит, әҙәмсә кейенге лә, ҡыҙҙар менән тансыға, кино-театрға ла йөрөгө килә. Иш янына ҡуш булмаҫмы тип, иптәштәренә эйәреп ниндәйҙер фабрикағамы, заводҡамы йөк бушатырға барғайны. Ҡулдарына арыу ғына аҡса төшөргәс, егеттәр йомартланды. Кафеға инеп, тамаҡ сылаттылар. Автобуста ҡайтып килгәндә, таныш йорт күҙенә салынғас, иптәштәрен аптыратып төштө лә ҡалды. Магазинға инеп бер ярты, туҡталышта әбейҙәрҙән сәскә алды. Булды шикелле. Бер юлға еткәндер.

— Һеҙ?!.. — Кемлеген дә һорамай ишек асҡан ҡатындың күҙҙәре маңлайына менде.

Ауыҙы ҡолаҡтарына тиклем йырылған Айҙар үҙен самаһыҙ ҡыйыу тотто. Ҡатын-ҡыҙ мәмәй ауыҙҙарға күтәрелеп тә ҡарамай, ҡыйыуҙарға мөкиббән.

— Өйөгөҙгә саҡырмайһығыҙмы ни?

Үҙен ҡулға алырға өлгөргән ҡатын егеткә юл бирҙе:

— Рәхим итегеҙ... Үтегеҙ...

Егет сәскәләрҙе ҡатынға һуҙҙы.

— Ғәфү итегеҙ, исемегеҙҙе белмәйем.

— Рәсимә.

— Ә мин фәҡирегеҙ Айҙар булам. Икенсе тапҡыр осрашабыҙ, бер-беребеҙҙең исемен дә белмәйбеҙ.

Икеһе лә көлөштөләр.

Бүлмәгә үткәс, Айҙар кеҫәһендәге шешәне өҫтәлгә ултыртты.

— Сәскәләр өсөн рәхмәт, ә быныһы артыҡ, минеңсә. — Рәсимә өҫтәл уртаһында аҡ башын ялтыратып ҡуҡырайып ултырған шешәгә ымланы. — Былай ҙа арыу булғанһың.

Айҙарҙы ҡурҡыу алды. Араҡыһы-маҙары менән бергә өйөнән һөрөп сығарасаҡ. Ғәрлеге һуң, ғәрлеге! Ауыҙына хужа була алмай, барлы-юҡлы аҡсаһына ни бысағыма араҡы ташып йөрөй һуң әле? Сәскәһе лә баштан ашҡан. Ул аҡланырға тотондо:

— Саҡ ҡына. Егеттәр менән йөк бушатҡайныҡ, арығанды баҫыр өсөн әҙ генә тотҡайным.

— Һин ултырып тор, мин ҡапҡыларға берәй нәмә яраштырайым. Теләһәң, йыуынып сыҡ.

Рәсимә аш бүлмәһенә үтте. Айҙар еңел һуланы: былай булғас, дауыл ситләтеп үтте.

Ул ваннанан сыҡҡанда өҫтәл әҙер ине. Тәүге рюмканы танышыу хөрмәтенә күтәрҙеләр. Рәсимә Айҙарҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды, туҡтауһыҙ ҡыҫтаны:

— Аша-аша, тартынма. Студент тормошон үҙ башымдан үткәргәнмен, эләккәндә — ашайһың, эләкмәгәндә — юҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә ураҙа ла тоторға тура килә.

Һөйләшеп ултыра торғас, Айҙар шуны белде: йәш кенә булһа ла, Рәсимә нужа ҡаласын арыу ашаған икән. Бер нисә йыл элек ирен туҡмап үлтергәндәр. Туҡталышта ярҙай халыҡ тамаша ҡылып торған, исмаһам, береһе бер яҡлашмаған. Ана шуға күрә вокзалдан ҡайтҡанда Айҙарҙың яңғыҙын төндә урамда ҡалдырырға ҡурҡҡан.

Тышта ҡараңғы төштө. Рәсимә менән Айҙар көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырҙылар ҙа ултырҙылар. Улар табындан ҡуҙғалғанда һуң ине инде. Айҙар шаяртып һүҙ ҡатты:

— Төнө менән ҡайтып тормам инде. Раскладушкала ғына йоҡлармын. Кухняла...

Ике яңағына ла ҡыҙыллыҡ йүгергән Рәсимә егетте ҡарашы менән көйҙөрөп алды, ҡаушауҙан ҡулындағы сынаяғын саҡ төшөрөп ебәрмәне. Айҙар үҙ әрһеҙлегенән үҙе оялды: күрмәгәнен күрһәтәсәк хәҙер! Ғүмергә онотолмаҫлыҡ итеп. Теленә тилсә сыҡҡыры! Ләкин ҡатын ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, өҫтәлдәге һауыт-һабаны алып аш бүлмәһенә үтте. Айҙар коридорға тартырға сыҡты. Ул ингәндә алғы бүлмәлә генә ут яна, Рәсимә ятҡайны. Айҙар кухняға күҙ һалды, унда ул көткән раскладушка күренмәне. «Улай икән». Тәне семерҙәп китте, йөрәге тарҫлап типте. Ул утты һүндерҙе лә, ҡабалана-ҡабалана сисенеп, Рәсимә янына барып ятты...

Бәхетлеләр сәғәткә ҡарамай. Таң ҡыйылыр алдынан ғына йоҡоға талған Рәсимә менән Айҙар һуң торҙо. Береһе — эшкә, икенсеһе лекцияларға һуңлаһа ла, бошонманылар. Хушлашҡанда бер-береһенең ҡосағынан айырыла алмайынса ишек төбөндә хәтһеҙ тапандылар.

Ғишыҡ кешене диуана итә. Был көндәрҙә Айҙар ерҙән түгел, күктән йөрөнө. Тиктомалдан шарҡылдап көлдө, туҡтауһыҙ шаярҙы. Әлегәсә һин дә мин йөрөгән егеттәге сәйер үҙгәреште күреп, иптәштәре баш сайҡаны:

— Тилерҙеңме әллә?

Тегеһенең яуабы ҡыҫҡа булды:

— Тилерерһең дә!

Тамам башын юғалтҡан Айҙар, саҡ ҡына буш ваҡыты булды ниһә, Рәсимәләргә йүгерҙе. Ҡатын да егетте ситкә тибәрмәне. Ахыры ни менән бөтөрөн дә уйламай, мөхәббәт диңгеҙендә йөҙҙөләр. Олоһо — оло, кесеһе кесе була белмәне. Хәйер, мөхәббәттең күҙе һуҡыр инде уның.

Һуңғы курсҡа еткәс, курсташтары өйләнә башланы. Дөйөм ятаҡтың әле бер бүлмәһендә, әле икенсе бүлмәһендә студенттар аҙна һайын тип әйтерлек туй уйнаны. Айҙарҙың да күңеле ҡымырйыны: мин дә өйләнәм! Ләкин Рәсимәнең был хаҡта ишеткеһе лә килмәне, ул хыял диңгеҙендә йөҙгән егетте ипләп кенә ете ҡат күктән ҡәҙимге ергә төшөрҙө.

— Мин һинең өсөн ҡартмын. Ҡатын кеше иренән йәшерәк булырға тейеш.

— Мөхәббәт йәшкә ҡарамай.

— Бәлки, шулайҙыр, бәхәсләшмәйем.

— Йәш айырмабыҙ ул хәтле ҙур түгел дә баһа.

— Күңелем һиҙә: беҙ өйләнешһәк тә, бәхетле тормош ҡора алмаясаҡбыҙ. Әле һин барыһына ла ғашиҡтар күҙлегенән сығып баһа бирәһең. Тормош һин уйлағандан ҡатмарлыраҡ. Аҡыл ултырғас, бының шулай икәнлеген үҙең дә төшөнөрһөң әле. Мин әйтте тиерһең бына...

Айҙар ныҡышты, үҙенең хаҡлы икәнлеген раҫларға үҙе белгән кешеләр араһынан бихисап миҫалдар килтерҙе.

— Минең диплом етәксеһенең ҡатыны үҙенән ун биш йәшкә оло. Геүләтеп йәшәп яталар. Диплом яҙғанда фатирҙарында әллә нисә мәртәбә булдым. Ә беҙҙеке — ни бары ун йыл.

Егетте бер нисек тә дүндерә алмағас, Рәсимә уны үҙенсә ҡыҙыҡтырып та ҡараны:

— Теләйһеңме, үҙеңде бына тигән ҡыҙ менән таныштырам. Үҙе йәш, сибәр. Йүнле генә егет менән танышҡым килә, тип һөйләнеп торҙо бер көн.

— Миңә һинән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй.

— Аралар алыҫлашҡас, бер-беребеҙҙән һыуынырбыҙ әле. Үҙебеҙҙе ғүмерлек ғазап утына һалмайыҡ.

— Үкенерһең — һуң булыр.

— Үкенмәм. Әйҙә, шулай һөйләшәйек: кәйефтәребеҙҙе боҙмай ғына айырылышайыҡ. Күңелдәребеҙҙә яҡты хистәр генә һаҡланһын.

Рәсимә хаҡлы булып сыҡты. Ҡорманайға ҡайтып баштан-аяҡ эшкә сумғас, бығаса иләҫ-миләҫ килеп йөрөгән күңеле, яҙғы ташҡындан һуң ярҙарына ҡайтҡан йылғалай, урынына ултырҙы. Көҙгө ҡыр эштәренең осона сыҡҡас, йәш агроном өйләнде. Яҙмышын үҙе һымаҡ быйыл ғына вуз бөтөргән уҡытыусы ҡыҙ менән бәйләне. Йыл тулыр-тулмаҫтан ғаилә ишәйҙе: кәләше малай тапты.

Үпкән-ҡосҡан — елгә осҡан, тиҙәр ҙә ул. Айҙарҙыҡы елгә османы, үҙенә кире әйләнеп ҡайтты.

Йәнә. Ни ҡыланһа, шул килешә өйләнмәгән егеткә, тип тә йырлайҙар түгелме? Айҙарға килешмәне, ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ ҡына булды.

Үбешкән дә көлөшкән, һуңынан башына уй төшкән. Ярай, тиле сағыңда хистәреңде йүгәнләй алмай, иҫәрләнеп йөрөгән икәнһең дә, ти, ҡабат осрашмаҫҡа һүҙ беркетешеп, ғүмерлеккә айырылғас, мөстәнләнеп ниңә барырға ине инде? Онота алмайым, имеш. Төштәргә инеп йөҙәтә, имеш. Онота алмайһың икән, төштәреңә инеп йөҙәтә икән, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, татлы хыялдарға бирелеп йөрө лә йөрө ине. Ә ул...

...Оҙаҡламай Айҙарҙы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстарына ебәрҙеләр. Өфөгә килгәс, күңеле иләҫләнде лә ҡуйҙы. Көнгә баҡҡан көнбағыштай, Рәсимәгә тартылды. Мине иҫенә төшөрәме икән? Онотҡандыр, күпме ваҡыт үтте. Әллә ҡасан кейәүҙәлер. Сибәр ҡатындар ғүмерҙәрен заяға уҙғармай. Күңеле менән бер төрлө уйлай, икенсе бер тауыш башҡаны тылҡый: яйы сыҡҡанда бар, бәлки, уның да һине күргеһе киләлер.

Ял көндө, үҙенә урын тапмай, карауатында әйләнгеләп-тулғанғылап ятты-ятты ла, ныҡлы ҡарарға килеп, урынынан ҡалҡынды: барырға кәрәк! Үҙенсә әҙерләнгән булды. Салбарын үтекләне, Өфөгә килгәс кенә алған, әле бер тапҡыр ҙа кеймәгән аҡ күлдәген сумканан сығарҙы. Ҡырынғас, сәсен тарап, галстугын рәтләп, көҙгө алдында шаҡтай торҙо. Буш ҡул менән барғыһы килмәне. Былай ҙа студент сағында Рәсимәнең елкәһендә йәшәне тиерлек, ашау-эсеүе гел унда булды. Күстәнәс хәстәрләрлек кенә хәле бар. Сәскә, шоколад, коньяк алды. Шампанский эҙләгәйне лә — тапманы.

Айҙарҙы күргәс, Рәсимә бот сапты, сепрәктәй ағарҙы.

— Һин... — тине ул, телен саҡ әйләндереп. Хәле бөтөп, ишек яңағына һөйәлде.

— Өфөгә уҡырға ебәрҙеләр... Хәлеңде беләйем тип килеп сыҡҡайным. — Айҙар ауыҙ эсендә бутҡа бешерҙе, ҡулындағы әйберҙәрен ҡайҙа илтергә белмәй, тирә-яғына ҡаранды. Күҙе бүлмә уртаһында иҙәндә уйнап ултырған ике йәштәр самаһындағы малайға төштө. Ҡапыл йөрәген нимәлер тырнап алғандай тойолдо. Тамаҡ төбөнә килеп тығылған әсе төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәргәс, һораны:

— Кейәүгә сыҡтыңмы әллә?

— Юҡ! — Рәсимә тынысланғайны. Тауышы ҡәтғи яңғыраны. — Һинең улың!

Ҡунаҡ бер ҡатынға, бер балаға күҙ йүгертте. Ятһынып ҡараған малай һуйған да ҡаплаған үҙе ине! Ул уйынсыҡтарынан айырылып үҙен ҡыҙыҡһынып күҙәтеүсе балаға баҡты ла ҡатты. Нимәлер әйтмәксе итте, тик зиһенен туплай алманы. Нимә был? Төшмө, өнмө?.. Төш түгел, өн икән. Рәсимә уның ҡулындағы әйберҙәрен алды.

— Сисен, түргә уҙ. Тәүге тапҡыр килгән кешеләй ҡыланма инде. — Ҡатын Айҙарҙы күргәндән һуң беренсе мәртәбә йылмайҙы. — Мин хәҙер.

Айҙар дивандан урын алды. Рәсимә кухнянан ашамлыҡтар ташыған арала бүлмәне күҙҙән үткәрҙе. Барыһы ла ул килеп йөрөгән замандағыса. Шул уҡ диван, өҫтәл, ултырғыстар, стенка... Юҡ, үҙгәреш тә бар икән. Бер мөйөштә балалар карауаты тора.

— «Һинең улың»... Ҡыҙыҡ... — Айҙар башын сайҡаны. — Мин Өфөнән киткәндә ул-был юҡ ине лә баһа.

— Хәҙер аңлатырмын. — Рәсимә ҡунағын өҫтәлгә саҡырҙы. — Шешәне ас, күстәнәсеңдән ауыҙ итәйек.

Башлап үҙе ауыҙ итте. Айҙарға текләп бер килке ҡарап торғас, вәғәҙә иткән хикәйәһен башланы. Һүҙен алыҫтан башланы. Тауышы моңһоу ине.

— Мөхәббәттән бәхетем булманы минең. Йәштән яратышып йөрөп ҡауышҡан егетем менән бер ҡыйыҡ аҫтында оҙаҡ йәшәй алманыҡ. Ни бары ярты йыл. Ҡан көҫәүсе хәсистәр көпә-көндөҙ иремдең йәнен ҡыйҙы. Буйға ҡалғайным. Баламды һаҡлай алманым. Үле тыуҙы. Көн-төн илағанғалыр инде... Артымдан йөрөүселәр күп булды. Араларында төрлөһө бар ине. Ысын күңелдән яратыусылар ҙа... Төн үткәрер өсөн генә ишек ҡағыусылар ҙа... Береһен дә яҡын юлатманым... Һине осратҡас, әллә ни эшләнем, донъямдың аҫты өҫкә килде. Вокзалдан ҡайтышлай ҡунып киткәндән һуң, тупһам аша ҡабат үтереңде күңелем менән тоя инем. Бер ҡайҙа сыҡмай, килереңде көттөм. Килерһең дә, мин өйҙә булмағас, боролоп китеп барырһың, ҡабат осрашмабыҙ төҫлө тойолдо. Ә һин оҙаҡ көттөрҙөң. Оҙаҡ... Көттөрөүең генә етмәгән, өҫтәүенә, эскәйнең дә. Тупһама аяҡ та баҫтырмай, кире бороп та ебәрә ала инем мин һине. Һөйәр кеше һөйәгенән билдәле, тиҙәр бит, йылан шикелле арбаның да ҡуйҙың. Тәүге тапҡыр ғашиҡ булған ун ете йәшлек ҡыҙҙар һымаҡ, ҡайҙа баҫҡанымды ла белмәй осоп-ҡунып йөрөнөм. Ике йыл ике көндәй ҙә тойолманы. Йәйге каникулдан килеүеңде, практиканан ҡайтыуыңды тилмереп көттөм. Кейәүгә сыҡ, тип һин тәҡдим яһағанда, элекке халәтемә ҡайтып, донъяға айыҡ күҙ менән ҡарай башлағайным. Тәҡдимеңде ҡабул ҡыла алманым. Үҙемде бәхетле итәм тип, һине бәхетһеҙ иткем килмәне. Үҙеңдән оло ҡатынға өйләнгәнеңә ғүмер буйы кәмһенеп йәшәрһең төҫлө тойолдо. Ә башҡалар кеүек нисек һөйгөм, һөйөлгөм килә ине! Был донъяға берәү ҙә яңғыҙ итеп яратылмаған. Берәү булһа, йәбешеп ятыр ине. Мин иһә үҙ бәхетемдән үҙем баш тарттым. Һинең менән ваҡытлыса ғына булһа ла осраштырған өсөн яҙмышыма рәхмәттәр уҡыным. Рәнйеп китмәһен тип, һуңғы көндәрҙә айырата ихласлыҡ күрһәттем. Йәшермәйем, һинән айырылыу ҡыйын булды. Бик ҡыйын...

Баштараҡ һин юҡлыҡҡа үҙемде ышандыра алмай йөҙәнем. Эштән ҡайтам да, орсоҡтай өйөрөлөп, бешеренергә-төшөрөнөргә тотоноп китәм. Бына-бына йылмайып-көлөп килеп инерһең төҫлө. Ял етһә, бигерәк ҡыйын. Әллә һин гел шул көндәрҙә килеп ғәҙәтләнгәнгә, ишектән күҙемде алмайым. Бынан кире һинең бер ваҡытта ла килмәҫеңде иҫкә төшөрәм дә, күҙ йәштәренә төйөлөп, һалҡын түшәккә ауам. Инде һин юҡлыҡҡа күнә башланым ғына тигәндә, башыма яңы хәсрәт төштө. Ауырға ҡалғанмын! Быныһына бер шатландым, бер көйәләндем. Шатландым, сөнки әсә буласаҡмын, мөхәббәтебеҙҙең емеше булып сабыйыбыҙ донъяға киләсәк! Көйәләндем, сөнки кешеләрҙең бармаҡ төртөп күрһәтеүенән шөрләнем. Ғәйбәттән ҡурҡып, баламдан да яҙғым килмәне. Ирһеҙ бала табыу гонаһ тип һаналһа, ҡорһағым беленә башлағанда мин ул гонаһты күтәрергә тулыһынса әҙер инем. Үҫкәс, балама нисек аңлатырмын икән, тигән уй ҙа тынғылыҡ бирмәне. Уныһына яуабы тиҙ табылды: атайың үлде. Күрһәтергә бергәләп төшкән фотолары ла бар. Ә һиңә әйтмәҫкә ҡарар иттем. Тиктомалдан кешене ниңә хафаға һалырға? Никахлы ҡатының түгелмен, баш тартһаң  да, бер ни ҙә эшләй алмаҫ инем. Илауҙан башҡа...

— Хата уйлағанһың. — Рәсимәнең хикәйәһен бүлдермәй тыңлаған Айҙар, ниһайәт, телгә килде. — Ошондай малайҙан баш тарталар тиме ни! Үҙемдең копиям бит! — Ул әсәһенең алдында ултырған, һуйылдай булып үҫкән баланың башынан һыйпаны. — Исемен кем тип ҡуштың?

— Айнур.

— Кисә үлһәм, бөгөн үҙемдең ике малай атаһы икәнлеген белмәгән булыр инем.

— Өйләндеңме ни?!.. — Яратҡан кешеһен үҙ ҡатынынан ҡыҙғанып, Рәсимәнең йөрәгендә бер аҙға ғына көнсөллөк хистәре ҡымырйып ҡуйҙы.

— Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙары уҫал, ҡайтыу менән береһе эләктереп ала һалды.

— Бәхетле йәшәгеҙ. Ысын күңелдән теләйем.

Рәсимә Айнурҙы йоҡларға һалғас, Айҙар китергә йыйынды. Ҡатын уның юлына арҡыры төштө.

— Ашыҡмай тор. Әйтәһе һүҙем бар. Бер күрешкәндә әйтеп ҡалайым, һуңынан әллә күрешәбеҙ, әллә юҡ.

— Тыңлайым.

Яңынан өҫтәл янына ултырыштылар.

— Айҙар, һиңә бер үтенесем бар. Беҙгә ҡабат килеп йөрөмәһәң икән. — Рәсимә уның күҙҙәренә мөлдөрәп ҡараны. — Үтенеп һорайым, онот һин беҙҙе.

— Вәт һалдың хәбәрҙе! — Айҙар үҙе лә һиҙмәҫтән тауышын күтәрҙе. — Үҙ аҡылыңдамы һин? Бер йотом коньяктан иҫерҙеңме әллә? Бала, үҙ атаһы була тороп, атаһын күрмәй үҫергә тейешме һинеңсә?

— Туҡта, ҡыҙма, — тине Рәсимә сабыр ғына. — Үҙ аҡылымда мин. Тыңлап бөт. Бая әйткәйнем бит, баланың үҙ атаһы бар. Үлгән ирем. Һиңә кейәүгә сығырға уйлаһам, һин тәҡдим яһағас та тәүәккәлләр инем. Һис юғы ауырға ҡалғас, ауылыңа юллап барыр инем.

— Өйләнмәҫ борон хәбәр итһәң, күсерер ҙә алып ҡайтыр инем ауылға.

— Һаман үҙеңдекен тылҡыйһың. Ситтә балаң барлығын белһә, ҡатының ни әйтер? Шуныһын уйланыңмы?

Әле генә бүлмәгә һыймай үҙенекен тылҡыған Айҙар шаңҡып ҡалды. Бисәһен күҙ алдына килтергәс тә, танауы төштө. Ишеткәс тә, оло тауыш ҡуптарасаҡ, бар ағай-энене аяҡҡа баҫтырасаҡ. Бының менән генә сикләнмәҫ, ғариза тотоп, судҡа йүгерер. Айырылышырға! Аҙағы билдәле: ике малайҙан да ҡолаҡ ҡағаһың.

— Яңғыҙыңа бала үҫтереүе ҡыйын булыр бит, — тине Айҙар аптырағандан.

— Бер бөртөк баланы нисек тә аяҡҡа баҫтырырмын әле. — Рәсимәнең яуабы әҙер ине. — Атай менән әсәй ҙә, туғандарым да ярҙам итеп тора былай.

Артабан һүҙ көрәштереүҙең мәғәнәһе юҡ ине. Ғүмерҙә булмағанса, ҡоро ғына айырылыштылар.

— Һин рөхсәт итһәң дә, итмәһәң дә, мин барыбер килеп йөрөйәсәкмен. Улым янына... — тине Айҙар.

Рәсимә өндәшмәне.

Уҡыуы уҡыу булманы Айҙарҙың, башы тубалдай булып ҡайтып китте ауылына. Серен бер кем менән дә уртаҡлашманы, үҙ көйөгөндә үҙе генә көйҙө, үҙе ҡабыҙған ялҡында үҙе генә янды. Рәсимә тыйһа ла, Өфө менән бәйләнеште өҙмәне. Хат алышманылар, һирәк-һаяҡ телефон аша ғына хәбәрләштеләр. Һөйләшеүҙәре хәл белешеүҙән уҙманы.

— Хәлдәрең нисек?

— Бер көйө.

— Улыбыҙ үҫәме?

— Үҫә.

— Ошо арала Өфөгә барам. Эшеңә инеп сығырмын.

— Килеп йөрөмә.

Баш ҡалаға юл төшкәндә Рәсимәне күрмәй китмәне. Тегеһе һүҙендә ныҡ торҙо, фатирына аяҡ баҫтырманы, улы менән күрештермәне. Ғаиләһенән арттырып йыйған аҡсаны ла инәлтеп кенә алды: «Малайың хаҡына ғына». Бер килке һөйләшеп торалар ҙа айырылышалар. Егерме йылдан ашыу инде шулай.

Һуңғы осрашҡанда Рәсимә улының өйләнергә йыйыныуын әйтте. Ғөҙөр һүҙе лә бар ине уның: туй сығымдарын күтәрешеүен үтенде. Аҡсанан өҙөлгән сағы ине Айҙарҙың. Колхоз кассаһы буш — бер тин аҡса инмәй. Аҙыраҡ маяһы бар ине, уныһын тотоноп бөттө. Ауылдағы улының урта мәктәптән һуң артабан уҡырға дөмбөрө батманы. Ҡатыны армияға ебәреүгә ҡырҡа ҡаршы төштө. Юҡ сирҙе бар итеп, справка йүнәтеү бик ҡиммәткә төштө. Кемгә генә мөрәжәғәт итһәң дә, ришүәт таптырҙылар. Уныһынан ҡотолғайны, Рәсимә боғаҙынан алды. Бығаса ярҙам итеп килгәс, баш тартырға ҡыйманы ир. Белмәҫһең, әллә ни уйлауы бар. Ярай әле, Урал хәленә инде. Ул биргән ышаныс ҡағыҙы арҡаһында арыу ғына аҡса ҡулына инде. Хәләл юл менән табылған мал түгел түгеллеккә, елдән килгән. Уның ҡарауы, Рәсимә алдында йөҙө яҡты. Улына туй бүләге шул булыр.

Рәсимә һөйләшелгән урында көтә ине.

— Һау ғынамы? — Ул Айҙарҙың ҡулын ебәрмәй торҙо, йөҙөнә текләп ҡараны. — Йонсобораҡ киткәнһең, тиәйемме?

— Барҙыр инде. Һуңғы арала күп йөрөлдө.

— Етмәһә, мин мәшәҡәт тыуҙырҙым.

— Туй мәшәҡәтһеҙ генә булмаҫ инде.

— Һине һис кенә лә борсомам тигәйнем. Аптыраған көндән. Күҙ терәп барыр кешем юҡ башҡа.

— Дөрөҫ эшләгәнһең. — Айҙар Рәсимәнең беләгенә ҡағылды. — Ваҡытың булһа, әйҙә, кафеға инәйек.

— Әйҙә һуң.

Кафела аулаҡ ине. Ашарға алдылар ҙа төпкөлдәге өҫтәлгә барып ултырҙылар.

— Туйға саҡыраһыңмы?

Ҡатын тертләп китте, яуап бирергә ашыҡманы, һорауҙы ишетмәгән кешеләй, алдындағы сәйен бутаны.

— Юҡты талап итәһең. Кем тип таныштырырмын һуң үҙеңде?

— Атаһы тип.

Рәсимә башын түбән эйҙе. Айҙар ауыр көрһөндө:

— Үҙ балама «улым» тип әйтә алмай үлеп китермен инде.

— Үлем тураһында уйларға иртә әле беҙгә. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һөйәһебеҙ бар.

— Бирһен Хоҙай. Туй ҡасан?

— Ике айҙан.

— Ҡунаҡтарығыҙ күптер инде?

— Әллә ни ҙурҙан ҡупмаҫҡа ине. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа үҙебеҙҙекеләр. Айнур менән килендең иптәштәре.

Айҙар түш кеҫәһенән сығарып өҫтәлгә тәҫ-тәҫ аҡса һалды.

— Туйҙар матур үтһен!

Рәсимә тирә-яғына ҡаранды ла аҡсаны сумкаға тыҡты. Үҙе ниңәлер ҡыҙарынды.

— Рәхмәт. Ҡылған изгелектәреңде Хоҙай үҙеңә йөҙө менән ҡайтарһын.

Кафенан сыҡҡас, һәр кем үҙ юлы менән китте. Рәсимә эшенә ашыҡты, Айҙар машинаһын ҡайтыр юлға төшөрҙө.

Әллә бәхетем, әллә гонаһым...

Рәсимә менән осрашҡан һайын шундай икеле уйҙар килә Айҙарҙың башына.

 

 

Автор:
Читайте нас: