“Юҡ... Башҡаса йәшәй алмайым былай... Түҙерлегем ҡалманы... Үләм... Китәм был донъянан...” – Хәсән, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә атланы ла атланы.
Күҙ йәштәре үҙенән-үҙе сөбөрләп аҡты. Имеш, ир-аттар иламай. Ниндәй таш йөрәк был һүҙҙе әйтте икән? Ирҙәр ҙә шул уҡ әҙәм балаһы, шул уҡ хис уларҙа.
Ғәрлектән, мәсхәрәнән Хәсәндең бөтә йөрәге һыҡтай ине.
Бығаса ҡатыны менән этә-төртә тигәндәй йәшәп яталар ине, анау айыу ваҡиғаһынан һуң бөтөнләй көн бөттө. Былай ҙа теле телгә йоҡмаҫ Фәриҙәһе бына аҙна буйы уны талай. Таң менән күҙен тырнап аса ла тотона ярһырға. Күршеләр ишетер тип уйлау ҙа юҡ. Өйҙә ни, урамда ни әрләшеүҙән башҡаны белмәй, шикелле. Әрләшә тип, уға ҡаршы һүҙ ҡатҡан кеше лә юҡ инде. Үҙенән-үҙе пыр туҙа. Тамам биҙрәне Хәсән был ығы-зығынан. Ҡатынының майлап һалһаң да эт еҫкәмәҫ һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йәһәннәмгә китергә әҙер. Кешенән оят. Былтыр класташы аҫылынып үлгәйне. Һуңғы юлға оҙатырға барғас, донъяһының матурлығына иҫе китеп, балаларын йәлләп, ни өсөн был тормоштан үҙ теләге менән китеп барҙы икән, тип аптырағайны. Бына хәҙер үҙе лә шул уҡ хәлдә. Күрәһең, берәү ҙә тиктомалдан башын элмәккә тыҡмайҙыр…
Туйҙы был тормоштан. Уға йәшәүҙең йәме лә, ҡыҙығы ла ҡалманы. Ҡасандыр янып торған күҙҙәр бөтөнләй һүнде. Яңаҡтар эскә батты. Хатта, күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән биҙәкләп, семәрләп һалған йорто ла уға әллә ниндәй ҡотһоҙ, сит булып тойола башланы. Өйөнә аяғы ла тартмай. Ҡатыны менән күптән бер түшәктә йоҡлағаны ла юҡ.
Өйҙәге тауыштан улы ла ялҡып бөткән. Туғыҙ йәшлек кенә булһа ла, ул да был ыҙғыштың сәбәпсеһе кем икәнен аңлай шул.
– Әсәй, нишләп атайҙы гел әрләйһең? – тип әйтеп ҡарай ҙа, ҡайҙа инде ишетеү! Үҙ туҡһаны туҡһан.
– Шым тор, хәсрәт! – тип йәнә сәсрәп сыға ҡатыны. – Мине тыйырға һин кем әле, маңҡа? Тиктомалдан шунса мең һум аҡсаны тоттороп ҡуяйыммы? Һеҙгә рәхәт! Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан. Бына мин ҡырҡҡа ярылырҙай булам…
Улы башҡаса һүҙ ҡатмай. Уға ла ҡыйын. Сабый ҙа әсәһенә ҡаршы нимәлер әйтеүҙең мәғәнәһе юҡлығын аңлай.
Фәриҙә йәнә гөлтләп ҡабына, бына нисәнсе көн инде бер үк һүҙҙе тылҡый:
– Нимә тип кенә шуға йоғондоң, ә? Хәҙер ҡалай ҡотолорға был яфанан? Малды бирмәйем. Өйгә яңы телевизор кәрәк. Ҡайҙан аҡса табайым? Хәстрүш! Харап, берәү ауыл халҡы алдында шәп булып ҡыланған, имеш. Ғүмер буйы теңкәмде ҡороттоң! Ыштанһыҙ! Үҙең кеүек берәй асыҡ ауыҙ тура килһә, килештерер инегеҙ. Тамағың ашҡа туймай үңәсеңде һуҙып йөрөр инең. Шул айыу үҙеңде генә ботарлаһа икән дә! Һинең һыйырыңды ашағанмы ни?!
Хәсән:
– Фәриҙә! – тип нимәлер әйтергә, аңлатырға уҡтала ла, ҡайҙа уны ишетеү.
– Фәриҙә лә Фәриҙә! Әллә минең исемде тәүгә ишетеүеңме?! Үҙем өйҙә булһам, ике аяғыңдың береһен урманға баҫтырмаҫ инем, иблис! Йә, шулай-шулай бит әле, тип кәңәшләшеү юҡ, рөхсәт һорау юҡ, шул һәүеректәргә эйәреп кит тә бар! Үҙең сәсрәмәгәйе шунда! Был тиклем дә расхудҡа батмаҫ инек, бетең менән түләмәксе булаһыңмы? Һиңә ни бешкән дә төшкән. Ҡайҙан килгән, ҡайҙа киткәнен белгән юҡ. Хәҙер ауыл кешеһенә үсәргә, теше ҡойолғансы һөйләргә бер нәмә була инде. Ҡайҙан ғына ҡайта күрҙек ошонда. Йүнле ир булһаң, ҡалала фатир алып, шунда ғына йәшәр инек. Арттарын асып көләләрҙер инде. Былай ҙа күрә алмайҙар. Имеш, донъябыҙ матур, теге лә был. Как будты мин ошо донъяны урлап ҡорғанмын. Минең кеүек улар ҙа эшләһен, шунан булыр...
Хәсәндең башҡаса ҡатынын тыңлар түҙеме ҡалманы. Ҡолағында ҡатынының дошманыңа ла теләмәҫ һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. "Иблис!.." "Иблис!.." "Иблис!.. "Үҙең сәсрәмәгәйе!.." "Үҙең сәсрәмәгәйе!.." “Үҙең сәсрәмәгәйе!.." Хәсәндең ҡолағы зыңлап, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул башын тотоп ергә сүгәләне. "Үҙ балаһының атаһын нисек шундай һүҙҙәр менән ҡарғарға мөмкин?! Шул тиклем насар кешеме икән мин?! Былай эт ишетмәгәнде ишетеп йәшәгәнсе, йәшәмәүең мең артыҡ". Ул шулай шаңҡып күпме ултырғандыр, ҡапыл һикереп торҙо ла, аласыҡта торған бауҙы алып, ашығып сығып китте. Юл ыңғайы магазиндан бер ярты һатып алды ла Йәнекәй тауы итәгендәге сабынлыҡҡа юл тотто.
Уйлай-уйлай ҙа, ҡатынының холҡон бөтөнләй аңлай алмай Хәсән. Әллә етешмәйме икән тип тә уйлап ҡуя. Уның арҡаһында хәҙер туған-тыумасалары менән дә аралаша алмай. Үҙен генә түгел, туғандарын да әрләп бер була, уларҙан бер матур сифат тапмай. Имеш, туғандарың былай, туғандарың тегеләй. Һарандар, йүнлеһе бармы ни?! Бар белгәндәре йыр ҙа бейеү. Бер көн телевизорҙан тапшырыу бара. Йыр конкурсында беренсе урынды алған ике туған һеңлеһен күрһәтә башлауы менән телевизорҙы шарт барып һүндермәһенме!
– Тапҡандар шайлы кешене күрһәтергә! Йырлай, имеш. Уның кеүек эт һымаҡ кем оломай?! Шәп булғас, ауылға ҡайтып йәшәһен!
Ярата ошо сабынлыҡты Хәсән. Үләндәр матур итеп баш ҡалҡытҡан. Балан ҡыуаҡлыҡтары ап-аҡ сәскәләргә төрөнгән. Әкрен иҫкән ел менән танауына хуш еҫ килеп бәрелде.
Ҡалҡыу урында булғас, бынан ауыл ус төбөндәге кеүек күренә. Ошонда рәхәтләнеп бесән әҙерләйҙәр ине. Ә бөгөн бында ул үҙенең ғүмерен ҡыйырға килде. Хәсән муҡсайынан шешәһен сығарып, рюмкаға һалып, уртлап ебәрҙе… “Их, ауылға ҡайтмаһам, тормошом, бәлки, былай ҙа килеп сыҡмаҫ ине”. Ә бит уның ауылда йәшәү уйында ла юҡ ине.
Был сабынлыҡты ла шырлыҡ, урманды ботап, атаһы менән икәү эшләнеләр.
– Ярай, һин ҡалала йәшәйһе кеше, – тине атаһы. – Ағайың этләнмәһен тим. Үҙемә бер ярҙамсы булманы.
Моғайын, бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәгәс, атаһы ла уның ҡалала йәшәр, йырсы булыр, тип уйлағандыр.
Хәсән хәҙер тормошон икегә бүлеп ҡарай – өйләнгәнгә тиклем, өйләнгәндән һуң. Уйлай-уйлай ҙа, ғәжәп итә ул, гүйә, башлы-күҙле булғас, бөтөнләй икенсе донъяла йәшәй башлаған кеүек. Тап Фәриҙә уның быға тиклемге бәхетле, йырлы-моңло тормошон ботарлар өсөн юлында осраған айыу ҡиәфәтендә күҙ алдына килеп баҫты.
ххх
Һуңғы осорҙа Хәсән бала сағы, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәгән күңелле осор хаҡында йыш уйлай. Бигерәк матур йәшәгәндәр, бәхетле булғандар икән. Радионан бейеү көйө яңғыраһа, атаһы иҙән тирәләй бейергә төшөп китә. Таҡмаҡҡа маһир әсәһе шуны ғына көткәндәй ҡулдарын сәпәкәйләй-сәпәкәйләй һамаҡлай ҙа башлай.
Төш тә бейе, төш тә бейе.
Аҡылдарың бер төрлө.
Аяғыңдағы итегең
Африканский икән
Һикереп-төшөп бейеүҙәрең
Һайыҫҡанский икән.
Күңеле булғансы, танһығы ҡанғансы бейей атаһы.
Өйҙә был хаҡта һөйләшмәһәләр ҙә, атаһы менән әсәһен димләп ҡауыштырғандарын ишеткәне бар. Уларҙың икеһенең дә бала, үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Әсәһе — өс, атаһы бер класс ҡына уҡый алған. Үлер хәлгә етеп ғашиҡ булышып та, матур һүҙҙәр һөйләп тә йөрөмәгәндәр, ғаилә, нисек йәшәү хаҡында төрлө китаптар уҡып та ултырмағандар. Уларҙың бер-береһенә хөрмәтен күҙ ҡарашынан аңларға була ине. Берәй нәмә эшләргә булһалар, әсәһе һәр ваҡыт иң тәүҙә атайҙарынан рөхсәт һорарға ҡушыр ине:
— Атайығыҙ нимә тип әйтер?
Ҡушылған эште саҡ ҡына онота башлаһалар ҙа, атайҙарын иҫкә төшөрөр булды:
– Атайығыҙ асыуланыр ҙаһа!
Ҡайһы ваҡыт, аталары өйҙә юҡ саҡта, нимәнәндер риза булмай:
– Эй, ошо атайымды, – тиһәләр, әсәләре шунда уҡ:
– Атайығыҙға һүҙ әйтмәгеҙ, – тип киҫәтә. – Атайығыҙҙың бала сағы еңел булмаған. Мин ҡайһы бер бисәләр кеүек сей утын яғып толланманым, урам буйлап аҡса теләнселәп тә йөрөмәнем. Атайығыҙ тапты, тырышты, аҙып-туҙып йөрөмәне.
Хәсән ҡатынын әсәһе урынына ҡуйып ҡарай ҙа, тағы бер шаҡ ҡата. Халыҡ әйтмешләй, бисәһе әсәһенең киҫеп ташлаған тырнағына ла тормай. Фәриҙәһенең был тиклем шашыуына, бәлки, үҙе ғәйеплелер. Йомшаҡлыҡ күрһәткәндер. “Мәмәй!” Хәсән үҙенә шулай тине лә, серт төкөрөп ҡуйҙы...
Өйҙәрендә күҙгә ташланырҙай бер нәмә лә юҡ ине. Бәләкәй генә телевизор... Ошо уҡ өйҙә ашайҙар, ятып йоҡлайҙар. Атаһы ла, әсәһе лә бигерәк киң күңелле булғандар. Ауылда зыярат уларҙың эргәһендә. Һәр йома һайын әбейҙәр зыярат эргәһенә килеп аят уҡый. Моғайын, ҡайһыһының улы, ҡайһыларының ире һуғышта үлеп ҡалғандыр. Әсәһе һәр ваҡыт уларҙы саҡырып, сәй эсереп ҡайтарыр ине. Ә бөгөн уларҙың ялан кеүек өйөнә кергән-сыҡҡан кеше юҡ. Ҡатыны арҡаһында хәҙер атай-әсәйе лә, туғандары ла уларға килмәй. Дуҫтары ла күптән биҙеп бөттө. Биҙер ҙә шул. Кеше ҡапҡанан килеп инеү менән ҡаршы йүгереп сыға ла: “Нимә кәрәк?” – тип төпсөнә башлай.
Ҡарамалыла йөҙҙән ашыу өй бар. Хәҙер уның яртыһында ғына тиерлек кеше йәшәй. Өлкәндәр үлә бара, йорттар ҙа бушай бара. Бынан утыҙ йыл элек кенә балҡып торған ауыл күҙ менән ҡаш араһында тигәндәй ҡотһоҙланды. Ауыл тирәһендәге баҫыуҙар ҙа буш ята хәҙер. "Алға" колхозының бер бригадаһы булған ауылда һыйыр, сусҡа фермалары гөрләп торор ине. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, шул малдар әллә ҡайҙа ғәйеп булды. Ә бына тигән ҡураларҙы нигеҙенә ҡәҙәр соҡоп алып бөттөләр. Ғәжәп: емерергә тигәндә колхоз өсөн арҡырыны буй һалмағандар йылдамыраҡ булып сыҡты. Ауырыйым, ана үләм, бына үләм тигәндәр ҙә терелеп сыҡты. Ә уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә, тыйыусы ла булманы. Ә бында малдарҙы ҡырған айыуға атҡан өсөн олоғара тауыш ҡупты. Шуныһы ҡыҙыҡ: булғанын емереп бөттөләр ҙә хәҙер йәнә ферма төҙөргә кәрәк тип зыҡ ҡубалар.
– Әлдә колхоз бөттө лә, иркенгә сыҡтыҡ, – ти ауыл халҡы хәҙер. Ысынлап та, шулай. Элек берәр һыйыр ғына тотһалар, хәҙер уңғандар өсәр, дүртәр һыйыр аҫрай, башмаҡтары, быҙауҙары йыйылып китә. Бесән тип тау араларында соҡсоноп йөрөйһө түгел. Элекке көтөүлектәрҙә, баҫыуҙарҙа трактор менән рәхәтләнеп бесән сабалар.
Бер ҡараһаң, бөтә кеше лә мал тотоп ҡына йәшәй алмай. Йәштәр тыуып үҫкән еренән ҡаса. Хәҙергеләрҙе элекке һымаҡ паспорт бирмәйенсә ауылға бәйләп ҡуйып булмай шул. Ярай ҙа улар ата-әсәһенең йорт-ҡураһын тәрбиәләп, буяп тотһалар. Ҡайһылары ни өйөн һатмай, ни ҡайтып ҡарамай, кәртә-ҡуралары ауып, буяуҙары ҡубып, ауылдың йәмен ебәрә. Ауылға ҡунаҡ-фәлән килһә, кешенән оят.
ххх