Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Сентябрь 2023, 10:10

Ҡиблалар буталғанда Повесть (8) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Улығыҙҙы танынығыҙмы? Заһиҙәнең башына килтереп һуҡтылармы ни! Баҫҡан урынында сайҡалып китте, һеңлеһе ҡултыҡлап өлгөрмәһә, йығылыр ҙа ине, бәлки, — ул тотоп ҡалды.

Ҡиблалар буталғанда   Повесть (8)   Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (8) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Алтынсы сәхифә

Ҡара йомғаҡ

 

Ҡыҙы менән улының уянғанын көтөп төш еткерҙе Гөлназ. Таң атҡансы клубта күңел асалар ҙа һөрһөгәнсе йоҡо һимертәләр, суҡынмыштар. Өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ — күңел асмай ни эшләһендәр! Ҡара, ерле юҡҡа балаларын орошмаҡсы. Йөрөһөндәр, бер һүҙе лә юҡ, тик алдарын-арттарын ҡарап йөрөһөндәр. Хоҙай бәлә-ҡазанан һаҡлаһын үҙҙәрен! Ауылда ла иман ҡалманы хәҙер: йәштәр хаттин ашты, эсәләр, һуғышалар. Яғалашыуҙары ғына етмәгән, кеше әйберенә тейәләр. Бер көн Вәсилә ҡарсыҡтың өйөнә төшкәндәр. Уныһына таман, ҡабат, кеше ҡотортоп, ике хаҡына көн-төн араҡы һатып ятмаҫҡа арыу булыр. Яңыраҡ колхоз келәтен таҙартҡандар. Әлеге лә баяғы араҡы алғандар, ти. Ҡыҙҙарына ни ҡалған инде: егеттәр менән ярышып араҡы һемерәләр, тәмәке тарталар. Ауыҙҙарын төйөргә ҡайҙа кешеһе! Быға ҡәҙәр ҡыҙы Рита ла, улы Ринат та йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Артабан да тәүфиҡлы була күрһендәр.

Гөлназдың ашығыуы шунан: апаһына мунса һылашырға вәғәҙә иткәйне, шуға балаларын ҡабаландырҙы. Тегеһен-быныһын килтереп торһалар ҙа файҙалары тейер. Ауыл ерендә тыуып үҫмәгәс, эштең рәтен-сиратын бик белеп бөтмәйҙәр. Ҡушһаң — эшләйҙәр, ҡушмаһаң — үҙҙәре белеп тотонмайҙар бер эшкә лә. Бар белгәндәре — телевизор ҡарау, тәмле итеп ашау ҙа йоҡлау. Эшләп ашаһалар, икмәктең ҡәҙерен белерҙәр әҙерәк. Юҡһа, улар өсөн барыһы ла бешкән дә төшкән, икмәк ағас ботағында үҫә.

Апаһы Заһиҙә донъя йөгөн яңғыҙы тарта. Иренән йәшләй генә тороп ҡалды. Дүрт бала менән. Ире үлгәндә төпсөгө ҡарынында ине. Бигерәк бала йәнле булды еҙнәләре. Эштән ҡайтһа, ҡулынан да төшөрмәҫ ине шуларҙы. Ғүмере лә шул бала арҡаһында ҡыйылды. Еҙнәләре шофер ине, Гөлназ белә-белгәндән бирле станциянан колхозға бензин ташыны. Ҡаршыһына ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан сабыйҙы тапатмайым тип, Дим күперенән машинаһы менән ҡолаған. Ата-әсәһе менән хозурға сыҡҡан теге ҡулсыр бала иҫән ҡалған, еҙнәләрен генә ҡотҡара алманылар. Балалары үҫеп бөтөп килә инде. Иң өлкәне Һөйөндөк — армияла, ҡалғандары ла әсәһенең ҡул араһына инде. Аталарына оҡшап, эшкә уңғандар, ҡулдарынан киләме-килмәйме, уныһын ҡарап тормайҙар, үҙҙәренсә эшләй ҙә ҡуялар. Һәр хәлдә, уның балалары һымаҡ мәүеш түгелдәр.

Улар килгәндә Заһиҙә тупһала ойоҡбаш бәйләй ине.

— Үәт, минең туғанҡайҙарым, килеп тә еттеләр. — Ул эшен ситкә алып ҡуйҙы.

— Бынауҙарҙың уянғанын көтөп оҙаҡланым. — Гөлназ балаларына ымланы. — Төнө буйы сабалар ҙа...

— Ниңә уяттың, йоҡлаһындар ине. Иртәнге йоҡо тәмле була бит ул.

Ишек алды тулы ҡош-ҡорт. Аҙбар янында тауыҡтар тибенә, келәт күләгәһендә, ҡояштан ҡасып, өйрәктәр ята.

— Ҡош-ҡортоң бигерәк күп, нисек өлгөрәһең? — тип ҡыҙыҡһынды Гөлназ.

— Былары ғына нисауа, улары янына ҡаҙ менән күркәләрен дә ҡуш. Иртәле-кисле аяҡ баҫыр урын да ҡалмай ишек алдында. — Заһиҙә тауыҡтарға ем һипте. — Ҡош-ҡорт аҫрамаһаң, мал-тыуар тотмаһаң, аяҡ һуҙаһы ғына ҡала, туғанҡайым, ауыл ерендә. Аҡса төҫөн күрмәгәнгә биш былтыр. Әүәл балаларға пособие тигән булып тәм-том алырлыҡ әҙ-мәҙ аҡса бирәләр ине, уныһы ла ҡороно. Төбө-тамыры менән. Колхозда эшләһәң-эшләмәһәң дә, барыбер аҡсаһын түләмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙға ауылда эш юҡ, шул бер сөгөлдөр. Аҡсаһы тәтемәһә лә, үҫтереп тапшырған өсөн шәкәрен бирәләр.

— Беҙ ҙә, Ильястың һүҙенә ҡарап, берәмтекләп йыйған донъяны туҙҙырып, ауылға ҡайттыҡ. Ун икенең бере юҡ. Ул өйҙө эш итеп ингәнсе сәстәр ағарыр инде.

— Ситтә йөрөп туйманыңмы ни? Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәр бит, туғанҡайым. Үҙ илеңә етмәй инде ул. Ҡайғырма, бер яйы сығыр әле. Кейәүҙең ҡулы эшкә ята. Ҡайтыу менән тракторға ултырҙы, өйөн дә һалыр. Зерәгә борсолаһың, туғанҡайым.

Ауылға ҡайтҡандан бирле болоҡһоп йөрөй һеңлеһе. Мунса һылашырға саҡырыуы ла ҡулынан эш килмәүҙән түгел (бер мунса уға әп итергә лә етмәй), ә Гөлназдың күңелен күреү өсөн ине.

— Бер туған апайыма ла зарланмай, кемгә зарланайым һуң?  Әллә ниңә эсем бошоп китте. — Гөлназ көсәнеп йылмайҙы.

— Улай ғына булһа, ярай. — Заһиҙә келәткә йүнәлде. — Әйҙәгеҙ әле, эшкә тотонғансы, ҡапҡылап алайыҡ. Тәмле итеп ҡоймаҡ бешерҙем. Яңы айыртҡан ҡаймағым да бар.

Келәттә тынсыу ине, ишеккә марля ҡапланһа ла, себен инеп тулған.

— Әллә ниңә баҡсала ғына ултырманыҡ, — тине Заһиҙә, сәй яһай-яһай.

— Ярай инде, бер сынаяҡ сәй өсөн ташынып йөрөмәйек. Ошонда ғына эсәйек тә ҡуяйыҡ.

Заһиҙә һеңлеһенең тәҡдиме менән килеште. Үҙенә лә сәй яһағас, йәнә һүҙгә кереште:

— Өсөнсө көн төш күргәйнем. Айҙар, үҙебеҙҙең колхоз председателе, ҙур ҡара йөн йомғағы бирҙе. Мин алмаҫҡа итәм, ә ул ныҡышыпмы ныҡыша. Ал да ал, тип өҙмәй ҙә ҡуймай,  ләпәк кеүек, күҙгә инеп бара. Риза булмағас, көсләп ҡулыма тотторҙо. Бүтән төштәремдең береһе лә хәтеремдә ҡалмай, ә быныһы онотолмай. Шунан бирле күңелемде ҡырып тора. Нимәгә булыр икән? Һин төш юрай беләһеңме?

— Юҡ. Төштө нимәгә юраһаң, шул була, тиҙәр. Яҡшыға юра ла ҡуй.

— Шулайттым да ул... Һөйөндөгөм өсөн борсолам. Уттың үҙенә алып барып тыҡтылар. — Заһиҙә яулыҡ осон күҙҙәренә терәне.

— Хаты киләме?

— Күптәнән юҡ. Һуңғыһы килгәнгә лә байтаҡ булып китте инде. — Заһиҙә, келәт ишегенән башын һоноп, ишек алдына ҡысҡырҙы: — Кемегеҙ бар унда? Ағайығыҙҙың һуңғы хатын килтерегеҙ әле, Гөлназ апайың да уҡыһын.

Үҙенең йөрәге жыу итеп ҡалды: «Ниңә «һуңғы хаты» тип ҡысҡырам әле донъя яңғыратып? «Хаты» тип һорарға ла башым етмәй. Әллә миңгерәүләнә башланым инде».

Һөйөндөктөң хаты ҡыҫҡа, ләкин тетрәндергес ине. Әйтерһең, уны һалдат түгел, ә төрмәләге тотҡон яҙған.

«Сәләм алыҫтан! Ҡәҙерле әсәкәйем, туғандарым! Һеҙҙе һағындым. Фотоғыҙға ҡарап һеҙҙең менән һөйләшәм. Әсәй, ауырҙыр һиңә. Ярай, түҙ инде мин ҡайтҡансы. Әсәй, ҡустыларымды армияға ебәрмәҫкә тырыш. Мин күргән дә етер. Тауҙарҙа асыҡтыра, бет аптырата. Өс-дүрт ай мунса күргән юҡ. Хат яҙырға дәфтәр юҡ, бер бит ҡағыҙ өсөн бер паек икмәгемде бирҙем. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Берәүҙәр ҡасып ҡайта, ҡайһыларын әсәләре килеп ала. Әсәй, сөсө икмәк, көлсәләрең, ҡаймаҡ һағындырҙы. Сөгөлдөрҙө эшләп бөттөгөҙмө? Әсәй, утын, бесән әҙерләй алдығыҙмы? Быйылға эшләһәгеҙ, үҙем ҡайтҡас, еңелерәк булыр. Әсәй, ҡабат хат яҙмағыҙ. Тиҙҙән бер малай килә, отпускыға ҡайтам...»

— Эт күрмәгәнде күрә икән, отпускыға ҡайтҡас, ебәрмә лә ҡуй, — тине Гөлназ, хатты уҡып бөткәс.

— Ҡайтыуын ҡайтһа, күҙ күрер ине әле, билдәһеҙлек эсте ҡыра, — тине апаһы.

Һүҙгә әүрәп, оҙаҡлап ултырманылар, берәр сынаяҡ сәй эстеләр ҙә күмәкләп эшкә тотондолар.

Балсыҡты картуф баҡсаһында мунса ҡаршыһында баҫа инеләр. Инде баҫып бөтөп киләбеҙ тигәндә, ишек алдынан Заһиҙәнең улы Йәүҙәт һөрәнләне:

— Әсәй, һине Айҙар ағай саҡыра.

— Ниндәй хәжәте төштө икән миңә председателдең?

Заһиҙә һөйләнә-һөйләнә балсыҡтан сыҡты. Аяҡ-ҡулын сайғас, ишек алдына үтте. Ҡапҡа төбөнә ике еңел машина килеп туҡтаған. Колхоз рәйесенән тыш, хәрби кейемдәге ике кеше баҫып тора. Аҡ халатын да һалмаған фельдшер ҡыҙ ҙа бында.

Офицерҙарҙы күргәс тә, Заһиҙәнең быуындары бушаны.

— Улым!..

Ул үҙенсә яр һалып ҡысҡырған кеүек ине, ләкин тауышы тышҡа сыҡманы, ҡайҙалыр тамаҡ төбөндә ҡыҫылып ҡалды.

Һығылып төшкән ҡатынды ике яҡтан ике офицер ҡултыҡлап өйгә индерҙе. Фельдшер ҡыҙ укол һалды. Ни булырын белеп, алдан әҙерләнеп килгәндер, күрәһең, ҡулдарына күҙ эйәрмәне.

Заһиҙәне өйгә алып инеп киткәстәре, Рита әсәһе янына тороп сапты.

— Тиҙ бул, әсәй! Заһиҙә апайыма әллә ни булды! — тине ул, күҙҙәре аларып.

Гөлназ ингәндә апаһы иҫенә килгәйне. Эргәһендә фельдшер ҡыҙ бөтөрөлә. Балалары, аранға төшкән бүренән өрккән һарыҡтарҙай, бер мөйөшкә һырыҡҡан. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп, әсәләренә баҡҡандар.

Офицерҙарҙың береһе өйгә ингән Гөлназға күҙ генә һалып алды ла һүҙен дауам итте:

— Улығыҙҙы «үлгән» тимәгәндәр. Йә яраланған, йә әсирлеккә төшкән. Иртәгә һеҙ Ростовҡа осорға тейешһегеҙ.

Заһиҙә башын күтәрҙе.

— Уй Алла, бер тин аҡсам юҡ!?

— Аҡса булыр, военкоматтан барып алырһығыҙ, — тип йөпләне икенсе офицер.

— Уй Алла, мин һеҙҙең ул Ростовығыҙҙың ҡайҙа икәнлеген дә белмәйем. Яңғыҙым нисек барырмын икән? Өйөмдән бер ҡайҙа ла сығып йөрөгәнем юҡ.

Ысынлап та, ҡырҡ ете йәшкә етеп, Заһиҙәнең Өфөнән ары киткәне юҡ ине. Бер тапҡыр Һөйөндөгөн республика балалар дауаханаһына алып барғайны. Унда ла үҙе генә түгел, бер нисә ҡатын йөрөп ҡайтҡайнылар.

— Оҙата барырға кеше бирәбеҙ, — тине офицерҙарҙың береһе.

— Прапорщик, — тип асыҡланы икенсеһе.

Сит кешеләр сығып киткәс, мөйөшкә һырыҡҡан балалар әсәләре янына йылышты. Заһиҙә уларҙы ҡосаҡланы ла сеңләп илап ебәрҙе. Уға балалары ҡушылды. Гөлназдың да күҙҙәренә йәш тулды. Рита менән Ринат баштарын ситкә борҙо.

Беренсе булып Гөлназ телгә килде.

— Ул ҡәҙәр бөтөрөнмә әле, апай. Йөрәгең насар. Күп илап, ятып китерһең йә. Алыҫ юлға сығаһың бар.

— Эйе шул, туғанҡайым. Ниңә юҡҡа күҙ йәше түгәбеҙ әле? — Заһиҙәнең эсенә йылы инде. — «Үлгән» тимәгәндәр бит.

— Апай, иртәгә военкоматҡа барғас, тегеләргә әйтерһең, прапорщиктары кәрәкмәй. — Гөлназ ныҡлы ҡарарға килгәйне. — Һинең менән үҙем барам.

— Бигерәк һәйбәт булыр ине. — Заһиҙә икеләнде. — Риза булһалар ярай ҙа...

— Булырҙар, булмай ҡайҙа китһендәр. — Гөлназдың ҡарары ныҡлы ине. — Уларҙың аҡсаһына ҡалған көнөм юҡ. Өй һалырға тигән аҡсаны тотонам.

— Кейәү риза булмаҫ ул.

— Ильяс та ҡаршы килмәҫ. Һөйөндөк туғаным өсөн бер ни ҙә йәл түгел. Яраланһа, алып ҡайтырбыҙ. Әсирҙә булһа, ҡотҡарырбыҙ.

— Әлдә һин булдың әле, туғанҡайым! — Заһиҙә йәнә күҙ йәштәрен түгергә тотондо. Был юлы ул шатлығынан илай ине. — Бер үҙем ни эшләр инем?! Мин бит, өңөндә ятҡан бурһыҡ кеүек, өйөмдө ташлап бер ҡайҙа ла сығып йөрөгәнем юҡ. Һин — юл йөрөп өйрәнгән кеше, бергә-бергә йөрөп ҡайтыуы еңелерәккә төшөр. Урыҫсаң да шыма, минең һымаҡ этелеп-төртөлөп тормайһың.

Аҙыраҡ тынысланған ике ҡатын юл хәстәрен күрҙе. Һөйөндөктөң кейем-һалымын тәртипкә килтерҙеләр, көлсә, сөсө икмәк бешерергә ҡамыр ҡуйҙылар. Һеңлеһе ҡаршы төшһә лә, ҡаймаҡ та алырға булды Заһиҙә. Әсеһә ни, тәмләп булһа ла ҡарар. «Әсәй, сөсө икмәк, көлсәләрең, ҡаймаҡ һағындырҙы», — тип яҙған да баһа ҡолонсағы.

Көтөү ҡыуғас та юлға сыҡтылар. Иртә килгәндәр икән. Военкоматтарын туғыҙ тулмайынса асманылар. Шикләнеүҙәре раҫҡа сыҡты: Гөлназды алырға теләмәнеләр. Кисә һөйләшкәнсә, һеңлеһе ныҡ торҙо.

— Апайымдың йөрәге насар. Эргәһенән бер аҙым да ситкә китмәйем, — тине.

Ризалаштылар.

Өфөгә машина менән илтеп ҡуйҙылар. Кисә өйҙәренә килгән офицерҙарҙың береһе оҙата барҙы. Самолетҡа ултырыр алдынан ул папка тотторҙо.

— Һораһалар, бирерһегеҙ, — тине, ҡарашын ситкә алып.

Сумкаларына тыҡтылар ҙа ҡуйҙылар. Асып ҡарарға икеһенең береһенең башы етмәне. Хоҙай һаҡлағандыр инде, әсәне тағы бер нисә көнгә булһа ла ҡайғынан ҡурсалайым, тигәндер.

Заһиҙәнең самолетта беренсе мәртәбә осоуы. Туҡтауһыҙ башы әйләнде, күңеле болғанды. Һеңлеһе дарыу, сәй эсереп тә ҡараны — ярҙам итмәне. Ул апаһын бала урынына алдаштырҙы: «Апай, түҙ инде, хәҙер етәбеҙ...»

Ростовта уларҙы ҡаршы алырға тейештәр ине. «Унда һеҙҙе Забарин тигән майор көтөп торор», — тигәйнеләр военкоматта. Эт тә ҡаршыламаны. Улар килгән тип, төнө менән ни эшләп йөрөһөн ул. Тәмле төштәр күреп йоҡлай торғандыр. Бер хәрбигә баш ороп ҡарағайнылар ҙа, ник өндәшкән көнгә төштөләр. «Мин бер ниндәй ҙә Забаринды ла, Кабаринды ла белмәйем», — тине лә бәйләнергә кереште. Ресторанға алып инмәксе. Саҡ ҡотолдолар иманһыҙҙан. Залда ҡараштырып йөрөнөләр-йөрөнөләр ҙә, күҙҙәренә бүтән хәрбиҙәр салынмағас, вокзал алдына сығып баҫтылар. Сығыу менән таксистар һырып алды. Һәммәһе лә һайлап алғандай төптән йыуан сыҡҡан, үҙҙәре ҡап-ҡара мыйыҡлы. Заһиҙә юғалып ҡалды. Әлдә һеңлеһе үткер, күберәк ул һөйләште. Заһиҙәнең таксистар менән һатыулашыу түгел, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмағайны. Ҡулдарындағы адресҡа ҡарап, ниндәйҙер «Контроль пункт»ҡа тиклем алып барыу өсөн 150 мең һум һоранылар. Ризалашмағас, береһе 100 меңгә күнде. Бараһы ерҙәре эйәк аҫтында ғына икән, күҙ асып йомғансы илтеп ырғытты.

— Төп башына ултыртты Алла һуҡҡан ҡарт урыҫ! Был араға 50 мең дә күп. Белмәгәс ни... — тип үкенде Гөлназ.

— Юҡ өсөн ҡайғырма, туғанҡайым. Сығаһы аҡса булғандыр. Күргән-күрмәгәне шул булһын. Иҫән-аман килеп етеүебеҙгә ҡыуанайыҡ. Һөйөндөктө лә тапһаҡ... — тип тынысландырҙы һеңлеһен Заһиҙә.

Штабта уларға күңел йыуатырлыҡ хәбәр әйтмәнеләр. Майор Забарин иртәнсәк кенә килә икән. Ишек төбөндә ҡулдарына автомат тотоп һаҡта тороусы һалдаттар көтөргә ҡушты. Көтөргә кәрәклеген үҙҙәре лә белә лә ул. Ҡолас йәйеп ҡаршы алырға саҡырыулы ҡунаҡ түгелдәр ҙәһә. Өмөт бит.

Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? Сит ер. Дөм-ҡараңғы. Ҡурҡыта. Берәй алйоты тотоп бәйләнмәҫ тимә. Барлы-юҡлы аҡсаңды талап алып, икеһен бер юлы үлтереп берәй ергә тығып китһә, эт менән дә эҙләп таба алмаҫтар. Ошо тирәнән китмәү хәйерле. Апалы-һеңлеле ни ҡылырға ла белмәй бер талай ҡарашып торҙолар.

— Туғанҡайым, әйҙә, анауында барайыҡ. Ҡаршыла һалдаттар, теймәҫтәр әле, — тине Заһиҙә.

— Ҡайҙа?

— Анауында бәшмәккә оҡшаған бер нәмә эшләп ҡуйғандар. Түңәрәк өҫтәле, осаны терәргә урыны ла бар.

— Беседканы әйтәһеңме ни... Әйҙә һуң, тамаҡ та ялғап алырбыҙ.

Әҙерәк ҡапҡылап, термостан ҡойоп ҡайнар сәй йотҡас, хәл инеп, күҙҙәре асылғандай булды икеһенең дә.

— Сәғәт нисә икән?

— Дүрт тула, апай.

— Таң да атыр ваҡыт етеп килә. Тыуыр көн ниндәй хәбәр килтерер?

Заһиҙә, юлға сыҡҡандан бирле нисәнсе тапҡыр инде, тыйыла алмай, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Йәштәренә мансылып күпме ултырғандыр, нимәлер һиҙенеп, күҙҙәрен асып ебәрһә, үҙҙәренә табан оло йәштәрҙәге һаҡаллы ир-аттың атлауын шәйләне. Ҡото осҡан Заһиҙә, һикереп тора һалып, штабты һаҡлаусы һалдаттар яғына атланы, артына боролоп, килеүсегә арты менән ултырған һеңлеһенә ҡысҡырҙы:

— Гөлназ, бында кил!

— Ҡурҡмағыҙ, — тине беседка янына килеп баҫҡан һаҡаллы ир-ат. — Мин — магазин ҡарауылсыһы. Ҡайҙан килдегеҙ?

— Башҡортостандан.

— Улығыҙҙы танынығыҙмы?

Заһиҙәнең башына килтереп һуҡтылармы ни! Баҫҡан урынында сайҡалып китте, һеңлеһе ҡултыҡлап өлгөрмәһә, йығылыр ҙа ине, бәлки, — ул тотоп ҡалды.

— Нисек «танынығыҙмы»? — тине Заһиҙә, телен саҡ әйләндереп.

— Үлгән бер мең һалдат килтерҙеләр. Һеҙҙең кеүек әсәләр күп килә. Ултырмағыҙ бында, КП-ға инегеҙ, — тине лә һаҡаллы ир-ат ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.

Гөлназ апаһына йөрәк дарыуы эсерҙе. Бер аҙҙан Заһиҙә айныны. Ҡултыҡлашып теге һаҡаллы ир-ат әйткән контроль пунктына киттеләр.

— Улыма килдем. Госпиталгә, — тине Заһиҙә һалдаттарға.

Документтарын ҡаранылар. Икеһенең дә паспортын, үҙҙәре менән алып килгән папканы күҙҙән үткәргәс, бер һалдат уларға ҡарап башын сайҡап ҡуйҙы. Бер нәмә лә өндәшмәне. Ымлап үҙенең артынан эйәрергә ҡушты.

Заһиҙә менән Гөлназды таң атҡансы кәнсәләргә урынлаштырҙылар. Бер өҫтәл, ике ултырғыс торған бүлмәгә уларға тип индергән ике койка саҡ һыйҙы. Сисенеп ятырға ҡыйманылар, арҡаларын стенаға терәп, икеһе ике койкаға сүгәләнеләр. Гөлназ, йылы һөт кеүек,  шунда уҡ ойоп китте, ә Заһиҙәнең күҙенә йоҡо төйнәлмәне. Ҡаранып ултыра биргәс, уның күҙе койкаға түшәлгән ҡарағусҡыл йәшел одеалға төштө. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: одеал өҫтөнән ап-аҡ беттәр йүгерешә! Бына бер мөғжизә! Улын юллап Ростовҡа килмәһә, ғүмерҙә был хәшәрәтте күрәсәге юҡ ине.  Заһиҙә һеңлеһен уятырға ҡыҙғанды. Ярай инде, ял итһен, тип, шым ғына ултырғысҡа күсеп ултырҙы. Өҫтәлдә теге папка ята. Уларҙың документтары һалынған папка. Заһиҙә йөрәген көйҙөрөп ятҡан папканы асып ҡарамаҡсы итте. Тотторҙолар ҙа ебәрҙеләр, эсендә нимәләр бар икән? Уҡыған береһе башын сайҡай ҙа ҡуя.

«Загиде Иншаровне сообщите, ее сын Хамидуллин Суюндюк Насирович погиб 7 августа 1996 года в городе Грозный...»

Нисек йөрәге ярылманы!!! Түҙгәс тә түҙә икән әсә йөрәге!

Уның ҡысҡырып илап ебәреүенә Гөлназ да уянды.

— Апай, ни булды? Ниңә илайһың?

Заһиҙә телен әйләндереп һүҙ әйтерлек хәлдә түгел ине, папкаға ымланы. Теге ҡәһәрле ҡағыҙға күҙ йүгертеп сыҡҡас, Гөлназ да апаһына ҡушылып илай башланы.

Ҡушлап илаған тауышҡа бүлмәгә постағы һалдат килеп инде.

— Күрше бүлмәгә сығып, кран һыуында битегеҙҙе йыуығыҙ. Тынысланығыҙ. Һалдаттар йоҡлай, — тине ул.

Ҡараһалар, казармала илап ултыралар икән дә баһа. Заһиҙәнең йоҡлап ятҡан һалдаттарҙың һәр береһенең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйгөһө килде. «Минең улым да йоҡлап ятҡан буламы икән?» Уның өмөтө һүнмәгәйне, Һөйөндөгөнөң үлгәненә ышанғыһы килмәне. «Терелер, тере булмаһа, саҡырмаҫтар ине», — тип фекер йөрөттө үҙенсә.

Оҙаҡламай сигнал тауышы ишетелде. Һалдаттар, ятҡан урындарынан һикереп тора һалып, тышҡа йүгереп сыға башланы. Заһиҙә уларҙан күҙен дә алманы.

— Таң һарыһынан ҡайҙа сабалар икән?

— Иртәнге зарядкаға, — тине һеңлеһе.

Араларында мәшәүҙәре лә бар икән һалдаттарҙың. Береһе салбарын кейеп өлгөрмәгәйне, икенсеһе сикәһенә сабып ебәрҙе. Тегеһе иларға тотондо. Армиялағы ҡырағай тәртиптәрҙе ҡайҙан белһен инде Заһиҙә. «Дед»тың «салага»ға тормош һабағы биреүе ине был. Һалдатты йәлләүҙән йөрәге ҡыҫылды.

— Уй Алла, теймә! — тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Иптәшен йәберләгән һалдат Заһиҙәгә лә «өлөш» сығарҙы:

— Тайығыҙ бынан! Юҡһа, һеҙгә лә эләгер! — тип екерҙе.

Ҡайҙа барһындар инде, әлеге шул урамға сығып баҫтылар.

Офоҡ алланды, оҙаҡламай ҡояш та сығыр. Теге һалдат бахырҙар һаман тора поста автоматтарын ҡосаҡлап. Уларҙан белештеләр: түрә-ҡаралары туғыҙһыҙ йыйылмай икән.

Көткәндә ваҡыт яй үтә. Ауылда булһа, һыйыр һауып, көтөү ҡыуып, ҡош-ҡорт ашатып, балаларының тамағын хәстәрләп көн уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалыр ине. Бында минуты — сәғәткә, сәғәте көнгә тиң. Көскә сәғәт туғыҙҙы еткерҙеләр.

Гөлназ стенаға эленгән телефондарҙың береһенән үҙҙәрен ҡаршы алырға тейешле майор Забаринға шылтыратты. Урынында икән. Йүнләп һөйләшмәне лә.

— Ҡайҙан килдегеҙ?.. Яҡшы, хәҙер һеҙҙе урынлаштырырҙар, — тине лә трубканы һалып ҡуйҙы.

Ике һалдат сығып, уларҙы бер бүлмәгә үткәрҙе.

— Ултырып тороғоҙ, ял итегеҙ, көтөгөҙ, — тинеләр ҙә сығып киттеләр.

Көтәләр. «Ял итәләр». Сәғәт ун... ун бер булды. Иҫкә төшөргән кеше лә юҡ, бөтөнләй оноттолар. Уларҙан башҡа бүлмәлә тағы бер ир-ат бар. Иҫерек шикелле меҫкен, башын тота алмай, төшөп-төшөп китә. Шыбырлап ҡына һөйләштеләр.

— Тапҡан эсеп йөрөр урын... Бер ауыҙына хужа була алмай, — тине Заһиҙә, нәфрәтләнеп.

— Ҡайғыһынан эскәндер, — тине Гөлназ яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн.

Уларҙың бышылдашыуына ир башын күтәрҙе. Үҙенә ҡарауы имәнес: күптән ҡырынмаған, йөҙө ҡара янған, күҙҙәренең нуры юҡ, аша ҡарай.

— Ҡайҙан килдегеҙ?.. Танынығыҙмы?.. Таптығыҙмы?..

Ир бер-бер артлы һорауҙарын теҙҙе лә сабый балалай сеңләп илап ебәрҙе.

Заһиҙә тертләне: «Был ни ғиллә! Кем менән генә һөйләшмә, һүҙ беркетешкәндәй, бер үк һорауҙы бирәләр. Төндә береһе еләткәйне, хәҙер быныһы».

— Улымды алып ҡайта алмай интегәм. Бишенсе көн... — Ир керле ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен ҡоротто, танауын һеңгерҙе. — Аҡсам да бөттө... Хәлем дә бөттө...

Удмуртиянан икән. Заһиҙәнеке һымаҡ, тәүге улы. Өйҙә тағы ике малайы бар. Уларын, стенаға терәп атһалар ҙа, армияға ебәрмәҫкә иҫәбе.

Һөйләшә торғас, ир Забаринды көтмәҫкә, олораҡ түрәгә — Козловҡа инергә ҡушты.

Заһиҙә илай-илай бер юлы ике таблетка йотто. Һеңлеһе йыуатты:

— Апай, үҙеңде тот. Бәлки, үлмәгәндер... Бәлки, фамилияһы берҙер...

— Ултырмағыҙ, инегеҙ, йөрөгөҙ! Беҙ берәүгә лә кәрәкмәй бында, — тип һөйләнеп тороп ҡалды уларҙың артынан теге ир.

Козловҡа инергә сират. Ишеген дүрт-биш кеше һағалай.

— Иртәнән бирле көтәбеҙ, ҡабул итмәй. Кәңәшмә бара, — тип «шатландырҙылар» уларҙы.

Һөйләшеп киттеләр. Көллөһөндә лә бер ҡайғы — бала ҡайғыһы: улдарының мәйетен алырға килгәндәр. Ҡатындарҙың береһе — Мәскәү өлкәһенән килгәне — Ростовта өсөнсө көн ята. Араларындағы берҙән-бер яҡташтары — Өфөнән килгән ҡатын — бишенсе көн йөрөй. Уларҙың төндә генә килеп төшөүҙәрен белгәс, йөрөрөгөҙ алда әле, тинеләр.

Бер мәл, ҡара ҡарғалар тубы һымаҡ, бер иш кейемдәге хәрбиҙәр кабинеттарына тарала башланы. Козлов та бүлмәһенә үтте. Ишеге төбөндә тороусыларға иғтибар ҙа итмәне. Өйрәнеп бөткәндер, күрәһең. Ул өҫтәле артына ултырыр-ултырмаҫтан, рөхсәт тә һорап тормай, кабинетына бәреп инделәр. Козлов, һөйләшеп тә тормай, кире бороп сығарҙы:

— Һуңынан... Һуңынан...

Заһиҙә ҡалды, үжәтләнеп баҫып торҙо: «Туҡмап сығармаҫ әле. Улымдың яҙмышын асыҡламайынса, бер ҡайҙа ла китмәйем».

— Ишетмәнегеҙме ни?

Козловтың екереүенә Заһиҙә баҙаны, һүҙһеҙ генә ҡулындағы папканы һондо. Документтарҙы ҡарағас, хәрбиҙең һорауы шул булды:

— Ирең ҡайҙа?

— Юҡ. Һеңлем менән килдем.

— Ә һеҙ баҫып тормағыҙ, ултырығыҙ. — Әле генә кабинетына һыймай туҙынған ҡырыҫ Козлов күҙ асып йомған арала итәғәтләнде. Татлы телләнеп, Заһиҙәгә таблетка эсерҙе. — Яңғыҙ икәнһең... Етмәһә, улың... — Ул телефон трубкаһына үрелде.

Заһиҙәгә яңғыҙлығы ярҙам итте. Ире үлмәһә, балалары атайһыҙ үҫмәһә, теге ҡатындар менән ҡуша кабинетынан һөрөп сығарыр ине Козлов.

Ниндәй илдә йәшәйбеҙ һуң беҙ?!..

Козлов әфәнде! Һеҙ һөйләшергә лә теләмәй ҡыуып сығарған әсәләр төндәр буйы керпек тә ҡаҡмай ҡәҙерләп үҫтергән улдарын армияға ут эсенә тығыр өсөн ебәрҙеме ни? Дүрт һаны ла теүәл улдарының көл-күмергә ҡалған мәйеттәрен кендек ҡандары тамған ергә алып ҡайтып ерләр өсөн нисәмә йөҙ әсә, нисәмә йөҙ ата нисә көндәр буйы кабинетығыҙҙың тупһаһын тапай, ҡанлы күҙ йәштәрен түгә. Уларҙың күҙ йәштәре төшмәҫ тимәгеҙ! Күҙ алдығыҙҙа сәстәре салланған аталарҙың, ваҡытынан алда ҡартайған әсәләрҙең ҡара ҡарғышы тотмаҫ, тип уйлайһығыҙмы ни!?..

Һөйләшеп бөткәс, Козлов Заһиҙә янына килде.

— Аҫҡа төшөп көтөп тороғоҙ. Хәҙер прапорщик килә, ул һеҙҙе опознаниеға алып барыр.

Заһиҙә уның ни әйткәнен аңлап бөтөрмәне.

— Яраланғанмы? Кеше таныймы? Мин...

Әле генә әҙәмсә һөйләшкән Козлов, тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, ҡыҙҙы ла китте.

— Ҡайҙа, ни өсөн килгәнеңде белмәйһеңме? Унда тере һалдат юҡ! — тип ҡысҡырҙы. Өмөтө тамам өҙөлдө әсәнең.

Заһиҙә һығылып төштө. Уны һалдаттар аҫҡа төшөрөп ҡуйҙы.

— Туғанҡайым, үлтергәндәр, яндырғандар Һөйөндөк улымды!.. Яндырғандар!!!

Йөҙөндә нур әҫәре ҡалмаған апаһын Гөлназ ҡосағына алып йыуатты. Тыйыла алмай, үҙе лә күҙ йәштәрен түкте.

— Ул түгелдер... Яңылыштыр...

Уларҙың илауына бер кем дә иғтибар итмәне. Постағы һалдаттар өйрәнеп бөткән, күрәһең, береһе-бер өндәшмәне. Бар донъяға яр һалып сарбайлап илаусы мәрйәләр, мыштым ғына әсе күҙ йәштәрен түгеүсе мосолман ҡатындары, бисәләрен нисек йыуатырға белмәй тәмәке артынан тәмәке ҡабыҙыусы ирҙәр кисә лә булды, иртәгә лә булыр, моғайын. Чечняла ҡабынған һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй...

Илау-һыҡтауҙан, аһ-зарҙан бүккән ҡояш офоҡҡа инеп ҡасырға ашыҡты. Заһиҙә менән Гөлназ хафаға төштө: төн етә, ҡайҙа барып баш төртөргә? «Йөрөрөгөҙ алда әле». Заһиҙә иртән Козловҡа инергә сират торғанда ишеткән һүҙҙәрҙе хәтерләне. Белеп әйткәндәр икән, «хәҙер килә» тигән прапорщиктары һаман күренмәй. Көндәре бушҡа үтте былай булғас. Эргәләрендәге ир менән ҡатын ҡунаҡханаға барырға  кәңәш итте. Үҙҙәре дүрт кис ҡунған. Автобус менән алыҫ, таксиҙа барһаң, илле мең һум түләргә, ти. Бер аҙ көтә бирәйек тә, килмәһә, ҡунаҡханаға китербеҙ, әҙәмсә ял итербеҙ, исмаһам, кисә лә керпек тә ҡаҡманыҡ, тип үҙ-ара кәңәш-төңәш итеп торалар ине, бер һалдат сыҡты.

— Көтөгөҙ, китмәгеҙ... Хәҙер һеҙгә автобус килә, опознаниеға бараһығыҙ, — тине ул.

Уның һүҙҙәренә ышанып бөтмәнеләр: «Прапорщиктары һемәйтте, автобустары тағы ҡасан килә әле».

Эш сәғәттәре бөтөр алдынан йәнә саҡырттылар.

— Улыңды ҡасан армияға алдылар? — тип белеште Козлов.

— Туҡһан биштең июлендә.

— Ҡайһы ерендә яранан ҡалған эҙе, миңе барын беләһеңме? Бер йылдан ашыу ваҡыт үткән. Улыңды танырһыңмы?

— Уй Алла, нишләп үҙ һөйәгемде танымаҫҡа, ти? Көтөп алған тәүге балабыҙ, шуға ла Һөйөндөк тип ҡушты атаһы исемен.

— Янған ул. БТР-ҙан иң аҙаҡ сыҡҡан. Командир булған, экипажды сығарғансы үҙе лә янған.

Заһиҙәнең илауына был юлы көҙрәймәне Козлов. Йыуатып һүҙ ҙә әйтмәне.

Автобустары оҙаҡ көттөрмәне. Госпиталдәре алыҫ икән, сәғәт ярым барҙылар ҙа ҡуйҙылар. Барып еткәнсе, улын уйлап, Заһиҙәнең йәне сыға яҙҙы. Ул һаман да Һөйөндөктөң үлеүенә ышанмай ине. Яраланып госпиталдә ята һымаҡ тойолдо. Козлов та, үлгән, тимәне, янған ул, тине бит. Иптәштәрен ҡотҡарғанда. Бына барып етерҙәр ҙә, улын алып, ҡайтыр юлға сығырҙар. Тәне ныҡ бештеме икән? Юлда йөрөргә эшкинәме икән?

Госпиталдә эште тиҙ тоттолар. Башта үҙҙәре менән бергә автобуста килгән ҡатынды саҡырҙылар. Оҙаҡ торманы, кире сыҡты. Дөрөҫөрәге, ике һалдат иҫһеҙ ҡатынды ҡултыҡлап сығарып ултыртты.

— Таныманым. Аҙыраҡ хәл йыям да яңынан инәм, — тине ул, иҫенә килгәс.

Аптырап ҡарап торҙо уға Заһиҙә: «Бына бер иҫәүән! Туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөткән балаһын да танымай».

«Яралы һалдаттар янына алып килделәрме, тиһәм... Үлектәр ҡарарға саҡырғандар ҙа баһа!» — Гөлназ апаһына йөрәк дарыуы эсерҙе.

— Тоторға тырыш инде үҙеңде, апай... Өйҙәге балаларыңды уйла... Аяҡтан йығылһаң, нисек алып ҡайтырмын һине?.. Сабыр ит... Этләнеп тапҡанһың, үҫтергәнһең... Һуңғы юлға оҙатыу ҙа һинең менән минең өҫкә төшкән бурыстыр, күрәһең...

Сираттары еткәс, Заһиҙә ҡайҙан барғанын да — ерҙәнме, күктәнме — тойманы. Бер яҡтан — һеңлеһе, икенсе яҡтан Юра исемле прапорщик ҡултыҡламаһа, аяҡтарын тыңлата алмаҫ ине.

Ә унда... урмандан килтереп бүрәнә ауҙарғандармы ни, гел бер тиҫтер ир балаларҙы ергә теҙеп һалғандар. Барыһы ла шәп-шәрә. Берәүҙәре — аяҡһыҙ, икенселәре — ҡулһыҙ, өсөнсөләре — башһыҙ. Ҡайһылары ҡап-ҡара булып янған.

Ете-һигеҙ кәүҙәне үтеүгә, Заһиҙә улын таныны. Ғәзиз генәһенең баш-аяҡтары янған, бер күҙе юҡ.

— Уй Алла, баламды нишләттегеҙ?!.. Ниңә яндырҙығыҙ?.. Күҙе ҡайҙа?..

Һуштарынан яҙған Гөлназ менән Заһиҙәне һалдаттар цинк табуттарҙы һалыу өсөн яһалған йәшниктәр өҫтөнә килтереп ятҡырҙы. Биттәренә һалҡын һыу һибеп һуштарына килтергәс, улар ҡосаҡлашып иларға тотондо. Иркенләп иларға ирек бирмәнеләр, алып сыҡтылар. Үҙҙәре менән килгән ҡатын уларға ҡарап-ҡарап алды. Түҙмәне, һораны:

— Танынығыҙмы?

Гөлназ һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты.

— Тереләй утта яндырғандар... — Бөршәйеп ултырған Заһиҙә сайҡалып ҡуйҙы. — Отпускыға йыйынған улыҡайымды...

— Һеҙ ниндәй бәхетле! — Әлеге һүҙҙәрҙе әйткән ҡатындың ҡиәфәте ҡот осҡос ине: бер күҙе йылмая, икенсеһенән сөбөрләп  йәштәр тама. Йылмая — улдарын тапҡан осраҡлы юлдаштарының «шатлығын» уртаҡлаша, йәштәрен түгә — әле булһа үҙ улының эҙенә төшә алмауҙан бәғере өҙгәләнә. — Минекенең кәүҙәһе лә  юҡ...

Йә, Хоҙай! Бәндәләреңде ниндәй көнгә төшөрҙөң! Берәүҙәр улдарының мәйете өҫтөндә ҡанлы күҙ йәштәрен түгә, икенселәр ундай «бәхет»тән дә мәхрүм...

Һөйөндөктөң кәүҙәһен оҙата барыуҙы прапорщик Юраға йөкмәттеләр.

— Өс көндән поезд менән барып етермен, — тип тороп ҡалды.

 

Юра, Өфөлә военкомат машинаһы көтөп торор, тип ҡат-ҡат ышандырһа ла, ҡаршы алманылар. Кемдең кемгә кәрәге бар,  кеше ҡайғыһы төштән һуң. Аҡсалары бөткәйне, шунлыҡтан ниндәй машина тап була, шуларға эләгеп, ахмалға төшөп, саҡ ҡайтып еттеләр.

Өс көн тигәндәре аҙнаға һуҙылды. Юлдан һурылып ҡайтҡан Заһиҙә бәргәләнмәне лә, сәбәләнмәне лә. Көндөҙ шәүлә кеүек йөрөнө, төндә керпек тә ҡаҡманы. Ҡайғыһын эш менән баҫты, көноҙон йорт-ҡураһында уралды, өнһөҙ-тынһыҙ донъя мәшәҡәттәрен атҡарҙы, улын килтереүҙәрен сабыр ғына көттө. Заһиҙәнең ҡылығы ағай-энеһен, күрше-күләнде хафаға һалды: аҡылына зәғифлек килеп ҡуймаһын тағы? Шуға күрә яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырыштылар. Балалары бер аҙым да ситкә китмәне, ҡайҙа барһа ла, инәһенән ҡалмаған ҡаҙ бәпкәләре кеүек, артынан тағылып йөрөнө. Барыһының да теләге бер ине:  Хоҙай сабырлыҡ бирһен!

Заһиҙә алдында Һөйөндөк хаҡында һөйләшмәҫкә үҙ-ара һүҙ беркетһәләр ҙә, әңгәмәләре үҙенән-үҙе уға барып төртөлдө. Кешенең төрлөһө бар, берәүҙәре әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ҡара ҡайғыға тарыған әсәнең хәсрәтен яңыртмаҫ өсөн ауыҙҙарын самалап асһа, икенселәре, аңын-тоңон уйламай, туранан-тура һалдырҙы.

Һөйөндөктө килтерергә бер көн ҡалғас, көтөү ҡайтҡанды көтөп ҡапҡа төптәрендә ултырғанда, үҙе кеүек тол ҡатындарҙың береһе Заһиҙәнең сей яраһына услап-услап тоҙ һипте.

— Барыһы ла етем-еһергә төшә. Беҙҙең малайҙарҙы, йәштәре еткәс, көнө-сәғәте менән алып киттеләр. Һорап торманылар. Аталы балаларҙың эше башҡа. Айҙар малайына аҡ билет алып биргән, ти. Мәңге армияға бармаҫлыҡ итеп. Шуны ишеткәс, шаҡтар ҡаттым. Йыуаса кеүек малайының ниндәй сирен тапты икән врачтар? Нескә тәрбиәлә генә үҫкән баланың ҡайһы ере сирле булһын? Сирләһә, беҙҙекеләр сирләр ине, ҡара йәштән ҡулдарынан балта-һәнәк төшмәне. Мин әйтте тиерһегеҙ бына, бер сире лә юҡ, атаһының ғына этлеге! Заһиҙә, юҡҡа һин дә артынан йөрөп ҡараманың, шунда әҙ-мәҙ аҡса төртһәң...

— Мин кем дә ул кем? — тип бүлдерҙе Заһиҙә. — Уның ҡулында — власть, мал, ә минең... — Ул ҡулын һелтәне.

— Аптырағандан әйтәм инде, ул ҡәҙәр аҡса һинең менән миңә ҡайҙан килһен?

Айҙарҙың малайына аҡ билет алып биргәнен Заһиҙә лә ишеткәйне. Мәлендә әһәмиәт бирмәне. Аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәй интегәләр, тип үҙенсә фекер йөрөттө. Күпме генә ҡурсалаһаң да, барыбер бер килеп алып китәләр. Ир баланың тәҡдире шундай — ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Ваҡытында йөрөп ҡайтҡаны хәйерле. Унан килеп, Һөйөндөк тә ҡаршы төштө: «Әсәй, кеше көлдөрөп йөрөмә! Иптәштәремдең күҙенә нисек күренермен?» Улының юлына арҡыры төшөргә баҙнат итмәне.

Һыйыр һауғанда Заһиҙә шундай ҡарарға килде: яйын тура килтереп, Айҙарҙың иҫенә төшөрөргә кәрәк. Әллә кем булып йөрөмәһен, морон сөйөп. Ростовтан йөрөп ҡайтҡас, Айҙар өйҙәренә килгәйне, шунда әйтергә башы етмәгән. Йәнәһе, ҡайғы уртаҡлаша. Ҡыланышынан ятып үлерһең. Алыштырып ҡуйғандармы ни, үҙен нисегерәк итәғәтле тотҡан була. Кабинетында, йомош менән килгән бер кешене өркөтөп, аҡырынып-баҡырынып ултырған Айҙар тимәҫһең. «Ярҙам кәрәкһә, тартынып торма, тура үҙемә кил». Тауыш ҡуптарып йөрөмәһен, тиеүелер инде. Намыҫы таҙа булмағас, тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай. Бер килеп Хоҙай тотор тотоуын үҙен, әммә һуң булыр. Ни өсөн мин иларға тейеш тә, ә ул ауыҙын йырып йөрөй? Ниңә минең улым үлде лә, уныҡы тере? Ни өсөн? Ҡайғыһынан алйыған әсә был һорауҙарҙы үҙ-үҙенә Айҙар менән уның улына насарлыҡ теләгәндән түгел, ә аптырағандан бирә.

Заһиҙә бер нәмәне күңел төбөнә һалып ҡуйҙы: йөҙөнә бәреп әйтеү кәрәк. Яйы сығыу менән.

Ә яйы иртәгәһенә үк сыҡты.

Һөйөндөктө төштән һуң килтерҙеләр. Өйҙәре янына йөк машинаһы килеп туҡтағанын шунда уҡ күрһәләр ҙә, береһе лә ҡапҡа асырға тороп йүгермәне. Заһиҙә лә, балалар ҙа. Шомланып нимәлер көттөләр. Ҡапҡаны асмаһалар, «Груз-200» тип яманаты сыҡҡан цинк табут һалынған машина кире боролор ҙа килгән юлынан китеп барыр, ҡайғы уларҙы урап үтер һымаҡ тойолдо. Ләкин урамдағы машина  урынынан ҡуҙғалманы. Ишек алдындағылар ҙа, аяҡтары ергә йәбешкәндәй, баҫҡан урындарында ҡатып ҡалды.

Ҡапҡа әкрен генә асылды. Күптән майламағанлыҡтан, ҡотһоҙ итеп шығырланы. Бүтән ваҡытта был тауышҡа ҡолаҡ та һалмай торғайнылар, бөгөн ул йөрәктәрен телеп үтте. Ҡапҡа ла, хужаларына теләктәшлек белдергәндәй, теләр-теләмәҫ кенә асылды, буғай.

Ишек алдына ике офицер үтте. Бер аҙна элек өйҙәренә йән өшөткөс ҡайғы килтергән район хәрби комиссариаты офицерҙары. Уларға Заһиҙәләрҙе Ростовта оҙатып ҡалған прапорщик Юра эйәргән.

Офицерҙар, Заһиҙә янына килеп баҫҡас, нисек һүҙ башларға белмәй, бер-береһенә ҡарашып алды. Шым-шырыҡ уйнау оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Уңайһыҙ хәлдән Юра ҡотҡарҙы. Ни әйтәһен алдан уйлап килгәндер, күрәһең, теле көрмәлмәне, һәр хәлдә, цинк табуттарҙы тәүге мәртәбә генә оҙатып йөрөгәнгә оҡшамаған был прапорщик. Шымарған. Уларға ла  эш күп төшәлер инде, Чечняла үлеүселәрҙең иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел, тиҙәр бит.

— Кисерегеҙ, һөйләшелгән ваҡытҡа килеп етә алманым, — тип Заһиҙә алдында баш эйҙе.

Бындай мөғәмәләне күреп өйрәнмәгән ҡатын ни ҡылырға ла белмәне, аңшайып ҡарап тик торҙо. Офицерҙарға ла йән инде.

— Хәмиҙуллинды ерләүҙе военкомат үҙ өҫтөнә ала, — тине береһе.

— Һеҙгә бер мәшәҡәт тә тыуҙырмабыҙ, — тине икенсеһе. Артығыраҡ ысҡындырып ташлағанын һиҙеп ҡалған офицер һүҙҙе ҡырҡа бора һалды. — Табутты өйгә индерәбеҙҙер бит?

Заһиҙә ауыҙ асып һүҙ әйтерлек хәлдә түгел ине: ризалыҡ белдереп, башын ғына ҡаҡты. Уның урынына Айҙар яуап бирҙе.

— Өйгә инде, өйгә! Тағы ҡайҙа булһын? Кем бар унда? Ҡапҡаны асығыҙ!

Айҙарҙың ҡалын тауышы Заһиҙәне һиҫкәндереп ебәрҙе: «Ҡасан килеп етә һалған! Әле генә юҡ ине лә баһа? Етмәһә, хужа булмаҡсы». Уның асыуы алҡымына тығылды.

— Үҙеңдең улың үлгәс бойорорһоң! Күҙемдән юғал, иблес төкөргән бәндә! — Заһиҙәнең инә арыҫлан һымаҡ айбарланып Айҙарға ташланыуын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. — Бысраҡ ҡулдарың менән минең улыма ҡағылаһы булма! Малайыңды аҡса түләп армиянан алып ҡалғаныңды белмәйҙәр тиһеңме әллә?

Уларҙы тиҙ айырҙылар. Әммә ҡайғы-хәсрәттән миктәгән ҡатын Айҙарҙың битен сапсып өлгөргәйне — тегенең пинжәгенә ҡан тама башланы. Шул арала әллә тешләгән, әллә тырнаған...

Кешеләр шаулаша башланы. Айҙар бер талай аңҡы-тиңке торҙо ла, һушына килгәс, ҡырт боролоп, ҡапҡаға атланы. Урамда ла халыҡ йыйылып өлгөргәйне. Уларҙың һаулыҡ  һорашыуына ла яуап бирмәй, машинаһының ишеген асты. «Себен тешләгән инде әллә беҙҙең председателде? Бер кемде лә күрмәй», — тип аптырашып ҡалды ят машина килеп туҡтағас та ҡайғы уртаҡлашырға килеүселәр.

Айҙар «Волга»һын бар көсөнә ҡыуҙы. Колхоз идараһы янынан үткәндә үҙенә ҡул иҙәүсе баш бухгалтерҙы күрһә лә, туҡтаманы, газды арттыра төштө. «Ҡаҙалып китһендәр! Ит изгелек — көт яуызлыҡ. Ҡара һин уны, кемгә ҡул күтәрә? Иманыңды уҡытырмын әле!»

Ҡырсын түшәлгән юлдан елдереүсе «Волга», ауылды сығып хәтһеҙ барғас, туҡтаны. Айҙар ҡапыл ауырайып киткән башын рулгә һалды, күҙ алдынан Заһиҙәләрҙең ишек алдында ғауғалашҡан кешеләр китмәне, ҡолағында бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡысҡырышҡан ауылдаштарының һүҙҙәре сыңланы:

— Үҙ халыҡтарына ҡаршы һуғыш асмаһалар, башҡа эштәре бөткәнме икән ни был Мәскәү түрәләренең? Неделимая Россия, имеш!

— Чечняла күпме аҫыл егеттәребеҙ башын һалды! Һөйөндөк тә — шуларҙың ҡорбаны. 

— Ҡәҙерләп үҫтергән улыңдың башына етһәләр, бит тырнау түгел, әллә нимә эшләрһең. Йөрәгенә түҙә алмағандыр инде, бахыр.

— Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, Айҙар, улыңды армиянан алып ҡалмаһаң, Заһиҙә алдында намыҫың таҙа булыр ине.

— Балыҡ башынан серей.

Айҙар башын күтәрҙе, тәмәке ҡабыҙҙы. «Күрә алмағандары бер мин булдым да баһа? Әллә малайҙы армияға ебәрмәй дөрөҫ эшләмәнем инде? Барыһын да Чечняға илтеп тыҡмаҫтар ине әле. Әсәһе бит, әсәһе, көн-төн ҡолаҡ итен ашаны... Заһиҙәнең улы үлмәгән сүрәттә лә, был ҡәҙәр телдәрен оҙайтмаҫтар ине,  моғайын, ауылдаштары. Түрә була тороп та үҙ һүҙеңде үткәрә алмай йөрө инде. Нимә тиҙәр бит: «Заһиҙә алдында намыҫың таҙа булыр ине». Был болғауыр заманда кемдең  намыҫы таҙа тип уйлайҙар икән? Намыҫ хаҡында, үҙҙәре әйтмешләй, Чечняға ғәскәр индергән Мәскәү түрәләре уйланһын. Намыҫтары ҡалһа... Туҡта, бер тиле бисәнең һүҙенә ҡарап, ни эшләп тилереп йөрөйөм әле яңғыҙым? Үҙ эшем бөткәндер шул. Уның улын мин армияға ебәрмәгән, военкомат ҡайғыртһын ана».

Айҙар машинаһын ауылға борҙо.

Бая юҡҡа туҡтатырға тырышмағандар икән, идараға килеп ингәс тә, район хакимиәтенән эҙләүҙәрен әйттеләр.

— Шылтыратырға ҡушҡанһығыҙ икән, Иштимер Рафиҡович.

— Айҙар Носратович, барып еттеләрме? Заһиҙә Хәмиҙуллинаның улын килтереп еткерҙеләрме, тип һорауым.

— Килтерҙеләр. Үҙем дә әле генә уларҙа булып килдем.

— Нисек һуң, Заһиҙә бик бөтөрөнмәгәнме? Ҡайғыһы ҙур... Бик ҙур... Уйламаған ерҙән...

— Илай... — «Аҡылынан яҙған шикелле ул бисә», тип әйтергә уҡталды ла тыйылды Айҙар. Төпсөнә башлар. Еткереүселәр былай ҙа табылыр.

— Улай ғына булыр инде. Улыңды үлтерһендәр ҙә... Ҡара әле, Айҙар Носратович, бөгөн һеҙҙең ауылда Сибай артистары спектакль күрһәтергә тейеш. Халыҡҡа еткерегеҙ, улар бөгөн һеҙҙә сығыш яһамаясаҡ. Һуңғараҡ барырҙар. Мәйетте ерләмәҫ борон уйын-көлкө ойошторһаҡ, лөғәткә һыймаҫ ул. Дөрөҫ әйттемме? Һин нисек уйлайһың?

— Мин дә шул фекерҙә, Иштимер Рафиҡович.

— Онотмаҫ борон әйтеп ҡуяйым әле: һатыусыларҙың ҡолағына төшөр, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы бөгөн-иртәгә туҡтатып торһондар. Өйҙәренән араҡы һатып ятыусыларҙы ла  тыйығыҙ. Эсеп, боларып йөрөмәһен бер кем дә. Айрат Носратович, быны үҙ контролеңә ал.

— Борсолмағыҙ, алырмын.

— Быныһын әйтмәһәм дә, үҙең дә беләһеңдер, шулай ҙа иҫеңә төшөрәм: зыяратҡа ебәрергә кеше эҙләп интегә күрмәһен тағы Заһиҙә. Ҡайғыһы былай ҙа баштан ашҡан.

— Аңланым, Иштимер Рафиҡович. Ҡәберен дә ҡаҙытырбыҙ, рәшәткәһен дә, обелискыһын да эшләтербеҙ.

— Әйтәһен әйтеп бөттөм шикелле. Мин иртәгә төшкә табан барып етермен.

Тиктәҫкә борсола хакимиәт башлығы. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә инсафһыҙланманы был кистә. Төрлө тарафтарҙан тыуған төйәктәренә ялға ҡайтыусылар китеп бөтмәгәйне — ҡунаҡҡа йөрөшөүҙән тыйылдылар бер кискә. Йәйге каникулда ятыусы студенттар ҙа таралышып өлгөрмәгәйне —  күңел асыуҙан баш тарттылар бер кискә.

Ҡояш батып, ҡараңғы төшкәс тә, ауылды тынлыҡ баҫты. Өйҙәрҙә лә, урамдарҙа ла артыҡ хәрәкәт һиҙелмәне, һәр кем әҙәп һаҡларға тырышты. Көтөүҙән ҡайтмай ҡалған башкиҫәр һарыҡ-кәзәләр ҙә хужаларын таптырып баҡырышманы, тыҡрыҡта тыныс ҡына ятты. Кешеләрҙең ҡотон алып урамдан мотоциклдарын үкертеп үтеүселәр ҙә әллә ҡайҙа юғалды. Йоҡо маҙаһы бирмәй гармун тартып йырлашып йөрөүселәр ҙә урамға сыҡманы. Имсәк балаларына хәтлем үҙҙәрен тыныс тотто. Тик бер өйҙә генә төнө буйы ут һүндермәнеләр.

Шулай ҙа йәштәр, ата-әсәләре һымаҡ, күктә йондоҙҙар емелдәшә башлағас та йоҡларға ятманы, көндәгесә клуб янына йыйылды. Иртә, бик иртә гүр эйәһе булған Һөйөндөктө юҡһындылар. Бер-береһен мәрәкәләп көлөшөргә, сәнскеле көләмәстәр һөйләргә телдәре әйләнмәне. Үҙҙәре менән бергә тәгәрәп үҫкән, бергә уҡып, егет ҡорона ингән тиҫтерҙәрен уйлап, йөрәктәре һыҡраны уларҙың. Ҡыҙҙар Һөйөндөктө барып күрергә тәҡдим иткәс, береһе лә ҡаршы килмәне. Табут янында  баштарын эйеп һүҙһеҙ генә баҫып торҙолар.

Улының иптәштәренә ҡарап, Заһиҙәнең бәғере телгеләнде, улар сығып киткәс, түгелеп иланы. Дарыу эсереп, саҡ тынысландырҙылар үҙен.

Урамға сығып баҫҡас, егет һәм ҡыҙҙарҙың береһенең дә өйҙәренә таралырға аяғы тартманы. Һүҙһеҙ генә тәмәке ҡабыҙҙылар. Йөҙҙәре — уйсан, күңелдәре — иләҫ-миләҫ. Нимәлер эшләге килә... Был моңһоулыҡтан нисек ҡотолорға? Ҡайһыһыныңдыр башына шәп фекер килде: эс бошоуын араҡы менән баҫырға! Егеттәр йәһәт үк элеп алды, ҡыҙҙар ымһаңланы. Береһенең ҡара көнгә һаҡлаған шешәһе бар икән, шунда уҡ өйөнә тороп сапты. Ҡабырға тип, кемдеңдер баҡсаһына төшөп алма өҙөп сығыуға ахылдап урап та килде теге. Стакандары берәү генә ине, урамдың ҡап уртаһына түңәрәкләп баҫтылар ҙа сиратлап эстеләр. Стакандарын Һөйөндөктөң рухына күтәрҙеләр.

— Был ҡойто донъяла әҙәпле, инсафлы бала булдың, әхирәттә урының хур ҡыҙҙары араһындалыр, уныһына шигебеҙ юҡ.

— Ғүмерең ҡыҫҡа булды, һөйөп-һөйөлөп танһыҡтарың ҡанмағандыр. Һинең өсөн дә яратырбыҙ ҡыҙҙарҙы. Ҡайғырма!

— Һин эсәһе араҡыларҙы беҙгә эсергә яҙған, күрәһең. Уныһы өсөн борсолма, нормаңды артығы менән үтәрбеҙ.

— Ауыр тупрағың еңел булһын!

— Урының йәннәттә булһын!

Тәүге теләктәрҙе егеттәр әйтһә, һуңғы икеһен, күҙ йәштәренә төйөлөп, ҡыҙҙар әйтте.

Эскән араҡылары кесе телдәренә етмәһә лә, нәфселәрен аҙындырманылар, самаһын белделәр. Йыназаға бараһылары бар.

...Мин-минлек арҡаһында тоҡанған һуғыш ҡорбаны — ябай ауыл егете Хәмиҙуллин Һөйөндөктө ҙурлап ерләнеләр. Боронғоса әйткәндә, хат етәр ергә хат, ат етәр ергә ат ебәрмәһәләр ҙә, йыназаға яҡын-тирәләге ауылдарҙан да йыйылдылар. Йыйылыусылар зыяратҡа ғына һыйып бөтмәне, күбеһе тышта ҡалды. Бала-сағаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, илауҙың ни икәнлеген дә белмәгән ир-аттарҙың да күҙҙәренә йәш эркелде.

Табутты ергә тапшырыр алдынан район хакимиәте башлығы Иштимер Рафиҡович, яҡташтарына мөрәжәғәт итеп, былай тине:

— Һөйөндөк — беҙҙең төбәктән Чечняла һәләк булған егеттәрҙең тәүгеһе. Һуңғыһы ла ул булһын.

Заһиҙәгә ҡушылып бар халыҡ иланы. Береһенең дә Һөйөндөктөң үлгәненә ышанғыһы килмәне, яңылыштыр, ул түгелдер, тинеләр. Заһиҙәне өмөтләндереүҙәре юҡҡа түгел ине. Гәзитен уҡыйҙар, телевизорын ҡарайҙар көн дә, һирәк-һаяҡ мөғжизәләр ҙә булғылай был фани донъяла. Күптәр яңыраҡ үҙебеҙҙең Башҡортостанда булған хәлде иҫкә төшөрҙө: улығыҙ Грозныйҙа һәләк булды, тип цинк табут килтерәләр. Документтары үҙе менән, исем-шәрифтәре тап килә. Ҡайғыларын күҙ йәштәре менән йыуалар ҙа ерләйҙәр. Нисәлер көн үткәс, улдары үҙ аяҡтары менән ҡайтып төшмәһенме! Һөйөндөк, бәлки, тотҡонлоҡта йөрөйҙөр. Был мәхшәрҙә уныһы ла бик ихтимал. Төрлөсә юранылар.

Айҙар-йылдар үтер, тотҡонлоҡтан ҡотолоусылар ҙа булыр. Улар араһында Заһиҙәнең тилмереп көткән улы ғына булмаҫ

Ваҡыт үтер, балалары Чечняла һәләк булған ата-әсәләрҙе Өфөгә йыйырҙар. Заһиҙә телевидениеға биргән интервьюһында былай тип әйтер: «Малайым — йырлап бөтөлмәгән йыр. Миңә Чечняның ҡороған бер япрағы ла кәрәкмәй».

 

 

Автор:
Читайте нас: